Главная страница

КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим


Скачать 3.18 Mb.
Название билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
Дата04.02.2022
Размер3.18 Mb.
Формат файлаdoc
Имя файлаКОРАН баш.doc
ТипДокументы
#351235
страница56 из 64
1   ...   52   53   54   55   56   57   58   59   ...   64

9. Мосолмандар ике төркөмгә айырылып, һуғыша башлаһалар, уларҙы татыулаштырығыҙ. Береһе башлап ғәҙелһеҙ һөжүм итһә, Аллаһ ҡушҡанса ғәмәл ҡыла башлағанға саҡлы, шул яҡҡа ҡаршы һуғышығыҙ. Бойһонһалар, ғәҙеллек менән татыулаштырығыҙ. Һәм һәр эштә ғәҙел булығыҙ. Шик юҡ, Аллаһ ғәҙел ғәмәлдәрҙе ярата. (10) Мосолмандар үҙ-ара ҡәрҙәш. Шулай булғас, ҡәрҙәштәрҙең араһын яйлаһағыҙ һәм Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡһағыҙ, ярлыҡанырһығыҙ, Уның рәхмәттәренә ирешерһегеҙ.

11. Әй, мөьминдәр! Бер төркөмөгөҙ икенсеһен мыҫҡыл­лап көлмәһен (кәмһетмәһен). Бәлки, улар (мыҫҡыллаусынан) күпкә яҡшыҙыр. Ҡатындар ҙа ҡатындарҙан көлмәһен. Бәлки, улар күпкә яҡшылыр. Бер-берегеҙҙе ғәйепләмәгеҙ. Бер­-берегеҙгә әшәке ҡушаматтар таҡмағыҙ. Иман килтереп тә, әшәкелек ҡылыу яман ғәҙәт. Тәүбәгә килмәгәндәр рәхимһеҙ залим була.

12. Әй, иманлы кешеләр! Уйҙырмаларҙың (ғәйбәт, имеш-мимештәрҙең) күбеһенән ваз кисегеҙ. Уларҙың байтағы гөнаһ. Кешенең серен һатмағыҙ, шымсылыҡ ҡылып, бер-берегеҙҙең ғәйебен (тырнаҡ аҫтынан кер) эҙләмәгеҙ. Берегеҙ икенсегеҙҙең артынан (яман) һөйләп ҡалмаһын. Үлгән ту­ғанының итен ашап, кеше тәм табырмы? Был нәжес бер ғәмәл булыр ине. Шулай булғас, (был харамдарҙы ҡылып, гөнаһҡа ба­тыуҙан) Аллаһтан ҡурҡығыҙ. Шик юҡтыр, Аллаһ тәүбәләрҙе ҡабул итә һәм ярлыҡай.

13. Әй, әҙәм балалары! Хаҡтыр, Беҙ һеҙҙе бер ир, бер ҡатын итеп яралттыҡ. Бер-берегеҙ менән аралашығыҙ тип, һеҙҙе ҡәүемдәр һәм ҡәбиләләргә айырҙыҡ. Хаҡтыр, гөнаһ ҡылыуҙан ҡурҡҡан кеше Аллаһ ҡаршыһында иң оло абруй ҡаҙаныр. Шөбһәһеҙҙер, Аллаһ барыһын да белеп, барыһынан да хәбәрҙар булып тора.

14. Бәҙәүи ғәрәптәре:

— Иман килтерҙек, — тине. Әйт һин уларға:

— Һез: иман килтерҙек, тип әйтмәгеҙ; буйһондоҡ, тип әйтегеҙ. Иман һеҙҙең күңелегеҙгә кереп урынлашманы бит әле. Аллаһҡа һәм уның илсеһенә итәғәт итһәгеҙ, Аллаһ ҡаҙаныштарығыҙҙы кәметмәҫ. Аллаһ — йомарт ярлыҡаусы, миһырбанлы кисереүсе.

15. Бары тик Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә иман килтергәс, икеләнеп ҡалмаған, Аллаһ юлында малын һәм йәнен ҡыҙғанмайынса көрәшкән кеше генә хаҡ мосолман була. Бына шулар (эштә) ғәҙел, һүҙҙә тоғро кешеләр.

