Главная страница
Навигация по странице:

  • . (20)

  • (33)

  • (И. Крачковскийҙа

  • Мәүләне М. Алиҙ

  • КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим


    Скачать 3.18 Mb.
    Название билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
    Дата04.02.2022
    Размер3.18 Mb.
    Формат файлаdoc
    Имя файлаКОРАН баш.doc
    ТипДокументы
    #351235
    страница24 из 64
    1   ...   20   21   22   23   24   25   26   27   ...   64

    Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим


    1. Әлиф. Ләм. Ра. Былар Китаптың ап-асыҡ аяттары­ҙыр. (2) Һеҙ аңлаһын тип, Беҙ уны ғәрәп телендә, Ҡөръән булараҡ, индерҙек. (3) (Ий, Мөхәммәд) Беҙ һиңә был Ҡөръәнде уахи итеп, йәшәп уҙған ҡәүемдәрҙең хәлдәре тураһында гүзәл һүрәттә аңлатабыҙ. Шуныһы хаҡтыр, һин быңа саҡлы (башҡалар кеүек үк, уларҙың хәлдәре тураһында) белмәй инең.

    4. Бер ваҡыт Йософ атаһына (Яҡупҡа) әйтте:

    — Атаҡайым, мин төшөмдә ун бер йондоҙ менән Ҡояшты һәм Айҙы күрҙем. Улар миңә сәждә итте.

    5. — Улым-балам, — тине атаһы. — Һаҡ бул! Төшөңдө ағайҙарыңа һөйләй күрмә. Юҡһа, улар һинән көнләшерҙәр, һиңә хәйлә ҡора башларҙар. Сөнки шайтан (көнсөллөк, хөсөтлөк) кешеләргә хәтәр дошман. (6) Былай булғас, Раббың һине һай­лаясаҡ, һиңә төш юрау хикмәттәре өйрәтәсәк, һинә һәм Яҡуп тоҡомона, ике бабаң: Ибраһим менән Исхаҡҡа биргән ниғмәттәрен һиңә лә биреп бөтөрәсәк икән. Раб­бың барыһын да бик яҡшы белеп тороусы хикмәт эйәһеҙер.

    7. Хаҡтыр, Йософ һәм уның ағалары менән булған был ваҡиғала ғибрәт-һабаҡ алырға теләгәндәр өсөн хикмәттәр бар. (8) Ағалары әйтте:

    — Йософ менән төпсөк туғаныбыҙҙы (Бинийәминде) атайыбыҙ беҙҙән артыҡ ярата. Гәрсә, беҙ күберәк һәм көслөрәк булһаҡ та. Ысынын да, атайыбыҙ бик ныҡ яңғылыша (ул беҙгә ғәҙел түгел).

    (Йософ менән Бинийәмин бер әсәнән, ағалары бүтән әсәнән тыу­ған ине)

    9. — Йософто үлтерергә кәрәк йәки уны йыраҡ ергә илтеп ташларға, аҙаштырырға кәрәк. Шунан һуң атайыбыҙ йөҙө менән беҙгә генә ҡарап торор. Ахырҙа (тәүбә итербеҙ ҙә,) изгелекле кешеләр булып китербеҙ.

    10. Аранан береһе. «Әгәр был эште башҡарырға булһағыҙ, һеҙ Йософто үлтермәгеҙ, ҡойоға ташлағыҙ. Уҙып барыусы (карауандағыларҙың) берәйһе уны табып алыр», — тине.

    11. Әйттеләр:

    — Ий, атабыҙ! Һин ни өсөн Йософто беҙгә ышанып тапшырмайһың? Беҙ уға бары тик изгелек кенә теләйбеҙ. (12)

    — Иртәгә һин уны беҙҙең менән (сәхрәгә) ебәр: рәхәт­ләнеп (ашап-эсеп), уйнаһын. Шикләнмә, беҙ уны (бәлә-ҡаза­нан күҙ ҡарабыҙ кеүек) һаҡларбыҙ, — тинеләр. (13) Ата кеше әйтте:

    — Уны алып китһәгеҙ, миңә ҡыйын булыр. Һеҙ абайлама­ған саҡта уны бүре ашар, тип ҡурҡам. (14) Әйттеләр:

    — Беҙ ҡеүәтле төркөм (ошо ҡәҙәр ҙә күп кеше) була тороп, уны бүре ашап китһә, әлбиттә, был ҙур кәмселек булыр ине (ояты ғына ни тора!)

