Главная страница

КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим


Скачать 3.18 Mb.
Название билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
Дата04.02.2022
Размер3.18 Mb.
Формат файлаdoc
Имя файлаКОРАН баш.doc
ТипДокументы
#351235
страница60 из 64
1   ...   56   57   58   59   60   61   62   63   64

5. — Раббыбыҙ, беҙҙе инҡарсылар хөкөмөнә тапшырып, тәжрибә-һынау кешеләре итмә. Ярлыҡа беҙҙе. Йә, Раббыбыҙ! Берҙән-бер еңеүсе һәм хикмәт эйәһе бары тик Һин Үҙең генә.

6. Хаҡтыр, улар (пәйғәмбәрҙәр менән сәхәбәләре) һеҙҙең өсөн, Аллаһҡа һәм Әхирәткә ышанғандар өсөн гүзәл үрнәк. Кем йөҙ сөйөрә, (шул һәләкәткә дусар). Һис шикһеҙ, Аллаһ бай (бернимәгә лә мохтаж түгел), Ул маҡтауға лайыҡ.

7. Ихтимал, ике аралағы (иман килтергән туғандар менән иман килтермәгән туғандар араһындағы) дошманлыҡты бөтөрөп, Аллаһ һеҙҙе оҙаҡламай дуҫлаштырыр ҙа. Аллаһтың көсө етәрлек. Аллаһ — ярлыҡаусы, сикһеҙ мәрхәмәт эйәһе.

8. Һеҙҙең яҡтан дин юлында һуғышмаһа ла, һеҙҙе ватанығыҙҙан ҡыумаған кешеләргә изгелек ҡылыуығыҙҙы һәм улар­ға ғәҙел булыуығыҙҙы Аллаһ тыймаҫ. Аллаһ ғәҙел булғандар­ҙы ятарта.

9. Динегеҙгә ҡаршы һеҙҙең менән һуғышып, һеҙҙе ватанығыҙҙан ҡыуып сығарғандарҙы һәм ҡыуып сығарыуҙа кәферҙәргә ярҙам итешкәндәрҙе дуҫ итһәгеҙ, Аллаһ хупламаҫ. Кем шулар менән дуҫлаша, шулар залимдар булыр.

10. Әй, иман килтергән әҙәмдәр! Мөьминә ҡатындар һижрәт итеп, һеҙҙең янға килһә, уларҙы һынағыҙ. Улар иманлымы-юҡмы икәнен Аллаһ бик яҡшы белә. Уларҙың иманлы ҡатындар икәненә ышанғас, уларҙы кәферҙәргө ҡайтармағыҙ. Был ҡатындар уларға хәләл түгел. Тегеләре лә был ҡатындарға хәләл булмаҫ. Уларҙың ирҙәре биргән мәһерҙәрен кире ҡайтарығыҙ. Мәһерҙәрен ирҙәренә кире ҡайтарған осраҡта, уларға өйләнеү гөнаһ булмаҫ. Кәфер ҡатындарҙы никахығыҙҙа тотмағыҙ, улар өсөн булған сығымдарҙы талап итегеҙ. Улар ҙа шулай уҡ үҙ яҡтарынан булған сығымды һеҙҙән һораһын. Аллаһтың хөкөмө шундай. Арағыҙҙы Аллаһ хөкөм итә. Аллаһ барыһын да белеп тора, Ул — хикмәт эйәһе.

11. Әгәр ҙә берәй мөьминдең ҡатыны ташлап, кәферҙәргә ҡасып китһә, һеҙ улар менән һуғышығыҙ, еңгәндән һуң, ҡатынһыҙ ҡалған иргә (ҡасып киткән ҡатынға тотҡан сығымдары ҡәҙәр) ғәнимәт малынан өлөш бирегеҙ. Үҙегеҙ иман килтергән Аллаһ ҡаршыһында ғәҙелһеҙлек ҡылыуҙан һаҡланы­ғыҙ.

