Сценарий бейе "Ее кн" Ике алып барыусы сыа
Скачать 31.09 Kb.
|
Еңеү көнөнә сценарий БЕЙЕҮ – “Еңеү көнө” Ике алып барыусы сыға 1. Еңеү! Һағындырған данлы еңеү! Ҡосакланы бѳгѳн илемде Йѳрәктәрҙән шатлыҡ ташты урғып, Бар донъяның баҫып киңлеген. 2. Еңеү! Ҡояш балҡый бер битендә Бер битендә моңһоу ай һаман, Бер күҙеңдан шатлыҡ нуры һибелә, Бер күҙеңдән һаман йәш тама... 1.Быйыл 1941-1945 йылдарҙа Совет халҡының Бѳйѳк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңеүенә 71 йыл тулды. Тарих –ул халыҡ яҙмыштары төйөнө, заманалар һағышы. Яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ, аң менән томанлыҡ, яҡшы менән яман көрәше. 2.Бөйөк ватан һуғышы - оло тарихи ваҡиға. Тарихлы халыҡ- бәхетле халыҡ. Ул тарихи үткәнен һаҡлаусы, ирек, бәхет өсөн көрәшеүсе улдарын ололауы, онотмауы менән бәхетле. 1.Һәр нәмәлә бөгөн яңы һулыш. Яңы һулыш иҫкән елдәрҙә. Ярҙарынын ташҡан йылғалар ҙа Керпек ҡаҡҡан сәскә- гөлдәр ҙә. 2.Яңы һулыш һәр бер күҙәнәктә, Яңы һулыш һәр бер күңелдә. Шатлыҡ килә.еңеү майы булып, Нисәнсе ҡат тыуған илемә. 1.Ҡәҙерле ҡунаҡтар,бөйөк ватан һуғышы, тыл һәм хеҙмәт ветерандары! Һеҙҙе, атайҙар, олатайҙар, ағайҙар — фронтта туранан-тура ҡатнашыусылар... 2. Һеҙҙе әсәйҙәр, ѳләсәйҙәр, әбейҙәр — фронтҡа ярҙам итеүселәр... 1. Һеҙҙе бѳгѳнгѳ кѳндѳң бәхетле йәштәре, уҡыусылар! 2. Һеҙҙе еңеү байрамы менән бөтә йөрәктән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф , үҙегеҙгә һәм ғаиләгеҙгә,яҡындарығыҙға аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Еңеү байрамында һеҙҙең исемегеҙ изгелек һәм тыныслыҡ байрағы булып балҡыһын. 1. Тарихтың һәр бите ҡәҙерле. Был элекке хаталарҙы ҡабатламаҫ, хәрби аңлашалмаусанлыҡҡа юл ҡуймаҫ өсөн кәрәк. Донъялар тыныс, күк йөҙө аяҙ булһын, 2. 9 май – иң оло һәм изге байрам. Ул бөтә халыҡ ғорурлығы, илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ өлгөһө һәм әсе юғалтыуҙар көнө. Шуға ла беҙҙең өсөн унан да ҡәҙерлерәк дата юҡ. Шанлы йылдарҙы иҫкә алып, һуғыш һәм тыл батырҙарына мәдхиә йырлаған 71 еңеү байрамы быйыл да районыбыҙҙа киң билдәләнә. 1.Бөгөн беҙҙең байрамда ҡунаҡтар: 2 – се өлөш: Алтын йыуыусылар бейеүе ( «Йәйғор» өлгөлө бейеү ансамбле ) Священная война көйөнә балалар сыға Монтаж Шайморат 1. Һуғыш башланды Йәшен булып осто был хәбәр: Дошман беҙгә ҡаршы ут аскан!... Гитлер бандалары илгә кергән, Яна ауыл, яна ҡала... түгелә ҡан. Данияр 2. Бер кемгә лә бирмәҫ минең халҡым Заводтарын, шахта, тау-ерен... Үлемен һиҙеп ҡоторонған дошман Ошо ерҙә табыр ҡәберен. Риян 3.Беҙҙең һѳйѳү кѳслѳ. Һәр бер кеше Подвиг яһар, еңеү килтерер. Беҙҙең нәфрәт утлы. Һәр нәфрәтле Дошмандарын ҡырыр, кѳйҙѳрѳр. Арслан4.Намыҫ, азатлык һәм бәхет ѳсѳн Ватан саҡыра беҙҙе кѳрәшкә. Ватан ѳсѳн! Тыуған тупраҡ ѳсѳн! Алға! Еңеүҙәргә, иптәштәр! Динислам 5.