Главная страница

КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим


Скачать 3.18 Mb.
Название билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
Дата04.02.2022
Размер3.18 Mb.
Формат файлаdoc
Имя файлаКОРАН баш.doc
ТипДокументы
#351235
страница61 из 64
1   ...   56   57   58   59   60   61   62   63   64

12. Аллаһ — ете ҡат Күкте һәм шулай уҡ Ерҙе яралтҡан Раббы. (Аллаһтың) фармандары шулар араһынан иңеп тора. Шулай итеп, Аллаһтың бөтөн нәмәгә ҡөҙрәте еткән­леген һәм һәр нәмәне ғилеме менән урап алғанын беләһегеҙ.
66 — Тәхрим (Харам) сүрәһе

(Тәхрим сүрәһе 12 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Тәхрим» — тыйыу, рөхсәт итмәү, харам ҡылыу мәғәнәләрендәге һүҙ.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Әй, Пәйғәмбәр, ҡатындарыңдың күңеле булһын өсөнме, Аллаһ һиңә хәләл ҡылған нәмәне һин ни өсөн үҙеңә харам иттең? Аллаһ — ярлыҡаусы, сикһеҙ мәрхәмәтле кисереүсе.

2. (Айырым бер шарттарҙа) Аллаһ ант һүҙен кире алырға рөхсәт итте. Һеҙҙең ярҙамсығыҙ — Аллаһ. Ул - барыһын да белеүсе, хикмәт эйәһе.

3. Бер ваҡыт Пәйғәмбәр ҡатындарының берһенә серен һөйләне. Ләкин ҡатыны был серҙе башҡа көндәштәренә ет­керҙе. Аллаһ (ҡатынының сер тотмауы тураһында) Пәйғәмбәргә хәбәр итте. Быны белгәс, Пәйғәмбәр (һөйләгән һүҙе­нең) бер өлөшөн хәбәр итеүҙән тыйылды, икенсеһен раҫланы. Ҡатыны:

— Был турала һиңә кем еткерҙе? — тип һораны. Пәйғәмбәр:

— Бөтөн нәмәне белеп тороусы, һәр нәмәнән хәбәрҙар Аллаһ хәбәр итте, - тине.

4. Икегеҙ ҙә тәүбә итһәгеҙ, яҡшы булыр ине. Һеҙҙең ике­геҙҙең дә күңеле аҙашҡан. Һеҙ Пәйғәмбәргә ҡаршы ғәмәл ҡылһағыҙ, белеп тороғоҙ, уның дуҫы һәм ярҙамсыһы — Аллаһ һәм Жәбраил менән иң яҡшы мосолмандар. Шулар өҫтөнә фәрештәләр ҙә уны яҡлаясаҡ. (5) Әгәр ул һеҙҙе айырып ебәрһә, Раббы уға һеҙҙән дә яҡшыраҡ, үҙҙәрен Аллаһҡа бағышлаған, иман килтергән, тоғролоҡ менән итәғәт итеүсе, тәүбәгә килгән, ғибәҙәт ҡылыусы, ураҙа тотоусы, тол йәки саф ҡыҙҙарҙы ҡатын итер.

6. Әй, иманлы бәндәләр, утын урынына кешеләр һәм таштар яғылған йәһәннәмдән үҙегеҙҙе һәм ғәйләгеҙҙе һаҡ­лағыҙ. (Енәйәтселәрҙе) ҡыҙғана белмәй торған, көслө һәм Аллаһтың әмеренә ҡаршы килмәй торған, бары тик Аллаһ бойорғанды ғына үтәй торған (зобаниҙар) фәрештәләр шул йәһәннәмдең һағында тора.

7. Әй, кәферҙәр, бөгөн (Ҡиәмәттә) ярлыҡау һорамағыҙ. Һеҙ бары тик ҡылмыштарығыҙға күрә язаланасаҡһығыҙ.

