КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
Скачать 3.18 Mb.
|
7. Хаҡтыр, ул Сәғәт (Ҡиәмәт) һуғыр. Аллаһ ҡәберҙәрҙәге барса кешеләрҙе терелтеп ҡубарыр (сығарыр). 8. Кешеләрҙең ҡайһы берҙәре, белемһеҙ килеш, тура юл күрһәтеүсеһе, зиһендәрен яҡтыртыусы китабы булмаһа ла, Аллаһ тураһында «фәлсәфә» ҡуйырта. (9) Тәкәббер рәүештә (күкрәк киреп) кешеләрҙе Аллаһ юлынан яҙҙырырға теләйҙәр. Улар өсөн фани донъяла хурлыҡ әҙерләнгән. Ҡиәмәт көнөндә иһә уларға яндырып-көйҙөрөүсе ғазаптар булыр. 10. (Гөнаһлыларға әйтелер): — Был — үҙең (ҡулдарың менән ҡылған гөнаһтарыңа күрә) әҙерләгән ғазаптарыңдыр. Шик юҡ, Аллаһ бәндәләренә ғәҙелһеҙ булмаҫ. 11. Бар шундай кешеләр, ҡайһыларылыр, Аллаһҡа ышаныр-ышанмаҫ ҡына (динһеҙлек менән иман эргәһендә) ғибәҙәт ҡылалар; эштәрендә уңыш килһә, бик ныҡ шатланалар; ҡыйынлыҡтар килһә, сырайҙары үҙгәрә (был диндән ваз кисеп, Аллаһтан) йөҙ сөйөрәләр. Улар донъялағыһын да, Әхирәттәгеләрен дә юғалталар. Бына ошо булыр ап-асыҡ мәхрүм ҡалыу. 12. Аллаһты инҡар итеп, үҙҙәренә файҙа ла, зыян да эшләргә көстәренән килмәгән нәмәләрҙе ярҙамға саҡырыусылар (уларҙың исеме менән ғибәҙәт ҡылыусылар) бар. Был — кире сыҡмаҫлыҡ бер аҙашыу-һаташыу. (13) Файҙаһына ҡарағанда зарары күберәк булған ул нәмәләргә табыналар. Ул (боттар, таштар) — шикле ярҙамсы, ышанысһыҙ дуҫтар. 14. Хаҡтыр, Аллаһ иман килтергән һәм изгелек ҡылған кешеләрҙе арыҡтарынан шишмәләр ағып тороусы йәннәттәргә ҡабул итер. Шик юҡтыр, Аллаһ ихтыяр иткәнен ғәмәлгә ашыра торған сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе. 15. — Был донъяла ла, Әхирәттә лә Аллаһ (Пәйғәмбәренә) ярҙам итмәһен ине, — тип уйлаған кеше Күккә бау таҡһын да, (аяҡтарын) ерҙән айырһын (шул бау буйлап өҫкә менһен, Аллаһтың Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ярҙам ебәрә торған уахи юлын кисһен!) Уның был хәйләһе асыуын килтергәнде (Аллаһтың ярҙамын) юҡҡа сығарырмы икән? (Кәфер кешеһе нимәләр генә ҡыланһа ла, Аллаһтың Мөхәммәдкә булған ярҙамын киҫә алмаҫ!) 16. Бына шулай итеп, Беҙ уны (Ҡөръәнде) асыҡ аяттар хәлендә индерҙек. Хаҡтыр, Аллаһ ихтыяр иткән һәр кешеһен тура юлға күндерә ала. 17. Мосолмандар, йәһүдтәр, сабийҙәр, христиандар, мәжүсиләр һәм мөшриктәр: Аллаһтан башҡа тәңреләр ҙә бар, тип табыныусыларға килгәндә, хаҡтыр, Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ быларҙың һәр береһен айырым-айырым хөкөм итер. Аллаһ барыһын да белеп тороусы. 