Главная страница

Бүре башы ун ике. Пьеса. Бре башы ун ике


Скачать 36.21 Kb.
НазваниеБре башы ун ике
Дата03.02.2022
Размер36.21 Kb.
Формат файлаdocx
Имя файлаБүре башы ун ике. Пьеса.docx
ТипДокументы
#350467

Рәсимә Ураҡсина

Бүре башы ун ике

Әкиәт-пьеса

Ике шаршаулыҡ көнкүреш әкиәте

Әкиәтсе.

Әбей

Бабай

Кәзә

Һарыҡ

Ата Бүре

Инә Бүре

Бүре (ҡыҙыҡайҙар)

Бүре( малайҙар)

Беренсе шаршау

Әкиәтсе сыға. /Зал менән һаулаша/.

Һаумыһығыҙ!Һаумыһығыҙ әле,

әкиәт яратыусылар!

Әкиәттең хикмәттәрен

Донъяға таратыусылар!

Борон – борон әкиәтен

Бөгөнгө итеп һөйләйем.

Кәзә,Һ:арыҡ йәшәгән, ти,

Бына шуларҙы көйләйем.

Ҡарағыҙ! Уйлағыҙ!

Күрегеҙ! Уйнағыҙ!

Саҡырам әкиәткә,

Хикмәтле әкәмәткә!

Йәшел үләнле ишек алды. Башы һалам менән ябылған, ҡыйшайып бөткән өй тора. өй нигеҙе янында бүрәнә ята. Әбей менән Бабай бүрәнә өҫтөндә ял итеп ултыра.

Әбей. Борон – борон заманда йәшәгән, ти, бер Бабай. Булмаған ул бай.

Булға –а – а - н, ти, уның бер кәзәһе менән бер һарығы.

Бабай. Борон – борон заманда йәшәгән, ти, бер әбей. Кәзә һауған, деветен (мамығын) тараған, һарыҡ ҡараған, ни булһа ла, бабайына ярағ ан.

Әбей. Бабай ҡартайған, ти…

Бабай. әбей ҡартайған, ти…

Әбей. Бабай бесән сабалмаған, кәзә – һарыҡ артынан сабалмаған…

Бабай. әбей кәзә һауалмаған, һарығын ҡыуалмаған…

Әбей. Кәзә, һарыҡ әрһеҙ мал, ҡыумаһаң да йөрөр ине.

Бабай. Анау кэрэзис тигән яман бер нәмә килеп сыҡты бит.

әбей. /Йырлай/. Кәзәгә лә кэрэзис,

Һарыҡҡа ла кэрэзис.

Тауыҡ,ҡаҙға ла шулай,

Бөтәһе лә ем даулай.

Бергәләп. Кезәлегә кэрэзис,

Кезәһеҙгә кэрэзис.

Керә – сыға кэрэзис,

Юҡ ҡотололоу унан һис.

Бабай. Пенсияны алабыҙ, алабыҙ,

Көшәлеккә һалабыҙ, һалабыҙ.

Кибеттәргә барабыҙ, барабыҙ,

Көшәлекте ҡағабыҙ, ҡағабыҙ.

Икәүләп бергә.

Мөйөш һайын һаталара, һаталар,

Аҡсаға күҙ аталар, аталар.

Алысынан һатыусы күп, күп – күп ,

Затлыһы ла, затһыҙы ла сүп, сүп – сүп.

Әбей.

Кибеттәре кибетме һу ң – музей бит,

Ал инде бер нәмәне тип, тызый бит.

Хаҡтарына ҡараһаң да үләһең, үләһең,

Мохтажлығың ҡаты булһа, күнәһең.

Залдан йырлай – йырлай Кәзә менән һарыҡ күренә.

Кәзә. Ми-ки-ки-ки, ми-ки-ки-ки,

Кәзә башы ун ике.

Ун икегеҙ араһында

Иң матуры минеке.

Ебәк кенә һаҡалым,

Башы тулы аҡылым.

Беҙ-үксә тояҡтарым,

Шәм кеүек аяҡтарым.

Һарыҡ. Ә-бә-бә-бә, бә-бә-бә-бә,

Уйнап йөрөйбөҙ әб-ә-әк.

