6 кл. родной яз ким. 6 класс уыусылары сн башорт теленн контроль эштр 6 класта ине контроль диктанты
Скачать 47.5 Kb.
|
6 класс уҡыусылары өсөн башҡорт теленән контроль эштәр 6 класта инеү контроль диктанты. Ҡамыштар араһынан кәмә ярға килеп төртөлдө.Ғабдулла менән Айҙар сисенеп мурҙа эргәһенә ашыҡтылар.Ул тап үҙ урынында тора.Туҡта,туҡта! Мурҙа тирәһендә ҡамыштар һелкенә түгелме? Малайҙар мурҙаны күтәреп алдылар.Ниндәй тамаша был? Мурҙа эсендә эре-эре сабаҡтар,ҡыҙығанаттар,алабуғалар сәпелдәшеп ята. Ун биш-егерие баш булыр.Нисек иргәндәр улар? Бына һиңә мәрәкә!Мурҙаның ауыҙы нәҡ элек ябып киткәнсә тора. Тимәк, был эште ниндәйҙер әҙәм ҡулы эшләгән. Ауҙан балыҡ сәлдереү ғәҙәте будған ул элек ,әммә сит мурҙаға балыҡ килтереп һалған кешене малайҙар күргәндәре лә,ишеткәндәре лә юҡ әле. Бөркөтлөлә бындай хәл булғанын хәтерләүсе табылмаҫ. Әҙәм ышанмаҫлыҡ мәрәкә был! I сирек. Ылаусылар. 1941 йылдың ауыр ҡышы үтте,йәй етте,уҡыуҙар тамамланды.Мораҡ иген пунктынан Һарыҡташ элеваторына игенде ат менән ташырға ҙурыраҡ уҡыусыларҙан ылаусылар бригадаһы ойошторҙолар,ә бригаданың утәксеһе итеп уҡытыусы Сарим Сәлимов билдәләнде. Әҙерлек бөттө ,ылау ҡуҙғалды. Аттар бер ыңғай ғына баралар.Оҙаҡламай ылаусылар урманға килеп еттеләр,урманды һөҙәк тауҙар алмаштырҙы,ә тауҙарҙан һуң тип-тигеҙ ялан башланып китә. Ауылға ингәндә,ылауҙы кешеләр ҡапҡа алдына сығып ҡаршылайҙар һәм оҙаталар,ҡайһылары айран яҙып алып сыға. Ылау төндәрен үләнле урында туҡтай,ылаусылар аттарын туғаралар, һәр кем үҙ ҡамыт-дуғаһын рәтләй,сиратлап ат көтәләр. Юл мәшәҡәттәре байтаҡ,шулай ҙа ул малайҙарға бик оҡшаны,сөнки уларҙың бындай оҙон юлға күмәкләп сыҡҡандары юҡ ине. II сирек. Атом боҙватҡысы. Беҙҙең илебеҙҙә эшләгән тәүге боҙватҡыс 1959 йылда һыуға төшөрөлдө.Шунан бирле 30 -ҙан артыҡ йыл эсендә ул әллә күпме юл уҙҙы. Боҙватҡыс бик ҡеүәтле. Боҙҙоң ҡалынлығы ике-ике ярым метр булған урындарҙа ул сәғәтенә 3-4 километр, ә боҙһоҙ урындарҙа 34 километр тиҙлек менән йөрөй ала. Караптың буйы 134 метр, иң киң урыны 27,6метр. Унда 500-ләп электор моторы эшләй. Уның көсө сит ил боҙватҡыстарына ҡарағанда ике-өс тапҡырға артығыраҡ. Яғыулыҡ запасы ла бер йылға етәрлек. Боҙватҡыстың энергетик базаһы йөҙәр мең кешеле бер нисә ҡаланы элетор көсө менән тәьми итә алыр ине. Боҙватҡыста хеҙмәт итеүсе кешеләр өсөн бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылған.Унда телефон станцияһы һәм радиостанйия эшләй.Бына ниндәй ул атом боҙватҡысы! III сирек. Юлдағы ваҡиға. Ауылдан тимер юлына тиклем араны ваҡ ҡыуаҡлыҡ ҡаплап тора. Ошо ҡыуаҡлыҡҡа һәр ваҡыт уҡыусылар уйнар өсөн киләләр ине. Бер көн Харис ҡыуаҡлыҡ аша тимер юлына сыҡты.Рельс өҙөлгән дә баһа! Поезды туҡтатыу өсөн,машинисҡа сигнал бирергә кәрәк.Ләкин Харистың ҡулында бер нәмә лә юҡ ине.Фонарь алып килер өсөн ул ауылға ҡарай йүгерҙе . Ҡыуаҡлыҡ үтә өйгә ҡайтты. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы,фонарҙа кәрәсин бөткәйне. Харис гәзит менән шырпы алды ла кире тимер юлға табан йүгерҙе. Ул килеп еткәндә ,алыҫтан поезд тауышы ишетелә ине. Ул, гәзитте яндырып, машинисҡа сигнал бирмәксе булды. Гәзит шәп яна,ялҡын ҡулды бешерә.Бына гәзит янып та бөттө. Ул Харистың күлдәгенә ҡапты,ләкин ул уны һүндермәне.Ул поезд хаҡында ғына уйланы. Поезд туҡтаған ваҡытта Харис иҫенән яҙғайны. IV cирек. Матурлыҡ. Кешенең эске һәм тышҡы матурлығы була.Әммә уның ниг сәләмәтлек ята.Шуға ла йәштән үк гигиена талаптарын теүәл үтәргә кәрәк. Һәр иртәне гимнастиканан башлау,һалҡын һыу менән йыуыныу,тәнде ҡаты таҫтамал менән ышҡыу көндәлек ҡағиҙәгә әйләнергә тейеш.Ундай кеше грипп ,ангина менән ауырымай,эшкә һәләтлеге арта,кәйефе лә була. Битеңде генә түгел,муйынынды ла,ҡолаҡтаҙы ла һабынлап йыуырға оноторға ярамай.Мәктәптән ҡайтып,урамда уйнап кергәс,ҡулдарҙы һабынлап йыйырға кәрәк.Был кешенең тәрбиәлелеген күрһәтә. Тештәр тураһында айырым әйтергә мөмкин. Тештәрҙе иртәле-кисле һәм ашағандан һуң паста йәки порошок менән ентекләп таҙартырға кәрәк. Тештәргә ҡыҫылып ҡалған аҙыҡ микробтар өсөн бик уңайлы,һәм улар бик тиҙ үрсеп китәләр. Кемдең генә ҡуйы, матур сәсле булғыһы килмәй ? Ләкин теләк кенә етмәй,сәсте тәрбиәләй белергә лә кәрәк. Башты аҙгаһына бер тапҡыр күбекле һыу менән йыуырға кәрәк. Һыуҙы ҡайнатып алырға мөмкин.Сәсте буярға,төрлө шампунь менән йыуырға ярамай. Контроль диктанттар өсөн һайланған текстарҙа һүҙҙәр һаны һәр класс буйынса түбәндәгесә билдәләнә:
Диктанттарҙы баһалау: Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй. Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр. Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш. Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай: 1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар; 2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар; 3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар; 4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша). Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә. Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә: 1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар; 2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар; 3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу; 4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар. Диктант бер генә билдә менән баһалана. «5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә, «4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин. «3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин. «2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында. Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана. Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә: «5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда, «4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә, «3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә, «2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла. |