Главная страница
Навигация по странице:

  • 2 — Баҡара (Һыйыр) сүрәһе

  • КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим


    Скачать 3.18 Mb.
    Название билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
    Дата04.02.2022
    Размер3.18 Mb.
    Формат файлаdoc
    Имя файлаКОРАН баш.doc
    ТипДокументы
    #351235
    страница1 из 64
      1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   64

    Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.

    Мөхтәрәм мосолмандар! Һеҙгә пәйғәмбәребеҙҙең мөғжизәһе булған Ҡөрьәндең тәфсирен тәҡдим итәбеҙ. Мөғьжизәһе, сөнки әлегә ҡәҙәр Уны аңлап бөткән кеше юҡ. Ғалимдар тикшеренеүҙәр үткәргән һайын ниндәйҙер асыштар яһайҙар үә һайран ҡалалар. 14 быуат буйы өйрәнһәләр ҙә белеп бөтмәйҙәр. Пәйғәмбәребеҙ бының тураһында әйткән: “Ҡөрьәндең Һәр аятының асыҡ һәм йәшерен мәғәнәһе бар, йәшерен мәғәнәһе етегә ҡәҙәр булыр”. Шуға күрәлә табип булһа уны бер төрлө аңлай, түрә булһа – икенсерәк. Ә инде ғалим булһа бөтөнләй башҡа төрлө аңлар. Ғилем эйәләре лә төрлөһө төрлөсә аңлар – үҙҙәренең үҫешеүенә ҡарап (иманының, аҡылының, ғилеменең кимәле, рухының киңлеге буйынса). Пәйғәмбәребеҙ бының тураһында әйткән: “Ҡорьән һүҙҙәрен аңлауҙа сик бар һәм һәр кеше үҙенең аңлау кимәле ҡәҙәр генә аңлай алыр”.

    ”Баҡара” сүрәһенең 185-енсе аятында: “Рамаҙан айы шундай айҙыр, ул айҙа Ҡөрьән индерелде: туры юлды күрһәтеүсе(русса әйткәндә: руководство,инструкция) һәм тура юлды белдереүсе, дөрөҫ менән ялғанды айырыусы итеп...” Һәр нәмәнең инструкцияһы бар: телевизор алабыҙмы йәки компьпютер. Шунһыҙ ҡулланып булмай. Кеше – үҙенең төҙөлөшө буйынса күпкә ҡатмарлыраҡ зат һәм уның да үҙ инструкцияһы бар. Ул иһә Ҡөрьән-Кәримдер. Кеше ни тиклем шул Ҡөрьәнде белһә, уның менән йәшәһә, шул тиклем яҡшыраҡ йәшәр, бәхетлерәк булыр. Бәлки был донъяла ғына түгел, әхирәттә лә. Динебеҙҙе өйрәнеү бары тик муллалар эше генә түгел, бөтөн халыҡ өсөн мотлаҡ. Һәр кешегә үҙенә кәрәк. Шәриғәтте һәр өйрәнгән кеше мулла-абыстай булып китмәй, ә үҙе өсөн күп файҙа үә хикмәт ала; дөрөҫ менән ялғанды, дуҫты дошмандан айырырға өйрәнә; әхләғы яҡшыра; рухы үҫә; халыҡ араһында абруйы күтәрелә. Донъяла үҙенең урынын таба. Аллаһтан килгән хикмәткә эйә була. Бындай кешеләр донъяла ла һәм әхирәттә лә хур булмаҫ ин шәә Аллаһ. Аллаһ Раббыбыҙ һәммәбеҙгәлә тәүфиҡ-истиҡамәттәрен насиб әйләһен.

    Тағыла яҡшыраҡ, камилыраҡ тәфсир нәшер ителгәнсе был Ҡөрьән тәфсире халҡыбыҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итһен. Был китап Аллаһ Раббыбыҙҙың һүҙҙәре- Уны ихтирам итеү йөҙөнән китап кәштәһендә өҫтә һаҡлау мөстәхәб (сауаплы) күренә. Бар динебеҙҙе аңларға теләүселәргә ярҙамсы, ожмаһҡа юл күрһәтеүсе, гөнаһ-хаталарҙан һаҡлаусы булһын. Әгәрҙә хаталар китһә Аллаһтан ярлыҡау һорайбыҙ һәм һеҙҙең аңлауығыҙҙы үә хәер-доғаларығыҙҙы өмөт итәбеҙ.