Һарыҡ тигән даным бар,

Хәлдәрем әле һәйбәт.

Бөҙрә, йомшаҡ туным бар,

Тып-тып баҫҡан юлым бар.

Мөгөҙ әле үҫмәгән,

Әллә бүре тешләгән.

Бергә. Кәзә, Һарыҡ гел бергә,

Бер һарайҙа көн күрә.

Йомшаҡ түшәк бесәнгә

Кем һуң алдан өлгөрә?

Кәзә-мәзә, һарыҡтар,

Бик һөйкөмлө халыҡтар.

Теке-текер, тып та тып

Һүҙ әйтәбеҙ уйнатып.

Йырлап бөткәс, баҫтырышып әбәк уйнай башлайҙар.

Кәзә. Әбәк! Әбәк! (Һарыҡҡа һуға.)

Һарыҡ (тәгәрәп китә). Әбә-ә-әк, әб-ә-әк! Аб-ба-ба-а!

Кәзә. Йүгермә-мә-мә, йүгермә-ә-ә!

Һарыҡ. Ҡаба-а-аландым, абы-ы-ындым! (Тора, сатанлап китә, йүткерә.)

Кәзә. Йүткермә-ә-ә, йүткермә-ә-ә. (Иламһырай.) Сатанлама-а-а. Ултыр инде, йөрөмә-ә-ә.

Һарыҡ. Аб-а-а-а, бы-ы-ынау. Ултырмайым, баҫа-ам.

Кәзә. КБабайеләнмә, һөйләнмә-ә. (Ултыра.)

Әйҙә әкиәт һөйләйек, кем беренсе?

Һарыҡ. Мин башла-а-айым, мин башла-а-айым.

Кәзә. Мәйелеңсә, мә-ә-әйелеңсә.

Һарыҡ. Бо-о-рон заманда йәшәгән, ти, ике туған. Береһенең исеме – Һөйлә, икенсеһенеке Һөйләмә булған. Бер йылға ярына килгәндәр. Һөйлә бүрәнәгә ултырып, йөҙөп сыҡҡан. Кем ҡалған ярҙа?

Кәзә. Һөйләмә-ә-ә.

Һарыҡ. Улай булғас һөйләмәйем.

Кәзә. Һөйлә-һөйлә! (Залға.) Һөйләһенме, балалар?

Залдан. Һөйләһен, һөйләһен!

Һарыҡ. Һөйләмәйем, үҙе бит! Кәзә, һөйләмә, тине.

Кәзә. Һорайыҡ. Һөйлә, һөйлә, әкиәт көйлә. Мики-ки-мики-ки-ки...

Һарыҡ. Әкиәтем ун ике, әкиәтем ун ике.

Кәзә. Әкиәтең минеке, минеке,

Мики-ки-ки, ми-ки-ки-ки.

Һарыҡ. Һинеке, һинеке, һинеке булмай ни!

Кәзә. Инәлтмә-ә-ә. Сәпәкәй итегеҙ, балалар, хәҙер һөйләй ул.

Һарыҡ. Аб-ба-а, былар! Һөйләйем, бы-ы-лай булғас. Туҡай әкиәтен һөйләйем. Борон-бо-о-о-рон заманда... (Ут һүнә.)

Икенсе күренеш

Әбей менән Бабай хәлдән тайып, бүрәнә өҫтөнә ултыралар. Артта Кәзә менән Һарыҡтың тауышы ишетелә. Улар үсекләшәләр. Сәхнә алдынан йүгереп үтәләр.

Һарыҡ. Кәзә-кәзә, мә-ә-ә, Кәзә!

Кәзә. Һарыҡ, һарыҡ, һөтө ҡыйыҡ!

Һарыҡ. Ары йүгерә Зәп-зәки,

ББабайе йүгерә Зәп-зәки.

Һаҡал һелкә Зәп-зәки,

Ҡойроҡ ҡаға Зәп-зәки.

Кәзә. Һарыҡ, Һарыҡ, үҙе арыҡ,

Һуйыр инем, бик ябыҡ.

Бабай һикереп тороп сыбыҡ ала ла уларҙы ҡыуа башлай.

