КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
Скачать 3.18 Mb.
|
34. Без һинән элек йәшәгәндәрҙең берһенә лә үлемһеҙлек бирмәнек. Һин үлһәң, улар мәңге йәшәйәсәкме? (Әлбиттә, йәшәмәйәсәк!) (35) Һәр йән эйәһе үлем әсеһен татыр. Һеҙҙе муллыҡ, ләззәт һәм яманлыҡ менән (ымһындырып) һынайбыҙ. Унан һуң һеҙ (ҡылғандарығыҙ өсөн яуап тотарға) ҡайтарыласаҡһығыҙ. 36. (Рәсүлем) кәферҙәр һине күргәс тә: — Ошомы инде беҙҙең Илаһтарыбыҙ менән ауыҙ сайҡаусы кеше? — тип мыҫҡыл итәсәктәр. Улар мәрхәмәт менән ярлыҡаусы Аллаһтың Китабын инҡар итеүселәрҙең нәҡ үҙҙәреҙер. (37) Түҙемһеҙлек кешенең тәбиғәтендә бар. Һеҙгә аяттарымды (һәм язаларымды) күрһәтермен. Ләкин һеҙ мине ашыҡтырмағыҙ. (38) — Дөрөҫөн һөйләйбеҙ, тип әйтәһегеҙ икән, ҡасан тормошҡа ашасаҡ һуң ул вәғәҙәләрегеҙ? — тип әйтәләр. 39. Ул кәферҙәр йөҙҙәре, арҡалары ялҡын эсендә янғанда ярҙам күрмәйәсәк заман киләсәген белһәләр ине! (40) Эйе, иҫкәртмәҫтән килер ул (Ахырзаман), улар ҡаушап ҡалыр. Улар уны кире ҡаға алмаҫ һәм (ул ғазап) уаҡытлыса кисектерелмәҫ. 41. Хаҡтыр, һинән әүүәл килгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә улар шулай мыҫҡыл итте. Ләкин ул мыҫҡылсылар мыҫҡыл сәбәпсеһе (Ҡиәмәт язаһы) менән сорнап алыныр. (42) Әйт: — Кис-көндөҙ һеҙҙе Аллаһ язаһынан кем ҡотҡара ала? — тип. Шуға ла ҡарамаҫтан, улар Раббыларын зикер итеүҙән йөҙ сөйөрә. (43) Әллә һуң уларҙың Беҙгә ҡаршы торорҙай ҡөҙрәт эйәләре бармы? (Уларҙың Илаһҡа һанаған нәмәләре) үҙҙәренә үҙҙәре лә ярҙам итә алырлыҡ көскә эйә түгел. Улар Беҙҙән дә иғтибар-ярҙам күрмәҫ, язабыҙҙан ҡотола алмаҫ. 44. Әлбиттә, Беҙ уларҙың ата-бабаларын да муллыҡта йәшәттек. Ысындан да, улар (бөтмәҫ-төкәнмәҫ кеүек тойолған) оҙон ғүмер йәшәнеләр. Шулай ҙа улар инде лә күрмәйҙәрме ни һуң, ихтыяр итеп, Беҙ ипләп кенә уларҙың ерҙәрен һәр яҡлап кәметә барабыҙ. Шунан һуң да улар еңеүсе булып ҡала алырмы? 45. Әйт: — Мин бары тик уахи менән һеҙҙе киҫәтәм. Бары тик (күңеле) һаңғырауҙар ғына был саҡырыуҙарҙы ишетмәҫ, — тип. (46) Хаҡтыр, уларға Раббы тарафынан бәләкәй генә (ғазап) еле иҫеп ҡуйһа ла, улар шунда уҡ: — Харап булдыҡ! Ысындан да, беҙ залим булғанбыҙ икән, — тип ҡысҡыра башлайҙар. 47. Ҡиәмәт көнөндә Беҙ ғәҙеллек бизмәндәре ҡороп ҡуясаҡбыҙ. Ул Көндө инде һис бер кемгә ниндәй ҙә булһа ғәҙелһеҙлек ҡылынмаҫ. (Ҡылған эштәрегеҙҙең) хәрдәл бөртөгө ҡәҙәрен дә (дөрөҫ бизмәнгә) һалырбыҙ. Иҫәп-хисап өҙөр өсөн Минең үҙемдең дә булыуым еткән. 