    15. Уны алып китеп, ҡойо төбөнә һалырға ҡарар ҡылған­дан һуң, Беҙ Йософҡа уахи күндерҙек:

    — Һис шикһеҙ, һин ҡасан да булһа, үҙҙәренең уйында ла булмаған саҡта (һине танымаған саҡта) уларға был ҡылғандары тураһында һөйләп бирерһең, — тинек.

    (16) Кис еткәс, йылай-йылай аталары янына ҡайттылар. (17) — Ий, атайыбыҙ, — тинеләр. — Беҙ әйберҙәребеҙҙе Йософ янында ҡалдырҙыҡ та, ярышҡа-уҙышырға киттек. (Әйләнеп килһәк, ниндәй ҡайғы) уны бүре ашап киткән. Дөрөҫөн һөйләһәк тә һин беҙгә ышанмаҫһың инде.

    18. Йософтоң бүтән төрлө ҡанға буялған күлдәген ата кешегә тоторҙолар.

    (Яҡуп ҡанға буялған күлдәкте алып йөҙөнә ҡапланы: «Быңа саҡ­лы ошондай ҙа рәхимле бүрене күргәнем булманы. Улымды аша­ған, күлдәген йыртмаған да», - тине. Алдағандарын ул шунан һи­ҙенде һәм әйтте):

    — Һеҙҙең мәкерле нәфсегеҙ яман эште яҡшы итеп күрһәткән. Хәҙер миңә күркәм сабырлыҡ кәрәк. Һеҙ миңә төшөндөрөп бирҙегеҙ: миңә ярҙам (һеҙҙең тарафтан түгел) бары тик Аллаһтан ғына киләсәк.

    19. Бер карауан туҡтаны; һыу алып килергә хеҙмәтсене ҡойоға ебәрҙеләр. Ул күнәген ҡойоға төшөрҙө. Йософто күргәс:

    — Һөйөнсө! Бына Һиңә бер ул! - тине. Уны һатып е­бәрер өсөн, хазина кеүек һаҡлап алып киттеләр. Аллаһ уларҙың нимә ҡылғанын бик яҡшы белә ине. (20) Уны арзан ғына хаҡҡа, бер нисә дирһәмгә һатып ебәрҙеләр. Һатыулашып тор­манылар. (21) Уны һатып алған Мысыр кешеһе ҡатынына әйтте:

    — Быңа иғтибарлы бул! Яҡшылап ҡара! — тине. — Күңе­лем һиҙә, беҙ унан файҙа күрәсәкбеҙ, һис юғында беҙ уны уллыҡҡа алырбыҙ.

    Бына шулай итеп, Беҙ төшөндә күргәндәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн, төш юрау хикмәттәрен өйрәтер өсөн, уны шундай ергә урынлаштырҙыҡ. Аллаһ үҙ әмерен еренә еткереп үтәрҙәй ҡөҙрәт эйәһе. Ләкин кешеләрҙең күбеһе был турала белмәй.

    («Риүәйәттәргә күрә, хәҙрәти Йософто үҙенә алған зат Мысырҙың мал менән сауҙа итеү эштәренең башлығы ине. Ул Йософтоң зиһенле һәм һәләтле бала икәнен һиҙенә. Алға табан ул уны дәүләт эштәрендә файҙаланырға уйлай ине. Балалары булмау сәбәпле, һөйкөмлө Йософто был ғаиләлә бик яратып ҡаршылайҙар».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

    22. Бәлиғ булғанына саҡлы уға хөкөм эштәрендә уңыш ҡаҙанырлыҡ ғилем бирҙек. Бына шулай итеп, Беҙ гүзәл холоҡлоларҙы бүләкләйбеҙ. (23) Өйҙөң хужабикәһе нәфсеһен Йософ менән ҡәнәғәтләндерергә теләп, ишек-ҡапҡаларҙы бикләтте һәм:

    • Яныма кил, — тине.

