Главная страница
Навигация по странице:

  • 8 – Б – 2018

  • 9 – Б – 2018

  • 10 – Б - 2018

  • 11 – Б -2018

  • вопросы викторина по произведениям на башкирском языке. 7-11 баш.мәкт. викторина (1). Башорт теле м битенн орауар 7 б 2018


    Скачать 20.03 Kb.
    НазваниеБашорт теле м битенн орауар 7 б 2018
    Анкорвопросы викторина по произведениям на башкирском языке
    Дата23.05.2022
    Размер20.03 Kb.
    Формат файлаdocx
    Имя файла7-11 баш.мәкт. викторина (1).docx
    ТипДокументы
    #545676

    Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән һорауҙар
    7 – Б - 2018

    1. Хеҙмәт”һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.

    2. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Миҫалдар килтерегеҙ.

    3. Түбәндәге һүҙҙәрҙе төбәү килештә яҙығыҙ:

    повесть, Октябрьский, февраль, грипп, нефть.

    1. Һөйләмдәрҙең һәм һүҙбәйләнештәрҙең төҙөлөшөн өйрәнә торған фән … тип атала.

    2. Ҡыш килде һөйләмен тарҡау һөйләмгә әйләндерегеҙ, синтаксик анализ яһағыҙ.

    3. Нимә ул тарихи хикәйә?

    4. Бөйөк Ватан һуғышы геройы Шәкирйән Мөхәмәтйәнов (Александр Матросов) яҙмышы ниндәй әҫәрҙә тасуирланған? Авторын яҙығыҙ.

    5. “Любизар” йыры ниндәй тарихи ваҡиғалар менән бәйле?

    6. Кемдәр улар?

    Рауил Бикбаев -

    Фәрит Иҙрисов –

    Муса Мортазин –

    Рәшиҙә Туйсина –

    Тайфур Сәғитов –

    1. Б.Рафиҡовтың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булған әҫәрен атағыҙ.



    8 – Б – 2018

    1. Ҡоштар һүҙенә фонетик анализ яһағыҙ.

    2. Китабы, ваҡытындағы һүҙҙәрендә ниндәй ялғауҙар бар?

    3. Фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәләрен аңлатығыҙ: балтаһы һыуға төшөү, эт һуғарыу, теле телгә йоҡмай, кәкре ҡайынға терәтеү, туҙға яҙмағанды һөйләү.

    4. Хәбәр һөйкәлешенең ниндәй замандары бар? Миҫалдар килтерегеҙ.

    5. Түбәндәге һөйләмдә ниндәй хаталар ебәрелгән: Тырышыуыма ҡарамаҫтан мәсъәләне сисә алманым. Хаталарҙы төҙәтегеҙ, һөйләмгә синтаксик анализ яһағыҙ.

    6. Геройҙарының береһе Ҡонҡас сәсән булған күренекле әҫәрҙе, уның авторын атағыҙ.

    7. Легенда менән риүәйәттең оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын яҙығыҙ.

    8. М.Кәримдең ниндәй драма әҫәрҙәрен беләһегеҙ?

    9. “Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы”, “Башҡорт өйөнөң күтәрмәһе” картиналарының авторын яҙығыҙ.

    10. Р.Ниғмәтиҙең “Йәмле Ағиҙел буйҙары” поэмаһында башҡорт халыҡ ижадының ниндәй жанрҙары файҙаланылған?


    9 – Б – 2018

    1. Тәҙрә төбөн гөлдәр биҙәй.

    Мәктәпте тамамлағас, Гөлдәр БДУ-ға уҡырға инде.

    Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр нисек атала? Улар тураһында нимәләр яҙа алаһығыҙ?

    1. Тәҡдим ителгән текст ниндәй стилгә ҡарай:

    Рельеф – ер өҫтө формаларының төрлө һыҙатланышы, күләме, сығышы, йәше һәм үҫеше буйынса йыйылмаһы. Ул йыйылма ерҙең ҡалҡыулыҡтарынан һәм уяларынан барлыҡҡа килә. Ул тауҙар системаһынан, тигеҙлектәрҙән, океандарҙағы түбәнлектәрҙән, һырттарҙан, тау араларындағы уяҙҙарҙан, ҡырлаларҙан, уйпаттарҙан, ҡалҡыулыҡтарҙан, йырындарҙан һәм үҙәндәрҙән тора.


    1. Күңелдәргә ап-аҡ нур тулһын тип,

    Кешеләрем, һеҙгә өндәшәм (Й.Солтанов.) – шиғыр юлдарынан алмашты табып, уға морфологик анализ яһағыҙ.

