КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
Скачать 3.18 Mb.
|
31. (Рәсүлүллаһ) Һин әйт: — Әгәр Аллаһты яратһағыҙ, миңә эйәрегеҙ (Исламды ҡабул итегеҙ.). Аллаһ та һеҙҙе яратыр һәм гөнаһтарығыҙҙы ярлыҡар, — тип. Аллаһ ярлыҡаусы, киң күңелле, ғәфү итеүсе. 32. Әйт Һин: — Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәргә итәғәт итегеҙ, — тип. Әгәр йөҙ сөйөрһәләр, шөбһәһеҙ, Аллаһ та ул кәферҙәрҙе яратмаҫ. 33—34. Ысынлап та, Аллаһ Әҙәмде, Нухты, Ибраһимды һәм уларҙың тоҡомдарын, Ғимран ғаилаһен — барыһын да бер нәҫелдән булараҡ, халыҡтарға мәшһүр (өҫтөн) ҡылды. Аллаһ ысынлыҡта барыһын да ишетеүсе, мөкәммәл белеп тороусыҙыр. 35. Ғимрандың ҡатыны: — Раббым, ҡарынымдағы яралғыны Һиңә (донъя мәшәҡәттәренән) азат ҡол итергә ант иттем. (Минең антымды) ҡабул ит. Шөбһә юҡтыр, Һин ишетәһең дә, күреп тә тораһың, - тине. 36. (Мәрйәмдең әсәһе) ҡыҙ тапҡас, әйтте, Аллаһ уның ҡыҙ табасағын белә ине: — Раббым, минең ҡыҙ балам булды, шөкөр. Ир бала ҡыҙ бала кеүек булмай инде ул (йәғни ир кеүек хеҙмәт итә алмаҫ). Мин уға Мәрйәм исеме ҡуштым. Был баланы һәм унан тыуған балаларҙы ҡыуылған шайтандан һаҡлар өсөн Һиңә тапшырҙым, — тине. (37) Шулай итеп, Раббы уны бик теләп ҡабул итте. Уны бер гүзәл үҫемлек кеүек тәрбиәләп үҫтерҙе. Зәкәрийәне уға тәрбиәсе итеп ҡуйҙы. Бала ята торған бүлмәгә ҡасан ғына керһә лә, Зәкәрийә шунда мул ризыҡҡа тап була ине: — Мәрйәм, был Һиңә ҡайҙан килде? — тип һораны Зәкәрийә. Ҡыҙ: — Был — Аллаһ тарафынан. Шөбһә юҡтыр, Аллаһ кемгә теләһә, шуға сикһеҙ ризыҡ бирер, — тине. 38. Шунда Зәкәрийә Раббыға доға ҡылды: — Раббым, Һин миңә бер пак бала бир. Әлбиттә, Һин минең доғаларымды ишетәһең. 39. Ул ғибәҙәт бүлмәһендә доға уҡып ултырғанда фәрештәләр әйтте: — Ысынлыҡта Аллаһ Һине Йәхйә исемле бер бала менән ҡыуандырасаҡ, ул (Йәхйә) нәфсеһенә хужа була белеүсе, Аллаһ әйткән һүҙҙең (Китаптың) тура икәнлеген иҫбатлаусы Пәйғәмбәр буласаҡ, — тинеләр. (40) (Зәкәрийә) әйтте: — Раббым, ысынлыҡта инде мин ҡартайып барам, ҡатыным да бала таба алмай, нисек итеп минең улым булыр икән? — тине. (Аллаһ әйтте): — Шулай! Аллаһ нимә теләһә, шуны башҡарасаҡ, — тине. 41. (Зәкәрийә) әйтте: — Раббым, (ул эштең) ғәләмәтен өйрәт, — тине. (Аллаһ) әйтте: — Һинең ғәләмәтең шул булыр, Һин өс көн кешеләр менән һөйләшмә, (ишара менән) ым ҡағып ҡына аңлашырһың. Шулар өҫтөнә, Раббыңды гел иҫеңдә тот һәм аҡшам-сабах, тәсбих әйт (намаҙ уҡы), — тине. 42. Фәрештәләр әйтте: — Әй, Мәрйәм, шик юҡ, Аллаһ Һине һайланы, һине айырыуса саф итеп тәрбиәләп үҫтерҙе, һине донъялағы башҡа ҡатындарҙан өҫтөн ҡылды, — тинеләр. — (43) Ий, Мәрйәм, ысын күңелдән Раббыңа ғибәҙәт ҡыл, сәждә ҡылыусылар менән сәждә ҡыл, (намаҙ уҡы). 