    Был Ҡөрьәнде сығарырға ярҙам иткәндәре өсөн Хәмзә хажи ,Усманов рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Бар тәҡдимдәр буйынса ошо адресҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: 4532310 Башҡортостан, Ишембай ҡалаһы, йәштәр урамы 8-се йорт, 82-се фатир йәки 8-901 – 441 – 04 – 02 телефонына шылтырата алаһығыҙ.
    Ильшат Әнүр уғлы Хафизи

    Ҡөрьән тәфсире

    1 — Фәтиха (Асыусы) сүрәһе
    (Фәтиха сүрәһе 7 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Ҡөръән­де башлаусы, Ҡөръән эсенә алып кереүсе, китапты Асыусы, Ҡөръән уҡый башларға рөхсәт биреүсе һүҙ — Фәтиха. Әсә телебеҙгә ул һүҙ: атайың-әсәйең фатихаһын алмайынса эш ҡылма, фатихаһыҙ баш­лаған эш уңышлы булмаҫ, йәки, — бер фатиха, тигән кеүек тәғбирҙәрҙә йыш ҡулланыла. Фәтиха сүрәһенән башҡа Ҡөръән асылмаҫ, намаҙ ҙа уҡылмаҫ.)
    Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

    1. Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым).

    2. Бөтөн ғәләмдәрҙең (халиҡтарҙың) тәрбиәсеһе Раббы Аллаһҡа маҡтауҙар булһын!

    3. (Ул) мәрхәмәтле, рәхимле.

    4. Яза Көнөнөң (Әхирәттең) хужаһы.

    5. Бары тик Һиңә (генә буйһоноп) ғибәҙәт ҡылабыҙ һәм (бары тик) Һинән (генә) ярҙам өмөт итәбеҙ.

    6. Беҙҙе тура юлға — рәхмәтеңә-ниғмәттәреңә ирешкәндәр юлына күндер.

    7. (Зинһар) юлдан яҙғандар һәм нәфрәтеңә дусар булғандар юлына төшөрмә!

    Бына был — Фатиха сүрәһенең асыл нөсхәһендәгегә яҡын тәржемә­һе. Был сүрәне ғалимдар нигеҙҙә бер төрлө тәржемә итһәләр ҙә, айырмалары шаҡтай. Һәр телдең үҙенсәлеге, көсө, ҡеүәте булған кеүек, Әсә телебеҙҙең дә үҙенсәлектәрен иҫкә алып, беҙ Фатиха сүрәһен, ошо шәкелдә, йәғни, тәфсирле тәржемәлә тәҡдим итеп ҡарайбыҙ.

    Әғүҙү билләһи миннәш-шәйтанир-раҗим

    Бисмилмәнир-рахмәәнир-рахиим



    Изгелекле эшемде, изге доғамды, ялбарыуымды мәрхәмәтле һәм рәхим­ле Аллаһтың исеме менән башлайым. Бөтөн ғәләмдәрҙең, барса халыҡтарҙың ғәҙел хужаһы, тәрбиәсеһе Аллаһҡа дан һәм маҡтауҙар булһын! Йә, Илаһым, Һин мәрхәмәтле, Һин рәхимле. Һин — был донъяның да, Әхирәттең дә хужаһы һәм тәрбиәсеһе. Бары тик Һиңә генә буйһоноп, ғибәҙәт ҡылабыҙ. Бары тик Һинән генә ярҙам өмөт итәбеҙ. Беҙ, бәндәләреңде, изге кешеләр йөрөй торған тура юлға, йәғни рәхмәтеңә, ниғмәттәреңә ирешкәндәр юлына күндер, беҙгә мул ниғмәттәреңде насип әйлә. Зинһар, беҙҙе юлдан яҙғандар һәм Һинең нәфрәтеңә, язаңа дусар булғандар юлына төшөрмә! Фатиха сүрәһен уҡып тамамлғас, ә-ә-ми-и-ин, йәғни, теләктәрем­де ҡабул ҡыл, тип әйтеү зарури.
    2 — Баҡара (Һыйыр) сүрәһе
    (Баҡара сүрәһе 286 аяттан тора. Мәҙинә ҡалаһында ингән. «Баҡара» — һыйыр тигән һүҙ.)

    Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

    1. Әлиф, ләм, мим. (Мәғәнәһен Аллаһ Үҙе генә беләҙер.)

