КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
Скачать 3.18 Mb.
|
80. Лутты ла (пәйғәмбәр итеп ебәрҙек). Ул (халҡына) әйтте: - Һеҙҙән элек килгән ҡәүемдәр ҙә ҡыла алмаған фәхешлекте эшләргә йыйынаһығыҙмы? - тине. (81) Сөнки һеҙ енси ләззәт өсөн, ҡатындарығыҙҙы ташлап, ирҙәргә яҡынлашаһығыҙ. Дөрөҫөн әйтәм, һеҙ сиктәрҙе уҙған бер боҙоҡ халыҡ икәнһегеҙ. (82) Ҡәүемдең яуабы ошо булды: — Уларҙы (Лутты һәм уның эйәрсендәрен) мәмләкәттән ҡыуығыҙ, сөнки улар үҙҙәрен паҡ тип ышандырмаҡсы булалар, — тип әйтеүҙән башҡа өндәшмәнеләр. (83) Беҙ уны ла, ҡатынынан башҡа, ғаилаһе менән ҡотҡарҙыҡ; сөнки уның ҡатыны (иманһыҙҙар яғында) ҡалғандарҙан ине. (84) Һәм өҫтәренә таш ямғыры яуҙырҙыҡ, күр һин, гөнаһлыларҙың ахыры нисек бөтә. («Хәҙрәти Ибраһим ҡәрҙәшенең торыны хәҙрәт Лут, Хумуш ерендәге Содом шәһәренең халҡына пәйғәмбәр итеп күндерелгән ине. Был шәһәр халҡы башҡа һис бер милләт эшләмәгән боҙоҡлоҡ (ир менән ир фәхешлеге) ҡыла ине. Лут пәйғәмбәрҙең өгөттәренә иғтибар итмәйенсә, улар зина ҡылыуҙарын дауам иттеләр. Ниһайәт, Лут пәйғәмбәр иман килтергәндәр менән бергә төнөн шәһәрҙән сығып китә. Ҡалалағы халыҡ иһә ер тетрәүенән, баштарына яуған ташлы ямғырҙан һәләк була».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.) 85. Мәдйән халҡына ла үҙ араларынан Шөғәйепте пәйғәмбәр итеп күндерҙек. Ул әйтте: — Әй, халҡым, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ, һеҙҙең өсөн Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Һеҙгә раббының асыҡ дәлиле килде. Үлсәгәндә, бүлешкәндә ғәҙел булығыҙ, кешеләргә тейешлеһенән кәм бирмәгеҙ. Тәртип һалынған Ер йөҙөн (тәбиғәтте) башбаштаҡлыҡ менән боҙмағыҙ. Иманлы булһағыҙ, был эштәр һеҙҙең өсөн тағын да хәйерлерәктер. («Мәдйән — хәҙрәти Ибраһим улының исемелер. Уның ейәндәренә Мәдйән ҡәбилаһе тип, улар йәшәгән шәһәрҙе Мәдйән ҡалаһы тип әйтәләр ине. Был шәһәр Фәлистын (Палестина) менән Хижаз араһында һәм Ҡыҙыл Диңгеҙ буйында урынлашҡан ине».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.) 86. Ҡурҡытып-янап, Аллаһ юлынан тайпылдырырға һәм шул тура юлды боҙорға тырышып, юл буйында мөьминдәрҙе һағалап, боҫоп тормағыҙ! Уйлап ҡарағыҙ әле, һеҙ бик әҙ инегеҙ, Ул һеҙҙе үрсетте. Күрегеҙ, аҙҙырыусыларҙың аҙағы нисек тамамланғанын. 