Главная страница

КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим


Скачать 3.18 Mb.
Название билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
Дата04.02.2022
Размер3.18 Mb.
Формат файлаdoc
Имя файлаКОРАН баш.doc
ТипДокументы
#351235
страница29 из 64
1   ...   25   26   27   28   29   30   31   32   ...   64

4. Беҙ китапта Исраил тоҡомона:

— Һеҙ Ер йөҙөндә ике тапҡыр фетнә (ғәҙелһеҙлек) сыға­расаҡһығыҙ һәм аҙғынлыҡ дәрәжәһендә тәкәберләнәсәкһегеҙ, -тинек. (5) Ике янауҙың (ҡурҡыныстың) берһе килгәс, өҫтө­гөҙгә ҡеүәтле ҡолдарыбыҙҙан торған ғәскәр ебәрҙек. Улар өй буйынса йөрөп, һеҙҙе эҙәрлекләнеләр. Шулай итеп, вәғәҙәбеҙ еренә еткерелде.

(«Тәфсирҙәрҙә ҡеүәтле ҡолдарҙан торған был ғәскәр нинвалы Сәнжәриб, бабиллы Навуходоносор йәки Жалут ғәскәрҙәре икәнлеге һөйләнә. Былар Тәуратты, Аҡса мәсетен яндыралар, Исраил то­ҡомдарынан сыҡҡан ғалимдарҙы үлтерәләр һәм 70.000ләп кешене әсир итәләр. Исраил улдарының беренсе фетнәһе Зәкәрийәне үлтереү, Әрмийәне зинданға ташлау — ошо ҡырылыштарҙың сәбәбе, тип әйтелә».

Хәсән Чантай, Садретдин Ғүмүш тәфсирҙәренән.)

6. Ахырҙа уларға ҡаршы көрәштә һеҙгә йәнә (еңеү һәм өҫтөнлөк) бирҙек; малдарығыҙҙы һәм улдарығыҙҙы арттыр­ҙыҡ, халҡығыҙҙы күбәйттек. (7) Изгелек ҡылһағыҙ — үҙегеҙ өсөн, иманлыҡ ҡылһағыҙ ҙа—үҙегеҙ өсөн. Тағын башҡа төрлө яза уаҡыты килһә, йөҙөгөҙҙәрегеҙҙе ҡара итһендәр, бынан элек тә кергәндәре кеүек, йәнә мәсеткә керһендәр һәм ҡулдарына нимә эләкһә, шуны емерһендәр (тип, башығыҙға тағын дошмандарығыҙҙы үҫтерҙек).

(«Исраил токомоның икенсе тапҡыр әфәткә дусар булыуының сәбәбе хәҙрәти Йәхйәны үлтереүҙәренән һәм хәҙрәти Ғайсаны үлтерергә хәйлә ҡорғандарынан килеп сыға».Мостафа Чагрыжы тәфсиренән.)

8. Бәлки, Раббығыҙ һеҙгә миһырбанлы булыр; әгәр һеҙ яңынан фетнә ҡорһағыҙ, Беҙ ҙә һеҙҙе тағын язаға һаласаҡбыҙ. Беҙ йәһәннәмде кәферҙәр өсөн зиндан иттек.

9. Шик юҡтыр, был Ҡөръән иң тура юлға йүнәлтеүсе; изгелек ҡылған мөьминдәргә үҙҙәре өсөн бөйөк бер әжер аласаҡтары тураһында биреүселө хәбәр килтереүсе. (10) Әхирәткә ышанмағандарға килһәк, улар өсөн әрнетеүле ғазап әҙер­ләнгән. (11) Кеше яҡшылык теләп (Аллаһҡа) доға ҡылған кеүек үк, үҙенә яманлыҡ та теләй. Әҙәм заты ашҡына. (12) Беҙ төндө һәм көндө өҙрәтебеҙҙең дәлиле итеп) яралттыҡ. Төндөң дәлилен (ҡараңғылығын) һөртөп, Раббыбыҙҙан килгән ризыҡты эҙләр өсөн һәм (уаҡыт) хисабын белер өсөн көндөң дәлилен — яҡтылыҡты ҡылдыҡ, һәр нәмәне тәфсилләп аңлаттыҡ.