48. Хаҡтыр, Муса менән Һарунға тәҡүәлектәре өсөн, бер яҡтылыҡ — өгөт һәм Фурҡан бирҙек. («Фурҡан» һүҙенең тәржемә мәғәнәһе изге китаптарҙы күҙ уңында тота. Йәғни, яҡшылыҡты ямандан айырыу ғилеме. Ҡөръәндең, бүтән атамаһы ла Фурҡан булыр». Мостафа Чагрыжы тәфсиренән.) 49. Эске бер ҡурҡыу менән Аллаһҡа инанғандар Сәғәт һуғыуын (Ҡиәмәт килеүен) тетрәнеп көтәләр. (50) Бына был (Ҡөръән) Беҙ индергән хәйерле һәм файҙалы киҫәтеү-өгөттәр (Китабыҙыр). Һеҙ хәҙер шуны инҡар итерһегеҙме? 51. Хаҡтыр, бынан әүүәл Ибраһимға ла (бәлиғлегенән алда) өлгөргәнлекте (аҡты ҡаранан айыра белеүҙе) бирҙек. Һәм Беҙ уның шундай икәнен белеп торҙоҡ. (52) Шул уаҡытта ул атаһына һәм ҡәүеменә әйтте: — Һеҙ ниндәй һәйкәлдәргә (таш һындарға) табынаһығыҙ? — тине. (53) Улар әйтте: — Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың шуларға (ҡарышып) табынғандарын күреп үҫтек, тинеләр. (54) (Ибраһим) әйтте: —Аталарығыҙ ҙа, үҙегеҙ ҙә яңғылышыу-һаташыу юлында, — тине. (55) Улар: — Һин беҙгә хәҡиҡәт алып килдеңме (һин дөрөҫөн һөйләйһеңме)! Әллә һин беҙҙән көлөргә теләйһеңме (ялғанлайһыңмы)? — тинеләр. (56) — Юҡ! — тине Ибраһим. — Һеҙҙең Раббығыҙ күктәрҙең һәм дә Ерҙең хужаһы. Уларҙы яралтыусы — Аллаһ. Мин шуға (Аллаһтың ҡөҙрәтенә) шаһит булғандарҙың (инанғандарҙың) береһе булам. (57) — Валлаһи, улар (туғандарым) арҡа ҡуйып киткәндән һуң, мин һеҙҙең һындарығыҙға бер-бер хәл ҡыласаҡмын. — (тине Ибраһим). 58. Шунан һуң ул боттарҙы ватып-емереп бөтөрҙө. Бары тик уларҙың иң ҙурын ғына ватмайынса ҡалдырҙы. Тегеләр (кәферҙәр) уларға мөрәжәғәт итһен өсөн. 59. Тегеләре килеп һораны: — Кем шулай беҙҙең Илаһтарыбыҙҙы ватты? Хаҡтыр, ул кеше бик тә ғәҙелһеҙ икән, — тинеләр. (60) Берһе әйтте: — Бер йәш егеттең Илаһтарыбыҙҙы һүгеп йөрөгәнен ишеткән инек. Ул егеттең исеме — Ибраһим, — тинеләр. (61) Әйттеләр: —Улайһа, уны халыҡ ҡаршыһына алып килегеҙ. Кешеләр үҙ күҙҙәре менән күрһен. (62) — Әй, Ибраһим, — тинеләр. — Илаһтарыбыҙҙы һин шулай харап иттеңме? (63) Ибраһим әйтте: — Был эште, ана, теге ҙуры башҡарҙы, — тине. — Теле булһа, унан һорағыҙ. 64. Шунан һуң улар (боттарға табыныусылар) үҙ-ара һөйләшә башланы. — Ысындан да, беҙ үҙебеҙ ғәйепле, — тинеләр. 