Главная страница
Навигация по странице:

  • (104)

  • (107)

  • 13 — Рәғид (Күкрәү) сүрәһе

  • КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим


    Скачать 3.18 Mb.
    Название билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
    Дата04.02.2022
    Размер3.18 Mb.
    Формат файлаdoc
    Имя файлаКОРАН баш.doc
    ТипДокументы
    #351235
    страница25 из 64
    1   ...   21   22   23   24   25   26   27   28   ...   64

    76. Йософ шунан, туғанының йөгөн түгел, башҡаларҙы­ҡын аҡтара башланы. Унан һуң ғына туғанының йөгөнә то­тондо һәм юғалған һауытты тартып сығарҙы. Бына шулай итеп, Беҙ Йософҡа бер хәйлә өйрәттек. Юҡһа, батшаның ҡанундары буйынса, ул туғанын, Аллаһ рөхсәтенән башҡа, алып ҡала алмаған булыр ине. Кемгә ихтыяр итһәк, Беҙ шул кешене дәрәжәләргә күтәрәбеҙ. Сөнки ғилемгә эйә һәр ке­шенең өҫтөндә унан да яҡшыраҡ Ғалим тора. (77) (Ҡәрҙәштәре) әйтте:

    — Ул урлаған булыуы ла бик ихтимал, уның ағаһы ла ҡараҡ ине, — тинеләр.

    Йософ һис нимә һиҙҙермәне, әммә эсенән генә уйлап ҡуй­ҙы: һеҙ әле һаман да шундай уҡ яман заттар икәнһегеҙ. Аллаһ һеҙҙең нимә һөйләгәнегеҙҙе бик яҡшы ишетеп тора. (78) Әйттеләр:

    — Әй, Ғәзиз, ысындан да, уның бик ҡарт атаһы бар. (Төпсөгөн юғалтыуға ҡарт түҙмәҫ) бының урынына беҙҙең берәйебеҙҙе алып ҡал. Сөнки беҙ һине изгелек ҡылыусы, тип беләбеҙ. (79) Ул әйтте:

    — Әйберебеҙҙе йөгөнән тапҡан кешенән башҡаһын алып ҡалыуҙан Аллам һаҡлаһын. Шулай итһәк, беҙ, ысындан да, ғәҙелһеҙлек ҡылған булыр инек.

    80. Өмөттәре өҙөлгәс, улар бер аҙ ситкә китеп кәңәшләштеләр. Олораҡтарынан берһе (Йәһүдә) әйтте:

    — Атайыбыҙ беҙҙе Аллаһ исеме менән ант иттерҙе. Уҙғанын­да ла Йософ менән нисек итеп ғәҙелһеҙлек ҡылғанығыҙҙы оноттоғоҙмо ни? Атайыбыҙ рөхсәт иткәнсегә саҡлы йәки Аллаһ үҙе хөкөм сығарғанға ҡәҙәр, был ерҙән китмәйем. Аллаһ хөкөм сығарыусыларҙың иң ғәҙеле. (81) Ҡайтҡас атайыбыҙға әйтегеҙ: әй, атаҡайыбыҙ, шик юҡ, ул бурлыҡ ҡыл­ды. Беҙ күргәнебеҙгә генә шаһитлыҡ итәбеҙ. Күрмәгәнебеҙҙе белмәйбеҙ. (82) Беҙ булып ҡайтҡан шәһәргә барып, үҙең бе­лешә алаһың. Йәки шунан килә торған карауансыларҙан һораштыра алаһың: беҙ дөрөҫөн һөйләйбеҙ, тип әйтегеҙ, зин­һар. (83) Ата кеше (Яҡуп) әйтте:

    — Нәфсегеҙ һеҙгә ошо яман эште яҡшы итеп күрһәткән­дер. Миңә тағын сабыр итергә генә ҡала. Өмөт итәм, уларҙың һәр берһен Аллаһ миңә ҡайтарып бирер. Аллаһ барыһын да белеүсе хикмәттәр эйәһе. (84) Уларҙан ситкә бо­ролдо һәм әйтте:

    - Аһ, Йософом хәсрәте! - тине. - Ул хәсрәтен көскә тыйып тора ине. Йылай торғас, уның ике күҙенә лә аҡ төштө. (85) (Улдары):