44. (Мөхәммәд) былар (Хөннә, Зәкәрийә, Йәхйә, Мәрйәм ваҡиғалары) һиңә уахи булараҡ, йәшерен рәүештә төшөрөлә. Кем Мәрйәмде тәрбиәгә ала, тип ҡәләмдәрен һыуға ырғытҡанда һин улар янында түгел инең. Улар тартҡылашҡан ваҡытта ла һин шунда түгел инең. 45. Фәрештәләр: - Ий, Мәрйәм, Аллаһ Һиңә бер кәлимә әйтеп, Һине һөйөндерәсәк: исеме Ғайса. (ҡушаматы) Мәсих, (сифаты) Мәрйәм улыҙыр. Донъяла ла, Әхирәттә лә даны-шөһрәте ҙур булыр. (Ул) Аллаһтың бик яҡындарынандыр. (46) Бишегендә лә, үҫкәс тә ул кешеләргә (хикмәтле) һүҙ һөйләйәсәктер. Ул изгеләрҙән булыр. 47. (Мәрйәм) әйтте: — Йә Раббым, миңә бер генә ирҙең дә ҡағылғаны юҡ. Нисек итеп балам булыр һуң? — тине. (Фәрештәләр аша) Аллаһ әйтте: — Шулай! Аллаһ нимә теләһә, шуны башҡара ала. Ул берәй эшкә ниәт итһә: бул, тип әйтһә, Ул теләгән нәмә шунда уҡ була ла. (48) — (Аллаһ) уны яҙырға, уға хикмәттәр, Тәүрәтты, Инжилде өйрәтәсәк, - (тинеләр фәрештәләр). (49) - Уны Исраил улдарына пәйғәмбәр итеп күндерәсәк, — (тинеләр фәрештәләр). (Ғайса уларға әйтәсәк): — Дөрөҫө шулдыр, мин һеҙгә Раббыбыҙҙан аят (һөйөнсө) килтерҙем. Дөрөҫө шулдыр, мин һеҙгә балсыҡтан ҡош һыны яһармын, уға тыным менән өрөрмөн дә, Аллаһ ҡеүәте менән, ул йәнле ҡошҡа әүерелер. Аллаһ ярҙамы менән, мин тыумыштан һуҡырҙы күҙле итермен, ҡаты ауырыуҙарҙы сәләмәтләндерермен, үлектәрҙе тергеҙермен. Өйөгөҙҙә нимә ашағанығыҙ, нәмә йәшергәнегеҙ тураһында мин һеҙгә әйтермен. Әлбиттә, был ғәләмәттәрҙә һеҙҙең өсөн, әгәр ҙә һеҙ иман килтерһәгеҙ, ҡәтғи ғибрәттәр бар. (50) Минән элек индерелгән Тәүрәтты дөрөҫләүсе булараҡ һәм һеҙгә харам ителгән ҡайһы бер нәмәләрҙе хәләл итер өсөн (килдем). Һеҙгә Раббыбыҙҙан (пәйғәмбәрлегемде иҫбат итер өсөн) аят (хикмәт, мөғжизә) килтерҙем. Инде хәҙер Аллаһтың нәфрәтенән ҡурҡығыҙ, миңә итәғәт итегеҙ. (51) Шөбһә юҡ, Аллаһ минең дә Раббым, һеҙҙең дә Раббығыҙ. Шулай булғас, Уға ҡоллоҡ итегеҙ. Тура юл шул булыр. 