Главная страница
Навигация по странице:

  • (89)

  • (96)

  • (125)

  • 10 — Юнус (Юныс) сүрәһе (Юнус сүрәһе 109 аяттан тора. Юныс ҡәүеме тураһында һөйләнгәнлектән, сүрәгә ошо исем бирелгән. Мәккә халҡы үҙ араһынан пәйғәмбәр сығасағына ышанмай ине.)

  • КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим


    Скачать 3.18 Mb.
    Название билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
    Дата04.02.2022
    Размер3.18 Mb.
    Формат файлаdoc
    Имя файлаКОРАН баш.doc
    ТипДокументы
    #351235
    страница22 из 64
    1   ...   18   19   20   21   22   23   24   25   ...   64

    71. Мөьмин ирҙәр менән мөьминә ҡатындар бер-береһе­нең дуҫылыр. Улар изгелек юлына өндәй, яманлыҡтарҙан баш тартырға өгөтләйҙәр, намаҙ ҡалдырмайҙар, зәкәт бирәләр, Аллаһҡа һәм Уның Рәсүленә итәғәт итәләр. Бына быларға Аллаһ рәхмәтен бирер. Шик юҡ, Аллаһ бөйөк һәм хикмәт эйәһелер. (72) Аллаһ мосолман ирҙәренә, мөслимә ҡатындарға мәңге йәшәү өсөн аҫтында йылғалар ағып торған йәннәттәр һәм Ғәден ожмахтарында яҡшы урын­дар әҙерләп ҡуйҙы. Аллаһтың ризалығы һәр нәмәнән дә өҫтөндөр. Бына бөйөк ҡотолоу ошо булыр.

    73. Ий, Пәйғәмбәр! Кәферҙәргә һәм монафиҡтарға ҡар­шы Жиһад ит. Уларға ҡырыҫ бул. Уларҙың барыр ере - йәһәннәм. Бик тә хәтәр ул — Улар барасаҡ ер. (74) (Ий, Мөхәммәд) улар:

    — Валлаһи, көфөр һүҙ әйтмәнек, — тип, Аллаһ исеме менән ант итә.

    Гәрсә, көфөр һөйләнеләр һәм мосолман булғандан һуң йәнә кәферлеккә ҡайттылар. Ҡулдарынан килмәгән эшкә алындылар. Аллаһ менән Рәсүл уларҙы (мосолмандарҙы) үҙ ниғмәттәре менән байытҡаны өсөн үс алырға тырышалар. Әгәр улар (был эштән) тәүбә итһәләр ине, үҙҙәренә яҡшыраҡ булыр ине. Имандан йөҙ сөйөрһәләр, Аллаһ уларҙы фани донъяла ла, Әхирәттә лә әрнеүле яза биреүсе, ғазапҡа дусар итеүсе булыр. Ер йөҙөндә уларҙың ярҙамсыһы ла, дуҫтары ла юҡ.

    75. Улар араһында:

    — Әгәр Аллаһ беҙгә байлыҡ бирһә, һис шикһеҙ, саҙаҡа бирер инек һәм, әлбиттә, беҙ ҙә изгеләрҙән булыр инек, — тип Аллаһ ҡаршыһында ант итеүселәр ҙә бар. (76) Ләкин Аллаһ хазинаһынан уларға байлыҡ бирелгәс, һаранланып (Аллаһ әмеренән) баш тартып, биргән анттарын боҙҙолар. (77) Ниһайәт, Аллаһҡа биргән вәғәҙәләре һәм ялған таратыуҙары арҡаһында, Аллаһ Тәғәлә уларҙың күңеленә Әхирәткә хәтле эйәреп бара торған нифак-монафиҡлыҡ (фетнәсе һәм ике йөҙлөлөк) ғәҙәтен һалды. (78) Аллаһ уларҙың (монафиҡтарҙың) серен, йәшерен һөйләшкәндәрен һәм гөнаһ ҡылған­дарын бик яҡшы белеп торғанын (монафиҡтар үҙҙәре) белмәйҙәрме икән ни һуң? (79) Үҙ теләге менән саҙаҡа биргән мосолман кешеһенән һәм үҙ тырышлыҡтары менән генә тапҡан малын­ан әҙ генә саҙаҡа биргәндәрҙән (монафиҡтар) мыҫҡыл итеп көләләр. Аллаһ уларҙың үҙҙәрен мәсхәрә итәсәк. Һәм улар­ҙы әрнеткес ғазапҡа һаласаҡ.

