Главная страница

КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим


Скачать 3.18 Mb.
Название билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
Дата04.02.2022
Размер3.18 Mb.
Формат файлаdoc
Имя файлаКОРАН баш.doc
ТипДокументы
#351235
страница57 из 64
1   ...   53   54   55   56   57   58   59   60   ...   64

29. (Мөхәммәд) һин вәғәздәреңде дауам ит. Һин Раббыңдың яҡлауы арҡаһында сихырсы ла, аҡылдан яҙған да түгелһең. (30) Юҡһа, улар:

(Мөхәммәд) ул — (енле) шағир, — тинеләр. — Беҙ уға һәләкәт килгәнен көтөп торасаҡбыҙ. (31) Әйт һин:

— Көтөгөҙ, — тип. - Һеҙҙең менән мин дә көтәрмен. (32) (Мөхәммәд тураһында енле шағир, сихырсы, тип) уларға үҙ аҡылдары әйттерәме? Әллә улар аҙғындар төркөмөнәнме?

33.(Мөхәммәд) үҙенән сығарып һөйләй ул вәғәздәрҙе, — тип әйтәләр. Юҡ, улар барыбер иман килтермәҫ. (34) Улайһа, хаҡлы булһалар, улар ҙа шуға оҡшаш, исмаһам, бер һүҙ кил­терһендәр. (35) Әллә улар үҙҙәренән-үҙҙәре барлыҡҡа кил­деме? Әллә улар үҙҙәре юҡтан бар итә аламы? (36) Әллә һуң күктәр менән Ерҙе улар юҡтан бар иттеме? Юҡ, улар (Аллаһтың ҡөҙрәтенә) ышанмай. (37) Йәки Раббың хазиналары улар ҡулындамы? Йә иһә, хөкөм улар ҡулындамы йәки улар еңелеү белмәҫ ҡөҙрәтлеме? (38) Әллә һуң уларҙың (Күккә менә торған) баҫҡыстары бармы? Шул баҫҡыстан менеп, улар (фәрештәләр һүҙен) тыңлай аламы? Тыңлай алһалар, улар быңа дәлил килтерһен. (39) Йәки Аллаһтың ҡыҙҙары бармы? Һеҙҙә улдармы? (40) Әллә һин (Мөхәммәд, вәғәздәрең өсөн) уларҙан хаҡ һорайһыңмы? Шул сәбәпле улар ауыр бурысҡа баттымы? (41) Йәки йәшерен китап улар ҡулында булып, ул китапты улар яҙамы? (42) Әллә улар һиңә бер-бер тоҙаҡ ҡо­рорға уйлаймы? Ләкин ул кәферҙәр үҙҙәре ҡорған тоҙаҡҡа үҙҙәре төшөп харап буласаҡ. (43) Йәки уларҙың Аллаһтан башҡа тәңреләре бармы? Аллаһ улар тиңләштерә торғандар­ҙан өҫтөн.

44. Әгәр ҙә Күктең бер өлөшө уларҙың башына төшә башлаһа, улар:

— Был берһе өҫтөнә икенсеһе менгән болоттар ғына, — тип әйтер.

45. Баштарына әфәт килгән Көнгә саҡлы һин уларға ҡағылма инде. (46) Ул Көндө улар ҡорған тоҙаҡтар һис бер файҙа килтермәҫ. Уларға ярҙам итеүсе лә булмаҫ. (47) Хаҡтыр, золом ҡылыусыларға бынан башҡа ла ғазап әҙерләнгән. Ләкин уларҙың күбеһе быны белмәй.

