Главная страница

КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим


Скачать 3.18 Mb.
Название билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
Дата04.02.2022
Размер3.18 Mb.
Формат файлаdoc
Имя файлаКОРАН баш.doc
ТипДокументы
#351235
страница54 из 64
1   ...   50   51   52   53   54   55   56   57   ...   64

51, 52, 53, 54. Мөттәҡийҙәр (тәҡүә мосолмандар) иһә именлек тулы ышаныслы урында булыр: баҡсаларҙа һәм шишмә буйҙарында (истирәхәт ҡылырҙар).Нәфис ебәктәргә һәм балҡып тороусы атластарға уранып, ҡапма-ҡаршы әңгәмә ҡорорҙар. Бына шулай бойорҙоҡ: һәм Беҙ ҙур күҙле хур ҡыҙҙарын уларға ҡатын итербеҙ. (55) Шунда — именлек эсендә йәндәре ниндәй емеш теләһә, шул булыр. (56) Үлем әсе­һен бер татығандан һуң, улар үлемһеҙ булыр. Һәм Аллаһ уларҙы йәһәннәм ғазабынан ҡотҡарыр. (57) Был ниғмәттәр уларға Раббы тарафынан тәғәйенләнгән. Бөйөк Сәғәдәт бына ошо булыр.

58. (Эй, Мөхәммәд) Беҙ уны өръәнде) яҡшы аңлаһындар һәм өгөт алһындар тип, һинең Әсә телеңдә индерҙек. (59) Улар көтә. Һин дә көт.

(Улар һинең башыңа бәлә килгәнде көтә. Һин дә көт улар иман килтерерме, әллә кәферлектәрен дауам итеп, һәләк булырмы? Хәҡиҡәтте белер өсөн ваҡыт кәрәк.)
45 — Жәҫиә (Теҙләнеү) сүрәһе

(Жәҫиә сүрәһе 37 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Ҡиәмәт көнөндә теҙләнеп тороусы гөнаһлылар тураһында һөйләнгәнгә күрә, исеме «Жәҫиә», йәғни «теҙләнеп тороу» шунан килә.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Ха. Мим.

2. Был Китап (Ҡөръән) ҡөҙрәтле һәм хаким һәм хикмәт эйәһе Аллаһ тарафынан индерелде.

3. Шик юҡ, иманлы кеше өсөн күктәрҙә һәм Ерҙә (Ҡөръәндең дөрөҫлөгөнә) байтаҡ дәлилдәр бар.

4. Кешеләрҙең юҡтан бар ителеүе лә, Ер йөҙөнә тарал­ған йән эйәләренең (Аллаһ тарафынан) яралтылышы ла, иман килтергән халыҡтар ғибрәт алырлыҡ кинәйәлар (сағыштырмалар), ишаралар аша хәбәр ителә.

5. Төндөң һәм көндөң алмашыныуы, Аллаһтың Күктән индергән ризыҡтары (ямғыры) һәм үлемдән һуң тупраҡтың яңынан терелеүе, елдәрҙең төрлө яҡҡа иҫеүе аҡылы булған халыҡҡа (Аллаһтың бер булғанына һәм сикһеҙ ҡөҙрәтенә ышаныслы) дәлилдәрҙер.

6. Бына Аллаһтың аяттарын һиңә дөрөҫлөк булараҡ уҡыйбыҙ. Аллаһтың ошо (ысын-дөрөҫ) аяттарынан һуң, улар (кәферҙәр, мөшриктәр) ниндәй һүҙгә ышанырҙар икән инде?

7. Ялғанға, гөнаһҡа батҡан кешенең хәле ҡот осҡос бу­лыр.

8. Үҙенә Аллаһтың аяттарын уҡығанда ул (мөшрик, кәфер, монафиҡ) тыңлаған булыр, һуңынан танауын юғары күтәреп, ишетмәмешкә һалышыр. Бына шуларға һин (Мөхәммәд) хәтәр яза буласағы тураһында әйт.

9. Берәй аятыбыҙҙы (Ҡөръәндән икәнен) белеп алһа, ул мыҫҡыллап көлә башлай. Улар өсөн хурлыҡлы яза була­саҡ.

