КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
Скачать 3.18 Mb.
|
8. Һаҡ булығыҙ, (ғәләмдәге) тиҙлекте (үлсәмде) боҙмағыҙ. 9. Үлсәүҙе ғәҙеллек менән тотоғоҙ һәм кәметеп үлсәмәгеҙ. 10. Аллаһ Ерҙе барлыҡ йәнлеләр өсөн яралтты. (11) Шунда емештәр, тәлгәш-тәлгәш хөрмә ағастары, (12) һаламлы (иген) орлоҡтар һәм хуш еҫле үҫемлектәр бар. (13) Шулай булғас, Раббының ҡайһы ниғмәттәрен һеҙ ялғанға сығарыр инегеҙ? 14. Аллаһ әҙәмде яндырылған сүлмәк кеүек яңғырап торған (саф) балсыҡтан яһаны. 15. Ендәрҙе Ул уттан барлыҡҡа килтерҙе. 16. Шулай булғас, Раббының ниғмәттәренән ҡайһыһын ялғанға сығарыр инегеҙ? 17. Аллаһ ике көн сығыштың да, ике көн батыштың да Раббыһы. («Йәй, ҡыш фасылдарында (миҙгелдәрендә) Ҡояштың сығыш һәм батыш тарафтары үҙгәреп тора. Шуға күрә, ике сығыш, ике батыш тип яҙылған, йәғни Аллаһ бөтөн Ер шарының хужаһы». Ғәли Турғут тәфсиренән.) 18. Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарыр инегеҙ? 19. Ул (берһе сөсө, икенсеһе тоҙло һыулы) ике диңгеҙҙе йәнәшә ағырлыҡ итте. (20) Уларҙың араһына (күренмәҫ) ҡорма ҡороп ҡуйҙы. Улар ҡушылмайынса, йәнәшә аға бирә). (Океанда бер-берҙәренә ҡушылмайынса аға торған, берһе сөсө, икенсеһе тоҙло ағымдар барлығы океанография фәне тарафынан һуңғы уаҡыттарҙа ғына иҫбат ителде.) 21. Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ? 22. (Диңгеҙҙәрҙең) икеһенән дә ынйы, мәрйендәр сыға. 23. Хәҙер инде Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ? (24) Диңгеҙҙәр буйлап йөҙөп йөрөүсе бейек тау хәтле кәмәләр ҙә Аллаһтың ҡөҙрәтенән килә. (25) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ниғмәттәренән ҡайһыһын ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ? 26. Ер йөҙөндәгеләрҙең барыһы ла юҡҡа сығасаҡ. (27) Бары тик еңелеү белмәҫ ҡөҙрәт эйәһе, олуғ Аллаһ ҡына мәңге ҡаласаҡ. (28) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялған тип әйтә алаһығыҙ? (29) Күктәрҙә, Ерҙә булғандарҙың барыһы ла Уға ялбара. Аллаһ һәр көн фәғәлийәттә (бер миҙгелгә лә туҡтамайынса, Ул яңы ғәмәлдәр менән мәшғүл) (30) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ? (31) Әй, әҙәм, һәй, ен! Оҙаҡламай Мин һеҙҙе яуапҡа тартасаҡмын. (32) Ошо хәлдә лә һеҙ Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ? (33) Һәй, ендәр һәм кешеләр! Күктәр һәм Ерҙең ситтәренән сығып китергә ҡөҙрәтегеҙ етһә, китегеҙ. Ләкин һеҙ (Аллаһтың сикһеҙ) ҡөҙрәт(е) менән генә (Ерҙең тартыу көсөнән ысҡынып) китә алырһығыҙ. (34) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (35) Өҫтөгөҙгә дөрләп торған ут ялҡыны һәм тонсоҡторғос төтөн ебәрербеҙ. Һеҙ бер-берегеҙҙе ҡотҡара алмаҫһығыҙ, ярҙам да итә алмаҫһығыҙ. (36) Шулай булғас, Раббығызҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? 