    — Һин әле һаман Йософто онота алмайһың. Валлаһи, былай булһа, һине бөтөнләй сир баҫыр йәки ҡайғыңдан үлеп тә китерһең. - тинеләр. (86) (Яҡуп):

    — Дөрөҫ, ҡайғымды бары тик Аллаһҡа ғына һөйләйем. Һеҙ белмәгәндәрҙе мин Аллаһтан килеүсе хәбәрҙәр аша беләм, — тине. — (87) Ий, улдарым, барығыҙ, Йософ менән туғанын яҡшылап эҙләгеҙ. Аллаһтың ярҙамынан өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ. Хаҡтыр, кәферҙәрҙән башҡалар Аллаһ ярҙа­мынан өмөтөн өҙмәҫ.

    88. Йософ янына кергәс, әйттеләр:

    — Эй, бөйөк түрә, ғаиләбеҙгә-илебеҙгә аслыҡ килде. Беҙ әҙ генә аҡса менән килдек. Тейешлебеҙҙе теүәл үлсәп бир, зинһар. Беҙгә йомарт бул. Шик юҡ, Аллаһ хәйер бир­гәндәрҙе бүләктәр. (89) Йософ әйтте:

    — Һеҙ, наҙанлығығыҙ арҡаһында, Йософ менән туғаны нимә эшләткәнегеҙҙе беләһегеҙме? — тине.

    90. — Һин әллә, ысындан да, Йософмы? — тинеләр. Ул да:

    — Әйе, мин Йософ булам, — тине. — Быныһы минең туғаным (Бинийәмин). Хаҡтыр, Аллаһ беҙгә мәрхәмәтле бул­ды. Кем Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ эшләүҙән ҡурҡа, кем са­быр итә, шул, һис шикһеҙ, Аллаһ тарафынан бүләктәр алыр, изгелек ҡылғандарҙың изгелеге заяға китмәҫ. (91) Әйттеләр:

    — Валлаһи, ысындан да, Аллаһ Тәғәлә һине беҙҙән өҫтөн ҡуйҙы. Хаҡ, беҙ гөнаһлылар булдыҡ. (92) Йософ әйтте:

    — Бөгөн мин һеҙгә үпкәләмәйем инде, Аллаһ һеҙҙе ғәфү итһен ине. Ул, миһырбанлыларҙың да миһырбанлыһылыр. (93) Минең ошо күлдәгемде алып ҡайтығыҙ ҙа атайымдың йөҙөнә ҡаплағыҙ, ул күрә башлар. Һәм бөтөн ғаиләбеҙҙе бында алып килегеҙ, — тине. (94) Карауан Мысырҙан киткәс, ата кеше әйтте:

    — Был инде һаташа башлаған, тип әймәгеҙ. Әйтәм, мин Йософ улымдың рухын һиҙәм.

    95. — Валлаһи, был һинең электән килгән һаташыуың ғына, — тинеләр өйҙәгеләре.

    96. Һөйөнөслө хәбәр килтереүсе (Яһүдә) уның йөҙөнә күл­дәкте ҡаплауға уҡ, (Яҡуптың) күҙҙәре күрә башланы. Ул:

    — Мин һеҙгә: Аллаһ тарафынан килгән хәбәрҙәр аша һеҙ белмәгәндәрҙе беләм, тип әйттемме, юҡмы? — тине.

    97. Әйттеләр: — Эй, атайыбыҙ, беҙҙе ғәфү итһен тип, Аллаһҡа доғалар уҡы, зинһар. Сөнки беҙ, ысындан да, гөнаһлы булдыҡ.

    98. — Һеҙҙең өсөн Раббымдан ярлыҡау һорап, ялбарасаҡ­мын. Хаҡтыр, Аллаһ ярлыҡаусы, ғәфү итеүсе, — тине Яҡуп.

    99. (Йософтоң ата-әсәһе — бөтөн ҡәрҙәштәре Мысырга килә) Йософ янына кергәс, ул ата-әсәһен ҡосаҡлап алды:

    — Аллаға тапшырып, Мысырға именлек менән, төклө аяғығыҙ менән керегеҙ, — тине.