Илгә фашист ябырылғанда Мылтыҡ буйы инек бары. Шинель кейҙек, ҡайыш быуҙыҡ - «Ахыр заман балалары...» Фашист ѳңѳн туҙҙырышты Беҙҙең быуын — ҡаты тоҡом... Ансар 6 Партам ҡалды, Ҡалды китаптарым, Үкһегәндәй булды мәктәбем, Ауыҙ итмәгәнгә иңрәп ҡуйҙы Ҡырҡып алған ҡара икмәгем Юлдаш 7.Тик ҡалманы намыҫ. Шуға һалдат Иле ѳсѳн инер уттарға Илем алдында ла ғорур башын Эйә белмәҫ, һалмаҫ яттарға. Мораҙым 8.Хуш, Башҡортостан — тѳйәгем, Бәлки, һуңғы күреүем... Ятып ҡалһа ла һѳйәгем, Һиңә ҡайтыр һѳйѳүем. Үҙем ҡалһам ятып ситтә, Һиңә атҡынам ҡайтыр Толпарым да ауһа яуҙа, Ғүмерлек даным ҡайтыр. . Тамерлан 9.Дошман ҡаса, ҡанға буяп Әшәке эҙен, Европа буйлап атлай Улдарың һинең, Ғорурлан, илем! Тапап йыртҡыс фашистарҙың Яуызлыҡ кѳсѳн, Станлинградты ҡанға тѳрҙѳ Улдарың һинең, Ғорурлан, илем! Фәнис10.Ҡара диңгеҙ, Дон, Днепр Һәм Днестрҙың Азатлығын яулап уҙҙы Улдарың һинең, Ғорурлан, илем! Карпат тауҙары ҡабатлай Батырҙар исемен, Легендалар еңеүсе булды Улдарың һинең, Ғорурлан, илем! Мин- башҡорт балаһы йыры Һунарсы бейеүе Алып барыусы 1. Мөхәббәт, һалдат мөхәббәте. Яҙғы килә, хәбәр итке килә Минән һуң да йәшәр быуынға. Беҙ бит һөйә белдек, тик ҡайһыбыҙ Ҡайтып етә алманы туйына. Ах, эти тучи- Латыпова Ильнара, Гайсина Нәргизә Алып барыусы 2. Яуҙарҙа татыным мин мөхәббәтте, Ул тәүгеһе һәм ул бер ине. Үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр үптем, Һәм ул тыуған ғәзиз ер ине. Катюша йыры Ҡыр ҡаҙҙары-Гайсина Нәргизә Егет егет буламы-башланғыс кластар Алып барыусылар 1.Һуғыш, һуғыш... Күпме сабый Быуылды күҙ йәштаренә Выҡытһыҙ салдар ѳҫтәлә Әсәләрҙең сәстәренә. Һуғыш... Мәскәүҙән Берлинғаса 2 мең саҡрым... Бик әҙ, дѳрѳҫмѳ? Был — әгәр поезд менән барһаң — 2 тәүлек, самолётта 3 сәғәт тиган һуҙ. Ә һәр ҡарыш ер ѳсѳн кѳрәшеп имгәкләп барһаң — 4 йыл... 4 йыл-1418 кѳн!... 34 мең сәғәт!.. Һәм 27 миллион һәләк булған кеше ғүмере... 2 мең 600 саҡрым араға 27 миллион ҡорбан. Леночка - Йәһүҙина Лидиә 1. Ҡәҙерле туғандар! Әйҙәгеҙ бер минутҡа тын ҡалайыҡ! Һуғышта яу яландарында ятып ҡалған атай-олатайҙарыбыҙҙы... Һыуыҡ окоптарҙа бар һаулығын юғалтып, яу яраларынан, ауырыуҙарҙан бѳгѳнгѳ шатлыҡлы кѳндәргә килеп етә алмай үлеп ҡалған һуғыш ветерандырын хатергә алып тын ҡалайыҡ! Барыһы ла баҫа. Бер минутлыҡ тынлыҡ, тик сәғәт һуғыуы ғана ишетелә. Рәхмәт. 2. 27 миллион ҡорбан.. Ә күпме ҡатындар — ирһеҙ, балалар — атайһыҙ, ҡыҙҙар — һѳгән йәрһеҙ, әсәләр — улһыҙ ҡалған. Молитва- Лилия Салимовна Уҡыусылар һѳйләй. Әдилә 1.Һеҙ, инәйҙәр ул саҡтарҙа Йәп-йәш кенә ҡыҙҙар инегеҙ Кѳc етмәҫлек кѳстәрҙе лә Күтәрҙе бит сибек иңегеҙ. Элина2.Их, әсәләр, һуғыш йылдарында Теңкәгеҙгә тейҙе ауырлыҡ, Заман ауырлығын күтәрергә, Яу ҡайғыһан баштан үткәрергә Ҡайҙан тылсымлы кѳс таптығыҙ ҙа Ҡайҙан алдығыҙ сабырлыҡ. Фәридә3.Был-был һайрауҙарын тыңлар саҡтар Һеҙ бит сабаталар үрҙегеҙ. Сабаталар үреп кейҙегеҙ ҙә Алабута баҫҡан яландарҙа Һайыр егеп Һабан һѳрҙѳгѳҙ! 1.