    2. Шөбһәһеҙ, был Китап мөттәҡийҙәр өсөн юл күрһәтеүс­еҙер.

    (Мөттәҡий — тәҡүә, дин ҡанундарын ихлас тотоусы, гөнаһ ҡы­лыуҙан, Аллаһтың нәфрәтенән ҡурҡыусы саф мосолман.)

    3. Улар күҙгә күренмәгәндәргә ышана, намаҙҙарын дөрөҫ итеп уҡый. Беҙ биргән малдарын Аллаһ юлында сарыф итә.

    (Күҙгә күренмәгәндәр: Аллаһ, фәрештәләр. Матдәләрҙең иң ваҡ киҫәксектәрен һәм һулый торған һауабыҙҙы беҙ күрмәйбеҙ, әммә мантыйҡ (логика) һәм күңел күҙе менән уларҙы күрәбеҙ, уларҙың барлығына инанабыҙ. Шулай итеп, беҙ Аллаһтың Үҙен, фәрештәләр­ҙе, ендәрҙе күрмәһәк тә, уларҙың барлығына ышанабыҙ. Аллаһ ярҙамы менән тапҡан малдарыбыҙҙы Аллаһ юлында сарыф итәбеҙ: хәйер-саҙаҡа, зәкәт бирәбеҙ, хажға барабыҙ, йәтимдәргә, мохтаж­дарға ярҙам итәбеҙ.)

    4. (Ий, Мөхәммәд) улар һиңә индерелгән һәм Һиңә саҡлы индерелгәндәргә (Ҡәръәнгә, унан алдағы изге китаптарға) инаналар, Әхирәт көнөнә лә ысын күңелдән ышаналар. (5) Улар Раббы күрһәткән хаҡ юлдаҙыр һәм тамуҡтан ҡотолоуға ирешеүселәр ҙә шулар булыр.

    6. (Дөрөҫө шулдыр) кәфер ҡылыусыларҙы (Әхирәттәге язалар менән) киҫәтһәң дә, киҫәтмәһәң дә — барыбер; улар ышанмаҫ (иман килтермәҫ). (7) (Ҡылған гөнаһтары, ҡулланған харамдары өсөн) Аллаһ уларҙың күңелдәренә йоҙаҡ һалды һәм уларҙың ҡолаҡтарын томаланы, уларҙың (күңел) күҙҙәрен элпә менән ҡапланы һәм улар өсөн яза әҙерләне.

    8. — Кешеләр араһында шундайҙар ҙа бар, күңелдәре менән инанмаған килеш: Аллаһҡа һәм Әхирәт көнөнә ыша­набыҙ, — тип әйтһәләр ҙә, улар ысын мосолман түгел.

    (Эстән ышанмайынса, үҙ файҙалары өсөн, кешеләр алдында ғына ышанған булып ҡыланыусы был ике йөҙлө бәндәләр «монафиҡтар» тип атала.)

    9. Улар (монафиҡтар) Аллаһты ла, мөьминдәрҙе лә алдамаҡсы була. Ләкин улар үҙҙәре алдана һәм алданғанлыҡтарын абайламайҙар ҙа. (10) Уларҙың күңелендә сир (ике ­йөҙлөлөк сире) бар. Аллаһ уларҙың был сирен тағын да арт­тырҙы. Ялған һөйләгәндәре өсөн уларга хәтәр ғазап барҙыр.

    11. Уларға: —Ер йөҙөндә ҡотҡо таратмағыҙ (боҙоҡлоҡ, фетнә сығармағыҙ), — тип әйтелһә лә, улар:

    — Беҙ фәҡәт Ер йөҙөн ҡотҡонан (боҙоҡлоҡтан, фетнәләрҙән) таҙартыусылар, — тип әйтәләр.

    12. Шуны белеп тороғоҙ, (һәм һаҡ булығыҙ!) улар, ысын­дан да, үҙҙәре ҡотҡо таратыусы (фетнә сығарыусы). Ләкин быны улар үҙҙәре лә һиҙмәй (был турала баштарына ла килтермәй).

    13. Уларға:

    - Иман килтергән әҙәмдәр кеүек, һеҙ ҙә иманға килегеҙ, -тип әйтелһә лә, улар: — Ахмаҡтар иман килтерә, тип, беҙ ҙә иман килтерәйекме? — тинеләр. Ысынлап та, улар үҙҙәре ахмаҡ, ләкин был турала үҙҙәре генә белмәй.

