Главная страница

КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим


Скачать 3.18 Mb.
Название билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
Дата04.02.2022
Размер3.18 Mb.
Формат файлаdoc
Имя файлаКОРАН баш.doc
ТипДокументы
#351235
страница27 из 64
1   ...   23   24   25   26   27   28   29   30   ...   64

28. Шулай итеп, Аллаһ фәрештәләргә әйтте:

— Мин зыңғылдап торган (саф) балсыҡтан, уға рәүеш биреп, бер кеше яралтасаҡмын. (29) Уға рәүеш биргәс, йән өрөлгәс, һеҙ уға сәждә итерһегеҙ, — тине. (30) Фәрештәләрҙең барыһы ла шунда уҡ сәждә итте. (31) Иблистән башҡалары. Ул сәждә итеүселәр менән сәждәгә йығылманы. Баш тартты.

32. — Әй, Иблис, ни өсөн һин сәждә итеүселәр менән бергә түгел инең? Сәждә итмәүеңдең сәбәбен әйт, - тине Аллаһ.

33. — Ни эшләп мин кибеп бөткән балсыҡтан яһалған бер кешегә сәждә итәйем! (сөнки мин уттан яралтылған зат), — тине Иблис.

34. Аллаһ бойорҙо:

— Кит бынан! Мин һине (ләғнәт ебәреп) ҡыуа­м! — тине. — (35) — Хаҡтыр, һин Ҡиәмәт көнөнә саҡлы ләғнәтләнгән килеш ҡалырһың.

36. — Раббым, — тине Иблис. — Бөтөн кешеләр яңынан терелгәненә саҡлы (язамды кисектер) форсат бир миңә.

37. Аллаһ әйтте:

— Ысындан да, һин кисектерелгәндәрҙең берһе. (38) Мәғлүм бер ваҡытҡа саҡлы.

39. (Иблис) әйтте:

— Раббым, мине (тура юлдан) яҙҙырғаныңа күрә, мин дә Ер йөҙөндәгеләргә гөнаһтарын ләззәтле һәм гүзәл ғәмәл итеп күрһәтермен һәм юлдан яҙҙырырмын. (40) Тура ҡолдарыңдан ҡалған барсаһын, — тине.

41. Шулай бойорҙо:

— Ана шул юл — Минең тарафҡа тура юл булыр. (42) — Шөбһәһеҙ, ҡолдарым өҫтөнән һин хакимлыҡ итә алмаҫһың. Аҙғын­лыҡҡа батҡандарҙан тыш. (43) Хаҡтыр, йәһәннәм улар өсөн ҡоролған урын. (44) Йәһәннәмдең ете ҡапҡаһы бар. Кешеләр (ни дәрәжәлә ҡылған гөнаһтарына күрә) төркөм-төркөм шул ҡапҡаларҙан керер.

(«Ҡайһы бер дин ғалимдарҙың әйтеүенә ҡарағанда, беренсе төркөм Һәүийә ҡапҡаһынан керер: улар — гөнаһлы мосолмандар. Икенсеһе

Саҡар: йәһүдтәр өсөн; өсөнсөһө — Сәғийр: христиандар өсөн; дүртенсеһе — Жаһим: Ҡояш, Ай, йондоҙҙарға табыныусылар (Сәбийә) өсөн; бишенсеһе — Ләзә: утҡа табыныусыларға; алтынсыһы — Хүтәмә: боттар, һынға, һәйкәлдәргә табыныусылар өсөн;етенсеһе: монафиҡтар өсөн». Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

45. (Аллаһтың язаһынан ҡурҡып, Уның юлында тоғро булып тормош кисергән) тәҡүә мосолмандар, һис шикһеҙ, йәннәт баҡсаларында, шишмә буйҙарында буласаҡ. (46) Уларға:

- Именлек һәм сәләмәтлек менән керегеҙ, — тип әйтелер.