12. Эй, пәйғәмбәр! Иманлы ҡатындар һиңә килеп:

— Аллаһҡа тиңдәштәр уйлап сығармаҫбыҙ, урлашмаҫбыҙ, зина эшләмәҫбеҙ, үҙ сабыйҙарыбыҙҙы үлтермәҫбеҙ (көмәнебеҙҙе төшөрмәҫбеҙ), ҡулдарыбыҙ менән аяҡтарыбыҙ араһында булғандарҙы ялғанлап (йәшерен уйнаштан тыуған балабыҙҙы) башҡа иргә һылтамаҫбыҙ, изгелекле эштәрҙә һиңә ҡаршы булмаҫбыҙ, тип ант итһәләр, анттарын ҡабул ит һәм улар өсөн Аллаһтан ярлыҡау һора. Шик юҡтыр, Аллаһ — ярлыҡаусы һәм сикһеҙ мәрхәмәтле.

13. Әй, иман килтергән әҙәм балалары, Аллаһ язаға тарт­ҡан ҡәүемде дуҫ итмәгеҙ. Сөнки улар Әхирәт көнөнән өмөт өҙҙө. Кәферҙәр (мәйеттәрҙең терелеп) ҡәберҙән сығыуҙарына ышанманы.
61 — Саф (Рәт) сүрәһе

(Саф сүрәһе 14 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. Аллаһ юлын­дағы изге һуғыш - Жиһадта һуғышуысыларҙыц ғәскәр сафы тураһындағы сүрә.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Күктәрҙәге (фәрештәләр, ҡоштар, есемдәр) һәм Ер­ҙәге (кешеләр, хайуандар, үҫемлек, тауҙар, диңгеҙҙәр) Аллаһҡа ғибәҙәт ҡыла. Аллаһ өҫтөндөр, хикмәт эйәһелер.

2. Әй, иман килтергән кешеләр! Эшләй алмаған, эшләмә­йәсәк нәмәләрегеҙ тураһында ни өсөн әйтәһегеҙ? (3) Эшләмәйәсәгегеҙ тураһында эшләйем, тип әйтеүегеҙ Аллаһтың нәфрәтенә дусар.

4. Аллаһ Үҙ юлында һуғышҡанда (дошман түгел, ел дә үтеп керә алмаҫлыҡ) тоташ саф булып һуғышҡандарҙы хуп­лай. Дөрөҫө шул.

5. Бер ваҡыт Муса ҡәүеменә:

— Әй, халҡым, минең Аллаһ тарафынан күндерелгән пәйғәмбәр булыуымды белгәнегеҙ көйөнсә, ни өсөн мине рәнйетәһегеҙ? — тине.

Улар тура юлдан сыҡҡас, Аллаһ уларҙың күңелдәрен дә аҙаштырҙы. Аллаһ фәсиҡтәр өйөрөн тура юлға күндермәҫ.

6. Иҫегеҙҙәме һуң, Мәрйәм улы Ғайса:

— Әй, Исраил тоҡомо, мин Аллаһтың һеҙгә ебәргән илсеһе булам, минән алда килгән Тәүрәтты дөрөҫләүсе һәм минән һуң да киләсәк Әхмәт исемле бер пәйғәмбәр тураһында һөйөнөслө хәбәр килтерҙем, — тине. Был хаҡта ул ышаныслы дәлилдәр килтергәс, улар:

— Был - көн кеүек ап-асыҡ бер сихыр, — тинеләр.

7. Исламды ҡабул итегеҙ, тип өгөтләп тә Аллаһ хөкөмдә­ре тураһында ялған һөйләгән кешенән дә ҡәбәхәтерәк кеше бар­мы икән! Аллаһ ҡәбәхәттәр өйөрөн тура юлға йүнәлтмәҫ. (8) Улар ауыҙы менән Аллаһтың нурын һүндерергә теләй, кәферҙәргә ул нур кәрәкмәһә лә, Аллаһ нур индереүҙән туҡтамаҫ. (9) Мөшриктәр теләмәһә лә, Исламды бөтөн диндәрҙән дә өҫтөн итер өсөн Пәйғәмбәрен тура юл һәм Хаҡлыҡ менән күндергән — Аллаһтыр.

10. Әй, иманға килгән кешеләр, һеҙҙе әсе ғазаптан ҡот­ҡарасаҡ бер алыш-биреш ысулын һеҙгә күрһәтәйемме? (11) Аллаһҡа һәм уның Рәсүленә инанығыҙ, малдарығыҙ менән, йәнегеҙ менән Аллаһ юлында Жиһад итегеҙ. Белеп тороғоҙ, был һеҙҙең өсөн бик тә хәйерле ғәмәл булыр.

