Главная страница

КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим


Скачать 3.18 Mb.
Название билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
Дата04.02.2022
Размер3.18 Mb.
Формат файлаdoc
Имя файлаКОРАН баш.doc
ТипДокументы
#351235
страница33 из 64
1   ...   29   30   31   32   33   34   35   36   ...   64

81. Һеҙгә ризыҡ итеп бирелгәндәрҙең паҡ булғандарын ашағыҙ, ләкин артыҡ исраф итмәгеҙ (сиктәрҙе уҙмағыҙ, кәр­әге ҡәҙәр генә ашағыҙ), кәферлек ҡылмағыҙ, (юҡһа) һеҙҙе ғазабым тотар. Ғазабым тотҡан һәр кем, ысынлап та, һәләкәткә дусар. (82) Шуныһы ла хаҡтыр, Мин тәүбә иткән, һуңынан иман килтергән һәм изгелек ҡылған, тура юлға баҫҡан кешеләрҙе ярлыҡайым.

83. — Ий, Муса, халкыңды ҡалдырып, ашыға-ашыға яңғыҙ ғына килергә нимә сәбәп булды? (84) — Улар минең арт­тан килә, — тине Муса. — Әммә мин, Раббым, Һинең риза­лығыңды ҡаҙаныу өсөн, шулай алдан килдем.

85. Аллаһ бойорҙо:

— Һин киткәндән һуң Беҙ һинең ҡәрҙәштәреңде (Һарун­ды, халҡыңды) һынап ҡараныҡ һәм Сәмири уларҙы юлдан яҙҙырҙы.

(Сәмири уларҙы быҙау һынына табынырға ҡотортто.)

86. Муса асыулы һәм борсоулы ҡиәфәттә ҡәүеме янына өйләнеп ҡайтты:

— Әй, халҡым, — тине. — Раббығыҙ һеҙгә гүзәл бер вәғәҙә (Тәүрәт) бирмәнеме? Әллә мин киткәндән һуң бик оҙаҡ уаҡыт уҙған кеүек тойолдомы һеҙгә? Йәки һеҙ Раббынан бер ғазап килеүен теләйһегеҙме? Шуға күрә, миңә биргән һүҙегеҙҙә торманығыҙмы? (87) Әйттеләр:

— Беҙ һиңә биргән һүҙебеҙҙән үҙ теләгебеҙ менән сыҡманыҡ. Әммә беҙгә шул халыҡтың (Мысырҙағы ҡатындарҙың) биҙөнеү әйберҙәрен күтәреп алып килеп, утҡа һалырға (эретергә) ҡушылды. Сәмири лә шулай эшләне. (88) (Был кеше) улар өсөн шул эретелгән алтындан мөңрәй торған быҙау һыны яһаны. Шунан һуң (Сәмири менән уның эйәрсендәре) әйтте:

— Бына, был һеҙҙең дә, Мусаның да тәңреһе булыр. Ләкин ул (Муса) был турала онотто ғына, (сөнки Муса башҡа тәңре эҙләп, тау башына китте), — тинеләр.

89. Ул быҙау һынының һис бер һүҙ һөйләй алмағанын, үҙҙәренә файҙа ла, зыян да эшләй алмаҫ икәне күрмәйҙәрме ни улар? (90) Унан алдараҡ Һарун уларға әйткән ине бит:

— Ий, халҡым, һеҙ шуның арҡаһында (быҙауға табынып) фәтнәгә тарынығыҙ. Һеҙҙең Раббығыҙ — мәрхәмәте киң бул­ған бер Аллаһтыр. Шуға күрә, миңә эйәрегеҙ һәм бойороҡта­рымды үтәгеҙ, — тигән ине.

91. Улар:

— Беҙ Муса әйләнеп ҡайтҡансыға саҡлы уға (быҙауға) табыныуҙан туҡтамаясаҡбыҙ, — тинеләр.