Бабай. Бәр-рә, бәр-рә! Күҙемдән юғалығыҙ. Ни ҡыланғандарын белмәйҙәр, шайтандар.

Кәзә менән Һарыҡ сығып китәләр.

Әбей. Әйтмә лә инде. Кәзә мал түгел, Һарыҡ – һыйыр түгел, йәшәгерҙәр.

Бабай. Кәзә – ярлының һыйыры, ҡарсыҡ. Бының бит йүне юҡ. Ни һөтө, ни мамығы!

Әбей. Кәзәне маҡта, һыйырҙы һау. Юҡ ҡына һөтөн һауа-һауа туйҙым инде. Бына былай. (Муйынын ҡулы менән киҫеп күрһәтә.)

Бабай. Һыйыр майы – һары май,

Һыйыр көткән – арымай.

Кәзә майы – туң май,

Кәзә көткән – уңмай.

Әбей. Үгеҙең булһа – ат булмаҫ,

Һыйырың дөйә булмаҫ.

Күпме ҡымыҙ бБабайһә лә,

Кәзә лә бейә булмаҫ.

Икеһе бергә. Мандымаған мал ҡарап –

Бесән сабыр аптырап.

Юҡ мал өсөн көс түгеп,

Йөрөмәйек таптырлап.

Бабай. Ҡара әле, Әбейкәй,

Бесән хаҡын беләһең.

Ғүмер буйы Кәзәне

Һауғанға үкенәһең.

Китһен беҙҙән Кәзә, Һарыҡ,

Ашап ята бушҡа аҙыҡ.

Уларһыҙ асҡа үлмәҫбеҙ,

Күҙ күрер әле аҙаҡ.

Әбей. Бабайым, ярар, ярар, ярар,

Ҡыуырға тип сығар ҡарар.

Кәзә менән Һарыҡ китһен,

Уларҙан һуң ни файҙа бар?

Кәзә бит бейә булмаҫ,

Күнәгем һөткә тулмаҫ.

Кәзә һөтө етеп торһа,

Замана яман булмаҫ.

Бергә. Кәзә, Һарыҡ мал буламы инде,

Былар тамам елкәбеҙгә менде.

Мал тотмаҫҡа булдыҡ беҙ ҙә,

күндек,

Туҡ йәшәүгә өмөтөбөҙ һүнде.

Их-ма, их-ма, донъяһы,

Кәкере-бөкөрө мөрйәһе.

Хәлдән тайып йығылалар.

Бабай. Әбей, саҡыр Кәзә менән Һарыҡты, әйтәйек үҙҙәренә.

Әбей (көскә тора). Кәз-кәз-кәз,

Кәз-кәз-кәз,

Бәр-бәр-бәр,

Бәр-бәр-бәр.

Кәзә менән Һарыҡ йүгерешеп киләләр.

Кәзә. Алда килгән айғыр,

Алда килгән айғыр...

Һарыҡ. Икенсеһе – ҡыйғыр,

Икенсеһе – ҡыйғыр. (Кәзәне ҡыуып етеп арҡаһына һуға.)

Әббә-әк, әб-бә-ә-әк!

Кәзә. Теймә-ә-ә, теймә-ә-ә, миңә-ә-ә!

Бабай (тороп ултыра). Бына бит улар ҡайһылай ҡылана. Сар ҙа сор, сар ҙа сор. Ас тамағым, тыныс ҡолағым, китһендәр.

Һарыҡ. Әб-бе-ей, ниңә саҡырҙың? Әб-бе-ей?

Кәзә. Ем һибәңмә-ә-ә, ем бБабайәңмә-ә-ә?

Әбей. Туҡтағыҙ! Туҡтағыҙ! Һурпа теймәҫ ерҙә, ҡалъя өмөт итмәйбеҙ. Ана, хужаны тыңлағыҙ.

Бабай. Берәүҙә – аш ҡайғыһы, берәүҙә – баш ҡайғыһы. Рәхмәт, файҙағыҙҙы күп күрҙек. %ыйын булһа ла бөгөндән үк өйҙән сығып китегеҙ. Үҙ көнөгөҙҙө үҙегеҙ күрегеҙ.