8. Әй, иманлы кешеләр, ихлас тәүбә итеп, Аллаһҡа ҡай­тығыҙ. Ихтимал, һеҙҙең хаталарығыҙҙы Аллаһ кисерер. Пәйғәмбәрҙе һәм уның менән бергә иман килтергәндәрҙе ҡыйын хәлгә ҡуймай торған Көндө иәмәттә) Аллаһ һеҙҙе, арыҡтарынан шишмәләр ағып ята торған йәннәттәргә урынлаш­тырыр. Уларҙың алдынан, уң яҡтарынан (изгелектәренең) нуры яҡтыртып барыр, улар:

— Йә, Раббыбыҙ, нурыбыҙҙы тағын да камилләштер, беҙҙе ярлыҡа, зинһар! — тип әйтерҙәр. — Йә, Аллаһ! Һинең ҡөҙ­рәтең сикһеҙ.

9. Әй, Пәйғәмбәр, кәферҙәргә һәм монафиҡтарға ҡаршы Жиһад ит, уларға ҡаты ҡуллы бул. Уларҙың бараһы ере — йәһәннәм. Ул бик тә хәтәр урын.

10. Аллаһ Нухтың һәм Луттың ҡатындары менән булған хәлде инҡарсыларға ғибрәт миҫалы итеп килтерҙе. Улар­ҙың икеһе лә Аллаһтың тоғро бәндәләренең никахында ине. Улар хыянат итте. Ирҙәре уларҙы Аллаһтың язаһынан ҡотҡарып ҡала алманы. Уларға:

— Әйҙәгеҙ, утҡа кереүселәр менән бергә һеҙ ҙә йәһәннәмгә керегеҙ, — тип әйтелде.

11. Иман килтергәндәргә лә Аллаһ Фирғәүен ҡатынын үрнәк итеп килтерҙе. Уның ҡатыны әйтте:

— Йә, Раббым, миңә үҙ хозурыңда йәннәттә бер йорт һа­лып бир, мине Фирғәүендән һәм уның нәжесенән ҡотҡар һәм мине залимдар араһынан ҡотҡарып ал, — тине.

12. Ҡыҙлыҡ мөһөрөн һаҡлаған Ғимран ҡыҙы Мәрйәм­де лә Аллаһ үрнәк итеп күрһәтте. Беҙ уға рухыбыҙҙы өрҙөк, ул Раббының һүҙҙәрен һәм китаптарын раҫланы. Ул ысын күңе­ленән итәғәт итеүсе булды.
67 — Мүлк (Хакимиәт) сүрәһе

(Мүлк сүрәһе 30 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мүлк», «мәлик» — батша, тигән һүҙ.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Бөтөн хөкөмдарлыҡты хозурында тотоусы Аллаһ олуғ­трҙың бөйөгөлер һәм Аллаһтың көсө бөтөн нәмәгә етә. (2) Аллаһ кемдең изгелек ҡыласағын һынап ҡарар өсөн, үлемде, йәшәйеш-тормошто бар итте. Аллаһ — еңелеү белмәҫ ҡөҙрәт эйәһе, сикһеҙ мәрхәмәтле ярлыҡаусы. (3) Аллаһ бер-беренә ярашҡан ете ҡат Күкте бар итте. Ғәләмдәр Раббыһының бар итеү ғәмәлендә һеҙ һис бер кәмселек күрмәҫһегеҙ. Күтәрелеп бер ҡарағыҙ һеҙ Күккә, шунда һис бер етешһеҙ урын күрмәҫһегеҙ. (4) Унан һуң тағын ҡат-ҡат ҡарағыҙ, ҡарашы­ғыҙ (Күк төҙөлөшөндә боҙоҡлоҡ таба алмайынса) хәлдән тайып, меҫкен хәлдә кире ҡайтыр. (5) Хаҡтыр, һеҙгә иң яҡын Күкте ҡәндилдәр (йондоҙҙар) менән биҙәнек. Уларҙы (йондоҙҙарҙы) шайтандарға ата торған итеп яһаныҡ һәм шайтандарға ялҡынлы ут ғазабын әҙерләнек. (6) Раббыны инҡар иткән бәндәләр өсөн йәһәннәм ғазабы бар. Ул бик тә хәтәр урын. (7) Уларҙы (кәферҙәрҙе) утҡа ташлағанда йәһәннәмдең (кәферҙәргә) булған асыуынан ҡайнай-ҡайнай (8) шартлар дәрәжәгә етеп үкергәне ишетелеп торор. Гөнаһлылар төркөмө утҡа ташланыла барған һайын, ут һаҡсылары (зобаниҙар) уларға:

(Ошо ғазап буласаҡ тип) алдан киҫәтеүсе бер генә пәйғәмбәр ҙә һеҙгә килмәнеме ни һуң? — тип һорарҙар. (9) Улар шулай яуап бирер:

— Дөрөҫөн генә әйткәндә, ошо ғазаптың киләсәге тураһында киҫәтеүсе бер Пәйғәмбәр килгән ине, ләкин беҙ уның киҫәтеүҙәренә ышанманыҡ, уларҙы ялғанға сығарҙыҡ. Аллаһ бер нимә лә индермәне. Һеҙ һаташҡан бәндәләр, —тинек. — (10) Их, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалған булһа инек, аҡылы­быҙ менән уйлап ҡараған булһа инек, утта яныусылар араһында булмаҫ та инек.

11. Шулай итеп, улар гөнаһтарын танынылар. Улар Аллаһтың ярлыҡауынан йыраҡ булырҙар! Улар инде ялҡын­лы йәһәннәмдең әһелдәре.

12. Үҙен күрмәйенсә лә, Аллаһҡа иман килтергәндәргә, Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡандарға хәҡиҡи ярлыҡау һәм дә бөйөк әжер әҙерләнгән. (13) Һүҙегеҙҙе йәшерһәгеҙ ҙә, йәшермәһәгеҙ ҙә, белеп тороғоҙ, Аллаһ — күңелегеҙҙәгеләрҙең барыһын да белеп тороусы. (14) Юҡтан бар итеүсе белмәҫме? Ул иң йәшерен ғәмәлдәрҙе лә белеп тора һәм һәр нәмәнән хәбәрҙар. (15) Ер йөҙөн һеҙҙең ҡарамаҡҡа биргән — Аллаһ. Шулай булғас, Ерҙең күкрәгенә баҫып йөрөгөҙ һәм Аллаһ биргән ниғмәттәрҙе ашағыҙ. Ахырҙа ҡайтыш барыбер Аллаһ хозурына булыр.

16. Күктәгеләр (Аллаһ, фәрештәләр) һеҙҙе (гөнаһлыларҙы) Ергә йоттормаҫ, тип ышанаһығыҙмы? Ул саҡта Ер ҡалтырана башлар, тетрәр һәм һеҙҙе Ер йотор. (17) Күктән (Аллаһ гөнаһлы) башығыҙға дауыллы таш ямғыры яуҙырмаҫ, тип уйлайһығыҙмы!? Киҫәтеүҙәребеҙҙең нимә икәнен һеҙ оҙаҡламай белерһегеҙ. (18) Хаҡтыр, уларҙан элек йәшәгәндәр ҙә быны өръәнде) ялғанға сығарҙы!. Ләкин минең уларға килтергән язам ниндәй дәһшәтле булды. (19) Күктә, баш остарында ҡанат ҡаға-ҡаға оса торған ҡоштарҙы улар күрмәй­ме ни һуң? Уларҙы миһырбанлы Аллаһтан башҡа бер кем дә һауала тота алмай. Шик юҡтыр, Аллаһ барыһын да бе­леп тора. (20) Аллаһтан ҡотолорға һеҙгә ярҙам итеүсе ғәскәр кемдәрҙән тора? (Аллаһтың язаһынан бары тик Аллаһ үҙе генә ҡотҡара ала.) Кәферҙәр улар — юл таба алмаҫлыҡ булып аҙашҡан халыҡ. (21) Аллаһ һеҙгә ризыҡ биреүҙе туҡтатһа, һеҙгә кем ризыҡ бирер? Эйе, улар аҙғынлыҡ менән (Хаҡтан) тәкәббер рәүештә йыраҡлашты. (22) Хәҙер инде уй­лап ҡарағыҙ, йөҙө аҫҡа килеп, ҡара көйөп йөрөүсе бәндә тура юлға күнәрме, әллә тура юлдан төп-төҙ атлап барыусымы (Сәғәдәткә барып ирешәсәк)? (23) (Рәсүлем) әйт:

— Ул һеҙҙе юҡтан бар итеүсе, һеҙгә ҡолаҡтар, күҙҙәр, йөрәк биреүсе, — тип. Бик әҙ шөкөр итәһегеҙ. (24) Тағын әйт һин:

— Ер йөҙөнә һеҙҙе Аллаһ яралтты, үрсетте һәм һеҙ (яуап бирер өсөн) Аллаһ хозурына барасаҡһығыҙ, — тип. (25) (Кәферҙәр мыҫҡыллау менән):

— Һөйләгәндәрегеҙ хаҡ булһа, вәғәҙә иткәндәрегеҙ (Ҡиә­мәт көнө, ғазаптар) ҡасан килер? — тип әйтерҙәр. (26) Әйт һин уларға:

— Был туралағы мәғлүмәт бары тик Аллаһ хозурында ғына. Мин бары тик Аллаһ ғазабының, һис шикһеҙ, киләсәге тураһында һеҙҙе киҫәтеүсе генә, — тип.