37. Күк ярылып, ҡыҙыл тире төҫөнә керер, (38) шул сағында Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (39) Бына шул саҡта инде ендәрҙән дә, кешеләрҙән дә гөнаһтары тураһында һорау алынмаҫ. (40) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? 41. Гөнаһлыларҙы тамғаларынан танырҙар, сәстәренән һәм аяҡтарынан тотоп алырҙар. (42) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (43) Бына был (тамуҡ) гөнаһлыларҙың ялғанға сығарған йәһәннәме булыр. (44) Улар йәһәннәм менән ҡайнар һыу араһында болғанып йөрөр. (45) Хәҙер инде Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (46) Раббының хозурында торорға (гөнаһтан) ҡурҡҡандар өсөн ике йәннәт бар. (47) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығармаҡсы булаһығыҙ? (48) Ике йәннәт тә төрлө-төрлө ағастар менән тулған. (49) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ? (50) Икеһендә лә ике шишмә ағып ята. (51) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығара алырһығыҙ икән? (52) Икеһендә лә һәр төрлө емештәр пар-пар булып үҫә. (53) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығара алырһығыҙ икән? (54) Мөьминдәрҙең барыһы ла атластан тегелгән яҫтыҡтарға таянып, истирәхәт ҡылыр (ял итер). Ике йәннәттә лә емештәре яҡын ғына үҫеп утырыр. (55) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялған тип атарһығыҙ икән? (56) Шунда үҙ иренән башҡа ир затҡа күтәрелеп ҡарарға ояла торған гүзәл ҡатындар бар, уларға ен затынан да, кеше затынан да берәү ҙә ҡағылмаған. (57) Шулай булғас, раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырға баҙнат итәһегеҙ? (58) Әйтерһең дә, ул ҡатындар яҡут йәки мәрйен инде. (59) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (60) Изгелек ҡылғандың әжере — изгелек. (61) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ? (62) Был ике йәннәттән башҡа тағын ике йәннәт бар. (63) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (64) Был йәннәттәр ҡуп-ҡуйы йәшеллектән генә тора. (65) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (66) Икеһендә лә мәңгелек ике шишмә ағып ята. (67) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (68) Икеһендә лә һәр төрлө еләк-емеш, хөрмә һәм нар ағастары бар. (69) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (70) Ул йәннәттең эсендә холҡо матур, йөҙө гүзәл ҡатындар бар. (71) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (72) Сатырҙар эсендә ҡара күҙле хур ҡыҙҙары бар. (73) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (74) Ул ҡыҙҙарға элек бер генә кеше лә, бер генә ен дә ҡағылып ҡарамаған. (75) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (76) (Мөьминдәр) йәшел яҫтыҡтар һәм тышы сиккән матур түшәктәргә ятып истирәхәт ҡылырҙар (ял итерҙәр). (77) Шулай булғас, Раббығыҙҙың ҡайһы ниғмәттәрен ялғанға сығарырһығыҙ икән? (78) Бөйөклөк һәм абруй эйәһе Раббының исеме олуғтарҙан — олуғтыр. 