Кәзә. Ниңә-ә-ә? Ниңә-ә-ә?

Һарыҡ. Аб-ба-а-а!

Бабай. Ҡиммәтселек китте. Бесән!

Кәзә. Ҡыу-ма-ма, ҡыу-ма-ма-а!

Һарыҡ. Ебә-ә-әрмә, ебә-ә-әрмә!

Әбей. Ҡайһылай инәләләр, әллә, атаһы, ҡалдырабыҙмы?

Бабай. Юҡ тигәс, юҡ, хәл ителде. Әбей, ҡайҙа теге һуйыл? Алып бБабай әле.

Әбей. Хәҙер, хәҙер, Бабайем, ярар инде, ныҡ һуҡма. Һинеңсә булһын. Ярар, ярар. (Алып бБабайә.)

Бабай (һуйыл менән һелтәнә. Кәзә менән Һарыҡ ҡурҡып бөршәйәләр, бер-береһенә һыйыналар). Бәр-рә, бәр-рә! Кәзә-зә, бүре таламағырҙар!

Һарыҡ. Китәбе-е-еҙ. Китә-әбе-е-еҙ!

Кәзә. Теймә-ә-ә, һуҡма-а-а. Мики-ки-ки, һуҡ, башың булһа ике... Мики-ки-ки.

Сәхнә ситенә китәләр.

Әбей (шым ғына әйтә).

Бына һеҙгә шәп септә,

Энәһе менән еп тә.

Тоҡсай тегеп алығыҙ,

Юлдан ғына барығыҙ...

Төр-рә, төр-рә!

Бүре талағырҙар.

Кәзә менән Һарыҡ сығып китәләр.

Ут һүнә.

Икенсе шаршау

Беренсе күренеш

Һарыҡ менән Кәзә юл буйлап китеп баралар. Һамаҡлап-һамаҡлап илайҙар. Тоҡтарын аҫып алғандар.

Кәзә. Кәзә инем, кәзә инем,

Матур ғына кәзә инем.

Батыр ғына кәзә инем,

Беҙ кеүек тояҡтарым,

Арымай аяҡтарым.

Шәм кеүек мөгөҙҙәрем

Ҡурҡытты үгеҙҙәрҙе.

Хужама-а-а яраманым,

Мики-ки-ки, мики-ки-ки,

Көндәр үтте ун ике.

Һарыҡ. Ба-а-рам, ба-а-рам,

Илап, һыҡтап ебә-ә-әрәм.

Бә-ә-рәкәтһеҙ хужалар

Беҙ киткәс тә ыҙалар.

Йөн би-и-рҙем, ит бБабайҙем,

Туймаҫтар үҙҙәре – биҙҙем.

Бәпесем, бәпкәләрем,

Ҡайҙалар бәрәстәрем.

Йоҡлатҡайным, бәү-бә-әү,

Берәү ҡалдым, бе-е-ерәү.

Шул ваҡыт Кәзә нимәгәлер абынып китә.

Кәзә. Аяғымды ташҡа бәрҙем,

Инна-анни, кати-катика!

Һарыҡ. Өф-өф-өфәләк,

Тик тормағанға – шул кәрәк.

Ҡайҙа, нимәгә бәрҙең?

Кәзә (үҙе ҡурҡҡан, сигенә). Ана-а-а-ана-а-а, ана-а-а!

Һарыҡ. Аба-ба-а! Бы-ыл би-и-ит бү-ре ба-а-ашы!

Кәзә. Һин тот, Һарыҡ абзый, көслөрәкһең, бБабайешмә-ә-ә.

Һарыҡ. Һин тот, Һаҡалбай, һиндә ғәйрәт ике бот.

Кәзә. Һин тот, һин тот.

Һарыҡ. Һин тот, һин тот.

Бүре башы тирәләп йөрөйҙөр.

Йыр.

Бүре башы

Бүре башы, бүре башы,

Арбанан төштөңмө әллә?

Өҙөлөп төшөп ҡалғанһың,

Ҡыҙарып бештеңме әллә?

Ҡушымта: Ҡолаҡтары тырпайған,

Сикәләре тыртайған.