87. (Шөғәйеб әйтте): — Әгәр арағыҙҙан бер төркөм мин алып килгәндәргә (Аллаһ хөкөмдәренә) инанһа, икенсе төркөм, инанмаһа, Аллаһ хөкөмө килгәнсегә саҡлы сабыр итегеҙ. Ул - хөкөмдарҙарҙың иң ғәҙеле. (88) Ҡәүемдең хакимдары тәкәбберлек менән әйтте: — Әй, Шөғәйеб, һине мосолмандарың менән бергә илебеҙҙән ҡыуасаҡбыҙ йәки беҙҙең дингә күсәсәкһегеҙ, — тинеләр. Шөғәйеп: — Һеҙҙең ул динегеҙгә (нәфрәтле булһаҡта?) үҙебеҙ теләмәһәктәме? — тине. (89) — Дөрөҫөн әйтәйем, Аллаһ беҙҙе ул диндән ҡотҡарғандан һуң, ҡабат һеҙҙең динегеҙгә ҡайтһаҡ, беҙ Аллаһ тураһында ялған һөйләгән булырбыҙ. Аллаһ ихтыяр итмәһә, һеҙҙең дингә ҡайтыу мөмкин эш түгел. Раббыбыҙҙың ғилеме бөтөнөһөн дә урап алған. Беҙ бары тик бер Аллаһҡа ғына баш эйҙек. Раббыбыҙ! Халҡым менән арабыҙҙы ғәҙеллек менән хөкөм ит. Һин хөкөмдарҙарҙың иң ғәҙеле. 90. Был халыҡтың етәксе кәферҙәре әйтте: — Әгәр ҙә Шөғәйебкә эйәрһәгеҙ, һеҙ, һис шикһеҙ, зарар күрерһегеҙ, — тинеләр. (91) Таң алдында, дәһшәтле ер тетрәүе ваҡытында улар, үҙ йорттарынан сыға алмайынса кәкрәйеп, һәләк булды. (92) Шөғәйебте ялғансыға сығарғандар юҡ булды, әйтерһең дә, улар ҡалала бөтөнләй йәшәмәгән дә. Асылда зыян күреүселәр Шөғәйебте ялғансы тип атағандар булды. (93) (Шөғәйеб) уларҙы ташлап китер алдынан: — Әй, халҡым, мин һеҙгә Раббыбыҙ юллаған хәҡиҡәтте һөйләнем һәм һеҙгә өгөт бирҙем. Кәферҙәр өсөн мин нисек ҡайғырайым? — тине. 94. Ниндәй генә илгә пәйғәмбәр ебәрһәк тә, шул ил халҡы (кәферлектәре өсөн) бәлки тәүбә итеп, тура юлға баҫыр тип, уларҙы фәҡирлеккә, бәлә-ҡазаға дусар иттек. (95) Һуңынан ул бәлә-ҡазаны бөтөрөп, муллыҡ бирҙек. Ниһайәт, улар үрсене һәм: —Ата-бабаларыбыҙ ҙа ошолай бәхетһеҙлектә лә, муллыҡта ла йәшәп ҡарағандар, (бында Аллаһтың ҡатнашы юҡ), — тинеләр. Беҙ уларҙы иҫкәрмәҫтән (ҡарғыш менән) тотоп алдыҡ. 96. Был илдәрҙең халыҡтары иман килтереп, гөнаһтан ҡурҡҡан булһалар ине, әлбиттә, уларҙың өҫтөнә Күктән, Ерҙән мул бәрәкәт ҡапҡаларын асҡан булыр инек. Ләкин улар Аллаһтың аяттарын ялғанға сығарҙылар. Беҙ ҙә ҡылған кәферлектәренә күрә, уларҙы ҡарғышҡа тоттоҡ. (97) Ул илдәрҙең халҡы, төндә йоҡлап ятҡанда өҫтөбөҙгә Аллаһтың язаһы төшмәҫ, тип уйланылармы? (98) Йәки ул илдәрҙең халҡы, иртәнсәк, уйын-көлкөлө (күңел асып, ләззәт кисергән) саҡта өҫтөбөҙгә Аллаһтың язаһы төшмәҫ, тип тәкәберләндеме? (99) Әллә улар үҙҙәрен Аллаһтың язаһынан ҡотолған тип һынаймы? Зыян-зәхмәт күрәсәк гөнаһлылар ғына Аллаһ хөкөмөнән ҡурҡмай. (100) Әүәлге хужаларынан һуң ул ергә вариҫ булғандарға шул Хәҡиҡәт әле лә булһа барып етмәнеме ни? Әгәр Беҙ теләһә