16. Әйт һин:

— Һеҙ (үҙегеҙ ҙә ышанып бөтмәгән) динегеҙгә Аллаһты өйрәтергә алындығыҙмы? (Йүнләп иман килтермәгән башығызҙҙан, иман килтерҙек тип, Аллаһты алдарға аҙапланаһығыҙмы?) — тип. Аллаһ күктәрҙә булғандарҙы ла, Ерҙәгеләрҙе лә белеп тора. Аллаһ бөтөн нәмәне дөрөҫө менән белеп тороусы.

17. Улар:

— Ислам динен ҡабул итеүебеҙ һинең файҙаң, мәнфәғәтең өсөн, — тип фараз ҡыла.

Әйт һин:

— Минең күңел булһын өсөн генә мосолманлыҡты ҡабул итмәгеҙ. Ғәҙел кешеләр икәнһегеҙ, шуны белеп тороғоҙ: әгәр иманығыҙҙа ныҡ торһағыҙ, һеҙҙе тура юлға йүнәлтеп, Аллаһ һеҙҙең үҙегеҙгә мәнфәғәт ҡылыр, — тип.

18. Шөбһәһеҙ, Аллаһ — күктәрҙең һәм Ерҙең серҙә­рен белеүсе. Аллаһ — ҡылғандарығыҙҙы күреп тороусылыр.
50 — Ҡаф (Ҡаф) сүрәһе

(Ҡаф сүрәһе 45 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Ҡаф» хәре­фе менән башланғанға күрә, исеме лә Ҡаф тип йөрөтөлә).

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1, 2, 3. Ҡаф. Изге Ҡөръән исеме менән әйтәм, үҙ араларынан Пәйғәмбәр килгәнгә улар аптырап ҡалды. Кәферҙәр әйтте:

— Был ғәжәп эш, — тинеләр. - Үлгәндән һуң, тупраҡҡа әйләнгәндән һуң (тағын тереләсәкбеҙме)? Был аҡылға һыймай торған йыраҡ бер эш.

4. Тупраҡ уларҙың тәндәрен нисек итеп ашап бөтөргәнен бик яҡшы беләбеҙ. Яныбыҙҙа бөтөн нәмә яҙылып һаҡ­ланған Китап бар.

5. Хәҡиҡәт (Ҡөръән) килгәс, улар уны ялғанға сығар­ҙы. Шуға күрә лә улар ни эшләргә белмәй, аптырап ҡалды ла.

6. Күккә ҡарамайҙармы һуң улар? Уны нисек итеп төҙөнөк, биҙәнек. Бер генә сатнаған урыны ла юҡ — кәмил иттек. (7) Ерҙе нисек итеп хасил иттек, өҫтөнә тауҙарҙы беркеттек һәм һәр төрлө (енестән) үҫемлектәр үҫтерҙек.

8. Аллаһҡа йүнәлгән кешеләрҙең күңел күҙе асылһын һәм ғибрәт алһындар тип, шулай ҡылдыҡ.

9. Беҙ Күктән бәрәкәтле ямғырҙар яуҙырып, баҡсалар, бәндәләремә ризыҡ булһын тип, (урып алырлыҡ) иген үҫтер­ҙек. (10) Бейек хөрмә ағастарында теҙелеп киткән мул емештәр етештерҙек. (11) Йәнә шул ямғыр һыуы менән үле тупраҡҡа йән өрҙөк. (Терелеп) ҡәберҙән сығыу ҙа нәҡ шу­лай буласаҡ.