    Йософ әйтте:

    — Аллам һаҡлаһын! — тине. — Ирегеҙ минең хужам. Ул миңә яҡшылыҡ ҡылды. Хаҡтыр, кәферлек ҡылғандар бәхеткә ирешмәҫ. (24) Ҡатын һәр ваҡыт Йософто теләй ине. Раббының (зина ҡылыуҙың ҙур гөнаһ икәнен) дәлилен күрмәгән булһа, уны яуызлыҡ һәм нәжес ғәмәлдәрҙән ҡотҡарырға теләүен һиҙенмәгән булһа, бәлки Йософ та был ҡа­тынды теләгән булыр ине. Шик юҡ, ул ихлас ҡолдарыбыҙҙан ине. (25) Икеһе лә ишеккә табан йүгерҙе. Ҡатын уның күлдәгенең артҡы итәген йыртып төшөрҙө. Ишек төбөндә улар ҡатындың ире менән осрашты. Ҡатын әйтте:

    — Һинең ғаиләңә зыян һалырға теләгән кешене ниндәй яза көтә? Зинданмы, әллә сыҙап булмаҫ язамы? — тине.

    26. Йософ:

    — Ул мине аҙҙырырға теләне, — тине. Ҡатындың туғандарынан береһе шаһитлыҡ итте:

    — Әгәр уның күлдәге алғы яҡтан йыртылған булһа, ҡатын дөрөҫөн әйткән булыр. Был иһә ялғанлаған булыр, — тине. (27) — Әгәр күлдәк артҡы яҡтан йыртылған булһа, ҡатын ялғанлай. Был иһә дөрөҫөн әйтә. (28) Күлдәктең артҡы тарафтан йыртылғанын күргәс, (хаҡим) ҡатынына:

    — Шик юҡ, был һеҙ — ҡатындарҙың мәкерле хәйләһелер. Ысындан да, һеҙҙең хәйлә иң шәп ҡаптыра торғандар­ҙан була, - тине. (29) - Әй, Йософ! Һин быны башҡаларға һөйләмә. Ә һин, ҡатын, гөнаһың өсөн ғәфү үтен. Сөнки Һин гөнаһлы булдың. (30) Шәһәр ҡатындары әйтте:

    - Ғәзиздең ҡатыны егетте аҙҙырырға уйлаған. Ул Йо­софҡа муйынынан ғашиҡ икән. Ул, ысындан, да мөхәббәтенән хыяланғандыр, - тинеләр. (31) Шәһәр ҡатындары­ның ғәйбәтен ишетеп, хужабикә уларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы: янтайып, (терһәктәр менән таянып) ял итер өсөн, яҫтыҡтар-мендәрҙәр әҙерләтте. Уларҙың һәр берһенә бысаҡ бирҙертте. (Ҡатындар бысаҡ менән емеш киҫә башлауға уҡ, хужабикә Йософҡа):

    — Бар, улар янына сыҡ! — тип бойорҙо.

    Йософто күреүгә, ҡатындар уның мөһабәт икәнен аңланылар. (Үҙҙәре лә белмәй) бармаҡтарын турайҙар ине. Һәм әйттеләр:

    — Йә, Раббым, сөбхәналлаһ, был әҙәм заты түгелдер, был мөһабәт бер фәрештәҙлр, - тинеләр. (32) Шунан һуң хужабикә әйтте:

    — Бына, шуның арҡаһында һеҙ минең ғәйбәтемде һатты­ғыҙ. Әйе, мин нәфсемде уның менән ҡәнәғәтләндерергә уй­лаған инем. Ләкин ул был эштән ҡәтғи баш тартты. Әгәр ҙә ул минең теләгемде үтәмәһә, һис шикһеҙ, зинданға ябыла­саҡ; һәм, әлбиттә, мәсхәрәгә ҡалып (һарайҙан) ҡыуыласаҡ, — тине. (33) — Йә, Раббым, — тине Йософ. — Минең өсөн зина­дан зиндан яҡшыраҡ. Әгәр ҙә улар ҡорған хәйләләрҙән мине ҡотҡармаһаң, мин уларға тартылып, юлдан яҙғандар араһында ҡалырмын. (34) Раббы уның доғаһын ҡабул итте. Тегеләр­ҙең хәйләһен емерҙе. Аллаһ барыһын да ишетеп, яҡшы белеп тора. (35) (Ғәйепһеҙ икәнен белһәләр ҙә, ғәйбәтселәрҙең ауыҙын томалар өсөн, хужалай ҡатынының күңеле булһын, тип) Йософто ваҡытлыса зинданға ташларға булдылар. (36) Уның менән бергә зинданға тағын ике егетте ултырттылар. Шуларғың береһе әйтте:

    — Мин төшөмдә шәрәб (хәмер) яһағанымды күрҙем, — тине.

    — Мин баш осомда икмәк күтәреп барам икән тип. Икмәгемде ҡоштар соҡой, имеш, — тине икенсеһе. — Төшөбөҙҙө юрап бир. Беҙ һине бик изгелекле кеше, тип уйлайбыҙ. (37) (Йософ) әйтте:

    — Беҙгә һәр көндө килтерелә торған аш килеп еткәнсе, мин, һис шикһеҙ, төшөгөҙҙө юрармын, — тине. — Был — Раббымдың өйрәткәндәрендәндер. Хаҡтыр, мин Аллаһҡа ышанмаған халыҡтан йыраҡҡа киттем. Әхирәт көнөн инҡар итеүселәр ҙә улар ине. (38) Бабаларым Ибраһим менән Исхаҡ һәм атайым Яҡуп тотҡан динде тотам, һис бер нәмәне, һис бер кемде Аллаһ менән тиң күрергә ярамай. Был — Аллаһтың беҙгә — кешеләргә биргән бәрәкәтеҙер. Тик кешеләр­ҙең күбеһе (Аллаһҡа) шөкөр итмәй. (39) Әй, ике зиндандашым, төрлө уйҙырма тәңреләргә ышаныу яҡшымы, әллә бер кемдең дә көсө етәлмәҫ, берҙән бер Аллаһҡа инаныумы? (40) Аллаһтан башҡаларға табыныуығыҙ һеҙҙең һәм аталарығыҙ уйлап сығарған бер нисә исем генә бит. Аллаһ уларға бер ниндәй ҙә вазифа бирмәне. Хөкөм бары тик Аллаһ ихтыярында. Ул Аллаһтан башҡаһына ғибәҙәт ҡылмаҫҡа әмер итте. Бына, иң дөрөҫ дин шул булыр. Ләкин кешеләрҙең күбеһе быны белмәй. (41) Әй, ике зиндандашым, (төштәрегеҙ тураһында әйтәйем) берегеҙ (баштағы кеүек үк) Хужаһына шәрәб (хәмер) эсерәсәк; икенсегеҙҙе иһә аҫып ҡуясаҡтар һәм ҡоҙғондар уның башын соҡоп, тамаҡ туйҙырыр. Һорағандарығыҙҙы юрау ошоның менән тамам булды. (42) Зиндандан ҡотоласағына ул әйтте:

    — Хужаң янына ҡайтҡас, һин мине иҫеңә төшөр (бәлки ул мине зиндандан ҡотҡарыр), — тине. Ләкин шайтан (ул әйткәндәрҙе) онотторҙо. Шуға күрә, Йософ бер нисә йылға зинданда ҡала бирҙе.

    43. Бер уаҡыт Мысыр батшаһы әйтте:

    — Мин төшөмдә ете ябыҡ һыйырҙың ете һимеҙ һыйыр­ҙы ашағанын күрҙем. Унан һуң ете йәшел башаҡ менән ете ҡоро башаҡ күрҙем. Ярандарым, юрай алһағыҙ, төшөмдө юрап бирегеҙ, — тине. (44) (Юраусылар) әйтте:

    — Былар, бары тик һаташыу ғына, — тинеләр. — Беҙ бындый буталсыҡ төштәрҙе юрай алмайбыҙ.