инек, гөнаһтарына күрә, уларҙы язалаған булыр инек. Уларҙың күңелдәрен йоҙаҡлап ҡуйып, ҡолаҡтарын һаңғыраулатҡан булыр инек. 101. Бына шундай илдәр бар. Һиңә һабаҡ булһын тип, улар тураһында бәғзе ғибрәттәр һөйләйбеҙ. Хаҡтыр, пәйғәмбәрҙәре уларға ап-асыҡ дәлилдәр килтерҙе. Баштан уҡ ялғанға сығарып, хәҡиҡәтткә улар инанырға теләмәне. Кәферҙәрҙең күңелдәрен Аллаһ ана шулай итеп йоҙаҡлай. (102) Уларҙың күбеһен антҡа тоғро тапманыҡ. Дөрөҫө шулдыр, уларҙың күбеһе тура юлдан яҙған, тигән нәтижәгә килдек. (103) Унан һуң улар артынан Мусаны аят-мөғжизәләребеҙ менән Фирғәүенгә һәм уның халҡына юлланыҡ. Улар мөғжизәләрҙе инҡар итте. Ҡара, фетнәселәрҙең ахыры нимә менән бөттө? (104) Муса әйтте: — Әй, Фирғәүен, мин ғәләмдәрҙең Раббыһы тарафынан һеҙгә күндерелгән бер пәйғәмбәр, — тине. (105) — Мин Аллаһ тураһында бары тик дөрөҫөн генә һөйләргә бурыслымын. Һеҙгә Раббығыҙҙан асыҡ бер дәлил килтерҙем. Исраил улдарын (Яҡуп балаларын) азат итеп, миңә биреп ебәр, - тине. «Ул ваҡытта Фирғәүен Яҡуп балаларын золомда, ауыр эштәрҙә эшләтеп, йәберләп тота ине. Шул халыҡ араһынан сыҡҡан пәйғәмбәр булараҡ, хәҙрәти Муса үҙ халҡын Фирғәүен золомынан ҡотҡарып, Мисырҙан Фәлистынгә ҡайтарыуҙы талап итте».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.) 106. (Фирғәүен) әйтте: — Әгәр һин дөрөҫөн һөйләйһең икән, алып килгән мөғжизәңде күрһәт, ҡарап ҡарайыҡ, - тине. (107) Шунан һуң хәҙрәти Муса ҡарышҡы таяғын ергә ташланы. Таяҡ шунда уҡ аждаһаға әүерелде... (108)... Һәм ҡулын кеҫәһенән сығарҙы. Ҡарап тороусыларға ул шунда уҡ ап-аҡ булып, ялтырап күренде. (109) Фирғәүен кешеләре әйтте: - Был бик тә оҫта сихырсы икән, - тинеләр. (110) - Ул һеҙҙе йортоғоҙҙан ҡыуып сығарырға килгән. Ни ҡылабыҙ? — тинеләр. (111) Һуңынан әйттеләр: — Уны ла, ҡәрҙәшен (Һарунды ла) көттөрөп тор. Һәм ҡала буйлап йомошсоларыңды юлла... (112) ... Улар бөтөн сихырсыларҙы йыйып килтерһендәр, — тинеләр. (113) Сихырсылар Фирғәүен янына йыйылды, улар: — Беҙ уны еңһәк, беҙгә ҡиммәтле бүләктәр булырмы? — тинеләр. (114) (Фирғәүен): — Әлбиттә, — тине. — Һәм дә һеҙ минең иң яҡындарымдан буласаҡһығыҙ. (115) (Сихырсылар): — Ий, Муса, һин иң беренсе булып ташлайһыңмы, әллә беҙме? — тинеләр. (116) (Муса): — Һеҙ ташлағыҙ, — тине. Улар (сихыр таяҡтарын) ташлап, кешеләрҙең күҙен быуҙылар, ғәжәйеп ҡурҡыныс сихырҙар күрһәттеләр. 