47. Беҙ улар күңелендәге (хөсөтлөк, мәкер) сәнскеләрҙе һурып алдыҡ: улар инде туғанлашып, ултырғыстарға ҡапма-ҡаршы ултырасаҡ. (48) Улар шунда бер ҡасан да (ауыр эш эшләп) алйымаясаҡ һәм уларҙы унан бер кем бер ҡасан да сығармаясаҡ. (49) (Ий, Рәсүлем) ҡолдарыма Минең ярлыҡаусы һәм ғәфү итеүсе икәнемде һөйлә. (50) Мин бирәсәк язаның бик тә хәтәр буласағын да белдер. (51) Уларға Ибра­һим өйөнә килгән ҡунаҡтар (фәрештәләр) менән булған ваҡиға тураһында ла хәбәр бир. (52) Ибраһим өйөнә кергәс, ҡунаҡтар әйтте:

- Сәләм, — тинеләр. Ибраһим иһә уларға:

— Дөрөҫөн әйтәйем, һеҙҙән ҡурҡабыҙ, — тине. (53) Тегеләр әйтте:

— Ҡурҡма, беҙ һинең ғилемле улың тыуасағы тураһында хәбәр килтерҙек, — тинеләр. (54)

- Ҡартлығым килеп еткәс кенә һеҙ мине (балаң тыуа­саҡ, тип) ҡыуандырырға килдегеҙме? Мине нәмә менән ҡыуандырасаҡһығыҙ? — тине Ибраһим. (55) — Беҙ һиңә дөрөҫөн һөйләргә килдек, аң бул, өмөтөңдө өҙмә, — тинеләр. (56) — Раббымдың рәхмәтенән бары тик юлдан яҙғандар ғына өмөт өҙә, — тине Ибраһим. (57) — Әй, илселәр, тағын ниндәй йомошоғоҙ бар? — тине Ибраһим. (58) Әйттеләр:

— Беҙ гөнаһлы халыҡтарға (һәләк итергә) күндерелдек.

(59) Лут ғәйләһенән тыш. (Лутныҡыларҙы) ҡотҡарасаҡбыҙ.

(60) Луттың ҡатынынан башҡаһын (ҡотҡарасаҡбыҙ). Уны (ҡатынды) беҙ (язаға тартыр өсөн) аҙғындарҙан һананыҡ.

(61) Илселәр Лут ғәйләһенә килгәс, (62) Лут уларға:

— Дөрөҫөн әйтәйем, һеҙ мин танығандарҙан түгел, — тине (63) (Ҡунаҡтар) әйтте: — Беҙ улар (кәферҙәр) шикләнеп ҡараған нәмәне (ғазапты, һәләкәтте) алып килдек. (64) Һиңә Хәҡиҡәт алып килдек. Беҙ дөрөҫөн һөйләйбеҙ. (65) Төн урталарында ғәйләңде юлға сығар, үҙең дә уларҙан ҡалма. Һаҡ булығыҙ, артығыҙға боролоп ҡарамайынса, бойоролған яҡҡа китегеҙ, — тинеләр. (66) Уға (Лутҡа) ошо хөкөмөбөҙҙө уахи иттек:

— Таң атҡанда уларҙың (Луттың гөнаһлы ҡәрҙәштәренең) юлы, һис шикһеҙ, киҫеләсәк. (67) Шәһәр ирҙәре (шәһүәти ҡытыҡланыу) ҡыуаныс менән (сибәр егеттәр ҡиәфәтенә кергән) фәрештәләр янына килде. (68) Лут уларға әйтте:

— Былар минең ҡунаҡтарым, — тине. (69)(Уларға ҡағылып) зинһар, мине оятҡа ҡалдырмағыҙ, Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡығыҙ, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәгеҙ.

70.(Беҙҙең был эштәребеҙгә ҡыҫылма) бөтөн ерҙән килгән егеттәрҙе өйөңә керетеп ҡунаҡ итмә, тимәнекме?

71. — Бына һеҙгә ҡыҙҙарым! (Улар менән теләгәнегеҙсә) ҡыланығыҙ (кәрәкһә, өйләнегеҙ, ҡунаҡтарыма ғына ҡағылмағыҙ), - тине.

