КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
Скачать 3.18 Mb.
|
115. Көнсығыш тарафы ла, Көнбайыш тарафы ла Аллаһтыҡыҙыр. Ҡайһы тарафҡа ҡараһағыҙ ҙа, һеҙ йөҙөгөҙ менән Аллаһҡа ҡарап баҫҡан булырһығыҙ. Хаҡтыр, Аллаһтың рәхмәте киң. Ул һәр нәмәне белеп тора. («Күңелең Аллаһҡа тура булғанда, ҡайһы тарафҡа ҡарап намаҙ укыһаң да дөрөҫ, томан, буран эсендә Ҡийбланы таба алмағанда, һин ҡайҙа ҡарап сәждә итһәң дә, дөрөҫ булыр, намаҙың ҡабул ҡылыныр. Көнсығыш тарафы ла, Көнбайыш тарафы ла — бөтөн Ер шары тигән мәғәнәлә».Хәсән Чантай тәфсиренән.) 116. (Кәферҙәр): — Аллаһ бала атаһы булды! — тинеләр. Әстәғфирулла! Ул бындай түбәнлектәрҙән азат. Күктәрҙәге һәм Ерҙәге бөтөн нәмә Уныҡы, барыһы ла Уға буйһона. («Йәһүдтәр Ғөзәйерҙе, христиандар Ғайсаны, мөшриктәр фәрештәләрҙе Аллаһы Тәғәләнең балалары, тинеләр». Хәсән Чантай тәфсиренән.) 117. Ул күктәрҙе һәм Ерҙе юҡтан бар итеүсе. Берәй нәмә барлыҡҡа килтерергә теләһә, Ул: — Бар бул! — ти. — һәм Ул теләгән нәмә шунда уҡ бар була. 118. Наҙандар: — Аллаһ беҙҙең менән һөйләшһен ине, — тип әйтәләр, йәки: — Беҙгә лә берәй мөғжизә индерһен ине, — тип әйтәләр. Уларҙан элек йәшәгән наҙандар ҙа нәҡ бына шундай һүҙҙәр әйткән ине. Улар күңелдәре менән бер-берҙәренә ныҡ оҡшаш. Юҡһа, Беҙ дөрөҫөн белергә теләгәндәргә аяттарҙы ап-асыҡ итеп индерҙек. 119. Дөрөҫө шулдыр, Беҙ һине Хаҡ (Ҡөръән менән йәннәт тураһында) һөйөнөслө хәбәр бирер өсөн һәм (йәһәннәм тураһында) киҫәтеүсе сифатында күндерҙек. Һин (Мөхәммәд) йәһәннәмдәгеләр өсөн яуап тотмаясаҡһың. 120. Уларҙың динен ҡабул итмәһәң, йәһүдтәр ҙә, христиандар ҙа асылда Һинән ҡәнәғәт булмаҫтар. Әйт һин уларға: — Дөрөҫ юл бары тик Аллаһ күрһәткән юл ғына, — тип әйт. Һиңә килгән ғилемдән һуң, улар юлынан китһәң, шул булыр: һине бер генә дуҫың да, бер генә ярҙамсың да Аллаһтың нәфрәтенән ҡотҡара алмаҫ. 121. Үҙҙәренә китап индерелгән кешеләр (мәғәнәһен боҙмайынса, һүҙҙәрен үҙгәртмәйенсә) инанып уҡыйҙар, сөнки улар китап уҡығандан һуң иман килтерҙеләр. Шул китапты инҡар итеүҙе кәферҙәр иһә (һәм мәтди, һәм мәғәнәүи) зыян күрәсәк. («Йәһүд ғалиме Абдулла ибн Сәләм менән дуҫтары Ҡөръәнгә инанып, мосолман булдылар. Бүтән риүәйәткә күрә, Жәфәр бин Әбү Талип менән Хәбәшстандан килгән ҡырҡ кешелек йәмәғәт Ҡөръән уҡып, Исламды ҡабул иттеләр» Хәсән Чантай тәфсиренән.) 