Главная страница
Навигация по странице:

  • (162)

  • (165)

  • (170)

  • (174)

  • (177)

  • (186)

  • (190).

  • 192.

  • (195)

  • (198)

  • (200)

  • (206)

  • (Әнфәл сүрәһе 75

  • . (3)

  • КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим


    Скачать 3.18 Mb.
    Название билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
    Дата04.02.2022
    Размер3.18 Mb.
    Формат файлаdoc
    Имя файлаКОРАН баш.doc
    ТипДокументы
    #351235
    страница19 из 64
    1   ...   15   16   17   18   19   20   21   22   ...   64

    160. Беҙ уларҙы (Яҡуп нәҫелен) ун ике ҡәбиләгә бүлдек. Ҡәрҙәштәре (сүлдә) унан һыу һораны, Мусаға:

    — Ҡарышҡың (таяғың) менән ташҡа һуҡ, — тип бойорҙоҡ. Шул мәлде үк унан ун ике шишмә бәреп сыҡты. Һәр ҡәбилә эсер өсөн үҙ шишмәһен билгеләне. Һуңынан улар өҫтөнә болот ебәреп, күләгә яһаныҡ. Уларға Илаһи ҡөҙрәт хәлүәһе һәм бүҙәнә ите ашаттыҡ.

    — Һеҙгә биргән ризыҡтарының иң сафларын ғына аша­ғыҙ, — тинек.

    Әммә улар (һүҙемде тыңламаҫтан) Миңә түгел, үҙҙәренә зыян эшләне. (161) Уларға әйтелде:

    — Ошо шәһәргә урынлашығыҙ, теләгәнегеҙҙе ашағыҙ. Ҡапҡанан эйелеп керегеҙ һәм: (Аллаһтан) ярлыҡау теләйбеҙ, тип әйтегеҙ. Хаталарығыҙҙы кисерербеҙ. Изгелек ҡылғандар­ға алға табан тағын да күберәк муллыҡ бирербеҙ, — тип әйтелде. (162) Ләкин уларҙың кәферҙәре үҙҙәренә әйтелгән һүҙҙе башҡа­һы менән алмаштырҙылар. Беҙ ҙә сиктәрҙе уҙғандары өсөн шул кәферҙәр өҫтөнә Күктән яза индерҙек.

    163. Һин уларҙан диңгеҙ ярындағы халыҡтың хәле тураһында һораш. Нисек итеп улар шәмбе көндө хөрмәтһеҙ­лек менән сиктәрҙе уҙҙылар. Шәмбе ял көнө ине, һыуҙағы балыҡтар ташҡын-ташҡын булып яр ҡырына килде, ял булма­ған көндәрҙе балыҡ килмәй ине. Боҙоҡ эш ҡылғандарҙы Беҙ шулай һы­найбыҙ.

    («Диңгеҙ ярындағы ул шәһәр Мәдйән менән Тур араһындағы Әйлә исемендәге ауыл ине. Исраил тоҡомондағы халыҡ йомға көндө байрам итергә теләмәйенсә, ял көнө итеп шәмбене билгеләне. Шунан һуң Аллаһ Тәғәлә уларға ял көнө - шәмбелә эшләүҙе, балыҡ тотоуҙы тыйҙы. Ял булғас, ял итегеҙ, йәнәһе. Башҡа көндәрҙе яр буйына балыҡ өйөрө килмәгәнгә күрә, улар ул көндө балыҡ тоторға ярамаһа ла, ҡанунды боҙоп, күп итеп балыҡ тоттолар. Йәғни улар сиктәрҙе боҙҙолар. Был иһә Аллаһтың хәйлә менән уларҙың ҡанундарға турамы-юҡмы икәнен һынауы ине. Хаттин ашыу — сығырҙан сығыу, билгеләнгән ҡәғиҙәләрҙе боҙоп, ситкә сығыу. Хәт — сик тигән һүҙ».Хәсән Чантай тәфсиренән.)