12, 13, 14. Уларҙан алдағылар ҙа — Нух ҡәүеме, Расс бәндәләре, Сәмүд, Ғәд, Фирғәүен, Лут һәм Әйкә халыҡтары ла, Тубба кешеләре лә — барыһы ла пәйғәмбәрҙәрҙең өгөттә­рен ялғанға сығарҙы, һәм шул сәбәпле улар Мин вәғәҙә иткән ғазапҡа дусар булды. (15) Беренсе тапҡыр (күктәрҙе, Ерҙе, Әҙәмде) юҡтан бар иткәндә мохтажлыҡ кисерҙекме, юҡһа (яңынан барлыҡҡа килтерергә лә ҡурҡып торабыҙмы)? Эйе, улар яңынан яралтылышҡа (терелеүгә) ышанмай. (16) Хаҡтыр, Әҙәмде Беҙ яралттыҡ. Нәфсенең уға ниндәй вәсүәсә бышылдағанын да беләбеҙ. Сөнки Беҙ уға муйын тамырынан да яҡын торабыҙ.

17. Әҙәмдәрҙең уң яғында (сауаптарын) һәм һул яғында (гөнаһтарын) ғәмәлдәрен яҙып барыусы ике фәрештә бар. (18) Кешенең ауыҙынан сыҡҡан бер генә һүҙ ҙә күҙәтеүсе тарафынан яҙылмай ҡалмай. (19) Көндәрҙән бер көндө үлем иләҫлеге килер. Һинең ғүмер буйы ҡасып йөрөгән нәмәң шул (әжәл) булыр. (20) Сур борғоһона өрөлөр, был да кәферҙәр өсөн вәғәҙә ителгән (язаның ысынлыҡҡа ашыу) Көнөлер. (21) Бына шул Көндө һәр кеше әйҙәүсеһе һәм шәһиттары менән бергә килер. (22) Әйтелер:

(Донъяла) һин быларҙан хәбәрһеҙ инең. Бына, өҫтөңдән ҡорманы алдыҡ. Һин хәҙер үткер ҡарашлы булдың (нимә ҡылғандарыңды асыҡ күрерһең!).(23) Уның юлдашы (фә­рештә) әйтер:

— Бына, янымда (яҙыулы китап) әҙер тора. (24, 25) (Әҙәмде алып килгән әйҙәүсе менән һаҡсыларға бойоролор):

— Кирегә әйҙәүсе бөтөн кәферҙәрҙе, бар көстәре менән изгелеккә ҡаршы торғандарҙы, залимдарҙы, (Аллаһ хөкөмдәрен) шиккә алғандарҙы, һәр аҙғынды йәһәннәмдең иң хәтәр янған уртаһына ташлағыҙ! (26) Аллаһҡа тиң (хатта Аллаһтан өҫтөн) күреп әйберҙәргә табынған мөшриктәрҙе икегеҙ ике яғынан тотоп, иң хәтәр янған утҡа ташлағыҙ. (27) Юлда­шы (шайтан) шунда телгә килер:

— Йә, Раббым, уны мин аҙҙырманым. Ул үҙе Хаҡтан йыраҡ китеп аҙашҡан ине.

28, 29, 30. Аллаһ әйтер:

— Ҡаршымда ғауға ҡуптармағыҙ! Мин һеҙгә алдан уҡ (гөнаһ ҡылмағыҙ, Әхирәттә яза алырһығыҙ тип) тәһдид (киҫәтеү) күндермәнемме? Минең янымда һүҙ көрәштерелмәҫ. Әммә Мин бәндәләремә ғәҙелһеҙ залим да түгелмен. Ул Көндө йәһәннәмдән һорарбыҙ:

— Йә, тулдыңмы инде? — тип әйтербеҙ. Ул:

— Тағын берәйһе бармы? (Булһа — керт, урыным етәр­лек), — тип яуап бирер.

31. Саф мосолмандар өсөн йәннәт йыраҡ булмаҫ, яҡынайтылыр. (32, 33, 34) Аллаһҡа юл тотҡан һәр кешегә, Аллаһ ҡуйған сиктәрҙе һәм хөкөмдәрҙе уҙмағандарға, Үҙен күрмәгән килеш тә, Раббының язаһынан ҡурҡҡан әҙәмдәргә һәм ихлас күңелле кешеләргә вәғәҙә ителгән йәннәт бына ошо булыр. Шунда именлек менән керегеҙ. Был үлем янамаған мәңгелек көндәрҙең башы булыр. (35) Шунда нимә теләһәгеҙ шул бар. Хозурыбыҙҙа тағын да мулыраҡ.