12. Был тәҡдирҙә Аллаһ һеҙҙең гөнаһтарығыҙҙы кисерер, һеҙҙе арыҡтарынан шишмәләр ағып ятуысы йәннәттәргә, Ғәден йәннәтендәге мөһәбәт һарайҙарға уры­нлаштырыр. Бына, бөйөк моратҡа ирешеү шул булыр. (13) Күңелегеҙгә хуш килә торған тағын бер нәмә булыр: һеҙгә Аллаһтан ярҙам килер, унан һуң оҙаҡ та уҙмаҫ, бөйөк еңеү булыр. Шулар тураһында хәбәр итеп, һин мөьминдәрҙән һөйөнсө ал.

14. Әй, иманға килгән бәндәләр! Аллаһтың динендә пәйғәмбәрҙәргә ярҙамсы булығыҙ. Мәрйәм улы Ғайса үҙе­нең хауариҙарына (сәхәбәләр кеүек яҡындарына) әйткән ине:

— Аллаһ юлынан киткәнемдә миңә кем ярҙамсы булыр? — тине. Хауариҙар иһә:

— Аллаһ юлында һиңә беҙ ярҙамсы булырбыҙ, — тинеләр. Исраил тоҡомонан бер төркөм халыҡ иман килтерҙе, башҡалары инҡар итте. Ниһайәт, Беҙ иманлыларҙы дошман­дарынан өҫтөн сығарҙыҡ. Иманлылар еңеүсе булды.
62 — Жумға (Йома) сүрәһе

(Жумға сүрәһе 11 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙың барыһы ла донъя милкенең хужаһы, кәмселектән азат, ғәләмдәрҙең Раббыһы, хөкөмдар — Аллаһҡа тәсбих әйтә.

2. Хәреф танымаған наҙандар араһынан сығып, үҙҙәренә аяттар уҡыған, уларҙы сафлыҡҡа өндәгән, уларға Китап һәм хикмәтте өйрәткән бер Пәйғәмбәр күндереүсе Аллаһ булды. Хаҡтыр, улар башта ҡиблаһыҙ аҙашып йөрөүсе ҡәүем ине.

(Йәһүдтәрҙән, христиандарҙан айырмалы булараҡ, ғәрәптәргә уларҙан алда китап индерелмәгән ине).

3. (Пәйғәмбәрҙе Аллаһ) мөьминдәргә генә түгел, уларға ҡатнашы булмаған башҡа халыҡтарға ла индерҙе. Аллаһ — сикһеҙ ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһе.

4. Был - Аллаһтың мәрхәмәтелер. Ул теләгәненә рәхмәтен индерер. Аллаһ — сикһеҙ миһырбан эйәһе.

5. Тәүрәт китабы бирелеп тә, уның буйынса ғәмәл ҡылма­ған бәндәләрҙең хәле тау-тау китап тейәгән ишәктеке кеүек­тер. (Күп китап ташыһа ла, ишәккә белем кермәҫ.) Аллаһтың аяттарын боҙоп күрһәтеүсе ҡәүемдең хәле бик тә яман. Аллаһ залимдар өйөрөн тура юлға күндермәҫ.

6. Әйт һин:

— Әй, йәһүд халҡы! — тип. — Һеҙ бөтөн халыҡтарға ҡара­ғанда ла беҙ генә Аллаһҡа яҡын дуҫ, тип раҫламаҡсы була­һығыҙ, әгәр һүҙегеҙ хаҡ икән, әйҙәгеҙ, тиҙерәк үлегеҙ (Аллаһҡа тиҙерәк яҡынайырһығыҙ, сөнки Аллаһтың дуҫтары Әхирәткә ышана.) (7) Ләкин эшләнгән гөнаһтарынан ҡурҡып, улар үлемде ашыҡтырмаҫтар. Аллаһ залимдарҙы бик яҡшы белеп тора.

8. Әйт һин:

— Һеҙ үлемдән ҡасһағыҙ ҙа, ул һеҙҙе яҡалаясаҡ. Ахырҙа күренгәнде һәм йәшеренде белгән Аллаһ хозурына килтереләсәкһегеҙ. Аллаһ нимә ҡылғанығыҙ тураһында һеҙгә хәбәр бирәсәк.

9. Әй, иман килтергән кешеләр! Йомға көндө намаҙға саҡырғас (аҙан әйтелгәс),Аллаһты зикер итергә ашығығыҙ һәм алыш-биреште ҡалдырып тороғоҙ. Беләһегеҙ килһә, был эш (намаҙ уҡыу) һеҙҙең өсөн тағын да хәйерлерәк булыр.

