Главная страница
Навигация по странице:

  • (Хауариҙар

  • (118)

  • 120.

  • КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим


    Скачать 3.18 Mb.
    Название билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
    Дата04.02.2022
    Размер3.18 Mb.
    Формат файлаdoc
    Имя файлаКОРАН баш.doc
    ТипДокументы
    #351235
    страница14 из 64
    1   ...   10   11   12   13   14   15   16   17   ...   64

    96. Һәм һеҙгә, һәм юлсыларға, файҙа булараҡ, диңгеҙҙә ау ойоштороу, тотолған ризыҡты ашау хәләл ҡылынды. Их­рамлы сағығыҙҙа ҡоро ерҙәге ау һеҙгә харам ҡылынды. Аллаһ хозурында яуап биреүҙән ҡурҡығыҙ.

    97. Аллаһ Кәғбәне — изге бинаны, харам айын, хаж ҡор­банын һәм уларҙағы биҙәктәрҙе кешеләр файҙаһы өсөн булдырҙы. Был —Аллаһтың күктәрҙә, Ерҙә нимә булһа, барыһын да белеп торғанын һеҙ белһен өсөн.

    98. Белеп тороғоҙ, Аллаһтың язаһы әсеҙер. Аллаһтың ярлыҡауы, ғәфү итеүе лә сикһеҙҙер.

    99. Рәсүл өҫтөнә төшкән вазифа фәҡәт (Ҡөръәнде) иреш­тереү генә. Аллаһ йәшермәгәнегеҙҙе лә, йәшергәнегеҙҙе лә белеп тора.

    100. Әйт Һин:

    — Әшәкелек-яманлыҡ менән сафлыҡ-изгелек бер түгел; хатта әшәкелек-яманлыҡтың күпселеге һеҙгә оҡшаһа ла. Аҡыл эйәләре! Шулай булғас, һеҙ гөнаһ ҡылыуҙан, Аллаһ ҡаршыһында яуап биреүҙән ҡурҡығыҙ һәм (тамуҡтан), ихтимал, ҡотолорһығыҙ, — тип.

    101. Әй, иманлы кешеләр, яуабы һеҙгә ҡайғы килтерә торған нәмәләр тураһында һорашмағыҙ. Ҡөръән индерелгәс һораһағыҙ, асыҡ яуап табырһығыҙ. Аллаһ һеҙҙе ғәфү итер. Аллаһ йомартлыҡ менән ярлыҡаусы һәм сабырҙыр.

    102. Хаҡтыр, һеҙҙән алда килгәндәр ҙә шулай һора­ған ине, яуап алғандан һуң да улар инанманы.

    103. Аллаһ (хайуандарҙы) бахирә, саифә, үасилә, хам, тип атап, улар тураһында күрһәтмәләр бирмәне. Ләкин кәферҙәр Аллаһҡа яла яға, сөнки уларҙың күбеһенең башы эшләмәй.

    («Исламдан әүәл ғәрәптәрҙә шундай йола бар ине. Улар биш тап­ҡыр быҙаулаған дөйәнең һуңғы быҙауы һаулыҡ булһа, шул дөйәгә Ба­хирә исеме ҡушып, ҡолағына тамға һалып, иреккә ебәрәләр, шунан һуң ул дөйәне һаумайҙар, һөтө таш һындарға, боттарға ҡала, имеш. Таш һындар, боттар хөрмәтенә иреккә ебәрелгән һәм һөтөн бары тик сәйәхәтселәр генә эсергә тейеш булған дөйәләргә Саифә тип әйтәләр. Берһе һаулыҡ, берһе игеҙ тәкә бәрәс килтергән һарыҡҡа йәки уға дөйәгә Үасилә тип исем ҡуша торған булғандар. Тәкә бәрәс, үгеҙ быҙау боттарға ҡорбан булараҡ салына. Ун тапҡыр быҙау атаһы булған ата дөйәгә Хам исеме ҡушылған һәм ул да иреккә ебәрелгән. Имештер, кәферҙәр, ошо йоланы Аллаһ бойорған, тип ялған һөйләйҙәр». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

    104. Уларға:

    — Аллаһ индергәнгә (Ҡөръәнгә) ҡайтарылығыҙ, Рәсүл янына килегеҙ, — тип әйткәс, улар:

    — Аталарыбыҙ тотҡан юл беҙгә ҡәҙерле, — тип әйтәләр. Аталары наҙан булып, яман юлдан киткән булһалар ҙа.