    100. Ата-әсәһен ул абруй тәхетенә ултыртты, ҡауышыу һөйөнөсөнән уларҙың барыһы ла (Йософтоң шөһрәте алдында) баш эйҙеләр. Йософ әйтте:

    — Ий, атаҡайым, бына был эштәр әллә ҡасан күргән төшөм­дөң юралыуы булыр, — тине. — Раббым уны, ниһайәт, тормош­ҡа ашырҙы. Дөрөҫө шул: Аллаһ миңә рәхмәтен яуҙырҙы. Мине зиндандан сығарҙы. Ҡәрҙәштәрем менән минең араны шай­тан боҙғандан һуң, һеҙҙе сүл аша имен сығарҙы. Шик юҡ­тыр, Раббым ихтыяр иткән ҡолона мәрхәмәтле. Хаҡтыр, Аллаһ барыһын да белеп тороусы хикмәт эйәһе. (101)

    — Йә, Раббым, милкеңдән миңә (насибын) бирҙең һәм (төштә күрелгән) ваҡиғаларҙың нисек юраласағын өйрәттең. Эй, Күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан, Һин донъяла ла, Әхирәттә лә минең яҡлаусым. Мосолман булған хәлемдә йәнемде ал, зинһар. Һәм мине изгеләр рәтенә ҡуй.

    («Риүәйәттәрҙә һөйләнгәнсә, хәҙрәти Яҡуп Мысырҙа, улы Йософ янында 24 йыл йәшәп вафат була. Васыятына күрә, гәүҙәһе Шомда, атаһы Исхаҡ янына ерләнә. Хәҙрәти Йософ та атаһынан һуң 23 йыл йәшәй, 120 йәшендә вафат була. Уның гәүҙәһен Мысыр халҡы мәрмәр һандыҡҡа һалып, Нил йылғаһына батыра. Байтаҡ йылдар уҙғас, хәҙрәти Муса һандыҡты алып, Яҡуп (ғәләйһиссәлләм) янына ерләй».

    Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

    102. (Мөхәммәд) бына һиңә таныш булмаған хәбәрҙәрҙән ҡисса ошо булыр. Уны һиңә уахи итәбеҙ. Улар фетнә эшләргә йыйынғанда һин улар араһында түгел инең. (103) Һин ни ҡәҙәр генә тырышһаң да, кешеләрҙең күбеһе иман килтер­мәйәсәк. (104) Гәрсә, һин был эштәрең өсөн уларҙан түләү һорамайһың. Ҡөръән ғәләмдәр өсөн өгөт-нәсихәттер. (105) Күктәрҙә, Ерҙә күпме дәлилдәр бар, улар был дәлилдәрҙән йөҙ сөйөрөп китәләр. (106) Уларҙың күбеһе Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылып та, Аллаһҡа тиңдәш итеп, әллә нәмәләргә табыналар. (107) Аллаһ тарафынан көтмәгәндә килә торған һәләкәттән йәки абайламаҫтан Ҡиәмәт көнө килеүҙән ҡото­лоп ҡалырбыҙ, тип өмөт итәләрме икән улар?

    108. (Ий, Мөхәммәд) әйт:

    — Бына был — минең юлым, — тип. — Мин һеҙҙе асыҡ күҙ менән Аллаһ тарафына саҡырҙым. Мин үҙем һәм миңә эйәргәндәр. Әлхәмдүлиллә, мин мөшриктәр менән бергә түгел­. (Аллаһтың тиңдәштәре юҡ, Ул кәмселектәрҙән азат), — тип. (109) Һинән элек тә (пәйғәмбәр итеп) ебәргән илселәребеҙ (әллә ҡайҙан түгел, үҙ араларындағы) шәһәр кеше­ләренән һайланған ине. Шул ир кешеләргә уахи күндергән инек. (Ни ғәжәптер) әллә һуң (мөшриктәр) Ер йөҙөндә ил гиҙеп, донъя күреп йөрөмәйҙәрме, үҙҙәренән әүүәл йәшәгән (мөшриктәрҙең) ҡара тәҡдиренең нисек тамамланғанын белмәйҙәрме? Әхирәт йорто (нәжестән, гөнаһтарҙан) һаҡлан­ғандар өсөн, әлбиттә, иң яҡшыһы булыр. Һеҙ әле һаман шуны аңлап бөтөрмәйһегеҙме ни һуң?

