КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
Скачать 3.18 Mb.
|
23. Һүҙҙәрҙең иң татлыларын (аяттарҙы) бер-береһенә ауаздаш итеп, Аллаһ бер Китап итеп тупланы һәм (бүлеп-бүлеп) индерҙе. (Ҡөръәнде уҡығанда) Раббыға тәрән мөхәббәт тәрбиә иткән кешеләрҙең тәндәре сымырҙап (ҡалтырап) китер, шунан һуң уларҙың тәндәре лә, күңелдәре лә (миһырбан тулып) Аллаһҡа йүнәлер. Бына ошо Китап Аллаһ күндергән рәһбәрҙер; (рәһбәр — етәксе, юлбашсы). Ул (ошо Ҡөръән менән) теләгән кешеһен тура юлға күндерер. Аллаһ юлдан яҙҙырған кешене бер кем дә тура юлға алып сыға алмаҫ. (24) Ҡиәмәт көнөндә йөҙө менән ғазаплы уттан ҡасырырға теләгән кеше (менән сауаплы кеше) бер булырмы? Ул залимдарға: — Ҡылмыштарына күрә, язаһын да татығыҙ, — тип әйтерҙәр. 25. Уларҙан элек йәшәгәндәр (пәйғәмбәрҙәрҙе ялғансыға сығарҙы һәм иҫкәртмәгән ерҙән уларға яза килде. (26) Шулай итеп, Аллаһ уларға был донъяла уҡ язаһын татыттырҙы. Әхирәт ғазабы унан да хәтәрерәк буласаҡ. Их, улар шуны алдан уҡ белгән булһа ине! (27) Хаҡтыр, өгөт алһындар тип, Ҡөръәндә кешеләргә һәр төрлө ғибрәтле миҫалдар килтерҙек. (28) (Гөнаһтарҙан) һаҡланһындар тип, мөкәммәл ғәрәп телендә Ҡөръән индерҙек. 29. Аллаһ ике ҡол тураһында миҫал килтерә. Ҡолдарҙың береһе үҙ-ара дуҫ булмаған күп хужаға хеҙмәт итә икән. (Ҡайһыһының әмерен үтәргә белмәйенсә, йомошто башҡара алмай ҡала һәм үҙенә шелтә ала.) Икенсеһенең хужаһы берәү генә, ти. (Уныһы хужаһының әмерен еренә еткереп үтәй һәм гел маҡтала икән.) Ике ҡол бер тигеҙ булырмы? (Күп хужалыһы мөшрик хәлендә. Бер хужалыһы мөьмин хәлендә. Мөшриктәр күп Илаһтарға табына. Мөьминдәр иһә бер Аллаһҡа ҡоллоҡ итә.) Аллаһ ҡына маҡтауға лайыҡ. Ләкин уларҙың күбеһе был турала белмәй. 30. (Мөхәммәд) һин, һис шикһеҙ, үләсәкһең, улар ҙа үләсәк. (31) Ахырҙа, һис шикһеҙ, һеҙ ҙә Ҡиәмәт көнөндә Раббығыҙҙың хозурына килеп баҫасаҡһығыҙ. (32) Аллаһҡа ҡаршы ялған уйҙырған, үҙенә китерелгән (Ҡөръәнде) ялғанға сығарған залимдан да залим кем барҙыр? Кәферҙәрҙең урындары йәһәннәмдә булмай, ҡайҙа булһын! 33. Дөрөҫлөктө алып килгән һәм уны тәҡдир итеүсе кешеләр ҙә бар. Яманлыҡ ҡылыуҙан ваз кискән тәҡүә кешеләр бына шулар була инде. (34) Улар өсөн Раббы янында һәр нәмә үҙҙәре теләгәнсә мул булыр. Изгелек ҡылғандарҙың бүләге бына шул булыр. (35) Шулай итеп, Аллаһ уларҙың (фани донъяла) йәшәгән ваҡытта ҡылған яман эштәрен дә ҡаплаясаҡ. Ҡылған изгелектәренең иң яҡшыларын ғына һайлап, уларҙы бүләктәр. 