КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
Скачать 3.18 Mb.
|
37. — Пәйғәмбәргә Аллаһтан бер мөғжизә индерелһә ине, — тинеләр. Әйт һин: — Мөғжизә индерергә Аллаһтың ҡөҙрәте киң, — тип. Ләкин уларҙың күбеһе (мөғжизә артынан үҙҙәренә әфәт киләсәген) белмәй. 38. Ер йөҙөндә һеҙҙең кеүек өммәт булып йәшәмәгән һис бер хайуан һәм Күк йөҙөндә ҡанаттары менән осҡан һис бер ҡош тоҡомо юҡтыр. Китапты кәмселекле итмәнек.(Шунда барыһы ла яҙылған, бер нәмә лә төшөрөп ҡалдырылмаған.) Һуңынан барыһы ла Аллаһ хозурына ҡайтарыласаҡтар. 39. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға тырышыусылар дөм ҡараңғылыҡта ҡалған телһеҙ-һуҡырҙар кеүек. Аллаһ ихтыяр итһә, теләһә кемде һаташтыра, теләгәнен тура юлға сығара. 40. Ий, Мөхәммәд, әйт һин: — Әгәр ҙә һеҙ хаҡлы икән, һеҙгә Аллаһтың язаһы килһә йәки Ҡиәмәт килеп, яҡағыҙҙан тотһа, шул ваҡыт Аллаһтан башҡа кемде ярҙамға саҡырырһығыҙ? — тип. 41. Эйе, һеҙ Уға ялбарығыҙ, Ул да теләһә, һеҙҙе бәләләрҙән ҡотҡарыр һәм һеҙ үҙегеҙҙең уйҙырма тәңреләрегеҙҙе оноторһығыҙ. 42. Хаҡтыр, һинән алда килгән өммәттәргә лә Беҙ пәйғәмбәрҙәр ебәрҙек һәм (ул өммәттәрҙе лә) беҙ яфаларға, ҡайғыларға һалдыҡ, (исмаһам, шул язаларҙан һуң улар Аллаһҡа) буйһонорҙар, тип. (43) Уларға ғазаптар ебәргәндән һуң Аллаһҡа ялбарһындар ине, исмаһам. Ләкин уларҙың күңелдәре ҡатҡан ине инде, шайтан уларҙың ҡылғандарын гүзәл итеп, биҙәп күрһәтте (яман эштәрен яҡшы, тип ышандырҙы). 44. Киҫәтеп әйтелгәндәрҙе (йәғни, Аллаһ вәғәздәрен, гөнаһ эшләүҙән ҡурҡыуҙы) онотһалар ҙа, донъя эштәрендә (Беҙ уларға) киң мөмкинлектәр бирҙек. Хатта улар Аллаһ биргән байлыҡҡа шатланып, маҡтанып йәшәй башланылар. Ләкин Аллаһҡа шөкөр итергә, ғибәҙәт ҡылырға оноттолар. Шуға күрә, Беҙ уларҙы кинәттән тотоп, яза бирҙек. Улар өмөтһөҙлөккә төшөп, ҡайғыға баттылар. 45. Шулай итеп, золом итеүсе нәҫелдең тамыры киҫелде. Ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаһ ҡына маҡтауға лайыҡтыр. 46. Әйт һин: — Аллаһ һеҙҙе һаңғырау итһә, һуҡырайтһа, күңелдәрегезҙҙе томалап ҡуйһа, был бәләне Аллаһтан башҡа ниндәй тәңре кире алыр икән? — тип. Уйлап ҡара: Беҙ ниндәй төрлөнән-төрлө дәлилдәр килтерәбеҙ, әммә барыбер улар (аяттарыбыҙҙан) йөҙ сөйөрәләр. 47. Йәнә лә әйт һин: — Аллаһтың язаһы кинәттән йәки күҙ алдығыҙҙа һезҙҙең өҫкә килеп төшһә, кәферҙәрҙән башҡалар ҙа һәләк буласаҡмы, тигән уй башығыҙға килдеме? —тип. 48. Беҙ пәйғәмбәрҙәрҙе (йәннәт тураһындағы) биреүселе хәбәрҙе әйтер өсөн йәки (йәһәннәм барлығы тураһында) киҫәтер өсөн генә күндерәбеҙ. Иман килтергәндәргә һәм тура юлға баҫып төҙәлгәндәргә (алда) ҡурҡыныс юҡ, уларға ҡайғы иңмәҫ. 49. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға маташҡандарға, әшәке ғәмәлдәре арҡаһында, яза бирәсәкбеҙ. 50. Әйт һин: — Мин һеҙгә: Аллаһтың хазинаһы минең ҡулда, тип әйтмәйем. Йәшерен серҙәрҙе лә беләм, тип әйтмәйем. Мин — фәрештә, тигән һүҙҙе лә һеҙгә әйтмәнем. Мин бары тик үҙемә индерелгәнгә генә инанам, — тип. Тағын әйт: — Һуҡыр менән күҙле бер булырмы? Шул турала һис тә уйлап ҡараманығыҙмы? — тип. («Аллаһтың хазинаһы Мөхәммәд Пәйғәмбәр ҡулында булһа, ул үҙ ихтыяры менән кешеләргә байлыҡ өләшә алған булыр ине, йәшерен серҙәрҙе белһә, һәр һорауға яуап бирер ине, фәрештә булһа, әҙәми зат ҡыла алмаған мөғжизәләр күрһәткән булыр ине. Юҡ, пәйғәмбәрҙәр — әҙәми зат, улар Аллаһ рөхсәт иткәндәрҙән айырым, башҡа эш эшләй алмай. Мөшриктәр Мөхәммәд Рәсүлүллаға, һин Аллаһ тарафынан ебәрелгән пәйғәмбәр булһаң, Аллаһыңдан ялбарып һора ла, ул беҙгә мул итеп байлыҡ бирһен. Шунан һуң беҙ һинең Аллаһ илсеһе икәнлегеңә ышанырбыҙ, тинеләр. Шунан һуң ошо аят индерелде, һәм Аллаһ тегеләргә мул итеп ниғмәт бирҙе. Уларҙы байытыр өсөн түгел, Мөхәммәдтең Пәйғәмбәр икәнен иҫбатлар өсөн шулай ҡылды».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.) 51. Раббы алдында (яуап бирергә) тупланасаҡтарын белгәндәрҙе ошоның менән (Ҡөръән менән) өгөтлә, киҫәт. Уларға ул ваҡытта Аллаһтан башҡа яҡлаусы, дуҫ булмаҫ. Бәлки улар (аҡылға килеп) иман килтерерҙәр, тәҡүә булырҙар. 52. Раббының ризалығын яулар өсөн, кис-иртән Аллаһҡа ялбарғандарҙы (намаҙ уҡығандарҙы, фәҡир булһалар ҙа яныңдан) ҡыума. Улар ҡылғанға — һин, һин ҡылғандарға улар яуаплы түгел. Уларҙы ҡыуһаң, һин дә залим булырһың. 53. Беҙ уларҙы һынар өсөн шулай сағыштырҙыҡ. Улар: - Беҙ түгел, ошо фәҡирҙәрме Аллаһтың рәхмәтенә ирешәсәк? - тип әйтһендәр өсөн. Шөкөр иткәндәрҙе Аллаһ бик яҡшы белеп тормаймы ни? 54. Аяттарыбыҙға иман килтергәндәр һинең янға килгәндә һин: — Әссәләмүғәләйкүм, — тип әйт. — Һеҙгә рәхмәтле булыуҙы Аллаһ Тәғәлә үҙ өҫтөнә алды. Әгәр ҙә арағыҙҙан берәү абайламай яманлыҡ ҡылһа, һуңынан тәүбә итһә, тура юлға баҫһа, Аллаһ уны ғәфү итер, Ул бик тә миһырбанлы, ярлыҡаусы — тип әйт. 55. Гөнаһ ҡылғандарҙың юлы асыҡ күренеп торһон өсөн, аяттарыбыҙҙы шулай тәфсилләп аңлатабыҙ. 