122. Әй, Исраил тоҡомо, һеҙгә биргән ниғмәттәремде һәм бөтөн ғәләм халыҡтарынан һеҙҙе өҫтөн ҡуйғанымды иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. (123) Һис кем башҡа кеше өсөн һис бер нәмә эшләй алмаясаҡ, (гөнаһтарҙы йыуыу өсөн түләү) фидийә ҡабул ителмәйәсәк, хатта шәфәғәттең һис кемгә ярҙамы теймәйәсәк Көндән (Ҡиәмәттән) ҡурҡығыҙ. 124. Заманында Раббы Ибраһимды бер нисә һүҙ менән һынап ҡараны һәм эш тамам булғас, әйтте: — Мин Һине кешеләрҙе өндәүсе (имам) итеп ҡуясаҡмын, - тине. Ибраһим: — Йә, Раббым, минең ҡәрҙәштәрем араһынан да имамдар билгелә, — тине. Аллаһ әйтте: — Залимдар (кәферҙәр)гә вәғәҙәм юҡ, тине. 125. Беҙ Йортто (Кәғбәне) кешеләр бергә йыйылһын тип, именлек урыны иттек. — Һеҙ ҙә Ибраһимдың баҫҡан ерен намаҙ уҡыу урыны итегеҙ. Ибраһим менән Исмәғилгә: тауаф итергә килеүселәр, ғибәҙәт ҡылыусылар, рәҡәғәт һәм сәждәгә киткәндәр өсөн өйөмдө(Кәғбәне һындарҙан) таҙа тотоғоҙ, - тип бойорҙоҡ. 126. Ибраһим әйтте: — Йә, Раббым, ошо ҡаланы имен ит. Аллаһҡа һәм Әхирәткә инанғандарҙы еләк-емештәр менән һыйла, — тине. Аллаһ бойорҙо: — Инҡарсылар әҙ ваҡытҡа ғына был ниғмәттәрҙән файҙаланыр. Ләкин һуңынан уларҙы йәһәннәм утына ташлаясаҡмын. Бик тә хәтәр урын ул — йәһәннәм. 127. Ул заманда Ибраһим менән Исмәғил икәүләшеп Бәйтулланың (Кәғбә) нигеҙен күтәрҙеләр. — Йә, Раббыбыҙ, доғабыҙҙы, эшебеҙҙе ҡабул ит, зинһар. Шик юҡтыр, Һин беҙҙе ишетеп, күреп тораһың, — тип ғибәҙәт ҡылдылар. 128. (Ибраһим менән Исмәғилдең доғаһы): — Йә, Раббыбыҙ, зинһар, беҙҙе Үҙеңдең мосолман ҡолдарыңдан һана, нәҫелебеҙҙән Һиңә итәғәт итеүсе бер өммәт әҙерлә; беҙгә ғибәҙәт урындарын һәм ысулдарын өйрәт; тәүбәләребеҙҙе ҡабул әйлә, беҙҙе ярлыҡа. Хаҡтыр, тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, сикһеҙ мәрхәмәтле Раббы бары тик Һин генә. (129) Йә, Раббыбыҙ, (Ибраһим тоҡомона) үҙ араларынан сыҡҡан, уларға аяттарыңды уҡып биреүсе, китап һәм хикмәттәрҙе өйрәтеүсе, уларҙың күңелдәрен сафландырыусы бер пәйғәмбәр күндер. Хаҡтыр, бөтөнөбөҙҙән өҫтөн, һәр нәмәне кәрәгенсә башҡарыусы бары тик Һин генә. 130. Ибраһим тотҡан диндән үҙен-үҙенә ахмаҡлыҡ ҡылған диуаналарҙан башҡа кем баш тартһын? Беҙ уны был донъяла һайланыҡ. Шөбһәһеҙҙер, ул Әхирәттә изгеләр рәтендә булыр. (131) Сөнки Раббы уға: — Мосолман бул! — тине. — Ғәләмдәрҙең Раббыһына баш эйҙем, — тине Ибраһим да. 132. Ибраһим ғәләйһис-сәлләм дә быны балаларына васыят итте. Хәҙрәти Яҡуп та: — Улдарым, хаҡтыр, һеҙҙең өсөн был динде Аллаһ һайлап бирҙе, шуға күрә, бары тик мосолман булып йәшәгеҙ, мосолман булып үлегеҙ, —тине. 133. (Әй, кәферҙәр) Яҡуп йән биргәндә, һеҙ уның янында инегеҙме, юҡһа? Үләр алдынан (Яҡуп) улдарына: — Минән һуң кемгә итәғәт итеп йәшәрһегеҙ? — тине. — Һинең ата-бабаларың Ибраһим, Исмәғил, Исхаҡтың Тәңреһе булған бер Аллаһҡа буйһонасаҡбыҙ, беҙ бары тик Аллаһҡа ғына итәғәт итәсәкбеҙ, — тинеләр Яҡуп балалары. 