117. Беҙ ҙә Мусаға: — Ҡарышҡыңды ташла, — тип бойорҙоҡ. Уның ҡарышҡыһы тегеләрҙең уйҙырма йыландарын йотоп бөтөрҙө. (118) Шулай итеп, тегеләрҙең ялғандары асылды, Хәҡиҡәт еңде; уларҙың ҡаҙанырға теләгән уңыштары юҡҡа сыҡты. (119) Бына шулай итеп, (Фирғәүен менән уның ҡәүеме) еңелде һәм улар хурлыҡҡа төшөп йыраҡлаштылар. (120) Сихырсылар иһә сәждәгә йығылдылар. (121) — Ғәләмдәрҙең һәм (122) Муса менән Һарундың Раббыһы булған Аллаһҡа инандыҡ, — тинеләр. 123. Фирғәүен әйтте: — Минең рөхсәтемдән башҡа һеҙ нисек итеп (Аллаһҡа) иман килтерҙегеҙ? Был, һис шикһеҙ, халыҡты шәһәрҙән ҡыуып сығарыу өсөн һеҙҙең тарафтан ҡоролған тоҙаҡ. Ләкин тиҙҙән (башығыҙға төшәсәк) бәләне күрерһегеҙ. (124) Ант итеп әйтәм, аяҡ-ҡулдарығыҙҙы арҡылы-торҡоло сапҡылап ташлаясаҡмын, унан һуң бөтәгеҙҙе лә аҫып ҡуясаҡмын, — тине. (125) Әйттеләр: — Беҙ, ысынлап та, Раббыбыҙға йүнәлдек. (126) Һин бары тик Раббыбыҙҙы аяттары беҙгә индерелгәнгә күрә генә, Аллаһҡа инанғаныбыҙға асыу итеп кенә беҙҙән үс алаһың. Йә, Раббыбыҙ, беҙгә сабырлыҡ бир, мосолман булараҡ йәнебеҙҙе ал, — тинеләр. (127) Фирғәүен ҡәүеменең аҡһаҡалдары әйтте: — Муса һәм уның ҡәүеме һине, тәңреләреңде ташлап, Ер йөҙөндә шаҡшы (әшәкелек) таратып йөрөһөндәр тип, уларҙы иҫән ҡалдыраһыңмы? — тинеләр. (Фирғәүен): — Беҙ уларҙың ир-егеттәрен үлтереп, ҡатын-ҡыҙҙарын иҫән ҡалдырасаҡбыҙ. Әлбиттә, беҙҙә уларҙы иҙәрлек кенә ҡеүәт бар. (128) Муса үҙ ҡәүеменә әйтте: — Аллаһтан ярҙам көтөгөҙ, сабыр итегеҙ, — тине. — Шик юк, Ер йөҙө Аллаһтыҡылыр. (Шул Ергә) Ул Үзе теләгән бәндәләрен вариҫ итә. Әжер Аллаһтан (гөнаһ эшләүҙән) ҡурҡҡандарҙыҡы булыр. (129) Улар: — Һин беҙгә (пәйғәмбәр сифатында) килгәнсе лә, һин килгәндән һуң да беҙҙе йәберләнеләр, — тинеләр. Муса: — Аллаһ дошманығыҙҙы һәләк итер, тигән өмөт бар, — тине. — Һәм улар урынына һеҙҙе ергә хужа итеп ҡуйыр. Унан һуң инде һеҙҙең нимә ҡылғанығыҙға ҡарар. 130. Хаҡтыр, Беҙ ҙә Фирғәүенгә эйәргәндәрҙе: һабаҡ алһындар тип, йыл һайын ҡоролоҡ, ҡытлыҡ менән интектерҙек. (131) Уларға бер уңыш (муллыҡ) килһә, улар: — Был беҙгә шулай тейеш, — тип әйтәләр. Әгәр өҫтәренә берәй бәлә (мур ҡырылышы) килһә, Муса менән уның шәкерттәрен ғәйепләйҙәр. Мәғлүмдер, улар өҫтөнә килгән бәлә Аллаһ тарафынандыр. Ләкин уларҙың күбеһе был хаҡта белмәй. (132) Һәм улар (Мусаға) әйтте: — Беҙҙе сихырға тотар өсөн, әллә ниндәй мөғжизәләр күрһәтһәң дә, барыбер беҙ һиңә ышанасаҡ түгелбеҙ, —тинеләр. 