Главная страница
Навигация по странице:

  • «Үҙегеҙҙе ҡорбан итегеҙ»

  • КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим


    Скачать 3.18 Mb.
    Название билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
    Дата04.02.2022
    Размер3.18 Mb.
    Формат файлаdoc
    Имя файлаКОРАН баш.doc
    ТипДокументы
    #351235
    страница10 из 64
    1   ...   6   7   8   9   10   11   12   13   ...   64

    35. Ир менән ҡатындың айырылышыу мәсьәләһе килеп сыкҡһа, әммә татыуланырға теләһәләр, ир яғынан бер ғәҙел кеше­не, ҡатын яғынан икенсе ғәҙел бер кешене һайлап алығыҙ. Аллаһ уларҙы килештерер. Шик юҡ, Аллаһ барыһын да белеүсе, барыһынан да хәбәрҙар.

    36. Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ һәм Уға һис бер тиң зат эҙләмәгеҙ. Ата-әсәгә, туғандарға, йәтимдәргә, фәҡирҙәргә, яҡын күршеләргә, йыраҡ күршеләргә, яҡын дуҫҡа, юл­сыға, бойороғоғоҙҙа булғандарға (ҡол, йәриә, хеҙмәтсе һәм башҡаларға) яҡшы мөғәмәләлә булығыҙ. Аллаһ үҙ-үҙенә ғашиҡ тәкәбберҙәрҙе, өҙлөкһөҙ маҡтанған кешеләрҙе яратмай. (37) Ул кешеләр һаран була, башҡаларҙы ла һаран булырға ҡоторта, Аллаһ биргән ниғмәттәрҙе улар йәшереп тота. Беҙ шундый кәферҙәр өсөн сыҙай алмаҫлыҡ яза әҙерләнек. (38) Аллаһҡа, Әхирәт көнөнә инанмаған килеш, малдарын кешеләргә күрһәтер өсөн генә сарыф иткәндәр ҙә (Әхирәттә ғазапҡа дусар булыр). Шайтан берәйһенә иптәш була икән, бик тә яман иптәш ул. (39) Аллаһка һәм Әхирәт көнөнә иман килтереп, үҙҙәренә Аллаһ тарафы­нан бирелгәнде (дин юлында) сарыф итһәләр, ни була ине инде? Аллаһ уларҙың хәлен бик яҡшы белеп тора.

    40. Шик юҡ, Аллаһ һеҙгә туҙан бөртөгө кеүек тә ғәҙелһеҙлек ҡылмаҫ. Изгелек ҡылыуысыны ҡат-ҡат арттырыр. Аллаһ ҙур бүләк бирер.

    41. Һәр бер өммәттән бер шаһит, шулар өҫтөнә һине лә шаһит итеп килтергәс, тегеләрҙең (кәферҙәрҙең) хәле нисек булыр икән? (Әхирәттә пәйғәмбәрҙәр кешеләрҙең был донъяла йәшәйештәре, ҡыл­мыштарына шаһит буласаҡтар.)

    42. Аҙғын юлға төшөп, Пәйғәмбәрҙе тыңламағандар ул көндө (Ҡиәмәттә) үҙҙәрен ер менән тигеҙләүҙе теләрҙәр һәм һис бер ҡылғандарын йәшерә алмаҫтар. (43) Әй, иман килтергән кешеләр! Йоҡо иҫереклегендә йәки зиһенегеҙ тар­ҡау саҡта нимә һөйләгәнегеҙҙе белмәҫлек дәрәжәлә башығыҙ томанлы булһа, башығыҙ сафланғанға саҡлы намаҙға яҡын килмәгеҙ. (Дҗәһилиәт осоронда хәмер эсеп, аяттарҙы яңғылыш уҡығандар бар ине.) Ғөсөлһөҙ булһағыҙ, сәйәхәттә булһа­ғыҙ, ғөсөл тәһәрәте алмайынса намаҙ уҡымағыҙ. Сирле булып йәки сәйәхәттә булһағыҙ йәки бәҙрәфтән сыҡһағыҙ, ҡатыны­ғыҙ менән яҡынлыҡ ҡылғандан һуң, һыу булмағанда, таҙа туп­раҡ менән тәйәмүм итегеҙ, йөҙөгөҙгә һәм ҡулдарығыҙға туп­раҡ һирпегеҙ. Шик юҡ, Аллаһ йомарт рәүештә ярлыҡау­сы, гөнаһтарҙы ғәфү итеүселер.