72.(Рәсүлем) Һинең ғүмерең менән ант итәм, улар (енси-шәһүәти боҙоҡлоҡ) иҫереклек эсендә аҙашып йөрөй торған хәлдә ине. (73) Ҡояш сыҡҡан саҡта уларҙы дәһшәтле-ҡурҡыныс бер тауыш баҫты. (74) Шулай итеп, Беҙ улар өлкәһендәге ерҙең аҫтын өҫкә килтерҙек. Баштарына яндырылған таштар яуҙырҙыҡ. (75) Хаҡтыр, ғибрәт алыусылар өсөн бында хикмәттәр бар. (76) Улар (хәрәбәләр) һаман үтеп-һүтеп йөрөй торған юл өҫтөндә тора.

(«Лут халҡы араһында күтләклек (педерастия) боҙоҡлоғо тарал­ған була. Шул гөнаһтары өсөнАллаһ Тәғәлә улар өҫтөнә дәһшәтле-ҡурҡыныс тауыш ишеттерә, тауыштан һуң ер тетрәй баш­лай, баштарына таш яуҙыра, уларҙың шәһәре хәрәбәләргә әүерелә. Халыҡ юҡҡа сыға».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

77. Ысынлап та, бында (был ваҡиғаларҙа) иманлы ке­шеләр өсөн бер ғибрәт бар.

78. Әйкә халҡы ла ысынлыҡта ғәҙелһеҙ-залим ҡәүем ине.

79. Беҙ уларға яза бирҙек. Икеһе лә (Әйкә менән Мәдйән халыҡтары) күренеп тора торған юл өҫтөндә (ге хәрәбәләр аҫ­тында).

80. Бына тағын Хижр халҡы ла пәйғәмбәрҙәрен ялған­сыға сығарҙы.

81. Беҙ уларға мөғжизәле аяттарыбыҙҙы индерҙек, ләкин улар баш тартты. (82) Улар именлек өсөн ҡая-тауҙарҙы тишеп, өйҙәр яһанылар. (83) Уларҙы ла иртәнге яҡта ҡурҡыныс тауыш (һәләкәт) ҡапланы. (84) Йыйған байлыҡта­ры уларҙы һис бер язанан ҡотҡара алманы. (85) Беҙ күктәрҙе, Ерҙе һәм улар араһындағыларҙы хаҡлыҡ менән яралттыҡ. Ул Сәғәт иәмәт), һис шикһеҙ, һуғасаҡ. Хәҙерҙән үк уларға хөрмәт менән ҡара. (86) Дөрөҫтән дә, Раббың бар итеүсе, һәр нәмәне белеп тороусы. (87) Хаҡтыр, Беҙ һиңә ҡабатланыусы ете аятты һәм изге Ҡөръәнде бирҙек.

(«Бер хәдистә был аяттарҙың ете аяттан торған Фатиха сүрәһе икәнлеге әйтелә. Фатиха сүрәһе һәр рәкәғәттә ҡабатлана».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

88. Һаҡ бул, беҙ уларҙың бер ҡәүеменә биргән донъя малына ҡыҙығып ҡарама, уларға эсең бошмаһын һәм мөьминдәргә кесе күңелле бул.

89. Әйт:

— Хаҡтыр, мин бары тик (гөнаһ ҡылһағыҙ, язаланыр­һығыҙ, тип) киҫәтеүсе генә, — тип.

