КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
Скачать 3.18 Mb.
|
108. Былар Аллаһтың хаҡ аяттары, уларҙы һиңә укыйбыҙ. Аллаһ бәндәләренә хаҡһыҙлыҡ ҡылырға һис тә теләмәй. 109. Күктәрҙә нимә бар, Ерҙә нимә бар — бөтөнөһө Аллаһтыҡылыр. Бөтөн эштәр ҙә Аллаһ ҡаршыһына килтерелер. (110) Һеҙ — кешеләрҙең именлеге өсөн (Ләухел Мәхфүздә һайланып) донъяла мәртәбәгә күтәрелгән иң изгелекле бер ҡәүем. Изгелеккә өндәп, яманлыҡтан ваз кисергә саҡырҙығыҙ. Аллаһҡа ышанаһығыҙ. Китаплы кәферҙәр ҙә шулай ышанһа ине, үҙҙәре өсөн хәйерлерәк булыр ине лә бит. Улар араһында ла иман килтергәндәр бар. Ләкин уларҙың күбеһе фәсиҡтәр. 111. Улар рәнйетеүҙән башҡа һеҙгә һис бер нәмә эшләй алмаҫ. Әгәр һеҙҙең менән һуғыша башлаһалар, улар табандарын ялтыратып ҡасасаҡтар. Һуңынан уларға ярҙам итеүсе булмаҫ. (112) Улар ҡайҙа ғына булһалар ҙа ҡотола алмаҫ, сөнки уларға еңелеү тамғаһы ебәрелгән инде. Тик, улар Аллаһтың бауына (Ҡөръәнгә) тотонһондар, кешеләргә (мөьминдәргә) һыйынһындар. Улар Аллаһтың әсе ҡәһәренә дусар булды. Өҫтәренә меҫкенлек һирпелде. Бының сәбәбе шулдыр, Улар Аллаһтың аяттарын инҡар итеп, кәфер булдылар, пәйғәмбәрҙәрҙе хаҡһыҙға үлтерҙеләр. Буйһонмағандары өсөн һәм енәйәт ҡылғандары өсөн (Беҙ кәферҙәрҙе язаға тоттоҡ). (113) Уларҙың барыһы ла бер түгелдер. Китаплыларҙың араһында диндә ныҡ баҫып тороусы өммәт тә барҙыр, улар тәүлек сәғәттәрендә сәждәгә китеп, Аллаһтың аяттарын уҡыйҙар. (114) Аллаһҡа һәм Әхирәт көнөнә ышанғандар, изгелеккә өндәүселәр, яманлыҡтан ваз кистереүселәр, изгелекле эштәрҙә ярышыусылар — бына шулар изгеләрҙер. (115) Улар ни ҡәҙәр хәйерле эш ҡылһалар, әлбиттә, Уның әжеренән мәхрүм ҡалмаҫтар. Аллаһ тәҡүә кешеләрҙе яҡшы белә. (116) Хаҡтыр, Ул (Аллаһ) кәфер иткәндәрҙе уларҙы малдары ла, балалары ла, һис бер нәмәнән (Аллаһтың ғазабынан) ҡотҡара алмаҫ. Улар—йәһәннәм әһелдәре. Улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ. (117) Кәфер кешеләрҙең был донъяла халыҡҡа (ихласһыҙ) биргән малдары (саҙаҡалары) һалҡын елгә оҡшаштыр, ул ел үҙ-үҙҙәренә золом итеүсе ҡәүемдең игендәрен һәләк итте. Аллаһ уларға золом итмәне, улар үҙҙәренә үҙҙәре золом килтерҙе. 