    (Тәһәрәт йәки ғөсөл ҡойоноу кәрәк булғанда, һыу ҡытлығында тупраҡ, ҡом менән тәйәмүм тәһәрәте алыу ярай. Тәйәмүм тәһәрәте, ғөсөл ҡойоноуҙы ла алыштыра. Һыу ҡулланырға ярамаған сирле кеше лә, һыу булған урында ла һыу ҡулланмаҫ, тәйәмүм алыр.) (Дуртенсе, йәғни Ниса сүрәһенең 43 нсе аятын тәржемә иткәндә йыш ҡулланыла торған «сәрхуш, иҫерек» һүҙҙәре хаҡында төрлө фекерҙәр бар. Татар һәм башҡорт телләрендә «иҫерек» һүҙе бары тик хәмер, ара­ҡы эсеп иҫереүҙе генә аңлатмай. Был һүҙ «үлем иҫереклеге, йоҡо иҫереклеге, мунсала еҫ тейеп иҫереү» кеүек мәғәнәләрҙе лә бирә ала. Шулай булғас, был аят төрлө тәржемәләрҙә тәҡдим ителә.

    Ш. Ноғманиҙа:

    «Ий мөьминдәр, иҫерткес эсеп иҫереп нимә һөйләгәнегеҙҙе белмәһәгеҙ, намаҙға яҡын бармағыҙ! (Ул ваҡытта хәмер харам түгел ине, шул сәбәпле ҡайһы бер сәхәбәләр иҫерек хәлдә намаҙ уҡып, аятты хаталы уҡынылар.»)

    М. Ғәлиҙә:

    «Существуют разногласия относительно того, что значит здесь слово «сүкәра». Буквально, слово «сәкәран» (единственное число) означает «одурманенный», однако, некоторые считают, что здесь имеются в виду одурманенные напитком, другие же полагают, что речь идет об одурманенном сном. Слово «сәкр», несомненно, может быть употреблено в последнем смысле, ибо буквальное значение — «останавливать». Кроме того, это слово применяется, когда речь идет о помутнении рассудка. Священный Коран говорит о «сәкрат-әлмәүт», то есть о состоянии, когда человек, приближающийся к смерти, утрачивает власть над своим рассудком. Выражение «сәкрат-әлхәммә» описывает состояние, когда человек теряет рассудок из-за великой скорби. «Сәкрат-әннәүм» — это такое состояние, когда из-за неодолимой сонливости человек не вполне владеет рассудком. Использованные здесь слово может иметь любое из этих значений. Запрет молиться в состоянии опьянения был шагом к полному запрещению спиртного». «Слово «хәмер» означает «вино» или «виноградная лоза». Шулай итеп, «хәмер йылғалары» тигән ғибәрәне(һүҙ ғулланышын) «йөҙөм һуты, шәрбәт йылғалары» тип тә тәржемә итеп була икән.

    44. Үҙҙәренә Китап өлөштәре индерелгәндәргә ҡарағыҙ! Боҙоҡлоҡто һатып алалар һәм һеҙҙе лә юлдан яҙҙырырға маташалар.

    45. Аллаһ һеҙҙең дошмандарығыҙҙы үҙегеҙҙән дә яҡшы белә. Ысынлыҡта, һеҙгә Аллаһтың дуҫлығы һәм ярҙамы етәр.

    46. Йәһүдтәрҙең бер төркөмө (китап) һүҙҙәрҙең урында­рын (Тәураттәге Рәсуллулла саллаллаһу ғәләйһи вә сәлләмдең вазифаларына ҡағылышлы өлөштәрен) алмаштырҙылар. Телдә­рен юрамал боҙоп, динебеҙҙе мыҫҡыл итеп:

    — Ишеттек (Ҡөръән һүҙҙәрен), әммә ҡаршы килдек, (ҡаршы насар һүҙҙәр булған) ишет­мәгәнеңде ишет (рағиинә), — тинеләр.