90. Фетнә ҡороусыларға Беҙ ғазап индерҙек. (91) Улар Ҡөръәнде уаҡ-уаҡ киҫәктәргә бүлгеләнеләр. (92) Валлаһи, тип әйтәм, беҙ уларҙы яуапҡа тартырбыҙ. (93) Ҡылған гөнаһтары өсөн. (94) Бойоролғандарҙы яҡшы аңлат һәм (Аллаһҡа) тиң (тип ташҡа, ботҡа) табынғандарҙан йыраҡ тор. (95) Һине мыҫҡыллағандарға ҡаршы көрәшергә Беҙҙең ярҙамы­быҙ етер. (96) Улар: Аллаһ менән бер дәрәжәлә, тип, башҡа бер уйҙырма тәңрегә табына башланылар. Оҙаҡламай барыһы ла асыҡланасаҡ. (97) Улар һөйләгәндәргә һинең (күкрәгең ҡыҫылып) йәнең һыҡрағанды ла бик яҡшы беләм. (98) Һин бөгөндән Раббыңды маҡтауҙы данла, тәсбих әйт һәм сәждә иткәндәр сафында бул. (99) Әжәлең килгәнгә ҡәҙәр Раббыңа ғибәҙәт ҡыл.
16 — Нәхел (Бал ҡорто) сүрәһе.
(Нәхел — Бал ҡорто сүрәһе 128 аяттан тора. 68 нсе аяттә бал ҡорто тураһында яҙылғанға күрә, «Нәхел» исемен йөрөтә.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Аллаһтан әмер иәмәт көнөнә ҡәҙәр гөнаһ ҡылғандар­ға ниндәй хәтәр язалар биреләсәге тураһында киҫәтеүсе Ҡөръән) килде. Уны (Ул бирәсәк язаларҙы) ашыҡтырмағыҙ. Аллаһ кәферҙәр тәңрегә тиң күргән нәмәләрҙән йыраҡ тора һәм Ул уларҙан өҫтөн (Аллаһ бөйөк).(2) Ул Үҙенең әмере менән теләгән ҡолдарына (пәйғәмбәрҙәргә) уахи аша иҫкәртеү индерҙе:

— Минән башҡа тәңре булмағанлығы тураһында киҫәте­геҙ һәм гөнаһ ҡылыуҙан ҡурҡығыҙ. — тип иҫкәртеү индерҙе.

3. Ул күктәрҙе һәм Ерҙе Хәҡиҡәт (тең тантана итеүе) өсөн яралтты. Ул (кәферҙәрҙең Аллаһҡа) тиң күреп табынғандарынан өҫтөн.

4. Әҙәмде Ул бер тамсынан яралтты. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, ул (Әҙәм заты) дошманлаша.

(Ш. Ноғманиҙа: бер тамсы һыуҙан халиҡ ҡыла. Т. Кочигитта: бер тамсы һыуҙан яралтты. М. Алидә: из малой капли жизненной, «малая капля жизненная» — это сперматозоид, находящийся в семенной жидкости.)

5. Малдарҙы (дөйә, ишәк, кәзә, һарыҡ, һыйырҙарҙы ла) һеҙҙең файҙаға яралтты (атланып йөрөргә, ямғыр-ҡарҙан һаҡланыу өсөн йөндәренән, тиренән йылы кейем тегергә). Ризыҡланыр өсөн дә (итен ашарға, һөтөн эсергә). (6) Кисен ауҙарға яп­ҡанда ла, иртәләрен көтөүгә ҡыуғанда ла һеҙҙең өсөн был малдарҙа матурлыҡ һәм ҡыуаныс бар. (7) Улар һеҙҙең тауарҙарығыҙҙы төйәп, (шул йөк хайуандары булмаһа, ул араларға барып та етә алмаған булыр инегеҙ, барып еткәндә лә, ярты йәнегеҙ сыҡҡан булыр ине) йыраҡ мәмләкәттәргә алып бара. Шик юҡ, Раббығыҙ ярлыҡаусы, миһырбан эйәһеҙер. (8) Атланып йөрөр өсөн, мәртәбәләр (тантаналар) өсөн аттар­ҙы, ҡасырҙарҙы, йөк ташыр хайуандарҙы (дөйәне)яралттыҡ. Һеҙ әлегә белмәгән башҡа бик күп нәмәләрҙе яралтырбыҙ.

