КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
Скачать 3.18 Mb.
|
61. Гүзәл һүҙҙәр менән (Аллаһтан) вәғәҙә алған һәм Уның менән (Аллаһ һәм йәннәт менән) ҡауышҡан кешеләр (бар); фани донъяла уаҡытлыса ғына бирелгән байлыҡ һәм рәхәтенән файҙаланып та, Ҡиәмәт көнөндә (яза өсөн) хозурыбыҙға китереләсәк кешеләр бар. Шулар икеһе бер тигеҙ булырмы? 62. Ул Көндө уларҙы саҡырып әйтер: — Уйлап сығарған һәм Аллаһҡа тиң һаналған уртаҡларығыҙ ҡайҙа? 63. Улар(ҙың йәһәннәмгә керәсәктәре) тураһында әйтелгән һүҙ ғәмәлгә ашҡандан һуң: — Йә, Раббыбыҙ, бына быларҙы беҙ аҙҙырҙыҡ. Үҙебеҙ нисек аҙған булһаҡ, уларҙы ла шулай аҙҙырҙыҡ. Уларҙан йыраҡлаштыҡ. Һиңә баш эйҙек. Улар беҙгә табынманылар (үҙ нәфселәренә, енси ихтыяждарына табындылар), — тип әйтерҙәр. 64. Уларға әйтерҙәр: — (Аллаһҡа) тиңдәштәрҙе саҡырығыҙ, — тип. Саҡырырҙар. Ләкин уларҙан (һындарҙан, таштарҙан, быҙауҙан) яуап булмаҫ. Бына шунда улар язаһын алыр. Их, улар иман килтергән булһа (был ғазаптарҙы күрмәҫ ине). 65. Ул Көндө (Хаҡ Тәғәлә) уларға әйтер: — Пәйғәмбәрҙәремә һеҙ нисек яуап биргән инегеҙ? — тип һорар. (66) Ул Көндө уларға барлыҡ хәбәрҙәр ҙә шомло булыр. Үҙ-ара хәл һораштырырға ла самалары булмаҫ. (67) Әммә тәүбә итеп, иман килтереп, изгелек ҡылғандар мораҙҙарына (Сәғәҙәткә) ирешкәндәр араһында булыр. 68. Раббың теләгәнен эшләй, ни теләһә, шуны һайлап ала. Уларҙың (мөшриктәрҙең) һайлау хоҡуғы юҡ. Аллаһ (улар Аллаһҡа тиң, тип инанған уйҙырма тәңреләренән) паҡ һәм өҫтөн. (69) Күңелдәренә нимә йәшергән булһалар, нәмәне асыҡ эшләһәләр — барыһын да Раббың белеп тора. (70) Аллаһ ул шундай: унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Донъяла ла, Әхирәттә лә бөтөн маҡтау Уға ғына. Хөкөм дә Аллаһта ғына. Барығыҙ ҙа Уға ҡайтарыласаҡһығыҙ. 71. Әйт: — Әгәр Аллаһ Ҡиәмәт көнөнә саҡлы өҫтөгөҙҙә төн ҡараңғылығын тота ҡалһа, Аллаһтан тыш һеҙгә яҡтылыҡ килтерәсәк башҡа тәңре булырмы? (Булһа, күрһәтегеҙ.) Әле шунан һуң да һеҙ ҡолаҡ һалмайһығыҙмы? — тип. (72) Әйт: — Әгәр Аллаһ Ҡиәмәткә ҡәҙәр өҫтөгөҙҙә яҡтылыҡ тота ҡалһа, истирәхәт (ял, йоҡо) өсөн төндө Аллаһтан башҡа кем килтерәсәк? (Булһа, күрһәтегеҙ.) Әле шунан һуң да (Хәҡиҡәтте) күрмәҫһегеҙме? — тип. (73) Рәхмәте менән, Ул һеҙ тыныслап ял итһен өсөн, истирәхәт ҡылыр өсөн төндө, ниғмәттәр ҡаҙаныр өсөн көндө яралтты. Моғайын, шөкөр итерһегеҙ! 