118. Ий, иман килтергәндәр, үҙ тоҡомоғоҙҙан (мосолмандарҙан) башҡаларҙы дуҫ итмәгеҙ. Улар (кәферҙәр) һеҙгә яманлыҡ һәм хөсөтлөк ҡылыу эштәрендә әҙер буласаҡтар, улар һеҙҙең бәләгә тарығанығыҙҙы көтөр. Хаҡтыр, уларҙың нәфрәте боғаҙҙарынан сыҡты. Күңелдәрендәгеһе (хөсөтлөк) тағын да яманыраҡ. Уйлай белгәндәр өсөн беҙ аяттарыбыҙҙы асыҡ итеп индерҙек. (119) Бына һеҙ уларҙы яратаһығыҙ, улар һезҙҙе яратмай. Һеҙ китаптарҙың барсаһына инанаһығыҙ, улар һезҙҙең менән бергә булғанда ғына: «инанабыҙ», тип әйтәләр. Үҙ-ара ҡалған саҡтарында улар зәһәрлектәренән бармаҡтарын сәйнәй башлайҙар. Әйт уларға: — Асыуығыҙҙан шартлағыҙ! — тип. Шөбһәһеҙ, Аллаһ уларҙың эсендә нимә бар, барыһын да белеп тора. 120. Һеҙгә яҡшылыҡ килһә, улар ҡара көйә. Һеҙгә берәй бәлә килһә, улар ҡыуана. Әгәр һеҙ сыҙам булһағыҙ, гөнаһтарҙан һаҡланһағыҙ, уларҙың хәйләләре һеҙгә һис нисек тә зарар килтерә алмаҫ. Шөбһә юҡ, нимә ҡылһалар ҙа, Аллаһ гөнаһлыларҙы (язаһы менән) сорнап алыусыҙыр. 121. Бына һин мосолмандарҙы һуғыш өсөн уңайлы урындарға теҙергә тип, иртән иртүк өйөңдән сығып киттең. Ысынлап та, монафиҡтар, кәферҙәр нимә ҡылһа ла, Аллаһ барыһын да мөкәммәл ишетеп, белеп тороусы. 122. Шул ваҡытта һеҙҙең аранан ике ғәскәр ҡурҡыуға төштө. Аллаһ уларға ярҙам итте. Мөьминдәр фәҡәт Аллаһҡа ғына ышанырға тейештәр. 123. Хаҡтыр, һеҙ Бәдер һуғышында көсһөҙ һәм ҡаушаған инегеҙ, Аллаһ һеҙҙе еңеүгә ирештерҙе. Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ, Уға шөкөр итегеҙ. (124) Шул ваҡытта һин мөьминдәргә: — Индерелгән өс мең фәрештә менән Раббыбыҙҙың ярҙамы һеҙгә етмәйме ни? — тип әйттең. (125) Әлбиттә, һеҙ түҙемлек менән Аллаһ юлында булһағыҙ, көтөлмәгәндә (дошман) һөжүм(е) булһа, Раббыбыҙ һеҙгә һайлап алынған биш мең фәрештә менән ярҙам итәсәк. (126) Аллаһ быны (фәрештәләр менән ярҙам итеүҙе) фәҡәт һеҙҙе ҡыуандырыр өсөн һәм күңелегеҙ тынысланһын, тип эшләне. Еңеү, хөкөм һәм хикмәттәрҙең хужаһы бары тик Аллаһтыр. 127. Кәферҙәрҙең бер өлөшөн сабып үлтерһендәр тип, уларҙың икенсе өлөшө баштары аҫҡа килһен, мораҙҙарына ирешә алмайынса, ҡасһындар тип. (Мин һеҙгә ярҙам иттем.) 128. Бәндәләремдең эштәрендә һинең һис бер ҡатнашың юҡ. Аллаһ уларҙың тәүбәһен ҡабул итер йәки уларҙы, залим булғандары өсөн, ғазаптарға һалыр. Сөнки улар ысындан да залим. 