52. Ғайса уларҙың инанмағандарын аңлап алғас, әйтте: — Аллаһ юлында кем миңә ярҙамсы булыр? — тине. Хауариҙар: — Беҙ ул Аллаһ илсеһенең ярҙамсылары. Аллаһҡа инандыҡ. Һин дә (Ғайса) шаһит бул, беҙ ысын мосолманбыҙ, — тинеләр. (Хауариҙар — эйәсрендәр, апостолдар.) 53. — Йә Раббыбыҙ, Һин индергәнгә (ул Китапҡа) инандыҡ, был пәйғәмбәреңә лә эйәрҙек. Инде беҙҙе шаһиттар менән рәттән теркәп ҡуй, - (тип). (54) Кәферҙәр мәкерле хәйлә ҡорҙолар (Ғайсаны йәшертен генә үлтерергә уйланылар), Аллаһ та уларға ҡаршы хәйлә ҡорҙо. Аллаһ (бөтөн хәйләкәрләрҙән дә) хәйләкәрерәктер. 55. Шунда Аллаһ былай тине: — Ий, Ғайса, шөбһәһеҙ, (улар түгел) Мин Һиңә әжәл ебәрәсәкмен, һине Үҙ яныма күтәреп, һине кәферҙәрҙең зыянынан ҡотҡарып, һиңә эйәргәндәрҙе Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр кәфер итеүселәрҙән өҫтөн тотасаҡмын. Һуңғы ҡайтыуығыҙ ҙа Минең ихтыярымдаҙыр. Арағыҙҙа булған ҡаршылыҡтар-ғауғаларҙың хөкөмөн дә Мин бирәсәкмен. (56) Көфөрлөк итеүселәргә килгәндә, Мин уларҙы донъяла ла, Әхирәттә лә иң хәтәр яза менән ғазаплаясаҡмын. Уларға һис бер кем ярҙам итә алмаҫ. 57. Иман килтереп, изгелектәр эшләгәндәргә килгәндә, (Аллаһ) уларҙың әжерен теүәл итеп бирәсәктер. Аллаһ залимдарҙы яратмаҫ. (58) Беҙ быларҙы һиңә аяттарҙан (хикмәт тулы Ҡөръәндән) уҡыйбыҙ. 59. Ысынлап та, Ғайсаның хәле лә (атаһыҙ донъяға килеүе лә), Әҙәмдең яҙмышы ла бер Аллаһ хозурынандыр. (Аллаһ) уны (Әҙәмде) тупраҡтан яралтты. Һуңынан уға: - Бул! - тине. Әҙәм бар булды. («Аллаһ хәҙрәти Әҙәмде әсәһе лә, атаһы ла булмаған килеш, тупраҡтан яралтты. Мәрйәм дә, Аллаһ ҡөҙрәте менән, ҡыҙ килеш, ирһеҙ бала тапты. Мөғжизәләр шуларҙыр. Аллаһтың башҡаларҙа булмаған тиңһеҙ ҡөҙрәте лә шундай мөғжизәләр барлыҡҡа килтереүендәсағыла».Мостафа Чагрыжы тәфсиренән.) 60. Хәҡиҡәт - Раббынандыр. Шуға күрә, шикләнеүселәрҙән булма. 61. Һиңә ғилем килгәс, һинең менән тартҡылашыусылар булһа, әйт: — Килегеҙ үҙегеҙ, улдарығыҙ, ҡатындарығыҙ,беҙҙә үҙебеҙ, улдарыбыҙҙы, ҡатындарыбыҙҙы йыябыҙ һуңынан доға ҡылып ялбарырбыҙ ҙа, Аллаһтың ләғнәтен ялғансылар өҫтөнә ебәрербеҙ, — тип. («Нәжрән христиандарынан бер төркөм Ғайса пәйғәмбәр янына килеп, мөғжизә рәүешендә, атаһыҙ тыуған Ғайсаны Аллаһ тип танымаҡсы булдылар. Ғайса уларҙы бер ергә туплап: Аллаһ ялғансылар өҫтөнә ләғнәт ебәрһен, тип доға уҡырға саҡырҙы. Ләкин христиандар Ғайса менән килешмәнеләр, ҡурҡып ҡалдылар. Улар мосолмандар ҡул аҫтына кереп, һалым түләргә риза булып киттеләр». Мостафа Чагрыжы тәфсиренән.) 