    45. Зиндандан ҡотолған кеше байтаҡ ваҡыттан һуң Йософто иҫенә төшөрөп әйтте:

    — Мин һеҙҙең төшөгөҙҙө юрата алам, — тине. — Мине зин­данға алып барығыҙ. (46) (Зинданға кергәс, ул) әйтте:

    — Әй, Йософ, һин тура һүҙле кеше. Ете ябыҡ һыйыр­ҙың ете һимеҙ һыйырҙы ашауы тураһында, ете йәшел башаҡ менән ете ҡоро башаҡ тураһындағы төштө юрап бирһәңсе, — тине. — Юрауыңды ҡайтып кешеләргә һөйләрмен, бәлки, улар ҙа аңлар. (47) Йософ әйтте:

    — Ете йыл тоташтан ғәҙәттәгесә иген игегеҙ. Әҙ миҡ­дарҙа ғына ашап, ҡалғанын башаҡта ҡалдырығыҙ. (48) Шунан һуң ете йыл рәттән аслыҡ булыр. Ашлыҡты ор­лоҡлоҡ ҡына ҡалдырып, ете йыл буйына ашағыҙ. (49) Шунан һуң тағын бер йыл киләсәк, ул йылда кешеләргә (Аллаһтан) мул ямғыр яуасаҡ һәм ул йылда (емеш һуттары менән үҫемлекмайы) һығып, (һыйыр, кәзә, дөйә, һарыҡтарҙы) һауырҙар.

    (И. Крачковскийҙа: они будут выжиматъ, тип кенә яҙылған. Ш. Ноғманиҙа: емештәр һығып, шәрәбтәр яһарҙар. Т. Кочигит, X. Ҡараман тәфсирҙәрендә иһә фәҡәт емеш һуты һығыу, шәрбәт алыу тураһында ғына әйтелә. Мәүләне М. Алиҙа: давить виноград, тип әйтелгән. X. Чантайҙа киңерәк аңлатыла. Беҙ X. Чантай тәфсирен мәғҡүл күрҙек.)

    50. Был юраманы һөйләгәс, батша әйтте:

    — Уны минең янға алып килегеҙ, — тине. Йомошсо зинданға кергәс, Йософ әйтте:

    — Батша янына ҡайт: бармаҡтарын бысаҡ менән ту­рай башлаған ҡатындарға нимә булды? - тип һора. Шик юҡ, Аллаһым уларҙың хәйләһен бик яҡшы белеп тора. (51) Батша ҡатындарға әйтте:

    — Йософ менән ләззәт кисергә теләгән сағығыҙҙа һеҙ ниндәй хәлдә инегеҙ? - тине.

    Ҡатындар әйтте:

    — Аллам һаҡлаһын, беҙ унан һис бер яманлыҡ күрмәнек, - тинеләр.

    Ғәзиздең ҡатыны әйтте:

    — Бөгөн дөрөҫлөк уртаға сыҡты. Мин уны аҙҙырырға теләнем. Шик юҡ, ул — ғәҙел кеше, — тине. (52) Йо­соф әйтте:

    — Ғәзиз өйҙә юҡ саҡта уға хыянат итмәгәнемде һәм Аллаһтың ысын хыянатсылар ҡорған хәйләһен юҡҡа сығараса­ғының барыһын да ул белеп торһон, — тине. (53) (Ҡатын әйтте):

    — Мин үҙемде аҡларға тырышмайым, сөнки нәфсең­де тыя алмау яманлыҡҡа этә, әгәр ҙә Аллаһ һаҡламаһа. Шик юҡ, Раббым ярлыҡаусы, ғәфү ҡылыусы. (54) Батша әйтте:

    - Уны бында алып килегеҙ, - тине. - Мин уны үҙ яны­ма алам.