133. Беҙ ҙә мөғжизәлар булараҡ, улар өҫтөнә бер-бер артлы Туфан әфәтен, саранча ҡазаһын, бөжәктәр өйөрөн, баҡалар һәм ҡан ямғырҙарын яуҙырҙыҡ, улар һаман тәкәббер булдылар һәм гөнаһлы ҡәүемгә әүерелделәр. (134) Баштарына яза (мур) килгәс әйттеләр: — Эй, Муса, һиңә биргән антыбыҙ хөрмәтенә беҙҙең өсөн Раббыңа доға ҡыл, әгәр өҫтөбөҙҙән был ғазаптарҙы алдырһаң, һиңә ышаныр инек һәм Исраил улдарын һиңә биреп ебәрер инек, — тинеләр. 135. Беҙ улар өҫтөнән язаны билгеле бер ваҡытҡа ҡәҙәр алдыҡ, ләкин улар тағын һүҙҙәрендә торманылар. (136) Беҙ аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға тырышыусыларҙан һәм аяттарға ғәмһеҙ булғандарҙан үс алдыҡ һәм уларҙы диңгеҙгә батырҙыҡ. 137. Хурлыҡтарға ҡалған был көсһөҙ ҡәүемде Беҙ эсе бәрәкәт менән тулған ерҙең Көнсығыш тарафына һәм Көнбайыш тарафына вариҫ ҡылдыҡ. Сабыр иткәндәренә күрә, Раббының Исраил улдарына биргән вәғәҙәһе үтәлде. Фирғәүен һәм уның ҡәүеме төҙөгән йорттарҙы һәм үҫтергән баҡсаларҙы харап иттек. 138. Яҡуп тоҡомон диңгеҙҙән үткәрҙек, улар (диңгезҙҙе кискәс) юлда барғанда боттарға, һындарға табына торған халыҡты осратты. Шунан юлдаштары әйтте: — Эй, Муса, уларҙыҡы кеүек тәңре (һәйкәлен) беҙгә лә яһап бир, — тинеләр. Муса әйтте: — Ысынлыкта һеҙ бик тә наҙан бер халыҡ икәнһегеҙ, — тине. 139. Шик юҡ, былар күңелендәге (дин) бөтөрөләсәк һәм уларҙың ғәмәле (яһаған һындары ла) нәжес һәм яраҡһыҙ булыр. (140) Муса әйтте: — Аллаһ һеҙҙе бөтөн яралтылғандарҙан өҫтөн ҡуйҙы, ә мин һеҙгә Аллаһтан башҡа бер тәңре яһайыммы? (141) Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, һеҙҙе иң әшәке язалар менән йәберләп тотҡан Фирғәүендән ҡотҡарҙыҡ. Улар һеҙҙең улдарығыҙҙы үлтереп, ҡатын-ҡыҙҙарығыҙҙы ғына иҫән ҡалдыра ине. Бына шунда Аллаһ Тәғәлә һеҙҙе һынап ҡараны ла инде. (142) (Ғийбәҙәт ҡылыр өсөн) Мусаға утыҙ төн вәғәҙә иттек һәм уға ун төндө өҫтәнек; шулай итеп, Аллаһ тәғәйенләгән ваҡыт ҡырҡ төн булды. Муса ҡәрҙәше Һарунға әйтте: —Халҡыбыҙ араһында етәксе булып минең урынға һин ҡалаһың, уларҙы тура юлға өгөтлә, (ғәҙел бул) юлдан яҙғандарға эйәрмә, — тине. 143. Тәғәйен иткәнебеҙ ваҡытта Муса (Тур тауына) килде, Аллаһ менән һөйләшкән ваҡытта: — Йә, Раббым, зинһар, миңә күрен, Һине күрәһем килә, — тине. Раббы иһә: — Һин мине күрә алмаҫһың, ләкин ана шул тауға ҡара, әгәр ул үҙ урынында ҡала бирһә, һин дә мине күрерһең, — тине. Раббы тауға тәьҫир итте (нурын һирпене), тауҙы (шартлатып) пыран-заран килтерҙе. Муса