Ике күҙе аҡайған,

Ҡолап төшкәндер айҙан.

Бүре башы бүртенгәнме?

Бүре башы бүленгәнме?

Бер бөртөк бүре башы ла

Бик ҡурҡыныс күренәме?

Ҡушымта.

Бүре башын алайыҡ әле,

Тоғобоҙға һалайыҡ әле.

Ҡара урман һуҡмағынан

Тағы барып ҡарайыҡ әле.

Ҡушымта.

Бүре башын ҡолағынан тотоп тоҡҡа һалалар.

Кәзә. Уф! Мики-ки-ки,

Бүре башы беҙҙеке.

Һарыҡ. Аб-ба-а! Һалып ебәр арҡама!

Кәзә тоҡто Һарыҡҡа күтәртә. Китәләр.

Ут һүнә.

Икенсе күренеш

Усаҡ яна. Усаҡ янында дүрт бүре теҙелеп ултыра. Ҡаҙанда бутҡа бешә.

Һарыҡ менән Кәзә залдан киләләр. Утты күрәләр.

Кәзә. Күрәңмә-ә-ә, Һарыҡ абзый,

Ана-а, ут яна.

Һарыҡ. Беҙҙең һуҡмаҡ та

Шул усаҡ янына ба-а-ра.

Кәзә. Арыным, Һарыҡҡай,

Аяҡтарым атламай. (Лыпын ултыра.)

Һарыҡ. Әйҙә, кәзә, барайыҡ,

Сәләмдәрен алайыҡ.

Яҡшы кешеләр булһа,

Шунда ҡуна ҡалайыҡ.

Кәзә. Ут янына бүреләр ҙә

Килеп йөрөмәҫ.

Беҙҙең унда ҡунғанды ла

Улар белмәҫ.

Һарыҡ. Әйҙә, иптәш, барһаҡ барайыҡ,

Ниҙәр бар унда, ҡарайыҡ.

Усаҡ эргәһе. Бүреләр һөйләшә.

1-се бүре. Бутыр-бутыр бутҡа бешә,

Уртаһына кәзә майы төшә.

ә-се бүре. Бутыр-бутыр бутҡа бешә,

Уртаһына һарыҡ майы төшә.

3-сө бүре. Бутыр-бутыр бутҡа бешә,

Бына хәҙер Кәзә, Һарыҡ

Ҡунаҡ булып килеп төшә.

Башлыҡ. Бытырлай бутҡа, бығырлай,

Былар әллә ни мығырлай.

1-се бүре. Бығыр-бығыр бығырлаған бүреләр бутҡаһына бармаҡ башын батырҙым. Бутырлаған бутҡа бығыр-бығыр бығырлап бармаҡ башын бешерҙе. Өф-өф! (Бармаҡтарын өрә.)

ә-се бүре. Былтыр ҙа бына бында бығырлатып бутҡа бешергәйнек. Бығып-бығып бешкән бер бот бутҡаны бөткәнсе бушатҡайныҡ.

3-сө бүре. Бутҡабыҙ былай ҙа бығырлай, батып бөтөп бығырлай. Баяраҡ бешкәнен белеү өсөн бармаҡ башына эләктергәйнем, быуы бөркөп, быуынһыҙ булдым.

Башлыҡ. Эй, бүре ағайҙар, бүребайҙар, бутҡа бешкәнсе берҙе бейей башлағыҙ.

Бүреләр (бергә). Була ул! (Һикереп торалар. Усаҡ тБабайәләй бейейҙәр. Аҡҡош бейеүе хәрәкәтен яһайҙар.

Бүреләр йыры

Бүре, бүре, бүре – беҙ,

Бигерәк көслө, эребеҙ.

Ҡарурмандың хужаһы

Булып ҡына йөрөйбөҙ.

Ҡушымта: Бүре башы баш ҡына,

Баймабаштар баш һала.

Беҙ бүреләр үткәндә

Бөтә ер тынып ҡала.

Байпан-байпан барабыҙ

Ҡурҡыу, шиктәр һалабыҙ.

Һунарсылар күренһә,

Боҫоп ятып ҡалабыҙ.

Батыр, батыр бүребеҙ

Бажа булдыҡ дүртебеҙ.