56. Әйт: — Аллаһтан башҡа, һеҙ табына торғандарға (һындарға, ташҡа, бүтән ялған хоҙайҙарға) баш эйеү миңә тыйылған, — тип. — Һеҙ хыялланған нәмәләргә мин эйәрмәйем. Эйәргән тәҡдирҙә мин хәҡиҡәттән тайпылып, тура юлдан яҙған булырмын. 57. Тағын әйт һин: — Мин Раббыбыҙҙан ап-асыҡ дәлил килтерҙем һәм һеҙ уны ялғанға сығарҙығыҙ. Һеҙ бик тиҙ килеүен теләгән яза минең ҡулда түгел, хөкөм бары тик Аллаһ хозурында. Ул хәҡиҡәтте аңлатыр. Ул дөрөҫ хөкөм биреүселәрҙең иң ғәҙелеҙер, — тип. 58. Шулай тип әйт: — Бик тиҙ килеүен һеҙ теләгән яза, минең ихтыярымда булһа ине, эште шунда уҡ һеҙҙең янда бөтөрөр инем, залимдарҙы иң яҡшы белеүсе бер Аллаһтыр. 59. Йәшерен серҙәрҙең асҡыстары Аллаһ хозурындаҙыр, уларҙы Аллаһтан башҡа һис кем белмәҫ. Ул ҡоро ерҙә, диңгеҙҙә нимәләр бар, һәммәһен дә белер. Уның ихтыярынан башҡа хатта бер генә япраҡ та өҙөлөп төшмәҫ. Ул тупраҡтағы туҙан бөртөгө хәтле нәмәләрҙе лә белеп тора. Китапта булмаған йәш йәки ҡороған бер генә нәмә лә донъяла юҡ. (Барыһы тураһында да Ләүхүл-Мәхфүздә яҙылып ҡуйылған.) 60. Төндәрен һеҙҙе (ваҡытлыса) үлтергән дә (йоҡлатҡан), көндөҙҙәрен нимә ҡылғанығыҙҙы белгән дә, иртәләрен йәнегеҙҙе тәнегеҙгә ҡайтарып терелткән дә (уятҡан да) Аллаһтыр. Һеҙгә тигән ғүмерҙе тамам итер өсөн. Һуңынан Уның хозурына ҡайтарыласаҡһығыҙ. Һуңынан донъяла ҡылғандарығыҙ тураһында Ул хәбәр бирәсәк. 61. Ҡолдары өҫтөнән Ул ғына мотлаҡ хакимдыр. Һеҙгә Ул һаҡсы фәрештәләр күндерер. Ниһайәт, берегеҙгә әжәл килһә, илселәребеҙ (махсус вазифа башҡарыусылар) уның йәнен алыр. Был эштә улар (йән алыусылар) кәмселек килтермәҫтәр. (Йәғни, Ғазраил үлемгә дусар ителгәндең йәнен алмайынса ҡалмаҫ.) 62.Һуңынан кешеләр ысын хужа — Аллаһ хозурына килтерелер. Белеп тороғоҙ, хөкөм бары тик Аллаһтың эше, Ул хисап алыусыларҙың иң етеҙеҙер. 63. Әйт: — Ҡоро ерҙәге һәм диңгеҙҙәрҙәге ҡараңғылыҡтан (ҡурҡыныс дәһшәттән) һеҙҙе кем ҡотҡарыр? - тип һора. Аллаһҡа эстән генә ялбарып: — Әгәр беҙҙе ҡотҡарһаң, хаҡтыр, беҙ шөкөр иткәндәрҙән булырбыҙ, — тип доғалар уҡығыҙ, - тип әйт. 64. Әйт: — Уларҙан һәм бөтөн бәләләрҙән һеҙҙе бары тик Аллаһ ҡына ҡотҡарасаҡ, — тип. — Һуңынан һеҙ Уға тиң зат эҙләй башлайһығыҙ, — тип . 65. Әйт: — Аллаһ һеҙҙең өҫтөгөҙгә (күктән дауыл, буран, ер тетрәүе), аяҡ аҫтығыҙҙан (ерҙән ҡоролоҡ, мур (аслыҡ) ҡырылышы) яза ебәрергә лә, бер-берегеҙ менән һуғыштырып, берегеҙгә икенсегеҙҙең мәкерен, әшәкелеген татытырға ла ҡөҙрәтле, — тип. Ҡара әле, улар төшөнһөн тип, аяттарыбыҙҙы нисек тәфсилле аңлатабыҙ. 