134. Донъяға килеп-киткән өммәттәр ҡылған (гөнаһ-сауап) уларҙың үҙҙәренә булыр. Һеҙ ҡылғандар — үҙегеҙгәҙер. Һеҙ улар (гөнаһлылар) өсөн яуапҡа тартылмаҫһығыҙ. 135. (Йәһүдтәр менән христиандар): — Йәһүди йәки христиан булығыҙ, хаҡлыҡ юлын табырһығыҙ, - тинеләр. Әйт Һин: — Юк! — тип әйт. — Беҙ хәниф (хаҡ дингә күскән кеше) Ибраһим тотҡан саф динде тотасаҡбыҙ. Ул бер ҡасан да мөшрик булманы? 136. — Беҙ Аллаһҡа ышанабыҙ һәм беҙгә индерелгән (Ҡөръән)гәышанабыҙ; Ибраһим, Исмәғил, Исхаҡ, Яҡуп һәм уның ейәндәренә индерелгәнгә, Мусаға индерелгәнгә Китап (Тәурәт)кә, Ғайсаға индерелгән (Инжил)гә,Аллаһ тарафынан бүтән пәйғәмбәрҙәргә индерелгәндәргә айырмайынса ышанабыҙ һәм бары тик Аллаһҡа ғына итәғәт итәбеҙ, — тип әйт. 137. Әгәр улар ҙа, һеҙ инанған кеүек, (Аллаһҡа) инанһа, тура юлды тиҙ табасаҡтар. Әгәр ҙә инде Аллаһтан баш тартһалар, һис шикһеҙ, ҡаршы булып, аҙашасаҡтар. Уларға ҡаршы көрәшер өсөн һиңә бер Аллаһ етә. Аллаһ барыһын да ишетеп, белеп тора. 138. Аллаһтың (дине Ислам) нурынан башҡа кемдең нуры (кемдең дине) яҡшыраҡ? Беҙ Аллаһтың нурына ҡойондоҡ. Беҙ Аллаһҡа ғына ғийбәҙәт ҡылабыҙ, — тип әйтегеҙ. («Һин Аллаһтың буяуына ҡара! Кем Аллаһтан да гүзәл буяу менән буяй белер? Бына беҙ Аллаһға ғына ғибәҙәт итеүселәрҙән!» Әлмалылы Йазыр тәфсиренән.) («Бына Аллаһтың буяуы... Аллаһтан башҡа тағын да гүзәл буяуы булған кем барҙыр? Беҙ Аллаһға ғына ҡоллоҡ итәбеҙ». Талат Кочигит тәфсиренән.) «Аллаһтан да гүзәлерәк төҫ биреүсе бармы? Беҙ уға ғына ғибәҙәт ҡылыусыларбыҙ».Үзбәксә нөсхәнән.) «Мы берем цвет Аллаха, и кто лучше Аллаха в расцвечивании, и мы — ему поклоняющиеся» Мәүланә Ғәли тәфсиренән.) «Бер Хоҙай Тәғәләнең сибғәтенә эйәреүселәрбеҙ. Әлбиттә, Хоҙай Тәғәлә яҡшырак паклаусыҙыр мөьминде Ислам дине менән һәм беҙ Хоҙай Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыусыларбыҙ» Мөхәммөд Садиҡ Иманҡолойҙың тәфсирле тәржемәһенән.) 139. Әйт Һин уларға: — Беҙҙең Раббыбыҙ — Аллаһ Тәғәлә, — тип. — Аллаһ Тәғәлә һеҙҙең дә Раббығыҙ. Шулай булғас, һеҙ ни өсөн беҙҙең менән тартҡылашырға булдығыҙ? Беҙ ҡылған (сауап) үҙебеҙгә, һеҙ ҡылғандар (гөнаһ) үҙегеҙгә. Беҙҙең күңелдәребеҙ ихластан Аллаһҡа бағланған. 