9. Тура юлға бары тик Аллаһ ҡына күндерә ала. Яңғылыш юлдағылар ҙа бар. Аллаһ ихтыяр итһә, барығыҙҙы ла, һис шикһеҙ, тура юлға күндергән булыр ине. (10) Ул һеҙҙең өсөн күктән ямғыр яуҙырҙы. Эсәр өсөн һыу бирҙе, хайуандарығыҙ утлап йөрөһөн өсөн үләндәр үҫтерҙе. (11) (Аллаһ) һеҙҙең өсөн игендәр, зәйтүндәр, хөрмә ағастары, йөҙөмдәр һәм еләк-емештәрҙең һәр берһен үҫтерҙе. Быларҙа башында фекере булған кеше өсөн, әлбиттә, Аллаһтың барлығына, Уның сикһеҙ ҡөҙрәтенә дәлил бар. (12) Төндө, көндө, Ҡояшты, Айҙы һеҙҙең өсөн бар итте. Йондоҙҙар ҙа Уның әмеренә буйһона. Хаҡтыр, быларҙың һәр берһендә аҡы­лы башында булғандар өсөн ғибрәттәр бар. (13) Һеҙҙең өсөн Ер өҫтөн төрлө төҫтә (сәскәләр, үҫемлектәр) яралтты. Өгөт алырҙай зиһенлеләргә бында, әлбиттә, иҫбат-дәлил бар. (14) Саф ит (балыҡ) ашаһындар тип, зиннәттәр (ынйы-мәрйендәр) сығарһындар тип, Ул һеҙҙең өсөн диңгеҙҙе ярал­тты. Күрәһеңме, кәмәләр (диңгеҙ һыуҙарын) ярып йөҙөп йөрөй; (ул кәмәләрҙә әҙәмдәр Аллаһтың) рәхмәтен эҙләһендәр һәм (бар табыштарына) шөкөр итһендәр өсөн.

15. Һеҙ тетрәп һелкенмәһен тип, Ул Ер йөҙөнә ҡаты тоҡомло тауҙар теҙмәһен беркетте, йылғалар, юлдар яһатты. Ихтимал, һеҙ тура юл буйлап китерһегеҙ тип. (16) Тағын әллә ниндәй ғәләмәттәр, йондоҙҙар ҙа уларҙың юлын дөрөҫләр өсөн (яралтылды).

17. Яралтҡан менән яралтырға көсөнән килмәгән тиң буламы? Шуны ла аңлар дәрәжәлә түгелме ни һеҙ?

18. Аллаһтың бәрәкәтен (рәхмәтен, байлығын) һанарға алынһағыҙ, осона сыға алмаҫһығыҙ. Шик-шөбһәһеҙ, Аллаһ ярлыҡаусы, ғәфү итеүсе. (19) Аллаһ йәшерен эштәрегеҙҙе лә, асыҡтарын да белеп тора.

20. Аллаһты инҡар итеп, улар табынған заттар (боттар) бер нимә лә яралта алмай. Сөнки улар (боттар) үҙҙәре лә (кем­дер тарафынан) яһалған. (21) Улар йәнле түгел, үлеләр. (Улар үҙҙәренә табыныусыларҙың) ҡасан терелтеләсәктәрен дә белмәй.

22. Аллаһ бер генә. Әхирәткә ышанмағандар бар, улар­ҙың күңелдәре инҡарсы, үҙҙәре тәкәббер, маһайған кешеләр. (23) Шик юҡ, уларҙың йәшергәнен дә, йәшермәгәнен дә Аллаһ белеп тора. Аллаһ:

— Мин бөйөк, — тигәндәрҙе яратмай. (24) Уларға:

— Раббығыҙ нимә индерҙе? — тип әйтһәң:

— Боронғо әкиәттәрҙе, — тип әйтәләр.

25. Ҡиәмәт көнөнә (аҙҙырыусылар) үҙ гөнаһтары менән бергә, үҙҙәре юлдан яҙҙырған наҙандарҙың гөнаһтарын да үҙ елкәләренә төйәп алып килер. Аһ, ниндәй ауыр йөк булыр ул!