66. Ҡөръән — ул Хәҡиҡәттең үҙе, ләкин һинең халҡың уны инҡар итте. Әйт: — Мин һеҙҙең вәкилегеҙ түгел! — тип. (Һеҙҙең теләктәрегеҙ, өгөттәрегеҙҙе үтәүсе түгелмен мәғәнәһендә.) 67. Һәр хәбәрҙең тормошҡа ашасаҡ бер ваҡыты була. Оҙаҡламай һеҙ Хәҡиҡәтте күрерһегеҙ. 68. Аяттарыбыҙ тураһында урынһыҙ бәхәсләшә торған кешеләрҙе осратһаң, һүҙҙәре башҡа нәмәгә күскәнсегә саҡлы, уларҙан йыраҡ тор. Әгәр шайтан һиңә быны онотторһа, һис юғында иҫеңә төшкәс, залимдар менән рәттән ултырма. 69. Тәҡүә кешеләр кәферҙәр өсөн яуаплы түгел, ләкин: — Бәлки тура юлға баҫырҙар, — тип иҫкәртеү кәрәктер. 70. Дин менән уйнаусы, динде бер көлкө сығанағы итеүселәрҙән, донъя тормошона алданған (аҙған) кешеләрҙән йыраҡ тор. Ләкин һин бары тик уның менән (Ҡөръән менән) вәғәз ит, уларға Әхирәттә Аллаһтан башҡа ярҙам итерлек дуҫ та, ярлыҡаусы ла булмаҫын әйт, тамуҡҡа эләкмәҫ өсөн алдан уҡ әҙерләнһендәр өсөн. Бар булған мөлкәтен бирһәләр ҙә, (һуңлаған тәүбәләре) ҡабул ҡылынмаҫ. Улар донъяла ҡылған гөнаһтары арҡаһында язаға тартыласаҡ. Кәферлек итеп, (Аллаһты) инҡар иткәндәре өсөн, уларға ҡайнар һыу һәм хәтәр ғазап буласаҡ. 71. Әйт: - Аллаһты инҡар итеп, беҙгә файҙа ла, зарар ҙа бирмәй торған һындарығыҙға табынайыҡмы? Аллаһ беҙҙе тура юлға баҫтырғандан һуң да үксәләребеҙҙе кире артҡа борайыҡмы? (Яңынан кәфер булайыҡмы?) Шайтандар юлдан яҙҙырып, сүлгә керетеп аҙаштырған көсһөҙҙәр хәлендә ҡалайыҡмы ни? Аҙашмағандарҙың: беҙҙең янға килегеҙ, (тура юлға баҫығыҙ) тип саҡырғандарын көтәйекме? Аллаһ күрһәткән тура юл, шөбһәһеҙ, иң дөрөҫ юлдыр. Беҙ ғәләмдәрҙең Раббыһына буйһонорға әмер ителгән, — тип. 72. Беҙгә: — Намаҙҙы дөрөҫ уҡығыҙ һәм Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ, — тип әмер бирелгән. Ул — Үҙ янына беҙҙе яуапҡа туплаған Аллаһтыр, — тип әйт. 73. Ул Үз хикмәте менән күктәрҙе, Ерҙе яралтҡан. Ул: — Бар бул! — тип әйтеүгә бөтөн нәмә буласаҡ. Уның һүҙе Хәҡиҡәттер. Сур (борғоһона) өргән көн дә (йәғни, Ҡиәмәт көнө лә) Уныҡы. Күренмәгәнде лә, күренгәнде лә Ул белеп тороусы. Ул, шөбһәһеҙ, хикмәт эйәһе, һәр нәмәнән Уның хәбәре бар. 74. Бер ваҡыт Ибраһим атаһы Азарға әйтте: — Һин һындарҙы тәңре итәһеңме? Ысынлыкта, мин һине лә, халҡыңды ла юлдан яҙған булараҡ күрәм, — тине. (75) Беҙ Ибраһимға, (Аллаһҡа) инанысы ныҡ булһын тип, күктәрҙең һәм Ерҙең бөйөк мөғжизәләрен шулай итеп күрһәттек. (76) Эңер төшкәс, бер йондоҙ күреп алды ла (Ибраһим) әйтте: — Бына был — минең Раббым, — тине. Йондоҙ һүнгәс, тағын әйтте: — Мин былай һүнә торғандарҙы (тәңре тип) танымайым, - тине. (77) Ай