92. Муса әйтте:

— Ий, Һарун, — тине. — Быларҙың юлдан яҙғандарын күргәс тә нимә тыйҙы һине (93) минең арттан барырға? Минең бойороғома ҡаршы баш күтәрҙеңме?

94. Һарун:

— Ий, әсәйемдең улы (ий, бер туған ағайым)! — тине. — Һин минең сәсемде, һаҡалымды йолҡма. Мин һинең: «Исраил улдары араһында ғауға сығарҙың, һүҙемде тотмағанһың», — тип әйтүеңдән ҡурҡтым.

95. Муса:

— Һәй, Сәмири, хәҙер һинең ҡылмышыңа киләйек, —тине. (Быҙау һәйкәле яһап, һин ниндәй маҡсатҡа ирешергә теләнең?) (96) Сәмири әйтте:

— Мин улар күрмәгәнде күрҙем, — тине. — Ул илсенең эҙенән бер ус тупраҡ алып, уны (быҙау яһар өсөн эретелгән алтын эсенә) ташланым. Минең эске бер теләгем шулай эшләргә ҡушты.

(«Самири: мин кешеләр күҙенә күренмәгән рухты, Жәбраилде күрҙем йәки мин Мусаның пәйғәмбәр икәнен белдем, шул изгенең аяҡ аҫтынан тупраҡ алып, һәйкәлгә ҡатнаштырҙым. Мин изге рух ҡатнаштырып һын яһаным, тип әйтергә теләй». Мостафа Чагрыжы тәфсиренән.)

97. Муса:

— Күҙемдән юғал! — тине. — Ғүмерең буйы һин: «Миңә ҡа­ғылмағыҙ, миңә яҡын килмәгеҙ», — тип һөйләнергә мәхкүм ителдең. Һинең өсөн айырым бер ғазап, ҡотола алмаҫлыҡ яза Көнө килер. Табына торған һәйкәлеңә ҡара. Ант итәм, беҙ уны яндырасаҡбыҙ. Унан һуң көлөн диңгеҙгә һибәсәкбеҙ.

(«Шулай итеп, бер кем менән һөйләшә-аралаша алмаһын тип, Сәмириҙе сүлгә, ҡырағай хайуандар араһына ебәрәләр. Ул тәнде се­ретә торған тилсә менән ауырый башлай. Кешеләр янына бара алмай. Ул шулай интегеп һәләк була».Хәсән Чантай тәфсиренән.)

98. Һеҙҙең Аллаһығыҙ бары тик берәү генә. Унан башҡа бер кем дә Илаһи ҡөҙрәткә эйә түгел. Аллаһтың ғилеме бар нәмәне лә солғап алган. (99) (Ий, Мөхәммәд) бына шулай итеп, уҙғандағыларҙың хәлдәрен һиңә аңлатабыҙ. Хаҡтыр, Беҙ һиңә Үҙебеҙҙән киҫәтеү (Ҡөръән) индерҙек. (100) У­нан (Ҡөръәндән) йөҙ сөйөргән кеше, һис шикһеҙ, йыйылған гөнаһтары өсөн Ҡиәмәттә язаһын татыр. (101) Ундай ке­шеләр шунда мәңгегә ҡаласаҡ. Улар өсөн Ҡиәмәт көнөндә иң ауыр йөк (уларҙың гөнаһтары) буласаҡ. (102) Ул Көндө Сур (борғо)ғаөрөлөр һәм Беҙ гөнаһлыларҙы (ҡурҡыуҙан) күҙҙәре (ала-тилә) аҡайған килеш мәхшәргә тупларбыҙ. (103) Улар үҙ-ара бышылдап ҡына һөйләшер:

— Беҙ (донъяла йәки ҡәберҙә) ун көн генә булдыҡ, — тип әйтерҙәр. (104) Уларҙың нимә тураһында һөйләшкәнен Беҙ бик яҡшы ишетеп торабыҙ. Уларҙың иң зиһенлеһе, иң тура булғаны:

— Бер көндән дә артыҡ булманығыҙ, — тип әйтер.