65. Һуңынан улар ҡыйынһынып әйттеләр: — Һин бит уларҙың һөйләшә алмағандарын белеп тораһың (ни өсөн уларҙан һорарға ҡушаһың)! — тинеләр. (66) Ул (Ибраһим) әйтте: — Улайһа, ни эшләп һуң һеҙ Аллаһты инҡар итеп, (хатта һөйләшер һәләте лә булмаған, телһеҙ, һаңғырау) бер зарар ҙа, бер генә файҙа ла килтерә алмаҫтай меҫкендәргә (боттарға) табынаһығыҙ? — тине. (67) — Һеҙгә лә, һеҙ тәңре тип табына торған (шул таштарығыҙ) өҫтөнә лә — тфу! Инде лә аҡылға килеп, һабаҡ алмаҫһығыҙмы ни? 68. — Уны (Ибраһимды) утҡа ташларға кәрәк! — тинеләр. Икенселәре иһә: — Илаһтарығыҙҙы унан яҡлап ҡалығыҙ, әгәр ҙә һеҙ тәүәккәл кешеләр булһағыҙ, — тинеләр. 69. — Һәй, ялҡын! - тинек. — Ибраһимға зарар килтермә, һалҡынсалыҡ бир. (70) Шулай итеп, улар хәйлә ҡорған ине лә, Беҙ уларҙы меҫкен хәлдә ҡалдырҙыҡ. (71) Беҙ уны ла, Лутты ла ҡотҡарып ҡалдыҡ. Уларҙы ғәләм халыҡтары өсөн етәрлек бәрәкәтле ергә урынлаштырҙыҡ. 72. Уға (Ибраһимға) Исхаҡты һәм Яҡупты, айырым бер бүләк булараҡ бирҙек һәм барыһын да изгелеклеләрҙән ҡылдыҡ. (73) Әмеребеҙ буйынса, уларҙы тура юл күрһәтеүсе юлбашсылар иттек һәм үҙҙәренә хәйерле эштәр башҡарыуҙы, намаҙ уҡыуҙы, зәкәт биреүҙе уахи иттек. Улар Беҙгә өҙлөкһөҙ ғибәҙәт ҡылыусылар булды. 74. Лутҡа ла хөкөм һәм ғилем бирҙек. Уны бысраҡлыҡтар ҡылыусы халыҡтан ҡотҡарҙыҡ. Улар, хаҡтыр, фетнәсе, боҙоҡ ҡәүем ине. (75) Уны (Лутты) рәхмәтебеҙгә ҡабул ҡылдыҡ. Сөнки ул изгеләрҙән ине. (76) Унан да элегерәк Нух та доға ҡылды. Беҙ уның доғаһын ҡабул ҡылдыҡ. Шулай итеп, үҙен һәм иман килтергән яҡындарын ҙур әфәттәрҙән ҡотҡарып ҡалдыҡ. (77) Уны аяттарыбыҙҙы инҡар иткән ҡәүемдән ҡотҡарҙыҡ. Хаҡтыр, улар боҙоҡ ҡәүем ине. Шуға күрә, уларҙың бөтөнөһөн дә һыуға батырҙыҡ. 78. Шулай уҡ Дауыт менән Сөләймәнде иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Бер заман улар иген баҫыуында бәхәскә керҙе. Берәүҙәренең һарыҡ көтөүе, киске яҡта икенселәренең иген баҫыуына кереп, бик күп зыян килтергән ине. Беҙ уларҙың хөкөмдәренә шаһит булып торҙоҡ. («Был ғауғаны хөкөм итеүсе Дауыт менән унөс йәшлек Сөләймән — икеһе ике төрлө ҡарар сығара. Дауыт: «Зыян күргән игенсегә һарыҡ көтөүен бирергә», — ти. Ләкин Сөләймән: «Күрелгән зыянды ҡаплағанға ҡәҙәр генә баҡса эйәһе һарыҡтарының йөнө, һөтө, итенән файҙалана ала, зыян ҡапланғас, һарыҡтар хужаһына ҡайтарып бирелергә тейеш», — ти һәм Дауыт сабый улының хөкөмө менән риза була.»