    80. (Ий, Мөхәммәд) улар өсөн ғәфү һораһаң да, һорамаһаң ла, уларҙы ярлыҡа тип, етмеш тапҡыр ялбарһаң да, Аллаһ уларҙы ғәфү итмәй. Аллаһты һәм уның илсеһен инҡар иткәндәренә күрә, шулай мәғҡуль. Аллаһ боҙоҡ кешеләрҙе тура юлға ирештермәҫ.

    81. Аллаһтың Рәсүленә ҡарышып, һуғышҡа бармайынса ҡалғандар (монафиҡтар) ҡыуаныштылар. Аллаһ юлында малдары, йәндәре менән һуғышыуҙы хуп күрмәнеләр:

    — Был эҫҫелә яуға баралармы ни? — тип, бер-береһен ҡоторттолар.

    Һин әйт:

    — Тамуҡ уты бынан да хәтәр эҫе буласаҡ, — тип. Их, улар шуны аңлаһалар ине. (82) Әйҙә! (Монафиҡтар) бер аҙ көлһөндәр, ҡылғандарына күрә (икейөҙлөлөк өсөн) күп иларҙар. (83) Әгәр Аллаһ һине уларҙың төркөмөнә кире ҡай­тарһа, улар һинән (һинең менән бергә яуға) сығырға рөхсәт һораһа, уларға әйт:

    — Һис бер ваҡытта ла һеҙ минең менән (яуға) сыҡмаясаҡһығыҙ һәм һис бер ваҡыт һеҙ минең менән дошманға ҡаршы һуғышмаясаҡһығыҙ. Һеҙ уҙғанында ла өйөгөҙҙә ултырырға риза бул­дығыҙ, өйҙәгеләрегеҙ менән рәхәтләнеп ултырығыҙ, — тип әйт. (84) Уларҙың бер генә мәрхүменә лә намаҙ уҡыма; уларҙың ҡәбере осонда торма; сөнки улар Аллаһ менән Рәсүлде инҡар иттеләр һәм көфөр булып үлделәр. (85) Улар­ҙың байлығы һәм балаларының күплеге һине хайранға ҡал­дырмаһын. Сөнки Аллаһ уларҙы ошо донъя байлығы менән (һынап) язаларын күбәйтә һәм көфөр булараҡ йәндә­рен алырға теләй. (86)—Аллаһҡа иман килтерегеҙ, Рәсүле менән бергә Жиһадта ҡатнашығыҙ, — тип бер сүрә индерелгәс, улар араһындағы байҙар:

    — Зинһар, беҙҙе өйҙәгеләребеҙ янында ҡалдыр, — тип үтенделәр. (87) Улар ҡатындары янында, өйҙә ҡалғандарына ҡыуанды. Уларҙың күңелдәренә (яҙмыштарына «мона­фиҡтар» тип) мөһөр һуғылды. Ләкин улар быны аңламай. (88) Әммә Пәйғәмбәр менән бергә иман килтергәндәргә, малдары менән дә, йәндәре менән дә Жиһадта ҡатнашҡандар­ға бөтөн ниғмәттәр биреләсәк һәм улар ғына бәхет тантана­һында буласаҡ. (89) Аллаһ уларға мәңге йәшәр өсөн арыҡтарынан шишмәләр ағып тороусы йәннәттәр әҙерләп ҡуй­ҙы. Бына, бөйөк ҡаҙаныш ошо булыр. (90) Баш эйеп, һинең янға килгән бәҙәүи ғәрәптәре һуғышҡа бармаҫ өсөн һинән рөхсәт һоранылар. Аллаһ тураһында, Рәсүл хаҡында ялған та­ратыусылар ҙа (һуғышҡа бармайынса) ултырып ҡалды. Шулар араһындағы кәферҙәргә әрнеүле яза һәм ғазап биреләсәк. (91) Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә ихлас иман килтергәндәр араһында зәғифтәргә, сирлеләргә, һуғыш ҡоралдары һатып алырга хәле булмағандарға (һуғышта ҡатнашмаһалар ҙа) гөнаһ юҡ. Изгелек ҡылғандарға шелтә юҡ. Аллаһ ярлыҡаусы, кисереүселер. (92) (Һинең менән бергә һуғышҡа барырга ат, дөйә һатып алырға аҡһалары булмағандар) килгәс:

    — Һеҙҙе атландырып һуғышҡа ебәрергә мөмкинлегем юҡ, — тип әйттең. Улар (һуғышта ҡатнаша алмаған ҡайғынан) күҙ йәштәре менән илап, өйҙәренә ҡайтып китте. Уларға ла (һуғышта ҡатнашмағандары өсөн) гөнаһ юҡ. (93) Бай бу­лып та (һуғышҡа бармаҫҡа) рөхсәт һорағандарҙы язаға тарттырырға юл бар. Улар өйҙәгеләре янында ҡалғанға ҡыуандылар. Уларҙың күңеленә (ҡара) мөһөр һалынды, ләкин улар быны белмәй. (94) Һеҙ һуғыштан ҡайтҡас, улар ғәфү үтенер. Әйт:

    — Ғәфү үтенмәгеҙ; беҙ һеҙгә ышанмайбыҙ. Аллаһ һеҙҙең (кем икәнлегегеҙ) тураһында беҙгә хәбәр итте инде. Аллаһ та, илсеһе лә һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙҙе күрер. Унан һуң һеҙ йәшеренде лә, асыҡты ла белеүсе Аллаһ хозурына ҡайтарыласаҡһығыҙ. Шул саҡ Ул һеҙҙең ҡылғандарығыҙҙы фаш итер. (95) (Һеҙ һуғыштан ҡайтҡас) улар: беҙгә ҡағылмағыҙ, тип Аллаһ исеме менән һеҙҙе ҡарғаясаҡ. Уларҙан ваз кисегеҙ, ҡағылма­ғыҙ. Сөнки улар — нәжес кешеләр. Уларҙың ятағы —йәһәннәм. (Яман) ғәмәлдәренә күрә уларға шул тейеш. (96) Үҙҙә­ренән риза булыуығыҙҙы теләп, улар ант итәсәк. Һеҙ уларҙан риза булһағыҙ: Хаҡтыр, Аллаһ ямандарҙы хуп күрмәй. (97) Бәҙәүиҙәр (сүл ғәрәптәре) кәферлектә, икейөҙлө­лөктә тағын да хәтәрерәк, Аллаһтың Рәсүле аша индергән (хөкөмдәр) сиген белмәйенсә йәшәү уларға хас. Аллаһ бөтөн нәмәнең асылын белеүсе, хикмәт эйәһелер. (98) Бәҙәүиҙәр­ҙең бер ҡәүеме: (Аллаһ юлында) сарыф ителгән малдарыбыҙ әрәмгә китте, тип уйлай; һеҙҙең башҡа бәлә килеүен көтә. Уларҙың үҙ башына бәлә төшәсәк. Аллаһ ысынын ишетеп, ысынын күреп тороусы. (99) Бәҙәүиҙәрҙең бер төрлөһө иһә, Аллаһҡа, Әхирәт көнөнә иман килтергәндәренә күрә, (Аллаһ юлында) сарыф иткәндәре арҡаһында, Аллаһҡа яҡынаябыҙ, Пәйғәмбәрҙең доғаларына лайыҡ булабыҙ, тип өмөтләнә. Шуныһы хаҡтыр, сарыф иткәндәре үҙҙәре өсөн яҡынлыҡ­тыр. Аллаһ уларҙы рәхмәтендә йөҙҙөрәсәктер. Аллаһ ярлыҡаусы, сикһеҙ мәрхәмәтлелер. (100) Мөһәжирҙәрҙән (ватан­дарын ташлап күсенергә мәжбүр булғандарҙан) һәм әнсарҙарҙан (Ислам юлында Мөһәжирҙәргә ярҙам итеүселәр) элек килгән һәм уларға эйәреүселәрҙән Аллаһ ҡәнәғәт ҡалды; улар ҙа Аллаһтан риза булды. Аллаһ уларға мәңге йәшәр өсөн бәреп сыҡҡан шишмәләре булған йәннәттәр вәғәҙә итә. Бына, был — иң бөйөк ҡотолош буласаҡ.