140. Һеҙ — Ибраһим, Исмәғил, Исхаҡ, Яҡуп һәм уларҙың ейәндәре ҡайсандыр йәһүд һәм христиан булған, тип уйлайһығыҙмы? Әйт Һин уларға: — Бөтөн нәмәне һеҙ беләһегеҙме, әллә Аллаһмы? — тип әйт. Аллаһ индергән аяттарҙы йәшерергә тырышыусыларҙан да яманыраҡ бер кем булмаҫ. Аллаһ һеҙ ҡылғандарҙан хәбәрһеҙ түгел. 141. Донъяға килеп киткән өммәттәр ҡылған (гөнаһ-сауап) үҙҙәренә булыр. Һеҙ ҡылғандар — һеҙгә. Һеҙ улар ҡылған (гөнаһтар) өсөн яуапҡа тарттырытылмаясаҡһығыҙ. 142. Кешеләрҙең ахмаҡ-наҙандары әйтте: — Ҡиблаларын үҙгәртергә уларҙы нимә мәжбүр итте? - тинеләр. Әйт Һин уларға: — Көнсығыш та, Көнбайыш та (бөтөн Ер йөҙө) Аллаһтыҡылыр. Ул кешеләрҙе Үҙе теләгәнсә турылар, — тип әйт. 143. Бына шулай итеп, Беҙ һеҙҙе кешеләр ҡылған ғәмәлдәргә шаһит булһындар тип, араҙашсы олуғ өммәт иттек. Рәсүлебеҙҙе лә һеҙҙең тура юлда булыуығыҙға шаһит булһын тип, ебәрҙек. (Ий, Мөхәммәд) Һин сәждә иткән ҡибланы мин һынар өсөн бирҙем: һиңә эйәреп барырҙармы, әллә үксәләрен ялтыратып, башҡа юлдан китерҙәрме, тип. Әлбиттә, имандары ҡаҡшау булғандарға ҡибла үҙгәртеү бик тә ҡыйын эш ине. Аллаһ һеҙҙең иманығыҙҙы, теге ҡиблаға ҡарап ҡылған намаҙҙарығыҙҙы юҡҡа сығармаҫ. Шик юҡ, Аллаһ кешеләргә сикһеҙ мәрхәмәтле һәм рәхимле. 144. - (Ий, Мөхәммәд) Хаҡтыр, беҙ һинең Күккә ҡарап торғаныңды (югарынан хәбәр көткәнеңде) күрәбеҙ. Хәҙер Беҙ Ҡибланы һин бик тә риза буласағың тарафҡа күсерәбеҙ. Хәҙер инде һин йөҙөңдө Мәсжиди Харам (Кәғбәтулла) тарафына йүнәлт! (Ий, мосолмандар) ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа (намаҙ ваҡытында) йөҙөгөҙҙө шул Ҡиблаға тура тотоғоҙ. Шик юҡ, китаплы халыҡ (йәһүдтәр һәм христиандар) был ғәмәлдәрҙең Аллаһтан килгән ысынбарлыҡ икәнен бик яҡшы белә. Аллаһ уларҙың нимә ҡылғандарынан хәбәрһеҙ түгел. 145. Һин ни ҡәҙәр генә ышандырырлыҡ итеп һөйләһәң дә, үҙҙәренә китап индерелгәндәр (йәһүдтәр, христиандар) һинең ҡиблаңа сәждә итмәҫ. Һин дә уларҙың ҡиблаһына йүнәлмәҫһең. Улар ҙа бер-берһенең ҡиблаһына эйелмәҫ. Үҙеңә индерелгән ғилемдән һуң да һин улар ихтыярына эйәрһәң, ысындан да, залим-кәфер булырһың. 146. (Китаплы халыҡ) үҙ балаларын яҡшы белгән кеүек, китаптарҙы (шунда Мөхәммәд Пәйғәмбәр киләсәге тураһында яҙылғанды) ла яҡшы беләләр. Ләкин уларҙың бер ҡәүеме, белгән көйөнсә, китаптағы дөрөҫлөктө башҡаларҙан йәшерә килә. 147. Хаҡиҡәт — Аллаһтандыр. Шулай булғас, Һин шикләнеүселәрҙән булма. 148. Һәр кемдең ҡиблаһы бар. Һеҙ (мөьминдәр) кешеләргә күберәк изгелек ҡылыуҙа ярышығыҙ. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, Аллаһ һәр берегеҙҙе бер урынға туплар. Шик юҡ, Аллаһтың һәр нәмәгә ҡөҙрәте етә. 149. Ҡайһы яҡтан ғына (сәфәргә) сыҡһаң да, (намаҙ уҡығанда) Һин йөҙөңде Мәсжид-и Харам тарафына тот. Был -Аллаһтан килгән хәҡикий әмер. Аллаһ нимә ҡылғандарығыҙҙан хәбәрһеҙ ҡалмаҫ. 150. Ҡайһы яҡтан ғына (сәфәр) сыҡһаң да, (намаҙ уҡығанда) һин йөҙөңдө Мәсжиди Харам тарафына тот. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа йөҙөгөҙҙө шул яҡҡа бороғоҙ, динһеҙ кешеләр һеҙҙе хата эшләүҙә ғәйепләй алмаһын. Уларҙан ҡурҡмағыҙ. Бары тик Минән (язамдан) ҡурҡығыҙ. Шулай булғанда, Мин мәрхәмәтемде тамамлап, һеҙгә тапшырырмын, бәлки һеҙ тура юлға баҫырһығыҙ. 151. Шулай итеп, һеҙгә аяттарыбыҙҙы уҡырға, һеҙҙе яманлыҡтан арындырырға, һеҙгә китапты һәм хикмәттәрҙе өйрәтергә, белмәгәндәрегеҙҙе белдерергә, үҙ арағыҙҙан һайлап, бер Рәсүл ебәрҙек. 152. Шулай булғас, һеҙ Мине (ғибәҙәт ҡылып) зикер итегеҙ, Мин дә һеҙҙе зикер итәсәкмен. Миңә шөкөр итегеҙ. Аң булығыҙ, Миңә кәферлек ҡылмағыҙ! 153. Ий, иман килтергән әҙәмдәр, сабыр-түҙем булып, намаҙ уҡып, Аллаһтан ярҙам һорағыҙ. Хаҡтыр, Аллаһ (түҙем) сабыр кешеләр менән бергә. 154. Аллаһ юлында (Жиһадта) үлтерелгәндәргә «мәйеттәр» тип әйтмәгеҙ. Ысынлыҡта улар тереҙер. Ләкин һеҙ быны аңламайһығыҙ ғына. 155. Һәр хәлдә һеҙҙе бер аҙ ҡурҡытып, аслыҡта тотоп, малдарығыҙҙы әҙәйтеп, ниғмәтегеҙҙе кәметеп, яҡындарығыҙҙың йәнен алып һынайбыҙ. Түҙем булғандарҙан (Аллаһтың әжере була, тип) һөйөнсө ал. 156. Сыҙам булғандар, баштарына берәй бәлә килһә: — Беҙ — Аллаһтың бәндәләре, Аллаһ хозурына барасаҡбыҙ, — тип әйтәләр. (157) Улар Аллаһтың рәхмәтенә һәм Уның ярлыҡауына лайыҡтыр. Тура юлды тапҡандар ҙа шулар булыр. 158. Шик юҡ, Сафа менән Мәрүә тауҙары Аллаһтың ғәләмәттәреҙер (ғибәҙәт өсөн тәғәйенләнгән урын). Кем (Хаж маҡсаты менән) Кәғбәтулланы зыярат итеп, (уның тирәләй) тауаф ҡылһа, уларҙың гөнаһаһы булмаҫ. Үҙ иреге менән, ихластан изгелек ҡылған кешенең ғәмәлдәрен Аллаһ, һис шикһеҙ, ҡабул итер һәм әжерен бирер. Ул барыһын да белеп тора. («Сафа менән Мәрүә — Кәғбәтулланың Көнсығыш тарафындағы ике ҡалҡыулыҡ. хәҙрәти Һәжәр (Ибраһим ғәләйһис-сәлләмдең ҡатыны) Исмәғил өсөн һыу эҙләп йөрөгәндә, ошо ҡалҡыулыҡтар араһын ете тапҡыр әйләнә. Бөгөн хаж ҡылыусылар, Кәғбәтулланы зыярат итеүселәр, тауафсылар Сафа менән Мәрүә ҡалҡыулыҡтарына ла баралар. Әлеге аятта ике тау араһында йөрөнөүҙең гөнаһаһы юҡ, тип әйтелә. Жәһәләт ваҡытында был ике тау түбәһенә лә берәр бот ҡуйылған була. Был һындарҙы юҡҡа сығарған булһалар ҙа, ҡайһы берәүҙәрҙең күңелендә шик ҡала, йәнәһе, ул тауҙарға барыу — шул боттарға табыныу була. Аят ана шул шикте юҡҡа сығара». Ғәли Өзөк тәфсиренән.) 