иһә һуштан яҙҙы. Аңына килгәс әйтте: — Дан Һиңә! Һинең сифатыңда кәмселек юҡ, тип аңланым, Һиңә тәүбә иттем. Иман килтергәндәрҙең беренсеһе мин. (144)(Аллаһ) — Эй, Муса, — тине. — Һиңә биргән вазифалар менән һәм һүҙем менән һине кешеләрҙең башлығы итеп һайланым. Биргәнемде ал һәм шөкөр ит. 145. Нәсихәт һәм бөтөн нәмәләрҙең асылына ҡағылышлы нимә бар, барыһын да таҡталарға яҙып, Мусаға бирҙек (һәм әйттек): - Быларҙы ал һәм ҡеүәтеңдән килгәнсә һаҡла, халҡыңа ла әйт, бында яҙылғандарҙың иң яҡшыларын ҡәғиҙә итһендәр. Тиҙҙән мин һеҙгә юлдан яҙғандарҙың урынын күрһәтәсәкмен. 146. Ер йөҙөндә хаҡһыҙ рәүештә тәкәберләнгәндәрҙе аяттарымдан йыраҡлаштырасаҡмын. Бөтөн аяттарыбыҙҙы күрһәләр ҙә, улар иман килтермәҫ. Тура юлды күрһәләр ҙә, ул юлға төшмәҫтәр. Аҙғынлыҡ юлын күрһәләр, шул юлдан китерҙәр. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға теләгәндәре һәм уларга иғтибарһыҙ ҡалғандарына күрә, улар (Аллаһ тарафынан) шул хәлгә төшөрөлдө. 147. Аяттарыбыҙҙы һәм Әхирәттә ҡауышасағыбыҙҙы ялғанға сығарырға теләгәндәрҙең ғәмәлдәре юҡҡа сыҡты. Улар ҡылған гөнаһтарынан да артыҡ яза алыр, тип уйлайһығыҙмы? (Улар ҡылған гөнаһтары өсөн генә яуап тотасаҡ.) (148) (Муса ҡырҡ көн ғийбәҙәт ҡылырға, Аллаһ менән һөйләшергә Тур тауына киткәс) уның ҡәүеме үҙ алтындарын йыйып, мөңрәй торған быҙау һыны яһатты. (Тәңребеҙ, тип шул быҙауға табына башланылар.) Ул (быҙауҙың) үҙҙәре менән һөйләшә алмағанын, уларға тура юлды күрһәтә алмағанын улар күрмәйме ни? Уны тәңре итеп табындылар һәм залим булдылар. 149. Улар хаталарын аңлап, ҡулдарына һуғылғас, әйттеләр: — Әгәр Раббыбыҙ ярлыҡамаһа, рәхимлек ҡылмаһа, беҙ, мотлаҡ, зыян күреүселәр араһында булырбыҙ, — тинеләр. («Ғәрәптәрҙә хата эшләгәнде аңлағас, аяныс хәлдәрҙә ҡалғанда, усты усҡа бәреп, ике теҙгә һуғыу ғәҙәте бар ине. Был — ҡылған эшкә үкенеү, асыныу ғәләмәте».Хәсән Чантай тәфсиренән.) 150. Муса асыныуынан ҡыҙған хәлдә ҡайтып: — Мин киткәндән һуң һеҙ ниндәй хәтәр эштәр башҡарҙығыҙ, Раббыбыҙҙың әмерен көтмәйенсә, ашығыс хата яһанығыҙ, — тип ул ҡулындағы яҙыулы таҡталарын ергә ҡуйҙы һәм ҡәрҙәшенең (Һарундың) сәсенән тотоп, башын үҙенә табан тартты. Туғаны: — Әсәйемдең балаһы, был ҡәүем мине, ысындан да, көсһөҙ һананы һәм мине үлтерә яҙҙы. Һин мине һүгеп, дошмандарыбыҙҙы һөйөндөрмә, мине залимдар рәтендә һанама, — тине. (Әсәйемдең балаһы — бер туған ҡәрҙәштәр араһында оло хөрмәт менән