    105. Әй, иман килтергән кешеләр, йәнегеҙҙе ҡотҡарыу һеҙҙең үҙегеҙҙән тора. Һеҙ тура юлда булһағыҙ, аҙғындар һеҙгә һис бер зыян ҡыла алмаҫ. Барығыҙ ҙа Аллаһ хозурына киләсәкһегеҙ. Ул һеҙгә нимә ҡылғандарығыҙҙы иғлан итәсәк.

    106. Әй, иманлы кешеләр, берегеҙгә әжәл янаһа, үҙ арағыҙҙан ике ғәҙел кеше һайлағыҙ, улар васыятығыҙҙың шаһиттары булһын. Һеҙ сәйәхәттә булып, (сит ҡәүем араһында ҡалһағыҙ) һәм яҡағыҙҙан әжәл тотһа, (башҡа диндә булған) ике кеше васыятығыҙҙың шаһиты булһын. Инде уларҙан шикләнер булһағыҙ, уларҙы намаҙҙан һуң тотоп:

    — Туғандарыбыҙға файҙа килтерәсәк булған осраҡта ла, беҙ был васыятты боҙасаҡ түгелбеҙ. Аллаһ исеме менән ант иткән шаһиттарыбыҙҙы йәшереп ҡалдырмаясаҡбыҙ. Әгәр шу­лай ҡылмаһаҡ, беҙ гөнаһлы буласаҡбыҙ, — тип, Аллаһ исеме менән ант иттерегеҙ.

    107. Шаһиттарҙың гөнаһлы икәнлектәре беленһә, (мәрхүмдең васыятын боҙоп күрһәтһәләр), мәрхүмгә тағын да яҡыныраҡ торған (ысын вәриҫлектәге) ике кеше тегеләрҙең урынын алыр һәм:

    — Валлаһи, беҙҙең шаһит булыуыбыҙ теге икәүҙекенә ҡарағанда дөрөҫ. Беҙ бер кемдең хаҡына ла ҡул һуҙманыҡ. Әгәр ҙә шулай була ҡалһа, беҙ залимдарҙан булырбыҙ, — тип Аллаһ исеме менән ант итһендәр.

    108. Шәһиттар дөрөҫлөк менән шаһитлыҡ итһендәр өсөн шулай эшләнә. Шаһитлыҡҡа алынған шаһиттар: беҙҙең шаһитлығыбыҙҙан риза булмаһалар, башҡа шаһиттар һайлаясаҡ­тар, тип ҡурҡып, ғәҙел шаһитлыҡ ҡылһындар өсөн. (Ялған шаһитлыҡ ҡылып, гөнаһлы булыуҙан) Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм (әмерҙәрен) тыңлағыҙ. Аҙғын халыҡҡа Аллаһ юл күрһәтмәҫ.

    109. Килер бер көн, бөтөн пәйғәмбәрҙәрен Үҙ янына туп­лап, Аллаһ әйтер:

    — Һеҙ ниндәй яуаптар алдығыҙ? — тип. Улар яуап бирер:

    — Беҙ белмәйбеҙ. Бөтөн серҙәрҙе лә Һин генә беләһең, — тип әйтерҙәр.

    110. Аллаһ әйтер:

    - Әй, Мәрйәм улы Ғайса, һиңә һәм һинең әсәңә күрһәткән йомартлығымды хәтерлә. Нисек итеп һине изге рух (Жәбраил) ярҙамы менән аяҡҡа баҫтырҙым. Бишектә сағында уҡ, үҫмер булғанда ла һин инде кешеләр менән һөйләшә инең. Һиңә язаны, хикмәттәрҙе, Тәүрәт менән Инжилде өйрәттем. Балсыҡтан ҡош һыны яһап, уға өрҙөң һәм ҡошҡа йән иңде, был да Минең рөхсәтем менән башҡарылды. Йәнә Минең рөхсәтем менән тыумыштан һуҡырҙы һин күрер иттең, тилсә тәнлене шифаланың, мәйеттәрҙе Минең рөхсәтем менән терелттең. Исраил улдарының мәкерле ҡулын һиңә ҡағылдыртманым. Һин ап-асыҡ дәлилдәр килтерһәң дә, кәферҙәр ышанманылар һәм:

    • Был сихырҙан башҡа эш түгел, тинеләр.