48. Һин Раббыңдың хөкөмдәрен сабырлыҡ менән көтөп тор. Әлбиттә, һин һәр уаҡыт күҙ алдыбыҙҙа тораһың. Йоҡонан то­роп, Аллаһты маҡтап, үҙ уаҡытында тәсбих әйт. (49) Төндөң бер өлөшөндә (аҡшам, йәстү намаҙҙарында) һәм йондоҙҙар һүнгәндән һуң (сабах намаҙында) тағын тәсбих әйт.
53 — Нәжем (Йондоҙ) сүрәһе

(Нәжем сүрәһе 62 аяттан тора, Мәккәлә ингән. «Нәжем» — йондоҙ тигән һүҙ. Беренсе аяттағы «нәжем» һүҙе тәржемәләрҙә һәм тәфсирҙәрҙә күбеһенсә «атылған йондоҙ», «байыған йондоҙ», «һүнгән йондоҙ» тип бирелә, әммә Хәмди Йазыр китабында Ҡөръән нуры тураһында бәйән ителә.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Атылған йондоҙ исеме менән ант итеп әйтәм: (2) тоғро дуҫығыҙ (Мөхәммәд) тура юлдан яҙманы һәм аҙманы. (3) Һәм ул артыҡ ҡыҙып, тәкәббер һөйләшмәҫ. (4) Ул уахи ителгәндәрҙе генә һөйләр. (5) Уны ҡеүәтле һәм өҫтөн сифат­лы (Жәбраил) өйрәтте. (6) Мөһәбәт, күркәм һурәттә (7) ул (Жәбраил) офоҡтың бейеклегендә пәйҙә булып, (8) уға яҡы­найҙы һәм ергә төштө. (9) Аралары ике йәйә оҙонлоғо, хатта унан да яҡынырак ине. (10) Ул Аллаһтың илсеһенә (Мөхәммәдкә) уахи ителгәнде тапшырҙы.

11. Уның (Мөхәммәдтең төшөндә) күргәндәрен күңеле ялғанға сығарманы (уның төшө раҫ килде). 12. (Кәферҙәр) хәҙер инде һеҙ уның күргәненә ҡаршы (ялған тип) көрәшә башланығыҙмы? (13, 14, 15) Хаҡтыр, (Мөхәммәд) икенсе тапҡыр уны Ситрәтүл Мүнтәһә (лотос) ағасы янында күрҙе. Ҡайһылыр, ул ағас йәннәтүл Мәъүә янында үҫә. (16) Ситрәтүл ағасы балҡышлы ҡорма (үҙенең япраҡтары) менән ҡапланған ине. (17) Мөхәммәдтең күҙе ҡамашманы, ҡарашы ситкә тай­пылманы. (18) Хаҡтыр, ул Раббының иң бөйөк аяттарының (дәлилдәренең) бер өлөшөн күрҙе.

(«Ситрәтүл Мүнтәһ Ғәрештең, йәғни Аллаһтың тәхете янында үҫә торған бер ағас. Ситрә — ғәрәп сейәһе, тигән һүҙ. Мөхәммәт Рәсүлүлла миғражда Ситрәнән дә юғары ғәләмгә аша. Был сикте, Ситрәнән һуң арғы таба фәрештәләр ҙә, бүтәндәр ҙә уҙып китә алмай. Жәбраил миғражға ашҡас, Мөхәммәдкә әйтә: «Бына, был Ситрәтүл Мүнтәһә булыр», — ти. Йәннәтүл Мәъүә — фәрештәләр һәм шаһидтарҙың тупланып йәшәй торған урыны». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

19. (Әй, кәферҙәр) һеҙ Лат менән Узза (исемле һындарарығыҙ)ҙыкүрҙегеҙме? (20) Йәки өсөнсө ботоғоҙҙы — Манатты лә күрҙегеҙме? (21) Тимәк, ир уландар — Һеҙҙеке, ҡыҙҙар Аллаһтыҡы булып сығамы ни инде? (22) Улай булһа, был бер ҙә ғәҙел эш булмаҫ ине. (Лат, Узза, Манат —уйҙырма Илаһтар, ҡатын Илаһтар.)

23. Был боттар һеҙҙең аталарығыҙ таҡҡан исемдәрҙән (уй­лап сығарған һүрәттәрҙән) башҡа бер нимә лә түгел. Улар хаҡын­да Аллаһ һис бер дәлил индермәне. Улар бары тик хыялый фараз һәм нәфсегә бирелгәндәр. Гәрсә, үҙҙәренә Раббы тарафынан тура юл күрһәтеүсе килде.

24. Кеше һәр теләгәненә ирешә аламы?