13. Һәр кешенең муйынына (үҙенең яҙмыш ҡошон аҫып, йәғни ғәмәл дәфтәрен) үҙ Ҡошон сорнаныҡ. Ҡиәмәт көнөндә шул (ҡош, дәфтәр) кешенең алдына (асылып) килеп ҡуна­саҡ. (14)

—Үҙ дәфтәреңде уҡы. Үҙ-үҙеңде хөкөм итергә ошо ғәмәл дәфтәрең етәр. (15) Тура юл һайлаған кеше, үҙенә яҡшы­лыҡ һайлаған булыр. Кем тура юлдан тайһа, үҙ башына булыр, һис бер гөнаһлы башҡа кешенең гөнаһын үҙ елкә­һенә алмаҫ. Беҙ пәйғәмбәр күндермәйенсә (киҫәтмәйенсә) генә бер кешегә лә ғазап бирмәйбеҙ. (16) Бер шәһәрҙе (халыҡты) һәләк итергә теләгәс, байлыҡтары менән маһайған хужаларына (изгелек ҡылығыҙ, тип) әмер бирҙек; шуға ла ҡарамаҫтан, улар боҙоҡлоҡ ҡылды, шунда улар өҫтөнә әйтелгән һүҙ хаҡҡа сыҡты. Беҙ ҙә уларҙы тар-мар иттек.

17. Нухтан һуң Беҙ күпме халыҡтарҙы һәләк ит­тек. Бәндәләренең гөнаһтарын белеп-күреп торор өсөн Раббың етә. (18) Күҙ асып йомғансы уҙып китә торған был донъяла (байлыҡ) теләгән кешегә Үҙебеҙ теләгәнсә бар нәмәне лә кисектермәйенсә бирербеҙ. Ахырҙа Беҙ уны йәһәннәмгә тығырбыҙ. Ул кеше шунда туҡмалып, (мәрхәмәтебеҙҙән) мәхрүм булараҡ (яныр өсөн) урынлашыр. (19) Мөьмин булып, Әхирәтте теләһә, Әхирәткә ярарлыҡ тырышлыҡ менән ғәмәл ҡыл­һа, бына уның тырышлығы ҡабул булыр ғары бәйәләнер).

20. Барыһына да — уларға ла, быларға ла — фани донъяны генә алға ҡуйғандарға (кәферҙәргә) ла, Әхирәтте алға ҡуйғандарға (мосолмандарға) ла Раббының хазинаһынан (теләгәндәрен) бирербеҙ. Раббыңдың хазинаһы бер кемгә лә тыйыл­маған (сикһеҙ). (21) Ҡара, Беҙ кешеләрҙе (байлыҡта) бер-берһенән өҫтөн ҡуйҙыҡ. Әлбиттә, дәрәжә һәм өҫтөнлөк мәсьәләләрендә Әхирәт тағын да бөйөгерәк.

22. Аллаһтан башҡа тәңрегә табынма (бер генә нәмәне лә, бер генә йән эйәһен дә «Илаһ» тип таныма). Ахырҙа туҡма­лырһың һәм яңғыҙ башың ҡалырһың. (23) Раббың бары тик үҙенә генә ғибәҙәт ҡылыуығыҙҙы, ата-әсәгеҙгә лә изгелекле булыуығыҙҙы ҡәтғи рәүештә бойорҙо. Уларҙың берһе йәки икеһе лә һеҙҙең янда ҡартайһа, уларға: уф (туйҙым һеҙҙән), тип әйтмәгеҙ; уларға ҡысҡырмағыҙ; икеһенә лә яҡшы мөғәмәләлә булығыҙ. (24) Миһырбан һәм түбәнселек менән улар алдын­да (күңел) ҡанаттарыңды йәй ҙә әйт:

— Раббым, сабый сағымдан алып, улар мине нисек яратып үҫтергән булһа, Һин дә уларға шулай мәрхәмәтле бул, — тип доға ҡыл. (25) Раббығыҙ һеҙҙең күңелегеҙҙә нимәләр барын (ата-әсәгеҙгә булған мөнәсәбәтегеҙҙе) бик яҡшы белеп тора. Һеҙ (ата-әсәгеҙгә) изгелекле булһағыҙ, шуны белегеҙ, Аллаһ яманлыҡтан ваз кисеп, тәүбәгә йүнәлгәндәрҙе айырыуса ярлыҡаясаҡ.