36. Үҙенең илсеһен (Пәйғәмбәрҙе) һаҡлар-яҡлар өсөн Аллаһ үҙе етмәйме ни? Һине башҡа (уйҙырма Илаһ)тар менән ҡурҡыталар. Аллаһ юлдан яҙҙырған кешене бер кем дә туры юлға ҡайтара алмаҫ. 37. Аллаһ берәйһен тура юлға баҫтырһа, уны берәү ҙә юлдан яҙҙыра алмаҫ. Мотлаҡ ҡөҙрәт эйәһе һәм (дошмандарҙан) үс ҡайтарыусы — Аллаһ Тәғәлә түгелме ни? 38. Хаҡтыр, уларҙан: — Күктәрҙе һәм Ерҙе кем юҡтан бар итте? — тип һораһаң, әлбиттә: — Аллаһ бар итте, — тип әйтерҙәр. Әйт һин уларға: — Шулай булғас, әйтегеҙ әле: Аллаһ миңә берәй төрлө зарар ҡылырға теләһә, Аллаһты инҡар итеп, табынғандарығыҙ Ул биргән зарарҙан ҡотҡара аласаҡмы? Йәки Аллаһ миңә рәхмәт әйләһә, улар Уның рәхмәтен юҡҡа сығара аламы? — тип һора. Әйт һин уларға: — Миңә (ярҙам итергә, мине һаҡларға) Аллаһ етәр, — тип. Тәүәккәл итеүселәр бары тик Уға инанып, һыйыналар. 39. Әйт һин: — Әй, халҡым, һеҙ үҙ хәжәтегеҙсә ҡылығыҙ, мин үҙ яйыма эш башҡарырмын, — тип. Оҙаҡламай барыһын да белерһегеҙ: (40) үҙен рисуай итәсәк ғазап кемгә киләсәк, сикһеҙ ғазап кемгә буласаҡ? 41. Хаҡтыр, Беҙ ул Китапты кешеләргә файҙа булһын өсөн, Хәҡиҡәт булараҡ, һиңә индерҙек. Кем тура юлға баҫырға ихтыяр итә, был уның үҙ файҙаһына. Кем юлдан яҙырға теләй, уның да үҙ зарарына булыр. Һин (Мөхәммәд уларҙы ирекһеҙләп, дингә кертеүсе) вәкил түгелһең. 42. Аллаһ кеше үлгәндә уның йәнен алыр. Иҫәндәр йоҡлағанда, Аллаһ уларҙың рухын үҙенә алып торор. Шулай итеп, үлемгә хөкөм ителгәндәрҙең рухын үҙ янында ҡалдырыр. Йоҡолағыларҙың йәнен мәғлүм бер ваҡытҡа саҡлы тәндәренә кире ҡайтарып торор. Шик юҡ, фекер йөрөтөүселәр өсөн бында ҡәтғи ғибрәттәр бар. 43. Әллә һуң улар үҙҙәренә шәфәғәтсе итеп Аллаһтан башҡаларҙы ялланылармы? Әйт һин: — Бер нәмәгә лә көстәре етмәгән килеш һәм аҡылдары етешле булмаһа ла мы? — тип (44) Әйт һин: — Бөтөн шәфәғәт — Аллаһ хозурында. Күктәр һәм Ерҙәге бөтөн милек — Уныҡылыр. Барыбер бөтөнөгөҙ ҙә Уның хозурына ҡайтарыласаҡһығыҙ. (45) Аллаһтың бар икәнлеге тураһында һөйләгәндә, Әхирәт көнөнә инанмағандарҙың йөрәктәре жыу итеп китә. Аллаһтан башҡа (бот)тарҙың исеме телгә алынғанда, уларҙың йөҙҙәре яҡтыра. (46) Әйт һин: — Әй, күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан, йәшерелгәндәрҙе лә, йәшерелмәгәндәрҙе лә белеүсе Аллаһ, бәндәләрең араһында бәхәс сәбәпсеһе булған нәмәләрҙе Үҙең асыҡлап бирерһең, — тип. (47) Ерҙәге бөтөн байлыҡҡа улар хужа