18. Күрмәйһегеҙме ни, Күктәгеләр ҙә, Ерҙәгеләр ҙә, Ҡояш та, Ай ҙа, йондоҙҙар, тауҙар, ағастар, хайуандар һәм кешеләрҙең күбеһе Аллаһҡа сәждә итә; язаға тарығандары ла байтаҡ. Аллаһ кемде лә булһа хурлыҡҡа төшөрә икән, уны ҡотҡарырлыҡ башҡа берәү ҙә юҡ. Уларға Аллаһ янында хөрмәт һәм абруй булмаҫ. Хаҡтыр, Аллаһ теләгәнен еренә еткерә. 19. Раббы тураһында бәхәслшәкән ике төркөм бар. (Мосолмандар менән кәферҙәр). Инҡар итеүселәргә уттан тегелгән күлдәк булыр. Уларҙың башына шау ҡайнар һыу түгеләсәк. (20) Шулай итеп, уларҙың бөтөн ағзалары, тиреләре янып-бешәсәк. (21) Улар өсөн шунда тимер сыбыҡтан үрелгән ҡамсылар булыр. (22) Был әрнеүҙәрҙән ҡотолорға теләрҙәр. Уларҙы кире утҡа ташлаясаҡтар. Һәм: — Был үҙәк өҙгөс ут ғазаптарын татығыҙ, — тип әйтелер. 23. Хаҡтыр, иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙы арыҡтарынан шишмәләр ағып ятыусы йәннәттәр ҡабул итер. Улар шунда алтын беләҙектәр кейеп, ынйылар тағырҙар. Кейемдәре иһә ебәктән тегелгән булыр. (24) Улар иң татлы-гүзәл һүҙгә ирешер, маҡтауға лайыҡ Аллаһтың юлына күндерелгәндәр шулар булыр. 25. Хаҡтыр, кәферҙәр кешеләрҙе Аллаһ юлынан, Мәсжед-и Харамға кереүҙән тыялар, Беҙ уны ғибәҙәт ҡылыр өсөн ҡорҙорҙоҡ, шунда тороусыға (ерле халыҡҡа) ла, ситтән килгән юлсыларға ла тигеҙ хоҡуҡтар бирҙек. Берәйһе ул мәсеттә нәжеслек ҡылһа, Беҙ уны әрнетеүле ғазап менән язалаясаҡбыҙ. 26. Бер уаҡыт Беҙ Ибраһимға Бәйтулла (Кәғбәтулла) буласаҡ урынды күрһәттек һәм әйттек: — Һис бер кемде, һис бер нәмәне миңә тиңдәш ҡылма, тауаф итеүселәр (изге йортто әйләнеп йөрөүселәр), аяҡ өҫтө ғибәҙәт ҡылыусылар, рәкүғ һәм сәждәгә киткәндәр өсөн йортомдо паҡ тот, — тинек. 27. Кешеләр араһында Хажға барыуҙың кәрәклеге тураһында хәбәр тарат; улар йәйәүләп тә, оҙон юл йөрөп арыған дөйәләргә атланып та килер. (28) (Улар Хаж сәфәрендә кешеләр менән аралашып, мәғлүмәт йыйып, пакланып, Хаждың файҙаһын күрһендәр), махсус билгеләнгән көндәрҙә үҙҙәренә ризыҡ өсөн бирелгән ҡорбанлыҡ хайуандар салып, Аллаһты зикер итһендәр (шуның өсөн Хажға килһендәр). Шул ҡорбан иттәрен һәм үҙегеҙ ашағыҙ, һәм дә бәхетһеҙ ярлыларға, фәҡирҙәргә лә ашатығыҙ. 29. Унан һуң керҙәрҙән (һаҡал-мыйыҡ, сәсле-төклө урындарын, тырнаҡтарын киҫһендәр) арынһындар. Нәҙерҙәрен үтәһендәр һәм Боронғо Изге Йортомдо (Кәғбәтулланы) тауаф итһендәр. 