    110. (Әй, пәйғәмбәрҙәрем!) Инде өмөт киҫелде, беҙҙе ялғансыға сығарҙылар, тигән уаҡытта һеҙгә ярҙамым килде һәм Беҙ теләгән кешебеҙҙе ҡотҡарып ҡалдыҡ. Ләкин гөнаһлы халыҡ өҫтөнән язабыҙ алынмаҫ.

    111. Хаҡтыр, был ҡиссаларҙа аҡылы булғандар өсөн бик күп ғибрәттәр бар. Был (Ҡөръән) уйлап сығарылған ғына нәмә түгел. Унан элек килгәнде (башҡа китаптарҙы раҫлаусы) дөрөҫләүсе, һәр нәмәне асыҡлаусы. Иман килтергән халыҡ өсөн мәрхәмәтле һәм тура юл күрһәтеүсе ул (Ҡөръән-и Кәримдер).
    13 — Рәғид (Күкрәү) сүрәһе
    (Рәғид сүрәһе 43 аяттан тора. Мәккәлә һәм бер өлөшө Мәҙинәлә ингән, тип яҙыусылар бар. Сүрәнең 13 нсе аятында күк күкрәү мәғәнәһенә тура килә торған «Рәғид» һүҙе бар, шул һүҙ сүрәнең атамаһы булып киткән.)

    Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

    1. Әлиф. Ләм. Мим. Ра. Былар (изге) Китаптың аяттары­ҙыр. Аллаһтан һиңә индерелгән өръән) хаҡтыр, ләкин әҙәмдәрҙең күбеһе быңа ышанмай. (2) Аллаһ шулдыр: күктәрҙе һеҙ күреп торғанса, терәкһеҙ бейектә тотоусы; һуңынан Ғәрештә хаким булды; Ҡояшты, Айҙы үҙенең әмеренә ҡуйҙы. Билгеләнгән уаҡытҡа саҡлы улар йөрөп торорҙар. Раббы менән ҡауышасаҡтарын яҡшы белеп торһондар, тип Аллаһ, һәр эште еренә еткереп идара итә һәм аяттарын аңлата. (3) Ул — Ерҙе яһаусы, шунда тауҙарҙы, йылғаларҙы барлыҡҡа килтереүсе һәм Ул — емештәрҙең һәр берһен, үҙ ор­лоҡтарынан пар-пар итеп яралтыусы. Төн менән көндө ҡап­лаусы. Аңлай белгәндәр өсөн был хикмәттәрҙә ғибрәттәр бар. (4) Ер йөҙөндә бер-берһенә күрше ҡитғалар (иҡлимдәр, материктар), йөҙөм баҡсалары, игендәр, бер тамыр­ҙан һәм төрлө тамырҙарҙан үҫеп сыҡҡан хөрмә ағастары бар. Быларҙың барыһы ла бер һыу менән һуғарыла. Шуға күрә, емештәрен дә берһенән икенсеһен өҫтөнөрәк ҡуябыҙ. Бына быларҙың барыһы ла уйлай белгәндәр өсөн бер ғибрәттер.

    5. (Эй, Мөхәммәд, кәферҙәрҙең иман килтермәүҙәренә) ап­тыраһаң, тағын да аптырарлығы бар:

    — Үлеп тупраҡ булғас, беҙ яңынан тереләсәкбеҙме ни? — тип әйтеүҙәре. Бына шулар бит инде Аллаһты инҡар итеүселәр. Ҡиәмәт көнөндә уларҙың муйынында сылбырҙар булыр. Улар — тамуҡ киҫәүе. Улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ. (6) Улар һинән изгелек түгел, ашҡынып яманлыҡ көтә. Гәрсә, уларҙан элек тә ғибрәт булырлыҡ байтаҡ ҡына ғазап ваҡиғалары булып уҙҙы. Ысындан да, кешеләр яманлыҡ ҡылһа ла, Раббың уларҙы ярлыҡаны. (Ләкин) Раббыңдың язаһы ла бик хәтәр буласаҡ. (7) Кәферҙәр әйтте:

    — Раббыңдан бер мөғжизә индерелһә ине, — тинеләр. — Һин бит бары тик вәғәз уҡыусы ғына. Һәр халыҡтың бар үҙенең вәғәзселәре. (8) Һәр әсә (ҡатын, бейә, һарыҡ...)тың ҡарынында нимә яралғанын һәм яралғының кәмселеклеме, әллә мөкәммәлме икәнлеген Аллаһ белеп тора. Уның һәр эше теүәл үлсәнгән.