74. Ул Көндө (Аллаһ) уларға әйтер: — Уйлап сығарған, Миңә тиң һанаған уртаҡларығыҙ ҡайҙа? — тип һорар. (75) Һәр халыҡтан берәй шаһит (үҙ пәйғәмбәрен) саҡырырбыҙ ҙа: — Дәлилдәрегеҙҙе килтерегеҙ, — тип әйтербеҙ. Улар шунда белер, Хәҡиҡәт Аллаһ янында. Табынған нәмәләре лә уларҙы ташлап, юҡ булыр. 76. Хаҡтыр, Ҡарун - Муса ҡәүеменән ине. Ләкин ул (халҡына) ҡаршы ғәҙелһеҙлек ҡылды. Беҙ уға шундай байлыҡ бирҙек, (уның хазина һаҡлана торған амбарҙарының) асҡыстарын хатта ҡеүәтле баһадирҙар ҙа көскә күтәреп йөрөр ине. Шул ваҡыт ҡәүемдәштәре уға әйтте: — Маһайма (байлығың менән)! Аллаһ маҡтансыҡтарҙы яратмаҫ, — тине. («Ҡарун хәҙрәти Мусаның туғандан туған энеһе ине. Башта ул Мусаға эйәреп иман килтерҙе. Ләкин хирыслығы, һаранлығы, көнсөллөгө арҡаһында монафиҡ булды. Исраил улдарының башында Фирғәүен хаким булып торғанда, Ҡарун уның ярҙамсыларынан берһе булды, йәғни залимлыҡ яғына күсте. Байлығы, дәрәжәһе менән маҡтана башланы. Имеш, Тәүрәтты иң яҡшы уҡый белеүсе Ҡарун ғына. Химия һәм сауҙа эштәрендә ғалим булған кеше. Ләкин ахырҙа ғалимлеге лә, байлығы ла уға ярҙам итмәй, Ҡарун һәләк була. Бөтөн байлығы менән уны Ер йота». Ибраһим Дөнмәз тәфсиренән.) 77. — Аллаһтың һиңә биргән мөлкәтенән (хәйер, саҙаҡа, зәкәт) биреп, Әхирәт көнөнә әҙерлән. Донъялағы өлөшөңдө лә онотма. Аллаһ һиңә бәрәкәт биргән кеүек, һин дә (кешеләргә саҙаҡа биреп) йомарт бул. Ер йөҙөнә боҙоҡлоҡ таратма. Аллаһ боҙоҡтарҙы яратмаҫ. 78. (Ҡарун) әйтте:— Был байлыҡ миңә бары тик ғилемем арҡаһында ғына (үҙ тырышлығыма күрә) килде, — тине. Үҙенән әүәл килгән, унан да ҡеүәтле-бай, өҫтөн булғандарҙы Аллаһ һәләк иткәнен белмәйме ни ул? Гөнаһлыларҙан һорау алып торолмаҫ (улар туп-тура йәһәннәмгә ябылыр). 79. Шулай кейенеп, яһанып (Ҡарун) халыҡ ҡаршыһына сыҡты. Донъя артынан ҡыуыусылар әйтте: — Их, Ҡарун кеүек бай булһаң ине. Ул ысындан да, донъялағы иң насип (бәхетле) кеше, — тинеләр. 80. (Донъяны аңлаған) белемле кешеләр әйтте: — Ҡайғы булыр һеҙгә. Аллаһтың сауабын туплау, иман килтереү — изгелек ҡылыусылар өсөн (ул байлыҡтарҙан) сикһеҙ хәйерле. Ләкин сабыр иткәндәр, (Аллаһ юлында) сыҙам булғандарҙан башҡаһы (Сәғәдәткә) ирешмәҫ, — тинеләр. 