Еңеүгә үҙ ѳлѳштәрен индергән тыл эшсәндәре: ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, балалар! Ир-егеттәр һуғыш яландарында, ә хеҙ ауыл, ҡалаларҙа еңеү яуланығыҙ. Һеҙ күргән ауырлыҡтар, хәсрәт-ҡайғыларҙы һѳйләп, аңлатып бирерлек кенә түгел. 2. Тылда һыцыр егеп ер һѳрѳүсе, балаларын астан үлтермәҫ ѳсѳн, баҫыуҙа серек бәрәнге, башаҡ эҙләүсе әсәйҙәр, ѳләсәйҙәр, ололар менән бер рәттән һабан һѳргән, иген үҫтергән, урман ҡырҡып бүрәнә ағыҙған малайҙар, ҡыҙҙар, хәҙер инде олоғайып барған инәйҙәр, бабайҙар алдында баш эйәбеҙ. 1. Һалдат һуғыш яланында һеҙҙе онотманы, киреһенсә, өҙөлөп хаттар көттө, һәм хат килеп төшөү менән, ҡыуанып, шунда уҡ яуап яҙырға ултырҙы. Һеҙҙең һөйөүегеҙ көс арттырҙы һалдат йәнендә. Землянкала- Султанов Арслан 1. Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙ 27 миллиондан артыҡ улын һәм ҡыҙын юғалтты. СССР территорияһында 1710 ҡала, 70 меңдән артыҡ ауыл яндырылды. 2.Башҡортостандан барлығы 730 мең кеше һуғышҡа алына. Шуларҙың 370 меңе яу яланында ятып ҡала. 1. 277 кешегә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Бѳтәһе 2456 һуғышсы Дан орденының тулы кавалеры була. Шуларҙың 38-е - Башҡортостандан. 2. Тылда хеҙмәт иткән 161 мең кеше «1941-1945 йылдарҙағы Бѳйѳк Ватан һуғышында курһәткән хеҙмәттәре ѳсѳн» миҙалы менән бүләкләнә. 1. Дан, мәңгелек дан! Һуғыш тураһында йырҙарҙан поппури – малайҙар вокал ансамбле Уҡыусылар: Шайморат Тѳҙәлә инде, тѳҙәлә Ил тәнендәге яра, Еңеүселәр һаны ғына Йылдан йыл кәмей бара Еңеү кѳнѳнә арнап Шиғырҙар ҙа ятлайым, Ветеран олатайымды Байрам менән ҡотлайым. Олатайҙар күкрәгендә Миҙалдары сыңлайҙыр. Илгә именлек яулаған Батырҙарҙы данлайҙар Батырҙарын ҡала-ауыл халҡы Һәр йыл һайын иҫкә алалар, Онотмаҫтар һеҙҙемәңге-мәңге Быуын-быуын килгән балалар, Тыныс ҡына торһон донъялар. Беҙ еңеүгә уттар аша килдек, Арыҫландар кеүек һуғышып Бына шуның ѳсѳн, шуның ѳсѳн Беҙгә бик-бик ҡиммәт ты-ныс-лыҡ! Алина, Фәридә,Илсиә Ильгизовна - Ҡурай бейеүе Азамат бейеүе Йәйғор бейеү ансамбле День Победы йыры Егет. Ҡәҙерле Бѳйѳк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар! Ҡыҙ. Хѳрмәтле тыл ветерандары! Егет. Бѳтә йѳрәктән һеҙҙе һоҡланғыс байрам - Бѳйѳк Еңеүҙең 71 йыллығы менә ҡотлайбыҙ. Баһалап бѳткѳһѳҙ батырлығығыҙ ѳсѳн Һеҙгә ҙур рәхмәт! Ҡыҙ. Еңеүҙең 71-се яҙы һеҙгә тик яҡшы кәйеф һәм шатлыҡ алып килһен. Бәхет, именлек һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ1 . Бѳтәһе бергә: Атай булһын, әсәй булһын, Тыныс булһын һәр саҡ Ер шары! Программа Вступ. Часть Военный танец Выступления гостей Концерт: 1.Золотари 2.Монтаж- мин- башҡорт балаһы- малайҙар 3.Һунарсы-Ильдар 4.Ах эти тучи- Нәргизә, Ильнара 5.Катюша 6.Ҡыр ҡаҙҙары-Нәргизә 7.Егет, егет буламы- башланғыс кл. 8.Леночка-Лидиә 9.Молитва-Лилиә С. 10.Әдилә, Элина, Фәридә- шиғырҙар 11.Землянка- Арслан 12.Поппури-малайҙар- шиғырҙар 13.Алина, Фәридә,Илсиә И.- Азамат 14.День Победы |