62. Бына был (хәбәр), әлбиттә, иң дөрөҫ булған ваҡиғаның хәбәреҙер. Аллаһтан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем, һис бер нәмә юҡ. Аллаһ, ысынлап та, ҡөҙрәт һәм хикмәттәр хужаһыҙыр. 63. Әгәр (ысынлыҡтан, имандан) йөҙ сөйөрһәләр, хаҡтыр, Аллаһ ул боҙоҡлоҡ таратыусыларҙы белә. 64. Әйт: — Әй, дин әһелдәре, һеҙҙең өсөн дә, беҙҙең өсөн дә ҡулай булған уртаҡ бер һүҙгә килегеҙ, бына былай әйтегеҙ: Аллаһтан башҡаға табынмайбыҙ. Уға һис бер нәмәне тиң итеп танымайбыҙ, Аллаһтан башҡа эйә эҙләп йөрөмәйбеҙ һәм бер-беребеҙҙе Аллаһ тип атамаясаҡбыҙ. Бынан һуң да улар йөҙ сөйөрһә, әйт: — Шаһит булығыҙ, беҙ ысын мосолмандарбыҙ, — тип. 65. Әй, китап әһелдәре, Ибраһим хаҡында ни өсөн тартҡылашаһығыҙ? Тәүрәт тә, Инжил дә унан (Ибраһимдан) һуң индерелде. Шуға ла аҡылығыҙ етмәйме? 66. Бына һеҙ дөрөҫлөктө белгән килеш һүҙ көрәштерәһегеҙ, белмәгәнегеҙ тураһында нимә өсөн тартҡылашаһығыҙ? Гәрсә, Аллаһ барыһын да белеп тора, һеҙ белмәйһегеҙ. 67. Ибраһим йәһүд тә, христиан да түгел, ул фәҡәт Аллаһты бер тип таныған (ысын мосолман ине). Ул мөшриктәрҙән дә түгел. (68) Дөрөҫө шулдыр, Ибраһимды бик тә яҡын күреүселәр, һәр хәлдә, уға эйәргәндәр һәм шул Пәйғәмбәргә (Мөхәммәдкә) һәм (уға) эйәреп, иман килтергәндәр ине. Иман килтергәндәрҙең ярҙамсыһы — Аллаһ Тәғәлә. 69. (Ий, мосолмандар) Китаплы халыҡтың бер өйөрө һеҙҙе юлдан яҙҙырырға, аҙҙырырға теләй. Бәлки, улар үҙҙәренән башҡаны аҙҙыра алмаҫтарын самаламайҙарҙыр ҙа. 70. Әй, китап әһелдәре, үҙегеҙ (Тәүрәттә һәм Инжилдәге дөрөҫлөктө) күрә тороп, Аллаһтың аяттарын ни сәбәпле инҡар итәһегеҙ? (71) Әй, китап әһелдәре, ни өсөн һеҙ хаҡты ялған менән бутайһығыҙ, дөрөҫлөктө йәшерәһегеҙ? Бының шулай икәнен белеп тораһығыҙ бит. 72. Китаплы халыҡтан бер төркөм әйтте: — Үҙҙәренә индерелгәнгә (Ҡөръәнгә) иман килтергәндәр алдында көндөҙөн ышанған булығыҙ, көн аҙағында кәфер (инҡар) итегеҙ. Бәлки улар диндәренән ҡайтырҙар? (73) Һәм динегеҙгә инанғандарҙан башҡаһына ышанмағыҙ, — тинеләр. (Рәсүлем, уларға) әйт: — Аллаһтың юлы иң дөрөҫ юл икәнлектә шик юҡ, — тип. — Һеҙгә бирелгәнгә (Тәүрәткә, Инжилгә) оҡшаш (Ҡөръән) башҡа берәүҙәргә лә бирелә ала. Әгәр был турала бәхәсләшә башлаһалар, һин әйт уларға: — Ысынлыҡта йомартлыҡ Аллаһ ҡулында. Ул теләгәненә әжер бирер. Аллаһтың рәхмәте киң, ысынлап та, ул бөтөн нәмәне белеп тороусы. (74) Ул кемгә теләһә, шуға рәхмәт индерер. Аллаһ — иң бөйөк изгелек эйәһе. 