81. Ниһайәт, Беҙ уны, зиннәтле һарайҙары менән бергә, ергә йотторҙоҡ. Аллаһ ҡаршыһында яҡларлыҡ уның бер кеме лә юҡ ине. Ул үҙен-үҙе яҡларлыҡ хәлдә лә түгел ине. 82. Кисә уның урынында булырға теләгән көнсөлдәр иртәнсәк әйттеләр: — Ай-һай ҙа, Аллаһ ҡолдарының берһенә ризыҡты мул итеп бирә, икенсеһенә иһә тар итә. Аллаһ беҙгә мәрхәмәтле булмаһа, беҙҙе лә йотторор ине. Тимәк, Хәҡиҡәт шулдыр: (ҡомһоҙҙар, ғәҙелһеҙҙәр) кәферҙәр Сәғәдәткә ирешмәҫ,— тинеләр. 83. Әхирәт йорто шул булыр. Беҙ уны Ер йөҙөндә тәкәбменәннмәгән, байлыҡ артынан ҡыумаған, аҙғынлыҡ таратмаған кешеләргә бирербеҙ. Иң яҡшы нәтижә саф мосолмандарҙыҡы булыр. 84. Кем изгелек ҡылған, уның өсөн шунан да (ҡылған изгелектәренән дә) мул хәйер аласаҡ; кем яманлыҡ ҡылған, ҡылғандарынан артыҡ язаланмаҫ. 85. (Эй, Мөхәммәд) Ҡөръәнде (уҡыу, аңлатыу, уға эйәртеүҙе) һиңә фарыз ҡылған Аллаһ, әлбиттә, һине ҡайтарылырға тейеш ергә ҡайтарасаҡ. Әйт: — Кем тура юлдан бара, кем тура юлдан яҙа — барыһын да Аллаһ бик яҡшы белеп тора, — тип. 86. Һин был Китапты үҙеңә төшөрөлөүен көтмәгән инең. Ул бары тик Раббыңдың рәхмәте менән индерелде. Тик, аң бул, кәферҙәргә дуҫ булма. (87) Аллаһтың аяттары һиңә индерелгәс, һаҡ бул, улар һине аяттарҙан биҙҙерергә тырышыр. Кешеләрҙе Аллаһ юлына саҡыр. (Ярҙам кәрәк булһа) Аллаһҡа ялбар. Ләкин мөшрик була күрмә (ярҙамға башҡа уйҙырма Илаһтарҙы саҡырма). (88) Аллаһҡа тиңләп, башҡа бер ялған Илаһҡа табына күрмә. Аллаһтан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Унан башҡалар барыһы ла һәләк буласаҡ. Хөкөм Уның хозурында һәм һеҙ бары тик Уның хозурына ҡайтарыласаҡһығыҙ. 29 — Ғәнкәбут (Үрмәксе) сүрәһе (Ғәнкәбут сүрәһе 69 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ғәнкәбут» — үрмәксе тигән һүҙ. 41 нсе аятта кәферҙәрҙең мәкерле эштәре үрмәксе ояһына оҡшатыла; сүрәнең исеме шунан килә.) Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим. 1. Әлиф. Ләм. Мим. 2. Иман килтерҙек (бер Аллаһҡа инандыҡ), тип әйткәндән һуң, ауырлыҡтар аша һыналмайбыҙ, беҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырырҙар, тип уйлайҙармы әллә кешеләр? (3) Хаҡтыр, Беҙ уларҙан элек йәшәп киткәндәрҙе лә һынауҙар аша уҙҙырҙыҡ. Әлбиттә, Аллаһ кем дингә тоғро, кем монафиҡ икәнде лә белеп тора. 4. Яманлыҡ ҡылғандар: Аллаһтан ҡасып ҡотолорбыҙ, тип уйлайҙармы әллә? Бик тә яңғылыш-насар фекерләй улар. 5. Кем Аллаһ менән ҡауышыуға өмөт итә, белеп торһон, Аллаһ билгеләгән ул ваҡыт (Ҡиәмәт), һис шикһеҙ, киләсәк. Ул бар нәмәне лә ишетә, күрә. 6. Жиһадта ҡатнашҡан, бары тик үҙ файҙаһы өсөн генә һуғышыр. Шөбһәһеҙ, Аллаһ бер нимәгә лә, бер кемгә лә мохтаж түгел. 7. Иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙың хаталарын кисереп, (ҡылған изгелектәренән дә артыҡ) әжер бирербеҙ. (8) Беҙ кешеләргә ата-әсәгә изгелекле булыуҙарын васыят иттек. Әгәр улар һин танымаған, белмәгән башҡа бер нәмәне Миңә тиңләштерһәләр (һәм шуға инанырға ҡушһалар), уларға итәғәт итмә. Һеҙ Минең янға ҡайтарыласаҡһығыҙ. Шул саҡта Мин һеҙ ҡылғандар тураһында хәбәр бирермен. (9) Иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙы саф мосолмандар хисабына яҙырбыҙ. (10) Кешеләр араһында шундайҙары ла бар: — Аллаһҡа инандыҡ, —тип әйтәләр ҙә, дин юлында ҡыйынлыҡтарға дусар булғас, кешеләр күрһәткән яфаларҙы улар Аллаһтың ғазабы булараҡ ҡабул итәләр. Аллаһ тарафынан берәй муллыҡ килһә, улар: - Беҙ ҙә, ысынлап та, һеҙҙең менән бер юлда инек, — тип әйтерҙәр. Аллаһ ғәләмдәрҙә (һәр кешенең күңелендә) нимәләр барын бик яҡшы белеп тороусы түгелме? (11) Ысындан да, Аллаһ кемдең иман килтергәнен, кемдең монафиҡ икәнен бик яҡшы белә. (12) Кәферҙәр иманлыларға әйтер: — Беҙгә эйәрегеҙ, (беҙҙең динде тотһағыҙ) беҙ һеҙҙең гөнаһтарҙы ла үҙ өҫтөбөҙгә алырбыҙ, — тип әйтерҙәр. Ләкин улар ул гөнаһтарҙың берһен дә үҙ өҫтәренә алмаҫ. Хаҡтыр, улар ялғансы. (13) Улар үҙ гөнаһтарын да, (үҙҙәре юлдан яҙҙырған мөьминдәрҙекен дә) үҙ елкәләрендә күтәреп Ҡиәмәткә алып килерҙәр, һәм ялғандары өсөн яуап тоторҙар. 14. Хаҡтыр, Беҙ Нухты үҙ халҡына (пәйғәмбәр итеп) күндерҙек. Ул үҙ халҡы араһында туғыҙ йөҙ илле йыл йәшәне. Уның халҡы барыбер иман килтермәне (боҙоҡлоҡ һәм гөнаһҡа батып бөттө) һәм уларҙы Туфан һыуы йотто. (15) Әммә Беҙ уны ла, кәмәләгеләрҙе лә һау-сәләмәт ҡотҡарҙыҡ һәм быны бөтөн донъяға үрнәк итеп ҡуйҙыҡ. 16. Ибраһимды ла (пәйғәмбәр иттек). Ул үҙ халҡына әйтте: — Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ. Унан (язаһынан) ҡурҡығыҙ. Әгәр белһәгеҙ икән, был эш һеҙҙең өсөн ғәйәт хәйерле булыр ине, — тине. (17) — Һеҙ Аллаһҡа тиң тип, үҙегеҙ уйлап сығарған боттарға табынаһығыҙ һәм ялған һөйләйһегеҙ. Гәрсә, һеҙҙең Аллаһтан башҡа табынған һындарығыҙ һеҙҙең өсөн бер бөртөк ризыҡ бирергә һәләтһеҙ нәмәләр. Ризығығызҙҙы Аллаһ хозурында табырһығыҙ. Уға ғибәҙәт ҡылығыҙ, Уға шөкөр итегеҙ. Һеҙ бары тик Уның янына ғына ҡайтарыласаҡһығыҙ; (18) әгәр һеҙ быларҙы ялған тип уйлаһағыҙ, һеҙҙән элек йәшәп киткән халыҡтар ҙа (үҙ пәйғәмбәрҙәрен) ялғансы тип атанылар (һеҙҙе лә шул ҡара яҙмыш көтә). Пәйғәмбәрҙәр өҫтөнә төшкән вазифа бары тик (Аллаһтың әмерҙәрен) ап-асыҡ итеп аңлатыу. 