129. Күктәрҙә нимә бар, Ерҙә нимә бар — бөтөнөһө лә Аллаһтың милке. Кемде теләй, шуны ярлыҡай Ул, кемде теләһә, шуға яза бирә. Аллаһ киң ихтыярлы, ярлыҡаусы, ысынлап та, гөнаһтарҙы кисереүсеҙер. 130. Әй, иман килтергәндәр, рибаны ҡат-ҡат арттырып алмағыҙ. Аллаһтың нәфрәтенән ҡурҡығыҙ. Шулай булғанда, мораҙығыҙға ирешерһегеҙ. (Риба — әжәткә биреп торған аҡса, мал өсөн арттырып түләтеү, ломбард, процент аҡсаһы, ростовщиклыҡ.) 131. Кәферҙәр өсөн әҙерләнгән уттан (йәһәннәмдән) һаҡланығыҙ. (132) Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәргә итәғәт итегеҙ, ярлыҡау һәм рәхмәткә ирешерһегеҙ. (133) Раббыбыҙҙың ярлыҡауына һәм тәҡүә мосолмандар өсөн әҙерләнгән йәннәткә, күктәр һәм Ер кеүек иркен урынға ынтылығыҙ. 134. Улар — саф мосолмандар; муллыҡта ла, юҡлыҡта ла йомарт булғандар, асыу һаҡламаусылар, кешеләрҙең кәмселектәрен кисерә белеүселәр (өсөн ул йәннәт). Аллаһ изгелек ҡылғандарҙы ярата. 135. Боҙоҡ эштәре менән гөнаһлы булғандарҙы, үҙҙәренә үк насарлыҡ эшләгәс, һуңынан Аллаһты иҫкә төшөрөп, тәүбә итеп, гөнаһтарын ярлыҡауҙы теләгәндәрҙе Аллаһ ярлыҡар. Аллаһтан башҡа уларҙы кем ярлыҡар? (Әлбиттә), улар гөнаһ ҡылыуҙарын күрәләтә дауам итмәһәләр. (136) Бына уларға шундай әжер -Аллаһтың ярлыҡауыҙыр: гөл-баҡсалар араһында ағып ятыусы шишмәләр изгелек ҡылғандар өсөн ғайәт гүзәл бүләк һәм улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ. 137. Ысынлыҡта һеҙҙән әүүәл бик күп ғибрәтле ваҡиғалар, илаһи ҡанундар булып уҙған ине инде. Шуға күрә, Ер йөҙө буйлап сәйәхәт итегеҙ, (аяттарҙы) ялған тип иҫәпләгәндәрҙең хәле нисек булғанын күрерһегеҙ (ғибрәт алырһығыҙ!). 138. Был (Ҡөръән) кешеләр өсөн бер хәбәрҙер, (яманлыкҡтарҙан) һаҡланыу өсөн диндар кешеләргә бер ҡотолоу юлы һәм өгөт-нәсихәттер. 139. (Мосолмандар) ҡаушамағыҙ, хафаланмағыҙ, әгәр ҙә һеҙ мөьмин-мосолман икәнһегеҙ, һеҙ барыһынан да өҫтөн булырһығыҙ. 140. Әгәр ҙә һеҙ (Ухуд һуғышында) яраланған булһағыҙ, (Бәдер һуғышында) башҡа ҡәүемгә лә (кәферҙәргә) шундай уҡ хурлыҡ килгән ине. Ул көндәрҙе беҙ сиратлаштырып торорбоҙ. (Бер көндө кәферҙәр еңер, икенсе көндө мосолмандар еңеүсе булыр.) Аллаһ иман килтергәндәрҙе асыҡлаһын өсөн һәм арағыҙҙан шаһидтар һәм шаһиттар һайлаһын өсөн, кәферҙәрҙе (морҙар ҡылып), һәләк