25. Әхирәт тә, фани донъя ла — Аллаһтыҡылыр.

26. Күктәрҙә күпме фәрештә бар. Уларҙың шәфәғәте, Аллаһ рөхсәтенән, Ул теләгән һәм риза булған­дан башҡа һис кемгә файҙа бирмәҫ. (27) Ысындан да Әхирәткә ышанмағандар фәрештәләрҙе ҡатын-ҡыҙға һынай. (28) Гәрсә, был хосуста уларҙың һис бер мәғлүмәте юҡ. Улар бары тик фараздарға ғына таяна. Фараз иһә, һис шикһеҙ, Хәҡиҡәт менән ярыша алмай. (29) (Мөхәммәд) шуға күрә, һин Аллаһты зикер итеүҙән баш тартҡан һәм донъя тормошонан башҡа һис нимә теләмәгән кешеләргә яҡын барма. (30) Бына, уларҙың ирешергә теләгән ғилемдәре шул ҡәҙәр генә. Шик юҡ, һинең Раббың, әлбиттә, юлдан яҙғандарҙы бик яҡшы белеп тора. Тура юлға баҫҡандарҙы ла яҡшы белә.

31. Күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙың барыһы ла — Аллаһтыҡылыр. Аллаһ яманлыҡ ҡылғандарға, ҡылғандары­на күрә — язалар, изгелек ҡылғандарға бөйөк әжер бирер.

32. Ваҡ-төйәк хаталары булып та, ҙур гөнаһтарҙан һәм әҙәпһеҙлектәрҙән йыраҡ торғандарҙы, белеп торор, Раббың йомарт ярлыҡар. Тупраҡтан яралтҡанда ла, һеҙ әсәйегеҙ ҡары­нында яралғы хәлендә ятҡанда ла һеҙҙе иң яҡшы белеүсе — Аллаһ. Шуға күрә, артыҡ маһайып, паҡ күренергә тырышма­ғыҙ. Аллаһ яманлыҡтарҙан һаҡланғандарҙы яҡшы белә.

33. (Аллаһтан, имандан) баш тартҡан кешене күрҙеңме һин? (34) Әҙ генә (хәйер-саҙаҡа) биреп, һуңынан һаран бул­ғанды? (35) Йәшерен серҙәрҙең асҡысы (Ҡөръән) уның янын­да ғына. Гәжәп, шуны ла күрмәй. (36) Мусаға бирелгәндәр (аяттар) менән ул таныш түгелме икән ни? (37) Йәнә Ибраһимға индерелгән сәхифәләргә (төргәктәргә) яҙылғандан хәбәрҙар түгел­ме икән ни?

38. Хаҡтыр, һис бер гөнаһлы кеше башҡа кешенең гөнаһтарын үҙ өҫтөнә ала алмай. (39) Белеп тор, эй әҙәм балаһы, кешегә үҙе ҡылғандарынан башҡа һис бер нәмә йөкләнмәҫ. (40) Шик юҡ, уның ҡылғандарына киләсәктә тулыһынса түләнәсәк. (41) Шик юҡ, ахырҙа ҡылғандарына күрә ул әжерен дә аласаҡ. (42) Шик юҡ, һуңғы ҡай­тарылыш Аллаһ хозурына булыр. (43) Шик юҡ, көлдөргән дә, илатҡан да — Ул. (44) Йән өргән дә, йән алған да — Ул. (45, 46) Шуныһы хаҡ, аналыҡҡа атылған нәҫел орлоғонан ир менән ҡатындан ғибәрәт парҙары яралтты. (47) Шик юҡ, яңынан терелеү ҙә Уның ихтыярында. (48) Шик юҡ, байытҡан да, әҙ биргән дә — Аллаһ. (49) Хаҡтыр, Шиғра (Сириус) йондоҙоның Раббыһы ла — Аллаһ.