    (Әнсарҙар - Исламды ҡабул иткәндәргә, һижрәт иткәндәргә ярҙам итеүселәр.)

    101. Тирә-яғығыҙҙағы бәҙәүиҙәрҙең һәм Мәҙинәлә йәшәү­се халыҡтың бер ҡәүеме монафиҡ һәм ике йөҙлө халыҡ. Һеҙ уларҙы белмәйһегеҙ, бары тик Беҙ беләбеҙ. Уларға икеләтә яза бирәсәкбеҙ. Ахырҙа ла ҙур ғазаптарға дусар итәсәкбеҙ. (102) Бүтән бер ҡәүемдәре лә бар, улар гөнаһтарынан ваз кисеп, тәүбә итеп, ҡылған яман эштәрен яҡшы эштәре менән аралаштырҙы. Ихтимал, Аллаһ Тәғәлә уларҙың тәүбәләрен ҡабул да итер. Аллаһ сикһеҙ мәрхәмәтле ярлыҡаусы. (103) (Ий, Мөхәммәд) мосолмандарҙың малда­рынан (мәғлүм бер күләмдә) саҙаҡа ал. Шуның менән улар пакланыр, ҡәнәғәт ҡалыр. Уларҙы доғаңдан ташлама, сөнки һинең доғаларың уларға йыуаныс ләззәте бирә. Аллаһ барыһын да ишетеп, белеп тороусы.

    104. Кешеләрҙең тәүбәһен ҡабул итеүсе, саҙаҡаларҙы алыу­сы Аллаһ икәнен улар белмәйме ни? Шик юҡ, тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, сикһеҙ мәрхәмәтле бер — Аллаһ.

    105. (Эй, Мөхәммәд) әйт һин:

    — Теләгәнегеҙсә ғәмәл ҡылығыҙ. Аллаһ та, Рәсүлүлла ла, мосолмандар ҙа ҡылғандарығыҙҙы күрәсәк. Йәшеренде лә, асыҡты ла белеүсе Аллаһ хозурына ҡайтарыласаҡһығыҙ. Ул һеҙҙең нимәләр ҡылғанығыҙ тураһында хәбәр бирәсәк, — тип.

    106. Уларҙың бүтән бер ҡәүеме иһә Аллаһтың хөкөмөнә ҡалдырылды. Аллаһ уларға яза бирер йәки уларҙың тәүбәһен ҡабул итер. Аллаһ барыһын да белеүсе хикмәт эйәһелер.

    107. (Мосолмандарға) зарар эшләмәү, кәферлекте арттырмау, мосолмандарҙың араһын боҙмау һәм тағын, элеке за­манда һуғышҡан кеүек, Аллаһҡа һәм уның илсеһенә ҡаршы һуғышҡанды (Әбү Ғәмирҙең килгәнен) күреү өсөн, мәсет ҡор­ҙолар һәм:

    — Изгелектән башҡа бер нимә лә ҡылманыҡ, — тип ант иткәндәр ҙә монафиҡтар араһында бар. Гәрсә, уларҙың ялғансы икәненә Аллаһ ҡәтғи шаһитлыҡ итә.