    164. (Улар араһында хаттин ашмағандар ҙа бар ине) ҡайһы берҙәре (балыҡ тотоусыларҙы тәртип боҙмаҫҡа) өгөтләй башланы. Башҡалары өгөтләүселәргә әйттеләр:

    — Аллаһ барыбер уларҙы һәләк итәсәк һәм (Ҡиәмәттә) хәтәр яза бирәсәк, шул халыҡты ни өсөн өгөтләйһегеҙ, — тинеләр. Өгөтләүселәр әйтте:

    — Раббыбыҙ ҡаршыһында хөрмәт ҡаҙаныр өсөн, өгөттән һуң, бәлки, улар тәүбәгә килер, тип өмөт иткән инек, — тинеләр. (165) Улар үҙҙәрен өгөтләгәнде онотҡас, Беҙ ҙә әлеге өгөтләү­селәрҙе ҡотҡарҙыҡ, сиктәрҙе уҙғандарҙы, ҡылған гөнаһтарына күрә, хәтәр яза менән язаланыҡ. (166) Һүҙ тыңламайынса, тыйылғандарҙың сигенән сығырға теләгәндәргә Беҙ:

    — Мәхлүҡ маймылға әүерелегеҙ, — тинек. 167. Раббың:

    — Әлбиттә, Ҡиәмәт көнөнә саҡлы уларға иң яман яза бирәсәк кешеләрҙе ебәрәсәкмен, — тип вәғәҙә итте. Шик юҡ, Раббың тиҙ хөкөм итеүселер, һәм Ул — ярлыҡаусы, мәрхәмәт эйәһелер. (168) Уларҙы төркөм-төркөм итеп Ер йөҙөнә тараттыҡ. Улар араһында ла яҡшы кешеләр бар; яман­дары ла күп. Бәлки улар үҙгәрер (тура юлға баҫыр) тип улар­ҙы һәм именлек, һәм дә яманлыҡ менән дә һынап ҡараныҡ.

    169. Уларҙан һуң алмашҡа донъяға тағын да яманыраҡ ғәҙәтле ҡәүем килде һәм улар китапҡа (Тәүрәткә) вариҫ бул­ды. Улар фани донъяның юҡ-бар малына ҡыҙыҡты.

    (Нимә генә ҡылһаҡ та, йәғни Тәүрәтты боҙһаҡ та) беҙ барыбер ярлыҡанасаҡбыҙ, — тип.

    Уларга тағын шундай ниғмәттәр килһә лә, улар һис тартынмайынса аласаҡ. Әйе! Китапҡа Аллаһ хаҡында дөрөҫөнән башҡаны өҫтәмәйбеҙ, тип ант итмәнеләрме ни улар? Китапҡа яҙылғандарҙы уҡыманылармы ни улар? Әхирәт йорто фәҡәт (гөнаһ эшләүҙән һәм Аллаһтан) ҡурҡҡандар өсөн генә хәйерле булыр. Һеҙҙең аҡылығыҙ әле һаман шуға ирешмәнеме ни? (170) Китапҡа ныҡлап ышанып, намаҙҙы дөп-дөрөҫ итеп уҡығандарға, изгелек ҡылғандарға Беҙ әжерен кәм итмәҫбеҙ.

    171. Бер ваҡыт (күләгә яһаусы болот кеүек итеп) Исраил тоҡомоның баш осона тауҙы күтәрҙек; улар, өҫтөбөҙгә тау төшәсәк икән, тип ҡурҡтылар.

    Беҙ уларға әйттек:

    — Һеҙгә биргәнемде (таҡтаға яҙылған Тәүрәтты) ҡеүәте­геҙҙән килгәнсә һаҡлаһағыҙ (боҙмаһағыҙ) һәм шунда яҙылғандарҙы онотмаһағыҙ, ҡотолорһығыҙ, — тинек. (172) Ҡиәмәт көнөндә:

    - Беҙ бынан хәбәрһеҙ инек, - тип әйтмәһендәр өсөн, Раббың әҙәм балаларынан, уларҙың тәненән тоҡомда­рын сығарҙы, уларҙы үҙенә шаһит итте һәм әйтте:

    — Мин һеҙҙең Раббығыҙ түгелме ни? — тине. Улар ҙа:

    — Әлбиттә, шаһит булдыҡ (Һин беҙҙең Раббыбыҙ), — тинеләр.