26. Уларҙан элек йәшәгәндәр ҙә (пәйғәмбәрҙәренә) хәйлә ҡорҙо. Ахырҙа Аллаһ та уларҙың йорттарын нигеҙенән алып, түбәһенә ҡәҙәр аҫтын өҫкә килтерҙе. Был ғарасат уларға көтмәгән яҡтан килеп баҫты. (27) Ахырҙа, Ҡиәмәт көнөндә (Аллаһ) уларҙы көсһөҙ итер һәм әйтер:

— Аллаһҡа тиң күреп табынған нәмәләрегеҙ арҡаһында (мөьминдәр менән) дошманлаша инегеҙ. Ул нәмәләрегеҙ ҡай­ҙа? – тип әйтер.

Ғилемле кешеләр әйтер:

— Ысындан да, бөгөн кәферҙәр көсһөҙ булып, хәтәр хәлдә ҡалды, - тип әйтерҙәр.

28. өръән менән ғәмәл ҡылмайынса) үҙҙәренә үҙҙәре яман­лыҡ саҡырған кешеләрҙең йәнен алғанда улар (мөшриктәр йән алыусы) фәрештәләргә ялбарыр:

— Беҙ бер ниндәй ҙә яманлыҡ ҡылманыҡ, — тип әйтәсәктәр. (Фәрештәләр әйтер):

— Ялғанлайһығыҙ, Аллаһ һеҙ ҡылғандарҙың барыһын да белеп тора. (29) Тик, йәһәннәм ҡапҡаһынан керегеҙ, һеҙ шунда ҡаласаҡһығыҙ. Үҙҙәрен (барса кешенән) өҫтөн ҡуйған­дарҙың урыны бик тә хәтәр урын.

30. (Гөнаһтарҙан) һаҡланғандарға:

— Раббығыҙ нимә индерҙе? — тип әйткәс, улар:

— Изгелек индерҙе, — тип әйтер. Фани донъяла изгелек ҡылғандарға изгелекле әжерҙәр булыр. Әхирәт йорто иһә бик тә хәйерлеҙер. Тәҡүә мосолмандарҙың йорто, ысындан да, Сәғәдәттер. (31) Ул урын - арыҡтарынан шишмәләр ағып тороусы Ғәден йәннәттәреҙер. Шунда һәр теләгән нәмә бар. Аллаһ Тәғәлә тәҡүә мосолмандарҙы шулай бүләкләй. (32) Саф мосолмандарҙың йәндәрен изгелек менән алғанда фәрештәләр әйтер:

- Һеҙгә сәләм. Ҡылған изгелектәрегеҙгә күрә, йәннәткә керегеҙ, — тип әйтәсәктәр.

33. (Кәферҙәр) үҙ яндарына (яза) фәрештәләре килмәҫ йәки Раббының әмере еренә етмәҫ, тип өмөт итәме? Уларҙан әүүәл йәшәгәндәр ҙә нәҡ шулай ҡыланғандар ине. Аллаһ уларға бәлә килтермәне, улар үҙҙәренә үҙҙәре бәлә килтерҙе. (34) Ахырҙа ҡылғандарының язаһы үҙҙәренең өҫтөнә төштө һәм (пәйғәмбәрҙәрҙе) мәсхәрә итеп көлгәндәре(нең язаһы) уларҙы һәр яҡлап ҡамап алды.

35. Ялған тәңреләргә табынғандар әйтте:

— Аллаһ ихтыяр иткән булһа ине, беҙ ҙә, аталарыбыҙ ҙа башҡа затҡа табынмаған булыр инек. Уның рөхсәтенән башҡа һис бер нәмәне харамға сығармаған булыр инек, — тинеләр. Уларҙан алда йәшәгәндәр ҙә шулай ҡыланған ине. Аяттарыбыҙҙы асыҡ-теүәл итеп аңлатыуҙан, киҫәтеүҙән баш­ҡа пәйғәмбәрҙәрҙең бүтән вазифалары бармы икән һуң?