    14. (Монафиҡтар) мөьминдәр менән осрашҡанда:

    — Беҙ ҙә иман килтерҙек, — тип әйтәләр. Үҙҙәрен аҙҙырыусы шай­тани заттар янында бергә-бер ҡалғас:

    — Беҙ һеҙҙең менән бергә: беҙ уларҙы (мосолмандарҙы) мыҫҡыл итер өсөн генә шулай шаяртабыҙ, — тип әйтәләр.

    15. (Ысынлыҡта иһә) Аллаһ уларҙан (мыҫҡыллы) көлә (мәсхәрәгә ҡалдыра), аҙғынлыҡтарына юл ҡуя. (Шуға күрә) улар (үҙҙәрен үҙҙәре белештермәйенсә) шулай аҙашып йөрөй. (16) Иманға килеп, тура юл һайлайһы урында аҙғынлыҡ юлын һатып алған заттар шулар булыр. Ләкин уларҙың был сауҙаһы уңышлы булмаҫ һәм үҙҙәре тура юлға баҫмаҫ.

    17. Улар ҡараңғыла сыра яндырып ултырыусыларға оҡ­шаш. Сыра тирә-яҡҡа яҡтылыҡ һирпеп торғанда, Аллаһ яҡтылыҡты һүндерһә, тегеләр күҙгә төртһәң күренмәҫлек дөм ҡараңғыла ҡаласаҡ.

    18. (Улар) һуҡыр, телһеҙ-һаңғырауҙар. (Шуға күрә, улар ту­ра юлға) әйләнеп ҡайта алмайҙар. (19) Улар Күктән томалап ҡойған ямғырға эләгеп, Күк күкрәүҙәр һәм дәһшәтле йәшендәр аҫтында ҡалғандай булыр. Ул монафиҡтар йәшен һуғып үлтереүҙән ҡурҡып, бармаҡтары менән ҡолаҡтарын томалар­ҙар. Ләкин Аллаһ кәферҙәрҙе һәр яҡлап (язаһы менән) сор­нап аласаҡ. (20) Йәшен уларҙың күҙҙәрен көйҙөрөп сығарырҙай булып, яҡында ғына йәшнәй, тирә-йүнде яҡтыртып ал­ғанда, улар бер аҙ алға китә, кинәт ингән ҡараңғыла улар баҫҡан ерҙәрендә ҡатып ҡала. Әгәр теләһә, Аллаһ, әлбиттә, уларҙың ҡолаҡтарын һаңғыраулата, күҙҙәрен һуҡырайта ала. Ысынлыҡта Аллаһ һәр нәмәгә ҡәҙир (һәр нәмәне эшләй ала торған ҡөҙрәткә эйә).

    21. Әй, инсандар! Һеҙҙе һәм һеҙҙән элек йәшәгәндәрҙе яралтҡан Раббығыҙға ғибәҙәт ҡылығыҙ. (Шулай итһәгеҙ) бәлки һеҙ (гөнаһтан, насарлыҡтан, Аллаһтың язаһынан) ҡотолорһоғоҙ, тәҡүәлеккә ирешерһегеҙ.

    22. Ул һеҙҙең өсөн ерҙе яҫтыҡ итеп ҡабартты (йәпле, уңайлы ҡылды). Күкте лә көмбәҙле итеп, бина ҡылды (төҙөнө). Күктән һыу ағыҙып, һеҙҙең тамағығыҙ туйһын, тип төрлө-төрлө емештәр үҫтерҙе. Шуны белгән килеш Аллаһҡа тиңдәш эҙләмәгеҙ.

    23. Әгәр илсебеҙгә (Мөхәммәдкә) индерелгән (Ҡөръән)гәшикләнеп ҡараһағыҙ, әгәр ҙә һеҙ хаҡлы икән, Аллаһтан баш­ҡа ярҙамсыларығыҙҙы саҡыртып, шуға оҡшаш, исмаһам, бер сүрә килтереп күрһәтегеҙ. (24) Әгәр шулай эшләй алмаһағыҙ, һис шик юҡ, һеҙ уны эшләй алмаясаҡһығыҙ, утын урынына кешеләрҙе, таштарҙы яғып ҡыҙҙырылған йәһәннәмдән һаҡланығыҙ. Йәһәннәм уты кәферҙәр өсөн әҙерләнде.