    Уның менән һөйләшкәс:

    — Бөгөндән һин янымда юғары дәрәжәле һәм ышаныс ҡаҙанған вазифалы кеше һаналырһың, — тине. (55) Йософ әйтте:

    — Мине өлкәнең ер байлыҡтарына (иген баҫыуҙарына) башлыҡ ит. Мин уларҙы яҡшы һаҡлармын, сөнки мин был эштәрҙе яҡшы беләм, — тине. (56) Бына шулай итеп, Беҙ Йософто үҙе теләгәнсә ғәмәл ҡылырлыҡ вазифалы иттек. Үҙебеҙ ихтыяр иткән һәр кешегә рәхмәтебеҙҙе бирҙек. Изгелек ҡылғандарҙың изгелектәрен заяға сығармайбыҙ. (57) Иман килтереп, яманлыҡтарҙан һаҡланғандар өсөн Әхирәт бүләге тағын да хәйерлерәк. (58) (Аслыҡ йылды Яҡуптың ул­дары икмәк һорап, Мысырға килде.) Йософтоң ҡәрҙәштәре килеп, уның хозурына керҙе. Йософ уларҙы таныны. Улар уны таныманы. (59) Йөктәре төйәлеп бөткәс: Йософ әйтте:

    — Бер атанан тыуған туғанығыҙҙы минең янға алып килегеҙ,— тине. — Күреп тораһығыҙ бит, мин һеҙгә дөрөҫ үлсәтеп бирҙем. Мин ҡунаҡсылдарҙың иң йомарты. (60) Әгәр уны минең янға алып килмәһәгеҙ, ҡабат мин һеҙгә бер үлсәм дә (ашлыҡ) бирәсәк түгелмен. Ҡабат килеп йөрөмәгеҙ! (61) Әйттеләр:

    — Уны атабыҙҙан һорап алырға тырышырбыҙ. Әлбиттә, беҙ быны эшләйәсәкбеҙ, — тинеләр. (62) Йософ хеҙмәтселәренә әйтте:

    — Ашлыҡ өсөн биргән тауарҙарын (аҡсаларын) йөктәре эсенә йәшереп ҡуйығыҙ. Өйҙәренә ҡайтып еткәс, улар шул тауарҙарҙы табып алыр ҙа, бәлки, яңынан (икмәк һатып алыр өсөн) бында килерҙәр, — тине.

    63. Ата кеше янына ҡайтып еткәс, әйттеләр:

    — Эй, атабыҙ, икмәк алыу юлы беҙгә ябылды. Туғаныбыҙҙы (Бинийәминде) беҙгә эйәртеп ебәрһәң генә, беҙгә икмәк бирерҙәр. Ысынлап та, беҙ уны яҡшы һаҡларбыҙ, — тинеләр. (64) Яҡуп әйтте:

    — Бынан алда ла ҡәрҙәшегеҙҙе ышанып тапшырғаным кеүекме? — тине. — Быныһын да шулай итеп һеҙгә ышанып тапшырайыммы? (Мин уны фәҡәт Аллаһҡа ғына ышанып тап­шыра алам.) Аллаһ иң ышаныслы һаҡлаусы. Мәрхәмәтлеләрҙең мәрхәмәтлеһе — Аллаһ.

    65. Йөктәрен сискәндә улар үҙҙәренең тауарҙарын таптылар. Һәм әйттеләр:

    — Эй, атаҡайыбыҙ, нимә эшләйбеҙ? Тауарҙарыбыҙ кире үҙебеҙгә ҡайтҡан, был аҡсаларға тағын бер дөйә йөгө икмәк алып ҡайтырбыҙ. Алып ҡайтҡан икмәгебеҙ бик тә әҙ миҡдарҙа бит. Туғаныбыҙҙы һаҡлап ҡына йөрөтөрбөҙ, - тинеләр. (66) Яҡуп әйтте:

    — Бәләгә юлыҡтырмайынса, уны һау-сәләмәт килеш алып ҡайтасаҡбыҙ, тип, Аллаһ исеме менән ант итмәһәгеҙ, мин уны һеҙгә биреп ебәрмәйем, — тине.