    Әгәр улар:

    — Ишеттек, итәғәт иттек, тыңла һәм беҙгә күҙ-ҡолаҡ бул, — тигән булһалар ине, шик юҡ, үҙҙәре өсөн тағын да яҡшы­раҡ булыр ине, ләкин кирелектәре арҡаһында, Аллаһ уларҙы ҡәһәрләне. Уларҙың бик әҙе генә иман килтерҙе.

    («Йәһүдтәр Аллаһ тарафынан индерелгән Тәүрәтты боҙҙолар. Һүҙҙәрен, мәғәнәләрен үҙгәрттеләр, һуңғы Пәйғәмбәр Мөхәммәд саллаллаһү ғәләйһиссәлләмдең Аллаһтан илсе булып киләсәге тураһындағы хәбәрҙе юҡҡа сығарҙылар. Хәҙрәти Мөхәммәд Пәйғәмбәр булып килгәс, уның тураһында юҡ-бар ғәйбәт, мыҫҡыллы һүҙҙәр тараттылар. Әйтәйек, «рәғийнә» һүҙе «беҙгә күҙ-ҡолаҡ бул» мәғәнәһендә йөрөй. Шул уҡ һүҙҙе оҙон итеп, «рәғий-инәә» тип әйтһәң, «беҙҙең көтөүсебеҙ» мәғәнәһен ала». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

    47. Әй, Китаплы ҡәүем! Йөҙөгөҙҙө боҙоп үҙгәрмәҫ, ҡара йөҙҙәрегеҙҙе артҡа ҡайырып ҡуйғансы, шәмбе көндө Аллаһ хөкөмөн боҙғандары өсөн ҡарғалғандар кеүек ләғнәт алған­сы, үҙегеҙгә бирелгәндәрҙе (Тәурәт, Инжилде) дөрөҫләп, иман килтерегеҙ. Аллаһтың әмере, һис шикһеҙ, еренә еткереләсәктер.

    48. Аллаһҡа тиңдәш эҙләүселәрҙе Аллаһ ярлыҡамаҫ, бы­нан башҡа гөнаһлы булғандарҙы, Үҙе теләһә, ярлыҡар. Аллаһҡа тиңдәш эҙләүсе иң ҙур гөнаһҡа батып, ялған уйлап сығарған кеше булыр.

    49. Үҙ-үҙҙәрен намыҫлы итеп күрһәтергә тырышҡандар­ҙы күрҙеңме? Юҡ, Аллаһ Үҙе теләгәнде паклар һәм һис кем хөрмә тешенең ҡабығы ҡәҙәр ҙә хаҡһыҙлыҡ күрмәҫ.

    50. Ҡара, Аллаһ тураһында ниндәй генә ялғандар уйлап сы­ғармайҙар динһеҙҙәр, көн кеүек асыҡтыр: был улар өсөн етәрлек гөнаһ.

    51. Үҙҙәренә Китаптың бер өлөшө индерелгәндәрҙе күрҙеңме? Боттарға (таш һындарға, ағас һындарға), шайтан­ға ышаналар, һуңынан кәферҙәр өсөн:

    — Былар Аллаһҡа иман килтереүгә ҡарағанда турыраҡ юл, - тип һөйләйҙәр.

    («Китап индерелгәндәр, йәғни әһле китап кешеләренән берәүһе Мәҙинәнән Мәккәгә килеп, мөшриктәрҙе хәҙрәти Мөхәммәдкә һәм мосолмандарға ҡаршы һуғышырға ҡоторта башлай. Шунда мөшриктәр: беҙҙең динебеҙ дөрөҫмө, әллә Мөхәммәдтең динеме, ҡай­һыбыҙ тура юлда? - тип һорайҙар. Һеҙ тура юлда! - ти баяғы жәсүс. Джибит менән Тағут исемендәге ике бот-һын-һәйкәл бар ине. Джибит тигәне, имеш, киләсәкте әйтеүсе, Тағут тигәне, имеш, сихыр­сы. Тағут — сихыры менән кешеләрҙе аҙҙырыусы. Аллаһ уларҙың барыһын да инҡар итте. Был аят ошо ваҡиғаға ишара итә». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