159. Беҙ индергән асыҡ аяттарҙы, китапта тәфсилләп күрһәткән тура юлды йәшереүселәрҙе һәм Аллаһ, һәм бөтөн ләғнәтләүселәр — ҡәһәрләр. (160) Йәшәү рәүештәрен үҙгәртеп, йәшергән дөрөҫлөктө бөтөн халыҡҡа сығарһалар һәм тәүбә итһәләр генә, уларҙың тәүбәләрен ҡабул итербеҙ. Беҙ тәүбәләрҙе күпләп ҡабул итеүсе һәм ярлыҡаусы. (161) Аяттарыбыҙҙы инҡар итеп, кәфер булып үлгәндәр тураһында, улар Аллаһтың, фәрештәләрҙең һәм бөтөн иманлы халыҡтың ләғнәтенә дусар. (162) Улар мәңгегә ләғнәт эсендә ҡалыр. Уларҙың ғазаптары кисектерелмәҫ, еңеләйтелмәҫ. Уларға мәрхәмәтле ҡараш та булмаҫ. 163. Илаһегеҙ бары тик бер Аллаһтыр. Унан башҡа Илаһ юҡ. Ул мәрхәмәтле, рәхимле. 164. Шик юҡ, күктәрҙең, Ерҙең яралтылыуында, төн менән көндөң бер-береһен алыштырыуында, кешеләргә файҙалы йөктәр төйәгән кәмәләрҙең диңгеҙҙәрҙе ярып йөҙөүендә, Аллаһ Күктән индереп, йәнһеҙ тупраҡты йәнләндергән ямғырҙа, Ер йөҙөндә һәр төрлө йән эйәһен булдырыуҙа, елдәрҙе һәм Ер менән Күк араһында йөҙөп йөрөүсө, Аллаһтың һәр әмеренә буйһоноусы болоттар тураһында фекер йөрөтөүсе халыҡ өсөн (Аллаһтың барлығын, берлеген) раҫлай торған байтаҡ дәлилдәр бар. 165. Ҡайһы бер халыҡ Аллаһтан башҡа илаһ уйлап сығара ла, Аллаһты яратҡан кеүек, шул уйҙырманы ярата башлай. Исламға килгәндәрҙең Аллаһҡа булған мөхәббәттәре иһә уларҙыҡына ҡарағанда күп тапҡырға артыҡ. Әгәр ул кәфер залимдар үҙҙәренә тейешле ғазаптың ниндәй икәнен белһәләр, бөтөн ҡөҙрәттең Аллаһтан икәнен һәм Аллаһ биргән язаның ниндәй дәһшәтле икәнен аңлаған булырҙар ине. (166) Бына шул ваҡиғаны (Ҡиәмәт көнөндәге язаларҙы) күреп, үҙҙәренә эйәреп килеүселәрҙән (уларҙың ҡотортоуы менән кәфер булғандарҙан) ҡасырҙар; ашығып үҙ эйәрсендәренән йыраҡлашырҙар; улар (эйәртеүсеһе лә, эйәреүсеһе лә) яза күрер һәм уларҙың араһы өҙөлөр. (167) Ямандарға эйәргәндәр шуны әйтер: — Аһ, фани донъяға тағын кире әйләнеп ҡайтһаҡ, бөгөн улар (яманлыҡҡа ҡотортоусылар) беҙҙе ташлап ҡасҡандары кеүек, беҙ ҙә уларҙан ҡасыр инек. Шулай итеп, Аллаһ уларға донъяла ҡылған яман эштәре арҡаһында ҡайғы-хәсрәткә ҡаласаҡтарын күрһәтә һәм улар инде уттан ҡаса алмаҫ. 