тыуғанын күреүгә ул (Ибраһим): - Был минең Раббым, — тине. Ай батҡас та, ул: — Раббым миңә тура юл күрһәтмәһә, мин юлдан яҙған кеше буласаҡмын, - тине. (78) Ҡояш сыҡҡанда ул: — Ошомы әллә минең Хоҙайым? -тине. — Быныһы тегеләренән дә ҙур. — Ҡояш батҡас, әйтте: - Әй, халҡым, ысындан да, һеҙҙең уйҙырма хоҙайҙарығыҙға ышаныуҙан йыраҡ торам икән. (79) Шөбһәһеҙ, мин бер Аллаһты таныйым, күктәрҙе, Ерҙе яралтҡан Аллаһҡа йөҙөм менән боролдом. Мин мөшрик (күп хоҙайҙарға инаныусы) түгел, — тине. 80. Халҡы уға асыулана башланы. Ул ҡәрҙәштәренә әйтте: — Хаҡ Аллаһ тура юлға баҫтырған кеше менән һеҙ бәхәсләшергә итәһегеҙме? Аллаһтың язаһынан башҡа, мин һеҙҙең Аллаһ тип табына торғандарығыҙҙан һис ҡурҡмайым. Раббымдың ғилеме бар нәмәгә лә етәрлектер. Шул турала уйлап, ни өсөн һеҙ ғибрәт алмайһығыҙ? (81) Һәм мин ни өсөн әле һеҙ Аллаһҡа тиң күргән һындарҙан ҡурҡырға тейеш? Аллаһ тарафынан: — Һеҙ Аллаһҡа тиңләштергән һындарға, боттарға (ҡояшҡа, йондоҙҙарға, аҡсаға) табынығыҙ, — тип Аллаһтан бойороҡ бирелмәгән килеш, һеҙ шул һындарға (теләһә нәмәгә) табыныуҙан ҡурҡмайһығыҙ бит әле. Аңлаһағыҙ, әйтегеҙ инде: ошо ике төркөмдөң ҡайһыһы именлеккә лайыҡтыр? — тине. 82. Иман килтереүселәр һәм имандарына ғәҙелһеҙлек ҡатыштырмағандар ғына именлеккә лайыҡ, улар ғына тура юлдаҙыр. 83. Ибраһимдың динһеҙ халҡына ҡаршы килтергән дәлилдәребеҙ шулдыр. Теләгән кешебеҙҙе Беҙ оло дәрәжәләргә күтәрербеҙ. Шөбһә юҡтыр, Раббың бөйөк хикмәт эйәһеҙер, ысыны менән барыһын да белеүсеҙер. 84. Беҙ уға Исхаҡ менән Яҡупты бирҙек, унан элек тә Нухты, уның тоҡомонан Дауытты, Сөләймәнде, Әйүпте, Йосопты, Мусаны һәм Һарунды тура юлға ҡуйҙыҡ. Беҙ изгелекле булғандарҙы шулай шатландырабыҙ. (85) Зәкәрийәне, Йәхйәне, Ғайсаны, Ильясты (шулай шатландырҙыҡ), сөнки уларҙың барыһы ла изгеләрҙән ине. (86) Исмәғилде, Әл-Йәсәғте, Лутты ла тура юлға күндерҙек, һәр береһен доньялағы барлыҡ кешеләрҙән юғары дәрәжәләргә мендерҙек. (87) Уларҙың аталары, балалары һәм ҡәрҙәштәренең ҡайһы берҙәренә лә (өҫтөнлөк бирҙек). Уларҙы һайлап алдыҡ һәм тура юлға баҫтырҙыҡ. 88. Бына был — Аллаһтың һиҙәйәтеҙер (тура юлыҙыр), Ул теләгән ҡолдарын шул юлға баҫтырыр. Әгәр улар ҙа Аллаһҡа тиңдәш эҙләй башлаһалар, ҡылған ғәмәлдәре, әлбиттә, юҡҡа сығасаҡ. 