    173. — Әүәлеңдә ата-бабаларыбыҙ Аллаһтан башҡалар­га табына ине; беҙ уларҙан һуң килгән тоҡом (улар табын­ғанға табындыҡ); ялғанға эйәргәндәрҙең ҡылған эштәре өсөн беҙҙе лә һәләк итерһеңме ни инде? — тип аҡланырға теләмәһендәр өсөн (шулай эшләнек).(174) Бәлки (бер Аллаһҡа ғына инанырҙар) инҡарсылыҡтан уаз кисерҙәр тип, аяттарыбыҙҙы шулай тәфсилләп аңлатабыҙ. (175) Һин уларға үҙенә аяттар индерелгән кеше тураһында уҡып күрһәт: ул аяттарымды инҡар итте, шуға күрә, шайтан уны үҙ артынан эйәртте, ул кеше аҙғын юлға баҫты.

    176. Теләгән булһаҡ, һис шикһеҙ, аяттарыбыҙ ярҙамында Беҙ уны юғары дәрәжәгә күтәргән була инек. Ләкин ул донъя малына йәбеште һәм ҡомһоҙлоҡ нәфсеһенә эйәрҙе. Уның хәле хас эт тормошо кеүек ине. Янына табан килә башлаһаң да, телен сығарып йыш-йыш һулар, янынан китһәң дә, телен аҫылындырып һулап ҡалыр. Бына, аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға тырышыусыларҙың хәле шундай булыр. Был ҡиссаны аңлатып бир, бәлки ҙә һабаҡ алырҙар. (177) Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға теләгәндәрҙең хәле үҙҙәренә зарар эшләүсе ҡәүемдеке кеүек — ямандыр. (178) Аллаһ әмере менән барған кеше тура юлды табыр. Ул аҙаштырған кеше күп зыян күрер. (179) Дөрөҫө шул, Беҙ ендәр менән кешеләр­ҙең күбеһен йәһәннәм өсөн яралттыҡ. Уларҙың йөрәктәре лә бар, ләкин зиһендәре юҡ, күҙҙәре лә бар — күрмәй, ҡолаҡтары ла бар — ишетмәй. Улар хайуандар кеүек, хатта уларҙан да мәхлүгерәк. Сөнки улар ғәмһеҙ, наҙан; Аллаһ һүҙҙәренә иғтибарһыҙ ҡала бирәләр.

    180. Иң гүзәл исемдәр Аллаһтың исемдәреҙер. Шулай булғас, шул гүзәл исемдәр менән доғалар уҡығыҙ. Уның исемдәрен боҙоусыларҙы ташлап китегеҙ. Ҡылған гөнаһтарына күрә, улар язаһын аласаҡ.

    181. Беҙ яралтҡан халыҡтар араһында шундай бер өммәт бар: һис туктамайынса Хәҡиҡәтте (Аллаһ әмерҙәрен) алға ебәреүсе, ғәҙеллек урынлаштырыусы. (182) Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға тырышыусыларҙы, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, әкрен-әкрен һәләкәткә килтерәбеҙ.

    183. Мин уларға кисектереү (бер аҙ ваҡыт, кисектереү, һынау ваҡыты) бирәм, әммә минең язам (хәйләм) бик тә хәтәр буласаҡ. (184) (Мөхәммәдтең) аҡылдан яҙмағанлығы тураһында ҡәүемдәштәре уйлап ҡараманымы ни? Ул бары тик (алда ҡурҡыныс яза барлығы тураһында) иҫкәртеүсе генә. (185) Күктәр һәм Ерҙәге төҙөк тәртип (менән идара итеүсе Аллаһ икәнле­ге) тураһында уйлап ҡараманылармы? Аллаһ яралтҡан һәр нәмәгә иғтибар итеп, әжәлдең (бөтөн донъя ғарасатының) киләсәгенә ышанып ҡарамайҙармы? Шулай булғас, улар (Ҡөръәндән башҡа) тағын ниндәй китапҡа ышанырҙар икән инде? (186) Аллаһ аҙаштырған кешегә Аллаһтан башҡа тура юл күрһәтеүсе булмаҫ. Һәм Ул уларҙы аҙғынлыҡ эсендә аҙашҡан килеш ҡалдырыр. (187) Һинән Ҡиәмәттең ҡасан киләсәге тураһында һорайҙар. (Әйтерһең дә, һин быны бе­ләһең.) Әйт һин уларға:

    — Был туралағы мәғлүмәт фәҡәт Аллаһтың үҙендә генә(ҙер), — тип. — Уның ваҡытын Унан башҡа зат асыҡлай алмаҫ. Күктәр һәм Ерҙәгеләргә лә был ауыр мәсьәлә. Ул һеҙгә ҡапыл килер, — тип. — Был туралағы мәғлүмәт фәҡәт Аллаһтың үҙендә генә, — тип. — Кешеләрҙең был турала ғилеме юҡ. (188) Әйт:

    — Мин Аллаһтың әмеренән башҡа үҙемә файҙа ла, за­рар ҙа эшләй ала торған көскә эйә түгел, — тип. — Әгәр ҙә мин серҙәрҙе белһә инем, әлбиттә, үҙемә тағын да күберәк файҙа эшләгән булыр инем һәм миңә һис бер әшәкелек йоҡ­маҫ ине. Мин бары тик иман килтергәндәргә вәғәз һөйләүсе һәм ҡыуаныслы хәбәрҙәр еткереүсе генә, — тип.

    189. Һеҙҙе бер йәндән (Әҙәмдән) яралтҡан да, уның хозуры өсөн ҡатынын (Һауаны) яралтҡан да — Улдыр. Ул уны ҡаплағас, (Һауа) еңел йөклө булды. Ул бер аҙ ваҡыт шулай йөрөнө. Йөгө ауырайғас, Раббыға:

    — Әгәр ҙә Һин беҙгә изгелекле, кәмселекһеҙ бер бала бирһәң, беҙ, һис шикһеҙ, шөкөр итеүселәрҙән булыр инек, — тип доға ҡылдылар. (190). (Аллаһ) уларға сәләмәт бала биргәс, һуңынан кешеләр был баланы Аллаһҡа тиңләштерҙеләр. Аллаһ улар тиңләштергәндән өҫтөн. (191) Улар бит үҙҙәре яралтылған кешеләр. Ҡулдарынан һис нәмә килмәгән, булдыҡһыҙ шул нәмәләрҙе улар (Аллаһҡа) тиң һынайҙармы?

    192. Улар (уйҙырма Илаһтар) башҡаларға ла, хатта үҙҙәренә үҙҙәре лә ярҙам итә алмаҫ. (193) Тура юлға са­ҡырһағыҙ ҙа, улар һеҙгә эйәрмәҫ; саҡырмаһағыҙ ҙа эйәрмәҫ, һеҙгә барыбер (нәтижәһе булмаҫ). (194) Аллаһты инҡар итеп, та­бына торғандарығыҙ ҙа һеҙҙең кеүек ҡолдарҙыр. (Әйткәне­геҙ) дөрөҫ булһа, уларҙы (ғийбәҙәт ҡылып) саҡырығыҙ, улар һеҙгә (доғаларығыҙға) яуап бирһен. (195) Уларҙың (һындар­ҙың) йөрөр өсөн аяҡтары бармы, әллә тота торған ҡулдары бармы, әллә күрә торған күҙҙәре бармы, юҡһа, ишетә торған ҡолаҡтары бармы? Әйт:

    - Табынғандарығыҙҙы саҡырығыҙ, унан һуң үҙегеҙ бул­дыра алғанса миңә тоҙаҡ ҡороғоҙ, миңә хатта күҙ асырға ла ирек бирмәгеҙ, - тип. (196) - Шик юҡ, минең ярҙамсым — Китап индергән Аллаһ. Ул бөтөн ихлас изгелеклеләрҙең ярҙамсыһыҙыр. (197) Аллаһтан башҡа һеҙ табына торған һындар һеҙгә лә, үҙҙәренә лә ярҙам итерлек ҡеүәткә эйә түгел. (198) (Кәферҙәрҙе) тура юлға сығарырға теләһәгеҙ, улар һеҙҙе ишетмәҫ, һин уларҙың һиңә ҡарап торғандарын күрерһең, ләкин улар һине күрмәҫ. (199) (Эй, Рәсүлем) һин ярлыҡаныу юлын тот (киң күңелле бул, кешеләрҙе кисерә бел). Изгелеккә саҡыр һәм наҙандарҙан йыраҡ тор. (200) Шайтан һине (юлдан яҙырға, гөнаһ ҡылырға) ҡоторта башлаһа, Аллаһҡа һыйын. Ул ишетеп-күреп тора. (201) Тәҡүәлеккә ирешкәндәргә шайтан ҡотортоуы ҡағыла башлаһа, (Аллаһты иҫкә төшөрөп, зикер итәләр) һәм тура юлды бик тиҙ табалар. (202) (Шайтандар иһә) дуҫтарын (наҙандарҙы, боҙоҡлоҡҡа тартылғандарҙы) аҙғынлыҡҡа һөйрәйҙәр, унан һуң инде улар (тоҙаҡҡа эләккәндәрҙе тиҙ генә) ысҡындырмайҙар.