27. Әммә уны (ғазапты) яҡында күргәс, кәферҙәрҙең йөҙҙәре ҡарайыр һәм уларға:

— Бына, был һеҙ бик тиҙ күрергә теләгән нәмә ошо бу­лыр, — тип әйтерҙәр. (28) Әйт һин:

— Әгәр Аллаһ мине, минең менән булған яҡындарымды һәләк итһә йәки рәхмәте менән иҫән ҡалдырһа, хәтәр ғазаптан кәферҙәрҙе кем ҡотҡарыр? - тип һора. (29) Әйт һин:

— Аллаһтың рәхмәте киң һәм Ул — ярлыҡаусы. Беҙ Аллаһҡа иман килтерҙек, тәүәккәл итеп, Уға һыйындым, - тип. Кемдең яңғылыш юлда аҙашып йөрөгәнен оҙаҡламай күрер­һегеҙ. (30) Әйт һин:

— Миңә яуап бирегеҙ һеҙ, әгәр һыу — йылғалар, шишмәләр ҡасһа, бәреп сыҡҡан шишмәләрҙе һеҙгә кем кире ҡайтарыр? (Әлбиттә, Аллаһ ҡына был эште башҡара ала.)

68 — Ҡәләм (Ҡәләм) сүрәһе

(Ҡәләм сүрәһе 52 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Нун сүрәһе, тип тә йөрөтәләр.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Нун. Изге ҡәләм менән яҙылған изге һүҙҙәрҙе әйтеп, ант итәм: (2) (Эй, Мөхөммәд) Раббыңдың рәхмәте менән һин һис тә тиле түгелһең. (3) Шик юҡтыр, һинең өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ әжерҙәр бар. (4) Һәм һин, әлбиттә, юғары-саф әхләҡҡә эйә кеше. (5, 6) Ҡайһыларығыҙҙың тилергән икәнлеге оҙаҡламай күренер, улар ҙа күрер. (7) Хаҡтыр, Раббың тура юлдан яҙған кешене бик яҡшы белеп тора, тура юлға барғандарҙы ла белә. (8) Шулай булғас, (Хәҡиҡәтте) ялғанға сығарғандарға буйһонма. (9) Улар һинең күндәм булыуыңды (йомшаҡлыҡ күрһәтеүеңде) теләр, үҙҙәре лә һиңә күндәм мөғәмәләлә кеүек булыр (Улар һинең яйлағаныңды-майлағаныңды теләй, үҙҙәре лә һине яйлап-майлап, үҙ диндәренә кертергә маташыр.) (10) Тиреһенән сығырҙай булып хаттин ашҡанға һәр ант итеүсегә лә ышанма. (11) Яласыға, ғәйбәтсегә, (тырнаҡ аҫ­тынан кер эҙләүсегә) ышанма. (12) Изгелеккә ҡамасаулаған­ға, муйынынан гөнаһҡа батҡанға ышанма. (13) Рәхимһеҙ, нәҫелһеҙ әтрәк-әләмгә ышанма. (14) Хатта уның байлығы һәм нәҫеле үрсемле булһа ла, уға буйһонма. (15) Шул ке­шегә аяттарыбыҙҙы уҡығанда, ул:

— Әбей-бабай әкиәттәре был, — тип торор.

16. Оҙаҡламай Беҙ уның танауын киҫәсәкбеҙ (кикриген шиндерербеҙ).