    1. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәге эйәрсән һөйләм төрөн билдәләгеҙ: Үҙэшмәкәрлек халыҡ ижадын үҫтереүҙә төп таяныс булһын тип, тырышып, илһамланып эшләү – дөрөҫ йүнәлеш.

    2. [ ( ) ] схемаһына яршалы һөйләм төҙөгөҙ.

    3. Түбәндәге шиғри өҙөктән сағыштырыу һәм метафораға миҫалдар табып яҙығыҙ.

    Гәүһәр шикелле таштары,

    Тупрағы алтын ғына.

    Тауҙары, еңгән батырҙай,

    Маһайып баҫып тора.

    1. Кеше күңелендәге моңдо көйгә һалыр өсөн бер ҡыллы уйын ҡоралы” – думбыра уйлап табыусы геройҙың исемен, ҡайһы әҫәрҙән икәнлеген әйтегеҙ.




    1. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Гимнының һүҙҙәренең һәм музыкаһының авторҙарын яҙығыҙ.



    1. Әҫәрҙәрҙең жанрын билдәләгеҙ:

    Ҡытай-город” –

    Иҙеүкәй менән Мораҙым” –

    Ҡыңғырау” –

    Ҡаһым түрә” –

    1. Башҡортостан Республикаһында әҙәбиәт өлкәһендәге уңыштар өсөн ниндәй премиялар булдырылған?



    10 – Б - 2018

    1. Әҙәби телдең билдәләрен һанап сығығыҙ.

    2. Әгәр һуҙынҡы өн һүҙ башындағы ике тартынҡы өндөң араһына ҡуйылһа, был күренеш … тип атала. Мәҫәлән, …

    3. Метонимия күренешенә миҫалдар килтерегеҙ.

    4. Һандуғастың йыры бик моңло. Һөйләмдә билдәләнгән һүҙ ниндәй һөйләм киҫәге булып килгән? Уға морфологик анализ яһағыҙ.

    5. Был турала һүҙ булғаны юҡ, ләкин әсә һиҙенә: егет күңеле елкенә, ҡайҙалыр сит яҡтарға ынтыла һөйләмендәге тыныш билдәләренең ҡуйылышын аңлатығыҙ, синтаксик анализ яһағыҙ.

    6. Д.Юлтыйҙың “Һуҡа бабай, ситкә кит, трактор килә” шиғырының идея-тематикаһы нимәнән ғибәрәт?

    7. Түбәндәге өҙөк кемдең ниндәй әҫәренән алынған?

    Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,

    Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк.

    1. Автор теле менән персонаждар теленә билдәләмә бирегеҙ.

    2. З.Вәлидиҙең “Хәтирәләр” китабында ниндәй әҙиптәр тураһында фекерҙәр әйтелә? Ҡыҫҡаса яҙығыҙ.

    3. Үткән быуаттың 20-се йылдарында башҡорт драматургияһында музыкаль комедия жанрына нигеҙ һалына. Уның тыуыуы кемдең ниндәй әҫәре менән бәйле?


    11 – Б -2018

    1. Һүҙҙең тамырына яһаусы ялғауҙар ҡушылыу, бер нисә тамырҙың бер ҡушма һүҙгә ойошоуы нигеҙендә яңы һүҙҙәр барлыҡҡа килеү ысулы … тип атала.

    2. Саманан тыш көслө итеп һүрәтләү нисек атала? Ундай һүрәтләү ниндәй жанр әҫәрҙәрҙә йыш осрай? Миҫалдар килтерегеҙ.

    3. Түбәндәге ҡылымдарҙан ҡайтым йүнәлеше формаларын яһағыҙ: ҡысҡыр, күр, ал, йыу, һөйлә.

    4. Саҡырылды һүҙенә морфологик анализ яһағыҙ.

    5. Һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ, синтаксик анализ яһағыҙ:Ҡарҙар иреп, ерҙәр кипкәс кенә, тынып ҡала ярһыу йылғалар.

    6. Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында тыуған Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһының исемен атағыҙ.

    7. Зәйнәп Биишеваның трилогияһы нисек атала? Ул ниндәй романдарҙан тора? Исемдәрен яҙып сығығыҙ.

    8. М.Кәримдең халыҡ-ара тематиканы яҡтыртыусы шиғри циклдарын һанап сығығыҙ.

    9. Түбәндә бирелгән өҙөк кемдең ҡайһы әҫәренән алынған?

    Башҡортостан,

    Һине аңлау өсөн

    Далаларың кеүек киң күңелле,

    Йылғаларың кеүек моң-һағышлы,

    Урмандарың кеүек мең балҡышлы,

    Ҡаяларың кеүек бейек, серле

    Булыу кәрәк,

    Ерем – Башҡортостан!

    1. Назар Нәжмиҙең “Йыр тураһында баллада” әҫәре кемгә бағышланған?


    написать администратору сайта