30. Бына (Хаж сәфәрендә) шундай хәлдәр. Аллаһтың әмерен хөрмәт менән үтәп, тыйылғандарҙы ҡылмаған һәр кемгә Раббы ҡатында бик тә хәйерле эш булыр. Харам тип иғлан ителгән хайуандарҙан тыш (хайуандар) һеҙгә хәләл ителде. Шуға күрә, нәжестән, (Аллаһҡа тиң күрелгән) боттарға табыныуҙан һаҡланығыҙ. Ялған һөйләүҙән ҡурҡығыҙ. 31. Аллаһтан башҡаны Илаһ итмәйенсә, уның Хәнифтәре (йәғни, Аллаһтың берлеген таныусы мөьминдәр) булығыҙ. Аллаһ янына тағын бер Илаһ килтереп ҡушҡан кеше Күктән йығылып төшкән, (үләкһә ҡоҙғондары тарафынан) ботарланған (мәйет) кеүек булыр йәки дауыл өйөрмәһе әллә ҡайҙарға илтеп ташлаған үләкһәгә тиң булыр. (32) Эштәр бына шулай тора. Шөбһә юҡтыр, Аллаһтың хөкөмдәрен хөрмәт иткән кешенең күңеле тәҡүәлектәҙер. 33. Уларҙа (ҡорбанлыҡ хайуандарҙа йәки Хаж ғәмәлдәрендә) һеҙҙең өсөн, мәғлүм бер уаҡытҡа ҡәҙәр, файҙалар барҙыр. Унан һуң уларҙың барасаҡ ере Боронғо Йорт (Кәғбәтулла) булыр. 34. Беҙ һәр өммәт өсөн ҡорбан салыуҙы тәртип иттек. Үҙҙәренә ризыҡ булырға тейешле, дүрт аяҡлы малдарҙы (салғанда) Аллаһ исемен телгә алһындар, тип. Бына, һеҙҙең Тәңрегеҙ — Ул берҙән-бер — Аллаһ. Шулай булғас, Уға тәслим итегеҙ. (Ий, Мөхәммәд) һин ихлас күңеллеләрҙе һәм тыйнаҡ итәғәтселәрҙе һөйөнсөлә. 35. Аллаһ исемен ишетеүгә үк уларҙың йөрәктәре хөрмәт менән тетрәр. Баштарына төшкән ауыр һынауҙарҙы улар сабырлыҡ менән уҙҙыра. Улар намаҙҙы дөрөҫ уҡый. Үҙҙәренә бирелгән ризыҡтарҙан (Аллаһ юлында) башҡаларға ла өлөш сығаралар. 36. Беҙ дөйәләрҙе лә һеҙҙең өсөн Аллаһтың (дини) ишараларынан (ҡорбанлыҡ) ҡылдыҡ. Уларҙа һеҙҙең өсөн файҙа бар. Улар аяҡтары өҫтөндә торғанда ла, Аллаһтың исемен әйтегеҙ. Янбаштарына төшкәндә (салғандан һуң йән биргәндә лә Аллаһтың исемен әйтегеҙ).Уларҙың итен үҙегеҙ ҙә ашағыҙ һәм дә һораған мохтаждарға ла өлөш сығарығыҙ. Бына шул хайуандарҙы Беҙ, шөкрәнә ҡылырһығыҙ, тип һеҙҙең файҙаға бирҙек. (37) Уларҙың (ҡорбанға салынған хайуандарҙың) ни ите, ни ҡаны Аллаһҡа түгел, Уға фәҡәт һеҙҙең тәҡүәлегегеҙ генә барып ирешә. Һеҙҙе тура юлға баҫтырыусы Аллаһтың бөйөклөгөн танырһығыҙ, (Уға тәҡбир әйтегеҙ) тип был хайуандарҙы шулай итеп һеҙҙең файҙағыҙға бирҙек. (Ий, Мөхәммәд) изгелек ҡылғандарҙы һөйөнсөлә. 