викторина. Тамашасылар. Тамашасылар, ее сн ыылы орауар
Скачать 17.38 Kb.
|
Тамашасылар, һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы һорауҙар әҙерләнек. 1. Кеше ҡараңғы бүлмәгә инә. Унда май шәм менән кәрәсин лампаһы тора. Кеше тәүҙә нимәне тоҡандырыр? (Шырпы.) 2. Былтыр 30 февралдә нимә булды? (30 февраль юҡ.) 3. Ниндәй бер төрлө ике хәреф уртаһына бәләкәй атты ҡуйһаң, дәүләт исеме барлыҡҡа килә? (Япония.) 4. Ниндәй журналдың йәптәре юҡ? (“Һәнәк” журналы.) 4. «Кем нимә эшләй?» конкурсы. Ике командаға ла бер үк төрлө карточкалар бирелә. Һөйләмдең эйәһе бар, хәбәре юҡ. Өҫтәп яҙығыҙ. Кем нимә эшләй Нимә эшләй? Ҡаҙ ......................... . Ат ............................ . Эт ............................ . һыйыр .................. . Бесәй ..................... . Һандуғас ............... . Капитандар ярышы. Бер өҙөктө матур итеп уҡып күрһәтеү. «һүҙ төҙө» конкурсы. Таҡтала ижектәр бирелгән. Бер генә хәреф өҫтәп, яңы һүҙ төҙөйбөҙ. 1-се командаға ба. ба. ба. та. та. та. 2-се командаға ҡа. ҡа. ҡа. ҡа. ха. ха. 1. Минең һеңлем Нәсимә Баҫма таҡҡан сәсенә. (Баҫма – таҫма) Яр буйында малайҙар Һыуға бармаҡ һалалар. (Бармаҡ – ҡармаҡ) 3.Бесәй биткәйен йыуа, Ҡыйығын һыйпап ҡуя. (Ҡыйығын – мыйығын) 4.«Кем хәтерлерәк?» конкурсы. Иҙән буйлап атлап, һәр аҙым һайын башҡортса предметтар атарға. 1-се командаға аҙыҡ-түлек исемдәрен әйтергә, 2-се командаға – кейем-һалым атамалары. Пантомима конкурсы. Командалар открыткалар ала. Открытка артында һеҙгә эш бирелә. Ҡаршы команда ағзаларына унда яҙылғандарҙы мимика, хәрәкәттәр менән аңлатырға кәрәк. Ҡаршы команда уның нимә эшләгәнен һөйләп бирергә тейеш. «Йомаҡ – зиһен асҡысы» конкурсы. Һәр командаға өсәр йомаҡ ҡойола. Йомаҡтарҙың яуаптарын 1 минут эсендә әҙерләргә кәрәк. 1-се командаға: 1. Береһе сәсә, береһе эсә, береһе үҫә. (Ямғыр, ер, үлән.) 2. Ҡалаһы бар – халҡы юҡ, диңгеҙе бар – һыуы юҡ. (Карта.) 3. Биш тишеккә бер тишек. (Бирсәткә.) 2-се командаға: 1. Ингәндә ҡаршы ала, сыҡҡанда оҙатып ҡала. (Ишек.) 2.Ҡанаты бар, йөнө юҡ, күккә менһә, тиңе юҡ. (Самолет.) 3. Баҡырыҡ та баҡырыҡ, баҡырыҡ менән тулды тыҡырыҡ. (Һарыҡтар.) «Кемгә ниндәй исем?» конкурсы. Был конкурста һеҙгә кеше исемдәрен иҫкә төшөрөргә кәрәк булыр. Беренсе команда Ай- менән башланған ир-ат исемдәрен, ә икенсе команда Гөл-менән башланған ҡатын-ҡыҙ исемдәрен яҙа. Ҡайһы команда күберәк исем табыр? Әкиәт сәхнәләштереү Алып барыусы: Ә хәҙер һүҙ жюриға бирелә. Жюри мәрәйҙәрҙе һанай, еңеүсе команданы билдәләй, ҡотлай. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла бүләктәр бирелә. |