булып, тағын шул ҡәҙәр байлыҡ улар ҡулына керһә лә, Ҡиәмәт көнөндәге ғазаптарҙан ҡотолор өсөн шул байлыҡты ла улар ҡыҙғанып тормаҫ ине (ләкинул байлыҡ уларға файҙа килтермәҫ). Аллаһ уларҙың баштарына ла килеп ҡарамаған язалар бирер. (48) Уларҙың (донъяла) ҡылған яманлыҡтары (Ҡиәмәт көнөндә) уртаға сығасаҡ, көлкөгә сығарған нәмәләре үҙҙәрен ҡамап аласаҡ. (49) Берәй ҡыйын хәлдә ҡалһа, кеше Беҙҙе ярҙамға саҡыра. Һуңынан үҙенә Беҙҙән ниғмәт-муллыҡ килһә: — Был миңә бары тик үҙемдең (булдыҡлылығым) белемем арҡаһында ғына килде, — ти. Дөрөҫ, был бары тик һынап ҡарау ғына. Ләкин уларҙың күбеһе был турала белмәй. (50) Уларҙан элек йәшәгәндәр ҙә шулай һөйләй ине. Ләкин ҡаҙанған байлыҡтары үҙҙәренә (Ҡиәмәттә) файҙа килтермәҫ. (51) Ҡылған яуызлыҡтары уларҙы язаға ирештерҙе. Хаттин ашыусыларҙың (сиктәрҙе уҙғандарҙың) ҡылған яманлыҡтары үҙҙәренең башына төшәсәк. Был мәсьәләлә Аллаһты меҫкен хәлдә ҡалдырып, Уға ҡамасаулай алмаҫһығыҙ. (52) Үҙе ихтыяр иткән бәндәһенә Аллаһ ризыҡты мул бирер, теләмәгәненең ризығын киҫер. Улар шуны ла белмәйҙәрме? Шик юҡ, иман килтергәндәр өсөн бында ғибрәттәр бар. (53) Әйт һин: — Һәй, үҙ нәфселәре (ҡомһоҙлоҡтары) арҡаһында хаттин ашҡандар (сиктәрҙе уҙғандар)! Аллаһтың рәхмәтенән өмөт өҙмәгеҙ. Аллаһ (тәүбә иткән) барса гөнаһлыларҙы ярлыҡаусы. Хаҡтыр, Ул сикһеҙ ярлыҡаусы, хәтһеҙ мәрхәмәтле. (Ләкин был: һуңынан тәүбә итермен, тип аҙғынлыҡ ҡылып, хаттин ашарға ярай, тигән һүҙ түгел. Аллаһ барыһын да күреп, белеп тора.) 54. Һеҙгә ғазап килеп төшкәнсегә ҡәҙәр Раббыға йүнәлегеҙ. Уға тәслим ҡылығыҙ, (ваҡытында тәүбә итмәһәгеҙ) һуңынан һеҙгә ярҙам булмаҫ. (55) Һеҙ, көтмәгәндә, һис уйламаған яҡтан башығыҙға яза килеп төшкәнсегә ҡәҙәр Раббығыҙ һеҙгә индергәндәренән иң яҡшыһына — Ҡөръәнгә эйәрегеҙ. 56. —Аллаһ алдында хаттин ашҡан ғәмәлдәрем өсөн мин үкенәм, миңә яҙыҡтар (ҡайғы) булһын. Ысындан да, мин (динде, Ҡөръәнде) мәсхәрә итеп көлгәндәр араһында инем, — тип үкенерлек булмаһын. (57, 58) Йәки: —Аллаһ мине тура юлға баҫтырған булһа, әлбиттә, (гөнаһ ҡылыуҙан) һаҡланған булыр инем, — тип йәки ғазапты күргәс тә:— Их, донъяға кире ҡайта торған булһа, мин гел изгелек кенә ҡылыр инем, — тип ҡайғырырлыҡ булмаһын. (59) (Эй, кәфер, донъяға кире ҡайтыу булмаҫ.) Аяттарым һиңә килде. Һин уларҙы ялғанға сығарҙың. Тәкәббер инең һәм инҡарсыларҙан булдың. 