38. Аллаһ иманлыларҙы һаҡлар. Шуныһы ла хаҡтыр, Аллаһ хыянатсы һәм кәфер һәр кешене мөхәббәтенән мәхрүм итер. (39) Үҙҙәренә ғәҙелһеҙ һөжүм иткән осраҡта, йәберләнгән мосолмандарға һуғышырға рөхсәт ителде. Шуға күрә, уларға ярҙам итеү — Аллаһтың ҡөҙрәтенән килә торған эш. 40. Улар бары тик: — Раббыбыҙ — бер Аллаһ, — тигәндәре өсөн генә ғәҙелһеҙлек менән өйҙәренән ҡыуылған ҡәүем. Аллаһ бер төрлө кешеләрҙең яманлығын икенселәренең көсө менән баҫтырмаған булһа, ул сағында, һис шикһеҙ, эстәрендә Аллаһтың исеме йыш-йыш иҫкә алынған сиркәүҙәр, синагогалар (йәһүдтәрҙең ғибәҙәт йорто), монастырьҙар һәм мәсеттәр емерелгән булыр ине. Аллаһ (үҙ диненә) ярҙам иткәндәргә, әлбиттә, ярҙам итә. Һис шикһеҙ, Аллаһ көслө һәм еңеүсе. 41. Ер йөҙөндә тормош итер өсөн бер урын бирһәк, улар (мөьминдәр) намаҙ уҡыр, зәкәт бирер, изгелеккә өндәр һәм яманлыҡты тыйыр. Һуңынан уларҙың эштәре Аллаһ хозурында булыр. 42. (Эй, Мөхәммәд) һине ялғансы тип әйтһәләр (аптырап ҡалма), быңа саҡлы ла Нух ҡәүеме, Ғәд менән Сәмүд ҡәүемдәре лә (үҙ пәйғәмбәрҙәрен) ялғансыға сығарҙы, алдаҡсы тип хурланылар. (43) Ибраһимды ла, Лутты ла, (44) Мәдйән халҡы (Шөғәйепте лә), Мусаны ла үҙ ҡәүеме ялғансы тип атаны. Мин уларға форсат бирҙем (бәлки тәүбә итерҙәр тип), һуңынан (тәүбә итмәгәс) уларҙы яғалап, язаға тарттым. Ризаһыҙлығыма күрә, әй, хәтәр ҙә яза бирҙем мин уларға. (45) Ғәҙелһеҙ ҡыланған бик күп шәһәрҙәрҙең халыҡтарын Беҙ һәләк иттек. Әлеге ваҡытта ул ерҙәрҙәге шәһәр ҡоймалары емерек килеш һаҡлана. Һыуһыҙ ҡалған ҡойолар һәм күпме ташландыҡ ҡәлғәләр тырпайып тора. 46. Әллә һуң улар Ер йөҙө буйлап сәйәхәт итеп йөрөмәйҙәрме? Йөрөгән булһалар, баштарына уй төшкән булыр ине. Ҡолаҡтары ишеткән булыр ине. Хаҡтыр, уларҙың (маңғай) күҙҙәре һуҡыр түгел, фәҡәт күңел күҙҙәре һуҡыр. 47. (Эй, Мөхәммәд) улар хәҙер үк яза килгәнен күрергә теләй. Ләкин Аллаһ вәғәҙәһен боҙмаҫ. Хаҡтыр, Раббы янындағы бер көн һеҙҙең (ваҡыт менән) мең йылға торош итә. 48. Ғәҙелһеҙ хөкөм иткән күпме залим халыҡтарға Мин (бәлки, тәүбә итерҙәр, тип) форсат бирҙем. Һуңынан Мин уларҙы язаға тоттом. Ҡайтарылыш бары тик Аллаһҡа ғына. 49. Әйт: — Әй, кешеләр, мин бары тик һеҙҙе (Аллаһтың язаһы менән) киҫәтеүсе, ҡурҡытыусы ғына, - тип. (50) Иман килтереп, изгелек ҡылғандарға ярлыҡау һәм мул ризыҡ булыр. (51) Бер-берһен уҙҙыра-уҙҙыра, аяттарыбыҙҙы зәғифләтеү өсөн ярышҡандар йәһәннәмдеке булыр. 