Главная страница
Навигация по странице:

  • ҮЛЕМ ЮҠ УЛ БАТЫР ИРҘӘРГӘ.”

  • Сочинение А.Матросов (на башкирском языке). А. Матросов Инша. Башортостан республикаы яАУЫЛ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНы яы уртауыл ауылы урта дЙм белем бире МКТбе муниципаль бюджет дЙм белем бире учреждениеы инша (сочинение)


    Скачать 20.22 Kb.
    НазваниеБашортостан республикаы яАУЫЛ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНы яы уртауыл ауылы урта дЙм белем бире МКТбе муниципаль бюджет дЙм белем бире учреждениеы инша (сочинение)
    АнкорСочинение А.Матросов (на башкирском языке
    Дата13.09.2022
    Размер20.22 Kb.
    Формат файлаdocx
    Имя файлаА. Матросов Инша.docx
    ТипСочинение
    #675433


    БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ

    ЯҢАУЫЛ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ

    ЯҢЫ УРТАУЫЛ АУЫЛЫ

    УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ

    МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ

    УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

    ИНША

    (сочинение)
    ҮҘЕ ҠАЛДЫ ЕГЕТ, ДАНЫ ҠАЙТТЫ, -

    ҮЛЕМ ЮҠ УЛ БАТЫР ИРҘӘРГӘ.”

    (Ҡ. Даян)


    Башҡарҙы:

    Әсәтов Азат Нәсим улы.

    ЯҢАУЫЛ – 2015

    Һыҙылып ҡына ал таң атып килә. Кешеләр татлы йоҡола. Тормош хозурлығын боҙоп, һуғыш башланыуы тураһында шомло хәбәр донъяны әйләнеп сыға. Һуғыш! Ҡәһәрле һуғыш! Эстәренә емергес ут тултырған “ҡоҙғондар” һауанан бомба яуҙыра. Ҡаты ҡоростан ҡойолған танкылар, ауыҙҙарынан ут бөркөп, алға шыуыша. Ҡалалар емерелә, ауылдар, игендәр яна. Ҡарттар, йәштәр, һылыу ҡыҙҙар, киләсәктең сәскәләре - сабыйҙар үлә. Ҡан, күҙ йәше даръя булып аға. Аһ-зарҙан ер иңрәй. Фашистар ауыҙ йырып көлә.

    Тыуған илен ысын күңелдән һөйгән ир-егет был хәлгә тыныс ҡына ҡарай аламы һуң? Һис юҡ! Борон-борондан ир-егеттәр, Тыуған илгә ситтәр ябырылғанда, уның азатлығын яҡлап һуғышкандар.

    Сәсәндәр илебеҙгә ҡурҡыныс янағанда, йыр һәм ҡобайыр һүҙҙәре менән дошманға ҡаршы яуға күтәрелергә өндәгәндәр.

    Бөйөк Ватан һуғышында ла, ата-олатайҙарҙың традицияларына тоғро булып, «Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн!» тигән саҡырыуына яуап итеп, совет кешеләре фашистарға ҡаршы көрәшкә күтәрелделәр. Ике көс: хаҡлыҡ менән хаслыҡ араһында аяуһыҙ алыш башланды.

    Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында беҙҙең илебеҙ халҡы фронтта ла, тылда ла ҙур батырлыҡтар күрһәтте. Фронтта фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлыҡтары өсөн Башҡортостандың өс йөҙгә яҡын һуғышсыһына Советтар Союзы Геройы тигән маҡтаулы исем бирелде.

    Ошо геройҙарҙың иң данлыҡлыларының береһе – Александр Матросов. Фронтҡа доброволец булып киткән Матросовҡа оҙаҡ һуғышырға тура килмәй, ул алғы һыҙыҡта бер нисә генә көн була. Ләкин ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул ҙур эштәр башҡарырға өлгөрә. Ике йөҙ саҡрымлыҡ йәйәүле марш, разведка, 22 февралдә дошманға һөжүм итеү буйынса ауыр һуғыштар. Ә инде 23 февралдә ул үлемһеҙлеккә атлай: кешеләр, Ватан өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй. Яуҙаштарының ғүмере хаҡына Саша Матросов фашист пулеметына – үҙенең үлемһеҙлегенә атлай һәм ҡаһарманлығы менән меңдәрсә ватандаштарын подвигҡа өндәй. Башҡорт егете Миңлеғәле Ғөбәйһуллин 21 йәше тулған көндө ошо уҡ батырлыҡты ҡабатлай. Үҙенең батырҙарса үлеме менән киләсәк быуындар хәтерендә икенсе тыуыуына юл ала. Тормошто, кешеләрҙе, тыуған ауылын, Тыуған илен бик көслө яратҡанға эшләне ул быны!..

    Ҡан ҡойоулы һәм емергес һуғыштың һуңғы бәрелештәренән беҙҙе 70 йыл ваҡыт айырып тора. 2010 йылдың яҙында 70-се тапҡыр тыуған еребеҙгә тыныс яҙ киләсәк.

    Бөйөк Ватан һуғышы йыраҡлашҡан һайын Еңеү көнөнөң әһәмиәте халҡыбыҙ хәтерендә тағы ла арта бара. Әлеге һуғыш илебеҙ өсөн ҙур һынау булды. Совет халҡы үҙ Ватанының азатлығы, киләсәк быуындарҙың тыныслығы өсөн 47 ай буйына йәки 1418 көн һәм төн дауамында ауыр, ҡанлы һуғыш алып бара.

    Йылдар үткән һайын Бөйөк Еңеүҙең тарихи әһәмиәте арта ғына бара. Еңеү көнө беҙҙең өсөн һәр ваҡыт “һағышлы күҙ йәштәренә сыланған яҡты байрам” булды һәм киләсәктә лә шулай булып ҡалыр.


    написать администратору сайта