    (Ул теләгәнсә) ант иттергәндән һуң, тағын әйтте:

    — Беҙҙең һөйләшеүгә Аллаһ шаһит, — тине. (67) Унан өҫтәне: — Улдарым, шәһәргә бөтәгеҙ ҙә бер ҡапҡанан кермәгеҙ. Айырым-айырым, төрлө ҡапҡаларҙан керегеҙ! Юҡһа, мин һеҙҙе бер нисек тә Аллаһтың язаһынан ҡотҡара ал­маҫмым. Хөкөм Аллаһтан башҡаға бирелмәгән. Шуға күрә, мин бары тик Уға ғына ышанам. Тәүәккәл итеүселәр бары тик Уға ғына баш эйһендәр.

    68. Улар, аталары ҡушҡанса, төрлөһө төрлө ҡапҡаднан кер­ҙе. Ләкин был (һаҡлыҡ саралары) Аллаһтан киләсәктәрҙән ҡотҡарып ҡала алманы. Был эш (төрлө ҡапҡаларҙан кереү) бары тик Яҡуптың йән тыныслығы өсөн генә башҡарылды. Ысынлыҡта, ул (Яҡуп) ғилемгә эйә кеше ине. Сөнки Беҙ уны өйрәттек. Ләкин кешеләрҙең күбеһе быны белмәй. (69) Ҡәрҙәштәре Йософ янына кергәс тә, ул туғанын үҙ хозурына алдырҙы.

    - Беләһеңме, мин һинең туғаның бит, - тине. - Уларҙың ҡылғандары өсөн һин бик ҡайғырма.

    («Риүәйәттәргә күрә, ҡәрҙәштәрен һыйларға тип, хәҙрәти Йософ табын әҙерләтә. Уларҙы табын янына икешәр-икешәр итеп ултыр­та. Бинийәмин яңғыҙы - шаҡ ҡала ла, йылап ебәрә: ағайым Йо­соф иҫән булһа ине, беҙ бергә ултырған булыр инек, - ти. Хәҙрәти Йософ уны үҙ табынына ала. Ашап-эскәндән һуң, хәҙрәти Йософ ҡәрҙәштәрен икешәр-икешәр итеп фатирҙарға урынлаштыра. Бинийәмин тағын яңғыҙы ҡала. «Һиңә пар юҡ, улайһа, һин минең янда ҡалырһың», - тине. Бинийәмин әйтте: «Һинең кеүек ҡәрҙәшең булһа ине ул. Ләкин бит һине атайым Яҡуп менән әсәйем Рәхилә тапма­ған». Быны ишеткәс, хәҙрәти Йософ. Бинийәминде ҡосаҡлап ала һәм: «Мин һинең ағайың», — ти».

    Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

    70. Йөк төйәгәндә (Йософ) туғанының әйберҙәре араһына затлы һауыт йәшерҙе. Юлға ҡуҙғалғас, Йософтоң йомош­соһо:

    - Әй, карауансылар, һеҙ бурҙарһығыҙ! - тип ҡысҡырҙы. (71) (Карауансылар боролоп):

    — Һеҙ нимә юғалттығыҙ?-тип һоранылар. (72) Былары әйтте:

    — Батшабыҙҙың һыу эсә торған затлы һауытын эҙләйбеҙ; уны табып килтергән кешегә бер дөйәгә төйәрлек ашлыҡ бирәсәкбеҙ. Был эшкә мин яуаплы, — тине йомошсо.

    73. — Валлаһи, беҙ бур түгел! — тинеләр карауансылар, — Беҙҙең ғауға-фетнә сығарырға килмәгәнебеҙҙе һеҙ бик яҡшы беләһегеҙ бит. Ҡараҡтар ҙа беҙ түгел. (74) (Ҡыуа сығыусылар) Әйтте:

    —Ярар, ялғанығыҙ тотолһа, нимә буласаҡ (һеҙ шуны беләһегеҙме)?—тинеләр. (75) Уның язаһы, юғалған һауыт кемдең йөгөндә табылһа, шул кеше үҙе түләү буласаҡ. Беҙ ғәҙел­һеҙҙәрҙе шулай язалайбыҙ.
    1   ...   20   21   22   23   24   25   26   27   ...   64


    написать администратору сайта