52. Беҙ һинән алда килгән бер генә илсене лә, бер генә пәйғәмбәрҙе лә (енси ләззәткә, дәрәжәгә, абруйға ынтылыу) теләктәренән азат итеп ебәрмәнек. Шайтан иһә ул теләктәргә ҡотортоу кертә ине. Ләкин Аллаһ шайтандың ул ҡотортҡанын юҡҡа сығара килде. Аллаһ аяттарын паҡ килеш һаҡлай. Аллаһ белеп хөкөм итеүсе сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе. 53. Эстәрендә ауырыу булғандарға, (уҫаллыҡ һәм динһеҙлектән) күңелдәре ҡатҡандарға шайтан вәсүәсәһе һынау булһын. Залимдар, һис шөбһәһеҙ, өгөт кермәҫ рәхимһеҙлектәре менән ғәҙел кешеләрҙән бик ныҡ айырылып тора. (54) Ғилемле кешеләр уның (Ҡөръәндең), ысындан да, Раббы тарафынан индерелгәнен белһендәр һәм шуға инанһындар, уларҙың күңеле ышанысҡа ирешһен өсөн. Шик юҡ, Аллаһ иманлыларҙы тура юлға йүнәлтер. 55. Аллаһҡа ышанмағандар кинәт килеп, Сәғәт һуҡҡансыға ҡәҙәр йәки (Ҡиәмәт) көнөнөң ғазабы килгәнсегә саҡлы (Ҡөръәнгә) шик менән ҡараясаҡтар. (56) Ул Көндө бар нәмәгә Аллаһ ҡына хужа. Ул ғына кешеләр араһында хөкөм йөрөтөр. Иман килтереп, изгелек ҡылғандар Нәғим йәннәттәре эсендә булыр. (57) Инҡар итеп, аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға маташҡандар өсөн әрнетеүле язалар булыр. 58. Аллаһ юлында һижрәт итеп, үлтерелгәндәрҙе, үлгәндәрҙе, һис шикһеҙ, Аллаһ татлы ризыҡтар менән һыйлар. Шик юҡ, Аллаһ ризыҡ биргәндәрҙең иң йомарты. (59) Аллаһ уларҙы ҡәнәғәт ҡаласаҡ бер урынға (йәннәткә) ҡуясаҡ. Аллаһ барыһын да белә. Ул — миһырбанлы хикмәт эйәһе. 60. Бына шулай булыр эштәр. (Нахаҡ) зыян күргән кеше зыян күргәне ҡәҙәр зыян килтергәндән үс алһа һәм йәнә лә зыян күрһә, һис шикһеҙ, Аллаһ уға ярҙам итер. Аллаһ ярлыҡаусы, мәрхәмәтле ғәфү итеүсе. (61) Быныһы ла шулай булыр. Аллаһ — төндө көнгә, көндө төнгә алыштырыусы. Аллаһ һәр нәмәнең асылын ишетә, асылын күрә. (62) Нәҡ шулай. Аллаһ —Хәҡиҡәттең үҙе. Унан башҡа Илаһ тип табына торған нәмәләр - ялғандың үҙе. Хәҡиҡәт — Аллаһ. Әлбиттә, Ул — бөйөк. 63. Күрмәйһеңме ни, Аллаһ Күктән ямғыр яуҙыра. Ер өҫтө йәшеллек менән ҡаплана. Ысындан да, Аллаһ мәрхәмәтле, Ул бөтөн нимәнән хәбәрҙар. (64) Күктәрҙәге, Ерҙәге бөтөн нимә лә Уныҡы. Ысынлап та, Аллаһ бер яңғыҙы. Ул (һис кемгә, һис нимәгә мохтаж түгел) ғайәт бай, маҡтауға лайыҡ. 65. Күрмәйһеңме ни, Аллаһ Ерҙәге нимәләрҙе һәм әмере буйынса диңгеҙҙә йөҙөүсе кәмәләрҙе һеҙҙең файҙаға яралтты. Күкте лә Ергә инеүҙән Ул тотоп тора. Уның рөхсәтенән башҡа Күк Ергә иңмәҫ. Аллаһ кешеләргә бик тә шәфҡәтле һәм миһырбанлы. 