    203. Әгәр ҙә һин уларға мөғжизә (аяттар) килтермәйенсә торһаң, улар:

    (Ни өсөн былай оҙаҡланың?) Үҙеңдән сығарып туплаһаң (һөйләһәң) ине, — тип әйтәләр.

    Әйт:

    — Мин бары тик Аллаһ уахи иткән әмерҙәр буйынса ғына эш йөрөтәм. Был өръән) — Раббыбыҙҙан килгән күңел күҙҙәре­геҙҙе аса торған аяттарҙыр; иман килтергәндәр өсөн тура юл һәм мәрхәмәттер, — тип.

    204. Ҡөръән уҡылғанда бер тауышһыҙ тыңлағыҙ: һеҙ Аллаһтың ярлыҡауына юлығырһығыҙ. (205) Иртәләрен, кистәрен үҙ алдыңа, ҡаты булмаған тауыш менән, ялбарыу менән, ҡурҡыу менән Раббыңды иҫкә ал (ғийбәҙәт ҡыл, намаҙ уҡы). Хәбәрһеҙҙәрҙән (ғәмһеҙҙәрҙән) булма. (206) Шик юҡ, Раббы ҡатындағылар (фәрештәләр) Уға ҡоллоҡ итеүҙәре менән тәкәбменәннмәйҙәр. Уны маҡтайҙар һәм бары тик Аллаһҡа ғына сәждә итәләр.
    8 — Әнфәл (Табыш малы) сүрәһе.
    (Әнфәл сүрәһе 75аяттан тора. Мәҙинә-и Мөнәүүәрәлә ингән. Әнфәл — һуғышта ҡулға төшөрөлгән байлыҡ, ғәнимәт тигән һүҙ.)

    Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

    1. Һуғышта алынған ғәнимәт тураһында һинән һорайҙар, әйт һин уларға:

    — Ғәнимәттәр Аллаһ менән Пәйғәмбәр ҡарамағында, —тип. — Шуға күрә, әгәр ҙә һеҙ мөьмин булһағыҙ, үҙ-ара татыу булығыҙ, Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм Рәсүленә итәғәт итегеҙ.

    («Бәдер һуғышында мосолмандар еңеп, кәферҙәр ҡаса башлағас, мосолмандарҙың бер өлөшө кәферҙәрҙе ҡыуа китә, икенсе төркөм Рәсүлде һаҡлап ҡала, өсөнсөһө иһә табыш йыйыу менән мәшғүл була. Һуңынан барыһы ла бер урынға йыйылғас, мал хаҡында һүҙ сыға. Был аят шул хаҡта».Хәсән Чантай тәфсиренән.)

    2. Аллаһты зикер иткәндә уларҙың йөрәктәре тетрәр, уларға Уның аяттары уҡылғанда уларҙың имандары артыр, улар бары тик Аллаһ хөкөмдәренә генә таянып эш итәләр. Бына шулар була инде ысын мөьминдәр. (3) Улар намаҙҙа­рын дөп-дөрөҫ уҡыйҙар һәм үҙҙәренә индерелгән ниғмәттәр­ҙе (Аллаһ юлында) сарыф итәләр. (4) Бына шулар була инде ысын мосолмандар. Улар өсөн Аллаһ ҡатында оло дәрәжәләр, ярлыҡауҙар һәм йомарт ризыҡ бар.