10. Намаҙ уҡылып бөтөүгә үк ҡайһығыҙ ҡайҙа таралығыҙ һәм Аллаһтан ниғмәт һорағыҙ. Аллаһты күп зикер иткән ке­шенең Сәғәдәткә ирешеүе ихтимал.

11. Улар берәй ерҙә әйбер һатҡандарын күрһәләр йәки берәй тамашаға юлыҡһалар, һинең яңғыҙыңды ҡалдырып, китеп барырҙар. Әйт һин:

— Аллаһҡа яҡын тороу (намаҙҙа, сәждәлә, доғала булыу) та­машанан да, сауҙанан да яҡшыраҡ, — тип. Аллаһ — ризыҡ биреүселәрҙең иң хәйерлеһе.
63 — Монафиҡтар (Ике йөҙлөләр) сүрәһе

(Монафиҡтар сүрәһе 11 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Монафиҡтар һинең яныңа килгәс:

— Шаһитлыҡ итәбеҙ, ысындан да, һин Аллаһтың Пәйғәмбәре, — тип әйтәләр. Әйе, Аллаһ та был турала белә, һин, әлбиттә, Аллаһтың Пәйғәмбәре, Аллаһ монафиҡтарҙың алдаҡсы икәнлектәрен яҡшы белә. (2) Анттарын ҡалҡан итеп, улар — Аллаһ юлынан яҙҙырыусылар. Ысындан да, уларҙың ғәмәлдәре бик тә яман. (3) Сөнки улар башта иман килтерҙе, ахырҙа имандан сыҡты. Шуға күрә, (иман өсөн) уларҙың күңеле йоҙаҡлы. Улар инде хәҙер һис нимә аңламай. (4) Уларҙың ҡиәфәтенә ҡараһаң, иҫең китер, әңгәмәләге һөйләшеүҙәрен тыңлаһаң, һүҙҙәре һушыңды алыр. Ләкин улар ҡоймаға һөйәп ҡуйған таяҡ кеүек (ҡойманы ла терәтеп тормай, үҙе лә ауып китмәй). Улар һәр ҡысҡырыу тауышын үҙ баш­тарына (килгән яза) тип, ҡабул итә. Улар — дошман халыҡ. Уларҙан һаҡлан. Аллаһ (ҡурҡытып) уларҙың йәндәрен ала­саҡ. Нисек итеп улар ошо мөшкөл хәлгә төштө һуң?

5. — Килегеҙ, Аллаһтың Пәйғәмбәре һеҙҙең өсөн ярлы­ҡау теләһен, — тип әйткәс, улар йөҙҙәрен сөйөрөп китә. Һин улар­ҙың йыраҡлаша барған тәкәббер ҡиәфәттәрен күреп ҡалыр­һың. (6) Ярлыҡау һораһаң да, һорамаһаң да уларға барыбер. Аллаһ уларҙы бер нисек тә ярлыҡамаясаҡ. Юлдан яҙғандар­ҙы Аллаһ тура юлға күндермәҫ. (7) Улар:

— Аллаһ илсеһе янында булғандарға бер ниндәй ҙә сы­ғым түкмәгеҙ (хәйер, саҙаҡа бирмәгеҙ, ярҙам итмәгеҙ), ҡаҙа­лып китһендәр, — ти. Күктәрҙең һәм Ерҙең хазиналары — Аллаһтыҡы. Ләкин монафиҡтар быны белмәй. (8) Улар:

— Хаҡтыр, әгәр Мәҙинәгә ҡайтһаҡ, өҫтөн булғандар, бай кәферҙәр меҫкен хәлдәгеләрҙе (фәҡир мөьминдәрҙе), һис шикһеҙ, ҡыуып сығарасаҡтар, — тип әйтәләр.

Гәрсә, ысын өҫтөнлөк бары тик Аллаһта, Пәйғәмбәрендә, мөьминдәрҙә булыр Ләкин монафиҡтар быны белмәй.

9. Әй, иман килтергән халыҡ, малдарығыҙ (байлығығыҙ), балаларығыҙ Аллаһты онотмаһын. Кем Аллаһтың исемен онота, шул зыян-зәхмәт күрер.