итһен өсөн шулай хуп күрҙе. Аллаһ ғәҙелһеҙҙәрҙе яратмай. («Иман килтергәндәрҙе асыҡлаһын өсөн» ғибәрәһе «ли йәғләмә»нең мәғәнәһен аңлатаҙыр. Аллаһтың мәңгелек ғилеме менән мосолманды кәферҙән айыра белергә тейешлебеҙ. Шуның сәбәбе менән «шаһидтар» мәғәнәһендә килеүсе «шүһәдә» һүҙен «шаһиттар» тип тә тәржемә итәләр». Ибраһим Дөнмәз тәфсиренән.) 141. Аллаһ иман килтергәндәрҙе гөнаһтарҙан тыйылып, паҡлыҡҡа сығарыр өсөн, кәферҙәрҙе һәләк итер өсөн шулай эшләне. 142. Юҡһа, һеҙ Аллаһ юлында (Жиһадта, Ғәзәүәттә) һуғышҡандар менән һуғышмағандарҙы, түҙемлектәр кисергән сабырҙарҙы асыҡламайынса ғына, Аллаһ һеҙҙе йәннәткә кертер, тип уйлайһығыҙмы? 143. Ысынлап та, әжәл килгәнсе үк үлем (шаһидлыҡ) теләнегеҙ, бына инде һеҙ бер ҡарауҙа уҡ үлемде (күрҙегеҙ) татынығыҙ. 144. Мөхәммәд ул — фәҡәт пәйғәмбәр генә. Унан элек тә әллә нисә пәйғәмбәр (был донъяға) килеп киткән ине. Хәҙер ул үлһә йәки үлтерелһә, баҫҡан ерегеҙҙән кирегә боролорһоғоҙмы? (Йәнә кәфер булырһығыҙмы?) Кем дә кем иманын ташлап, динһеҙлеккә күсә икән, Аллаһҡа һис бер зарар ҡыла алмаҫ. Аллаһ шөкөр иткәндәр һәм сабыр-сыҙам булғандарға әжер бирәсәк. 145. Аллаһтан хәбәр иңмәйенсә, һис бер кемгә әжәл килмәҫ; (үлем) тәҡдирҙә яҙып ҡуйылған сәғәттә генә килер. Кем дә кем был донъяла ниғмәт-сауап теләһә — бирербеҙ, кем иһә Әхирәт сауабын теләһә, уны ла бирербеҙ. Беҙ шөкөр итеүселәргә әжер бирәбеҙ. 146. Күпме пәйғәмбәрҙәр килеп китте, улар менән иңгә иң ҡуйып, күпме мөьминдәр (Жиһад юлында) һуғышты, улар Аллаһ юлындағы көрәштәрҙә ҡурҡаҡ һәм ваҡ йәнле булманылар, (дошманға) буйһонманы. Аллаһ сыҙамдарҙы ярата. (147) Бына улар әйткән һүҙ: — Йә, Раббыбыҙ, беҙҙең гөнаһтарыбыҙҙы һәм эшебеҙҙә сиктән ашҡан хаталарыбыҙҙы ярлыҡа. (Һуғышҡанда) теҙ быуындарыбыҙҙы нығыт. Кәферҙәргә ҡаршы беҙгә ярҙамсы бул, — тигәндәренән башҡа һүҙ юҡ. (148) Ниһайәт, Аллаһ уларға һәм донъя ниғмәтен (мал, шәрәф, дан-шөһрәт), һәм Әхирәт сауабының гүзәллеген бирҙе. Аллаһ изгелекле ғәмәлдә булғандарҙы ярата. 149. Әй, иман килтергәндәр, әгәр кәфер иткәндәргә буйһонһағыҙ, улар һеҙҙе иманығыҙҙан яҙҙырып, яңынан кәфер яһарҙар һәм хәтәр бәләләргә тарығандар хәленә төшөрөрҙәр. 150. Хаҡтыр, һеҙҙең ярҙамсығыҙ Аллаһтыр. Ул — ярҙам итеүселәрҙең иң хәйерлеһе. 