26. Туғандарыңа, мохтаждарға, юлсыға үҙ хаҡтарын бир. Мәғәнәһеҙгә исраф ҡылма. (27) Малын әрәм-шәрәм итеүселәр - шайтандың ҡәрҙәштәре. Шайтан иһә Раббыға шөкөр итмәү­се зат. (28) Үҙең дә Аллаһтан ниғмәт һорап ялбарған саҡ­та (хәйер бирә алмау сәбәпле, ҡыйынһынып) мохтаждарҙан борол­һаң, һис юғында уларға күңелдәре рәнйемәҫлек йомшаҡ һүҙҙәр әйт.

29. Ҡулыңды үҙ муйыныңа бәйләмә (һаран булма); ҡулдарыңды йәйеп тә ебәрмә (артығын йомартланма ла). Ахырҙа (һаран тип) һиңә асыуланырҙар, (малыңды туҙҙырып) һин меҫкен хәлдә ҡалырһың. (30) Раббың теләгән ҡолона ризыҡты мул бирер, теләмәгәненә кәметер. Хаҡтыр, Ул кешеләрҙең нимә ҡылғанынан хәбәрҙар, барыһын да күреп тора.

31. Фәҡир ҡалыуҙан ҡурҡып, балаларығыҙҙы үлтермә­геҙ. Беҙ уларға ла, һеҙҙең үҙегеҙгә лә ризыҡ бирәсәкбеҙ. Уларҙы үлтереү, хаҡтыр, ҙур гөнаһ.

32. Зинаға яҡын бармағыҙ. Сөнки зина — бер нәжес ғәмәлдер, бысраҡ юлдыр.

33. Хаҡлы бер сәбәп булмаһа, Аллаһ ҡушмаған йәнде ҡыйырһытмағыҙ. Кем хаҡһыҙға үлтерелһә, Беҙ уның яҡындарына (үс ҡайтарыу өсөн) хаҡ бирҙек. Ләкин ул да үс алғанда сиктәрҙе уҙмаһын. Сөнки ға инде ғәҙел миҡдарҙа үс ҡайтарырға форсат бирелде) Аллаһтан ул ярҙам алды инде.

34. Бәлиғ булғансыға саҡлы (һеҙҙең ҡарамаҡтағы) йәтимдәр малына, (шул малды арттырыу ниәтенән тыш) яҡын килмәгеҙ. Антығыҙҙы (йәтим ҡаршындағы вазифағыҙҙы) еренә еткереп үтәгеҙ. Антығыҙ өсөн яуап тотаһығыҙ бар.

35. Үлсәгәндә дөрөҫ үлсәп бирегеҙ, алдамай торған бизмәндәрҙә үлсәгеҙ. Был ғәйәт яҡшы ғәмәлдер, нәтижәһенә күрә лә бик изгелекле эш булыр.

36. Белмәгән нәмәгә эйәрмә. Ҡолағың, күҙең һәм күңелең (һин ҡылғандарға шаһит булып) һине яуапҡа тартыр.

37. Ер йөҙөндә маһайып йөрөмә. Сөнки һин (булыр-булмаҫ көсөң менән) Ерҙе яра алмайһың, (булыр-булмаҫ буйың менән) тауҙар бейеклегенә етә алмайһың. (38) Алда һаналғандарҙың ямандары Раббы хозурында хупланмай. (39) Бына быларҙың барыһы ла һиңә Раббың тарафынан уахи ителмеш хикмәттәрҙер. Аллаһтан башҡа уйҙырма тәңрегә табынма­ғыҙ. Ахырҙа рисуай булып, (Аллаһтың рәхмәтенән) мәхрүм ҡалып, йәһәннәмгә атылырһығыҙ.

40. Раббығыҙ һеҙгә бары тик улдар ғына биреп, үҙенә фәрештәләрҙе ҡыҙҙары итеп алған икән! Ысынлап та, һеҙ ҡот осҡос кәфер һүҙ һөйләйһегеҙ бит.