105. (Ий, Мөхәммәд) һинән тауҙар хаҡында һорарҙар (Ҡиәмәт көнөндә тауҙарға нимә булыр?) Әйт:

— Аллаһ уларҙы туҙанға әүерелдерер, — тип. (106) Шулай уҡ, Ер өҫтөн тип-тигеҙ сүл хәленә килтерәсәк. (107) Шунда бер генә ҡалҡыулыҡ та йәки соҡор урын да күрәлмәҫһегеҙ.

(108) Ул Көндө кешеләр саҡырыуға йөҙ тотоп, уңға-һулға тайпылмаҫтан, (Исрафилға) эйәреп барырҙар. Шунан һуң, мәрхәмәтле Аллаһ ҡаршыһында тауыштар тығар. Шуға күрә, һин уларҙың бышылдашҡандарын ғына ишетерһең.

(109) Ул Көндө Раббы тарафынан рөхсәт алған һәм Аллаһтың ризалығын ҡаҙанған кешеләрҙән башҡа һис кемгә лә шәфәғәт, файҙа теймәҫ. (110) Ул кешеләрҙең киләсәген дә, үткәндәрен дә белә. Улар был турала белмәй генә. (Аллаһтың эштәрен белеп торорлоҡ мәғлүмәт уларҙа юҡ.) (111) Ул Көндө йөҙҙәр тере һәм һәр нәмәгә хаким булған Аллаһ алды­на эйелер. Ғәҙелһеҙлек ҡылғандар иһә тар-мар ителер. (112) Мөьмин булараҡ, изгелек ҡылған кеше язанан да, хоҡуҡта­ры ҡыҫылыуҙан да (язаһы арттырылып, сауабы кәметелеүҙән дә) ҡурҡмаҫ.

113. (Ий, Мөхәммәд) Беҙ уны ғәрәпсә Ҡөръән булараҡ индерҙек һәм (кешеләрҙе гөнаһтары өсөн биреләсәк ғазап менән) күп тапҡырҙар ҡурҡыттыҡ. Ихтимал, улар (гөнаһ ҡылыуҙан баш тартыр) һаҡланыр. Йәки ул (Ҡөръән) ғибрәт (киҫәтеү һәм вәғәз) булараҡ иҫтәренә төшөрөп тороусы булыр.

114. Хөкөмдар Аллаһ мотлаҡ бөйөктер. Һиңә барыһы ла индерелеп бетмәйенсә, һин (Ҡөръән уҡырға) ашыҡма.

— Раббым, минең ғилемемде арттыр, — тип әйт.

115. Бынан әүүәл дә Беҙ Әҙәм менән (ярамаған ағастан емеш алып ашамаҫҡа тип) килешекән инек. Ләкин ул (ан­тын) онотто. (Шайтан ҡотортҡанына түҙә алманы, тәүәккәл рәүештә ҡаршы тора алманы, ярамаған емеште ашаны, гөнаһ ҡылды.) Беҙ шунда (Әҙәмдең холҡонда Аллаһҡа буйһоноу ҡарары) түҙемлелек күрмәнек. (116) Бер уаҡыт Беҙ фәрештәләргә:

— Әҙәмгә сәждә итегеҙ! — тигән инек. Уларҙың барыһы ла сәждә итте. Иблистән башҡа. Ул ҡарышып, баш тартты. (117) Шунан һуң Беҙ әйттек:

— Ий, Әҙәм, — тинек. — Ул (Иблис) һиң лә, ҡатыныңа ла хәтәр дошман. Аң булығыҙ, һеҙҙе ул йәннәттән сығарттырмаһын. Юҡһа, бик ҡыйын хәлдә ҡалырһығыҙ. (118) Хәҙергә бын­да (йәннәттә) һин асыҡмаҫһың һәм дә яланғас булыуҙан ҡу­рҡмаҫһың. (119) Һыуһыҙлыҡтан интекмәйәсәкһең, эҫҫенән дә язаланмаҫһың.