60. (Эй, Мөхәммәд) Аллаһ хаҡында ялған һөйләгәндәрҙең йөҙҙәре Ҡиәмәт көнөндә ҡап-ҡара булғанын күрерһең. Маһайғандарҙың урыны йәһәннәм түгелме? 61. Аллаһ саф-ихлас мөьминдәрҙе (Ҡиәмәттә) ҡотҡарыр. Уларға һис бер бәлә килтермәҫ. Мөьминдәргә (Ҡиәмәттә) ҡайғы ирешмәҫ. 62. Аллаһ барса нәмәне юҡтан бар итеүсе — яралтыусы. Аллаһ һәр нәмә менән Үҙе теләгәнсә идара итә. (63) Күктәрҙең һәм Ерҙең сер асҡыстары бары тик Уның хозурында. Аллаһтың аяттарын инҡар итеүселәр бар. Бына шулар инде хәтәр юғалтыуҙарға дусар кешеләр. (64) Әйт һин: — Әй, наҙандар! Һеҙ Аллаһтан башҡа нәмәләргә ҡоллоҡ итеүемде теләйһегеҙме? — тип. (65) (Мөхәммәд) хаҡтыр, һиңә лә, һинән элек килгәндәргә лә шулай уахи ителде: — Шикһеҙ, әгәр ҙә Аллаһҡа тиң һанап, башҡаға табынһаң, ҡылмыштарың, һис шикһеҙ, бушҡа китер һәм һин юғалтыуҙарға мәхкүм булырһың. (66) Әйе, һин бары тик бер Аллаһҡа ғына бойһон һәм шөкөр итеүселәрҙән бул. (67) Улар (мөшриктәр) Аллаһты ысыны менән танып бөтөрмәнеләр. Ҡиәмәт көнөндә бөтөн Ер йөҙө Уның ҡарамағында булыр. Күктәр Уның ҡөҙрәте менән (ҡағыҙ кеүек итеп) төрөлөр. Аллаһ мөшриктәрҙең уйҙырма тәңреләренән бөйөк һәм кәмселекһеҙ. 68. Сур борғоһона өрөлгәс, Аллаһ иҫән ҡалдырырға теләгәндәрҙән башҡаһы, күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа — барсаһы үләсәк, юҡҡа сығасаҡ. Бер аҙҙан тағын икенсе тапҡыр Сурға өрөлгәс, ни күҙҙәрегеҙ менән күрерһегеҙ, уларҙың (үлгәндәрҙең) барыһы ла аяҡҡа баҫып, ҡарап-көтөп торорҙар. («Беренсе тапҡыр Сурға өрөлгәс, иҫән ҡала торғандар: Жәбраил фәрештә, Исрафил фәрештә, Ғазраил фәрештә һәм Ғәреш хеҙмәткәрҙәре, тағын йәннәт ҡапҡаһында һаҡта тороусы ридуан фәрештәләре, йәннәттең хазинаһын һаҡлаусы Мәлик, йәһәннәм һаҡсылары — зобаниҙар. Сурға беренсе өрөлгәндә был донъялағы тереклек бөтә. Икенсе тапҡыр өрөлгәс, яңынан терелеү, теге донъя тормошо башлана». Хәсән Чантай тәфсиренән.) 69. Мәхшәр ере Раббының нуры менән яҡтыртылыр. Китап (ғәмәл дәфтәре) майҙанға ҡуйылыр. Пәйғәмбәрҙәр һәм шаһиттар килтерелер. Ғәҙел хөкөм башланыр. Бер кемгә лә хаҡһыҙлыҡ ҡылынмаҫ. (70) Ғәмәленә күрә, һәр кем теүәл әжерен алыр. Уларҙың нимә ҡылғандарын Аллаһ бик яҡшы белә. 71. Иманһыҙҙар иһә, төркөм-төркөм булып, йәһәннәмгә ҡыуылыр. Ниһайәт, килеп етеүгә үк (тамуҡтың) ҡапҡалары асылып китер. Зобаниҙар (йәһәннәм һаҡсылары) уларҙан: — Һеҙҙең аранан сыҡҡан, һеҙгә Раббының аяттарын уҡып биргән һәм бөгөн бында ҡауышасағығыҙҙы киҫәтеп ҡуйған пәйғәмбәрҙәр һеҙгә килмәнеме ни? — тип