КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
Скачать 3.18 Mb.
|
13. Ул ендәр Сөләймән нимә теләһә, шуны эшләй ине: ҡалалар һала, һәйкәлдәр яһай, күл ҙурлығындағы һыу ҡойоноу һауыттары, ныҡлы терәккә ҡуйылған ҙур-ҙур ҡаҙандар, тиһеңме. Әй, Дауыт нәҫеле, шөкөр итегеҙ. Ләкин бәндәләремдән шөкөр итеүселәр бик тә әҙ. (14) Сөләймәнде үлемгә хөкөм иттек; ләкин уның үлгәнен берәү ҙә белмәне, фәҡәт уның таянған таяғын ҡорт ашап бөтөргәс, мәйете йығылып киткәс кенә ендәр уның үле икәнен аңланы. Әгәр ҙә ендәр йәшерен эштәрҙе белеүсе булһалар, меҫкен хәлдә ғазап сикмәгән булырҙар ине. 15. Хаҡтыр, Сәбә ҡәүеме йәшәгән ерҙәрҙә һабаҡ алырлыҡ ғибрәттәр бар. Береһе — уңда, береһе һулда уларҙың ике баҡсаһы бар ине. (Уларға әйтелде): — Раббығыҙ биргәнде ашағыҙ һәм Уға шөкөр итегеҙ. Бына һеҙгә бай мәмләкәт һәм Аллаһ һеҙгә мәрхәмәтен мул бирә. 16. Ләкин улар йөҙ сөйөрҙө. Шул сәбәпле Беҙ уларға Арим ташҡынын ебәрҙек. Уларҙың ике баҡсаһын да, әсе һәм ашарға яраҡһыҙ емеш бирә торған, затһыҙ ҡыуаҡтар ғына ҡалдырып, харап иттек. (17) Бына, Беҙ уларҙы шөкөрһөҙлөктәре өсөн шулай язаланыҡ. Беҙ шөкөр итмәгәндәрҙе генә язалайбыҙ. (Тәфсирселәр: Арим — ул бер үҙәндең исеме, ҡот осҡос мул ямғырҙарҙан һуң хәтәр ташҡын шул үҙәндә йәшәүселәрҙе һәләк итә, тип фаразлайҙар. М. Ғәли әйтеүенсә, Сәбә ул Йәмәндәге шәһәр, уның икенсе исеме лә бар — Маараб; ул Санадан өс көнлөк юлда торған Маарабтағы быуа ярылып, шәһәрҙе һыу ташҡыны баҫа, барыһы ла һәләк була. Был — тарихи ваҡиға.) 18. Уларҙың ватаны менән бәрәкәт һәм муллыҡ биргән илдәр (Сәбә менән Шам-Сүрия) араһында, күҙгә күренеп торған нисә ауыл, шәһәрҙәр һәм юлдар һалдырҙыҡ. — Төндәр буйы, көндәр буйы һеҙ һис ҡурҡыуһыҙ йөрөгөҙ, сәйәхәт итегеҙ, — тинек. (Ысындан да, Ҡөръәндә һүрәтләнә торған был юл, юл буйындағы ауылдар, шәһәрҙәр, сауҙа юлы булған. Был сауҙа юлының ике илде лә бик ныҡ байытҡанлығы мәғлүм.) 19. Быға ҡаршы улар: — Йә, Раббыбыҙ, сәфәр юлындағы ауылдар араһын йыраҡлаштыр, — тип, үҙҙәренә золом ҡылдылар. Беҙ уларҙы төрлө ғибрәтле мәҙәктәргә керетеп ҡалдырҙыҡ, һәм уларҙы (ауылдарҙы) таратып, йырағайтып ултырттыҡ. Шик юҡтыр, был ваҡиғаларҙа сабырҙар, шөкөр итеүселәр өсөн һабаҡ алырлыҡ ғибрәттәр бар. 20. Хаҡтыр, Иблис уларҙың (хөсөтлө) теләктәрен изгелекле тип күрһәтте, һәм уларҙың барыһы ла уға эйәрҙе. Иман килтергән бер нисә әҙәмдән башҡалары. (21) Ләкин Иблистең уларға (иманлыларға)ҡеүәте етмәне. Әхирәт көнөнә ышаныр-ышанмаҫ булғандар менән ысын күңелдән инанғандарҙы айырып күрһәтер өсөн (Иблискә) аҙҙырыу иреген бирҙек. Һинең Раббың барыһын да күҙәтеп һаҡта тороусы. 