75. Китап уҡығандар араһында шундайҙары бар: уларга һин бер батман алтын бирһәң, ул уны һиңә кәметмәйенсә ҡайтарыр. Шундайҙары ла бар, һин уға бер динар бирһәң — ҡайтармаҫ, артынан йөрөп, өҫтөндә тороп алғансыға саҡлы. Бының сәбәбе шулдыр, улар әйтә: — Наҙан халыҡ менән беҙҙең алыш-бирешебеҙ юҡ, — тип. (Йәнәһе, наҙан халыҡты, ғәрәптәрҙе, мосолмандарҙы алдаһаң да ғәйеп булмаҫ.) Улар белгән килеш, күҙҙәрен дә йоммайынса, Аллаһҡа ҡаршы (ялған) һөйләйҙәр. 76. Хаҡтыр, үҙенең вазифаларын (аманатын, вәғәҙәһен) боҙмайынса үтәгән кеше, гөнаһтарҙан һаҡланһа, шик юҡ, Аллаһ һаҡланғандарҙы һаҡлар. 77. Ысынлап та, Аллаһҡа биргән һүҙен-антын донъя малына һатҡан кешеләргә Әхирәттә һиc бер насибы булмаҫ. Аллаһ Ҡиәмәт көнөндә улар менән һөйләшмәҫ, уларға ҡарамаҫ, уларҙы пакламаҫ-аҡламаҫ. Уларҙы хәтәр газап көтә. 78. Китаплы халыҡ араһында шундай төркөмдәрбар, улар Китапта яҙылғандарҙы (Тәүрәтты, Инжилде) боҙоп уҡыйҙар, шуны дөрөҫ яҙыу, тип әйтәләр; гәрсә, ул һүҙҙәр был китаптарҙа яҙылмаған ине. Был — Аллаһтан ингән һүҙҙәр, тип әйтәләр; ул (өҫтәлгән һүҙҙәр) Аллаһтан түгел. Улар, дөрөҫлөктө белгән килеш, күҙ ҙә йоммайынса, ялған һөйләйҙәр. (79) Аллаһтан китап алып, аҡыл-зиһенгә эйә булып, пәйғәмбәрлекте ҡабул итеп, һуңынан: — Аллаһҡа ғына буйһонмағыҙ, уның урынына миңә лә ҡол булығыҙ, - тип ғәмәл ҡыла башлаһа, ул килешә торған эш булмаҫ. Үҙегеҙ өйрәнеп, башҡаларҙы ла өйрәткән Китаптағыса: - Аллаһҡа тоғро ҡол булығыҙ! — тип әйтергә кәрәк. 80. — Фәрештәләргә, пәйғәмбәрҙәргә Тәңрегә табынған кеүек табынығыҙ, — тип Аллаһ бойорманы. Йәки һеҙҙе мосолман иткәндән һуң, (ысын пәйғәмбәр) яңынан һеҙҙе кәферлеккә өндәрме? 81. Аллаһ пәйғәмбәрҙәрҙе ант иттерҙе. Бына Мин һеҙгә Китап менән хикмәт (Тәурәт менән Инжилде) бирҙем. Бер аҙҙан һеҙҙең ҡулығыҙҙағыларҙы раҫлау-дөрөҫләү өсөн тағын бер Пәйғәмбәр киләсәк. Уға шикһеҙ иман килтерерһегеҙ һәм уға һәр ваҡыт ярҙам итерһегеҙ. Ошо шарттарҙы ҡабул итәһегеҙме? (Улар): Ҡабул итәбеҙ, — тип яуапланылар. (Аллаһ) әйтте: — Улайһа, бер-берегеҙ алдында шаһит булығыҙ, Мин дә һеҙҙең менән бергә шаһит, — тине. 82. Кем дә кем ошо шаһитлыҡтан баш тарта, йөҙ сөйөрә, бына шундайҙар фәсиҡ, зиндиҡ (имандан ҡасҡандар) булыр. 