    9. Аллаһ күренгәндәрҙе лә, күҙгә күренмәгәндәрҙе лә белеп тора. Аллаһ мәртәбәле һәм бөйөк.

    10. Тел йәшергән кеше лә, асыҡтан-асыҡ һөйләгән дә, төндә йәшертен йөрөгән дә, көндөҙөн ғәмәл ҡыл­ған кеше лә Аллаһ өсөн барыбер (Ул барыһын да күреп, белеп, ишетеп тора.) (11) Һәр кешенең алдында да, арҡа тарафын­да ла Аллаһ әмере менән һаҡларға (һәм нимә ҡылғандарын яҙып барырға) ҡуйылған фәрештәләр бар. Берәй халыҡ үҙе үҙгәрмәһә, Аллаһ уларҙы үҙгәртмәҫ. Аллаһ берәй тоҡомға яза бирергә теләнеме, ул яза, һис шикһеҙ, биреләсәк (кире сигенеү булмаҫ). Аллаһтан башҡа зат уларға ярҙам итә алмаҫ.

    12. Ул һеҙҙе ҡурҡыу менән өмөт араһында тотар өсөн, йәшен­ле, дәһшәтле ямғырлы болоттар хасил итте. (13) Күктәр күкрәп, Аллаһты маҡтай һәм Уны мәртәбәләй. Фәрештәләр ҙә Уның дәһшәтенән ҡурҡып, тәсбих әйтә. Аллаһ тураһында зарарлы һүҙ көрәштергән уаҡытта, Аллаһ йәшен йәшнәтә, теләгәнен йәшендән һуҡтыра. Уның язаһы бик тә хәтәр. (14) (Ҡул һуҙып) ялбарырға бары тик Аллаһ ҡына лайыҡ. Унан башҡа берәү ҙә (таш һындар ҙа, боттар ҙа, тимер-баҡыр һәйкәлдәр ҙә) ҡул һуҙып ялбарғанға ярҙам итмәҫ. Улар: ауыҙыма һыу килһен, тип һыуға ҡарап, ике ҡулын һуҙып ялбарыу­сылар кеүектер. Улар ни ҡәҙәр генә ялбарһа ла, һыу үҙе килеп, уларҙың ауыҙына кермәҫ. Кәферҙәрҙең доғалары буш һата­шыу ғына. (15) Күктәрҙә һәм Ерҙә булғандар иртә-кис, теләһә-теләмәһә лә, Аллаһка сәждә итә, улар менән бергә күләгәләре лә. (16) Һора һин уларҙан:

    — Күктәрҙең һәм Ерҙең хужаһы кем? — тип әйт тә, яуабын әйт:

    — Аллаһ! — тип. — Уны инҡар итеп, файҙа ла, зыян да эшләрҙәй көсө булмаған дуҫтар (башҡа яһалма Илаһтар) эҙләйһегеҙме? — тип.

    Тағын әйт:

    — Һуҡыр кеше менән күҙе күргән кеше бер була аламы? -тип. —Йәки ҡараңғылыҡ менән яҡтылыҡ берме? Әллә һуң улар табынған (һындар, таштар) Аллаһ яралтҡан кеүек нәмәләрҙе яралта ала кеүек күрендеме? Әйт һин:

    — Бөтөн нәмәне яралтыусы бер Аллаһ. Ул — берәү генә. Аллаһҡа ҡаршы торорлоҡ ҡөҙрәт эйәһе юҡ.

    Һуҡыр кеше менән күҙе күрә торған кеше», «ҡараңғылыҡ менән яҡтылыҡ» сағыштырмалары, әлбиттә, күсермә мәғәнәләрҙә алын­ған. Наҙан кеше, Ҡөръәнде белмәгән, динһеҙ кешенең күңел күҙе һуҡыр; иманлы кеше, белемле кеше — күҙле. Ҡараңғылыҡ иһә тома­налыҡ, наҙанлыҡ; яҡтылыҡ — Аллаһтың нуры, Ҡөръән, иман нуры, тип аңларға кәрәк.)