Донъя беҙҙең ҡулдарҙа,

Осрамағыҙ юлдарҙа.

Бар донъяны һатабыҙ,

Бар донъяны алабыҙ.

Алып ҡына, һатып ҡына,

Миллионер булып барабыҙ.

Бүребай беҙ, Бүребай,

Һатып алдыҡ яңы ай.

Ҡояшты ла алабыҙ,

Кеҫәбеҙгә һалабыҙ,

Нурын үлсәп һатабыҙ,

Тағы байып ятабыҙ.

Кәзә менән һарыҡ килеп сығып, уларҙың бейегәнен ҡарап тора.

Ҡурҡышып һөйләнәләр.

Һарыҡ. Нишләйбе-е-еҙ?

Кәзә. Ҡасып булма-а-ай, ҡалайыҡ.

Һарыҡ. Йөҙ бүре күрәм, йөҙ бүре!

Кәзә. Юҡтыр ҙа, ҡайҙан йөҙ булһын?! (Һанай.) Берәү, икәү, өсәү, дүртәү, бишәү, алтау, етәүме-е-е?

Һарыҡ. Илле бүре бар, шикелле?

Кәзә. Ҡайҙан илле булһын инде! Күҙең сыҡҡанмы? Бер, ике, өс, дүрт, биш, алтымы-ы-ы?

Һарыҡ. Егерме бишләп бар.

Кәзә (залға). Балалар, һанайыҡ әле шул бүреләрҙе. (Бармағы менән бөкләп һанай.) Бер, ике, өс, дүрт. Шулаймы? Бер, ике, өс, дүрт, биш... (Яңылыша.)

Һарыҡ. Бер нәмә ҡыбырлауын ҡыбырлай – күҙем күрмәй.

Бүреләр бейей-бейей Кәзә менән Һарыҡты уратып алалар.

Кәзә, Һарыҡ (бергә). Иҫәнме-е-е, иҫәнме-е-еһегеҙ, бүре әфәнделәр!

Бүреләр аптырап китәләр, тағы ла шашыбыраҡ бейейҙәр.

1-се бүре. Бутҡабыҙға булды, булды

Кәзә майы, кәзә майы.

ә-се бүре. Булды, булды һарыҡ майы,

Сығып тора һәр саҡ яйы.

3-сө бүре. Ҡунаҡ килә, тинем һеҙгә,

Күренмәй бит күҙегеҙгә.

Башлыҡ. Ҡунаҡ итеү уларҙы ҡайҙа?!

Ит итеп һалығыҙ ҡаҙанға!

Кәзә. Ҡайғырмағыҙ, беҙҙә ит күп,

Ул ит менән һәр ҡайһыбыҙ

булырбыҙ туҡ.

Ни ҡарайһың? Тиҙ бул әле, тиҙ бул

Һарыҡ!

Ҡапсыҡтағы бүре башын килтер

алып.

Һарыҡ. Күстәнәскә, әфәнделәр, бүре башы,

Иң затлы һый беҙҙең өйҙә уның ашы.

Бутҡаға ла уны ҡушып ҡайнатабыҙ,

Бүре башын ифрат инде яратабыҙ.

Бүреләр аптырап ҡала.

1-се бүре (күҙен ыуалай).

Күҙем, күҙем, ысынмы?

Бүре башы түгелдер?

ә-се бүре (ҡолағын тарта).

Ҡолаҡҡайым, ҡолаҡҡайым,

Яңылыш ишетмәнемме?

3-сө бүре (ҡулы менән башы тирәләй экстрасенс хәрәкәттәрен эшләй).

Йә, башым, йә, башым,

Түгелдер бүре башы.

Башлыҡ (ҡолағын тарта, күҙен ыуа, башын бора, елкәһен тырнай).

Да-а-а, бажалар,

Хәтәр быларҙа багаждар.

Бүре башы булмаҫ ун,

Тоҡ эсенә тулмаҫ ул.

Кәзә. Мики-ки-ки, мики-ки-ки,

Ҡапсыҡтағы бүре башы бит ун ике.