56 — Ваҡийға (Ваҡиға) сүрәһе (Ваҡийға сүрәһе 96 аяттан тора. Мәккәлә ингән.) Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим. 1. Ул ваҡиға (Ҡиәмәт) уаҡытында (2) (Ҡиәмәт булмаясаҡ тип) бер кем дә ялғанлай алмаҫ. (3) Ул саҡта кемдер меҫкен, кемдер абруйлы булыр. (4) Ер дәһшәтле тетрәнеү менән ҡубарылыр. (5) Тауҙар емерелеп төшөр, (6) таралып, туҙан хәленә килер. (7) Һәм һеҙ ҙә өс ҡатламға айырылырһығыҙ (шаһидтар, фәрештәләр, пәйғәмбәрҙәр; ғәди тәҡүәләр; йәһәннәмгә кереүсе гөнаһлылар). (8) Уң яҡтағылар — бәхет эйәләре, ни ҡәҙәр бәхетле булыр. (9) Һулдағылар — бәхетһеҙлек эйәләре, ни ҡөҙәр бәхетһеҙ булыр. (10) (Изгелек ҡылыуҙа) алда барғандар алдан әжерен алыр. (11, 12) Бына шулар инде Нәғим (рәхәтлек) йәннәттәрендә (Аллаһҡа) иң яҡын тороусылар булыр. (13) Уларҙың күбеһе әүүәлге өммәттәрҙән булыр. (14) Бер аҙы — һуңғыларынан. (15, 16) Гәүһәрҙәр менән сигелеп эшләнгән урындыҡтарҙа, ҡапма-ҡаршы, ҡырын ятып (ләззәт алырҙар). (17) Яндарында (хеҙмәт өсөн) үлемһеҙ йәш егеттәр булыр. (18) Ҡулдарында мәңге ҡоромаҫ шишмәнән һауыттар, туҫтаҡтар, касаларға тултырып алған (19) эсемлек булыр. Ул эсемлектән баш ауыртмай, ул хәлде лә (аҡылды ла) алмай. (20) Уларға үҙҙәре теләгән емештәр, (21) йәндәре теләгән ҡош иттәре, (22, 23) күҙ алмаһы кеүек һаҡланған ынйылай, ҙур ҡара күҙле хур ҡыҙҙары (24) изгелектәренә әжер булараҡ бирелер. (25) Шунда буш һүҙҙәр һөйләнмәҫ, гөнаһ вәсүәсәсенә тартылыу булмаҫ. (26) Бары тик: сәләм һеҙгә (именлек теләйем) кеүек һүҙҙәр генә ишетелер. (27) Ундағылар — бәхет эйәләре ни ҡәҙәр бәхетле буласаҡ. (28) Сәнскеһеҙ, баллы сейә ағастары, (29) емештәр менән ҡаплаған банан ағастарынан (30) төшкән күләгәләр, (31) сылтырап ағыусы шишмәләр, (32, 33) бөтмәҫ-төкәнмәҫ һәм ашарға тыйылмаған еләк-емештәр араһында, (34) ҡабартылған түшәктәр өҫтөндә истирәхәт ҡылырҙар. (35) Хаҡтыр, беҙ хур ҡыҙҙарын улар өсөн махсус булдырҙыҡ. (36, 37) Уларҙы саф ҡыҙҙар итеп, ирҙәрен ярата торған йәштәштәр итеп яралттыҡ. (38) Бына был әжер — уңдағы мөьминдәрҙең әжере. (39) Быларҙың байтағы боронғола йәшәгән өммәтләрҙәндер. (40) Байтағы иһә һуң замандарҙа йәшәгәндәрҙән 41. Һулдағыларҙың яҙмышы — һулдағыларҙыҡы кеүек ҡот осҡос яҙмыш! (42) Ҡайнар ялҡын, ҡайнар һыу эсендә, (43,44) еләҫлеге һәм рәхәтлеге булмаған ҡап-ҡара төтөндән торған күләгәлә интегерҙәр. (45) Сөнки улар бынан алда (донъяла) кәйеф-сафа ҡороп (ләззәтләнеп), зинәттә йәшәне. (46) Ҙур гөнаһтар ҡылып йәшәгәндә (47) әйтәләр ине: — Беҙ үлгәнебеҙҙән һуң, тупраҡҡа әүерелеп, һөйәктәребеҙ серек өйөмгә әйләнгәндән һуң яңынан терелеү булмаҫ, — тип әйтәләр ине. — (48) Беҙҙән элек үлгән бабаларыбыҙ ҙа тереләсәкме? (Беҙ быңа ышанмайбыҙ ) (49) Әйт һин уларға: — Әүәл үлгәндәр ҙә, һуңынан үлгәндәр ҙә (тереләсәк), — тиген. (50) — Билгеләнгән көндөң билгеләнгән сәғәтендә, һис шикһеҙ, барығыҙ ҙа тупланасаҡһығыҙ. (51) Ахырҙа һеҙ, хаттин ашҡандар, ялғансылар, (52) әлбиттә, бер ағастан, зәҡҡум ағасынан (ағыу, зәһәр) ашаясаҡһығыҙ. (53) Ашҡаҙандарығыҙ шуның (ағыу) менән туласаҡ. (54) Өҫтәүенә ҡайнап торған һыу эсәсәкһегеҙ. (55) Һыуһаған дөйәләр нисек һыуға йотлоҡһа, һеҙ ҙә шулай киберһегеҙ, ҡайнар һыу эсергә мәжбүр булырһығыҙ. (56) Бына, яза Көнөндә уларға биреләсәк «һый» шул булыр. (57) Һеҙҙе Беҙ яралттыҡ. Шулай булғас ни өсөн һеҙ (йән алып, йән индереүебеҙгә лә) ышанмайһығыҙ? (58) Улайһа, әйтеп бирегеҙ: (ҡатындарығыҙҙың аналығына) ағыҙылған енес — ул нәмә? (59) Уны һеҙ барлыҡҡа килтерҙегеҙме? Әллә Беҙ яһаған нәмәме ул? (60) Үлемегеҙҙе һеҙгә Беҙ тәҡдир иттек. Һәм Беҙ еңелә торғандарҙан түгел. (61) Һеҙҙең урынға башҡа бер тоҡомдо килтерергә һәм һеҙҙең хәбәрегеҙ булмаған башҡа ғәләмдә (Ҡиәмәттә) яңынан терелтергә, тип (һеҙгә әжәл билгеләнек). (62) Хаҡтыр, һеҙ беренсе яралтылышты белдегеҙ инде. Уйлап ғибрәт-һабаҡ алһағыҙ, яҡшы булыр ине. (63) Хәҙер инде һеҙ Миңә сәсеү орлоғоның асылын аңлатып бирегеҙ. (64) Уны (игенде) һеҙ үҫтерәһегеҙме, әллә игенде Беҙ үҫтерәбеҙме? (65) Ихтыяр итһәк, игендәрегеҙҙе (орлоҡһоҙ) ҡоп-ҡоро һалам-кибәк сүбенә әүерелдерер инек тә, һеҙ ҡатып ҡалыр инегеҙ. (66) Һәм: — Аһ, беҙ бурысҡа баттыҡ. (67) Турыһын ғына әйткәндә, беҙ хәйер һорашырға ҡалдыҡ, — тип әйтер инегеҙ. 68. Эсә торған һыуығыҙ тураһында нимә әйтерһегеҙ? (69) Болоттан уны һеҙ яуҙыраһығыҙмы? Әллә беҙ яуҙырабыҙмы? (70) Ихтыяр итһәк, ул ямғырҙы Беҙ (эсмәҫлек дәрәжәлә) тоҙло итер инек. Һеҙ (Аллаһҡа) шөкөр итергә тейеш түгелме икән? (71) Тағын һеҙ Миңә әйтегеҙ: файҙалана торған утты яһап, (72) утынды һеҙ үҫтерҙегеҙме, әллә уларҙы яралтыусы Беҙме? (73) Беҙ уны бер ғибрәт булһын тип, һәм сүлдән килеп киткәндәргә (юлдағыларға) файҙа булһын, тип яралттыҡ. (74) Шулай булғас, бөйөк Раббығыҙҙың исемен ололағыҙ. 75. Эйе, йондоҙҙарҙың батып һүнгәне менән әйтәм, (76) әгәр һеҙ белһәгеҙ: ысындан да, был бер бөйөк ант — (77, 78) Ләүхел Мәхфүздә ҡәҙерләп һаҡлана торған Китап — изге Ҡөръәндер. (79) Уға бары тик паҡ, тәһәрәтле кеше генә ҡағылырға хаҡлы. (80) Ул ғәләмдәрҙең Раббыһынан индерелде. (81) Хәҙер инде һеҙ шул (изге) һүҙҙе кәмһетергә уйлайһығыҙмы!? (82) Ҡөръәндәгеләрҙе ялғанға сығараһығыҙ. Аллаһ биргән ризыҡҡа шөкөр итеүегеҙ шул булдымы? 