    17. Ул Күктән һыу индерҙе лә, йылғалар үҙ ярҙа­рында ташҡын булып аҡты. Был ташҡын ҡайнап өҫкә сыҡҡан яман күбекте лә үҙе менән алып китте. Биҙәнеү әйбер­ҙәре, кәрәк-яраҡ ҡоралдары эшләгәндә эретелгән алтын-көмөш өҫтөндә лә шундай күбек хасил була. Бына шулай итеп, Аллаһ яман менән яҡшыны айырыр өсөн миҫалдар бирә. Күбек (ашлыҡ өҫтөндәге кибәк тә) кибеп-осоп китә. Кешеләр өсөн файҙалыһы Ер өҫтөндә ҡала. Бына Аллаһ шундай сағыштырмалар бирә.

    18. Раббының әмеренә буйһонғандар өсөн иң гүзәл (әжер) бар (йәннәт). Уға буйһонмағандарға килгәндә, улар Ер йөҙөндә булған байлыҡтары өҫтөнә тағын да шуның ҡәҙәр малдарын фиҙа итеп ҡотолор ине (ләкин ул малдар ҡабул ителмәйәсәк). Уларҙың бараһы ере — йәһәннәм. Ул бик тә хәтәр урын.

    19. Раббыңдан һиңә индерелгән өръән)дең хаҡ икәненә инанған кеше менән (күңел күҙе) һуҡыр кеше (инҡар итеүсе) бер булырмы? Ләкин быны зиһенле кешеләр генә аңлай. (20) Улар Аллаһтың әмерҙәрен еренә еткереп үтәүселәр һәм һүҙҙәрендә тороусылар. (21) Улар Аллаһ ҡушҡанды еренә еткереүселәр әрҙәштәр, мосолмандар менән дуҫ быулыу —берләшеү, үҙ-ара ярҙамлашып, хөрмәт итеп йәшәүселәр), гөнаһ ҡылыуҙан һаҡланған, иәмәт көнөндә) язанан ҡурҡҡан кешеләр. (22) Йәнә улар Раббының ризалығын алырға теләүсе, сыҙам-сабыр кешеләр, намаҙҙы ҡалдырмайынса, дөрөҫ итеп уҡыған­дар, үҙҙәренә бирелгән ризыҡты йәшереп тә, асыҡ рәүештә лә (Аллаһ юлында) сарыф иткәндәр, изгелек менән яманлыҡты ҡаплаған кешеләр. Бына шулар өсөн Әхирәттә гүзәл йорт әҙерләнгән. (23) Ул — Ғәден йәннәттәрелер. Шунда саф мосолман булған аталар, әсәләр, ҡатындар һәм балалар ғына керә алыр. Фәрештәләр барса ҡапҡаларҙан улар янына уҙыр. (24) Һәм әйттеҙәр:

    — Сабырлығығыҙға яуап булараҡ, һеҙгә сәләмдәр булһын. Донъя йортоноң һуңғы нәтижәһе (ожмах) ниндәй гүзәл урын, — тип әйтерҙәр.

    25. Аллаһҡа ант итеп тә, һүҙҙәрендә тормағандар, Аллаһ тарафынан (ҡәрҙәштәрен, мөьминдәрҙе хөрмәт итеп, берләшеп йәшәргә) ҡушылғанды үтәмәгәндәр (мосолманлыҡтан айырылғандар) һәм Ер йөҙөндә фетнә сығарғандар өсөн ләғнәт булыр һәм яман йорт (тамуҡ) уларҙың урыны булыр. (26) Аллаһ Үҙе ихтыяр иткәнгә ризыҡты мул бирер йәки әҙ миҡдарҙа бирер. Улар донъя тормошонда маһай­ҙылар. Донъялағы тормош, Әхирәттәгеһе менән сағыштыр­ғанда, мәшәҡәт менән уҙып китеүсе (ләззәт).

    27. Кәферҙәр әйтә:

    (Мөхәммәдкә) Аллаһтан бер мөғжизә индерелергә тейеш ине бит инде, — тинеләр.