10. Әжәле килгән кеше:

- Раббым, миңә ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа булһа ла ғүмер бир. Валлаһи, мин саҙаҡа бирер инем, изгелектәр ҡылыр инем, — тип әйткәндән күпкә әүәл Беҙ биргән ризыҡтарығыҙҙан саҙаҡа бирергә кәрәк ине.

11. Аллаһ әжәле килгән бер генә кешенең дә үлемен ки­сектермәҫ. Аллаһ нимә ҡылғанығыҙҙы белеп тора.
64 — Тәғабүн (Алданыу) сүрәһе

(Тәғабүн сүрәһе 18 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Тәғабүн» — алданыу тигән һүҙ.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа, барыһы ла Аллаһты маҡтай. Милек-байлыҡ — Аллаһтыҡылыр. Маҡтау — Аллаһҡалыр. Аллаһтың ҡөҙрәте һәр нәмәгә етә. (2) Һеҙҙе яралтҡан — Аллаһтыр. Ҡайһығыҙ — кәфер, ҡайһыларығыҙ мөьмин булдығыҙ. Аллаһ һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙҙе күреп тороусы. (3) Күктәрҙе һәм Ерҙе юҡтан бар итте. Һеҙгә һүрәт-ҡиәфәт бирҙе һәм һеҙҙең рәүешегеҙ бик тә гүзәл булды. Ҡай­тыш та — Аллаһҡалыр. (4) Аллаһ күктәрҙә һәм Ерҙә бул­ғандарҙың барыһын да белеп тора. Йәшереп-ҡасырып ҡыл­ғандарығыҙҙы ла, асыҡтан-асыҡ ғәмәлдәрегеҙҙе лә белеп тора. Аллаһ күңелдәрҙә ниндәй теләк, баштарҙа ниндәй фекер булғанды ла белә.

5. Байтаҡтан әүәлге йәшәйештәрендәге инҡарсыларҙың хәл-хәбәре һеҙгә килеп ирешмәнеме ни? Улар ҡылмыштары­на күрә, язаһын да татыны. Улар өсөн әсе ғазап әҙерләнгән ине. (6) Пәйғәмбәрҙәр уларға ап-асыҡ дәлилдәр килтергән ине, ләкин улар:

— Ғәҙәти бер бәндә беҙҙе тура юлға йүнәлтәсәкме? — тип инҡар иттеләр, йөҙ сөйөрҙөләр. Аллаһ та һис бер нәмәгә мохтаж түгеллеген күрһәтте. Аллаһ — байҙыр, маҡтауға лайыҡтыр. (7) Кәферҙәр менән мөшриктәр үлгәс яңынан терелеүҙе ҡәтғи инҡар иттеләр. Әйт һин уларға:

— Валлаһи, һеҙ, һис шикһеҙ, яңынан тереләсәкһегеҙ, ахырҙа ғәмәлдәрегеҙ тураһында һеҙгә хәбәр биреләсәк, — тип. — Был эш Аллаһ өсөн бер ҙә ҡыйын түгел. (8) Шулай булғас, Аллаһҡа, уның Пәйғәмбәренә һәм индерелгән нурына өръәнгә) иман килтерегеҙ. Аллаһ һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙҙән хәбәрҙар. (9) Мәхшәр көнө — барығыҙ бергә туплана торған көн (иҫәп-хи­сап, юғалтыуҙар, алданыуҙар һәм табыштар көнө). Аллаһҡа иман килтереп, изгелек ҡылған кешенең хаталарын Аллаһ кисерер, уларҙы Аллаһ арыҡтарынан шишмәләр ағып ятыусы йәннәттәргә урынлаштырыр. Уар шунда мәңге ҡаласаҡ. Бына, бөйөк Маҡсат — Сәғәдәт шул булыр.

(«Ҡиәмәт көнөндә кәферҙәр фани донъя тормошона алданып, форсатты ысҡындырғандарын аңларҙар. Йәүмүтүн тәғәбүн - ҡот­осҡос алданыу, зарар күреү көнө».

Али Тургут тәфсиренән.)

10. Инҡарсылар менән аяттарымды ялғанға сығарыусы­лар йәһәннәмгә теркәлер. Улар шунда мәңге ҡаласаҡ. Ай-һай, хәтәр ер ул - улар барасаҡ йәһәннәм.