83. Хәҙер улар Аллаһтың диненән башҡа бер дин эҙләп киттеләрме? Бәлки, күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа, теләһәләр ҙә, теләмәһәләр ҙә Уға буйһона, ниһайәт, уларҙың барыһы ла Аллаһ ҡаршыһына килтереләсәк. (84) Әйт: — Аллаһҡа иман килтерәйек. Беҙгә индерелгән (Ҡөръәни Кәрим)гә,Ибраһимға, Исмәғилғә, Исхаҡҡа, Яҡупҡа һәм улдарына индерелгәндәргә, Мусаға, Ғайсаға һәм пәйғәмбәрҙәргә, Раббыларынан бирелгәндәргә лә инандыҡ. Улар араһынан һис берһен артыҡ-кәм күрмәйбеҙ. Беҙ Уға бирелгән бәндәләрбеҙ, — тип. (85) Исламдан башҡа дин эҙләгән кешенең ҡылғандары ҡабул булмаҫ, ул Әхирәттә лә хәтәр зыянға-язаға дусар буласаҡ (ул отолоусыларҙан булыр).(86) Иманға килеп тә, Рәсүлдең хаҡ булғанлығына шаһитлыҡ ҡылып та, үҙҙәренә ап-асыҡ аяттар иңеп тә, һуңынан инҡарсылыҡҡа (Аллаһты, Пәйғәмбәребеҙҙе танымауға) кереп батҡан ҡәүемде Аллаһ нисек итеп ярлыҡаһын, ти? Аллаһ фәсиҡ-зиндиҡтарҙы тура юлға сығармаҫ. (87) Хаҡтыр, Аллаһтың, фәрештәләрҙең, бөтөн кешеләрҙең ләғнәте улар башына. Бына уларҙың язаһы шул булыр. (88) Улар бының эсендә (ләғнәттә һәм йәһәннәмдә) мәңгегә ҡаласаҡ. Уларҙың газаптары һис кисектерелмәҫ, еңеләйтелмәҫ, уларға иғтибар итеүсе лә булмаҫ. (89) Бынан һуң тәүбә итһәләр һәм тура юлға баҫһалар, башҡаса булыр. Сөнки Аллаһ, ысындан да, кәмселектәрҙе кисереүсе, киң күңелле, ярлыҡаусы. (90) Хаҡтыр, иманға килеп тә, һуңынан кәферлеккә күскәннәр, алға табан кәферлеген тағын да арттырғандарҙың тәүбәләре ҡабул ителмәҫ. Бына шулар инде аҙашҡан бәндәләр. (91) Хаҡтыр, кәфер итеүселәр һәм кәфер булараҡ үлгәндәр Ер йөҙөн тултырырҙай миҡдарҙағы алтындарын түләһә лә, саҙаҡалары ҡәтғи ҡабул булмаҫ. Бына шундай улар. Бик хәтәр ғазап уларҙың өлөшөҙөр. Уларҙың һис бер ярҙамсыһы ла булмаҫ. (92) Һеҙ һөйөклө әйберҙәрегеҙҙе (мал-мөлкәт, саҙаҡа, зәкәттәрегеҙҙе Аллаһ юлында) сарыф итмәһәгеҙ, изгелеккә ирешә алмаҫһығыҙ. Һеҙ нәмә сарыф иткәнегеҙ-итмәгәнегеҙҙе лә Аллаһ белеп тора. 93. Тәүрәт индерелгәнгә ҡәҙәр Исраилдың үҙенә ашарға ярамаған ризыҡтарҙан (дөйә ите, дөйә һөтөнән) башҡаһы Исраил улдарына харам түгел ине. Әйт Һин: — Әгәр ҙә һеҙ тура юлда икәнһегеҙ, Тәүрәтты алып килегеҙ ҙә уҡығыҙ, — тип. (94) Бынан һуң (йәғни Тәүрәтты уҡығандан һуң) Аллаһ аяттарына ҡаршы ялған уйлап сығарып һөйләһәгеҙ, һеҙ залимдар-зиндиҡтар булырһығыҙ. (95) Әйт: — Аллаһ дөрөҫөн һөйләй, шуға күрә, Аллаһты бер тип белһәгеҙ, Ибраһим ышанған дингә йөҙ тотоғоҙ, ул мөшрик түгел ине, — тип. 96. Хаҡтыр, әҙәмдәр өсөн һалынған һәм тура юл күрһәтеүсе беренсе Йорт ул, әлбиттә, Мәккәләге Йорт (Кәғбәҙер). 