36. Быларҙан алда тағын да ҡеүәтлерәк тормошло күпме кәфер тоҡомдарын Беҙ юҡ иттек. (Әжәлдән ҡасып ҡо­толор урын эҙләп, улар бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөгән булһалар ҙа, язабыҙҙан) ҡасып ҡотолоу мөмкин эшме?

37. Бына был хикмәттәрҙә күңеле һиҙгер булған, (Аллаһ һүҙенә) иғтибар менән ҡолаҡ һалған кешеләр өсөн һабаҡ алыр­лыҡ ғибрәттәр бар.

38. Шуныһы ла Хәҡиҡәт ғәләмәтелер: Беҙ күктәрҙе, Ерҙе һәм икеһе араһындағы бөтөн нәмәләрҙе алты (дәүер) көн эсендә яралттыҡ һәм был эш беҙҙең өсөн һис тә йонсоторлоҡ булманы.

(«Йәһүдтәр: Аллаһ алты көн буйына күктәрҙе, Ерҙе юҡтан бар итә-итә хәлдән тайҙы, шуға күрә, ул етенсе көндө, шәмбелә тәхе­те өҫтөндә аяҡ бөкләп ял итте, тип ялған тараттылар. Аят­тың һуңғы йөмләһе шуларға ишара». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

39. (Эй, Мөхәммәд) уларҙың (кәферҙәрҙең нахаҡ) һүҙҙәренә түҙ. Ҡояш сыҡҡан уаҡыттан алып, батышына саҡлы булған арала Раббыңды хуплап, тәсбих әйт (намаҙҙарҙы ҡалдырма). (40) Төндәрен сәждәләреңдән һуң да Уны зикер ит. (41) Ул Көндө (Ҡиәмәттә) яҡын урындан ишетелгән тауышҡа (Сур борғоһона) ҡолаҡ һал. (42) Ул Көндө кешеләр Сур тауышын, һис шикһеҙ, ишетәсәк. Бына (ҡәберҙәрҙән) сығыш Көнө шул булыр. (43) Йән алыусы ла, йән өрөүсе лә, әлбиттә, Беҙ булыр­быҙ. Ҡайтарылыш та фәҡәт Беҙҙең янға булыр. (44) Ашы­ғып өҫкә сыҡһындар өсөн, ул Көндө Ер ярылып асылыр. Барығыҙ ҙа бергә тупланыр. Был эш Беҙгә бер ҙә ҡыйын түгел.

45. Уларҙың (кәфер) һөйләгәне Беҙгә бик яҡшы мәғлүм. Һин уларҙы (дингә) ирекһеҙләүсе түгелһең. Киҫәтеүҙәремдән ҡурҡҡандарға Ҡөръән уҡып, вәғәз һөйлә.

51 — Ҙәрийәт (Таратыусылар) сүрәһе

(Ҙәрийәт сүрәһе 60 аяттан тора. «Ҙәрийәт» һүҙе елде аңлата. Ләкин тәржемәселәр һәм тәфсирселәрҙең күбеһе уның таратыусы тигән мәғәнәһен ала.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1,2,3,4,5,6. Туҙҙырып таратыусы һәм һыу тулы ямғыр болоттарын йөрөтөүсе, кәмәләрҙе яй ғына йөҙҙөрөүсе һәм ямғырҙарҙы яуҙырыусы елдәр менән ант итәм: һеҙгә вәғәҙә ителгән, иҫәп-хисап өҙөү Көнө—Ҡиәмәт, һис шикһеҙ, киләсәк.

7,8,9. Төрлө юлдары (орбиталары) менән хәрәкәт итеүсе есемдәре булған Күк исеме менән әйтәм, һеҙ — мөшриктәр, ҡаршылыҡлы-ғауғалы фекерҙә тораһығыҙ. (Хаҡ имандан) йөҙ сөйөрөргә теләгән кеше йөҙ сөйөрәсәк.