(«Ата Эт йондоҙлығындағы Шиғра (Сириус) йондоҙо иң яҡты йондоҙҙарҙың берһе. Уның зәңгәрһыу яҡтылығынан мәжүсиҙәр ҡурҡып, һәм һоҡланып йәшәгәндәр, Аллаһ, тип, шул йондоҙға та­бынғандар». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

50. Хаҡтыр, әүүәлге Ғәд ҡәүемен Ул һәләк итте. (51) Сәмүдтарҙы ла иҫән ҡалдырманы. (52) Тағын алдараҡ бик тә рәхимһеҙ залим һәм бик аҙғын Нух ҡәүемен дә. (53) (Хал­ҡы гөнаһлы) шәһәрҙәрҙең аҫтын өҫтөнә килтерҙе. (54) Ҡапла­насаҡтарын баштарына ҡапланы. (55) Инде Раббының ниғмәттәренән ҡайһыһына шикләнеп ҡарайһығыҙ? (56) Бына был (Мөхәммәд) алда килгән пәйгағәмбәрҙәр менән рәттән тороусы Пәйғәмбәрҙер.

57. Яҡынлашырға тейешле Ҡиәмәт яҡынлашты. (58) Уның киләсәген Аллаһтан башҡа һис кем белмәҫ. (59) Хәҙер инде һеҙ был һүҙгә өръәнгә) ғәжәпләнәһегеҙме? (60) өръәндән) көлөүен көләһегеҙ, (яза килер тип) иламайһығыҙ. (61) Һеҙ ҡара наҙанлыҡ эсендә ҡаласаҡһығыҙ. (62) Аллаһҡа сәждәгә ките­геҙ — ғибәҙәт ҡылығыҙ.
54 — Ҡамар (Ай) сүрәһе

(Ҡамар сүрәһе 55 аяттан тора. «Ҡамар» — Ай тигән һүҙ. Айҙың ярылыуы тураһында һөйләгәнгә күрә, сүрәнең исеме шунан килә. Мәккәлә ингән.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Ҡиәмәт көнө яҡынлашты һәм Ай ярылды.

(«Мәккә кәферҙәре хәҙрәти Мөхәммәдтең мөғжизә күрһәтүен талап итте. Пәйғәмбәребеҙ бармағы менән Айға төртөп күрһәтте һәм Ай урталай ярылып китте лә, йәнә үҙ хәленә ҡайтты. Ләкин мөшриктәр быны: был бер сихыр ғына, тинеләр». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

(Мәүләнә Али аңлатмаһында бер нисә юрау бар. Ҡиәмәт көнөндәге ғарасат уаҡытында ярыласаҡ Ай тотолғанда, бер яртыһы күренеп, икенсе яртыһы күренмәй торған саҡ һүрәтләнгән йәки, ысындан да, ул заманда Ай тирәһендә ниндәйҙер Ғәләми үҙгәрештәр күренгәндер, тип фаразлана.)

2.Улар мөғжизә күрһә лә, һаман йөҙ сөйөрә.

— Был боронғонан килгән бер күҙ буяу, — тип әйтәләр. (3) (Аяттарҙы) ялғанға сығарҙылар һәм үҙ нәфселәренә буйһондолар. Гәрсә, һәр эштең ахыры (нәтижәһе) була. (4) Хаҡтыр, уларға яманлыҡтарҙы киҫәтер өсөн мөһим хәбәрҙәр килде. (5) Был — бөйөк хикмәттер. Ләкин йөҙ сөйөргәнгә ул киҫәтеүҙәр файҙа бирмәне. (6,7) Шулай булғас, (Рәсүлем) һин дә уларҙан йөҙ сөйөр.

(Исрафилдың) быңа саҡлы күрелмәгән, ишетелмәгән нәмәгә (хәтәр хөкөмгә) саҡырыусы тауышы ишетелгәс, улар, меҫкен ҡараштары аҫҡа төбәлгән килеш, саранча өйөрө кеүек, күпләп ҡәберҙәренән сығыр. (8) Саҡырыусыға табан йүгерә башларҙар. Кәфер булғандар:

— Был бик тә хәтәр көн, — тип әйтер.

9. Уларға саҡлы, башта Нух ҡәүеме инҡарсы булды. Улар илсебеҙҙе ялғансыға сығарҙы.