97. Шунда ап-асыҡ аяттар, Ибраһим баҫҡан ерҙәр бар. Шунда кергән кеше именлектә булыр. Юлын тапҡан (көсө еткән, хәленән килгән) кешеләрҙе Аллаһ шунда (Хажға) барырга бурыслы итте. Берәйһе инҡар итә икән, Аллаһ уға (һәм ғәләмдәге бернәмәгә лә) мохтаж түгел. 98. Әйт: — Әй, китап тотҡан ҡәүем, һеҙ нимә генә ҡылһағыҙ ҙа, Аллаһтың, ысынлап та, барыһын да күреп торғанын беләһегеҙ, шулай булғас, ни өсөн Аллаһтың аяттарын инҡар итәһегеҙ? — тип. 99. Әйт: — Әй, китап тотҡан ҡәүем, үҙегеҙ (Исламдың хаҡ дин икәнен китаптарығыҙҙан уҡыған килеш) күреп торған килеш, ни өсөн һеҙ иманлы кешеләрҙе Аллаһ юлынан яҙҙырырга тырышаһығыҙ, үҙегеҙ шунда кәмселек табырға маташаһығыҙ. Аллаһ ҡылғандарығыҙҙы белмәй түгел. (100) Әй, иман килтергәндәр, әгәр ҙә үҙҙәренә китап индерелгәндәр араһындағы төркөмдәргә баш эйәһе булһағыҙ, һеҙҙе иманығыҙҙан ваз кистереп, кәфер итәсәктәр. (101) Аллаһтың аяттарын уҡып торғанда, пәйғәмбәре лә арағыҙҙа ултырғанда, нисек итеп һеҙ Аллаһҡа кәфер итәһегеҙ? Кем Аллаһҡа (диненә) ныҡлап тотонһа, хаҡтыр, ул ысынлыҡта тура юлды тапҡан булыр. (102) Әй, иман килтергәндәр, Аллаһтың язаһынан нисек ҡурҡырға кәрәк булһа, шулай ҡурҡығыҙ. Һаҡ булығыҙ, мосолманлыҡтан башҡа хәлдә йән бирмәгеҙ (мосолман булып үлегеҙ). (103) Барығыҙ ҙа бер булып, Аллаһтың арҡанына (Ҡөръәнгә, Ислам диненә) тотоноғоҙ, сөнки айырылғанда һеҙ бер-берегеҙгә дошман инегеҙ, Ул һеҙҙең күңелдәрегеҙҙе берләштерҙе. Уның ниғмәте арҡаһында ҡәрҙәштәр булдығыҙ һәм йәнә һеҙ аҫтында ут янып торған упҡындың ҡырыйында инегеҙ, унан һеҙҙе Ул ҡотҡарҙы. Аллаһ һеҙгә аяттарын бына шулай ап-асыҡ итеп аңлата. Моғайын, тура юлға ирешерһегеҙ. (104) Һеҙҙән шундай бер өммәт булырға тейеш, улар һәр кемде хәйерле эштәргә, изгелеккә өндәрҙәр, яманлыҡтан ваз кисергә саҡырырҙар. Бына шундайҙар мораҙҙарына ирешкән кешеләр булыр. (105) Һеҙ үҙҙәренә ап-асыҡ аяттар килгәндән һуң да талашып, айырылышып бөткәндәр кеүек булмағыҙ: бына шундайҙарҙың хәле бик тә яман буласаҡ. (106) Ул Көндө нисә йөҙҙәр (сырайҙар) аҡланыр, нисә йөҙҙәр ҡап-ҡара буласаҡ. Ҡара йөҙлөләргә килгәндә: — Иманығыҙҙан ваз кистегеҙ бит, бына кәферлегегеҙгә тамам ғазап татығыҙ, — тип әйтеләсәк. (107) Йөҙҙәре аҡ булғандар иһә Аллаһтың рәхмәтенә юлығасаҡ. Улар шул рәүештә мәңгегә шунда (йәннәттә) ҡаласаҡ. |