66. Һеҙгә тормош (йән) биргән, һуңынан һеҙҙе йәнһеҙ итеүсе, унан һуң тағын терелтеүсе Ул. Дөрөҫө шул, әҙәм заты бик тә шөкөрһөҙ холоҡло бит. (67) Беҙ һәр өммәткә, үҙҙәре ҡулай ҡылғанса ғибәҙәт тәртипләнек. Шулай булғас, улар (Китап әһелдәре) был мәсьәләлә һинең менән бәхәсләшмәһендәр. Һин уларҙы Раббың тарафына саҡыр. Сөнки һин, ысындан да, тура юлдағы кеше. (68) Һинең менән тартҡылашып торһалар, әйт: — Һеҙҙең нимә ҡылғанығыҙҙы Аллаһ яҡшы белеп тора, — тип. (69) Арағыҙҙағы ғауғалар сәбәпсеһе булған нәмәләрҙе Аллаһ Ҡиәмәт көнөндә асыҡлап бирер. (70) — Шуны ла белмәйһегеҙме ни, Аллаһ Ерҙә, Күктә нимә булһа — барыһын да белеп тора. Быларҙың барыһы ла Китапҡа (Ләүхел Мәхфүзгә) яҙып ҡуйылған. Быларҙы белеү Аллаһҡа бик тә еңел. 71. Улар Аллаһты инҡар итеп, тәңрелеккә һис бер дәлил килтерә алмаған, үҙҙәре белмәгән нәмәләргә йәбешеп-табынып яталар. Залимдарҙың һис бер ярҙамсыһы булмаҫ. 72. Ап-асыҡ итеп аяттарыбыҙҙы уҡығанда тыңлап ултырыусы кәферҙәрҙең сырайҙарына ҡара, ризаһыҙлыҡ күрерһең. Улар аят уҡыусыларҙы ботарлап ташларҙай булып ултыра. Әйт һин: — Бынан да хәтәрерәге тураһында һеҙгә ирештерәйемме? Йәһәннәм! Аллаһ уны (һеҙҙең кеүек) кәферҙәргә вәғәҙә итте. Ҡот осҡос бер урын ул — йәһәннәм, — тип. 73. Әй, кешеләр, бер миҫал бирелде. Хәҙер шуны тыңлағыҙ. Аллаһты инҡар итеп, табына торғандарығыҙ бергә йыйылышып тырышһа ла, хатта бер себен дә яралта алмаған булырҙар ине. Әгәр ҙә себен уларҙың берәй нимәһен тартып алып китһә, улар уны кире ҡайтарып ала алмаҫтар ине. (Шундай мәғәнәһеҙ нимәләргә) табынғандар ҙа меҫкен, шул табынған нимәләре лә меҫкен. (74) Улар Аллаһтың ҡөҙрәтен белеп бөтөрмәйҙәр, һис шөбһәһеҙ, Аллаһ сикһеҙ ҡөҙрәтле, барыһыннн да өҫтөн. 75. Аллаһ фәрештәләрҙе лә, кешеләрҙе лә илсе итеп ебәрә. Шик юҡ, Аллаһ барыһын да ишетеп, күреп тора. (76) Уларҙың алда нимә күрәсәген дә, уҙғанда нимә күргәндәрен дә Аллаһ белеп тора. Барса ғәмәлдәр ҙә Аллаһҡа ҡайтарыласаҡ. 77. Әй, иман килтергән кешеләр, рәкүғҡа китегеҙ, сәждәгә йығылығыҙ, Раббыға ғибәҙәт ҡылығыҙ, изгелек ҡылһағыҙ -ҡотолорһығыҙ. (78) Аллаһ юлында Ул ҡәнәғәт ҡалырлыҡ Жиһад ҡылығыҙ. Ул һеҙҙе һайланы, дин юлында һеҙҙең өҫкә Ул бер ниндәй ҙә ауырлыҡ йөкләмәне. Атайығыҙ Ибраһим тотҡан диндә лә шулай ине. Пәйғәмбәрҙәр һеҙҙең эштәргә шаһит булһын, һеҙ ҙә кешеләргә шаһит булырһығыҙ тип, алда индерелгән китаптарҙа ла, быныһында (Ҡөръәндә лә) һеҙгә мосолман исеме бирелде. Шулай булғас, намаҙ уҡығыҙ, зәкәт бирегеҙ, Аллаһҡа һыйынығыҙ. Ул һеҙҙең Раббығыҙҙыр. Ниндәй яҡшы Раббы, ниндәй изгелекле ярҙамсы ул — Аллаһ Тәғәлә! 