151. Беҙ кәферҙәрҙең күңелдәренә ҡурҡыу һалдыҡ, сөнки улар, Аллаһтан әмер килмәгән көйөнсә, Аллаһҡа тиңдәш итеп мәхлүҡҡә табына. Уларҙың барасаҡ ере лә йәһәннәмдер. Ғәҙелһеҙ залимдарҙың бараһы ере бик тә хәтәр урын. 152. Аллаһ һеҙгә биргән вәғәҙәһен үтәне. Аллаһ ярҙамы менән һеҙ кәферҙәрҙе еңә башланығыҙ. Ниһайәт, шундай бер форсат асылды, Аллаһ теләгегеҙҙе (еңеүгә ынтылышығыҙҙы) башҡарырға һеҙгә мөмкинлек бирҙе, ләкин һеҙ ҡаушап ҡалдығыҙ. (Пәйғәмбәрҙең) әмере хаҡында тартҡылаша башланығыҙ. Һеҙҙең донъя теләктәрегеҙ ҙә, Әхирәт теләктәрегеҙ ҙә бар ине. Һуңынан Аллаһ һеҙҙе һынап ҡарау өсөн (бер-берегеҙгә кемдең кем икәнен күрһәтер өсөн) һеҙҙе уңыштан ситкә борҙо һәм Ул һеҙҙе ғәфү итте. Аллаһ ысынлыҡта мосолмандарға миһырбан эйәһелер. 153. Ул ваҡытта һеҙ, күҙегеҙгә аҡ-ҡара күренмәҫтән (һуғыш майҙанынан) тауға табан ҡаса инегеҙ. Пәйғәмбәр иһә һезҙҙең артығыҙҙан (минең янға йыйылығыҙ, тип) ҡысҡырып ҡалды. Шуға күрә, Аллаһ һеҙҙе әфәт өҫтөнә әфәт биреп язаланы. Ҡулығыҙҙан ысҡынғанға (ғәнимәт малына) ла, башығыҙға төшкәнгә лә ҡайғырмағыҙ. Аллаһ һеҙ нимә ҡылһағыҙ ҙа белеп тора. (Ғәнимәт - һуғышта еңелгән дошмандың, дәүләттең малын еңеүселәр ала. Бына шул мал «ғәнимәт» тип атала. Һуғышта үлтерелгән дошмандың шәхси әйберҙәрен: атын, ҡоралдарын, ҡатындарын еңеүсе ала. Бына шулар «үлжә» тип атала. Урыҫсаһы -трофей.) 154. Һуңынан, ҡайғынан һуң, Ул һеҙгә тыныс йоҡо бирҙе, бер төркөмөгөҙҙө йоҡо алды, икенселәрегеҙҙең күңеленә шом кереп ятты. Улар Аллаһ хаҡында жәһилийәт заманындағы кеүек (Ҡөръән ингәнсегә тиклем ваҡыттағы кеүек) кәфер фекер йөрөтә башланы: — Был эштән беҙгә ниндәй файҙа? — тинеләр. Әйт һин уларға: — Барса эштәр ҙә Аллаһтыҡы, — тип. Улар күңелдәрендә һиңә әйтмәгән мәкер һаҡлайҙар. Улар: — Был эштәрҙән беҙгә файҙа булһа, беҙ был урында үлтерелмәгән дә булыр инек, — тип әйтәләр. Шулай ҙа, һеҙ өйҙәрегеҙҙә ҡалған булһағыҙ ҙа, тәҡдиренә үлтереләсәге яҙылған булғандар, үлтереләсәк урынға үҙҙәренән үҙҙәре сығып киткән булырҙар ине. Аллаһ эсегеҙҙәге мәкерле уйларығыҙҙан арындырыу һәм күңелдәрегеҙҙе пакландырыу өсөн шулай ҡылды. Күңелдәрегеҙҙә нимә бар – бөтөнөһөн дә Аллаһ белеп тора. 155. Хаҡтыр, (Ухуд һуғышында) ике ғәскәр ҡара-ҡаршы килгән көндө һеҙҙе ташлап ҡасҡандарҙы ҡайһы бер хаталары арҡаһында шайтан абындырҙы. Йәнә лә Аллаһ уларҙы ғәфү итте инде. Аллаһ ярлыҡаусы , сабыр һәм баҫынҡы. 