120. Шайтан уны вәсүәсәгә һалды:

— Ий, Әҙәм, — тине. — Һиңә мәңгелек ағасын һәм икһеҙ-сикһеҙ хакимлыҡты күрһәтәйемме? — тине.

121. Ниһайәт, улар икеһе лә ауыҙ иттеләр (тыйылған ағастың емешен ашанылар). Шунан һуң уларҙың оят ерҙәре асылды. Улар шунда уҡ йәннәт ағастарының япраҡтары­нан (оят ерҙәренә) ҡаплауыс әҙерләй башланылар. Шулай итеп, Әҙәм Аллаһ һүҙен тыңламаны һәм юлдан яҙҙы. (122) Һунынан Раббы уны һайланы һәм уның тәүбәһен ҡабул итте һәм тура юлды күрһәтте. (123) Һәм (Әҙәм менән Иблискә) әйтте:

— Бер-берегеҙгә дошман булып, бынан (йәннәттән) сы­ғығыҙ. Минән һеҙгә күрһәтмә (Китап) килер, кем минең өндәмәләремә эйәрә, шул тура юлдан сыҡмаҫ һәм бәхетһеҙ булмаҫ, — тине. (124) Кем минең киҫәтеүҙәремдән йөҙ сөйөрә, һис шикһеҙ, уның тормошо ғазаплы буласаҡ һәм Беҙ уны Ҡиәмәт көнөндә тома һуҡыр килеш әберенән) ҡубарасаҡ­быҙ.

125. Ул әйтер:

— Йә, Раббым, мине нимә өсөн һуҡыр килеш (ҡәберемдән) ҡубарҙың? Әүүәл мин күрә инем бит, — тип әйтер. (126) (Аллаһ) әйтер:

— Шулай шул. Һиңә аяттарым (киҫәтеүҙәрем) килде. Һин уларҙы оноттоң. Бына, һин дә бөгөн онотоласаҡһың (мәх­рүм ҡаласаҡһың).

127. Бына, Беҙ сиктәрҙе уҙған (тура юлдан яҙған) һәм Раббының аяттарына инанмағандарҙы шулай язалайбыҙ. Әхирәттәге ғазап иһә тағын да хәтәр һәм тағын да дауамлы булыр. (128) Беҙ уларҙан әүүәлгеләрҙе нисә ғаср буйы һәләк итә килдек. Уларға был һабаҡ булманымы? Юҡһа, улар һәләк булғандарҙың еренә баҫып йөрөйҙәр. Сәләмәт зиһенле булғандар өсөн бында, һис шикһеҙ, ғибрәт алырлыҡ хәлдәр бар. (129) Әгәр ҙә (кәферҙәргә биреләһе язаны кисектерергә) Аллаһтың вәғәҙәһе булмаһа, әлбиттә, (улар донъяла уҡ) язанан ҡотола алмаған булырҙар ине.

130. (Ий, Мөхәммәд) һин улар һөйләгәндәргә түҙ. Ҡояш сығыр алдынан да (сабах намаҙында), Ҡояш байыр алдынан да (аҡшам намаҙында) Раббыңа тәсбих әйт. Төндөң айырым сәғәттәрендә лә (йәстү намаҙында), көндөҙөн дә (тормош мәшәҡәттәре араһында өйлә, икенде намаҙҙарында ла) тәсбих әйт. Һин ҡәнәғәт ҡалырһың. (Аллаһтың ризалығын ҡаҙанған кеше булырһың.) (131) Аң бул, уларға бирелгән байлыҡҡа ҡыҙығып ҡарама. Беҙ ул байлыҡты фани донъяла файҙалан­һындар тип, уларҙың ҡайһы бер ҡәүемдәрен һынар өсөн бирҙек. Раббыңдың һиңә биргән ризыҡтары хәйерлерәк, дауамлыраҡ. (132) Ғәйләңә (халҡыңа) намаҙ уҡыуҙы бойор. Үҙең дә намаҙ ҡалдырма. Һинән ризыҡ һорамайбыҙ. Беҙ һине ризыҡландырабыҙ. Тәҡүә кешеләр матур нәтижәгә ирешәсәк.