11. Бер генә ҡайғы ла Аллаһ әмеренән башҡа төшмәҫ. Аллаһҡа инанған кешенең күңелен Аллаһ тура юлға йүнәлтер. Аллаһ бар нәмәне лә белеп тора. (12) Аллаһҡа итәғәт итегеҙ. Пәйғәмбәргә лә итәғәт итегеҙ. Йөҙ сөйөрәһегеҙ икән, сөйөрөгөҙ (унан Раббыға ла, Пәйғәмбәргә лә зыян булмаҫ). Пәйғәмбәр бары тик үҙ вазифаһын асыҡ итеп белдереүсе генә. (13) Аллаһтан юғары һис бер башҡа ҡөҙрәт эйәһе юҡ. Мөьминдәр фәҡәт Аллаһҡа һыйынып, Уға ышанып йәшәйҙәр. (14) Әй, иманлы кешеләр, ҡатындарығыҙ һәм балаларығыҙ араһында ла һеҙгә дошман булғандар бар. Улар менән һаҡ эш итегеҙ. Әммә уларҙы ғәфү итһәгеҙ, хаталары арҡаһында уларҙы ҡаҡмаһағыҙ, яңғылыштарын ҡаплап ҡалғылаһағыҙ, белеп тороғоҙ, Аллаһ — ярлыҡаусы, сикһеҙ миһырбанлы кисереүсе. (15) Дөрөҫөн генә әйткәндә, байлығығыҙ һәм балала­рығыҙ һеҙҙе һынар өсөн генә. Бөйөк әжер иһә Аллаһ янында булыр. (16) Шулай булғас, булдыра алғанса, һеҙ Аллаһҡа ҡар­шы баш күтәрмәҫкә тырышығыҙ. (Аллаһ әмерҙәрен) тыңла­ғыҙ, итәғәт итегеҙ, үҙ мөмкинлектәрегеҙҙән сығып, хәйер-саҙаҡа бирегеҙ. Нәфсеһен тыя белгән кеше Сәғәдәткә ирешер. (17) Аллаһ ризалығы өсөн бурыс бирһәгеҙ (сауаплы эш башҡарһағыҙ) Аллаһ һеҙҙең әжерегеҙҙе ҡат-ҡат арттырыр һәм һеҙҙе ярлыҡар. Аллаһ әжерҙе мул бирер, Ул яза бирергә ашыҡмай. (18) Йәшерелгәнде лә, йәшерелмәгәнде лә Аллаһ белеп тора. Ул өҫтөндер, хикмәт эйәһелер.
65 — Талаҡ (Талаҡ) сүрәһе

(Талаҡ сүрәһе 12 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Әй, пәйғәмбәр, ҡатындарығыҙҙы айыраһы булһағыҙ, ғиддәт ваҡытын теүәл тотоп, һанап айырығыҙ. Раббығыҙҙан (язаһынан) ҡурҡығыҙ. Асыҡтан-асыҡ әшәкелек ҡылмаһалар, уларҙы өйөгөҙҙән ҡыуып сығармағыҙ, үҙҙәре лә сығып китмәһен. Бына, Аллаһ ҡуйған сикләүҙәр. Аллаһтың сиктәрен боҙған (хаттин ашҡан) кеше, һис шикһеҙ, үҙенә зарар килтерәсәк. Белмәҫһең, бынан һуң Аллаһ ярҙамы менән хәлдең үҙгәреп ҡуйыуы ла бар бит әле (ир кешенең кире уйлауы бар).

(«Ғиддәт ваҡыты—ҡатының өс тапҡыр күрем күреп, пакланыу ваҡыты була. Айырылаһы ҡатын, ире уға яҡынлыҡ ҡылмайынса, өс тапҡыр пакланырға тейеш. Ауырға ҡалғанмы, ҡалмағанмы икәне бе­ленһен өсөн. Ауырға ҡалған ҡатынды айырырға ярамай. Талаҡ ҡылыу­сы ир кинәт кенә айырған ҡатынына тартыла башлаһа, яңынан ҡушылып тора башлар өсөн талаҡты өс тапҡыр әйтмәҫкә тейеш. Йәғни, ир кеше: айырам, талаҡ итәм, һүҙҙәрен ашығып әйтмәҫкә, ул һүҙҙәр менән һаҡ ҡыланырға тейеш». Хәсән Чантай тәфсиренән. )