10. Ялғансыларға әсе ҡәһәр төшһөн! (11) Улар ҡара на­ҙанлыҡ эсендә ҡалған жәһилдәр. (12) Яза Көнөнөң ҡасан киләсәге тураһында һорарҙар. (13) Ул Көндө улар утҡа ташланасаҡ. (14) — Язабыҙҙы татығыҙ! Уның тиҙ килеүен көткән инегеҙ — бына шул инде һеҙ ашыҡтырған яза.

15, 16. Шик юҡ, Аллаһҡа ҡаршы сыҡмағандар Раббы биргән йәннәттәргә кереп, шишмә яндарында ултырасаҡ. Улар фани донъяла изгелек ҡылған шәхестәр булыр. (17) Төндәрен әҙ йоҡлағандар. (18) Сәхәр уаҡыттарында ярлы­ҡау һорағандар. (19) Мохтаждар һәм фәҡирҙәр өсөн малдарынан өлөш сығарғандар. (20) Имандарында ныҡ рух менән торғандар өсөн фани донъяла аяттар өръәндең хаҡ­лығына дәлилдәр) килтерҙек.

21. Һәм дә һеҙҙең үҙегеҙҙең (тән һәм рух) төҙөлөшөгеҙҙә лә быңа дәлилдәр бар. Шуны ла күрмәйһегеҙ! (22) Ғәләмдә лә ризығығыҙ һәм һеҙгә вәғәҙә ителгән башҡа нәмәләр бар.

23. Күктең һәм Ерҙең Раббыһы булған Аллаһ исеме менән әйтәм: был (Аллаһтың хикмәттәре) һеҙҙең үҙ-ара итәғәт менән һөйләшеп ултырғанығыҙ кеүек, ысынбарлыҡтыр.

24. (Мөхәммәд) Ибраһимдың шәрәфле ҡунаҡтары тураһындағы хәбәр һиңә килеп ирештеме? (25) Улар Ибраһимдың өйөнә керҙе, сәләм бирҙеләр. Ибраһим уларҙың сәләмен алды һәм эсенән генә:— Былар сит-ят кешеләр, — тип уйланы.

26. Ул тиҙ генә өйҙәгеләре янына кереп, (ҡыҙҙырылған) һимеҙ тана ите алып сыҡты. (27) Ҡунаҡтарҙың алдына ҡуйып:

- Бәлки, ауыҙ итерһегеҙ? - тине. (28) Шулай тине лә, үҙе ҡурҡыуға ҡалды.

— Ҡурҡма, — тине ҡунаҡтар һәм:

- Һинең улың (Исхаҡ) тыуасаҡ, — тип, унан һөйөнсө ал­дылар.

29. (Ибраһимдың) ҡатыны килеп, үҙ йөҙөнә һуға-һуға:

— Мин ҡыҫыр ҡатын бит (ҡарсыҡ башымдан ҡайҙан килеп мин бала табайым)! — тип ҡысҡырҙы. (30) Ҡунаҡтар:

— Шулай, — тинеләр. — Раббың шулай бойорҙо. Аллаһ — хикмәттәр эйәһе, барын да белеүсе.

31. — Инде башҡа йомошоғоҙ нимә ине, илселәр? — тине Ибраһим. (32,33,34)

— Беҙ гөнаһҡа батҡан кешеләр янына ебәрелдек, — тине ҡунаҡтар. — Уларҙың өҫтөнә таш яуҙырырға тип килдек. Был таштар хаттин ашҡандарҙың башына төшәр өсөн Аллаһ тарафынан тәғәйенләнгән. (35) Ошо сәбәп менән, Беҙ шунда булған мөьминдәрҙе (Луттың ғәйләһен) сығарҙыҡ. (36) Әммә Беҙ шунда бер генә мосолман ғәйләһен үҙ йортонда күрҙек. (37) Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡандар өсөн Беҙ шунда тамға (ишарат) ҡалдырҙыҡ.

38. Муса ваҡиғаларында ла һабаҡтар бар. Беҙ уны ап-­асыҡ дәлилдәр менән Фирғәүен янына ебәрҙек. (39) Фирғәүен бөтөн тоҡомо менән бергә (имандан) йөҙ сөйөрҙө:

- Был (Муса) бер сихырсы, күҙ буяусы йәки аҡылдан яҙған меҫкендер, — тине. (40)

Ниһайәт, Беҙ уны ла (Фирғәүенде) ғәскәре менән бергә диңгеҙгә батырҙыҡ. Һуңынан (Яза килгәс) ул бик ныҡ үкенде.