Мостафа Чагрыжы тәфсиренән.) 79. Шулай хөкөм йөрөтөргә Сөләймәнгә Беҙ әмер иттек. Беҙ уларҙың һәр икеһенә лә хөкөм хоҡуғы һәм ғилем бирҙек. Ҡоштарҙы һәм тәсбих әйтеүсе тауҙарҙы Дауытҡа буйһондоҙоҡ. Был эштәрҙе Беҙ әмер иттек. (80) Һуғыш уаҡытында һеҙҙе (ҡылыстан) һаҡлар өсөн, тимер көбә яһау ғилемен уға өйрәттек. Инде шөкөр итәсәкһегеҙме? 81. Сөләймән әмеренә Беҙ дәһшәтле иҫкән елде бирҙек. Уның ҡушыуы буйынса, ул ел эсе тулы бәрәкәттәр булған урынға тура ҡарап иҫә. Беҙ барыһын да белеп торабыҙ. (82) Уның өсөн диңгеҙгә сумып (ынйы-мәрйендәр алып сыҡһындар, тип) һәм башҡа төрлө эштәр эшләр өсөн, шайтандарҙы буйһондорҙоҡ. Беҙ уларҙы күрҙәтеп торҙоҡ. (Шайтан, Иблис, ендәр мәсьәләһенә М. Али был шәкелдә ҡарай: слово шайтан (т. е. дьявол) означает того, кто чрезмерно занозчив и непокорен, независимо от того, человек это, джинн или зверь. 654 бит, 1647 нсе аңлатма.) 83. Әйүпте иҫенә төшөр. Нисек итеп ул Раббыһына: — Башыма бәлә килде. Һин мәрхәмәтлеләрҙең иң мәрхәмәтлеһе бит (зинһар, ярҙамыңдан ташлама), — тип ялбарған ине. (84) Беҙ уның был доғаһын ҡабул иттек. Уның башына төшкән бәләне алдыҡ. Үҙ тарафыбыҙҙан рәхмәт булһын тип, ғибәҙәт ҡылғандар өсөн бер һабаҡ булһын тип, уға ғәйләһен, малдарын һәм башҡа ниғмәттәрҙе артығы менән ҡайтарып бирҙек. («Әйүп ун йыл ауырып, йорто емерелеп, байтаҡ ҡына ҡәрҙәштәрен юғалтып, яза сигә ине.» Хәйретдин Ҡараман белән Хәсән Чантай тәфсирҙәренән.) 85. Исмәғилде лә, Иҙристе лә һәм Зөлкәфилде иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Барыһы ла сабыр (түҙем) кешеләр ине. (86) Уларҙы яҡланыҡ. Улар, ысындан да, изгелекле кешеләр ине. 87. Балыҡ хужаһы Зүннүн (Юныс) тураһында ла онотмағыҙ. Ул (үҙенең ҡәүеменә) бик ныҡ үпкәләп, асыуланып киткән ине. Үҙенә көсөбөҙ етмәҫ, тип уйлаған ине ул. Ниһайәт, ҡараңғылыҡҡа (балыҡ эсенә барып) эләккәс: — Һинән башҡа Һиңә тиң һис бер зат юҡ. Һине генә пак, тип таныйым. Ысындан да, мин ғәҙелһеҙ булғанмын икән, - тип Аллаһҡа ялбара башланы. («Зүннүн, Зөлнүн — хәҙрәти Юныстың ҡушаматы, йәғни «Балыҡ кешеһе (хужаһы)» тигән һүҙ. Юныс пәйғәмбәр оҙаҡ уаҡыттар халҡын хаҡ дингә өндәй. Яҡшы нәтижәләргә ирешә алмағас, ул үҙ халҡына үпкәләп, кәмәгә ултырып, диңгеҙгә сыға. Һәм һыуға бата, уны ҙур балыҡ йота. Ләкин уны Аллаһ Тәғәлә ҡотҡарып ҡала».Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.) 88. Шунан һуң беҙ уның доғаһын ҡабул иттек һәм уны бәләнән ҡотҡарҙыҡ. Бына, шул рәүешле Беҙ мөьминдәрҙе ҡотҡарабыҙ. 89. Зәкәрийәне лә иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Нисек итеп ул Раббыһына доға ҡылды. — Раббым, мине яңғыҙ ҡалдырма (миңә тоҡом, нәҫел бир). Һин вәриҫтәр араһында иң мәрхәмәтлеһе, — тине. 90. Беҙ уның доғаһын ҡабул иттек. Уға ул (Йәхйәны) бирҙек. Ҡатынын да үҙе өсөн (бала таба торған итеп) ҡулай ҡылдыҡ. Улар изгелек өсөн ярышып, яҡшы эштәр башҡарҙы. Ҡурҡыу менән өмөт араһында Беҙгә ғибәҙәт ҡылдылар. Улар Беҙгә тәрән мөхәббәт тәрбиә иттеләр. 91. Ғиффәтлелек мөһөрөн (оят ерен) һаҡлаған (хәҙрәти Мәрйәмде лә) иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, зинһар. Беҙ уға рух өрҙөрҙөк; уның үҙен һәм улын (Ғайсаны) бөтөн ғәләмгә үрнәк ҡылдыҡ. 92. Ысынлап та, был өммәт (бер диндәге мосолмандар) бары тик һеҙҙең өммәтегеҙ генә. Һеҙҙең Раббығыҙ — Мин. Шулай булғас, Миңә генә ғибәҙәт ҡылығыҙ. 93. Кешеләр (дин һәм мал өсөн) үҙ-ара талашып, берҙәмлекте боҙҙолар. Гәрсә, уларҙың барыһы ла (яуап тотар өсөн) ҡаршыма баҫасаҡ. (94) Иман килтереп, изгелек ҡылған кешенең тырышыуҙары заяға китмәҫ. Уларҙы уның файҙаһына (ғәмәл дәфтәренә) яҙа барабыҙ. (95) Һәләк ителгән шәһәрҙәр (енең кешеләре донъяға кире ҡайтмаҫлыҡ итеп) ҡарғалған. 96. Ниһайәт, Йәжүж менән Мәжүж (ҡоймалары) асылып, улар бейектән ташҡын булып аҫҡа төшкәнсегә ҡәҙәр һәм (97) ысын вәғәҙәбеҙ (үлем, Ҡиәмәт көнө) яҡынлашҡансыға саҡлы, инҡар иткәндәрҙең күҙҙәре тоноп, шар асыҡ ҡалыр. — Харап ҡына булдыҡ, — тип ҡысҡырырҙар. — Ысындан да, беҙ былай булыр, тип уйламаған инек. Беҙ, ысындан да, кәферҙәр булғанбыҙ икән. (98) Һез ҙә (кәферҙәр) һәм: «Илаһ» тип, Аллаһтан башҡаға (һындар, боттарға) табынғандарығыҙ ҙа йәһәннәм киҫәүе буласаҡһығыҙ. Һеҙ шунда керәсәкһегеҙ. (99) Әгәр улар, ысындан да, Илаһ булһалар, шунда (йәһәннәмгә) кермәгән булырҙар ине. Хаҡтыр, уларҙың барыһы ла (табынғандар ҙа, Илаһ урынындағы һындар, һәйкәлдәр ҙә) шунда (йәһәннәмдә) ҡаласаҡ. (100) Улар шунда ыңғырашырҙар һәм һис нимә ишетмәҫтәр. 