133. Улар:

— Ни эшләп һуң ул (Аллаһтың пәйғәмбәре булғас) Раббыһынан бер мөғжизә алып килмәне? — тинеләр. Әүүәлге китаптарҙа булғандарҙың ап-асыҡ дәлиле өръән) уларға килмә­неме ни?

134. Әгәр ҙә Беҙ бынан өръәндән) алда уларҙы һәләк иткән булһа инек, һис шикһеҙ, улар:

- Йә, Раббым, беҙгә бер пәйғәмбәреңде күндергән булһаң, аяттарыңды уҡыған булыр инек, ошо түбәнлектәргә төшмәгән булыр инек, рисуай ҡалмаған булыр инек, — (тип аҡланған булыр ине).

135. Әйт:

- Һәр кем көтә, — тип. — Шулай итеп, һеҙ ҙә көтөгөҙ. Тура юлдан йөрөүселәр улар кем һәм (тәүбәнән һуң) тура юлды тапҡандар кем икәнен оҙаҡламай белерһегеҙ.


21 — Әнбийә (Пәйғәмбәрҙәр) сүрәһе

(Әнбийә сүрәһе 112 аяттан тора. Мәккә ҡалаһында ингән. Пәйғәмбәрҙәр тураһында хәбәрҙәр бирелгәнгә күрә, «Әнбийә», йәғ­ни Пәйғәмбәрҙәр сүрәһе исемендә йөрөй.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Кешеләрҙең иҫәп-хисап тотаһы көндәре яҡынлаша. Шулай ҙа улар томаналыҡтары арҡаһында (Хаҡтан) йөҙ сөйөрә. (2) Раббынан үҙҙәренә киҫәтеү-күрһәтмәләр килгән һайын, улар (аяттарҙы) ысын күңелдән тыңламайынса, уйын-көлкөгә ала кил­де. (3) Битараф күңелле ул залимдар йыйналып шулай аҫ­тыртын бышылдаша ине: — Ул (Мөхәммәд) һеҙҙең кеүек үк бер кеше булмай, кем булһын? Һеҙ (көпә-көндөҙ) ап-­асыҡ күреп торғанығыҙ килеш, уның сихырына ышанаһығыҙмы?

4. (Пәйғәмбәр) әйтте:

— Раббым Ерҙә һәм Күктә (нимә һөйләнһә шуны) ишетеп торор. Хаҡтыр, Ул — ишетеп, белеп тороусы.

5. Улар әйтте:

— Әйе, был (аяттар) уның йоҡлағандағы һаташыуҙарының нәтижәһелер. Шик юҡ, ул уларҙы үҙенән уйлап сығар­ған. (Аллаһтан иңде, тип ялғанлай.) Сөнки ул — шағир. (Әгәр ысынлап та ул пәйғәмбәр икән) алдан индерелгәндәргә (башҡа пәйғәмбәрҙәргә бирелгән китапҡа) оҡшаш берәй аят (мөғжизә) күрһәтһен, — тинеләр.

6. Быларҙан элек йәшәгән һәм һәләк ителгәндәрҙең (шәһәрҙәрҙең, халыҡтарҙың) берһе лә иман килтермәне. Была­ры иман килтерер, тип өмөтләнәһеңме?

7. (Эй, Мөхәммәд) һиңә саҡлы ла Беҙ уахи тапшырыл­ған кешеләрҙе генә пәйғәмбәр итеп ебәрҙек. Әгәр (был турала) белмәйһегеҙ икән, белгәндәрҙән (китаплы халыҡтан) һорағыҙ.