156. Ий, иман килтергәндәр, һеҙ кәфер итеүселәр һәм донъя буйлап сәфәргә сыҡҡан йәки һуғышта ҡатнашҡан ҡәрҙәштәре хаҡында: — Әгәр беҙҙең янда (өйҙә) ҡалған булһалар, үлмәгән булырҙар ине, уларҙы үлтермәгән булырҙар ине, — тип әйтеүселәр кеүек булмағыҙ. Аллаһ быны, уларҙың йөрәктәре хәсрәткә талһын, тип башҡарҙы. Йәнде индергән дә, йәнде алған да — Аллаһтыр. Һеҙ ҡылғандарҙың барыһын да Аллаһ күреп торор. (157) Әгәр Аллаһ юлында үлтерелер йәки үләр булһағыҙ, шуны белеп тороғоҙ, Аллаһтың ярлыҡауы һәм рәхмәте улар йыйған бөтөн байлыҡтан да хәйерлерәктер. (158) Ысынлап та, үлһәгеҙ йәки үлтерелһәгеҙ ҙә Аллаһ хозурында йыйыласаҡһығыҙ. (159) Аллаһтың рәхмәте менән һин уларға миһырбанлы булдың, әгәр ҙә һин уларға рәхимһеҙ булһаң, һис шикһеҙ, улар һинән ҡасыр ине. Уларҙы һин кисер инде. Уларҙың гөнаһтары кисерелһен, тип доға ҡыл, улар менән кәңәшләшеп эш башла. Ныҡлы бер ҡарарға килһәң дә, Аллаһҡа тәүәкәллә. Сөнки Аллаһ Үҙенә тәүәкәлләгәндәрҙе ярата. 160. Аллаһ һеҙгә ярҙам итеп торғанда һеҙҙе һис кем еңә алмаҫ. Әгәр Ул һеҙҙе ташлаһа, унан башҡа һеҙгә кем ярҙам итер? Мөьминдәр бары тик Аллаһҡа ғына таянырға тейеш. 161. Пәйғәмбәр аманатҡа хыянат итмәҫ. Кем аманатҡа хыянат итһә, Ҡиәмәт көндө шул хыянат йөгөн күтәреп, Аллаһ хөкөмөнә килер. Һуңынан һәр кем изгелегенә күрә сауап, һәр кем үҙ гөнаһаһына теүәл яза алыр, һис кем хаҡһыҙға артығы менән язаланмаҫ. 162. Аллаһтың ризалығына эйәргән кеше менән Аллаһтың асыуына дусар булған кеше тигеҙ булырмы? Һуңғыһының урыны йәһәннәмдер. Йәһәннәм иһә бик тә хәтәр урындыр. 163. Уларға (Аллаһ ризалығын алғандарға) Аллаһ ҡатында дәрәжәләр бар. Аллаһ уларҙың ҡылғандарын күреп тороусы. 164. Хаҡтыр, (жәһиллек заманндарында) ап-асыҡ һәм мотлаҡ аҙашҡан булһалар ҙа, үҙ араларынан пәйғәмбәр һайлап, Аллаһ мөьминдәргә ғәйәт киң рәхмәтле булды. Пәйғәмбәр уларға Аллаһ аяттарын уҡый, уларҙы яманлыҡтарҙан арындыра, уларға Китапты (Ҡөръәнде) һәм хикмәттәр өйрәтә. 