әйтелә торған һүҙ.) 151. (Муса): — Йә, Раббым, үҙемде лә, туғанымды ла кисер, зинһар, беҙҙе рәхмәтеңдән ташлама. Сөнки Һин мәрхәмәтлеләрҙең дә иң мәрхәмәтлеһе бит, — тине. 152. Быҙауҙы (тәңре) һанағандарға Раббының ғазабы төшәсәк һәм уларға донъя тормошонда ла хурлыҡтар буласаҡ. Беҙ ялған уйлап сығарыусыларҙы шулай язалайбыҙ. (153) Яманлыҡтар ҡылғандан һуң тәүбә итеп, иман килтергәндәрҙе Раббы, һис шикһеҙ, ярлыҡар, ғәфү итер. (154) Асыуы ҡайтҡандан һуң, Муса яҙыулы таҡталарын алды. Шундағы яҙыуҙарҙа Раббынан (гөнаһ эшләүҙән) ҡурҡҡандар өсөн вәғәз һәм мәрхәмәт (вәғәҙәһе) бар ине. (155) (Аллаһ хозурында яуап тотар өсөн) ҡушҡан ваҡыт эсендә, билгеләнгән урынға Муса үҙ халҡы араһынан етмеш кеше һайлап алып килде. Был кешеләрҙе дәһшәтле ер тетрәүе тотҡас, Муса әйтте: — Йә, Раббым, ихтыяр итһәң, мине лә, уларҙы ла башта уҡ һәләк иткән булыр инең. Арабыҙҙағы бер нисә ахмаҡ кешенең гөнаһтары өсөн бөтөнөбөҙҙө лә һәләк итерһеңме ни? Был бары тик беҙҙе һынап ҡарауың ғынамы? Һынау аша теләгәнеңде аҙаштырып, теләгәнеңде тура юлға күндерергә маҡсат итәһең кеүек. Һин беҙҙең хужабыҙ, беҙҙе ярлыҡа, беҙгә миһырбанлы бул, ярлыҡаусыларҙың иң күркәме — Һин! — тине... 156. ... беҙгә был донъяла ла, Әхирәттә лә гүзәл тормош әйлә. Һис икеләнмәйенсә, беҙ Һиңә баш эйҙек. Аллаһ бойорҙо: — Теләгән кешегә ғазап бирермен, мәрхәмәтем бөтөн нәмәгә етәрлек. Уны (гөнаһ эшләүҙән) һаҡланғандарға, зәкәт биргәндәргә һәм аяттарыма инанғандарға (сауап) яҙасаҡмын. 157. Ҡулдарындағы Тәүрәт менән Инжилдә яҙылған илсегә, өмми (уҡый-яҙа белмәгән) Пәйғәмбәргә эйәргәндәр бар, бына шул Пәйғәмбәр уларға изгелек эшләргә ҡуша, уларҙы яманлыҡтан тыя, уларға саф-паҡ нәмәләрҙе хәләл итә, әшәкеләрҙе харам ҡыла. Ауырлыҡтан азат итә, (хорафат) сылбырҙарын сисә. Шул Пәйғәмбәргә инанып, уға хөрмәт күрһәткән, уға ярҙамсы булған һәм уның менән берлектә индерелгән нурға (Ҡөръәнгә) эйәргәндәр ҙә бар, бына шулар инде ҡотолор, рәхәткә ирешер. 158. Әйт: - Әй, кешеләр, дөрөҫтән дә мин күктәрҙең һәм Ерҙең хужаһы булған Аллаһ тарафынан һәммәгеҙгә ебәрелгән илсемен. Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Ул терелтә лә, үлтерә лә. Шулай булғас, өмми Пәйғәмбәр булған илсеһенә, Аллаһҡа һәм уның аяттарына инанып, иман килтергәндәр Аллаһҡа йүнәлер һәм тура юлды табыр, — тип. 159. Мусаның ҡәүемендә хаҡ менән тура юлды тапҡан һәм ғәҙеллек менән хөкөм йөрөтөүсе бер төркөм бар. |