22. (Эй, Мөхәммәд) әйт һин уларға: — Аллаһты инҡар итеп, үҙегеҙ уйлап сығарған Илаһтарға күпме генә ялбарһағыҙ ҙа, уларҙың күктәрҙә лә, Ерҙә лә туҙан бөртөгөн ҡыймылдатырға ла көстәре етмәҫ. Күктә лә, Ерҙә лә уларҙың (Аллаһ менән) уртаҡ эше юҡ. Аллаһтың да улар араһынан ярҙамсыһы булмаҫ. (Ул ярҙамға мохтаж түгел.) 23. Аллаһ хозурында (Үҙе рөхсәт биргәндәрҙән башҡа) бүтәндәрҙең шәфәғәте файҙа бирмәҫ. Ниһайәт, уларҙың йөрәгенән ҡурҡыу киткәс, улар әйтер: — Раббығыҙ нимә әйтте? — тип әйтерҙәр. Улар ҙа: — Хаҡ булғанды бойорҙо, — тип әйтерҙәр. Аллаһ — бөйөктер, мөһәбәттер. 24. (Эй, Мөхәммәд) әйт һин: — Күктәрҙе һәм Ерҙән һеҙгә ризыҡ биреүсе кем ул? — тип һора ла: — Аллаһ, — тип әйт. Шулай булғас йәки беҙ йәки һеҙ тура юлда, йәки икебеҙҙең беребеҙ аҙашҡан. (25) Әйт һин: — Беҙ ҡылған гөнаһтарға һеҙ яуаплы түгел, — тип. Беҙ ҙә һеҙ ҡылғандар өсөн яуап бирмәйбеҙ. (26) Әйт: — Раббыбыҙ барығыҙҙы ла бер урынға туплаясаҡ, шунан һуң барыбыҙҙы ла хәҡиҡи хөкөмгә тартасаҡ. Ул — иң ғәҙел хөкөмдар һәм барыһын да белеп тороусы. (27) Әйт: — Аллаһҡа тиң һанағандарығыҙҙы миңә күрһәтегеҙ әле, — тип. Юҡ шул, (күрһәтә алмаҫтар) сөнки берҙән-бер еңеүсе, барыһы менән дә хикмәт менән идара итеүсе — бары тик Аллаһ ҡына. 28. Беҙ һине бөтөн кешеләргә бары тик һөйөнөслө хәбәр бирер өсөн һәм киҫәтер өсөн генә күндерҙек. Ләкин кешеләрҙең күбеһе был турала һис нимә белмәй. 29. — Әгәр ҙә һеҙ хаҡлы икән, вәғәҙә иткәнегеҙ (Ҡиәмәт) ҡасан килер? — тип һорайҙар. (30) Әйт: — Һеҙгә шундай бер Көн вәғәҙә ителде, уны бер генә сәғәткә лә кисектерә алмаҫһығыҙ, бер генә сәғәткә лә иртәрәк килтерә алмаҫһығыҙ, — тип. (31) Кәферҙәр әйтте: — Беҙ бынан элек килгән китаптарға ла, Ҡөръәнгә лә ышанмаясаҡбыҙ, — тине. Раббының хозурына килтереп баҫтырғас, һин ул залимдарҙың бер-берҙәренә нисек аҡырғандарын күрһәң (иҫең-аҡылың китер ине).Зәғиф (фәҡир) һаналғандар тәкәбберҙәргә: — Һеҙ булмаһағыҙ, әлбиттә, беҙ иман килтергән була инек, — тип ҡысҡырыр. 32. Маһайған тәкәбберҙәр иһә зәғиф һаналғандарға: — Тура юлға саҡырылғанығыҙҙан һуң беҙ һеҙҙе аҙаштырҙыҡмы? Хаҡтыр, һеҙ үҙегеҙ гөнаһҡа баттығыҙ, — тип әйтер. (33) Зәғифтәр тәкәббер залимдарға: — Юҡ, — тип ҡысҡырыр. — Кис-көндөҙ хәйлә-тоҙаҡ ҡороу булды эшегеҙ. Сөнки һеҙ өҙлөкһөҙ Аллаһты инҡар итеүебеҙҙе теләнегеҙ. Уға тиң башҡа Илаһтарға табынырға ҡуштығыҙ. Ғазабыбыҙҙы күргәс, улар эстән ут янырҙар. Беҙ ҙә инҡар итеүселәрҙең муйындарына тимер бығауҙар тағырбыҙ. Улар бары тик ҡылған гөнаһтары өсөн генә язаланасаҡ. 34. Ниндәй генә шәһәргә киҫәтеүсе күндерһәк тә, бай етәкселәр: — Беҙ һеҙгә күндерелгәнде инҡар итәбеҙ, — тинеләр. (35) Тағын әйттеләр: — Беҙҙең малыбыҙ ҙа, балаларыбыҙ ҙа күп. Шулай булғас, беҙгә яза булмаясаҡ, — тинеләр. (36) Һин әйт: — Раббым теләгәненә мул ризыҡ бирер һәм теләмәгәненә ризығын кәметер. Ләкин был турала күп кеше белмәй. 