83. (Үлем түшәгендәге кешенең) йәне боғаҙына еткәс, (84) һеҙ уға ҡарап тораһығыҙ. (85) Беҙ уға һеҙҙән дә яҡын торабыҙ. Әммә һеҙ күрмәйһегеҙ генә. (86) Әгәр ҙә һеҙ (Аллаһтың) язаһынан азат икәнһгеҙ, (87) әгәр һеҙ хаҡлы икән, (йән биреүсенең) йәнен кире ҡайтарығыҙ. (88) Ләкин (йән биргән кеше Аллаһҡа) яҡын икән, (89) уға рәхәтлек, татлы ризыҡ һәм Нәғим йәннәттәре бар. 90. Әгәр ҙә ул уң яҡтағыларҙан икән, (91) — Әй, уң яҡтағы кеше, һиңә сәләм-именлек булһын! — тип әйтербеҙ. 92. Әммә ялғансыларҙан, хаттин ашҡандарҙан була икән, (93) бына, уға ла ҡайнар һыуҙан «һый» булыр. (94) Һәм уның өлөшө йәһәннәм. (95) Шик юҡ, был хәҡиҡәт ысынбарлыҡ. (96) Шулай булғас, ғәләмдәрҙең бөйөк Раббыһы — Аллаһтың исемен маҡтап, тәсбих әйтегеҙ. 57 — Хәдид (Тимер) сүрәһе (Хәдид сүрәһе 29 аяттан тора. «Хәдид» — тимер тигән һүҙ. Мәҙинәлә ингән). Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим. 1. Күктәрҙә һәм Ерҙә булған барсаһы Аллаһҡа тәсбих әйтә. Аллаһ — еңелеү белмәҫ ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһе. (2) Күктәрҙәге, Ерҙәге бөтөн милек-байлыҡ — Уныҡы. Йән биргән дә, йән алған да — Ул. Уның бар нәмәгә лә ҡөҙрәте етә. (3) Ул беренселер, һуңғыһылыр, ул ҡылғандары менән күренә лә, Үҙе йәшерен дә. Ул барыһын да белеп тороусы. (4) Ул күктәрҙе һәм Ерҙе алты көндә (дәүерҙә) барлыҡҡа килтерҙе. Һуңынан Ғәрешкә урынлашып, хөкөмдарлыҡ ҡыла башланы. Ерҙән нимә сыға, Ергә нимә керә, Күктән нимә төшә, Күккә нимә менә — барыһын да Ул белеп тора. Һеҙ ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, Аллаһ һеҙҙең янда булыр. Аллаһ ғәмәлдәрегеҙҙе күреп тора. (5) Күктәрҙең һәм Ерҙең милке-байлығы Уныҡы. Бөтөн эштәр бары тик Уның хозурына ҡайтыр. (6) Төндө көнгә ҡатыштырыр, көндө төнгә ҡатыштырыр. Күңелегҙҙә нимә бар — Ул шуны белеп торор. 7. Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә иман килтерегеҙ. Мираҫҡа ҡалдырылған малдарығыҙҙы (Аллаһ юлында) сарыф итегеҙ (хәйер-саҙаҡа-зәкәт бирегеҙ). Иман килтереп, (Аллаһ ризалығ өсөн мал) сарыф иткән кешеләргә бөйөк әжер әҙерләнгән. 8. Пәйғәмбәр һеҙҙе: Раббығыҙға иман килтерегеҙ, тип өгөтләгәндә, ни өсөн Аллаһҡа баш эймәнегеҙ? Гәрсә, уға һүҙ бирҙегеҙ. Әгәр Уға инанасаҡ булһағыҙ. 9. Һеҙҙе ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа алып сығыр өсөн, илсеһенә ап-асыҡ аяттар индергән Аллаһ булыр. Шик юҡтыр, Аллаһ һеҙгә бик тә мәрхәмәтле һәм шәфҡәтле. 