    111. Хауариҙарға ла Мин әйттем:

    — Миңә һәм Минең пәйғәмбәрҙәремә иман килтерегеҙ, — тинем.

    Улар:

    — Иман килтерҙек. Беҙҙең ысынлыҡта мосолман булыуыбыҙға шаһит бул, — тинеләр.

    (Хауариҙар — пәйғәмбәребеҙҙең сәхәбәләре кеүек, хәҙрәти Ғайсаға эйәргән һәм уға тура булған мөридтәр.)

    112. Хауариҙар әйтте:

    — Әй, Мәрйәм улы Ғайса, Раббыңдың Күктән беҙгә ашамлыҡ менән ашъяулыҡ индерергә көсөнән киләме? — тинеләр. Ғайса әйтте:

    — Мосолман икәнһегеҙ, (көфөр һөйләргә) Аллаһтан ҡурҡы­ғыҙ, — тине.

    113. Хауариҙар иһә:

    — Ашъяулыҡ менән ризыҡ төшһә, беҙ рәхәтләнеп ашар инек, нәфсебеҙҙе баҫыр инек, һин дөрөҫ һөйләйһеңме икән, ҡарап ҡарайыҡ, мөғжизәгә шаһит булайыҡ, — тинеләр.

    114. Мәрйәм улы Ғайса:

    — Әй, Аллаһым Раббыбыҙ, Күктән беҙҙең өсөн, беҙҙән элек килгәндәргә лә, беҙҙән һуң килгәндәргә лә һин мөғжи­зә сифатында бер табын индер, беҙҙе һыйла, байрам булһын. Һин ризыҡ биреүҙә иң йомарты бит.

    115. Аллаһ былай тине:

    — Мин уны һеҙгә индерермен, ләкин бынан һуң да ара­ғыҙҙа көфөр һүҙе һөйләүсе табылһа, (йәғни Аллаһҡа ышанмаһа) Мин уны шундай бер яза менән ғазаплармын, донъяһында­ғы башҡа берәүгә лә ундай ҡаты яза бирелмәҫ.

    116. Аллаһ әйтте:

    — Ий, Мәрйәм улы Ғайса! Мине лә, әсәйемде лә Аллаһ­тан башҡа ике Аллаһ иттегеҙ, — тип кешеләргә һин әйт­теңме?

    Ғайса әйтте:

    — Һин мотлаҡ пакһың. Шулай һөйләргә хаҡым булма­ған килеш, мин нисек ауыҙ асайым, ти. Әгәр шулай һөйләгән булһам, һин уны мотлаҡ ишеткән булыр инең. Мин Һинең нимә уйлағаныңды белмәйем. Шик юҡтыр, Һин бөтөн йәше­рен серҙәрҙе белеп тораһың. (117) Һин бойорғандарҙан баш­ҡа мин уларға бер нәмә лә һөйләмәнем. Мин уларға: минең Раббым һәм һеҙҙең дә Раббығыҙ булған бер Аллаһҡа ғийбәҙәт ҡылығыҙ, тинем. Араларында йәшәгән дәүерҙә уларға шаһит булдым. Миңә үлем биргән ваҡытта ла уларҙы Һин күҙәтеп торҙоң. Һин һәр нәмәне күреп-белеп тороусы шаһит. (118) Әгәр ҙә уларға яза бирһәң, улар, шөбһәһеҙ, Һинең ҡолдарыңдыр. Уларҙы ғәфү итергә уйлаһаң, Һинең ихтыярыңда, Һин — еңеүсе. Һин — хөкөмдар.

    119. иәмәттә) Аллаһ әйтер:

    — Бына бөгөн ғәҙелдәргә ғәҙеллектәре файҙа бирә тор­ған көн. Улар өсөн ағастар араһынан шишмәләр ағып ятҡан мәңгелек йәннәттәр бар. Аллаһ уларҙан, улар ҙа Аллаһтан разый буласаҡ. Бына шунда булыр бөйөк ҡотолош.