Ах, уңмаған йүләр Һарыҡ, наҙан

Һарыҡ,

Бынан ҙурыраҡ бүре башын килтер табып!

Һарыҡ. Көсөм етмәй, күрмәйһеңме

Һин был башты,

Ошоноһонан бешерәйек киске ашты.

Бүреләр дер ҡалтырай.

1-се бүре. Күҙем, күҙем алдаманы,

Ҡурҡыштан һис хәл ҡалманы.

ә-се бүре. Яңылышманы ҡолағым,

Торған ерҙән ҡоланым.

3-сө бүре. Әйләнеп китте башым,

Ашап тормам шул ашын.

Башлыҡ. Эштәр харап, хәйлә табалмайым,

Һыу алып киләйем, тип таяйым. (Кәзә менән Һарыҡҡа.)

Хөрмәтле ҡунаҡтар, әйҙәгеҙ, усаҡ янына ултырығыҙ, бутҡа бешә. (Бүреләргә.) Йә, нимә ҡарап тораһығыҙ, ултыртығыҙ. (Бөтәһе лә усаҡ янына ултырышалар).

Кәзә (шым ғына). Әлегә шәп бара эштәр,

Тора-бара тағы нишләр?

Һарыҡ. Шыр ебәреп ҡурҡты былар.

Башлыҡ. Йә, ҡунаҡтар, был донъяла

Ниндәй хәлдәр, хәүефтәр бар?

Кәзә. Хәлдәр, хәүефтәр тигәндәй,

Беҙ һунарға сыҡтыҡ бөгөн.

Һарыҡ. Тап булды юл гел бүрегә,

Осраныҡ бына һеҙгә.

Кәзә. Һунарыбыҙ уңды, уңды,

Аттыҡ, аттыҡ ҡарамайса

Уңды-һулды, уңды-һулды.

Башлыҡ. Һәйбәт булған. Юлда йөрөп, һыуһап киткәнһегеҙҙер. Туҡтағыҙ, мин һеҙгә тиҙ генә шишмә һыуын килтерәм. Һыуы бик аҙ, беҙҙең бутҡа бешер ҡоро. (Сабып сығып китә, бүре күҙҙәре дүрт булып ҡала).

Кәзә. Мики-ки-ки, мики-ки-ки,

Бүре башы бит ун ике.

Һана тағы, һармаҡ Һарыҡ,

Төшөп ҡалһа, булыр яҙыҡ.

Һарыҡ. Һанайым, һанайым. (Тоҡтан башты сығара ла һала, сығара ла һала.) Балалар, ярҙам итегеҙ әле. Бер, ике, өс, дүрт, биш, алты, ете, һигеҙ, туғыҙ, ун, ун бер, ун ике!

1-се бүре. Ҡайҙа булды беҙҙең башлыҡ?

Шишмәгә батманы микән?

Туҡтағыҙ, мин эҙләп ҡайтайым!

Кәзә. Шулай, Һарыҡ, афарин. Һәйбәт һанайһың.

Мики-ки-ки, мики-ки-ки,

Бүре башы ун икеме?

Һарыҡ. Бүре башы ун ике, ун ике.

ә-се бүре (усаҡты ҡараштыра). Ҡәҙерле ҡунаҡтар, тегеләр һыу алып килгәнсе, мин сытыр-мытыр килтерәйем, усағыбыҙ яҡтыраҡ яныр. (Китә.)

Кәзә. Һарыҡ дуҫ, тағы ла тоҡто ҡарап ал әле, бүре баштары нисек ята? Кәмеһә, тиҙ генә ун ике итербеҙ. Янда бүре бар саҡта, һанап ҡал.

Һарыҡ. Хәҙер, хәҙер, Кәзәкәйем. (Ҡапсыҡҡа тотона. Алыҫта олоған тауыш ишетелә).

3-сө бүре. Утынына көсө етмәй микән? Булмаһа, барып күтәрешеп киләйем. (Сыға).

Кәзә (һикереп тора, Һарыҡты ҡосаҡлай).

Мики-ки-ки, мики-ки-ки,

Бүре башы ун ике.

Янған усаҡ минеке,

Бешкән бутҡа һинеке,

Бөтәһе лә беҙҙеке.