41. Иҫтәренә төшөрөп, ғибрәт алһындар тип, Беҙ был Ҡөръәнде төрлө аяттар рәүешендә аңлаттыҡ. Ләкин, шуға ла ҡарамаҫтан, уларҙың өръәнгә булған) нәфрәте артты ғына. (42) Әйт:

— Әгәр һеҙ һөйләгән кеүек, Аллаһ янында тағын башҡа Илаһтар ҙа булһа ине, улар Ғәрештең хужаһы Аллаһ янына (тәхетенә) ултырыу саралары күрә башлаған булыр ине, — тип. (43) Ләкин Аллаһ улар һөйләгәндәрҙән бөйөк, олуғ һәм кәмселектәрҙән азат (Аллаһ әкбәр). (44) Ете ҡат күктәрҙәге, Ер һәм Ер өҫтөндәгеләрҙең барсаһы Аллаһҡа тәсбих (маҡтау) әйтә. Уны маҡтамаған бер кем дә, бер нәмә лә (хатта йәнһеҙ есемдәр ҙә) юҡ. Аяныс, һеҙ (мөшриктәр) уларҙың тәсбихен аңламайһығыҙ. Аллаһ Ул — сабыр һәм ярлыҡаусы. (45) Ҡөръән уҡыған уаҡытығыҙҙа Беҙ Әхирәткә ышанмағандар менән һеҙҙең араға күренмәй торған шаршау ҡо­рабыҙ. (46) Уны өръәнде) аңламаһындар өсөн күңелдәрен ҡаплайбыҙ, ҡолаҡтарын һаңғыраулатабыҙ. Һин Ҡөръәндә Раббының берлеге тураһында зикер иткән саҡта улар нәф­рәтләнеп кирегә борола. (47) Һине ниндәй маҡсат менән тыңлағандарын, үҙ-ара нимә тураһында йәшерен һөйләшеүҙәрен һәм уларҙың:

— Һеҙ һаташҡан бер әҙәми затҡа эйәрәһегеҙ, — тигәндәрен бик яҡшы беләбеҙ. (48) Ҡара, һинең хаҡта әллә ниндәй мәҫәлдәр уйлап сығаралар. Шуның арҡаһында улар юл тап­маҫлыҡ итеп аҙашты. (49) Улар әйтә:

— Һөйәктәребеҙ сереп, тупраҡ булғандан һуң беҙ тағын яңынан тереләсәкбеҙме? (Беҙ быға ышанмайбыҙ), — тип әйтәләр.

50. Әйт:

— Әйе (тереләсәкһегеҙ), хатта һеҙ ташҡа йәки тимергә әйлән­гән булһағыҙ ҙа, — тип. — (51) Һеҙ — һай аҡыллыларға терелтеүе мөмкин булмаҫтай булып күренгән (артыҡ ҙур йәки ар­тыҡ бәләкәй генә бөжәк кеүек) нәмә булһағыҙ ҙа (терелтәсәк), — тип әйт. Улар:

(Үлгәндән һуң) беҙҙе кем терелтәсәк? — тип һорар. Һин әйт:

— Һеҙҙе иң башта яралтыусы (терелтәсәк), — тип. Шунан һуң улар мыҫҡыллы рәүештә баштарын артҡа ташлап:

— Ҡасан? — тип һорарҙар. Әйт:

— Оҙаҡламаҫ, — тип. (52) Аллаһ һеҙҙе саҡырып алған Көндө һеҙ Аллаһҡа тәҡбир әйтеп килерһегеҙ, үлем менән терелеү араһында бик әҙ ваҡыт уҙған һымаҡ тойолор. (53) Кешеләремә әйт, иң татлы һүҙҙәр генә һөйләһендәр. Сөнки шайтан улар­ҙың араһында ғауға сығарыусы. Шайтан — кешенең иң хәтәр дошманы. (54) Һеҙҙе иң яҡшы белеүсе Раббығыҙҙыр. Ул их­тыяр итһә, мәрхәмәтле булыр, ихтыяр итһә, һеҙҙе язалар. Беҙ һине улар өҫтөнән вәкил итеп (ирекһеҙләп дингә кертергә тип) ебәрмәнек. (55) Күктәрҙәге, Ерҙәге бар нәмәне Аллаһ яҡшы белеп-күреп тора. Ысынлап та, Беҙ пәйғәмбәрҙәрҙе лә бер-берһенән өҫтөн ҡуйҙыҡ. Дауытҡа Зәбурҙы бирҙек (56) (Ий, Мөхәммәд) әйт:

— Аллаһты инҡар итеп, табынғандарығыҙға ялбарығыҙ. Улар өҫтөгөҙгә килгән әфәттән дә ҡотҡара алмаҫ, яҙмышығыҙҙы ла үҙгәртә алмаҫ, - тип. (57) Улар табына торған был мәхлүҡтәр үҙҙәре Аллаһҡа яҡынайыу юлдарын эҙләйҙәр. Үҙҙәрен Аллаһҡа яҡын тип уйлап, Уның рәхмәтен өмөт итәләр, Аллаһтан ҡурҡып торалар. Сөнки Аллаһтың ғазабы ҡот осҡос бер ғазап һәм ул ғазаптан ҡурҡырға кәрәк.

58. Ҡиәмәт көнөнән өүүәл Беҙ юҡ итмәгән йәки дәһшәтле ғазапҡа тотмаған бер генә шәһәр ҙә, ауыл да юҡ. Китапҡа (Ләүхел Мәхфүзгә) шулай яҙылған. (59) Мөғжизә­ле аяттарыбыҙҙы индереүҙән бер аҙ тотҡарлаған нәмә башта­ғы халыҡтарҙың ул аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарыуы булды. Сәмуд ҡәүеменә асыҡ бер мөғжизә булараҡ, Беҙ уға дөйә ебәрҙек, улар иһә (дөйәне боғаҙлап) ғәҙелһеҙлек ҡылдылар. Шуға күрә, Беҙ аяттарҙы бары тик киҫәтер өсөн, аң булһындар өсөн генә күндерәбеҙ. (60) Иҫеңдәме, Беҙ һиңә:

— Раббың кешеләрҙең барсаһын сорнап алды, — тигән инек. Һиңә күрһәткән күренеште һәм Ҡөръәндә ләғнәт ителгән ғыулы зәҡҡүм) ағасын кешеләрҙе һынау өсөн генә күрһәттек. Беҙ уларҙы ҡурҡытырға тырышабыҙ, ләкин был (тырышыуҙар) уларҙың элек тә булған нәфрәттәрен (буйһонмауҙарын) арттыра ғына.

61. Фәрештәләргә:

— Әҙәмгә сәждә итегеҙ, — тигән инек. Иблистән башҡалары барыһы ла сәждә итте. Иблис иһә:

— Мин балсыҡтан яһалған бер кешегә сәждә итәмме һуң, - тине. (62) Шунан (Иблис әйтте):

— Был әҙәми затты минән дә өҫтөн яһаның. Ант итәм, әгәр ҙә мине Ҡиәмәт көнөнә саҡлы йәшәтһәң, уның нәҫе­лен, бик әҙенән башҡаһын, үҙемә ҡаратасаҡмын, тура юлдан яҙҙырасаҡмын, — тине.

63. Аллаһ бойорҙо:

— Кит (күҙемдән юғал). Һиңә эйәргәндәрҙең барыһы өсөн дә, тулы яза, һис шикһеҙ, йәһәннәмдә булыр. (64) Көсөң еткәндәрҙе (аҙғын ләззәткә саҡыра торған) тауышың менән аҙҙыр, уларға ҡаршы атлы ғәскәр менән йәйәүле ғәскәрҙәреңде яуға күтәр, малдарына, балаларына уртаҡ (ата) бул. Матур вәғәҙәләр биреп үҙҙәрен алда. Шайтан кешеләргә ялғандан башҡа нәмә бирә алмай. (65) Шуныһы хаҡтыр, минең ихлас кешеләремә һин баш була алмаҫһың. Улар­ҙы һаҡлап ҡалыр өсөн бер Аллаһ етәр.

66. Үҙе тарафынан булдырылған ниғмәттәргә ирешер өсөн, Раббығыҙ һеҙгә диңгеҙҙәрҙә йөҙөргә тип, кәмәләр яһаны. Хаҡтыр, Ул һеҙгә бик тә мәрхәмәтле. (67) Диң­геҙҙә йөҙгән сағығыҙҙа башығыҙға афәт төшһә, Аллаһтан баш­ҡаға табынғандарығыҙ юҡ була. Ул (Аллаһ) һеҙҙе ҡоро ергә сығарып, ҡотҡарып ҡалғас, йөҙ сөйөрәһегеҙ. Кешеләр һис шөкөр итмәҫ.