— Ул енләнгән, — тинеләр, һәм улар уны ҡыуып ебәр­ҙеләр. (10) Ниһайәт, ул да Раббыға:

— Мин, ысындан да, еңелдем. Һин миңә ярҙам ит инде, — тип, доға ҡылып, ялбарҙы. (11) Шунан һуң Беҙ Күк ҡапҡаһын асып, ҡот осҡос ҡаты ямғыр яуҙырҙыҡ. (12) Аллаһ тәҡдиренсә, ерҙәге һыуҙар Күк һыуҙары менән ҡушылып, то­таш ағымға әүерелде. (13) Нухты таҡталарҙы һөйләп яһа­ған кәмәгә ултырттыҡ. (14) Был кәмә Нухҡа (кәферҙәр тарафынан) инҡар ителгәненә күрә бирелде һәм ул Беҙҙең күҙәтеүебеҙ, һағыбыҙ аҫтында йөҙөп йөрөнө. (15) Хаҡтыр, Беҙ быны (кәмә ваҡиғаһын) бер аят (һабаҡ) булараҡ, (халыҡтарға) тараттыҡ. Шул турала уйлап, һабаҡ алған кеше бармы? (16) Нисек булып сыҡты ғазабым һәм киҫәтеүҙәрем?

17. Хаҡтыр, Беҙ Ҡөръәнде уйланып, (өгөт алыр) аңлар өсөн ҡулайлаштырҙыҡ. Был турала уйлап ҡарағанығыҙ, ғибрәт алғанығыҙ бармы?

18. Ғәд ҡәүеме (үҙ пәйғәмбәрҙәре Һудтың хәҡиҡәтен) ял­ғанға сығарҙы. Уларға ниндәй генә киҫәтеүҙәр булманы ла, уларға ебәргән язам ниндәй булды! (19) Беҙ был ҡәһәрле оҙон көндә улар өҫтөнә дәһшәтле тауышлы өйөрмә ебәрҙек. (20) Был хәтәр өйөрмә тамырҙарынан ҡуптарып алынған хөрмә ағасының ботаҡтарын һындырған кеүек, кешеләрҙе осортоп, һәләк итте. (21) Мин ебәргән язаның ниндәй икәнен күрҙегеҙме, киҫәтеүҙәремдең ниндәй икәнен аңланығыҙмы? (22) Хаҡтыр, Беҙ Ҡөръәнде (өгөт алыр) өсөн аңлайышлы иттек. Шул хаҡта уйлап, һабаҡ алған кеше бармы?

23. Сәмуд ҡәүеме лә (Хәҡиҡәтте) ялғанға сығарҙы. (24,25)

— Беҙ үҙебеҙҙең аранан сыҡҡан (ғәҙәти) бер бәндә ар­тынан эйәреп йөрөйөкме? Ул сағында беҙ, һис шикһеҙ, юлдан яҙған булырбыҙ, тилегә һаналырбыҙ, — тинеләр. - Беҙҙең бе­ребеҙгә лә иңмәгән, (Аллаһ) уахиҙы уға ғына индерҙеме ­ни? Эйе, ул маҡтансыҡ, ялғансы бит. (26) Кем маҡтансыҡ, кем шыр ялғансы икәнен улар иртәгә белер.

27. (Әй, пәйғәмбәрем Салих), ысындан да, Беҙ, һынап ҡарау ниәте менән, уларға теге әсә дөйәне ебәрербеҙ. Улар арты­нан күҙәт һәм сабыр бул. (28) (Дөйә менән) кешеләр араһында һыу тигеҙ итеп бүленгәнлеге тураһында әйт. (Бер көндө ҡойонан дөйә эсәсәк, икенсе көндө кешеләр эсер, тип әйт.) Һәр ике яҡ та үҙ сиратында һыуға хужа булыр.

29. (Сәмүд халҡы дөйә менән бер ҡойонан һыу эсергә теләмәне.) Улар үҙ араларынан бер кешене саҡырып килтерҙеләр. Әле­ге (бәхетһеҙ) кеше (бысағы менән дөйәне) һуйҙы.