    25. (Ий, Мөхәммәд) иман килтереп, изгелекле ғәмәлдәр ҡылыусыларға шишмәләре ағып тороусы йәннәттәр буласаҡ, тип кешеләрҙән һөйөнсе ал. Ул йәннәттәрҙә уларҙың алды­на емештәр килтереп ҡуйғас, улар:

    — Был емештәрҙе беҙ фани донъяла ла ашаған инек бит инде, — тип әйтерҙәр. Ләкин ул емештәр тышҡы яҡтан ғына тегеләренә оҡшаған булыр. (Тәмдәре бөтөнләй икенсе, ғә­жәйеп ләззәтле һәм татлы булыр.) Улар өсөн (йәннәттә) пак ҡатындар булыр. Һәм улар (мөьминдәр) унда мәңге йәшәп ҡа­ласаҡ.

    26. Шик юҡ, Аллаһ серкәйҙе һәм унан башҡа хәшәрәтерәктәрҙе лә ғибрәти миҫал итеп килтерергә тартынмаҫ. Иманлы кешеләргә килһәк, улар бындай ғибрәтле миҫал­дарҙың Раббынан килгәнлеген һәм ул миҫалдарҙың дөрөҫ һәм ысын икәнен аңларҙар. Кәферҙәргә килһәк, улар:

    — Аллаһ ниндәй маҡсат менән шундай ғибрәттәр килте­рә? -ти.

    Аллаһ был ғибрәтле миҫалдары менән байтаҡ кешеләрҙе аҙаштырыр, байтағын тура юлға йүнәлтер. Килтергән миҫалдары менән Аллаһ бары тик аҙғындарҙы ғына аҙаштырыр.

    27. Улар (фәсиҡтәр, аҙғындар, әхләҡһеҙҙәр) шундай бәндәләр, ант итеп, һүҙ бирәләр ҙә, шул һүҙҙәренән та­налар (баш тарталар). Аллаһ тоташтырырға бойорған нәмәләрҙе киҫәләр (мосолмандарҙан, Ҡөръәндән айырылалар) һәм Ер йөҙөндә фетнә-тәртипһеҙлек (аҙғынлыҡ) килтереп сығаралар. Бына шулар инде ысынлыҡта алданасаҡ (зыян-зәхмәт күрәсәк).

    28. (Эй, кәферҙәр!) Һеҙ йәнһеҙҙәргә йән өрөп йәнлән­дергән Аллаһты нисек инҡар итәһегеҙ? Һуңынан Ул һеҙҙең йәнегеҙҙе аласаҡ, йәнә тағын һеҙҙе (Әхирәттә) терелтәсәк. Һәм ахырҙа һеҙ Уның ҡаршыһына ҡайтасаҡһығыҙ.

    29. Ер йөҙөндә нимә булһа, Ул барыһын да һеҙҙең өсөн яралтты. Һуңынан Күккә йүнәлде, уны ете ҡат итеп ҡорҙо. Ул барыһын да белеүсе.

    30. (Ий, Мөхәммәд) иҫеңдә тот, Раббың фәрештәләргә әйтте:

    - Мин Ер йөҙөнә (Әҙәмде) хәлифә (башлыҡ, хужа) итеп яралтасаҡмын, — тине.

    Фәрештәләр әйтте:

    — Беҙ Һине маҡтап, тәсбих әйтеп, Аллаһ Тәғәлә кәмселектәрҙән азат, тип, Һине ҙурлап торғанда, Ер өҫтөндә аҙғынлыҡ ҡыласаҡ һәм ҡан ҡоясаҡ бәндәңдеме хәлифә итеп ҡуясаҡһың? — тинеләр.

    (Аллаһ уларға) әйтте:

    — Һеҙ белмәгәндәрҙе һәр хәлдә мин беләм, — тине.

    31. Аллаһ Әҙәмгә доньялағы бөтөн исемдәрҙе (атамаларҙы) өйрәтте лә(бөтөн нәмәләрҙең исемдәрен белеү, йәғни Аллаһ яралтҡан нәмәләрҙе аңлап белеү, серенә төшөнөүҙер), уларҙы фәрештәләренә белдереп бойорҙо:

    — Әгәр ҙә һеҙ әйткәндәр дөрөҫ булһа, ул белгән исемдәр­ҙе әйтеп бирегеҙ, — тине. (32) Фәрештәләр әйтте:

    - Сөбхәналлаһ! (Дан Һиңә, паҡ Раббыбыҙ): Һин беҙгә өйрәткәндәрҙән башҡа беҙ һис бер нимә лә белмәйбеҙ. Шик юҡ, Һин Үҙең һәм ғалим, һәм хаким. (33) (Аллаһ) әйтте:

    — Ий, Әҙәм, исемдәрҙең барсаһын да уларға һанап күрһәт, — тине.