һорарҙар. — Әйе, килгәндәр ине, — тип әйтерҙәр. Кәферҙәргә вәғәҙә ителгән ғазап инде дөрөҫкә сыҡты. (72) Уларға: — Эсендә мәңге ҡаласаҡ йәһәннәмдең ҡапҡаһынан керегеҙ! — тип әйтелер. Маһайған тәкәбберҙәрҙең урыны бик тә хәтәр урын. 73. Раббыға ризаһыҙлыҡ белдерергә ҡурҡҡандар иһә төркөм-төркөм булып, йәннәткә керер. Ҡапҡанан кергәндә уларға һаҡсылар әйтер: — Сәләм һеҙгә! Саф-пак килеш килдегеҙ. Инде мәңгегә ҡалыр өсөн ожмахҡа керегеҙ, - тип әйтерҙәр. (74) Улар: — Беҙгә биргән антына тоғро ҡалған һәм беҙҙе теләгән урыныбыҙға ултыртасаҡ, беҙҙе йәннәткә вәриҫ ҡылған Аллаһҡа — дан! — тип әйтерҙәр. Изгелек ҡылғандарҙың әжере ни ҡәҙәр гүзәлдер. 75. Фәрештәләрҙе күрерһең. Улар Раббыға маҡтау менән тәсбих әйтер өсөн, Ғәреште уратып алған булыр. Кешеләр араһында ғәҙел хөкөм тамам! Ғәләмдәрҙең Раббыһы булған Аллаһҡа — дан! Әлхәмдүлилләһи Раббыл ғәләмин! 40 — Мөьмин (Мөьмин) сүрәһе (Мөьмин сүрәһе 85 аяттан тора. Мәккәлә ингән. 56, 57-се аяттары Мәҙинәлә ингән). Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим. 1.Ха. Мим. (2, 3) Был Китап һәр ваҡыт еңеүсе, барыһын да белеүсе, гөнаһтарҙы ярлыҡаусы, тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, ғазабы — хәтәр, бәрәкәте — мул Аллаһ тарафынан индерелде. Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Ҡайтарылыш фәҡәт Уның хозурына. (4) Инҡарсыларҙан башҡа һис кем Аллаһтың аяттары хаҡында шик белдереп бәхәсләшмәҫ. Шәһәрҙәрҙәге (кәферҙәрҙең рәхәт муллыҡта) йәшәйештәре һине ҡыҙыҡтырмаһын. (Уларҙың байлығына, сауҙалағы уңыштарына алданма.) 5. Уларҙан элек Нухтың ҡәүеме, уларҙан һуң йәшәгән (Ғәд, Сәмүд, Лут) халыҡтары ла (пәйғәмбәрҙәрен) ялғансыға сығарған ине. Уларҙың һәр өммәте үҙ пәйғәмбәрҙәрен харап итер өсөн, мәкерле тоҙаҡтар ҡорҙо. Ялғанды Хәҡиҡәттән өҫтөн сығарыр өсөн, гел һуғышып торҙолар. Нәтижәлә, Мин дә уларҙы тотоп алдым (да һәләк иттем). Ана, ҡара! Минең ғазабым уларға нисек хәтәр булып төштө. (6) Аллаһтың: — Инҡарсылар, һис шикһеҙ, йәһәннәм әһеле буласаҡ,- тигән һүҙе хаҡ булып сыҡты. Улар йәһәннәм әһеле булды. 