    Әйт:

    — Һис шикһеҙ, Аллаһ Үҙе теләгәнде (киреләрҙе) юлдан яҙҙырыр, Үҙенә буйһонғандарҙы тура юлға күндерер, — тип әйт. (28) Былар иманлы кешеләр, күңелдәре менән Аллаһты зикер иткәндә, тын ҡалыусылар (ғибәҙәт ҡылыусылар). Мәғлүмдер, Аллаһ тураһында уйлағанда күңелдәр рәхәт тыныслыҡҡа ирешә. (29) Иман килтереп, изгелек ҡылыусылар­ҙан да бәхетле кем булыр! Гүзәл йорт (йәннәт тә) улар өсөн.

    30. (Ий, Мөхәммәд) шулай итеп, килеп-киткән башҡа халыҡтарға пәйғәмбәрҙәр ебәргәнем кеүек, үҙенә күндерелгән Китапты уларға уҡыһын тип, һине лә үҙ хал­ҡыңа Пәйғәмбәр иттек. Улар Рахмәәнды инҡар итә. Әйт һин уларға:

    — Ул — минең Раббым. Унан башҡа тәңре юҡ. Бары тик мин Уға ғына тәүәккәл иттем һәм бары тик уның хозурына ғына барасаҡмын, — тип.

    31. Китап ҡөҙрәте менән тауҙар күсерелһә лә, Уның көсө менән Ер шартлаһа ла, Уның ҡеүәте менән мәйеттәр һөйләшә башлаһа ла — бөтөн эштәр ҙә Аллаһ ихтыярында. Иман килтергәндәр әле һаман аңламанылармы ни? Әгәр Аллаһ ихты­яр итһә, барса халыҡтарҙы ла тура юлға күндерә алған булыр ине. Кәферҙәр, Аллаһтың әмере килгәненә саҡлы ҡыл­ған гөнаһтары өсөн көтмәгәндә, өҙлөкһөҙ бәләгә тарасаҡтар. Йәки әфәт уларҙың баш осонда ғына, өй түбәһендә генә һа­ғалап торасаҡ, һис шикһеҙ, Аллаһ Тәғәлә вәғәҙәһенән кире ҡайтмаҫ.

    32. Ысындан да һиңә ҡәҙәр килгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә мыҫҡыл иттеләр һәм Мин инҡар итеүселәргә (иманға килеү өсөн) форсат бирҙем. Ләкин һуңынан (улар иманға килмәгәс) барыбер язам менән тоттом. (Һеҙгә) ундай ғазапты күрергә яҙмаһын.

    33. Һәр йән эйәһенең нимә ҡаҙанғанын күҙәтеп, белеп тороусы (Аллаһ) быларҙы эшләй алмаған зат (йәғни яһалма тәңре) менән тиң булырмы? Улар (таш һындарын) Аллаһҡа тиңләп маташтылар. Әйт:

    — Уларҙың исемдәре нисек, (ул таштарҙың, ағастарҙың, һәйкәлдәрҙең) ҡөҙрәте нимәлә? Әллә һеҙ Ер йөҙөндә Аллаһ белмәгән серҙәрҙе асыҡ итеп һөйләп бирә алаһығыҙмы? Әллә һеҙ буш һүҙ һөйләйһегеҙме?

    Ысынында инҡар итеүселәргә уларҙың яман эштәре яҡшы булып күренде һәм улар тура юлдан яҙҙы. Аллаһ юл­дан яҙҙырған кешене тура юлға бер кем дә күндерә алмаҫ.

    34. Фани донъяла улар өсөн бары тик бер яза бар. Әхирәт ғазабы иһә тағын да хәтәрерәк. Уларҙы Аллаһтың язаһынан ҡотҡарыусы зат булмаҫ. (35) Саф мосолмандарға вәғәҙә ителгән йәннәттең сифаттары бына быларҙыр. Арыҡтарынан һыуҙар ағып торор. Емештәре, ағас күләгәһе мәңгелектер. Тәҡүәләр (яманлыҡ ҡылыуҙан тыйылғандар) өсөн был—бәхетле нәтижәҙер. Кәферҙәрҙең ахыры тамуҡтыр.
    1   ...   21   22   23   24   25   26   27   28   ...   64


    написать администратору сайта