165. (Бәдер һуғышында дошманығыҙ башына) ике ҡат бәлә килтерҙегеҙ, (Ухуд һуғышында) үҙегеҙгә ҡайғы килгәс, һеҙ: — Был ҡайғы ҡайҙан (ни өсөн) килде? — тип әйттегеҙ. Әйт һин: — Ул ҡайғы үҙегеҙҙән, — тип. Шөбһәһеҙ, Аллаһтың ҡөҙрәте һәр нәмәгә етә. 166. Ике ғәскәр ҡапма-ҡаршы һуғышҡанда һеҙгә килгән ҡайғы (еңелеүегеҙ) Аллаһ ихтыяры менән булды. Ысын мөьминдәрҙең кем икәнен асыҡлар өсөн. (167) Һәм монафиҡтарҙың ысын йөҙөн асыу өсөн ине. Уларға: — Килегеҙ, Аллаһ юлында һуғышығыҙ йәки үҙегеҙҙе ҡотҡарыу яғын ҡарағыҙ, — тип әйтелде. Улар: — Һуғыша белһәк, һеҙгә эйәргән булыр инек тә, — тинеләр. Улар ул көндө иманлы булыуға ҡарағанда, кәферлеккә яҡыныраҡ тора ине. Күңелдәрендә булмағанды улар ауыҙҙары менән һөйләп торҙолар. Әммә, Аллаһ уларҙың күңелендәге йәшерен уйҙарын белеп тора. (168) Үҙҙәре һуғышҡа бармайынса, һуғышҡа киткән туғандары тураһында: — Беҙҙең һүҙҙе тотҡан булһалар, үлтерелмәгән булырҙар ине, — тип һөйләүселәргә әйт: — Әгәр ҙә һеҙ, ысындан да, хаҡлы икәнһегеҙ, улайһа, үҙегеҙгә килә торған үлемде лә кире бороғоҙ, (ҡулығыҙҙан килһә), — тип. (169) Аллаһ юлында һәләк булғандарҙы (шаһидтарҙы) һин үлгәнгә иҫәпләмә. Киреһенсә, улар тереҙер һәм Раббы янында ризыҡлыҙыр. (170) Аллаһ рәхмәте менән бирелгән ниғмәттәр өсөн ҡыуанып, уларҙан һуң да киләсәк шаһидтар хаҡында: — Уларға һис бер ҡурҡыныс булмаҫ, уларға ҡайғы-яза ла булмаясаҡ, — тип ҡауышыуҙан алдан уҡ хисләнеп, һөйөнәләр. (171) Улар Аллаһтан килгән ниғмәттәргә һәм уның йомартлығына һөйөнәләр. Иман килтереп, изге ғәмәлдәр ҡылғандарға тейәсәк әжерҙе Аллаһ йуймаҫ. (172) (Ухуд һуғышында) йәрәхәтләнгәндән һуң Аллаһтың һәм Пәйғәмбәрҙең өндәүен ҡабул итеп, изгелек ҡылғандар, тәҡүә, диндар булғандар өсөн бик ҙур әжер буласаҡ. 173. Бер төркөм кешеләр мөьминдәргә: - Дошмандарығыҙ һеҙгә ҡаршы ғәскәр тупланы, бер үк һаҡ булығыҙ, — тип әйткәс, мөьминдәрҙең иманы тағын да арта төштө, улар әйтте: — Аллаһтың ярҙамы беҙгә етәр, Ул яҡшы (ярҙамсы) вәкилдер. 174. Шулай итеп, улар үҙҙәренә һис бер зыян килтермәйенсә, Аллаһтың йомартлығы биргән ниғмәттәрҙе төйәп ҡайтты. Улар Аллаһтың ризалығына лайыҡ булды. Аллаһ — миһырбан һәм йомартлыҡ эйәһеҙер. 175. Ысынлыҡта иһә, мосолмандарҙы (кәфер ғәскәре килә, тип) үҙ дуҫтары менән ҡурҡытыусы шайтандыр. Иманлы булһағыҙ, уларҙан ҡурҡмағыҙ, бары тик Минең язамдан ғына ҡурҡығыҙ. 