    52. Улар — Аллаһ ҡәһәрләгән кешеләрҙер. Аллаһтың ләғнәтен алғандарға ярҙамсы табылмаҫ. (53) Әллә уларҙың хакимлеккә ҡөҙрәттәре бармы? (Ундай ҡөҙрәттәре булһа) улар кешеләргә хөрмә тешенең ҡабығы ҡәҙәр ҙә өлөш бирмәҫ ине. (54) Әллә улар Аллаһ йомартлығы менән кешеләргә бирелгәндән (Ҡөръән һәм ниғмәттәрҙән) көнләшәләрме? Юҡһа, беҙ бит Ибраһим тоҡомона ла Китап һәм хикмәттәр бирҙек һәм уларға бөйөк хөкөмдарлыҡ тапшырҙыҡ. (55) Уларҙың бер өлөшө уға ышанды, ҡайһылары унан йөҙ сөйөрҙө. Уларға хәтәр утлы йәһәннәм етәр. (56) Шик юҡ, аяттарыбыҙҙы инҡар итеүселәрҙе утта яндырасаҡбыҙ. Тире­ләре көйөп бөткәс, ғазап дауам итһен өсөн, яңыһы менән алыштырасаҡбыҙ. Аллаһ һәр ваҡыт өҫтөн һәм хөкөмдар.

    57. (Аллаһҡа) инанып, изгелекле булғандарҙы мәңге йәшәр өсөн, үҙәндәренән шишмәләр ағып ятыусы йәннәттәргә кере­тербеҙ. Шунда улар өсөн саф-пак кәләштәр булыр, уларҙы рәхәтлек биреүсе ағас күләгәләрендә йәшәтербеҙ.

    58. Һеҙгә аманат ителгән малдарҙы эйәләренә ҡайтарыуы­ғыҙҙы һәм кешеләр араһында хөкөм йөрөткәндә ғәҙеллек менән эш итеүсегеҙҙе Аллаһ һеҙгә әмер итте. Бына шулай, Аллаһ һеҙгә гүзәл рәүештә өгөт бирә. Хаҡтыр, Аллаһ барыһын да ишетеп, күреп тора.

    59. Әй, иман килтергәндәр, Аллаһҡа итәғәт итегеҙ. Пәй­ғәмбәргә һәм үҙ арағыҙҙан һайлап ҡуйылған идарасыларығыҙға буйһоноғоҙ. Әгәр ниндәй ҙә булһа аңлашылмаусылыҡ ки­леп сыҡһа, Аллаһҡа һәм Әхирәткә инанған булһағыҙ, хәл итеү­ҙе шәриғәт ҡушҡанса башҡарығыҙ. Был хәйерле лә, нәтижә­ле лә буласаҡ.

    1. Һиңә индерелгәнгә (Ҡөръәнгә) һәм һиңә саҡлы индерелгәндәргә (Тәүрәт, Зәбур, Инжилгә) инанабыҙ, тип әйтеүселәрҙе күрмәнеңме ни? Ләкин үҙҙәре (Аллаһтан башҡа берәүҙе) Тағутты (сихырсыны) хаким итергә теләйҙәр, гәрсә уларға Тағутҡа баш эйергә ҡушылмаған. Әммә, шайтан уларҙы боҙоҡ юлға керетеп, йыраҡҡа илтеп, аҙаштырырға теләй.

    61. Уларға:

    — Аллаһ индергәнгә (Китапҡа) һәм Рәсүлгә йүнәлегеҙ! — тип әйткәс, монафиҡтарҙың һинән тиҙ йыраҡлашҡанда­рын күрерһең. (62) Ҡулдары менән башҡарған эштәре (гөнаһ­тары) арҡаһында уларға берәй бәлә-ҡаза килһә, Аллаһ исеме менән ант итеп:

    — Беҙ фәҡәт изгелек ҡылырға, үҙ-ара ярҙамлашырға телә­нек, — тип һиңә нисек килерҙәр икән?