7. Ғәреш(тең мәшәҡәтле) эштәрен үҙ өҫтәренә алған, Ғәреш тарафындағылар (фәрештәләр) Раббыға мәдхийә уҡыйҙар һәм тәсбих әйтәләр. Аллаһҡа инаналар. — Йә, Раббыбыҙ, һинең рәхмәтең һәм ғилемең һәр нәмәне солғап алған. Шулай булғас, тәүбә иткәндәрҙе һәм Һинең юлыңа йүнәлгәндәрҙе ярлыҡа. Уларҙы йәһәннәм ғазабынан ҡотҡар! (8) Раббыбыҙ, уларҙы ла, уларҙың аталарын да, ҡатындарын да, нәҫелдәрендәге изгелек ҡылғандарҙы ла үҙҙәренә вәғәҙә иткән Ғәден йәннәттәренә керт. Һис шик юҡ, Һин һәр саҡ еңеүсе һәм хаким булдың. (9) Уларҙы һәр төрлө яманлыҡ ҡылыуҙарҙан һаҡла. Гөнаһтарҙан һаҡлаһаң, хаҡтыр, ул Көндө (Ҡиәмәттә) улар рәхмәтеңә ирешер. Был улар өсөн иң оло ҡотолош һәм Сәғәдәткә ирешеү булыр ине. 10. Инҡарсыларға былай әйттеләр: — Аллаһтың ғазабы, хаҡтыр, һеҙҙең үҙегеҙгә булған бөгөнгө нәфрәтегеҙҙән хәтәрерәк. Һеҙҙе иман килтерергә өндәнеләр, ләкин һеҙ баш тарттығыҙ. 11. Улар: — Раббыбыҙ, беҙҙе ике тапҡыр үлтерҙең, ике тапҡыр терелттең. Беҙ ҙә гөнаһтарыбыҙҙы таныныҡ. Исмаһам, бер тапҡыр ғына булһа ла (йәһәннәмдән) сығыу юлы бармы? — тип әйтер. («Беренсе терелеү — тыуыу, икенсе терелеү—Ҡиәмәттә. Беренсе үлем — әсә ҡарынындағы яралғының, йәнһеҙлек һәләте, юҡлыҡ. Икенсе үлем — был донъянан китеү». Хәсән Чантай тәфсиренән.) 12. Бындай яза һеҙгә шуның өсөн бирелде: һеҙҙе бер Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылырға өндәнеләр, һеҙ инҡар иттегеҙ. Уға тиң тип, уртаҡтарға табындығыҙ. Инде хәҙер хөкөм бөйөктәрҙән-бөйөк Аллаһ ихтыярында. (13) Һеҙгә аяттарҙы күрһәткән, һеҙҙең өсөн Күктән ризыҡ индергән — Улдыр. Аллаһ юлындағыларҙан башҡалар был эштәрҙән ғибрәт алмаҫ. 14. Йәгеҙ, кәферҙәрнең һушына китмәһә лә (күрә алмаһалар ҙа), Аллаһҡа һәм дингә ихласлыҡ менән ғибәҙәт ҡылайыҡ. 15. Юғары дәрәжәле, Ғәрештең хужаһы Аллаһ, (Ҡиәмәттә) ҡауышыу көнө менән ҡурҡытыу өсөн, үҙе теләгән ҡолона уахи индерҙе. (16) Ул Көндө улар ҡәберҙәренән ҡубарылып, майҙанға сығыр. Улар ҡылған ғәмәлдәрҙең береһе лә Аллаһтан йәшеренеп ҡала алмаҫ. — Был Көндә хөкөмдарлыҡ кем ихтыярында? — Ҡөҙрәтле һәм берҙән-бер Аллаһ хозурында! (17) Ул Көндө һәр кемгә үҙе ҡылғандарҙың әжере бирелер. Был Көндө бер кемгә лә ғәҙелһеҙлек ҡылынмаҫ. Шөбһәһеҙ, Аллаһ хөкөмөн тиҙ тотар. (18) Яҡынлашып килә торған Көн (Ҡиәмәт) тураһында уларҙы киҫәтеп тор. Шунда, утлы дәһшәт эсендә уларҙың йөрәктәре боғоҙҙарына тығылыр. Залимдарҙың шунда дуҫы ла, һүҙенә ҡолаҡ һалырҙай шәфәғәтсеһе лә булмаҫ. (19) Аллаһ хыянатсыны күҙ ҡарашынан уҡ таныр. Күңелдәрендәге йәшертен теләктәрен дә белеп торор. (20) Аллаһ ғәҙеллек менән хөкөм итер. Уны инҡар итеп, табынған нәмәләре бер ниндәй ҙә хөкөм сығара алмаҫ. Шик юҡтыр, Аллаһ ысыны менән ишетеп, күреп тороусылыр. (21) Улар Ер йөҙөндә йөрөп тә, әүәл йәшәгән (гөнаһлы) халыҡтарҙың