176. Кәферлектә ашҡынып ярышыусыларға ҡарап, һин хафаланма. Улар Аллаһҡа һис бер зарар килтерә алмаҫ. Әхирәт көнөндә Аллаһ уларға яҡшы өлөш сығармаҫ. Уларға бик тә хәтәр яза әҙерләнгән. 177. Шуныһы хаҡтыр, иманын һатып, кәфер булғандар Аллаһҡа һис бер зарар ҡыла алмаҫ. Улар өсөн хәтәр ғазап әҙерләнгән. 178. Кәфер иткәндәр (язалары кисектерелгәнгә күрә) үҙҙәре өсөн хәйерле, тип яңғылышмаһындар. Гөнаһтарын арттыра төшһөн тип, Аллаһ уларға форсат бирә. Уларға хәтәр ғазап бар. 179. (Ий, монафиҡтар!) Яҡшыны ямандан айырмайынса, Аллаһ мөьминдәрҙе һеҙ йәшәй торған хәлдә ҡалдырмаҫ. Һуңынан нәжесте пактан айырасаҡ. Аллаһ һеҙгә күҙ күрмәҫ йәшерен серҙәр менән таныштырмаҫ. Ләкин Аллаһ пәйғәмбәрҙәрҙе үҙе теләгән кешеләр араһынан һайлап ала. Аллаһҡа һәм уның рәсүлдәренә иман килтерегеҙ. Иман килтерһәгеҙ, (тәҡүә, диндар булһағыҙ) һеҙҙең өсөн ғәләмәт ҙур әжер әҙерләнгән. 180. Аллаһтан ниғмәттәр алып та, һаран булған кешеләр: һаранлығыбыҙ үҙ файҙабыҙға, тип уйламаһындар, киреһенсә, был (һаранлыҡ) улар өсөн бик тә насар булып сығасаҡ. Һаранлыҡтарына күрә, йыйылған малдары Ҡиәмәт көнөндә уларҙың муйындарына сорналасаҡтыр. Күктәрҙең, Ерҙең мираҫы — Аллаһтыҡылыр. Аллаһ һеҙ ҡылғандарҙан хәбәрҙарҙыр. (181) Ысындыр, уларҙың: — Аллаһ — фәҡир, беҙ — бай, — тигән һүҙҙәрен Аллаһ ишетте. Беҙ улар әйткәнде лә яҙып ҡуйырбыҙ һәм уларҙың хаҡһыҙға пәйғәмбәрҙәрҙе үлтергәндәрен дә теркәрбеҙ һәм әйтәсәкбеҙ: — Татығыҙ шул утта яныу ғазабын! (182) Был (утта яныу) донъяла саҡта үҙ ҡулдарығыҙ менән ҡылғандарығыҙ (гөнаһтарығыҙ) өсөн түләүҙер. Аллаһ (урынһыҙға) ҡолдарын рәнйетмәҫ. (183) — Дөрөҫө шул, Күктән ингән ут көйҙөрөп, күмергә әйләндерерҙәй бер ҡорбан алып килмәһә, Аллаһ беҙгә һис бер пәйғәмбәргә ышанмаҫҡа бойорҙо, — тигән (кәферҙәргә) былай әйт: — Һеҙгә минән алда мөғжизәләр һәм һеҙ теләгәндәр менән бергә нисә пәйғәмбәр килде. Әгәр ҙә һеҙ хаҡ әҙәмдәр икәнһегеҙ, ни өсөн уларҙы үлтерҙегеҙ? — тип. (Кәферҙәр Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе үҙҙәренең, йолаларын үтәргә өндәйҙәр. Йәғни, әгәр Мөхәммәд кәферҙәргә ҡорбан килтереп, кәферҙәр ул ҡорбанды салып, утта яндырып, уйҙырма илаһтәренә ғийбәҙәт ҡыласаҡ һәм шунан һуң улар Мөхәммәднең пәйғәмбәрлегенә иман килтерәсәк, имеш.) |