    120. Күктәрҙең, Ер эсендәгеләрҙең хакиме — Аллаһтыр. Ул барыһына ла хаҡлы рәүештә ҡөҙрәтлеҙер.
    6 — Әнғәм (Мал-тыуар) сүрәһе
    (Әнғәм сүрәһе 165 аяттан тора. Шунда дөйә, һыйыр, һарыҡ, кәзә кеүек дүрт аяҡлы хайуандар тураһында һөйләнгәнгә күрә, «Әнғәм» — Мал-тыуар исеме бирелгән.)

    Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

    1. Күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан, ҡараңғылыҡты һәм яҡтылыҡты бар иткән Аллаһҡа маҡтау һәм дан. (Шуға ла ҡарамаҫтан) кәферҙәр Уға тиң зат тип, ялған тәңреләргә та­бына.

    2. Һеҙҙе балсыҡтан яралтып, һуңынан мөддәт биргән (әжәлле иткән) дә Улдыр. Уның хозурында тағын бер мөддәт иәмәт көнө) бар һәм һеҙ әле һаман (Аллаһ ҡылғандарға) шикләнәһегеҙ.

    3. Күктәрҙә һәм Ерҙә ул Аллаһ. Һезҙҙең йәшерен ҡылғанығыҙҙы ла, асыҡтан-асыҡ эшләгәндәрегеҙҙе лә белеп тороусы, нимә ҡаҙанһағыҙ, шуны белеүсе.

    4. Улар (кәферҙәр) Раббынан ниндәй генә аяттар килһә лә, йөҙ сөйөрҙөләр.

    5. Шуға күрә, үҙҙәренә Хәҡиҡәт өръән) иңгәс, уны тиҙ генә ялғанға сығарырға тырыша башланылар. Ләкин уларҙың өръәнде) көлкөгә ҡалдырырға тырышыуҙары тураһында хәбәр (яза) тиҙҙән киләсәк.

    6. Үҙҙәренән элек килеп киткән күпме нәҫелдәр­ҙе һәләк иткәнебеҙ тураһында улар белмәйҙәрме ни? Юҡһа, беҙ уларға һеҙгә биргән шарттар кеүек шарттар бирҙек, үҙҙәренә Күктән мул итеп ямғырҙар яуҙырҙыҡ, аяҡ аҫтарынан йылғалар аға торған иттек. Гөнаһтары арҡаһында, беҙ уларҙы һәләк ҡылдыҡ. Һәм уларҙан һуң да яңы тоҡомдар барлыҡҡа килтер­ҙек.

    7. Әгәр ҙә Беҙ һиңә ҡағыҙға яҙылған бер Китап индереп, улар шул Китапты тотоп ҡарағас:

    — Был сихырҙан башҡа нәмә түгел, — тип инҡар итерҙәр ине.

    («Ҡөръән Жәбраил фәрештә аша Пәйғәмбәребеҙгә индерелде. Ләкин индерелгән аяттар китап хәлендә түгел ине, Пәйғәмбәребеҙ ул аяттарҙы яттан өйрәтеп, кешеләргә тарата ине. Ләкин кәферҙәр иһә ул аяттарҙы инҡар итеп, аяттарҙың ҡағыҙға яҙыл­ғанын күрергә теләнеләр. Аллаһ Тәғәлә аяттарын Ҡөръән хәлендә индергәс тә, кәферҙәр инанманылар. Сөнки унан әүүәл Муса пәйғәмбәргә яҙылған Тәуратты индергәс тә улар уға инанманы».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

    8. — Әгәр ҙә уға (Пәйғәмбәр янына күҙебеҙгә күренерҙәй) берәй фәрештә индерелһә ине, - тинеләр. - (Беҙ уға инаныр инек.)

    Әгәр ҙә Беҙ шундай (кеше күҙенә күренә торған, тауышы ишетелә торған) фәрештә төшөргән булһаҡ, әлбиттә, эш тамам булыр ине, (улар инде күҙ асыр дәрәжәлә булмаҫ ине).