10. Барасаҡ юлдары — йәһәннәм. Уларҙың йыйған нәмәләре (мал-тыуарҙары, балалары, байлыҡтары), Аллаһты инҡар итеп, табына торған (сын) дары бер нисек тә ярҙам итә алмаҫ. Уларҙың әжере – хәтәр яза.

11. Ҡөръән — тура юлдыр. Раббының аяттарына кәфер итеүселәр өсөн хәтәр ғазаптарҙан тороусы бик тә ҡаты яза булыр.

12. Уның әмере менән кәмәләрҙә йөҙөп, (Аллаһ үҙҙәренә насип иткән) ризыҡтарын эҙләп тапһындар һәм (тапҡандарына) шөкөр итһендәр тип, Аллаһ һеҙҙең ҡулланышығыҙға диңгеҙҙе бирҙе.

13. Күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа, шуларҙың барыһын да Ул Үҙ тарафынан индереп, һеҙҙең ҡарамаҡҡа бирҙе. Әлбиттә, был турала уйлап ҡараған кешеләр өсөн ғибрәттәр бар.

14. (Эй, Мөхөммәд) иман килтергәндәргә әйт:

— Аллаһ яза бирә торған Көндөң (Әхирәттең) киләсә­генә ышанмағандарҙы кисерһендәр. (Хөкөмдарлыҡты үҙ өҫтө­гөҙгә алмағыҙ!) — тип әйт. Аллаһ һәр халыҡты ҡылмышына күрә язалаясаҡ.

15. Кем изгелек ҡыла — үҙ файҙаһына. Кем яманлыҡ ҡыла — үҙ зарарына. Ахырҙа барыбер Раббы хозурына ҡайтарыласаҡһығыҙ.

16. Хаҡтыр, Беҙ Исраил тоҡомона китап, хөкөм һәм пәйғәмбәрлек бирҙек. Уларҙы татлы ризыҡтар менән тәрбиә ҡылдыҡ. Уларҙы донъя халыҡтарынан өҫтөн иттек.

17. Дин мәсьәләһендә уларға (Исраил нәҫеленә) асыҡ дәлилдәр бирҙек. Әммә үҙҙәренә ғилем килгәндән һуң, араларында ҡупҡан, хәл итә алмаҫлыҡ ҡаршылыҡтар һәм хөсөтлөктәре (яманлыҡтары) арҡаһында, улар (төрлө фирҡәләргә) бүленеп бөттө. Шөбһәһеҙ, Раббың уларҙың фирҡәләргә бүленгәнлектәре хаҡында Ҡиәмәт көндө Үҙ хөкөмөн сығарасаҡ.

18. Унан һуң һине дин эштәрендә бер шәриғәт сахибы иттек. Һин шуға тоғро ҡал. Белмәгәндәрҙең ҡотҡоһона бирелмә.

19. Улар Аллаһ юлында һиңә һис тә ярҙам итә алмаҫ. Дөрөҫө шул, залимдар (ғәҙелһеҙҙәр, әхләҡһеҙҙәр, кәферҙәр) үҙ-а­ра дуҫ. Аллаһ — паҡ мөслимдәрҙең дуҫы.

20. Был (Ҡөръән) кешеләрҙең күңел күҙҙәрен асыусы бер нур. Ныҡ иманлы кешеләр өсөн тура юл һәм (Аллаһтың) рәхмәте ул — Ҡөръән.

21. Әллә һуң улар — яманлыҡ ҡылғандар: Аллаһ беҙҙе иман килтереп, изгелек ҡылғандар менән тигеҙ күрер, йәшәйешебеҙҙе лә, әжәлебеҙҙе лә мөьминдәрҙеке төҫлө итер, тип өмөтләнәләрме? Ни ҡәҙәр яңғылыш фекер!

22. Аллаһ күктәрҙе һәм Ерҙе Хәҡиҡәт өсөн яралтты. Шулай булғас, һәр кем ҡылғанына күрә әжерен дә алыр. Уларға ғәҙелһеҙлек ҡылынмаҫ.