89. Бына шулар инде үҙҙәренә китап, хикмәт һәм пәйғәмбәрлек бирелгән шәхестәр. Әгәр улар (кәферҙәр) ошоларҙы инҡар итһә, шөбһәһеҙ, улар урынына быларҙы инҡар итмәҫтәй башҡа бер ҡәүемде килтерербеҙ. (Үҙҙәренә Китап индерелгәндәр - «пәйғәмбәр», Китап индерелмәгән илселәр иһә — «нәбийҙәр» була.) 90. Пәйғәмбәрҙәр улар — Аллаһ тура юлға баҫтырған кешеләрҙер. Һин дә улар юлынан кит. Әйт: — Мин быңа (пәйғәмбәрлек вазифама) һеҙҙән түләү һорамайым. Был (Ҡөръән) - халыҡтар өсөн бер вәғәздер. 91. Улар (кәферҙәр) Аллаһты хаҡлы ололау менән таныманылар. — Аллаһ һис бер кемгә бер нимә лә индермәне, — тинеләр. Әйт: — Ә, кешеләргә Муса алып килгән нурлы һәм тура юл күрһәтеүсе китапты (Тәүрәтты) кем индерҙе һуң? Һеҙ уны ҡағыҙға күсереп яҙҙығыҙ, теләгәнегеҙҙе асыҡлап, күбеһен йәшерҙегеҙ. Һеҙ ҙә, аталарығыҙ ҙа белмәгән нәмәләр тураһында яҙылған ине шунда; һеҙ шунан өйрәндегеҙ, — тип. (Рәсүлем) һин: — (Һеҙгә) Аллаһ (ебәрҙе ул китапты), — тип әйт тә, уларҙы ташлап кит, кереп батҡан гөнаһлы һүҙ һаҙлығында уйнап ҡалһындар. 92. Был Китап (Ҡөръән) шәһәрҙәребеҙҙең әсәһе (Мәккәлә) һәм уның тирәһендә йәшәүсе кешеләрҙе киҫәтер өсөн, һиңә индерелде һәм ул — үҙенән элек килгән китаптарҙы дөрөҫләүсе мөбәрәк Китаптыр. Әхирәткә инанғандар Ҡөръәнгә ләышанырҙар һәм улар намаҙҙарын дөрөҫләп уҡыуҙарын дауам итерҙәр. (93) Аллаһҡа ҡаршы ялған уйҙырмалар сығарып, үҙенә һис бер нәмә төшөрөлмәгән килеш: — Миңә лә (Аллаһтан) уахи иңде, — тип әйтеүсе: — Мин дә Аллаһ индергән аяттар кеүек аяттар индерәсәкмен, - тигәндән дә залим кеше булырмы икән! Ул залимдар ҡотолғоһоҙ үлем упҡынына эләгеп, фәрештәләр уларға табан ҡулдарын һуҙып: — Тиҙерәк йәнегеҙҙе ҡотҡарып ҡалығыҙ, Аллаһ тураһында булмағанды һөйләгәнегеҙ арҡаһында һәм Уның аяттарына ҡаршы тәкәбберлек күрһәткәнегеҙгә күрә, бөгөн меҫкенлек ғазабы менән язаланасаҡһығыҙ, — тигән саҡта уларҙың хәлен күрһәң! 94. Хаҡтыр, иң башта яралтҡаныбыҙ кеүек, һеҙ берәм-берәм (яңғыҙығыҙ) Минең янға килерһегеҙ. Һәм (донъяла) һеҙгә бирелгән нәмәләрҙе (мал-байлыҡты донъяла уҡ) ҡалдырып килерһегеҙ. Һеҙ уйлап сығарған (Аллаһҡа тиңләштерелгән) яҡлаусыларығыҙ ҙа һеҙҙең янда күренмәҫ. Хаҡтыр, улар (ул һындар, ялған хоҙайҙар) менән арағыҙ киҫелер, һеҙ тәңре тип һанаған нәмәләр юҡҡа сығыр. (95) Шик юҡ, Аллаһ (үҫемлек үҫтерер өсөн) орлоҡтарҙы, (ағас үҫтереү өсөн) емештең тештәрен яралтыусы. Йәнһеҙҙән йәнлене яҫаусы — Ул, йәнленән үлене булдырыусы ла Ул. Бына Аллаһ шундайҙыр. Шулай булғас, нисек итеп һеҙ (Хаҡтан) йөҙ сөйөрәһегеҙ? (96) Таңдарҙы яҡтыртыусы ла Ул. Төндәрҙе Ул ял итер өсөн, Ҡояш менән Айҙы Ул (ваҡыт үлсәме өсөн) хисап өсөн яралтты. Бына был нәмәләр мотлаҡ аҡылға эйә, һәр нәмәне белеп тороусы ҡөҙрәтле Аллаһтыҡыҙыр. (97) Ул ҡоро ерҙә һәм диңгеҙҙә юлығыҙҙы турылар өсөн йондоҙҙарҙы яралтты. Хаҡтыр, мәғлүмәтле халыҡ өсөн аяттарҙы тәфсилләп аңлаттыҡ. (98) Ул һеҙҙе бары тик бер йәндән яралтты. Һуңынан (һеҙҙең өсөн) йәшәү урыны һәм дә именлек ере әҙерләне. Аңлай торған ҡәүемдәр өсөн аяттарыбыҙҙы бәйән аңлаттыҡ. 