    63. Ике йөҙлөләрҙең күңелдәрендә нимә булһа, шуны Аллаһ белә, улар менән дуҫлашма. Уларҙы өгөтлә һәм уларға үҙҙәре тураһында тәьҫирле вәғәз уҡы. (64) Беҙ һәр пәйғәмбәр­ҙе, Аллаһ рөхсәте менән, уға итәғәт итһендәр, тип күндер­ҙек. Әгәр ҙә улар үҙҙәренә зыян эшләп, һинең янға килеп, Аллаһтан ярлыҡау һораһалар, пәйғәмбәр ҙә Аллаһҡа улар өсөн ғәфү һораһа ине, Аллаһ артығы менән уларҙы ярлыҡар ине, кисерер ине. (65) Юҡ, Раббың исеме менән ант итәм, үҙ араларында сыҡҡан ҡаршылыҡтарҙы тәртипкә килтерер өсөн, улар һине хөкөмсө итерҙәр, һуңынан һинең хөкөмөңә ысын күңелдән риза булып, һис ҡаршылыҡһыҙ мосолман булырҙар, шуға ҡәҙәр улар иман килтермәҫ.

    66. Әгәр уларға:

    — Үҙегеҙҙе ҡорбан итегеҙ йәки йорттарығыҙҙы ташлап сығығыҙ, — тип бойорһаҡ, уларҙың бик әҙе генә әйткәнде үтәгән булыр ине.

    Әгәр ҙә улар бойорғанды еренә еткереп башҡарһалар ине, улар өсөн бик тә хәйерле һәм дә имандарын тағын да нығытыу булыр ине.

    («Әсхәбү Кирамдан байтаҡ ҡына кешеләр дин юлында шаһид кит­те, иҫәндәре йорттарын ташлап китергә мәжбүр булды. Йәһүдтәр менән монафиҡтар иһә улай эшләмәнеләр, киреһенсә, улар милләттәштәрен үлтерҙеләр, уларҙы йорттарынан ҡыуып сығарҙы­лар». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

    «Үҙегеҙҙе ҡорбан итегеҙ» ғибәрәһенең күп төрлө тәржемәһе бар.

    И. Крачковскийда: убейте самих себя.

    Т. Кочигитта: үҙегеҙҙе үлтерегеҙ.

    М.Ғәлиҙә: пожертвуйте своей жизнью.

    Ә. Йазырда: нәфсегеҙҙе үлтерегеҙ, йәғни хөсөтлөгөгеҙҙе, туймаҫ нәфсегеҙҙе үлтерегеҙ, тип әйтелә».

    67. Шул ваҡытта, әлбиттә, уларға тарафыбыҙҙан оло бүләк бирер инек. (68) Һис шикһеҙ, уларҙы тура юлға сыға­рыр инек.

    69. Кем Аллаһҡа һәм Рәсүлгә итәғәт итһә, бына шулар Аллаһ тарафынан хуп күрелгән пәйғәмбәрҙәр, ғәҙел һәм тоғро булған хаҡ һүҙ һөйләүселәр, шаһиттар һәм изгелекле әҙәмдәр менән бергә буласаҡтар. Улар гәжәйеп иптәштәр. (70) Был йомарт­лыҡ Аллаһтандыр. Аллаһтың белгәне еткән.

    71. Әй, иман килтергәндәр, уяу булығыҙ, саф-саф булып һуғышҡа сығығыҙ йәки бөтөнөгөҙ бер юлы барығыҙ.

    («Тыныслыҡта йәшәргә теләһәләр ҙә, ҡәүемдәр үҙҙәрен дошмандар­ҙан һаҡлар өсөн һуғышҡа әҙер булырға тейеш булған. Әҙер бул һин һуғышҡа, әгәр теләһәң иҫән-именлек, тип әйтәләр. Именлекте һаҡлар өсөн, Ер йөҙөнән золомды, яулап алыуҙарҙы һебереп түгер өсөн, ысын дин һәм выждан азатлығын һаҡлар өсөн, Ислам һуғышырға рөхсәт бирә, мосолмандарҙы Жиһадкә саҡыра. Мосолмандарҙың вазифа­һы — азатлыҡ һуғышына, бары тик азатлыҡ һуғышына һәрваҡыт әҙер булыу». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

    72. Һеҙҙең арағыҙҙа кисегеүселәр ҙә (Жиһад һуғышына артта ҡалыусылар йәки төрлө һылтауҙар табып, һуғышҡа бармаусы­лар ҙа йәки тәүбәгә килергә һуңлаусылар ҙа) бар. Һеҙгә берәй бәлә килһә:

    — Аллаһ миңә рәхмәтле булды, (ярай әле) мин улар менән (һуғыштағылар менән) бергә булманым (юҡһа, үлгән йәки яра­ланған булыр инем), — тип әйтер.