    Әҙәм фәрештәләргә ул исемдәрҙе әйтеп биргәс, Аллаһ йәнә әйтте:

    — Мин һеҙгә: күктәрҙәге һәм Ер йөҙөндәге күренмәгән нәмәләрҙе лә, серҙәрҙе күреп-белеп торам, тип әйтмәнемме ни? Һеҙҙең асыҡ рәүештә һәм йәшерен ҡылғандарығыҙҙы бе­леп торам, тип әйтмәнемме ни? (34) Һәм Беҙ фәрештәләргә әйттек:

    — Әҙәмде хөрмәтләп, уға сәждә итегеҙ, — тинек.

    Иблистан башҡа, барса фәрештәләр ҙә сәждә итте. Ул (әме­ремдән) йөҙ сөйөрҙө. Тәкәбберлеген еңә алманы; (тәкәббер­леге арҡаһында) ул ышанмаусы кәферҙәрҙән ине. (35) Һәм Беҙ әйттек:

    — Ий, Әҙәм, һин ҡатының менән бергә йәннәттә йәшәр­һегеҙ, йәннәттең теләгән ерендә, теләгәнегеҙсә ризыҡ ашағыҙ, ләкин бары тик бына был ағасҡа ғына яҡын килмәгеҙ. Был ағастың емешен ашаһағыҙ, — икегеҙ ҙә ғәҙелһеҙ залим булырһығыҙ, — тинек.

    36. Шайтан ҡотортоп (был ағастың емешен ашаһағыҙ, мәңге йәннәттә ҡаласаҡһығыҙ, тип), уларҙы (абындырҙы) юл­дан яҙҙырҙы һәм (йәннәт кеүек) гөл-баҡсанан сығарттырҙы. (Шунда Беҙ) әйттек:

    — Һеҙ (Әҙәм менән Иблис) бер-берегеҙгә дошман булып, Ергә төшөгөҙ. Ер һеҙҙең торор урынығыҙ булыр. Йәшәү өсөн унда кәрәк-яраҡ табырһығыҙ, һәм һеҙ үҙ уаҡытығыҙ ки­леп еткәнсегә саҡлы шунда ғүмер кисерерһегеҙ, — тинек.

    37. Шунан һуң Әҙәм Аллаһтан доға һүҙҙәре өйрәнеп, Раббынан ғәфү үтенде. Аллаһ уны кисерҙе, һис шикһеҙ, Аллаһ тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе миһырбан эйәһеҙер.

    38. Беҙ әйттек:

    — Бөтөнөгөҙ (өсөгөҙ ҙә: Әҙәм, Һауа, Иблис) гөл-баҡсанан сығығыҙ (Ергә төшөгөҙ). Минән һеҙҙе тура юлға өндәүсе күрһәтмәләр килер, шул аяттарыма тура ҡалғанығыҙға бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс булмаҫ һәм улар хәсрәт сикмәҫ.

    39. Аяттарыбыҙҙы инҡар итеүселәр, ул һүҙҙәрҙе ялғанға сығарыусылар ут әһелдәре (йәһәннәмдеке) булыр, улар шунда мәңге ҡаласаҡ.