Һарыҡ. Аб-ба-а-а! Шәпһең бигерәк!

Һиндәй аҡыллы һБабайәк.

Бутҡалары бешкәндер,

Ашап туйырға кәрәк.

Кәзә. Ете бажаны бер бүре ашағанмы әле? Был дүрт бажа-бүреләр ҙә бик ҡурҡаҡ булып сыҡты.

Һарыҡ (көлә). Һы-ы-ы, һы-ы-ы!

Аяҡ бөкләп ултырып бутҡа ашайҙар.

Кәзә. Бутыр-бутыр бутҡа бешә,

Уртаһына май төшә.

Һарыҡ. Килгән ҡунаҡ беҙгә төшә,

Беҙгә төшмәй, кемгә төшә?

Кәзә. Бутыр-бутыр бутҡаһы,

Бутайһы ла бутайһы. (Бутап ала.)

Һарыҡ. Бутыр-бутыр бутҡаһы,

Бөтөрәбеҙ беҙ уны.

Ҡаҙанды түңкәрәләр. Ауыҙ тБабайәләрен ялай-ялай торалар.

Кәзә. Танһыҡҡа тары бутҡаһы бик тә килеште.

Һарыҡ. Һарыҡҡа тиһеңме? Кәзәгә лә бик килеште ул. (Үпкәләй).

Кәзә. Танһыҡҡа, тим, ҡорһаҡҡа, тим. (Эсе ауыртып бөгөлөп төшә.) Уй, эсем, эсем, эсем.

Һарыҡ. Илама-а-а, илама-а-а, бына былай ҡабатла, эсеңде һыйпа:

Бутҡа, бутҡа, бутырлама,

Бутырлама, буғырлама.

Эсем, эсем, ауыртма.

Кәзә (ҡабатлай, эсен һыйпай).

Бутҡа, бутҡа, бутырлама,

Бутырлама, буғырлама.

Эсем, эсем, ауыртма,

Түҙ, түҙ, эсем, ауыртма. (Шатлана.)

Бөттө, бөттө. Ауыртмай.

Бына рәхмәт, Һарыҡҡайым.

Һин һис тә наҙан түгелһең. (Һикерә башлай).

Кәзә, Һарыҡ таҡмаҡтары.

Һарыҡ. Кәзә-кәзә кәзәһең,

Мөгөҙөң бар, һөҙәһең.

Тояҡтарың туҡылдай,

Ҡойроҡтарың ҡалтырай.

Кәзә. Бөҙрә башҡай һарыҡһың,

Ҡушҡан эште беләһең.

Минең янда еңеүсе һин,

Минһеҙ ҡалһаң – бөләһең.

Һарыҡ. Башың тулы аҡыл ғына,

Батша булыр яйың бар.

Һуғым ите булмаһаң да,

Бер бешерем майың бар.

Кәзә. Эй, баҫаһың текер-текер,

Тағы матур тун тектер.

Беҙҙең һарыҡтың башы бар!

Һеҙҙекеләр нисектер!

Һарыҡ. Һаҡалыңда олпатлыҡ бар,

Һаҡал һелкетеүҙәрең.

Француз итек кейгән кеүек,

Текелдәп китеүҙәрең.

Бергә. Бөтәһен дә отоп бөттөк,

Хәйлә килешеп ҡалды.

Һарыҡ, Кәзә хәйләһенән

Туҡай әкиәт алды.

Кәзә. Мики-ки-ки, мики-ки-ки,

Бүре башы ун ике.

Һарыҡ. Был әкиәт тамамланды,

Икенсеһе һинеке, һинеке.

Кәзә. Минеке шул, минеке.

Мики-ки-ки, минеке.

Һарыҡ. Һау булығыҙ, беҙ китәйек,

Сәфәрҙе дауам итәйек. (Ҡапсыҡты йөкмәп ала).

Кәзә. Һау булығыҙ, һау тороғоҙ,

Кәзә йәнле булығыҙ!

Һарыҡ. Һарыҡ йәнле булығыҙ,

Беҙҙе яҡлап тороғоҙ!

Һау булы-ы-ы-ығыҙ!!!

Шаршау



написать администратору сайта