    73. Әгәр Аллаһ һеҙгә берәй мөлкәт бирһә (һуғышта еңеп, ғәнимәт малы бүлеү), әйтерһең дә, арағыҙҙа дуҫлыҡ бул­маған кеүек:

    — Аһ, әгәр мин дә һеҙҙең менән бергә булһам инем, мин дә ҙур уңыш ҡаҙанған (күп малға эйә) булыр инем. — тип әйтер ине.

    74. Аллаһ юлында Әхирәтте был донъя урынына һатып алыусылар һуғышһын. Аллаһ юлында һуғышҡан кешегә, ша­һит булған кешегә йәки еңгән кешегә Беҙ оҙаҡламай оло әжер бүләк итәсәкбеҙ. (75) - Һеҙгә нимә булды? Ни өсөн һеҙ Аллаһ юлында һуғышмайһығыҙ?

    — Раббыбыҙ, беҙҙе залим халыҡлы ҡаланан сығар, беҙгә бер яҡлаусы, ярҙамсыңды ебәр, — тип ялбарыусы көсһөҙ ирҙәр, ҡатындар һәм балаларҙы яҡлап ни өсөн һуғышмайһығыҙ?

    76. Иман килтереүселәр Аллаһ юлында һугышырҙар, иманһыҙҙар иһә Тағут (шайтан) юлында һуғышырҙар. Шуға күрә, шайтандың дуҫтарына ҡаршы һуғышығыҙ, шик юҡ, шайтан ҡорған тоҙаҡ(үәсүәсә) зәғифтер.

    77. — Ҡулдарығыҙҙы (рөхсәт ителмәгән һуғыштан) тыйығыҙ, намаҙ уҡығыҙ, зәкәт бирегеҙ, — тигәндәрҙе (ишетмәнегеҙме) күрмәнегеҙме ни? Һуңынан уларға һуғышыу фарыз ҡылынғас, араларынан бер төркөм, Аллаһтан бик ныҡ ҡурҡҡан кеүек, хатта артығы менән ҡурҡҡандай, кешеләрҙән ҡурҡа башланылар:

    — Раббыбыҙ, ни өсөн Һин беҙгә һуғышырға ҡуштың? Безҙҙе (һуғыштан) бер аҙға ғына булһа ла кисектерһәң, булмаҫ­мы? — тинеләр.

    Һин уларға әйт:

    — Донъя тормошо ҡыҫҡа, — тип. — Аллаһтан ҡурҡҡандар өсөн Әхирәт хәйерлерәк һәм һеҙгә ҡыл ҡәҙәре лә хаҡһыҙлыҡ эшләнмәҫ. (78) Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, үлем һеҙҙе тотор. Бейек һәм нығытылған ҡәлғәләрҙә булһағыҙ ҙа. Үҙҙәренә бер изгелек килһә:

    — Был — Аллаһтан, — ти әйтәләр. Баштарына бәлә килһә:

    (Ий, Мөхәммәд) быныһы — һинән, — тип әйтәләр.

    — Барыһы ла Аллаһтан, — тип әйт.

    Был әҙәмдәргә нимә булған? Әйткәнде аңламайҙар.

    79. Һиңә килгән изгелектәр Аллаһтан. Башыңа килгән бәләләр үҙеңдән. Һине кешеләргә илсе итеп күндерҙек. Аллаһтың шаһитлығы етәр.

    80. Рәсүлгә итәғәт иткән кеше, ысынлыҡта, Аллаһҡа итәғәт иткән булыр. (Ул итәғәттән) йөҙ сөйөргәндәргә килгән­дә, һине улар артынан күҙәтеүсе, һағалаусы итеп ебәрмәнек. (Һин улар өсөн яуап бирмәйһең.)

    81. Улар:

    — Беҙ итәғәт иттек! — тип әйтәләр. Әммә һинән айырылғас та, уларҙың бер өлөшө төндәрен йәшертен генә һин әйткәндәрҙең киреһен эшләй. Аллаһ та улар­ҙың йәшертен эштәрен яҙып бара. Һин уларҙан айырыл. Аллаһҡа тәүәккәллә. Вәкил булараҡ, һиңә Аллаһ етәр.