41. Ғәд халҡының һәләк булыуында ла һабаҡ алырлыҡ ғибрәттәр бар. Нисек итеп улар өҫтөнә дәһшәтле һәләкәт-дауыл ебәрҙек. (42) (Ул шундай бер өйөрмә ине) юлында нимә осраһа, шуны ҡуптарып алып, урынында көл менән туп­раҡ ҡына ҡалдырып китте.

43. Сәмуд халҡының яҙмышы ла бик ғибрәтле. Уларға:

— Уаҡытығыҙ сыҡҡанға саҡлы рәхәттә йәшәп ҡалығыҙ, — тип әйтелде.

(«Сәмүд халҡына ебәрелгән пәйғәмбәр Салих, тәүбәгә килһендәр өсөн, халҡына өс көн мөддәт бирә. Шул уаҡыт эсендә улар тәүбә итмәһә, яза күрәсәктәр, ти». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

44. Раббының әмеренән сығып, боҙоҡлоҡта хаттин аштылар. Күҙ алдында уларҙы ҡот осҡос ер тетрәүе һәләк итте. (45) Улар аяҡ өҫтө ҡала алманы. Ярҙамсылара ла булманы.

46. Байтаҡтан әүәл Нух ҡәүемен дә һәләк иттек. Улар хаттин ашҡан фәсиҡ (боҙоҡ) ҡәүем ине.

47. Беҙ ҡөҙрәтебеҙ менән Күкте сикһеҙ киң итеп яһаныҡ. Беҙҙә тиңе булмаған ҡеүәт, сикһеҙ ҡөҙрәт бар. (48) Ерҙе лә Беҙ түшәк шикелле яһаныҡ. Беҙ бик оҫта яһаусы. (49) Барыһын да пар-пар итеп яһаныҡ. Былар тураһында яҡшылап уйлап ҡараһағыҙ, бер нәтижәгә килерһегеҙ, бит. (50,51) Шулай бул­ғас, әйт:

— Барығыҙ ҙа Аллаһҡа һыйынығыҙ. Дөрөҫө шул, мин һеҙҙе (Аллаһтың) ғазабынан һаҡларға тырышыусы, (гөнаһ эшләмә­геҙ, иман килтерегеҙ, тип) киҫәтеүсе бер илсе булам, — тип. — Башҡа бер генә уйҙырма тәңрегеҙҙе лә Аллаһҡа тиң ҡуймағыҙ. Хаҡтыр, мин һеҙҙе киҫәтер өсөн, Аллаһ тарафынан күндергән Пәйғәмбәр булам.

52. Әүәлге замандарҙа халыҡтарға килгән пәйғәмбәрҙәр араһында кәферҙәр, мөшриктәр тарафынан: сихырсы йәки тилергән, тип мыҫҡыллы көлкөгә күтәрелмәгән бер генә пәйғәмбәр ҙә юҡ. (53) (Был рәнйетеүле һүҙҙәрҙе) улар бер-берһенә нәҫелдән-нәҫелгә васыят итеп ҡалдырамы? Юҡ, улар ҡәүемдәре менән хаттин ашҡан аҙғын халыҡ ине. (54) Шу­лай булғас, (Рәсүлем) һин уларҙан йөҙ сөйөр. Улар өсөн һин инде шелтә алмаҫһың. (55) Һин өръән менән) вәғәзеңде дауам ит. Вәғәз мөьминдәргә файҙа килтерер.

56. Мин ендәрҙе лә, кешеләрҙе лә: бары тик Миңә сәждә итһендәр, тип яралттым. (57) Мин уларҙан ризыҡ һорамайым. Миңә ризыҡ ашатыуҙарын да теләмәйем. (58) Хаҡтыр, ризыҡты биреүсе, сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе ул — Аллаһ!