(«Ысындан да, Бәдер һуғышында Вәлид исемле кәферҙең танауын ҡылыс менән киҫеп төшөрәләр». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

17. Бер ваҡыт Беҙ баҡса тотоусыларҙы (Мәккә кәферҙәренә) бәлә килтереп һынағаныбыҙ кеүек, быларҙы ла бәлә килтереп һынаныҡ. Нисек итеп улар (баҡса эйәләре): иртәнге яҡта (һис кем күрмәгәндә) емештәрҙе йыйып алырбыҙ, тип һүҙләштеләр. (18) Ләкин улар: Аллаһ бойорһа, иншаллаһ, мохтаждарға ла бирербеҙ, тип әйтмәнеләр. (19) Тик улар йоҡола сағында Раббы тарафынан ебәрелгән дәһшәтле ут өйөрмәһе баҡсаны ҡамап алды. (20) Баҡса ҡап-ҡара (көл) булып ҡал­ды. (21) Икенсе көндө иртән ҡәрҙәштәр бер-берһенә: (22)

— Мул уңыш йыйып алаһығыҙ килһә, баҡсаға иртүк то­роп барайыҡ, — тинеләр һәм (23) үҙ-ара һөйләшә-һөйләшә баҡсаға киттеләр. (24) — Баҡсабыҙға бөгөн бер генә хәйерсе лә керергә өлгөрмәһен. (25) (Фәҡирҙәргә ярҙам итерлек) көстәре булһа ла, уларҙы ярҙамдарынан мәхрүм итергә ниәтлә­неләр. (26) Баҡсаға килеп ҡараһалар, шаҡ ҡаттылар (баҡсала­рын таныманылар):

— Ихтимал, беҙ яңғылыш юлдан киткәнбеҙҙер, — тинеләр. (Яңғылыш түгеллеген аңлағас, улар): (27)

— Юҡ, юҡ! Беҙ ҙә мәхрүм ҡалдыҡ, — тинеләр. (28) Араларынан аҡыллырағы әйтте:

(Мин һеҙгә, Аллаһ теләһә, иншаллаһ, тип әйтергә ҡушма­ныммы? — тине.) — Аллаһҡа тәсбих әйтәйек, тип әйтмәнемме? (29) -Әлхәмдүлилләһ, беҙ үҙ башыбыҙға үҙебеҙ яҙыҡ (ҡайғы) алдыҡ, — тинеләр.

30. Унан һуң улар ғәйепте бер-берһенә ауҙарырға башланылар. (31) Ниһайәт, әйттеләр:

— Ҡайғы төштө башыбыҙға, ысындан да, беҙ хаттин аш­ҡан аҙғындар икәнбеҙ, — тинеләр. (32) - Бәлки, Аллаһ быныһы урынына тағын да яҡшыраҡ уңыш бирер! Сөнки беҙ тәүбә иттек. Раббыға йүнәлдек.

33. Бына бынһы донъя ғазабы булды һеҙгә. Әхирәт ғазабы иһә, һис шикһеҙ, бынан да хәтәрерәк булыр. Их, әгәр ҙә улар был турала белһә ине! (34) Хаҡтыр, саф мосолмандар өсөн Раббы ҡаршыһында ниғмәттәре сикһеҙ мул булған йәннәттәр бар. (35) Аллаһҡа итәғәттә булғандар менән гөнаһлыларҙы тигеҙ күрербеҙме? (36) Һеҙгә нимә булды? Ниндәй дәрәжәлә фекер йөрөтәһегеҙ? (37) Әллә һеҙгә ҡағылышлы берәй китап бармы ҡулығыҙҙа, (гөнаһ ҡылырға) һеҙ шул китаптан өйрәнәһегеҙме? (38) Һеҙ теләгән һәр нәмә, һис шикһеҙ, буласаҡ, тип яҙылғанмы шунда? (39) Ҡиәмәт көнөнә саҡлы нимә теләһәк, шуны ҡылырға хаҡыбыҙ бар, тигән килешеүегеҙ бармы Аллаһ менән? (40) Һин (Мөхөммәд) уларҙан һора:

— Шундай килешеү бар, тип ҡайһыһы раҫлай ала икән? (41) Әллә уларҙың Аллаһ кеүек ҡөҙрәтле башҡа дуҫтары бармы? Улар хаҡлы булһа, (Аллаһтан да) ҡөҙрәтле шул дуҫтарын бында килтерһендәр. (42) Ул Көн килеп еткәс, балтырҙар асылыр (йәшерен эштәрең, гөнаһтарың өҫтөнән ҡорма алыныр) һәм сәждә итергә саҡыру булыр, ләкин улар (кәферҙәр) сәждәгә бөгөлә алмаҫ.