    82. Ни өсөн кешеләр Ҡөръән тураһында дөрөҫ фекерлә­мәйҙәр икән? Әгәр ҙә ул өръән) Аллаһтан башҡа зат тара­фынан күндерелгән булһа, шунда өръәндә) ҡаршылыҡтар булыр ине.

    83. Уларға именлек йәки ҡурҡыныс хәбәр килһә, улар быны башҡаларға һөйләй; әммә, был турала Рәсүлгә йәки үҙҙәренең хөкөмдарҙарына еткерһәләр ине, эштең асылын аңлағандар, уның нимә икәнен белгән булырҙар ине. Аллаһ һеҙгә ниғмәт бирмәһә, рәхмәтле булмаһа ине, һис шикһеҙ, бик күптәрегеҙ шайтанға эйәреп китер ине.

    84. Аллаһ юлында һуғыш. Үҙеңә йөкләтелгәндән башҡа­һына һин яуаплы түгел. Мөьминдәрҙе өгөтләп рухландыр. Бәлки Аллаһ кәферҙәрҙең һөжүмен тыйыр. Аллаһтың ҡөҙрә­те һәм язаһы дәһшәтлеҙер.

    85. Кем берәй изгелеккә аралашсы булһа, ул эштән уға ла өлөш (сауап) сығыр. Кем әшәкелек ҡылыусыға аралашлыҡ итһә, уның да өлөшө шул әшәкелектән булыр. Аллаһ һәр нәмәгә хакимдер.

    86. Сәләм (бүләк) биргәнгә һеҙ унан да матурыраҡ (ар­тығыраҡ) сәләм (бүләк) бирегеҙ. Йәки уны тигеҙ сәләмләгеҙ (бүләкләгеҙ) Шик юҡ, Аллаһ һәр нәмәне хисапта тота.

    87. Аллаһтан башҡа (илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре бу­лырҙай һис бер кем юҡ, әлбиттә, Ул һеҙҙе Ҡиәмәт көнөндә бергә туплаясаҡ; бында бер ниндәй ҙә шик булыуы мөмкин түгел. Һүҙҙә тороу мәсьәләһендә Аллаһтан да вәғәҙәлерәк кем бар?

    88. Һеҙ ни өсөн монафиҡтар мәсьәләһендә икегә айырыл­дығыҙ. Гәрсә, Аллаһ ҡылғандарына күрә уларҙы йөҙ түбән килтерҙе. Уларҙы Аллаһ ҡыуып ебәргән тура юлға кире бормаҡсы булаһығыҙмы? Һин уларҙы Аллаһ аҙаштырған юл­дан алып сығырға дөрөҫ юл таба алмаҫһың.

    89. Үҙҙәре кеүек кәфер булыуығыҙҙы теләгәндәр менән дуҫлашмағыҙ. Улар йорттарын ташлап сыҡҡанға (Аллаһ юлы менән башҡа ергә күсеп киткәнгә, һижрәт иткәнгә, йәғни мосолманлыҡҡа күскәнгә) саҡлы. Әгәр ҙә улар йөҙ сөйөр(өп, һеҙҙе һатһа, һеҙгә хыянат ит)һә, уларҙы тотоғоҙ, тотҡан ерҙә үлтере­геҙ һәм уларҙың берһен дә дуҫ йәки ярҙамсы итеп алмағыҙ, әгәр ҙә (90) улар һеҙҙең менән килешеүҙәр төҙөгән халыҡтан булмаһа йәки улар, күңелдәре төшөп, һеҙҙең менән дә, үҙ халҡы менән дә үҙ-ара ла һуғышмаҫҡа ҡарар ҡылған булмаһалар. Аллаһ их­тыяр итһә, уларҙың күңеленә яулап алыу теләге кертер ине, улар һеҙҙең менән һуғышыр ине. Әгәр ҙә улар һуғыштан баш тар­тып, ситкә китһәләр, һеҙҙе килешеүгә саҡырһалар, ул ваҡытта Аллаһ уларға ҡаршы барырға һеҙгә юл ҡуймаҫ.
    1   ...   6   7   8   9   10   11   12   13   ...   64


    написать администратору сайта