23. (Байлыҡҡа ҡомһоҙ) нәфсене һәм (енси ләззәткә ар­тыҡ) һәүәҫлекте үҙ маҡсаты итеп, Аллаһ урынына ҡуйған ке­шене күрҙеңме һин, (эй, Мөхәммәд)? Ҡолаҡтары һәм күңеле йоҙаҡланған, күҙе томаланған бер бәндәгә Аллаһтан башҡа кем тура юлды күрһәтер? (Әй, кешеләр) һеҙ шул турала яҡ­шылап уйлап ҡарамайһығыҙмы?

24. Әйттеләр:

— Был донъялағы тормоштан башҡа тормош юҡ. Йәшәйбеҙ, үләсәкбеҙ. Беҙҙе бары тик дауамлы ваҡыт үлтерә, — тинеләр. Ләкин уларҙың был турала һис бер мәғлүмәте юҡ. Улар бары тик фаразлайҙар ғына.

25. Ҡаршыларында асыҡ аяттарыбыҙҙы уҡыған ваҡытта улар һаман бер һүҙҙе ҡабатлай:

— Әгәр һеҙ хаҡты һөйләй торған булһағыҙ, мәрхүм атала­рыбыҙҙы терелтеп ҡайтарығыҙ,— тигәндән башҡа уларҙың дәлиле юҡ.

26. Әйт һин:

— Һеҙҙе Аллаһ терелтәсәк. Унан һуң Ул һеҙҙе вафат ит­терер. Ахырҙа, килеүенә һис шик-шөбһә булмаған, Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ һеҙҙе йәнә (терелтеп) янына йыясаҡ. Ләкин кешеләрҙең күбеһе быға ышанмай.

27. Күктәрҙәге һәм Ерҙәге милек (идара) Аллаһтыҡылыр. Ҡиәмәт ҡупҡан Көн — кәферҙәрҙең ҙур юғалтыу Көнө.

28. (Мөхәммәд) һин һәр өммәтте теҙләнгән килеш күрер­һең, һәр өммәт (үҙенең сауабы-гөнаһы яҙылған) китап янына саҡырыласаҡ.

— Бөгөн (донъялағы) ҡылғандарығыҙ өсөн әжер биреләсәк!

29. — Дөрөҫөн һөйләй торған китап ҡаршығыҙҙа тора, ул беҙҙең китабыбыҙ. Хаҡтыр, һеҙ нимә ҡылһағыҙ ҙа, Беҙ (барыһын да фәрештәләргә) яҙҙыра барҙыҡ.

30. Хәҙер инде иман килтереп, изгелекле ғәмәлдә булған­дарҙы Раббы рәхмәтенә (йәннәтенә) ҡабул итер. Бына был — ҡотолоп, Сәғәдәткә ирешеү, тигән һүҙ. (31.) Кәферҙәргә әйте­лер:

- Аяттарымды уҡығанда танау сөйөрөп, гөнаһлы булған­дар өйөрө — ул һеҙ инегеҙ түгелме?

32. — Аллаһтың (үлгәс тереләсәкһегеҙ, тигән) вәғәҙәһе хаҡ. Ул замандың киләсәгенә һис шөбһә юҡ, — тигәс, һеҙ:

— Ул ниндәй заман ул? Беҙ ул заманды белмәйбеҙ. Ай-һай, (килерме икән ул заман?) беҙ быға шикләнеп ҡарайбыҙ. Уның киләсәге тураһында мәғлүмәтебеҙ юҡ, — тип әйттегеҙ.

33. Улар ҡылғандарҙың яманлыҡтары үҙҙәренә ап-асыҡ күренер. Мыҫҡыл итеп көлгәндәре арҡаһында улар (ғазап менән) сорнап алыныр.