    9.Әгәр ҙә Пәйғәмбәрҙе беҙ фәрештә итеп, яңынан уны әҙәм һүрәтенә керетеп индерһәк, йәнә лә тағын да ҡараңғы­раҡ шөбһәлә ҡалған булыр инегеҙ.

    (Пәйғәмбәр — ул кеше. Шуға күрә кәферҙәр: һин дә беҙҙең кеүек ғәҙәти кеше, ниңә әле беҙ һинең Аллаһ илсеһе икәнеңә ышанырға тейеш?—тип әйтәләр. Әгәр Аллаһ фәрештәне кеше ҡийәфәтендә кешеләр араһына индерһә, кешеләр уны ла ғәҙәти кеше, тип уйлаған булыр ине. Кәферҙәр барыбер иман килтермәҫ ине. Ни өсөн һуң Аллаһ Тәғәлә фәрештәләрҙе үҙ ҡийәфәттәрендә индермәй? — тигән һорау­ға яуап бик ғәҙел: фәрештәләр нурҙан яралтылған, әгәр ҙә улар кеше күҙенә күренә ҡалһалар, кешеләр аңламаҫтар, уларҙы ҡабул итә алмаҫтар ине. Кешенең аңы ул төшөнсәләрҙе ҡабул итер дәрәжәлә түгел, күрәһең. Аллаһ ғәләмдең бөтөн серҙәрен асып һалһа, кешелек аҡылдан яҙыр ине. Электрон, нейтрино, квазарҙар­ҙы ла бик тар ғына аңлайҙар, ғәҙәти кешенең быға башы етмәй. Килер заман, улар ғәҙәти халыҡ өсөн дә аңлайышлы булыр. Йәки: бөтөн халыҡ шуны аңлар дәрәжәгә үҫеп етәр.)

    10. Һиңә ҡәҙәр килгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә улар мыҫҡыл итте, мыҫҡыллағандары ҡәҙәр улар язаһын да алдылар. (11) Әйт һин уларға:

    — Донъя буйлап сәйәхәт итегеҙ һәм пәйғәмбәрҙәрҙе «ялған­сы» тип мыҫҡыллаған кешеләр менән нимә булғанын күрер­һегеҙ, — тип.

    12. Тағын әйт һин уларға:

    — Күктәрҙәге һәм Ерҙәге нәмәләр кемдеке? — тип. — Улар барыһы ла Аллаһтыҡы, — тип. — Ул рәхмәтле булыу­ҙы Үҙ өҫтөнә алды.

    Һис шикһеҙ киләсәк Ҡиәмәт көнөндә Ул һеҙҙе Үҙ хозу­рына йыйыр. Иман килтермәгән кешеләр үҙҙәренә үҙҙәре зарар килтереүселәрҙер. (13) Төнөн дә, көндөҙөн дә хәрәкәттә йәшәгән барсаһы Аллаһтыҡыҙыр. Ул ишетеп, күреп тороусыҙыр. (14) Әйт һин:

    - Күктәрҙе, Ерҙе юҡтан бар иткән; ашатыусы, ләкин Үҙе ашауға мохтаж булмаған Аллаһтан башҡа бер заттымы Уға тиң күрәйем? - тип һәм тағын әйт: - Иң беренсе мосолмандарҙың алдынғыһы булыу миңә йөкләнде. Мөшрик була күрмә, тип әйтелде, — тип.

    15. Әйт Һин:

    - (Хәтәр көндөң, Әхирәттең) ғазабынан ҡурҡҡанға күрә, мин Аллаһҡа ҡаршы булмайым, - тип.

    16. Кем ул Көндө ғазаптарҙан ҡотола, тимәк, шул кеше Аллаһтың рәхмәтенә лайыҡ булған. Был мотлаҡан (абсолют) ҡотолош булыр.

    17. Әгәр ҙә Аллаһ һиңә бер бәлә килтерһә, Аллаһтан баш­ҡа берәү ҙә ул бәләнән һине ҡотҡара алмаҫ. Әгәр ул һиңә бер ниғмәт килтерһә (уны ла берәү ҙә һинән тартып ала алмаҫ). Ысынлап та, Аллаһ һәр нәмәгә ҡөҙрәтле.