43. Хурлыҡтан ҡараштары аҫҡа төбәлгән хәлдә ҡалыр­ҙар. Гәрсә, улар һау-сәләмәт булған хәлдә лә сәждәгә саҡы­рылған ине, ләкин улар сәждәгә эйелергә теләмәгән ине. (Хәҙер, теләһәләр ҙә, эйелә алмайҙар.)

44. (Эй, Мөхәммәд) һин был һүҙҙе өръәнде) ялғанға сы­ғарған кәферҙәрҙе Минең өлөшкә ҡалдыр. Беҙ иҫкәртмәгән яҡтан, әкрен-әкрен генә уларҙы ғазапҡа тарта барырбыҙ. (45) Беҙ уларға (бирәһе язабыҙҙы) оҙаҡҡа кисерҙек. Хәҡиҡәт шулдыр, Мин ҡорған тәдбирҙәр ҡаҡшамаҫ. (Яза бары­бер бирелер.) (46) Һин уларҙан түләү хаҡы һорайһыңмы, юҡһа? Шуның арҡаһында улар бурысҡа батҡанмы? (47) Йәшерен серҙәрҙе белеү ғилеме улар ҡулындамы, юҡһа? Ул ғилем китабын улар яҙамы? (48) Һин Раббыңдың хөкөмөн түҙемлек менән көт. Балыҡ ҡарынындағы (Юныс) кеүек бул­ма. Иҫеңдәме, нисек итеп ул (тынсыулыҡтан, тарлыҡтан зар­ланып) Аллаһҡа ялбарған ине. (49) Әгәр ҙә уға Раббыһынан ярҙам килеп ирешмәгән булһа, ул, һис шикһеҙ, меҫкен хәлдә, хур ителеп, ярға сығарып ташланған булыр ине. (50) Ләкин һуңынан Раббы уны һайлап алды һәм изгеләр сафы­на ҡуйҙы.

51. Ул инҡарсылар, Ҡөръән уҡыған ваҡытыңда ҡараш­тары менән булһа ла, һине яңғылыштырырға тырышыр. (Эштәре барып сыҡмағас):

— Көн кеүек асыҡтыр, ул тилергән, — тип әйтерҙәр.

52. Ҡөръән бары тик ғәләмдәргә хәбәр биреүсе вә­ғәздәрҙән тора.
69 — Хаҡҡа (Ҡотолғоһоҙлоҡ) сүрәһе

(Хаҡҡа сүрәһе 52 аяттан тора. Мәккәлә ицгән. Ҡиәмәт көнөнә «Хаҡҡа» тип тә әйтәләр. Йәғни, Ҡиәмәт хәҡиҡәт булараҡ, хаҡ — ысынбарлыҡ булараҡ, ҡотолғоһоҙ киләсәк. Хаҡлыҡтың, дөрөҫлөктөң тантана итә торған ҡотолғоһоҙ көнө — Ҡиәмәт буласаҡ.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Ҡотолғоһоҙ рәүештә тормошҡа ашасаҡ Хәҡиҡәт көнө! (2) Ниндәй була ул Хаҡлыҡ тантана итә торған ҡотолғоһоҙ көн? (3) Был турала һиңә кем, нимә хәбәр итте? (Аллаһтан башҡа һис кем хәбәр итә алмаҫ.)

4. Сәмүд менән Ғәд халыҡтары Ҡиәмәтте (Хәҡиҡәт көнөн) инҡар итте. (5) Сәмүд халҡы ғәҙәттән тыш ҡаты тауыш (ер тетрәүе) менән һәләк ителде. (6) Ғәд халҡы иһә ҡот ­осҡос үкерә торған, хәтәр дауылда һәләк булды. (7) Аллаһ уны (ҡаты дауылды) ете төн, һигеҙ көн буйына туҡтат­маны. (Әгәр һин шунда булһа инең) ул халыҡтың бер миҙгел эсендә эсе ҡыуыш ағастар кеүек, ҡырылып ауғанын күрер инең. (8) Исмаһам, иҫән ҡалған бер кеше күрерһеңме?