68. Һеҙҙе ер аҫтына йоттормаҫ йәки башығыҙға таш яуҙырмаҫ, тип уйлайһығыҙмы? Ахырҙа һеҙ үҙегеҙҙе яҡларҙай бер кемде лә таба алмаҫһығыҙ. (69) Ул беҙҙе тағын диңгеҙгә сығармаҫ, (сығарһа ла) өҫтөбөҙгә дауыл ебәрмәҫ, инҡар иткәнебеҙ өсөн беҙҙе һыуға батырмаҫ, тип өмөтләнәһегеҙме? Ахырҙа был эштәребеҙ (һыуға батырғаныбыҙ) өсөн Беҙҙе ғәйепләр өсөн ярҙамсы зат та таба алмаҫһығыҙ.

70. Хаҡтыр, Беҙ әҙәм балаларын дан һәм Шәрәфтәргә күмдек. Уларҙы ҡоро ерҙә лә, диңгеҙ-һыуҙа ла йөрөттөк. Үҙҙәренә тәмле-татлы ризыҡтар бирҙек. Йәнә лә уларҙы яралтҡандарыбыҙҙың күбеһенән өҫтөн ҡылдыҡ.

71. Ҡиәмәт көнөндә һәр ҡәүемде үҙенең өндәүсеһе менән бергә (хисап тоторға) саҡырырбыҙ. Кемгә (гөнаһ-сауап) дәфтәре уң ҡулы яғынан бирелһә, ул кешеләр энә осо хәтле лә рәнйетеүгә дусар ителмәҫ һәм улар ғәмәл дәфтәрен шат­лыҡ менән уҡыр. (72) Был донъяла (күңел күҙе) һуҡыр булған Әхирәттә лә һуҡыр булыр. Шуның өҫтөнә улар тағын да нығыраҡ аҙашыр. (73) Улар һине дуҫ иткән булыр ине. Әгәр ҙә һин уахи иткәнебеҙгә ҡаршы уйҙырма ялғандар таҡҡан булһаң, әкренләп һине фетнә юлына төшөргән булырҙар ине. (74) Әгәр ҙә Беҙ һине(ң иманыңды) нығытмаған булһаҡ, һин саҡ ҡына булһа ла улар яғына ауышҡан булыр инең. (75) Ул сағында, һис шикһеҙ, Беҙ һиңә тормоштоң һәм үлемдең әсеһен ҡат-ҡат татытҡан булыр инек. Ул сағында һин үҙеңде Минән яҡлар өсөн дуҫ таба алмаҫ инең. (76) Һине йорт-ереңдән ҡыуып сығарыр өсөн, улар нимәләр генә ҡыланмай. (Һине ҡыуған тәҡдирҙә) улар һинән һуң оҙаҡ тора алмаҫ. (77) Һинән алда күндергән пәйғәмбәрҙәрҙең ҡанундары ла ошондай ине. Был ҡанундарҙа һис бер үҙгәреш таба алмаҫһың.

78. Ҡояш төш турыһынан ауышып, төн ҡараңғылығына саҡлы (өйлә, икенде, аҡшам, йәстү) намаҙ уҡығыҙ. Таң атҡанда ла иртәңге намаҙҙы уҡығыҙ. Иртәнге намаҙҙың шаһиттары бар (фәрештәләр). (79) Төндөң бер ваҡытында уянып, үҙ иркегеҙ менән, нәфилә намаҙы уҡығыҙ. Ихтимал, Раббығыҙ һеҙгә шәрәфле урын бирер. 80. Әйт:

— Раббым, керәсәк урынға тура юлдан керт, сығасаҡ юлымды ла тура ит. Дөрөҫлөк менән эш ҡылырға миңә ярҙам итеүсе ҡеүәт бир, - тип. (81) Тағын әйт:

- Хәҡиҡәт (дөрөҫлөк) килде, ялған китте. Сөнки ял­ған бөтөргә мәхкүм, — тип.