37. Һеҙҙе хозурыбыҙға малығыҙ ҙа, балаларығыҙ ҙа яҡынлаштырмаҫ. Иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙан тыш. Уларға изгелектәре өсөн өҫтәмә бүләктәр бирелер. Улар йәннәттә именлек эсендә ҡаласаҡ. 38. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға маташыусылар язаға дусар ителәсәк. 39. Әйт: — Раббым теләгән ҡолдарына ризыҡ бирер, теләмәгәненең ризығын кәметер. Күпме хәйер бирһәгеҙ, Аллаһ уның урынына һеҙгә ниғмәт бирер. Ризыҡландырыусыларҙың иң хәйерлеһе — Аллаһ. 40. Ул Көндө Аллаһ барығыҙҙы ла бергә йыясаҡ. Шунда Ул фәрештәләргә: — Һеҙгә табынғандар ошолар инеме? — тип әйтәсәк. (41) Фәрештәләр: — Һин — бөйөк, беҙҙең дуҫыбыҙ улар түгел — Һин. Бәлки, улар ендәргә табынғандыр. Күбеһе уларға табынды, — тип әйтер. (42) Бөгөн бер-берегеҙгә файҙа ла, зыян да ҡыла алмаҫһығыҙ. Залимдарға Беҙ: — Ялғанға һанаған уттың ғазабын татығыҙ, — тип әйтербеҙ. 43. Ап-асыҡ аяттарыбыҙҙы уҡыған саҡта улар: — Ул — һеҙҙе ата-бабаларығыҙ табынған боттарҙан биҙҙерергә теләүсе, башҡаһы түгел. (Ҡөръәнде) ул үҙе уйлап сығарған да, ялған таратып йөрөүҙән башҡаны белмәй, — тинеләр. Өҫтәренә Хәҡиҡәт (Ҡөръән) ингәс, инҡарсылар: — Көн кеүек асыҡ, был күҙ буяуҙан башҡа нәмә түгел, — тинеләр. 44. Беҙ уларға уҡып (боҙоҡ) һабаҡ алырҙай (боттарға табынығыҙ, тигән) китап ебәрмәнек, һинән элек (мөшрик булығыҙ тип) киҫәтеүсе лә күндермәнек. (45) Уларҙан элек йәшәгәндәр (пәйғәмбәрҙәрҙе) инҡар итте. Былар (Мәккә кәферҙәре) әүәлгеләргә (бөйөк мәҙәниәткә ирешкән Сәбә, Ғәд һәм Сәмүд халыҡтарына) биргәнебеҙҙең ундан беренә лә ирешә алманылар. Пәйғәмбәрҙәремде ялғансыға сығарҙылар. Мин биргән әжер (яза) нисек (хәтәр) булып сыҡты? 46. (Эй, Мөхәммәд) әйт һин уларға: — Һеҙгә бер генә өгөт бирәм. Икешәр, икешәр булып та, берәмләп тә Аллаһ тарафына йүнәлегеҙ ҙә, (фекерләп) уйлап ҡарағыҙ. Юлдашығыҙҙа (Пәйғәмбәрҙә) һис бер тилелек (аҡылдан яҙғанлыҡ) юҡ. Ул бары тик һеҙҙе (ваҡытында хаҡ юлға баҫмаһағыҙ) дәһшәтле яза килеп тотасағы тураһында киҫәтер өсөн ебәрелгән бер Пәйғәмбәр генә, — тип. 47. Әйт: — Мин һеҙҙән һис бер түләү һорамайым. (Хәйерегеҙ) янығыҙҙа ҡалһын. Минең әжерем Аллаһ хозурында. Ул — һәммә барсаһына шаһит. (48) Әйт: — Шөбһәһеҙҙер, Раббым хәҡиҡәтте уртаға ҡуйыусы. Сөнки Ул бөтөн йәшертен эштәрҙе яҡшы белеп тора. (49) Әйт: —Хәҡиҡәт (Ислам, Ҡөръән, Пәйғәмбәр) килде, инде хәҙер яманлыҡ китер һәм кире ҡайтмаҫ. 