    18. Ул ҡолдары менән идара итә, һәр нәмәгә хужа һәм еңеүсеҙер. Ул хөкөм хужаһы һәм һәр нәмәнән Ул хәбәрҙар.

    19. — Иң яҡшы шаһитлыҡ ниндәй шаһитлыҡ? — тип һора һәм былай яуап бир: Минең менән һеҙҙең арағыҙҙа Аллаһ шаһит, - тип. — Был Ҡөръән һеҙҙе һәм бәлиғлеккә ирешкәндәрҙе киҫәтер һәм нәсихәтләү өсөн миңә индерелде. Аллаһ менән бергә башҡа Илаһтарҙың да булғанлығынамы һеҙ шаһитлыҡ итәһегеҙ? - тип. - Мин (ул эшкә) шаһитлыҡ ит­мәйем, - тип, тағын әйт: - Ул - берҙән-бер Аллаһ. Мин Аллаһҡа тиңләштерелгән нәмәләрҙән йыраҡ торам, — тип.

    20. Үҙҙәренә китап индерелгән кешеләр уны (Пәйғәмбәр­ҙе, Аллаһтың хөкөмдәрен) үҙ улдары кеүек беләләр. Нәфсе­ләренә юл ҡуйған (үҙҙәренә зыян ҡылған)дариһә ысын кәферҙәр булыр.

    21. Аллаһҡа ҡаршы уйҙырмалар һөйләүсе, аяттарын ял­ғанға сығарыусыларҙан да залимыраҡ кем бар икән (был донъя­ла?) Шуныһы хаҡтыр, ул залимдар (йәһәннәмдән) ҡото­ла алмаҫтар.

    22. Ул Көндө уларҙың барыһын да бергә йыйырбыҙ. Һуңынан Аллаһҡа тиң башҡа тәңре эҙләгәндәргә әйтәсәкбеҙ.

    - Һеҙ уйлап сығарған ул заттарығыҙ ҡайҙа һуң? тип әйтербеҙ.

    23. Уларҙың:

    - Раббыбыҙ Аллаһ исеме менән ант итәбеҙ: беҙ Һинән башҡа бөйөк зат эҙләмәнек, - тип әйтеүҙән башҡа саралары ҡалмаҫ.

    24. Бына ҡара: улар нисек итеп үҙ өҫтәренә ялған өйә һәм уйлап тапҡан (табынған) заттары уларҙы ташлап ҡасты.

    25. Улар араһында һине иғтибар менән тыңлаған булып ҡыланыусылар ҙа бар, шуға ла ҡарамаҫтан, беҙ уларҙың күңел­дәренә, һине аңламаһындар тип, ҡорма ҡорҙоҡ, ҡолаҡтарын да ишетмәҫ иттек. Хатта һәр аятты күреп торған килеш тә улар инанмайҙар. Улар һинең яныңа һүҙ көрәштереү өсөн генә килә һәм:

    — Һәй, был (Ҡөръән аяттары) боронғоларҙан ҡалған әкиәттәр генә бит, — тип һөйләнәләр.

    26. Улар кешеләрҙе пәйғәмбәргә (ул өйрәткәндәргә, Ҡөръәнгә) яҡынлаштырмаҫҡа тырышалар, үҙҙәре лә унан (имандан, Хәҡиҡәттән) һәләкәткә иткәндәрен үҙҙәре лә белмәй.

    27. Тамуҡ уты янына килгәс, уларҙың нимә ҡыланғанда­рын күрһәң!

    Улар:

    — Их, фани донъяға кире ҡайтһаҡ ине лә, Раббыбыҙҙың аяттарын ялғанға сығармаҫ инек, мосолман булыр инек, — тип үкенерҙәр.

    28. Элек йәшертен генә ҡылғандары (гөнаһтары) бөгөн асыл­ды. Әгәр ҙә уларҙы фани донъяға кире ҡайтарһаң, улар бары­бер ярамағанды ҡылырҙар ине, сөнки улар асылда ялғансы.

    29. Мөшриктәр:

    — Донъя тормошонан башҡа тормош юҡ, үлгәндән һуң яңынан терелеү ҙә юҡ, — тип әйтәләр.