(«Аяттағы«әһлүз-зикр», йәғни «белгәндәр» һүҙен, Тәүрәт менән Инжилде яҡшы белгән кешеләр, китаплы халыҡ, тип аңларға кәрәк»Мостафа Чагрыжы тәфсиренән )

8. Беҙ уларҙы (пәғәмбәрҙәрҙе) ризыҡ ашамай торған кәүҙәләр итеп яралтманыҡ. Улар (фани донъяла) үлемһеҙ ҙә түгел. (9) Ахырҙа Беҙ уларға биргән вәғәҙәбеҙҙе теүәл үтәнек. Уларҙы һәм ихтыяр иткән кешеләребеҙҙе ҡотҡарҙыҡ. Хаттин ашҡандарҙы (сиктәрҙе уҙғандарҙы)һәләк иттек.

(«Хаттин ашҡандар», йәғни тыйылғандарҙың хатен, сиген уҙып, гөнаһ ҡылғандар, артығын ашағандар, артығын ғәҙелһеҙ булған­дар, дөрөҫ үлсәмәгәндәр, алдаусылар, ғәйбәт таратыусылар, ҡараҡтар һәм, ғөмүмән, енәйәтселәр, әхләҡһеҙҙәр — барыһы ла хаттин ашыусылар.)

10. Хаҡтыр, һеҙҙәң шундай бер Китап индерҙек: шунда һеҙгә өгөт-нәсихәт тә, шәрәфтәр ҙә туплан­ған. Һаман шуны аңламайһығыҙмы? (11) Беҙ кәферлек ҡыл­ған (ғәҙелһеҙ булған) күпме мәмләкәтте (халыҡтарҙы) тар-мар килтерҙек, ахырҙа улар урынына башҡаларҙы яралттыҡ.

12. Язабыҙ килгәнен самалағас та, улар ҡаса башлай.

13. (Фәрештәләр):

— Ҡасмағыҙ, байлығығыҙ янына, мул тормошҡа кире ҡайтығыҙ, йорттарығыҙға яңынан урынлашығыҙ, һорау алыу баш­лана, — тинеләр. (14) Улар әйтер:

— Харап булдыҡ, ысындан да, беҙ ғәҙелһеҙ залим булған­быҙ икән, — дип ҡысҡырырҙар.

15. Ниһайәт, Беҙ уларҙы сабып ташлаған бесән кеүек итеп, уты һүнгән усаҡ көлө һымаҡ, харап итеп ташлағаны­быҙға саҡлы шулай аҡырыуҙарынан туҡтамаҫтар. (16) Беҙ Күкте лә, Ерҙе лә, улар араһындағыларҙы ла шаярыр өсөн генә (Үҙ рәхәтебеҙгә күрә генә) хасил итмәнек. (17) Шаярыр­ға теләһәк, (ул шаярыуҙарҙы) Үҙ тирәбеҙҙә (Үҙебеҙҙең дәрәжәлә генә) эшләгән булыр инек. Әммә Беҙ шаярыуҙарҙан йыраҡ тора­быҙ.

18. Һис шикһеҙ, Беҙ ялғандың башына Хәҡиҡәт менән һуғып (ялғандың) мейеһен сәсрәтәсәкбеҙ. Шунда һеҙ күрерһегеҙ, ул (ялған) юҡҡа сығыр. (Аллаһҡа ҡаршы) ялғандар-ялалар һөйләгәнегеҙ өсөн, һеҙҙе хәтәр яза көтә.

19. Күктәрҙәге, Ерҙәге һәммә-барсаһы Уныҡы. Уның яҡындағылар (фәрештәләр) тәкәбменәннмәй, Уға ғибәҙәт ҡылыуҙан (туҡтамай) арымай. (20) Улар арымай-талмай, кис-көндөҙ (Аллаһҡа маҡтау) тәсбих әйтә.

21. (Мөшриктәр) Ер аҫтынан сыҡҡандарҙан (алтын-көмөштән, таштан, балсыҡтан) үҙҙәренә тәңреләр яһанылар. Әллә һуң уларҙың шул тәңреләре йәнһеҙҙән йәнле яһай аламы (үлеләрҙе терелтә аламы)!

