9 класс госРабочая программа - изменения. Законы 273,29. 12. 2012 Башортостан Республикаыны мариф тураында бр законы 696, 01. 07. 2013
Скачать 77 Kb.
|
АҢЛАТМА ЯҘЫУ “Дәүләт теле булараҡ башҡорт теле” уҡыу предметы буйынса төп дөйөм белем биреү эш программаһы түбәндәге норматив- хоҡуҡи документтарға ярашлы итеп төҙөлдө: «Рәсәй Федерацияһының мәғариф тураһында» федераль законы № 273,29.12.2012; «Башҡортостан Республикаһының мәғариф тураһында» БР законы № 696, 01.07.2013; Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән Министрлығы тарафынан № 1089 приказы нигеҙендә 05.03.2004 йылда «Башланғыс дөйөм, төп дөйөм һәм урта (тулы) дөйөм белем биреү дәүләт стандарттарының федераль компонентын раҫлау тураһында » (Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән Министрлығы тарафынан №69 приказы нигеҙендә 31.01.2012 йылда раҫланған үҙгәрештәр менән) Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән Министрлығы тарафынан №1089 приказы нигеҙендә 05.03.2004, № 427 приказы нигеҙендә 19.10.2009 йылда « Башланғыс дөйөм, төп дөйөм һәм урта (тулы) дөйөм белем биреү дәүләт стандарттарының федераль компонентына үҙгәрештәр индереү тураһында » белем биреү дәүләт стандарттарының федераль компоненты; «Башҡорт теле» (5-9-сы, 5-11-се класс) уҡыу ҡулланмаһына өлгө программалар: уҡытыу рус телендә алып барылған төп дөйөм белем биреү ойошмалары өсөн (башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн)/ төҙ. З.М.Fәбитова, - Өфө: Китап, 2015. «9-сы УДББ» МБДББУ- һы Уставы; «9-сы УДББ» МБДББУ- ның 31.08.2018 йылда Протокол №1 мәктәп Советы ултырышында ҡаралған положениеһы; «9- сы УДББМ» МБДББУ 2018-2019 уҡыу йылына Уҡыу планы; «9-сы УДББМ» МБДББУ 2018-2019 уҡыу йылына йыллыҡ календарь уҡыу графигы; Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек Өфө: Китап, 2017. Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. “Дәүләт теле булараҡ башҡорт теле” уҡыу предметың базислы уҡыу (белем биреү) планындағы урыны Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы «9-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе» нең көндәлек уҡыу планына ярашлы рәүештә “Дәүләт теле булараҡ башҡорт теле” уҡыу предметын: 9-сы класта аҙнаһына - 1 сәғәт (II-IV сиректә 34 сәғәт) өйрәнелә. ПРОГРАММАЛА ҠУЙЫЛҒАН МАҠСАТ ҺӘМ БУРЫСТАР Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү. Башҡорт телендә нәшер ителә торған газета-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәби әтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү. УҠЫТЫУ ПРЕДМЕТЫНЫҢ ТӨП ЙӨКМӘТКЕҺЕ Һаумы, мәктәп! – 5 сәғәт Башҡортостан тәбиғәте – 4 сәғәт Атамалар ни һөйләй? 3 сәғәт. Кеше тормошонда атамаларҙың да (кеше исеме, фамилияһы, атаһының исеме; ауыл, ҡала, тау, йылға һ.б.) роле ҙур. Унһыҙ тормошто күҙ алдынала килтереп булмай. Был теманы үтеү уҡыусының бала саҡтан уҡ үҙҙәре йәшәгән ауыл, ҡала, уларҙың янындағы атамаларҙың мәғәнәләрен белергә теләгән ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерә, тыуған төйәк менән ғорурланырға мөмкинлек бирә. Сөнки атамаларҙа ил тарихы, ер һәм ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың тел үҙенсәлектәре, халаҡ тормошо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары һ.б. сағыла. Беҙ ҡышты ла яратабыҙ. 5 сәғәт. Бәйләнешле телмәрҙең яҙма һәм телдән формаларына берҙәй әһәмиәт бирелә. Ҡыш миҙгеле, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләү күҙ уңында тотола. Башҡорт мәҙәниәте. 2 сәғәт. Башҡортостанда театр сәнғәте. Республикалағы театрҙар һәм уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында дөйөм мәғлүмәт биреү. М.Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театрының барлыҡҡа килеүе тарихы (халыҡ артистары З.Бикбулатова, А.Мөбәрәков, Г.