    («Монафиҡтар мәкер менән бер мәсет бина ҡылдылар. Әбү Ғәмир исемле бер монафиҡты Рум ҡайсарына, мосолмандарға ҡаршы һу­ғышыр өсөн, ғәскәр һорарға юлланылар. Шул икейөҙлө Ғәмирҙең, ғәскәр менән килеүен монафиҡтар үҙҙәре төҙөгән мәсет манараһынан биш күҙ менән көтә ине. Был аят иңгәс, Мөхәммәд ул мәсет­те емертте».

    Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

    108. (Ул мәсет эсендә) зинһар, (намаҙҙа) баҫып торма (ғи­бәҙәт ҡылма). Беренсе көнөндән тәҡүәлек менән ҡоролған мәсеттә намаҙ уҡыу мең өлөш артыҡ. Шунда пакланырға теләгән әҙәмдәр генә керә. Аллаһ та пакланғандарҙы ярата. (109) Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ эшләүҙән ҡурҡыуы арҡаһын­да бина ҡорған кешеме изгелекле, әллә бинаһын ишелергә торған яр ҡырына ҡороп, бинаһы менән бергә йәһәннәм уты­на емерелеп төшкән кешеме изгелекле булыр? Аллаһ изгелекһеҙҙәрҙе тура юлға күндермәҫ.

    110. Улар (монафиҡтар) төҙөгән ул мәсет бинаһы йөрәк­тәре ярылып үлгәнсегә саҡлы күңелдәрендә шом булып то­расаҡ. Аллаһ барыһын да бик яҡшы белеп тороусы хикмәт эйәһеҙер.

    111. Аллаһ мөьминдәрҙең малдарын, йәндәрен (үҙҙә­ренә биреләсәк) йәннәт биреп һатып алды. Сөнки улар Аллаһ юлында һуғышыр, үлтерерҙәр, үлерҙәр. Тәүрәттә, Инжилдә һәм Ҡөръәндә Аллаһ шулай вәғәҙә иткән ине. Аллаһтан башҡа үҙ һүҙендә ныҡ тороусы тағын башҡа бер зат бар­мы? Шуға күрә, Уның менән алыш-бирешегеҙгә һөйөнөгөҙ. Бына был бөйөк бер ҡаҙаныш буласаҡ.

    112. Тәүбә итеүселәр, ғибәҙәт ҡылыусылар, ғибәҙәттә­рендә Аллаһты маҡтаусылар, (Аллаһ юлында ураҙа тотоусы) сәйәхәт итеүсе (ғалимдарҙы), рөкүғҡа эйелгәндәр, сәждәгә йығыл­ғандар, изгелеккә өндәп, яманлыҡтан тыйғандар һәм Аллаһ бойорған сиктәрҙе боҙмаусылар — мосолмандар. Шуларҙан (һеҙ йәннәткә керәсәкһегеҙ, тип) һөйөнсө ал.

    113. Мөшриктәр өсөн, хатта ҡәрҙәшегеҙ булһа ла, улар­ҙың йәһәннәмгә керәһе мәғлүм булғас та, уларҙың гөнаһтарын ғәфү иттерер өсөн Аллаһҡа ялбарып доға ҡылыу пәйғәмбәрҙәргә лә, башҡа иманлы кешеләргә лә ярай торған эш түгел.

    114. Атаһына вәғәҙә биргәнгә генә Ибраһим атаһы өсөн Аллаһтан ғәфү һорап, доға ҡылырға ниәтләне. Атаһының Аллаһ дошманы икәнлеге беленгәс, ул доғанан баш тартты. Шик юҡ, Ибраһим бик йомшаҡ холоҡло, бик тә сабыр бер әҙәм ине.