34. 35. Әйтелер:

— Һеҙ бөгөнгө көн менән осрашасағығыҙҙы нисек онот­ҡан булһағыҙ, (Әхирәттә ҡауышыуҙы инҡар иттегеҙ) Беҙ ҙә һеҙҙе шулай (ярлыҡарға «онотоп» ғазапта) ҡалдырасаҡбыҙ. Урынығыҙ — ут булыр. (Донъялағы) ярҙамсыларығыҙҙың береһе лә һеҙҙе (бөгөн) ҡотҡарасаҡ түгел. Сөнки һеҙ Аллаһтың аяттарын өръәнде) көлкөгә алдығыҙ. Һеҙ донъя рәхәтенә ал­дандығыҙ.

Бөгөн улар бынан (йәһәннәмдән) сығарылмаясаҡтар, уларҙың тәүбәләре лә ҡабул ителмәҫ.

36. Ысынлап та, бөтөн маҡтау күктәрҙең Раббыһы, Ер­ҙең Раббыһы һәм ғәләмдәрҙең Раббыһы — Аллаһҡа.

37. Күктәрҙә лә, Ерҙә лә Аллаһ ҡына бөйөк (Аллаһү әкбәр). Ул (еңелеү белмәҫ) ҡөҙрәтле һәм (зиһен һәм) хикмәт эйәһе.
46 — Әхҡаф (Ҡом тауы) сүрәһе

(Әхҡаф сүрәһе 35аяттан тора. Ғәд ҡәүеме йәшәй торған сүлдәге ҡом бархандары ғәрәпсә «Әхкәф» тип атала. Сүрәнең исеме шунан килә. Мәккәлә ингән.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Ха. Мим.

2. Был Китап еңелеү белмәҫ ҡөҙрәтле һәм берҙән-бер хөкөм­дар һәм хикмәт эйәһе Аллаһтан индерелде.

3. Күктәрҙе, Ерҙе, улар араһындағыларҙы Беҙ Хәҡиҡәт булараҡ, тәртип иттек һәм мәғлүм бер мөддәткә саҡлы хәрәкәт итһендәр тип, яралттыҡ. Кәферҙәр киҫәтелгәндәрҙән йөҙ сөйөрә.

4. Әйт:

— Аллаһты инҡар итеп, табынған нәмәләрегеҙҙең ниндәй өҙрәткә эйә) булғандары тураһында фекерҙәрегеҙҙе миңә әйтегеҙ. Уларҙың донъяла барлыҡҡа килтергән нәмә­ләрен күрһәтегеҙ, — тип. — Юҡһа, күктәрҙе барлыҡҡа кил­тереүҙә уларҙың ҡатнашы бармы? Бынан әүәл (индерелгән) бер китап йәки ғилем ҡалдығы булһа, дөрөҫлөккә дәғүә итһәләр, миңә (дәлил) килтерегеҙ.

5. Аллаһты инҡар итеп, башҡа (боттарға, һындар)ғата­быналар. Ул нәмәләр (боттар, һындар, таш, ут...) уларға Ҡиәмәткә ҡәҙәр ләм-мим һүҙ әйтмәһә лә. Шулар кеүек аҙашҡан берәй кеше булырмы? Гәрсә улар (боттар, һындар) үҙҙәренә табынғандары тураһында белмәйҙәр ҙә.

6. Кешеләр мәхшәрҙә бер майҙанға тупланған ваҡытта улар (һындарға табыныусылар) үҙҙәре табынғандарҙың дошманына әүерелер. Улар ғасҡа, ташҡа, һындарға) табынғандарын инҡар итерҙәр.

7. Аяттарыбыҙ уларға асыҡ итеп уҡылғанда, йәғни уларға Хәҡиҡәт килгәс, барыһын да инҡар иттеләр.

— Был — көн кеүек асыҡ бер сихыр, — тинеләр.

8. Юҡһа:

— Уны өрьәнде) ул үҙе уйлап сығарған, -тип әйтәләрме?

Әйт һин:

— Әгәр уны мин уйлап сығарған булһам, Аллаһ тарафынан миңә киләсәктән — язанан мине ҡотҡарырға көсөгөҙ етмәҫ ине. Ул һеҙҙең Ҡөръән хаҡында һөйләгән ғәйбәттә­регеҙҙе яҡшы белеп тора. Минең менән һеҙҙең арала шаһит булыр өсөн бер Аллаһ етә. Аллаһ — рәхимле ярлыҡаусы.