    5. (Бәдер һуғышында ҡулға төшкән ғәнимәтте бүлешкәндә, ҡайһы бер мосолмандар: мал дөрөҫ бүленмәне, тип ризаһыҙлыҡ бел­дерделәр.) Раббың (дошмандарға ҡаршы һуғышыр өсөн) һине хаҡлыҡ менән өйөңдән сығарҙы, ләкин ҡайһы бер мосолмандар (һуғышҡа барырға) һис теләмәне. (6) Дөрөҫлөк уртаға сыҡҡандан һуң да улар һинең менән бәхәсләшә, әйтерһең дә, уларҙы күренеп торған үлемдең күҙенә һөйрәп алып баралар. («Һижрәттең икенсе йылында Мәккә кәферҙәренең сауҙа карауанын Әбү Суфьян Шамға алып китә. Былар элегерәк мосолмандарҙың малын талап, ватандарынан ҡыуған ҡурайштар ине. Карауандың юлға сыҡҡанлығы тураһында хәбәр алғас, Мөхәммәд Рәсүлүллаһ (с.г.с.) был карауанды ҡулға төшөрөү өсөн, өс йөҙҙән артыҡ һуғышсы менән юлға сыға. Был турала хәбәр алғас, Әбү Суфьян ҡурҡы­ныс тураһында Мәккәгә хәбәр юллай һәм карауанды башҡа юлдан алып китә. Шулай итеп, ул карауанды ҡотҡара. Мөшриктәр мең кешелек ғәскәр менән юлға сыға. Мосолмандар карауан менән түгел, мөшрик ғәскәре менән осрашыу мәжбүрендә ҡала. Аранан береһе:

    Беҙ һуғышыр өсөн әҙер түгел, беҙ бары тик карауанды талар өсөн сыҡтыҡ, — тине һәм ҡайһы берҙәре һуғышмаҫҡа теләп, сигенә башланы.

    Тора-бара бөтөнөһө бергә һуғышырға булды һәм һуғышта мосолмандар еңеү ҡаҙанды».Хәсән Чантай тәфсиренән.)

    7. Иҫегеҙҙәме, Аллаһ, табыш булараҡ, һеҙгә ике төркөм­дөң берһен вәғәҙә иткән ине, һеҙ ҡоралһыҙ карауанды алырға теләнегеҙ. Аллаһ үҙ һүҙҙәре менән Хәҡиҡәтте өҫкә сыға­рырға теләп, ҡораллы (Ҡурайш ғәскәрен) кәферҙәрҙе ҡырып бөтөрөргә ҡушты. (8) Кәферҙәр быны ярамаҫ эш тип һанаһалар ҙа, Аллаһ Хәҡиҡәтте өҫкә сығарыр өсөн, яманды бөтөрөү өсөн шулай мәғҡуль күрҙе. (9) (Һуғышҡа керер алдынан) һеҙ Аллаһтан ярҙам һорап, доға ҡылдығыҙ, Аллаһ доғағыҙҙы ҡабул итте һәм әйтте:

    — Һеҙгә ярҙам итер өсөн мин һеҙгә бер-бер артлы мең фәрештә ебәрәм, — тине.

    (Мосолмандар өс йөҙ кеше булып, мөшриктәр мең кеше ине. Шуға ла ҡарамаҫтан, мосолмандар еңеү яуланы.)

    10. Аллаһ быны һеҙҙең күңелдәрҙе ҡыуандырыр өсөн, ты­нысландырыр өсөн эшләне. Сөнки ярҙам бары тик Аллаһ­тан ғына. Аллаһ — мотлаҡ еңеүсеҙер, ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһеҙер. (11) Шул ваҡытта (һуғыш алдынан) үҙ тарафынан миһырбанлыҡ менән һеҙҙе (ял итеп алһындар, ҡеүәт йыйһындар өсөн) йоҡоға талдырҙы; һеҙҙе сафландырыу-пакландырмыу өсөн, шайтандың вәсүәсә юшҡынынан таҙартыр өсөн, күңелдәрегеҙҙе бер-берһенә яҡынайтыу өсөн, аяҡ баҫҡан ерегеҙҙе (теҙ быуындарығыҙҙы) нығытыр өсөн, Күктән ямғыр яуҙырҙы.