9. Фирғәүен дә, унан алдағылар ҙа, аҫты өҫкә килгән ҡалаларҙың халыҡтары ла ошо хатаны ҡабатланылар (йәғ­ни, Аллаһты, Ҡөръәнде, пәйғәмбәрҙәрҙе һанға һуҡманылар, шу­ның арҡаһында гөнаһҡа баттылар). (10) Шулай итеп, улар Раббының пәйғәмбәрҙәренә ҡаршы баш күтәрҙе. Шуға күрә, Аллаһ та уларҙы дәһшәтле язаға тартты.

11. Хаҡтыр, донъяны һыу баҫҡас, Беҙ һеҙҙе (боронғо бабаларығыҙҙы) кәмәгә ултыртып, ҡотҡарҙыҡ. (12) Был эште Беҙ киләсәк быуындарға киҫәтеү һәм һабаҡ булһын, ҡолаҡта­ры ишетеп, хәтирә итеп һаҡлаһын, тип башҡарҙыҡ.

13. Сур борғоһона беренсе тапҡыр өрөлгәс (бөтөн ке­шеләр ҙә үлеп бөтәр, ғәләм харап булыр), (14) Ер үҙе лә, тау­ҙары ла урындарынан күсеп, бер-берҙәренә бәрелеп, туҙан хәленә килер. (15) Бына шул көн Ҡиәмәт булыр. (16) Күк урталай ярылыр. Ул көндө Күктең терәге булмаҫ (гравита­цион көстәр юҡҡа сығыр). (17) Фәрештәләр уның (Күктең) әйләнә-тирәһендә булыр. Ул көндө Аллаһтың Ғәрешен (тәхе­тен) һигеҙ фәрештә күтәрер. (18) Ул көндө һеҙ (хисап, яуап өсөн) Аллаһтың хозурына китерелерһегеҙ. Ул көндө һис бер сер йәшеренеп ҡалмаҫ. (19) Китабы уң ҡулына бирелгән (мөьмин) кеше әйтер:

— Алығыҙ минең китапты, алығыҙ ҙа уҡып ҡарағыҙ. (20) Мин, ысындан да, иәмәт көнөндә) хисап тотасағым­ды белеп йәшәнем донъяла, — тип әйтер. (21) Был кеше Сәғәдәткә ирешер. (22) Юғары йәннәткә керер. (23) Емештәре үре­леп алырлыҡ яҡында ғына булыр. (24) Уларға:

(Донъяла) йәшәгәндә ҡылған изгелектәрегеҙгә күрә, рәхәтләнеп ашағыҙ-эсегеҙ! — тип әйтелер.

25. Китабы һул ҡулына бирелгән (кәфер) кеше лә әйтер:

— Аһ, китабым миңә бирелмәгән булһа, яҡшыраҡ булыр ине. (26) Аһ, был хисаптарҙы тотмаһа инем. (27) (Донъялағы үлемем) һуңғыһы булып (яңынан терелмәгән булһам). (28) Бай­лығым миңә бер файҙа ла бирмәне. (29) (Бөтөн) батшалы­ғым (хәкимийәтем) ҡулдан китте, — тип үкенеп үкерер. (30) (Аллаһ бойороғо яңғырар):

— Тотоғоҙ ҙа уны бығаулағыҙ! (31) Унан һуң уны дөрләп янған ялҡынлы утҡа ташлағыҙ! (32) Унан һуң уны етмеш аршын (терһәк) оҙонлоғондағы сылбыр менән урағыҙ. (33) Сөнки ул бөйөк Аллаһҡа ышанманы. (34) Мохтаждарға ризыҡ бирмәне (һәм бирҙермәне). (35) Шуға күрә, бөгөн бында иә­мәттә) уны ҡыҙғаныусы бер генә дуҫы ла юҡ. (36) Ғөслин (йыуынтыҡ һыуы) тигән эсемлектән башҡа эсәренә һыу ҙа булмаҫ. (37) Гөнаһлыларҙан башҡаһы ул ғөслинде эсмәҫ.

Ғөслин» исемле был эсемлек тураһында X. Чантай китабында былай яҙылған: «Йәһәннәмдә ҡайнатыусыларҙың ҡанлы эрендәре. Ҡайһы берҙәр уны «йыуынтыҡ, бысраҡ һыу», тип тә шәрехләй. Әлбиттә, бында күсермә мәғәнәләге бер символика барҙыр».)
1   ...   56   57   58   59   60   61   62   63   64


написать администратору сайта