    115. Аллаһ бер халыҡты тура юлға баҫтырғандан һуң, һаҡланырға кәрәкле нәмәләр тураһында үҙҙәренә хәбәр иткәненә ҡәҙәр, уларҙы юлдан яҙҙырасаҡ түгел. Аллаһ һәр нәмәне үтә күреп тороусы. (116) Күктәрҙең һәм Ерҙең хужаһы бер Аллаһтыр. Ул терелтер һәм үлтерер. Һеҙҙең Аллаһтан башҡа ярҙамсығыҙ ҙа, яҡлаусығыҙ ҙа юҡ. (117) Күңелдә­ре боҙоҡлоҡҡа табан кәкерәйгәс, Пәйғәмбәрҙе һәм ҡыйын ваҡыттарҙа (Тәбүк һуғышына барғанда) уға эйәргән мөһәжирҙәр менән әнсәрҙәрҙең бер төркөмөн Аллаһ ғәфү итте. Сөнки Ул уларға сикһеҙ шәфҡәтле, хәтһеҙ мәрхәмәтле.

    118. Һәм (һуғыштан) ҡалдырылған өс кешенең тәүбәһен дә ҡабул итте. Ер йөҙө ни ҡәҙәр киң булыуына ҡарамаҫтан, уларға тар кеүек тойола башланы, улар выждан ғазабында интегә башланы һәм, ниһайәт, улар Аллаһтың ғазабынан бары тик Аллаһтың Үҙенә һыйынып ҡына ҡотолоп була икә­нен аңланы. Һуңынан Аллаһ уларҙың тәүбәһен ҡабул итте. Аллаһ тәүбәләрҙе күпләп ҡабул итеүсе, ярлыҡаусы.

    119. Әй, иман килтергән кешеләр, Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ ҡылыуҙан ҡурҡығыҙ һәм тура юлдағылар (иманында, ғәмәлендә, антында, һүҙендә, Үҙенә тура булғандар) менән бергә булығыҙ.

    120. Мәҙинә халҡына һәм уларҙың әйләнә-тирәһендәге бәҙәүи ғәрәптәренә Аллаһтың илсеһе — Рәсүлдән айырылып (һуғыштан) ҡалмаҫҡа, уны һаҡлауҙан башҡа үҙ-үҙҙәрен генә ҡайғыртмаҫҡа кәрәк ине. Улар Аллаһ юлында һыуһау, яфа, аслыҡҡа дусар булып, кәферҙәрҙең асыуын килтерер­лек ергә баҫып керһә һәм еңһә, был изге ғәмәлдәре өсөн улар­ға сауап яҙылған булыр ине. Хаҡтыр, Аллаһ изгелек ҡыл­ғандарҙың әжерен юҡҡа сығармаҫ.

    121. Аллаһ уларҙы иң гүзәл ғәмәлдәренә күрә бүләктәр, әҙ генә һәм оло сығымдары, ҡыйын юлдар уҙғандары өсөн сауап яҙыр.

    122. Мосолмандарҙың бөтөнөһө бер юлы яу сәфәренә сығыуҙары мәжбүри түгел, һәр төркөмөндән бер нисәһе дин ғилеме алыр өсөн, һуғыштан ҡайтҡан туғандарына дин өйрәтер өсөн өйҙә ҡалды. Шунан һуң, моғайын, улар һаҡ булыр.

    123. Әй, иман килтереүсе халыҡ, яҡынығыҙға булған (һөжүмгә әҙер тороусы) кәферҙәр менән һуғышығыҙ һәм улар һеҙҙең ҡөҙрәтегеҙҙе татыһын. Белеп тороғоҙ, Аллаһ (гөнаһтан) һаҡланғандар менән бергәлер.

    («Ислам диненең маҡсаттарының береһе — солох (килешеү), тыныслыҡ һаҡ­лау. Ниса сүрәһенең 128 -се аятында, солох (килешеү) тағын да яҡшыраҡ, тип бойоролдо. Ләкин юғарылағы аят иһә, диндең һәм дәүләттең ышаныслы мөхиттә йәшәйешен һаҡлар өсөн, мосолман булмаған башҡа күршеләр һуғыш башларға баҙнат итмәҫ дәрәжәлә уларға ҡаршы торорлоҡ ҡөҙрәтле һәм ҡырыҫ булырға кәрәклеге иҫкәртелә».

    Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

    124. Берәй сүрә индерелгән һайын, уларҙың бер ҡәүеме:

    — Был (сүрә) ҡайһығыҙҙың иманын арттырҙы һуң? — тигән булалар. Иман килтергәндәрҙең иманын арттырыр һәм уларға ҡыуаныс бирер. (125) Эстәрендә сир (кәферлек, монафиҡлыҡ сире) булғандарҙың да (был сүрә) инҡарҙарын арттырыр һәм улар ысын кәфер булып үләсәк. (126) Йыл һайын бер-ике тап­ҡыр (төрлө бәләләргә дусар булып) һынау уҙып торғандарын улар аңламайҙармы ни? Һуңынан тәүбә итмәйҙәр, ғибрәт алмайҙар. (127) Берәй сүрә индерелгәс, улар бер-берһенә ҡарашып:

    — Һеҙҙе кем дә булһа күрмәйме? — тип әйтәләр һәм (мәкерҙәре асылып, рисуай булыуҙан ҡурҡып) боролоп китәләр. Аңламай торған бер ҡәүем булғандарына күрә, Аллаһ уларҙың күңелдәрен (имандан) ситләштерҙе.

    128. (Ий, мосолмандар) хаҡтыр, һеҙгә үҙ арағыҙҙан сыҡҡан Пәйғәмбәр килде; һеҙ бәләгә тарыһағыҙ, ул хәсрәтләнә. Ул һеҙҙең өсөн йән ата, тәҡүәләргә ул сикһеҙ шәфҡәтле, мәрхәмәтле.

    129. (Ий, Мөхәммәд) йөҙ сөйөргәндәргә әйт:

    — Аллаһ миңә етәр (миңә башҡа — уйҙырма Илаһ кәрәк түгел), Унан башҡа Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм тәңре булыр­лыҡ һис бер кем юҡ. Мин бары тик Уға ғына инанып һыйына­м, Ул мөһабәт Ғәрештең (Күктәге тәхеттең) хужаһы, — тип әйт.

    10 — Юнус (Юныс) сүрәһе
    (Юнус сүрәһе 109 аяттан тора. Юныс ҡәүеме тураһында һөйләнгәнлектән, сүрәгә ошо исем бирелгән. Мәккә халҡы үҙ араһынан пәйғәмбәр сығасағына ышанмай ине.)

    Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

    1. Әлиф. Ләм. Ра. Бына былар хикмәтле Китаптың аяттары.

    2. Араларынан сыҡҡан бер әҙәмгә (хәҙрәти Мөхәммәдкә):

    — Кешеләрҙе киҫәт, иман килтергәндәргә Раббы ҡатын­да юғары дәрәжәләр биреләсәге тураһында әйтеп һөйөндөр, — тип уахи төшөргәнебеҙ кешеләргә ғәжәп бер нәмә булып күрендеме икән ни һуң?

    Кәферҙәр:

    — Был, шик юҡ, сихырсы, — тинеләр.