23 — Мөьминүн (Мөьминдәр) сүрәһе (Мөьминдәр сүрәһе 118 аяттан тора. Мәккәлә ингән). Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим. 1. Һис шикһеҙ, мөьминдәр Сәғәдәткә ирешәсәк. (2) Улар намаҙ-ғибәҙәттәрендә итәғәт менән сәждә итә. (3) Улар файҙаһыҙ, буш һүҙ һөйләмәй. (4) Улар зәкәт биреүселәр. (5) Улар сафлыҡтарын һаҡлайҙар (енси аҙғынлыҡтан тыйлығалар) (6) Ҡатындары һәм уң ҡулдары биләгәндәр был хисапҡа кермәй, һәм былар (ҡатындары, йәриәләр менән булған ғәмәлдәре) өсөн яза бирелмәҫ. 7. (Ошо ике төрлө ҡатындарҙан) башҡаларын (енси ләззәт өсөн ҡулланырға) теләгән кеше, һис шикһеҙ, хаттин ашҡан (аҙғын) булыр. 8. Улар (мөьминдәр) аманаттарҙы һаҡлаусылар һәм антҡа тоғро ҡалыусылар. 9. Улар — намаҙҙарын ҡалдырмайынса, үҙ уаҡытында уҡып барыусылар. (10) Улар, һис шикһеҙ, (ожмах) вәриҫтәр(е) буласаҡ. (11) Шулар ғына Фирҙәүес йәннәтенең вәриҫтәре булыр. Улар шунда мәңгегә йәшәп ҡаласаҡ. 12. Хаҡтыр, Беҙ кешене (Әҙәм ғәләйһиссәлләмде) сафландырылған балсыҡтан яһаныҡ. (Ш. Ноғманиҙа: саф балсыҡтан яралттыҡ.X. Ҡараманда: һөҙөлөп сығарылған балсыҡтың үҙлеһенән яралттыҡ.Крачковскийҙа создали человека из эссенции глины.Т. Кочигитта: балсыҡтың сафынан яралттыҡ. Йомғаҡлап шуны әйтергә була ерҙә, тупраҡта, дымлы, үҙле балсыҡта кеше тәне өсөн кәрәкле бөтөн элементтар ҙа бар. Шул рәүешсә, бөйөк ғалим — Аллаһы Тәғәлә махсус әҙерләнгән химик-биологик матдәләр менән беренсе әҙәм затын барлыҡҡа килтерә. Унан һуң шул әҙәм заты үҙ организмынан үрсей башлай.М. Алида: сотворение человека выводится здесь из земли, ибо «малая жизненная капля, то есть сперма, происходит из пищи, которая так или иначе берется из земли ) 13. Һуңынан уны ышаныслы бер урынға тамсы итеп урынлаштырҙыҡ. (Әҙәм ғәләйһиссәлләмдең нәҫел орлоғон ҡатынының аналығына урынлаштырҙыҡ). (X. Чантайҙа: һуңынан уны (Әҙәмдең тоҡомон, кеше яралғыһын) ҡатлаулы һәм сыҙам, йәшәүсән итеп, тамсы (шөһүәт, мәни) рәүешендә (ышаныслы) ояға (әсә ҡарынына) урынлаштырҙыҡ. Ш. Ноғманиҙа: һуңынан Әҙәмдең нәҫелен әсә ҡарынында мәни ҡылдыҡ. X. Ҡараманда: һуңынан уны ышаныслы бер урынға шәһүәт хәленә килтерҙек ). |