(«Дөйәне һуйыусының исеме Кудар бин Салиф булыр. Яман кеше тураһында һөйләгәндә ғәрәптәрҙә: Кударҙан да бәхетһеҙ, Кударҙан ҡәбәхәт кеше, тип һөйләү ҡалған». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

30. Мин ебәргән язаларҙың ниндәй икәнен күрҙегеҙ­ме, киҫәтеүҙәремдең ниндәй икәнен аңланығыҙмы? (31) Беҙ улар өҫтөнә ҡурҡыныс тауыш ебәрҙек һәм улар хайуан аб­ҙарындағы аяҡ аҫтында тапалған ҡоро һалам-тиреҫ кеүек те­телеп бөттө. (32) Хаҡтыр, Беҙ Ҡөръәнде аңлар өсөн ҡулайлаштырҙыҡ. Шул турала уйлап, һабаҡ алған кеше бармы?

33. Лут ҡәүеме лә киҫәтеүсе вәғәздәрҙе ялғанға сығар­ҙы. (34) Беҙ улар өҫтөнә таш яуҙырҙыҡ, Луттың үҙ ғәйләһенән башҡалары (барыһы ла һәләк булды). (35) Тарафыбыҙҙан әжер булараҡ, уларҙы (Лут ғәйләһен) Беҙ сәхәр уаҡытын­да ҡотҡарып ҡалдыҡ. Бына, шөкөр иткәндәрҙе Беҙ шулай бүләкләйбеҙ. (36) Хаҡтыр, (Лут) улар өҫтөнә киләсәк хәтәр ғазап тураһында әйтте. Ләкин улар был киҫәтеү-ҡурҡытыуҙарҙы шиккә тотоп, ялғанға сығарҙылар һәм бәхәс ҡуптарҙылар. (37) Хаҡтыр, улар хатта (Лут өйөндәге) ҡунаҡ егеттәрен айырып алырға теләнеләр, аулаҡҡа саҡырҙылар. Беҙ уларҙың күҙҙәрен һуҡырайттыҡ.

— Бына, язабыҙҙы татығыҙ, киҫәтеүҙәремдең нәтижәһен күрегез, — тинек.

38. Хаҡтыр, иртә таңда уларға һис ҡасан бөтмәйәсәк (дауамлы) ғазап килде. (39)

— Бына, ғазабымды татығыҙ, киҫәтеүҙәремдең нәтижәһен күрегеҙ, — тинек.

40. Хаҡтыр, уйланып, аңлар өсөн, Беҙ Ҡөръәнде ҡу­лайлаштырҙыҡ. Шул хаҡта уйлап ҡарағанығыҙ, ғибрәт ал­ғанығыҙ бармы?

41. Хаҡтыр, Фирғәүен тоҡомона ла киҫәтеүҙәр кил­де. (42) Улар Беҙҙең аяттарыбыҙҙың барыһын да ялғанға сығарҙы. Беҙ ҙә уларҙы сикһеҙ ҡөҙрәтебеҙ менән ғазапҡа тот­тоҡ. (43) (Әй, Ҡурайш) һеҙҙең кәферҙәрегеҙ боронғо кәферҙәрҙән яҡшыраҡмы? Әллә изге китаптарҙа һеҙҙе яза­ларҙан ҡотҡара торған әмер бармы?

44. Юҡһа, улар:

— Беҙ пәйғәмбәрҙәрҙән үс алырҙай көслө ҡәүем! — тип уйлайҙармы?

45. Оҙаҡламай ул өйөр тарҡаласаҡ һәм улар табандарын ялтыратып ҡасасаҡ.

(Бәдер һуғышында кәферҙәрҙең мосолмандарҙан еңелеп ҡасыуҙа­рына ишара.)

46. Хаҡтыр, уларға вәғәҙә ителгән ғазаптың уаҡыты-сәғәте килер. Ул Сәғәттәге иәмәттәге) ғазап ғәйәт әсе, сикһеҙ ҡайғылы буласаҡ. (47) Шик юҡ, гөнаһлыларҙың барыһы ла юлдан яҙған тилеләр кеүек. (48) Ул Көндө улар йөҙ түбән килеш, утҡа ташланасаҡ. Уларға:

— Йәһәннәмдең ҡағылыуын татып ҡарағыҙ, — тип әйте­лер.