19. Әллә һуң улар күрмәйме, нисек итеп Аллаһ башта барлыҡҡа килтерҙе, унан һуң юҡҡа сығарыр, һуңынан тағын терелтер. Быларҙы эшләү Аллаһҡа бик тә еңел. 20. Әйт: — Донъя буйлай сәйәхәт итегеҙ, ҡарағыҙ: Аллаһ нисек итеп башта барлыҡҡа килтергәнде күрегеҙ. Аллаһ тағын Әхирәт тормошон да бирәсәк. Аллаһтың бөтөн нәмәгә ҡөҙрәте етә, — тип. 21. — (Аллаһ) ихтыяр иткән кешеһен язалар, теләгәнен ярлыҡар. Барығыҙ ҙа бары тик Уға ҡайтарыласаҡһығыҙ, —тип әйт. (22) — Һеҙ Ерҙә лә, Күктә лә Аллаһты меҫкен хәлдә ҡалдыра алмаҫһығыҙ. Аллаһтан башҡа һеҙҙең һис бер яҡлаусығыҙ һәм ярҙамсығыҙ булмаҫ, — тип. 23. — Аллаһтың аяттарын һәм Уның менән (Әхирәттә терелеп) ҡауышыуҙы инҡар иткән кәферҙәр рәхмәтемдән мәхрүм ҡаласаҡ. Аллаһтың әсе ғазабы ла уларға тейер. 24. Халҡы уға (Ибраһимға) шулай яуап ҡайтарҙы: — Үлтерегеҙ уны йәки яндырығыҙ, — тине. Аллаһ уны уттан ҡотҡарып ҡалды. Хаҡтыр, иманлылар өсөн бында ғибрәттәр бар. (25) Һәм ул (Ибраһим) әйтте: — Һеҙ донъя тереклегендә Аллаһтан башҡа боттар уйлап сығарып, шуларға барығыҙ ҙа мөхәббәт тәрбиә иттегеҙ. Ләкин ахырҙа, Ҡиәмәт көнөндә һеҙ бер-берегеҙҙән уаз кисеп, бер-берегеҙгә ләғнәт әйтәсәкһегеҙ. Һеҙ барасаҡ ер —утлы тамуҡтыр. Шунда һеҙҙең һис бер ярҙамсығыҙ булмаҫ, — тине. 26. Шунан һуң (Ибраһимдың туғандан туған энеһе) Лут иман килтерҙе. (Ибраһим) әйтте: — Хаҡтыр, мин Раббым яғына һижрәт итәсәкмен (Аллаһ ҡушҡан ергә күсеп китәсәкмен). Шик юҡтыр, һәр ваҡыт еңеүсе, хөкөм һәм хикмәт эйәһе — Улдыр, — тине. 27. Беҙ уға Исхаҡ менән Яҡупты ебәрҙек. Пәйғәмбәрлек һәм Китаптарҙы (Тәурат, Инжил, Зәбур, Ҡөръәнде) уның тоҡомона васыят иттек. Донъяла уға бүләктәр бирҙек. Хаҡтыр, ул Әхирәттә лә һәр хәлдә изгеләрҙән һаналасаҡтыр. 28. Лутты ла Беҙ (үҙ халҡына пәйғәмбәр итеп күндерҙек). Хәтерләйһеңме, ул халҡына былай тигән ине: — Һеҙ быға тиклем донъяла һис бер халыҡ ҡылмаған нәжес эш эшләйһегеҙ, — тине. (29) Һеҙ һәр ваҡыт ирҙәрҙе (ҡатын итеп) ҡулланасаҡһығыҙмы, юлбаҫарлыҡ ҡылырһығыҙмы, өйөрөлөшөп, шәриғәттә булмаған боҙоҡлоҡтар ҡылырһығыҙмы? — тине. Халҡы былай яуапланы: — Әгәр ҙә һин дөрөҫ һөйләйһең икән, (хаҡлы икәнеңде иҫбат итер өсөн) өҫтөбөҙгә Аллаһтың язаһын индерт, — тинеләр. («Народу Лотову приписываются три порока — противоестественный грех, разбой на дорогах и свершение злодеяний на сборищах их. Поэтому неверно сводить все их прегрешения, описанные в итории Лота, лишь к противоестественному греху, якобы единственной причины их виновности » Мөхәммәд Али тәфсиренән.) 30. (Лут ялбарып): — Йә, Раббым, боҙоҡ халыҡҡа ҡаршы көрәшергә көс бир, - тине. 31. Илсе (фәрештәләребеҙ) Ибраһимға (улдары буласағы тураһында) һөйөнсө алырға килгәс, әйттеләр: — Беҙ был төбәктең боҙоҡ халҡын һәләк итәсәкбеҙ. Сөнки, ысындан да, ул залимдар гөнаһҡа кереп батҡандар. (32) (Ибраһим әйтте): — Улар араһында Лут та бар бит, — тине. — Беҙ шунда кем булғанлығын бик тә яҡшы беләбеҙ, — тинеләр. — (Һәләкәткә дусар гөнаһлылар һәм) ҡатынынан башҡа, уның үҙен һәм яҡындарын, һис шикһеҙ, ҡотҡарасаҡбыҙ. 33. Илселәребеҙ (фәрештәләр) килгәс, Лут хафаға тарыны (уның өйөнә килеп кергән фәрештәләр бик тә сибәр егеттәр рәүешендә ине. Лут уларҙы ҡатын итеп файҙаланырҙар, тип) ҡурҡа ҡалды. — Ҡурҡма һин, борсолма, — тине (егет ҡиәфәтендәге фәрештәләр), — беҙ һине лә, яҡындарыңды ла ҡотҡарасаҡбыҙ. Әлбиттә, (һәләк буласаҡ) ҡатыныңдан башҡа; (34) һис шикһеҙ, был төбәктең халҡына, ҡылған гөнаһтары өсөн, Күктән хәтәр яза индерәсәкбеҙ. 35. Хаҡтыр, аҡылы башында булғандарға Беҙ ошо ваҡиғаларҙы һабаҡ булһын, тип ҡалдырабыҙ. 36. Үҙ ҡәүеменә — Шөғәйепте (күндерҙек), ул әйтте: — Әй, ҡәүемем, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ. Әхирәт көнөнә өмөт итегеҙ (Әхирәт көнөндә Аллаһ ҡаршыһында әжер алыр өсөн, гөнаһ ҡылыуҙан һаҡланығыҙ). Ер йөҙөндә фетнә сығара торған боҙоҡлоҡтар таратмағыҙ, — тине. (37) Ләкин уны ялғансы тип атанылар. Шуға күрә, уларҙы хәтәр ер тетрәүе тотто һәм уларҙың барыһы ла үҙ өйҙәрендә муйындары аҫҡа килеп, (йөҙтүбән) харап булды. 38. Ғәд менән Сәмуд ҡәүемдәрен дә (һәләк иттек). (Улар менән нимә булғанын) һеҙ емеректәргә ҡалған өйҙәренән күреп белерһегеҙ. Уларҙың яман эштәрен шайтан яҡшы итеп, биҙәп күрһәтте һәм аҙҙырҙы. Юғиһә, улар донъяға асыҡ күҙ менән ҡарай ине. 39. Ҡарунды, Фирғәүенде, Һаманды ла (һәләк иттек). Хаҡтыр, Муса уларға ап-асыҡ дәлилдәр килтерҙе, ләкин улар донъяла тәкәбберләнделәр. Ғазаптан ҡотола алманылар. 