36. Хаҡтыр, Беҙ:

— Аллаһҡа буйһоноғоҙ һәм Тағуттан ваз кисегеҙ, — тип киҫәтһендәр өсөн, пәйғәмбәрҙәр күндерҙек. Аллаһ уларҙың (мөшриктәрҙең) бер ҡәүемен тура юлға күндерҙе. Бер ҡәүемен иһә аҙаштырҙы. Ер өҫтө буйлап сәйәхәт итегеҙ һәм ҡарағыҙ, инҡар итеүселәрҙең яҙмышы нимә менән бөттө икән?

(«Тағут—Хаҡ Тәғәләне танымайынса, инҡар итеп, аҙған, аҙашҡан һәр кешегә һәм шайтанға ҡарата ҡулланыла торған һүҙ».

Хәйретдин Ҡараман, Садретдин Ғүмүш тәфсирҙәренән.)

37. (Ий, Рәсүлем) һин уларҙың тура юлға баҫмағандарына ҡайғыраһың, ләкин һин белеп тор, Аллаһ ихтыяр итмәһә, аҙашҡандарҙы тура юлға сығармаҫ. Уларҙың ярҙамсыһы дла булмаҫ (Уларға тура юл күрһәтеүсе лә булмаҫ).

38. Улар үҙҙәренең иң оло анттары — Аллаһ исеме менән:

— Валлаһи, Аллаһ үлгәндәрҙе терелтмәйәсәк, — тип ант иттеләр. Юҡ шул (улар хаҡлы түгел), Аллаһ вәғәҙәһендә торасаҡ (үлеләрҙе терелтәсәк). Ләкин был турала күбеһе белмәй. (39) Бәхәс күтәргән мәсьәләләрҙе асыҡлар өсөн, динһеҙҙәрҙең ялғансы икәнен күрһәтер өсөн Ул уларҙы терелтәсәк.

40. Беҙ берәй нәмә булыуын теләһәк:

— Бар бул, — тип әйтәбеҙ. — Һәм ул әйбер шунда уҡ барлыҡҡа килә.

41. Рәнйетеүҙәргә сыҙай алмайынса, Аллаһ юлы менән һижрәт иткәндәрҙе Беҙ яҡшы ерҙәргә урынлаштырабыҙ. Бе­леп тороғоҙ, Әхирәттең әжере унан да яҡшыраҡ булыр. (42) Улар (ватандарын, йорттарын, малдарын ташлап, һижрәт иткән мосолмандар) бары тик Раббыға тәүәккәл иткән сы­ҙам кешеләр.

43. Һинән алда ла Беҙ пәйғәмбәр итеп үҙҙәренә уахи индерелгәндәрҙе генә ебәрә торҙоҡ. Белмәгәнегеҙҙе белгәндәрҙән һорағыҙ. (44) Ап-асыҡ мөғжизәләр һәм китаптар менән (пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙек). Кешеләргә, үҙҙәренә индерелгәнде аңлатыу өсөн һәм уйлай-уйлай аңлаһындар тип, һиңә лә был Ҡөръәнде индерҙек.

45. Мәкер тоҙаҡтары ҡорғандар: Аллаһ әмере менән беҙҙе ер йотмаҫ йәки абайламағанда һәләкәт килмәҫ, тип, (46) йәки (тормош мәшәҡәттәре менән) мәшғүл булғанда Аллаһтың язаһы тотмаҫ, тип уйлайҙармы? Улар Аллаһты төп башына ултырта һәм (ҡасып ҡотола) алмаҫ. (47) Йәки Аллаһ уларҙы әкрен-әкрен кәметә-кәметә бөтөнләй бө­төрмәйәсәк, тип өмөт итәләрме? Шик юҡ, Раббың шәфҡәткә йомарт һәм бик мәрхәмәтле.
1   ...   23   24   25   26   27   28   29   30   ...   64


написать администратору сайта