2.Ғиддәт ваҡыты уҙғандан һуң, ҡатынығыҙ менән яҡшы торорға ниәт итһәгеҙ, никахығыҙға ҡайтарығыҙ йәки уны ҡануни нигеҙҙә айырығыҙ. Был эштә ғәҙел булған ике кешене шаһит итеп алығыҙ. Улар шаһитлыҡтарын Аллаһ ҡуйған сиктәрҙән сыҡмайынса башҡарырға тейеш. Был —Аллаһҡа һәм Әхирәт көнөнә ышанғандар өсөн ҡуйылған тәртип. Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡан кешегә, Аллаһ (ҡыйынлыҡтарҙан) сығыу юлын күрһәтер. (3) Һәм уға көтөлмәгән ерҙән ризыҡ би­рер. Аллаһҡа ышанған кешегә бер Аллаһ етәр. Шик юҡ, Аллаһ Үҙ әмерен еренә еткермәй ҡалмай. Аллаһ бөтөн нәмә өсөн сик һәм үлсәү ҡуйҙы.

4. Айыраһы ҡатынығыҙҙың (ҡартлыҡ йәки ауырыуы сәбәпле) айлыҡтары (күрем) бөтөнләй туҡтаған булһа, йәш булып та айлығы булмаған ҡатындарығыҙҙы айырғанда (ауырға ҡалманымы икән тигән) шиккә ҡалһағыҙ, ғиддәттәре өс ай булыр. Ауырға ҡалған булһалар, бала тыуғанға саҡлы айырылмаҫтар. Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡҡан кешегә Аллаһ ҡулайлыҡтар бирер. (5) Бына былар Аллаһтың һеҙгә индергән бойороҡтары булыр. Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡҡандарҙың хаталарын Аллаһ ҡаплар һәм уға әжерен бирер. (6) Көсөгөҙҙән килгәнсә, уларға (айырған ҡатындарығыҙға) йәшәй торған йортоғоҙҙағы бер бүлмәне бирегеҙ, уларҙы йәберләмәгеҙ, рәнйештәр килтер­мәгеҙ. Әгәр улар ауырлы икән, бала тапҡансыға саҡлы улар­ҙы тәрбиә ҡылығыҙ. Һеҙҙең балағыҙҙы имеҙгәне өсөн уларға хаҡын бирегеҙ, мәсьәләләрҙе үҙ-ара килешеп хәл итегеҙ. Әгәр аңлаша алмаһағыҙ, баланы башҡа бер ҡатын имеҙһен. (7) Мөмкинлектәре мул булған кеше (айырылған ҡатынына) күберәк бирһен. Меҫкен хәлле булған ир ҙә Аллаһҡа биргән ҡәҙерлеһенән (малынан) өлөш сығарһын. Мөмкинлектән артығын бирергә Аллаһ берәүҙе лә мәжбүр итмәҫ. Аллаһ бер ҡыйын­лыҡтан һуң еңеллек тә бирер.

8. Раббының һәм пәйғәмбәрҙәрҙең әмеренән йыраҡла­шып аҙған-туҙған күпме ҡәүемдәр булды. Беҙ уларҙың халыҡтарын хәтәр ғазапҡа тарттыҡ һәм уларҙы мыңарсы күрелмәгән язаға дусар иттек. (9) Шулай итеп, улар ҡыл­ған аҙғынлыҡтарына күрә, әжерен дә татынылар. Уларҙың ахыры ла тамам һәләкәт булды. (10) Аллаһ уларға дәһшәтле ғазап әҙерләне. Әй, иман килтергән зиһен эйәләре! Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ. Аллаһ һеҙгә, ысынлап та, киҫәтеүсе (Ҡөръән, Пәйғәмбәр) индерҙе. (11) Иман килтереп, изгелек ҡыл­ғандарҙы ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығарыу өсөн, Аллаһ һеҙгә ап-асык аяттарҙы уҡып бирһен тип, Пәйғәмбәрен күндерҙе. Аллаһҡа иман килтереп, изгелекле эш ҡылғандар­ҙы, Аллаһ арыҡтарынан шишмәләр ағып ятыусы, эсендә мәңге ҡаласаҡ йәннәткә урынлаштырыр. Аллаһ ул ке­шеләргә иң яҡшы ризыҡтар ғына бирер.
1   ...   56   57   58   59   60   61   62   63   64


написать администратору сайта