    40. Әй, Исраил тоҡомо, (Исраил - Яҡуп пәйғәмбәрҙең бүтән исеме). Һеҙгә биргән ниғмәттәремде иҫегеҙҙән сығар­мағыҙ. Миңә биргән вәғәҙәгеҙҙе (китапта яҙылғанса йәшәрбеҙ, тигәнегеҙҙе) үтәгеҙ. Мин дә һеҙгә вәғәҙә иткәндәремде (йәннәтте) бирермен. Бары тик минең язамдан ғына ҡур­ҡығыҙ. (41) Ҡулығыҙҙағы китап (Тәурәт)тыраҫлау өсөн индерелгән өръән)гә иман килтерегеҙ. Аң булығыҙ, уны беренсе булып инҡар итеүселәрҙән булмағыҙ. Аяттарымды донъя малына һатмағыҙ. Бары тик Мин бирәсәк язанан ғына ҡурҡығыҙ. (42) Хаҡ һүҙҙе нәжес-ялғанға алмашмағыҙ. Белгән көйөнсә, дөрөҫлөктө йәшермәгеҙ. (43) Намаҙҙы теүәл уҡығыҙ, зәкәтте тейешенсә бирегеҙ. Рәҡәғәт ҡылыусылар менән бергә рәҡәғәт ҡылығыҙ. (44) Һеҙ китап (Тәүрәт)теуҡыйһығыҙ, кешеләрҙе изгелеккә өндәйһегеҙ, ә үҙегеҙ ҡылған (яманлыҡтар)дыонотаһығыҙ. Шулар тураһында аҡылығыҙ менән уйлап ҡарағаны­ғыҙ бармы? (45) Сабырлыҡ менән намаҙ уҡып, Аллаһтан ярҙам һорағыҙ. Шик юҡ, был эш күңелдәрендә Аллаһҡа мөхәббәт тәрбиә иткәндәр өсөн ҡыйын булмаҫ. Башҡалар өсөн (сабыр итеү, намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, хажға барыу, зәкәт биреү) бик тә ҡыйын эштер. (46) Улар (түҙем-сабыр кешеләр, намаҙ уҡыусылар) — Раббы менән ҡауышасаҡтарына һәм Уның хөкө­мөнә ҡайтасаҡтарына ныҡ инанған кешеләр. (47) Һәй, Исраил тоҡомо, һеҙгә (халыҡтарға) биргән ниғмәтемде һәм һеҙҙе барса ғәләмгә (бөтөн халыҡтарға) өҫтөн ҡылғанымды онотмағыҙ. (48) Һеҙ киләсәк шундай бер Көндән (Ҡи­әмәттән) ҡурҡығыҙ, ул Көндө һис кем башҡа кеше өсөн хи­мәйә тотмаҫ (ярҙам итә алмаҫ). (Аллаһтан башҡа) һис кем тәүбәләрҙе ҡабул итмәҫ. Фидийә (язанан ҡотолоу өсөн түләү) алынмаҫ, уларға (гөнаһлыларға) ярҙам итеүсе булмаҫ. (49) Онотмағыҙ, һеҙҙе Фирғәүен тоҡомонан ҡотҡарҙыҡ. Улар һеҙгә хәтәр әфәттәр килтереп, яңы тыуған ир балаларығыҙҙы һуйып, ҡыҙҙарығыҙҙы ғына иҫән ҡалдыра ине. Был да һеҙгә Аллаһ тарафынан ебәрелгән хәтәр һынау ине.

    50. Әүәлеңдә Беҙ һеҙҙең өсөн диңгеҙҙе урталай ярҙыҡ. Шулай итеп, һеҙҙе ҡотҡарып ҡалдыҡ. Һеҙ ҡарап-күреп тор­ғанда Фирғәүен ҡәүемен дә диңгеҙгә батырып, һәләк иттек.

    51. Мусаға ҡырҡ көн, ҡырҡ төн көтөргә бойороп, (шул уаҡыт эсендә уға Китап индерергә) һүҙ биргән инек. Һуңынан һеҙ быҙау (һынына) табына башланығыҙ һәм, гөнаһҡа батып, залим булдығыҙ.

    52. Шул ҡылғанығыҙҙан һуң (аҡылға килерһегеҙ) шөкөр итерһегеҙ, тип һеҙҙе ғәфү иттек. (53) Тура юлды табырһығыҙ тип, Мусаға Китапты һәм (Хәҡиҡәттән яманды айыра торған хөкөмдәрҙе) Фурҡанды бирҙек. (54) Шунан һуң Муса үҙ ҡәүеменә әйтте:

    — Әй, ҡәрҙәштәрем, шик юҡ, һеҙ быҙауға табыныуығыҙ менән үҙегеҙгә зыян килтерҙегеҙ. Шуға күрә, ҡылғандарығыҙ өсөн тәүбә итегеҙ ҙә, Яралтыусы ҡаршыһында үҙегеҙҙең гөнаһ­лы нәфсегеҙҙе үлтерегеҙ. Шулай эшләһәгеҙ, Яралтыусы ҡар­шыһында йөҙөгөҙ аҡ булыр. Аллаһ тәүбәләрҙе ҡабул итә. Хаҡ­тыр, тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, мәрхәмәтле ярлыҡаусы бары тик Аллаһ ҡына.
      1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   64


    написать администратору сайта