49. Шик-шөбһәлә булмағыҙ, Беҙ һәр нәмәне үҙ тәҡдире менән (үҙ йөрәгендә) яралттыҡ. (50) Беҙҙең әмерҙәребеҙ күҙ асып йомған миҙгелдә үтәлә.

51. Хаҡтыр, Беҙ һеҙҙең кеүек кәферҙәрҙе һәләк ит­тек. Шул хаҡта уйлап ҡарағанығыҙ, ғибрәт алғанығыҙ бар­мы? (52) Шулар өҫтөнә уларҙың барса (ярамаҫ) ғәмәлдәре дәфтәрҙәрҙә. (53) Бәләкәйме ул, ҙурмы — барыһы ла (ғәмәл дәфтәрендә, Ләүхел Мәхфүздә) яҙылған.

54. Шик юҡ, (тәҡүә) мөьминдәр йәннәттәрҙә, шишмәләр янында, (55) Хаҡ мәжлесендә, ҡөҙрәт эйәһе, мөлкәте сикһеҙ булған Аллаһтың янында булыр.
55 — Рахмәән (Рахмәән) сүрәһе

(Рахмәән сүрәһе 78 аяттан тора. Мәккәлә ингән.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Мәрхәмәт эйәһе Аллаһ (2) Ҡөръәнде өйрәтте. (3) Ин­санды Ул яралтты. (4) Һөйләшергә өйрәтте. (5) Ҡояш менән Ай теүәл үлсәп, хисапланғанса (Аллаһ тарафынан бил­геләнгән уаҡытҡаса, билгеләнгән юлдан) хәрәкәт итә. (6) (Күктәге) йондоҙҙар ҙа, (Ерҙәге үләндәр) ағастар ҙа Уға сәждә итә.

7. Теүәл үлсәү менән Аллаһ Күкте бейек итеп яһаны. («Аллаһ Күкте күтәрҙе һәм һәрнәмәгә ғәҙеллек менән үлсәү ҡуй­ҙы». Шәйх Ноғмани тәфсиренән.)

(«Күкте лә Ул юғары күтәрҙе. Бер мизан ҡуйҙы». Хәсән Чантай тәфсиренән.,)

(«Воздвиг Он небо и Весы установил. Для измерения добра и зла». Валерия Порохова тәфсиренән.)

(«Күкте юғары күтәрҙе һәм мизанды (тигеҙлекте, балансты) Ул ҡуйҙы». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

(Тәфсирҙәрҙә ике төрлө мәғәнә ята. Беренсе мәғәнә: Аллаһ Күкте бейек итеп яһағандан һуң, Күктең үлсәмен ҡуя. Йәғни, Күк теүәл баланста, тигеҙлектә, теүәл вазифа үтәй. Күктәге есемдәр ҙә, фәрештәләр ҙә Аллаһ әмеренә буйһоноп, теүәл ваҡыт, теүәл билгеләнгән киңлектәрҙә, тыуғымдарҙа хәрәкәт итә. Икенсе мәғәнә тәфсирҙәрҙә йышыраҡ осрай: Аллаһ Күк йөҙө аҫтында ғәҙеллек булһын өсөн үлсәү, бизмән, мизан ҡуя. Ғәҙел­лек тә, яманлыҡ та шул бизмәнгә һалынып үлсәнә. Өсөнсө мәғәнә лә бар икән әле: алыш-биреш, сауҙа эштәрендә ҡулланыла торған үлсәү. Дөрөҫ үлсәгеҙ, кәметеп үлсәмәгеҙ, артығын да үлсәүгә һалмағыҙ, тигән кеүек өндәмәләр Ҡөръәндә әҙ түгел. Шул сәбәпле, был осраҡта беренсе мәғәнә алынды. Был мәғәнәнең Күк йөҙө, ғәләм­дең төҙөлөшөнә нығыраҡ ҡағылышлы икәнен сираттағы аяттар ҙа раҫлай кеүек.)
1   ...   53   54   55   56   57   58   59   60   ...   64


написать администратору сайта