9. Әйт һин:

— Мин беренсе килгән пәйғәмбәр түгел, — тип. - Үҙемә һәм һеҙгә нимә буласағын да мин белмәйем. Мин бары тик үҙемә йөкләнгән уахигә йөҙ тотам. Мин бары тик асыҡтан-асыҡ киҫәтеүсе генә.

10. Әйт:

— Уйлағанығыҙ бармы? Был (Ҡөръән) Аллаһ тарафынан килгән булһа ла, һеҙ уны инҡар иттегеҙ һәм Исраил тоҡомонан булған берәү үҙенә оҡшаш (тағын бер пәйғәмбәр киләсәгенә) шаһитлыҡ итте һәм иман килтерҙе. Шулай ҙа һеҙ һаман кирелегегеҙгә табан бараһығыҙ. Шик юҡ, Аллаһ залимдарҙы тура юлға күндермәҫ.

(«Исраил тоҡомло — Яҡуп нәҫелле, йәғни йәһүдиләрҙең береһе, Ғаб­дулла ибн Сәләм исемлеһе Мусаға индерелгән Тәурәттә һуңғы Пәйғәмбәр булып Мөхәммәдтең киләсәге тураһында хәбәр таба һәм Исламды ҡабул итә». Хәсән Чантай тәфсиренән )

11. Ул кәферҙәр иман килтергәндәр хаҡында әйттеләр: - Әгәр ул эш (иман килтереү) яҡшы булһа, улар беҙҙе уҙып иман килтермәгән булыр ине, — тинеләр. Улар (Ҡөръәнгә эйәр­мәне) тура юлдан китмәне һәм:

— Был — әүәлдән килә торған ялған, — тинеләр.

12. Унан (Ҡөръәндән) әүәл дә тура юл күрһәтеүсе һәм рәхмәт булараҡ, Мусаға Китап (Тәүрәт) индергән инек. Бына был (Ҡөръән)дәгөнаһлы залимдарҙы киҫәтер өсөн, изгелек ҡыл­ғандарҙы һөйөндөрөр өсөн, ғәрәпсә индерелде һәм ул Тәүрәт­ты дөрөҫләп, раҫлаусы бер Китап.

13. — Раббыбыҙ — Аллаһ! — тип, һуңынан да шуға тура булғандар өсөн (Ҡиәмәттә) бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс юҡ. Уларға ҡайғы килмәҫ.

14. Улар йәннәт әһеле булыр. Ҡылған изгелектәренә күрә, әжер булараҡ, шунда (йәннәттә) мәңгегә ҡаласаҡтар.

15. Беҙ әҙәм балаһына ата-әсәгә изгелекле булырға васыят иттек. Әсәһе уны ҡарынында йөрөтә. Ауырлыҡ менән таба. Баланың әсә ҡарынында йөрөүе һәм һөт имә торған ваҡыты утыҙ айҙыр. Ниһайәт, ул (бала) егетлек осорына етә. Ҡырҡ йәшкә еткәс, әйтер:— Йә, Раббым, үҙемде, ата-әсәмде ниғмәтләндергәнеңә шөкрәнәмде ҡабул ит, Һине ризалатырлыҡ изгелекле ғәмәлдәрҙә булыуыма миңә илһам бир. Үҙемде лә, нәҫелемде лә рәхмәтеңдән ташлама. Хаҡтыр, мин Һиңә йүнәлдем. Шикһеҙ, мин (иман килтереп) мосолман булдым.

16. Ҡылған изгелектәрен ҡабул итеп, гөнаһтарын ярлы­ҡаясағыбыҙ, бына ошо кешеләр — йәннәттәгеләр араһында булыр. Был уларға бирелгән вәғәҙә нәтижәһе.

17. Ата-әсәһеңә:

— Уф, туйҙым һеҙҙән, минән элек тә күпме нәҫелдәр йәшәп үлгән (һәм терелеп ҡайтмаған), шулай ҙа һеҙ минең яңынан терелеп сығарыласағыма ышандырырға тырышаһығыҙ! — тип ҡаршы итеүселәр юҡмы ни?