нисек итеп һәләк булғандарын күрмәнеләр (күрһәләр ҙә, ғибрәт алманылар). Юҡһа, улар Ер йөҙөндәге ҡоролмалары, һарайҙары менән быларынан күпкә өҫтөн һәм ҡеүәтле ине. Шулай ҙа, Аллаһ уларҙы (гөнаһтарына күрә) язаланы. Уларҙы язаһынан ҡотҡарырға тырышҡан зат та булманы. (22) Сөнки пәйғәмбәрҙәр уларға ап-асыҡ аяттар-мөғжизәләр алып килеп тә, улар инҡар итте. Аллаһ та уларҙы ғазапҡа дусар итте. Хаҡтыр, Аллаһ — ҡөҙрәт эйәһе, Уның ғазабы бик тә хәтәр буласаҡ. 23, 24. Хаҡтыр, Беҙ Мусаны мөғжизәләребеҙ һәм ап-асыҡ дәлилдәр менән Фирғәүенгә, Һаманға, Ҡарунға күндерҙек. Улар: — Был шыр ялғансы һәм сихырсы, - тинеләр. (25) Муса Беҙҙең тарафтан үҙҙәренә Хәҡиҡәтте алып килгәс, улар: — Уға эйәреп, иман килтергәндәрҙең ир улдарын нәҫеле менән бергә үлтерегеҙ, ҡатындарын, ҡыҙҙарын иҫән ҡалдырығыҙ, — тинеләр. Әммә кәферҙәрҙең тоҙағы ғәмәлгә ашманы. 26. Фирғәүен: —Үҙ ихтыярыма ҡалдырығыҙ, Мусаны мин үлтерәсәкмен. Ҡотолаһы килһә, Аллаһына ялбарһын. Сөнки мин уның динебеҙҙе үҙгәртеүенән һәм Ер йөҙөндә фетнә сығарыуынан ҡурҡам, — тине. 27. Муса: — Мин Хисап көнөнә инанмаған һәр тәкәббер кешенән һеҙҙең дә, минең дә Раббым булған Аллаһҡа һыйынам, — тине. 28. Фирғәүендең яҡындарынан булып та йәшерен рәүештә иман килтергән бер әҙәм былай тине: — Һеҙ был әҙәмде: Раббым — Аллаһтыр, тигәне өсөн генә үлтермәксе булаһығыҙмы? Гәрсә, ул һеҙгә Раббығыҙҙан ап-асыҡ дәлилле мөғжизәләр килтерһә лә? Әгәр ҙә ул ялғанлай икән, ялғаны үҙ башына булһын. Әгәр ҙә ул дөрөҫөн һөйләй икән, ул ғазаптарҙың берәйһе килеп, һеҙҙе тотасаҡ бит. Шик юҡ, Аллаһ хаттин ашҡан ялғансыларҙы тура юлға ирештермәҫ. (29) Әй, ҡәүемем, бөгөн был ерҙә (Мысырҙа) һеҙ — хаким, һәм хөкөм сығарыу — һеҙҙең ҡулда. Әммә Аллаһтың язаһы беҙгә бер килтереп һуғыр, шул сағында беҙгә кем ярҙам итер икән? Фирғәүен әйтте: — Мин һеҙгә үҙ ҡарашымды һөйләнем һәм йәнә һеҙгә тура юл күрһәттем, — тине. 30, 31. Теге иманлы әҙәм йәнә былай тине: — Әй, туғандар! Дөрөҫөн әйтәйем, мин һеҙҙең өсөн ҡурҡам. Нух ҡәүеменең, Ғәд, Сәмүд һәм уларҙан һуң килгәндәрҙең башына төшкән әфәттең һеҙгә лә килеүенә шик юҡ. Аллаһ Үҙенең бәндәләренә бер ҡасан да яманлыҡ теләмәй. (32, 33) Әй, халҡым минең, ысындан да мин һеҙҙең өсөн ҡурҡам. Аҡырып-баҡырып кирегә боролоп ҡасасаҡ Көн килеүенән ҡурҡам. Һеҙҙе Аллаһ ғазабынан ҡотҡарырлыҡ бер генә зат та юҡ. Аллаһ юлдан яҙҙырған кешене тура юлға баҫтырырлыҡ башҡа бер генә көс тә юҡ. |