99. Күктән һыу ҡойҙорған да Ул — Аллаһтыр. Бына шулай итеп, Беҙ төрлө үҫемлектәрҙе үҫтерҙек. Ул йәшел үҫемлектәрҙән бер-берһенә тығыҙ урынлашҡан орлоҡ бөртөктәре сығарҙыҡ. Хөрмәнең ботаҡтарынан аҫылынып тороусы тәлгәштәр, йөҙөм бағлары (тәлгәштәре), бер төрлөһө бер-берһенә оҡшаған, икенселәре бер-берһенә оҡшамаған зәйтүн һәм аңар баҡсаларын булдырҙыҡ. Тулып өлгөргәндә емештәрен татып ҡарағыҙ. Шикләнмәйенсә иман килтергәндәр өсөн бында ғибрәттәр барҙыр. 100. Мөшриктәр ендәрҙе Аллаһка тиң күрҙеләр. Гәрсә ендәрҙе лә Аллаһ яралтты. Бынан тыш, улар нимә һөйләгәндәрен белмәйенсә, Уның (Аллаһтың)улдары, ҡыҙҙары булғанлығы тураһында уйҙырмалар һөйләнеләр. Әстәғфирулла! Улар һөйләгәндәрҙән Ул өҫтөн тора. 101. Ул тиңдәше булмаған күктәрҙе һәм Ерҙе юҡтан бар итте. Нисек инде уның балаһы булһын. Уның ҡатыны юҡ. Һәр нәмәне — Ул яратҡан. Һәм Ул — һәр нәмәне белеүсеҙер. (102) Раббыбыҙ булған Аллаһыбыҙ бына шулдыр. Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Ул бар нәмәне лә яралтыусы. Аллаға ғына инанығыҙ. Ул бар нәмәнән дә өҫтөн бер вәкил. (103) Ул күҙгә күренмәй. (Ғилеме менән) Ул (барса) күҙҙәрҙе (нәмәләрҙе) күреүсеҙер. (Бәндәләре хаҡында) барыһын да үтә (күреп) белеп тороусы, һәр нәмәнән хәбәрҙар. («Аллаһты күрер өсөн беҙҙең күҙҙәребеҙ йайланмаған, фекер-аң менән дә Аллаһтың ниндәй икәнен беҙ күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Әммә йәннәттә мөьминдәр Аллаһты күрәсәк. Аллаһ барса күреүселәрҙе лә күрә».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.) 104. (Мөхәммәд әйтте): — Һеҙгә Раббығыҙҙан ысын аяттар (күңел күҙе, фекер йөрөтөп, нәтижәләргә ирешеү) килде. Күңел күҙе асылған (Ҡөръән менән ғәмәл ҡылған) кеше файҙа күрер, кемдең (күңел) күҙе һуҡыр ҡалһа, зыяны үҙенә булыр. Мин (Мөхәммәд) һеҙҙең өҫтән ҡарауылсы булып тора алмайым. («Аллаһ кешеләргә ике төрлө күҙ биргән. Маңғай күҙе һәм күңел күҙе. Маңғай күҙҙәре менән кеше мәтди әйберҙәрҙе күрә, күңел күҙе менән, мантыйҡ менән, аҡыл менән, абстракт фекерләүе менән күҙгә күренмәгән нәмәләрҙе лә күрә ала».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.) |