Мөбәрәкова). Театрҙың күренекле артистарының тормошо һәм ижады менән таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Театрҙың үткәне һәм киләсәге буйынса фекер алышыу ойоштороу. Халыҡ ижады – халыҡ хазинаһы. 2 сәғәт. Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Фольклорҙың коллектив ижад булыуы. Фольклор һәм яҙма әҙәбиәттең айырмаһын билдәләү, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Башҡорт аты. 3 сәғәт. Уҡыусылырҙы башҡорт атының килеп сығыуы, тарихи үткәне менән таныштырыу. Аттарҙың кеше тормошондағы мөһим ролен билдәләү. Йәш үҙенсәлектәре буйынса бүленеүен билдәләү, уҡыусылырҙан дөрөҫ итеп әйттереү. Башҡорт халыҡ милли аштары. 4 сәғәт. Башҡорт халҡының милли аштары менән таныштырыу. Уларҙы әҙерләү үҙенсәлектәренбилдәләү. Башҡорт милли аштары тураһында текстар менән таныштырыу. Уҡыусылырҙың һөйләү, яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә ентекле эш дауам итә. Күңелле яҙ килә. 7 сәғәт. Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре. Ҡала һәм ауылда яҙғы эштәр: ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әңгәмәләр үткәреү. Еңеү көнөн билдәләү. Һуғыш ветерандары менән осрашыу, иҫтәлектәр яҙып алыу буйынса эштәр. УҠЫУСЫЛАРҘЫҢ БЕЛЕМ КИМӘЛЕНӘ ТАЛАПТАР 1. Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү. 2. Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында героәға характеристика биреү; тәҡтим ителгән әҫәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү; 4-5 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү; эпик, логик, лиро-эпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү. 3. Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү; уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү. 4. Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү; диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү; һүҙлектәр менән файҙалана белеү; диктант, изложение һәм иншалар яҙыу; өндәш һүҙҙәр, улар эргәһендә тыныш билдәләренең ҡуйылышы; һүҙҙәрҙе яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың килеү тәртибе (рус теле менән сағыштырыу). үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙәге роле. Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теле дәүләт теле булараҡ предметынан һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала.
ӘҘӘБИӘТ ИСЕМЛЕГЕ Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. һ.б. – Өфө: Китап, 2017 Усманова М.Г., Габитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы: 5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө:Китап, 2009.- 166 бит. Ғәбитова З.М.Эш программаһы эшкәртеү буйынса методик кәңәштәр. Башҡорт теле.– Өфө: БР МҮИ нәшриәте, 2017. – 36 бит. Саяхова Л.Г., Усманова М.Г. Башкирско- русский и русско башкирский учебный словарь с грамматическим приложением.- СПб.6БХВ.- Петербург 2005.-224с. Хисаметдинова Ф.Г.,Муратова Р.Т. русско –башкирский, башкирско- русский словарь- Уфа:Эдвис, 2010.- 192 с. Русско –башкирский, башкирско- русский словарь. Башкирско русский разговорник.Уфа ГУЛР.Б.”Уфимский полиграф –комбинат”, 2009.-160 с. Әхмәтов М.Х. Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге.- Өфө: Китап, 2005.-224 с. Ураҡсин З.Ғ.Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге.-яңыртылған, 2 -се баҫма.- Өфө: Китап, 2006.-344 бит. Әбсәләмов З.З., Хажин В.И. Башҡортса- русса грамматик- орфографик һүҙлек: Рус мәктәбендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн ҡулланма.-Өфө: БКН,1993.-136 бит. Башкиро- англо-русский словарь пословиц и поговорок /Авт.- сост. Надршина Ф.А., Зубаирова Э.М. Уфа: Китап, 2002.-160 с Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009. 10. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994. |