101. Шик юҡ, Беҙҙең тарафтан иң яҡшы әжерҙәр бирергә вәғәҙә ителгәндәргә килһәк, бына шулар була инде йәһәннәмдән йыраҡлашҡандар. (102) Былар күңелдәре теләгән ниғмәттәр эсендә мәңге йәшәп ҡалырҙар һәм уның (йәһәннәмдең) тауышын ишетмәҫтәр. (103) Иң хәтәр (яза) ҡурҡыныстар ҙа уларҙы (изгелекле мөьминдәрҙе) ҡурҡытмаҫ (ғәйебе булмаған кеше ҡурҡмаҫ). Уларҙы фәрештәләр былай ҡаршылар: — Бына, был һеҙгә вәғәҙә ителгән (бәхетле) көнөгөҙ, — тип әйтерҙәр. 104. Яҙған ҡағыҙҙарын нисек итеп төрәләр, Беҙ ҙә ул Көндө Күкте шулай төрөрбөҙ. Иң башта яһай башлағандағы хәлгә килтерербеҙ. Беҙ шулай ҡылырға вәғәҙә иткән инек. Беҙ вәғәҙәбеҙҙә торорбоҙ. (105) Хаҡтыр, Тәүрәттән һуң Зәбүрҙы ла Беҙ яҙҙыҡ: бары тик тоғро ҡолдарым ғына Ер йөҙөнә вәриҫ булып ҡаласаҡ. — тинек. (106) Шик юҡтыр, бында (Ҡөръәндә) ысын күңелдән Аллаһҡа инанғандар өсөн күрһәтмәләр, саралар бар. 107. (Эй, Мөхәммәд) Беҙ һине бары тик рәхмәт билгеһе итеп ғәләмдәге халыҡтарға күндерҙек. (108) Әйт: — Миңә бары тик: Аллаһтан башҡа Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм Тәңре булырлыҡ һис бер кем юҡ, тип уахи бирелде. Әле һаман да мосолман булмаҫҡамы иҫәбегеҙ? – тип әйт. (109) Әгәр (һинең өндәүҙәреңдән) йөҙ сөйөрһәләр, әйт: — (Хәҡиҡәтте) һеҙҙең барығыҙға ла тигеҙ белдерәм (мосолманына ла, кәференә лә). Һеҙгә вәғәҙә ителгәндәр (йәннәт менән йәһәннәм) ҡасан була (бөгөнме, иртәгеме), мин белмәйем, — тип әйт. (110) — Шик юҡ, Аллаһ ҡысҡырып әйткән һүҙҙәрҙе лә, йәшертен һөйләгәндәрҙе лә белеп тороусы. (111) Мин белмәйем. Бәлки, был эштәр һеҙҙе уаҡытлыса һынап ҡарау (һәм донъя ниғмәттәренән файҙаландырыу) ғынаҙыр. Ихтимал. 112. (Мөхәммәд әйтте): - Раббым, Үҙең ғәҙеллек менән хөкөм ит. Беҙҙең Раббыбыҙ рәхимле. Аллаһҡа хас булмаған сифаттар өҫтәп, ялған һөйләгәндәргә ҡаршы көрәшергә Аллаһтан ярҙам һорағыҙ. 22 — Хаҗ(Хаж) сүрәһе (Хаж сүрәһе 78аяттан тора. Мәҙинәлә, Мәккәлә ингән.) Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим. 1. Әй, һеҙ, кешеләр! Раббығыҙ (гөнаһ ҡылыу)ҙанҡурҡығыҙ. Сөнки ул Сәғәттә (Ҡиәмәт көнөндә)ге тетрәү бик тә дәһшәтле булыр. («Төп нөсхәлә» «әл-сәғәт» һүҙе Ҡиәмәт көнө мәғәнәһендә ҡулланыла. Сәғәтебеҙ һуҡҡас, йәғни Ҡиәмәт еткәс, ғәләмдәге тәртип боҙола. Ҡояш Көнбайыштан сығасаҡ, ер тетрәүҙәр, ҡот осҡос ғәрәсәт башланасаҡ».Хәсән Чантай тәфсиренән.) 2. Ул Көндө күргәс, сабыйын имеҙеп ултырыусы ҡатын сабыйын онотор, йөклө ҡатындың (ҡурҡыуҙан) балаһы төшөр. Кешеләр айныҡ булһалар ҙа, иҫерек кеүек күренер, тик улар иҫерек түгел. Аллаһтың язаһы шулай ҡаты буласаҡ. 