82. Беҙ Ҡөръәндән шундай хикмәт индерәбеҙ, ул мөьминдәр өсөн шифа һәм рәхмәттер, ғәҙелһеҙҙәр өсөн иһә бары тик зыян ғына килтерә. (83) Берәйһенә ниғмәт бирһәк, ул йөҙ сөйөрә лә китеп бара. Әгәр ҙә уға яманлыҡ килһә, ул өмөтһөҙлөккә төшә.

84. Әйт:

— Һәр кем үҙ нәфсенә күрә ғәмәл ҡыла, был мәсьәләлә кем­дең тура юлда икәнен Раббыбыҙ бик яҡшы белеп тора,— тип.

85. Улар Һинән рух тураһында һораштырыр. Әйт һин:

— Рух Раббымдың бойороғонда. Һеҙ бик әҙ беләһегеҙ бит,- тип.

86. Ихтыяр итһәк, һиңә уахи иткәнебеҙҙе кире алыр инек, унан һуң һин дә Беҙҙең язаларыбыҙҙан яҡлаусы таба алмаҫ инең. (87) Аллаһтың рәхмәтенән башҡа. Сөнки Уның һиңә булған мәрхәмәте сикһеҙҙер. (88) Әйт:

— Шуныһы хаҡтыр, кешеләр менән барлыҡ ендәр бергә йыйылышып, берһенә берһе ярҙам итешһәләр ҙә, Ҡөръәнгә оҡшаш башҡа китап майҙанға килтерә аласаҡ түгел, — тип.

89. Хаҡтыр, был Ҡөръәндә Беҙ кешеләргә һәр төрлө (мәғәнәле) ҡиссалар һөйләп аңлаттыҡ. Шулай ҙа кешеләр­ҙең күбеһе инҡарсылар булып ҡалыуҙан башҡаны белмәне.

90. Улар әйтте:

— Һин ер аҫтынан шишмә сығармайынса, беҙ һиңә ышанасаҡ түгелбеҙ, - тинеләр. (91) - Йәки һин беҙгә хөрмә һәм йөҙөм баҡсаһы барлыҡҡа килтер, шунда сылтыр-сылтыр шишмәләр ағып торһон. (92) Йәки, үҙең әйткәнсә, өҫтөбөҙгә Күкте ярғылап төшөр. Йәки фәрештәләре менән бергә алдыбыҙға Аллаһ килеп төшһөн. (93) Йәки һин үҙеңә зиннәттәр менән биҙәлгән алтын йорт һалып күрһәт йәки Күккә ашып ҡара. Күккә ашһаң да, беҙ һиңә инанмайбыҙ, Күктән беҙ уҡырлыҡ китап алып төшмәһәң,— тинеләр. Әйт һин уларға:

— Аллаһ әкбәр! Әлхәмдүлилләһ, мин бер әҙәм заты түгелме ни? Мин Аллаһ тарафынан һеҙгә ебәрелгән илсе генә, - тип. (94) Үҙҙәрен тура юлға күндереүсе ебәрелгәс:

— Аллаһ беҙгә бер кешене пәйғәмбәр итеп ебәргәнме? — тип әйтеүҙәре кешеләрҙе иман килтереүҙән тот­ҡарлай.

95. Әйт:

— Әгәр Ер йөҙөндә кешеләр урынына фәрештәләр йәшәһә ине, әлбиттә, пәйғәмбәр итеп беҙ фәрештә индергән булыр инек.

96. Әйт:

— Минең менән һеҙҙең арала(ғы мәсьәләләр буйынса) хәҡиҡий Аллаһтың шаһитлығы етә. Аллаһ кешеләренең нимә ҡылмышын күреп, белеп тора, — тип.

97. Аллаһ тура юлға күндергән кеше тура юлдан ба­рыр, кемде тура юлдан яҙҙырһа, ул кешегә Аллаһтан баш­ҡа ярҙамсы таба алмаҫһың. Ҡиәмәт көнөндә уларҙы һуҡыр, телһеҙ һәм һаңғырау хәлдә йөҙ түбән килтерербеҙ. Улар бараһы һәм шунда ҡалаһы ер — йәһәннәмдер, уның уты һүрелә башлаһа, йәнә көслөрәк арттырырбыҙ.
1   ...   25   26   27   28   29   30   31   32   ...   64


написать администратору сайта