10. Һеҙгә нимә булды, эй, кешеләр! Аллаһ юлында сығымдар тотмайһығыҙ. Гәрсә, күктәр һәм Ер — Аллаһтың мираҫы. (Кәферҙәрҙе) еңеп, (Мәккәне) алғанға ҡәҙәр (дин юлында мал) сарыф иткән һәм һуғышҡан кеше менән еңеүҙән һуң сарыф итеп, һуғышҡан кеше тиң булмаҫ. Алдағыларының дәрәжәһе һуңғыларыныҡынан күпкә өҫтөн. Шуға ла ҡарамаҫтан, Аллаһ һәр икеһенә лә бөйөк әжер вәғәҙә итә. Һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙ Аллаһҡа мәғлүм. (11) Кем дә кем Аллаһҡа (изгелекле ғәмәлдәрен) бурысҡа биреп тора (йәғни, сауап өсөн изгелек ҡыла) Аллаһуға ҡат-ҡат ниғмәт бирер һәм уның өсөн бик тә мөһим әжер булыр. («Бурыс» һүҙен былай ҙа аңлатыусылар бар. Бер кеше икенсеһенә бурыс бирә икән, ул уға рибаһыҙ (процентһыҙ) бирергә тейеш. Бурысты биргән күлемдән арттырып алыу — гөнаһ. Рибаһыҙ бурысҡа биреп тороу — Аллаһ ризалығын ҡаҙаныу, тигән һүҙ. ) 12. Ҡиәмәт көнөндә һин мөьмин ирҙәр менән мөьминә ҡатындарҙы күрерһең. Уларҙың алдынан да, уңынан да (донъяла ҡылған изгелектәренең) нурҙары яҡтыртып барыр. — Бөгөн һеҙгә һөйөнсө! Арыҡтарынан шишмәләр ағып тороусы йәннәттәргә керерһегеҙ. Һеҙ шунда мәңгегә ҡалырһығыҙ, — тип саҡырырҙар. Бөйөк мораҙға ирешеү ошо булыр. 13. Монафиҡ ирҙәр менән монафиҡ ҡатындар мөьминдәргә: — Беҙҙе көтөп тороғоҙ, ашыҡмағыҙ, яҡтылығығыҙҙан исмаһам бер нур алып ҡалайыҡ, — тип ялбарҙылар. Уларға: — Уҙғанығыҙға ҡайтып, яҡтылыҡ эҙләгеҙ, — тип әйтерҙәр. Ниһайәт, улар араһында ҡапҡалы ҡойма барлыҡҡа килер. Ул ҡойманың бер яғында Сәғәдәт, икенсеһендә ғазап булыр. 14. Монафиҡтар уларҙға: — Беҙ ҙә бит һеҙҙең менән бергә йәшәнек, (ни өсөн беҙҙе ташлап китәһегеҙ)? — тип әйтерҙәр. — Әлбиттә, бергә йәшәнек, ләкин һеҙ үҙ башығыҙҙы үҙегеҙ бәләгә тыҡтығыҙ. (Мосолмандарҙы харап итергә) форсат көттөгөҙ. (Ислам дине хаҡмы, ялғанмы тип) икеләнеп, шикләнеп ҡалдығыҙ. Шул шикләнеүҙәрегеҙ һеҙҙе төп башына ултыртты. Вәсүәсәләр һеҙҙе аҙҙырҙы, Аллаһ юлынан яҙҙырҙы. Ниһайәт, һеҙҙе Аллаһтың әмере килеп тотто. 15. Бөгөн инде мосолмандарҙан да, инҡарсыларҙан да фидийә ҡабул ителмәҫ. Бараһы ерегеҙ — ут. Һеҙгә шул хас. Ҡот осҡос ер ул — бараһы ерегеҙ. 16. Иман килтергән кешеләрҙең Аллаһты һәм Унан ингән Ҡөръәнде зикер итеп, күңелдәренең мөхәббәт менән йомшарған заман килде түгелме? Әүәл үҙҙәренә Китап бирелеп тә, байтаҡ ваҡыттар уҙып, күңелдәре (боҙоҡлоҡ, тәкәбберлек менән) ҡарайып бөткән кәферҙәргә оҡшамаһындар ине улар. Уларҙың байтағы фәсиҡ әҙәмдәр. 17. Шул хәҡиҡәтте белеп тороғоҙ, үлеп бөткән тупраҡҡа Аллаһ йән өрә. Хаҡтыр, Беҙ, аҡылығыҙға барып етһен тип, аяттарҙы асыҡ итеп индерҙек. 18. Хаҡтыр, саҙаҡа биргән ирҙәр менән саҙаҡа биргән ҡатындар һәм Аллаһҡа ысын күңелдән бурыс (ғибәҙәт, хәйер) биргәндәргә ҡат-ҡат сауаптар бирелер. Улар өсөн бик тә абруйлы тағын башҡа әжер ҙә булыр. 19. Аллаһҡа һәм уның пәйғәмбәрҙәренә иман килтергән бәндәләр — улар үҙе лә, һүҙе лә тура булғандар, Аллаһ хозурында шаһитлыҡ ҡылғандар. Уларҙың әжере лә, нурҙары ла булыр. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарған иманһыҙҙар йәһәннәм әһелдәре булыр. |