    («Ҡурайш ғәскәре алданыраҡ килеп, Бәдер ҡойоһы янында урынлаша. Ислам мөжәһиттәре иһә һыуһыҙ ҡала Ҡомло ерҙә йөрөү ҡыйынлаша, иркенләп хәрәкәт итергә мөмкинлек булмай. Шайтан мосолмандар күңеленә вәсүәсә һала: үҙегеҙ Аллаһтың һөйөклө кешеләребеҙ, тип әйтәһегеҙ, үҙегеҙ һыулы урынға ла ерләшә алмағанһығыҙ, ти. Ямғыр яуғас, мосолмандар һыуға туйыналар, шайтандың вәсүәсәһе юҡҡа сыға. Ямғырҙан һуң ҡом тығыҙлана, һуғышыр өсөн, йөрөр өсөн уңай була. Мосолмандарҙың күңеле күтәрелә». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

    12. Бына Раббы фәрештәләренә бойороҡ күндерҙе: — Ышанығыҙ, мин һеҙҙең менән бергә булырмын; бары­ғыҙ, иман килтергәндәргә ярҙамсы булығыҙ; Мин кәферҙәрҙең йөрәгенә ҡурҡыу һаласаҡмын; уларҙың муйын тамырҙары­на һуғығыҙ; уларҙың бөтөн бармаҡтарына сабығыҙ, — тине. (13) Бының сәбәбе шулдыр: улар Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә ҡаршы төштөләр. Кем Аллаһҡа һәм Рәсүленә ҡаршы төшә, уларға Аллаһтың хәтәр язаһы иңәсәк. (14) Бына, был язаны күргәнһегеҙҙер бит, хәҙер шул ғазаптарҙы татып ҡарағыҙ. Кәферҙәргә (йәһәннәм) ут әҙерләнгән. (15) Әй, мөьминдәр, кәферҙәр ғәскәре менән йөҙгә йөҙ осрашҡан саҡтарҙа ҡурҡып ҡасмағыҙ. (16) Яңынан һуғышыр өсөн сигенеү, үҙегеҙҙекеләр менән ҡушылыу йәки уңай урын алыу өсөн, ваҡытлыса һуғыш ҡырынан китеү ярай. Әммә башҡа шарттарҙа сигенеү — Аллаһтың язаһына дусар булыу, тигән һүҙ. Уларҙың урыны — йәһәннәмдер. Ул бик тә хәтәр яза урыны.

    (Бәдер һуғышы ваҡытында Мөхәммәд (ғәләйһиссәлләм) мөшриктәргә ҡаршы бер ус тупраҡ һипте, шуның менән дошмандарҙың күҙе томанланды, ғәйрәттәре шиңде, мосолмандар хәтәр һуғышып, етмеш дошманды үлтерҙе, етмешен әсир итте. Мин фәлән ҡәҙәр дошманды үлтерҙем, мин төгән ҡәҙәреһен үлерҙем, тип маһай­ғандарға Аллаһ әйтте):

    17. - Уларҙы һеҙ үлтермәнегеҙ, фәҡәт Аллаһ үлтерҙе; (туп­раҡ) һибеүҙе лә һин һипмәнең, Аллаһ һипте; был эштәрҙе Аллаһ мөьминдәрҙе һынар өсөн башҡарҙы. Шик юҡ, Аллаһ барыһын да ишетеп тороусы, белеп тороусы. (18) Барыһы ла нәҡ шулай. Шик юҡ, Аллаһ кәферҙәр ҡорған тоҙаҡтарҙы емерә.

    19. (Әй, кәферҙәр) һеҙ еңеү теләгән инегеҙ, (мосолмандар­ға) еңеү килде. Әгәр ҙә һеҙ (Аллаһты инҡар итеүҙән) уаз кисһәгеҙ (йәки мосолмандарға ҡаршы һуғыштан баш тартһағыҙ) үҙегеҙ өсөн хәйерле булыр. Әгәр йәнә һуғыш башлаһағыҙ (Пәйғәмбәргә дошманлыҡты дауам итһәгеҙ), Беҙ ҙә уға ярҙамға килербеҙ. Ғәскәрегеҙ ни ҡәҙәр күп булһа ла, файҙа булмаҫ. Аллаһ мөьминдәр менән бергә.
    1   ...   15   16   17   18   19   20   21   22   ...   64


    написать администратору сайта