Ата-әсәһе Аллаһҡа ялбарыр ҙа, балаһына әйтер:

— Йаҙыҡтар (ҡайғы) булыр һиңә! Иман килтер. Аллаһтың язаһы, һис шикһеҙ, хаҡ! — тип өгөтләрҙәр.

Ул иһә:

(Һеҙ һөйләгәндәр) боронғоларҙан ҡалған әкиәттән баш­ҡа һис нәмә түгел, — тип әйтер.

18. Бына шундай (кәфер һөйләүселәр) әүәл йәшәп-киткән ендәр һәм (гөнаһлы) кешеләр өйөрө менән бергә йәһәннәмдә булыр, тигән Аллаһтың вәғәҙәһе хаҡлыҡҡа иреште. Ысындан да, улар ҙур зыян күреүселәр рәтендә.

19. Һәр кемдең ҡылғанына күрә дәрәжәһе лә булыр. Уларға һис бер ғәҙелһеҙлек ҡылынмаҫ. Ғәмәлдәренә күрә әжерҙәре түләнер.

20. Ут ҡаршыһына килтерелгәс, кәферҙәргә әйтелер:

— Һеҙ фани донъялағы тормошоғоҙҙа рәхәт йәшәп, бөтөн зәүҡий ләззәт маяғыҙҙы исраф итеп бөтөрҙөгөҙ инде. Хаҡы­ғыҙ булмаған көйөнсә, Ер йөҙөндә артыҡ тәкәббер булдығыҙ. Шундағы боҙоҡлоғоғоҙ өсөн, бөгөн бында хурлыҡ ға­заптары менән язаланырһығыҙ.

21. Ғәд халҡы араһынан сыҡҡан (Һуд)тыиҫеңә төшөр. Унан әүәл дә, унан һуң да киҫәтеүсе пәйғәмбәрҙәр килеп киткән ине инде. Хәтерләйһеңме, ул Әхҡафтағы (ҡом сүлендә­ге) халыҡты:

— Аллаһтан башҡаға ғибәҙәт ҡылмағыҙ! Шуныһы хаҡтыр, мин һеҙҙең өҫкә киләсәк хәтәр Көндөң ғазабынан ҡурҡам, —тип киҫәткән ине.

22. Улар әйтте:

— Һин беҙҙе табына торғандарыбыҙҙан уаз кистерергә тип килдеңме? Әгәр ҙә һин һөйләгәндәр хаҡ булһа, вәғәҙә итә торғаныңды (ғазаптар, мөғжизәләреңде) хәҙер үк күрһәт, - тинеләр.

23. (Һуд) әйтте:

(Һеҙгә ғазаптың ҡасан килаһен) бер Аллаһ белә. Мин алып килгән хәбәрҙе генә һеҙгә тапшырам. Ләкин, күрәм, һеҙ наҙандар өйөрө икәнһегеҙ, — тине.

24. Шул саҡ (улар йыйылған) үҙәнгә табан килеүсе ғазап болотон күреп, әйттеләр:

— Был ямғыр болото! — тинеләр.

— Юҡ, — тине (Һуд) — Был һеҙ хәҙер үк күрергә теләгән ғазабығыҙ, ҡаты дауыл — хәтәр яза болото булыр.

25. — Раббының әмере менән ул бөтөн нәмәне харап итеп бөтөрөр. (Дауылдан һуң) уларҙың емерек ҡаралты-ҡуралары ғына тырпайып ҡалыр. Бына, гөнаһлыларҙы Беҙ шулай яза­лайбыҙ.

26. Хаҡтыр, уларға ла һеҙгә бирмәгән ҡөҙрәтебеҙҙе һәм байлығыбыҙҙы бирҙек. Үҙҙәренә ҡолаҡтар, күҙҙәр һәм йөрәк бирҙек. Ләкин ҡолаҡтары ла, күҙҙәре лә, йөрәктәре лә улар­ға һис бер файҙа килтермәне. Сөнки улар Аллаһ аяттарын (ап-асыҡ иҫбаттарын) белгән көйөнсә, инҡар итте. (Әхирәт­тәге ғазап тураһындағы хәбәребеҙҙе) мыҫҡыллап көлгәндәр ине, (шул ғазап) үҙҙәрен сорнап алды.