3. Кешеләр араһында наҙан килеш Аллаһ хаҡында бәхәсләшергә әүәҫ кешеләр бар. Улар — аҙғын шайтанға эйәргән кешеләр. (4) Шайтан хаҡында былай яҙып ҡуйылған: уны юлдаш иткән кеше белеп торһон, (шайтан) уны юлдан яҙҙырасаҡ һәм ялҡынлы утҡа (йәһәннәмгә) алып керәсәк. 5. Әй, халыҡтар! Яңынан терелеүгә шикләнһәгеҙ, шуны белеп тороғоҙ: һеҙҙе тупраҡтан, һуңынан шәһүәттән, унан һуң ғәләҡтән (ҡан күҙәнәгенән), унан һуң күҙәнәктәре беленер-беленмәҫ йәнле ит киҫәгенән (яралғы итеп) яралттыҡ. Ҡөҙрәтебеҙҙе һеҙгә белдерер өсөн. Һәм мәғлүм бер уаҡытҡаса (яралғының кем буласағын билгеләгән хәлдә) әсәҡарынында тотабыҙ. Һуңынан һеҙҙе бер сабый бала рәүешендә донъяға сығарабыҙ. Унан һуң аҡылға, көскә эйә булһын, тип үҫтерәбеҙ. Ҡайһы берҙәрегеҙ (йәшләй) вафат була, ҡайһы берҙәрегеҙ ҡартайып, хәлдән тайғансыға саҡлы йәшәй, ни ҡәҙәр генә ғилемле булһа ла, ҡартлыҡ көнөндә барыһын да онотоп бөтөрә. Һин ҡоп-ҡоро (үле-йәнһеҙ) Ер йөҙөнә ҡарап тораһың, әммә Беҙ өҫтөнә ямғыр яуҙырғас, ул терелә, бүртә башлай һәм төрлө (тоҡомдан булған) үҫемлектәр үҫтерә. («Аналыҡта яралған яралғының үҫеш дәүерен күрһәткән был аяттағы һүҙҙәрҙе төрлөсә тәржемә итәләр. X. Чантайҙа: тоҡомон кеше һыуынан, һуңынан ойошҡан ҡандан, унан һуң (составы) күҙәнәктәре беленер-беленмәҫ бер ит киҫәгенән яралттыҡ. X. Ҡараманда: тупраҡтан, һуңынан шәһүәттән, һуңынан күҙәнәктәре беленер-беленмәҫ йәнле ит киҫәгенән яралттыҡ. Ш. Ноғманиҙа: балсыҡтан халыҡ ҡылдыҡ, һуңынан нәҫелегеҙҙе үрсетер өсөн бер тамсы мәни һыуынан, һуңынан ул һыуҙы ойошҡан ҡан ҡылдыҡ, һуңынан ҡанлы ит киҫәге ҡылдыҡ, кәрәк — ул һүрәтләнгән булһын, кәрәк — һүрәтләнмәгән булһын, уның кем буласағын билгеләйбеҙ... М. Чагрыжыла: «Ғәләҡә» һүҙенең төрлө мәғәнәләре бар: бәйләнеш, аралашыу, элемтә, мөнәсәбәт бағланыштары, ойошҡан ҡан. Ойоған ҡан түгел, ойошҡан ҡан. Составта ойошҡан, ҡатлаулы составы булған ҡан. Кешенең яралыуында ҡатнаша торған матдәләр бына былай аңлатыла: ҡатындың һәм ирҙең күкәйлектәре эшләп сығарған ике орлоҡ ҡушылып, аралашып, ҡатнашып аналыҡҡа кереп урынлашҡан яралғы ла «ғәләҡә» тип атала. Ошо ҡатлаулы эште башҡара алған Аллаһҡа үлеләрҙе терелтеү кеүек эш һис тә ауыр түгел».) 6.Сөнки Аллаһ ул — Хәҡиҡәттең үҙе. Аллаһ үлене терелтер. Аллаһ бар нәмәне лә булдыра ала торған ҡөҙрәт эйәһе. |