40. Бына шулай итеп, Беҙ уларҙың һәммәһен дә гөнаһтарына күрә язаға тоттоҡ. Ҡайһыһының түбәһенә (таш яуҙырған) дауыл менән (Лут халҡын), ҡайһыһын ҡот осҡос бер тауыш (Сур борғоһо) тотто (Мәдйән, Сәмуд ҡәүемдәрен), ҡайһыһын ергә йотторҙоҡ (Ҡарунды), ҡайһыһын һыуға батырҙыҡ (Фирғәүен һәм Нух тоҡомдарын), Аллаһ уларға золом килтермәне, улар үҙҙәренә-үҙҙәре золом килтерҙе. 41. Аллаһтан башҡа Илаһтар уйлап табыныусыларҙың ғәмәле пәрәүез (оя) ҡорған үрмәксенекенә оҡшаш. Әгәр улар аңлай торған заттар булһа, үрмәксе ояһы — пәрәүездең ни ҡәҙәр ҙә сыҙамһыҙ икәнен белерҙәр ине! (42) Аллаһ Үҙенән башҡа нәмәләргә табынғандарын, һис шикһеҙ, белә. Ул — һәр ваҡыт ҡөҙрәтле еңеүсе һәм хикмәттәр эйәһеҙер. 43. Бына беҙ был миҫалдарҙы, ғибрәттәрҙе кешеләр һабаҡ алһын өсөн килтерәбеҙ. Уларҙы фәҡәт белемле, зиһенле кешеләр генә аңлар. («Ҡурайштың наҙан, башһыҙ әҙәмдәре: «Мөхәммәдтең Раббыһы, себен-серкәй, үрмәкселәрҙән миҫалдар килтерә», — тип мыҫҡыллы көлдөләр. Был миҫалдарҙың мәғәнәһен наҙандар, хайуан дәрәжәһендәге мәхлүҡ наҙандар аңламаҫ, әлбиттә». Ибраһим Дөнмәз тәфсиренән.) 44. Аллаһ күктәрҙе һәм Ерҙе ысынбарлыҡ булараҡ яралтты. Хаҡтыр, бында (Аллаһтың был мөғжизәле эштәрендә) иманлылар өсөн ғибрәт алырлыҡ нәмәләр бар. 45. (Рәсүлем Мөхәммәд) үҙеңә уахи ителгән Китапты уҡы һәм намаҙ ҡыл. Хаҡтыр, намаҙ бит боҙоҡлоҡтарҙан, аҡылға һәм шәриғәткә һыймаған нәмәләрҙән һаҡлай. Аллаһты зикер итеү, әлбиттә, (ғибәҙәттәрҙең) иң әһәмиәтлеһе. Аллаһ нимә ҡылһағыҙ, шуны белеп тороусы. 46. Залимдарынан башҡа, китаплылар (йәһүдтәр) менән бәхәсләшмәгеҙ, әҙәпле һөйләшегеҙ, матур мөғәмәләлә булығыҙ. — Үҙебеҙгә индерелгәнгә (Ҡөръәнгә) лә, һеҙгә индерелгәнгә лә (Тәүрәткә лә) иман килтерҙек. Беҙҙең Тәңребеҙ ҙә, һеҙҙеке лә — бер Аллаһтыр. Һәм беҙ уға итәғәт иттек, — тип әйтегеҙ. 47. Шулай итеп, Беҙ һиңә (алда индерелеп тә, һуңынан кешеләр тарафынан боҙолған изге китаптарҙы дөрөҫләүсе) был Китапты индерҙек. Шуға күрә, китап әһелдәре (йәһүдтәр ҙә) быңа иман килтерҙе. Тегеләре араһында ла уға иман килтергәндәр бар. Беҙҙең аяттарыбыҙҙы кәферҙәрҙән башҡаһы, белгән көйөнсә, бер кем дә инҡар итмәҫ. (48) Һин бынан әүәл һис бер китап уҡыманың. Ҡулың менән дә китап яҙманың. Әгәр шулай булған булһа, мөшриктәр (аяттарҙы ялған тип), әлбиттә, шикләнер ине. |