168. Әй, инсандар, Ер йөҙөндә булғандарҙың (ризыҡтарҙың,) хәләл һәм саф-таҙаларын ғына ашағыҙ. Шайтан артынан эйәрмәгеҙ. Шайтан һеҙҙең ҡан дошманығыҙ. (169) Ул һеҙҙе бары тик яманлыҡҡа, Аллаһ хаҡында ерәнгес, ялған нәмәләр тураһында һөйләргә ҡоторта. 170. (Кәферҙәргә): — Аллаһтан ингән (Ҡөръән)гәгенә эйәрегеҙ, —тип әйткәс, улар: — Юҡ, беҙ аталарыбыҙ ниндәй юлдан йөрөгән булһа, шул юлды тотасаҡбыҙ, — тинеләр. Аталары бер нимә лә аңламайынса, дөрөҫ юлды тапмаған булһалар? (171) Аллаһҡа ышанмаған кәферҙәрҙең хәле, саҡырып ҡысҡырған тауышты ишетеп тә, һис бер нәмә аңламаған хайуандыҡы кеүек. Уларҙың (кәферҙәрҙең) күңел күҙҙәре һуҡыр, улар телһеҙ кеүек. Шуға күрә, уларҙың башы уйлар дәрәжәлә түгел. 172. Ий, иман килтергән әҙәмдәр, үҙегеҙгә бирелгән ризыҡтарҙың саф-таҙа, хәләл булғандарын ғына ашағыҙ. Бары тик Аллаһҡа ғына инанаһығыҙ икән, Аллаһҡа ғына шөкөр итегеҙ. (173) Аллаһ һеҙгә бары тик үләкһә, ҡан, сусҡа ите ашауҙы һәм Аллаһтан башҡа затҡа бағышлап һуйылған итте харам ҡылды. Ләкин мәжбүр хәлдә ҡалһа, саманан тыш булмағанда, әҙ миҡдарҙа ашаһа, гөнаһ булмаҫ. Шик юҡ, Аллаһ ярлыҡаусы һәм рәхимлеҙер. 174. Аллаһ индергән китаптағы хәҡиҡәтте (йәһүдтәр, христиандар) йәшерҙеләр һәм уны юҡ ҡына бәйәгә (донъя малына) һатып көн күрә башланылар. (Шул аҡсаға һатып алынған ризыҡтар менән ҡарындарын тултыралар), эстәренә ризыҡ түгел, ут тултыралар улар. Ҡиәмәт еткәс, Аллаһ улар менән һөйләшеп тормаҫ, уларҙы ярлыҡамаҫ. Уларҙы шунда йәнде көйҙөрөүсө яза көтөп тора. 175. Улар тура юлды ялған юлға алмаштылар. Ярлыҡаныу урынына улар ғазап юлын һатып алдылар. Утта яныуға улар нисек итеп түҙерҙәр икән? 176. Аллаһтың Китабы Хәҡиҡәт булараҡ индерелде. Ул Китап тураһында шикле бәхәстәр ойоштороусылар, әлбиттә, (Хаҡтан) айырылып, йыраҡлаштылар. Ғазаптар уларға шуның өсөн бирелер. 177. Йөҙөгөҙҙө Көнсығыш йәки Көнбайышҡа табан ҡаратыу ғына (ғибәҙәт ҡылыу ғына) изгелек ҡылыу түгел. Ысын изгелек ул — кешенең ҡылған яҡшы ғәмәлдәреҙер: Аллаһҡа, Әхирәт көнөнә, фәрештәләргә, китаптарға, пәйғәмбәрҙәргә инаныу; яҡындарға, йәтимдәргә, ярлыларға, юлда ҡалғандарға (аҙашҡандарға), һораныусыларға һәм ҡолдарға (әсирҙәргә) ҡәҙерле малыңдан өлөш сығарыу, намаҙ ҡылыу, зәкәт биреү. Антыңды тороу, ауыр замандарҙа, ҡайғы-хәсрәт һәм һуғыш ваҡыттарында сабыр итеү, түҙем булыу. Ысын мосолман кешеһенең сифаты шуларҙан тора. Мөттәҡийҙар (Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡан мөьминдәр) бары тик шундайҙар ғына була ала. |