    30. Аллаһ хозурына килтерелгәндән һуң (Ҡиәмәт көндө) уларҙың нимә ҡыланғандарын күрһәң икән! Аллаһ уларға:

    — Хәҡиҡәткә инандығыҙмы инде? (Йәғни, яңынан те­релеүгә) — тип әйткәс, улар:

    — Әйе! Ант итәбеҙ, Раббыбыҙ, — тип әйтерҙәр. Аллаһ уларға:

    — Улай булғас, (донъяла саҡта Аллаһты, Ҡөръәнде, Пәйғәмбәр­ҙе, Әхирәтте) инҡар иткәнегеҙ өсөн хәҙер язағыҙҙы таты­ғыҙ, — тип әйтер.

    31. Кинәт кенә Ҡиәмәт көнө килеп еткәнгә ҡәҙәр Аллаһ хозурында тереләсәкте ялғанға сығарғандар бик тә мөшкөл хәлдә ҡаласаҡ, ҡылған гөнаһтары уларҙың һырты­на өйөләсәк, улар (шул ауыр йөктө күтәргән килеш):

    — Аһ, фани донъяла ҡылған гөнаһтарыбыҙ-хаталарыбыҙҙы ҡәһәр һуҡһын! — тип үкенәсәктәр.

    Белеп тороғоҙ, уларҙың йөгө ниндәй яман бер йөктөр.

    32. Фани донъя тереклеге ул ваҡытлыса алдау бер уйын ғына. Әхирәт тереклеге иһә (гөнаһ эшләүҙән ҡурҡһындар өсөн) бик тә хәйерле. Һеҙ шул ҡәҙәреһен дә аңламайһығыҙмы ни һуң?

    33. Эй, Мөхәммәд, улар һөйләгән нахак һүҙҙәргә көйөнгә­неңде лә белеп торам; нимә генә ҡыланһалар ҙа, асылда улар һине ялғансы тип әйтәләр. Ул залимдар Аллаһтың аяттарын инҡар итә.

    («Мөхәммәд Пәйғәмбәргә Әбү Жәһил: беҙ һиңә ялғансы, тип әйтмәйбеҙ. Сөнки һинең ни ҡәҙәр ғәҙел, тура кеше икәнлегеңде барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Беҙ бары тик Аллаһтың аяттарына ғына ышанмай­быҙ, уларҙы инҡар итәбеҙ, — тине». Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

    34. Һинән алда килгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә улар ялған­сыға сығарырға маташтылар, Аллаһтан ярҙам килгәнгә ҡәҙәр, улар (кәферҙәрҙең) ялғансы, тип әйтеүҙәренә һәм йәберләүҙәренә сабыр иттеләр. Аллаһ һүҙҙәрен үҙгәртергә бер­ кемдең дә хаҡы юҡ. Хаҡтыр, (башҡа пәйғәмбәрҙәргә) күндерелгән хәбәрҙәр, әлбиттә, һиңә лә килеп иреште.

    35. Әгәр уларҙың һинән йөҙ сөйөрөүө һине хафаға һалһа, (Аллаһ илсеһе икәнеңде иҫбатлар өсөн) һин Ерҙе ярып сы­ғыр инең йәки Күктән аяттар алып төшөр өсөн, бейек бер баҫҡыс яһар инең, шундай мөғжизә эшләһәң дә, улар һиңә һис тә ышанмаған булыр ине. Әгәр Аллаһ ихтыяр итһә, әлбиттә, уларҙы бергә туплап, тура юлға баҫтырған булыр ине лә... Һин һаҡ бул, наҙандарҙан булма.

    («Был аяттан күренә, мөғжизәләр яһау пәйғәмбәрҙәр ҡулынан килмәй икән. Пәйғәмбәрҙәр мөғжизә эшләргә бик теләгән саҡтар­ҙа, Аллаһ уларға мөғжизә күрһәтеү форсаты бирә. Ләкин һәр ваҡытта ла түгел».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

    36. Саф күңелдән (иманға) бирелгәндәр генә (Аллаһтың) саҡырыуын ҡабул итә ала. Үлгәндәр ҙә, Аллаһ уларҙы яңынан терелткәс, Аллаһ хозурына ҡайтарыласаҡтар.
    1   ...   10   11   12   13   14   15   16   17   ...   64


    написать администратору сайта