27. Хаҡтыр, Беҙ яҡын-тирәгеҙҙәге мәмләкәттәрҙе һәләк иттек. Бәлки, улар (кәферлектән) иманға ҡайтырҙар тип, аяттарыбыҙҙы ҡат-ҡат аңлаттыҡ.

28. Улайһа, ни өсөн Аллаһтан башҡаны яҡын күреп та­бынған һындары уларҙың үҙҙәрен Аллаһ ғазабынан ҡот­ҡарманы? Ғазап килгәс, ул һындар юҡҡа сыҡты. Шул һындар Аллаһ менән аралашсылыҡ итәсәк, тип әйтеүҙәре уларҙың ялғаны һәм уйҙырмаһы ине.

29. Ҡөръән тыңлаһындар тип, бер төркөм енде һинең янға ебәрҙек. Ҡөръән тыңларға әҙерләнеп бөткәс, улар бер-береһенә әйтте:

— Тынығыҙ! (Тын да алмайынса тыңлағыҙ!) — тинеләр. Ҡөръән уҡылып бөткәс, улар иәмәт көндө буласаҡ яза­лар тураһында) киҫәтеүсе булып, үҙ ҡәүемдәренә әйләнеп ҡайт­ты.

30. 31. Улар:

— Әй, ҡәүемебеҙ, — тине. —Хаҡ һөйләйбеҙ: беҙ Мусанан һуң индерелгән һәм үҙенән алда килгән (боҙолған китаптарҙы) дөрөҫләүсе, Хәҡиҡәткә һәм тура юлға йүнәлтеүсе бер Китап һүҙен тыңланыҡ. Әй, ҡәрҙәштәребеҙ! Аллаһтың киҫәтеүсеһенә бойһоноғоҙ. Аллаһҡа иман килтерегеҙ, һәм Аллаһ һеҙҙең бер өлөш гөнаһтарығыҙҙы кисерер һәм һеҙҙе әсе ғазаптан ҡотҡа­рыр.

32. Аллаһтың киҫәтеүсеһенә ҡолаҡ һалмаған кеше Аллаһты Ер йөҙөндә меҫкен хәлдә ҡалдыра алмаҫ. Аллаһтан башҡа ул кеше үҙенә дуҫтар ҙа таба алмаҫ. Бына шулар инде күрәләтә юлдан яҙған бәндәләр.

33. Күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан ваҡытта арыу-талыуҙы белмәгән Аллаһтың үлеләрҙе терелтергә генә ҡөҙрәтенән киләлер, бит. Шул турала уларҙың башына килмәйме? Әлбиттә, Аллаһтың бөтөн нәмәгә ҡөҙрәте етә.

34. Утҡа ташланасаҡ Көндө инҡар итеүселәргә:

— Йә нисек? Был (яза) хаҡ түгелме ни? — тип әйтелгәс, улар:

— Хаҡ! Валлаһи хаҡ, — тип әйтерҙәр. Аллаһ иһә:

— Улайһа, инҡарығыҙға күрә язаһын да татығыҙ! — тип бойорор.

35. Шулай булғас, (эй, Мөхәммәд) тәүәккәл-ғәйәр (ҡаҡшамаҫлыҡ эйәһе булған) пәйғәмбәрҙәр сабыр булған кеүек, һин дә түҙ, сабыр ит. (Кәферҙәргә биреләсәк язаларҙы) ашыҡтырма. Вәғәҙә ителгән ғазапты күргәс, уларға фани донъяла көндөң бер сәғәте кеүек әҙ йәшәгәндәй тойолор. Был өръән кешеләргә бөтөн хәбәрҙәрҙе лә) ирештереүсе. Юлдан яҙған халыҡтарҙан баш­ҡалары һәләк ителерме? (Һис ҡасан да!)
1   ...   50   51   52   53   54   55   56   57   ...   64


написать администратору сайта