    3. Шөбһәһеҙ, Раббығыҙ күктәрҙе һәм Ерҙе алты көндә яралтты, һуңынан бөтөн эштәре менән идара иткән хәлдә Ғәрешкә (тәхеткә) өлгәште. Уның рөхсәтенән башҡа бер ­кем дә шәфҡәтсе була алмаҫ. Бына шул Раббы һеҙҙең Аллаһ­ығыҙ булыр. Шуға күрә, Уға баш эйегеҙ. Аҡылығыҙға ки­лерһегеҙ бәлки? (4) Хаҡ вәғәҙәһе буйынса һеҙ Аллаһҡа ҡайтарыла­саҡһығыҙ. Сөнки Аллаһ башта бар ҡылыр, һуңынан иман килтереп, изгелек ҡылғандарға ғәҙеллек менән әжерен бирер өсөн, уларҙы үлтереп, яңынан тергеҙеп, үҙ хозурына ҡайтарыр. Кәферҙәр иһә инҡар иткәндәренә күрә, ҡайнар һыу эсәсәк һәм хәтәр яза аласаҡтар. (5) Аллаһ Ҡояшты яҡтылыҡ сыға­нағы итеп ҡабыҙҙы, Айҙы нурлы итеп яралтты, йылдарҙың һанын һәм хисабын белер өсөн уға (Айға) фасылдар тәғәйенлән­де. Аллаһ быларҙы (тиккә генә түгел) Хәҡиҡәт өсөн яралтты. Ул мәғлүмәтле ҡәүемгә аяттарын асыҡ аңлата. (6) Төн менән көндөң берһе артынан береһе оҙоная, ҡыҫҡара, алмашыныуында, күктәрҙә һәм Ерҙә Аллаһ яралтҡан нәмәләр (Күктәрҙә — фәрештәләр, Ай, йондоҙҙар, есемдәр, сикһеҙ ғаләм; Ерҙә — йәнлектәр, ҡош-ҡорттар, кешеләр, тауҙар, диңгеҙҙәр, йылғалар, үҫемлектәр) Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ эшләүҙән ҡурҡҡандар өсөн ғибрәттәр һәм киҫәтеүҙәр барҙыр. (7) иәмәт көнөндә) Беҙҙең менән осрашыуға ышанмайынса, донъя тормошона риза булып, шунан ләззәт алып йәшәгәндәр һәм аяттарыбыҙға битараф булғандар арағыҙҙа юҡмы ни? (8) Бына шулар инде йыйған гөнаһтары арҡаһын­да ялҡын эсендә үҙҙәренә ятаҡ табыр. (9) Иман килтереп, изгелекле эштәр башҡарғандарҙы, иманлы булғандарына күрә, Раббы ниғмәт тулы йәннәттәрҙә, аҫтынан йылғалар ағып тороусы баҡсаларға урынлаштырыр. (10) Уларҙың:

    —Аллаһым, Һинең кәмселекле сифаттарың юҡ, —тигән һүҙҙәре доға булыр.

    Шунда бер-береһе менән осрашҡанда әйтә торған һүҙҙәре: «сәләм», булыр. Уларҙың сәләм һуңындағы доғалары ла:

    — Бары тик ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаһҡа ғына маҡтау тейеш, — тигән һүҙ булыр. (11) Әгәр Аллаһ кешеләргә, ашы­ғыс бүләк теләгәндәре кеүек, яза биреүҙе лә ашыҡтырһа, уларҙың әжәле менән эш бөткән булыр ине. Беҙҙең менән (Әхирәттә) ҡауышыу көтмәүселәрҙе Беҙ аҙғынлыҡтары эсендә ҡойонһондар тип (үҙ ихтыярҙарына) буталып йөрөргә ҡалды­рабыҙ.

    («Кәферҙәр: йә, Аллаһ, әгәр Ҡөръән Һинең тарафтан индерелгән булһа, Мөхәммәдте Пәйғәмбәр итеп Һин ебәргән булһаң, быларға ышаныуыбыҙҙы теләһәң, күктән таш яуҙыр йәки беҙгә хәҙер үк бер яза бир, — тинеләр.

    Шунан һуң өҫтәге аят индерелде. Тимәк, Аллаһ Тәғәлә гөнаһлы ҡолдарына шунда уҡ яза бирмәй, бәлки тәүбә итерҙәр, ҡыл­ғандарына үкенерҙәр, тура юлға баҫырҙар, тип язаны кисек­терә икән. Тәүбә итмәгәндәргә ул тәҡдирҙәрендә яҙылғанса ғүмер бирер, язаны ул уларға һуңынан был донъяла уҡ бирер йәки Әхирәт көнөнә ҡалдырыр».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
    1   ...   18   19   20   21   22   23   24   25   ...   64


    написать администратору сайта