59. Хаҡтыр, ғәҙелһеҙ золомсолар өсөн, әүүәл йәшәп һәләк булған тиңдәштәренә тигән ғазап насип булыр. Әлегә иәмәтте) ашыҡтырмай торһондар.

60. Уларҙың (кәферҙәрҙең) башына төшәсәк тип, вәғәҙә ителгән ул Көн ҡот осҡос буласаҡ!
52 - Тур (Тау) сүрәһе

(Тур сүрәһе 49 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Тур» — Аллаһ Тәғәләнең, хәҙрәти Муса менән һөйләшкән тауҙың исеме.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Тур тауының исеме менән, (2) йоҡа тирегә яҙылған (3) биттәрҙән торған Китап менән, (4) мөһәбәт Кәғбә исеме менән, (5) сикһеҙ Күк йөҙө менән (6) һәм туп-тулы диңгеҙ исеме менән әйтәм, (7) ысындан да, Аллаһтың язаһы, һис шикһеҙ, бер төшәсәк. (8) Уны берәү ҙә кире ҡаға алмаҫ. (9) Ул Көндө Күк йөҙө тетрәнеп, сайҡала башлар. (10) Тауҙар урындары­нан ҡубарылыр. (11, 12) Ул Көндө нәжес менән уйнаусы ял­ғансылар күргәнде башҡаларға күрергә яҙмаһын. (13) Ул Көндө улар йәһәннәм утына төртөп төшөрөлөр. (14) (Һәм уларға):

- Бына, һеҙ ялғанға сығарған ут ошо булыр, - тип әйте­лер. (15) - Быныһы ла бер сихырмы? (Бының сихыр түгелле­ген) күрмәйһегеҙме? (16)

— Керегеҙ шунда! Түҙә алһағыҙ, түҙәһегеҙ. Түҙә алмаһағыҙ — һеҙгә барыбер. Һеҙ бары тик ҡылмыштарығыҙҙың язаһын татыйһығыҙ.

17. Хаҡтыр, саф мөьминдәргә йәннәттәр эсендә ниғмәттәр булыр. (18) Раббы биргәндәрҙән ауыҙ иттереп, уларҙы Аллаһ хәтәр йәһәннәмдән һаҡлар. (19, 20) Рәт-рәт булып йәннәттә теҙелгән йомшаҡ урындыҡтарға ҡырын ят­ҡандарға әйтелер:

— Изгелектәр ҡылғанығыҙға күрә, рәхәтләнеп ашағыҙ, эсегеҙ!

Беҙ уларға ҙур күҙле хур ҡыҙҙары бирербеҙ. (21) Иман килтереп, тоҡомдары ла шул иманда булғандар ҙа бар. Беҙ уларҙың нәҫелдәрен дә үҙҙәренә эйәрттек (ожмахҡа керттек). Ҡылған ғәмәлдәренән һис нимә лә кәметмәнек. Һәр кем үҙ ғәмәлдәренең тотҡоно. (22) Уларға йәндәре нимә теләһә, шундай емеш, ит ризыҡтары мул бирелер. (23) Шунда касалар алмашыу булыр. Буш һүҙҙәр шунда булмаҫ һәм вәсүәсәгә тартылыу ҙа булмаҫ. (24) Сәдәф һауыттарҙа һаҡланған ынйы кеүек, үҫмер-егеттәр уларҙың тарафында булыр. (25) (Йәннәттәгеләр) бер-берҙәре менән күрешеп, (хәл-әхүәл) һо­раштырырҙар. (26, 27, 28) Улар әйтер:

— Ысындан да, беҙ бынан әүәл (фани донъяла) ғәйләбеҙ менән Аллаһтың язаһынан ҡурҡып йәшәнек. Бына, Аллаһ беҙгә мәрхәмәтле булып, Сәғәдәткә ирештерҙе. Ул беҙҙе сәмүмдән (йәһәннәмдән) ҡотҡарып ҡалды. Хаҡтыр, беҙ бынан әүәл дә Уға ғибәҙәт ҡыла инек. Шик юҡ, Ул — миһырбанлы һәм ярлыҡаусы.
1   ...   52   53   54   55   56   57   58   59   ...   64


написать администратору сайта