22. Әгәр һәр икеһендә лә (Ерҙә һәм Күктә) Аллаһтан башҡа Илаһи ҡөҙрәт эйәләре булһа, улар (Ер менән Күк һәм ул эйәләр) әллә ҡасан буталып, боҙолошоп бөткән булыр ине инде. Алла һаҡлаһын! Тимәк, Ғәрештең Раббыһы бул­ған Аллаһ уларҙың ғәйбәтенән өҫтөн һәм паҡтыр, азаттыр.

23. Аллаһ Үҙе башҡарғандар өсөн (беркем ҡаршыһында ла) яуап тотмаҫ; фәҡәт улар (кешеләр үҙҙәренең ҡылмышта­ры өсөн) Аллаһ ҡаршыһында яуаплы.

24. Унан башҡа тәңреләрҙе уйлап сығарҙылар. Һин уларға әйт:

(Аллаһтан башҡа тағын хоҙайҙар бар, тип) дәлил килтерегеҙ (әгәр дәлилегез булһа, әлбиттә). Бына, миңә эйәргән мосолмандарҙың Китабы (шунда ялған юҡ). Бына, минән элек килгәндәрҙең китабы (шунда кешеләр өҫтәгән ялған бар), — тип. Юҡ, уларҙың күбеһе дөрөҫлөктө белмәй. Шуға күрә, (наҙанлыҡтары арҡаһында Ҡөръәндән) йөҙ сөйөрәләр.

25. «Минән башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре бу­лырҙай һис бер кем юҡ. Шуға күрә, Миңә генә табынығыҙ», тигән дөрөҫлөктө уахи итмәйенсә, Беҙ һинән әүүәл бер генә пәйғәмбәр ҙә ебәрмәнек.

26. —Ярлыҡаусы (Аллаһ) бала атаһы булды, (Фәрештәләр -Аллаһтың ҡыҙҙары), - тинеләр. Әстәғфирулла! (Был – кәфер һүҙ!) Аллаһ ундай эштәрҙән паҡ. Улар үҙҙәре (әйткән «Аллаһтың улдары, ҡыҙҙары» тигәндәр Аллаһтың) хеҙмәткә ҡуйыл­ған ҡолдары. (27) Улар Аллаһ әмеренән алда һүҙ һөйләмәй. Улар бары тик Аллаһ әмере буйынса ғына ғәмәл ҡыла. (28) Ул уларҙың уҙғандарын да, алда нимә күрәсәктәрен дә белеп тора. Улар Аллаһ рөхсәтенән башҡа һис кемгә шәфәғәт итмәҫтәр. Улар үҙҙәре Унан ҡурҡып-ҡалтырып торалар.

29. Берәйһе:

—Унан башҡа мин дә тәңре, —тип әйтһә, уны йәһәннәм ғазабына ташлаясаҡбыҙ. Залимдарҙы Беҙ ана шулай язалаясаҡ­быҙ.

30. Әллә һуң ул иманһыҙҙар күктәр менән Ерҙең ҡасандыр бергә уҡмашҡан хәлдә булғанын белмәйҙәрме? Беҙ уларҙы айырҙыҡ та, һәр тереклекте дымдан яралттыҡ. Шунан һуң да улар (мөшриктәр) иман килтермәйҙәрме? (31) Беҙ Ер өҫтөндә тауҙар ҡалҡыттыҡ, улар һелкенмәйенсә торһон­дар өсөн. Улар араһында тарлауыҡлы юлдар хасил иттек, улар тура юлдан барып, маҡсаттарына ирешһен өсөн. (32) Беҙ Күк йөҙөн ҡаплауыс (һаҡлаусы түбә) түшәм кеүек итеп яралттыҡ. Улар (кәферҙәр иһә Күк йөҙөнең дәлилдәренән, Аллаһтың) аяттарынан баш тарта. (33) Аллаһ төндө, көндө, Ҡояшты, Айҙы яһаны. Уларҙың һәр береһе үҙ әйләнәһе тирә­һендә Күк йөҙө буйлап йөҙөп-осоп йөрөргә тәртип ителде.
1   ...   29   30   31   32   33   34   35   36   ...   64


написать администратору сайта