50. Әйт: — Әгәр ҙә хаҡ юлдан тайпылһам, үҙ башыма тайпылған булырмын. Тура юлды тапһам, мин бары тик Раббымдың уахи иткәне (Ҡөръәде) аша тура юлды табырмын. Шөбһәһеҙ, Ул бик яҡында ғына, барыһын да ишетеп тора. 51. (Эй, Мөхәммәд, уларҙың) ҡурҡыуға төшкән саҡтарын бер күрһәң ине. Инде уларға ҡотолош булмаҫ, оҙаҡламай улар барыбер йыраҡ түгел бер урында тотоласаҡ. (52) Бына шул ваҡытта инде улар: — Беҙ уға (Ҡөръәнгә) иман килтерҙек, — тип әйтер. Ҡайҙан килеп инде (ни ҡәҙәр кәферлек ҡылған замандарҙан һуң) бөгөн генә иманға ҡайта алһын? (53) Гәрсә, улар бынан алда (Аллаһты ла, Ҡөръәнде лә, Пәйғәмбәрҙе лә) инҡар итте. Һәм ситтән генә йәшертен тоҙаҡтар (хәйләләр) ҡороп яталар ине. 54. Ләкин бынан әүәлгеләргә булған кеүек, быларҙың да (мәкерле) теләктәре араһына кәртә ҡоролдо. Шик юҡтыр, улар (Аллаһ бармы, юҡмы, Ҡөръән хаҡмы, түгелме, тип) икеләнеүҙәре арҡаһында үҙҙәрен ҡурҡыныс мөхиткә ҡуйҙылар. 35 — Фәтыр (Яралтыусы) сүрәһе (Фатыр сүрәһе 45 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Фәтыр» — юҡтан бар итеүсе, яралтыусы, булдырыусы мәғәнәһендә килә. Күп кенә тәфсирҙәрҙә был сүрә «Фәрештәләр» исеме менән дә йөрөй.) Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим. 1. Күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан, фәрештәләрҙе икешәр, өсәр, дүртәр ҡанатлы илселәр иткән Аллаһҡа маҡтауҙар булһын. Аллаһ яралтылыусыларҙы, үҙе теләгәнсә (гүзәл йөҙ, матур тауыш, аҡыл, һәләттәрен) арттырып яралта, үрсетә. Шик юҡтыр, Аллаһтың һәр нәмәгә ҡөҙрәте етә. 2. Аллаһтың кешеләргә асып һала торған рәхмәтен (ниғмәт, именлек, һаулыҡ, ғилем, ризыҡ, ямғырын) бер кем дә тотҡарлай алмаҫ. Аллаһ яҡындағыларҙы Унан башҡа берәү ҙә тәғәйенләй алмаҫ. Ул — ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһе. 3. Әй, кешеләр, Аллаһ хозурындағы (шул ҡәҙәр) ниғмәтте хәтерләп ҡалығыҙ, онотмағыҙ. Һеҙҙе Күктән һәм Ерҙән ризыҡландырыусы Аллаһтан башҡа (шундай ниғмәттәрҙе) барлыҡҡа килтереүсе берәй зат бармы? Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Шулай булғас, ни өсөн (Унан) йөҙ сөйөрәһегеҙ? 4. (Эй, Мөхәммәд) әгәр һине ялғансы тип атаһалар (ҡаушап ҡалма, түҙ, сабыр ит), һинән алдағы пәйғәмбәрҙәрҙе лә ялғансы, тинеләр. Бөтөн эштәр Аллаһ хөкөмөнә ҡайтарыласаҡ. 5. Әй, кешеләр, Аллаһ вәғәҙәһенең хаҡлығында шик юҡ. Шулай булғас, зинһар, һеҙ донъя тормошона алданмағыҙ. Ата ялғансы шайтан, ышанысығыҙға кереп, Аллаһ юлында һеҙҙе төп башына ултыртмаһын. (Һаҡ булығыҙ!) 6. Шайтан һеҙҙе дошман күрә. Шуның өсөн, һеҙ ҙә уны дошман күрегеҙ. Ул үҙенә эйәргәндәрҙе утлы йәһәннәмгә урынлаштырыр өсөн тырыша. (Изгелек ҡылыу, гөнаһлы эштәрҙән баш тартыу — шайтанды дошман күреү булыр.) 7.Кәфер ғәмәлдәр өсөн әрнетеүле ғазап әҙерләнгән. Иман килтергәндәргә, изгелек ҡылғандарға, матур йәшәгәндәргә ярлыҡау һәм бөйөк әжер буласаҡ. 8. Яманлыҡ ҡылып, изгелекһеҙ булғандарға: — Ҡылмыштарығыҙ бик тә яҡшы (кәферҙе изгелек), — тип күрһәтеүсе (Иблис менән тура юлдағы әҙәм бер) булырмы? Шик юҡтыр, Аллаһ кемде шаштырырға теләһә, шуны шаштырыр, кемде тура юлға баҫтырырға ихтыяр итһә, шуны тура юлға баҫтырыр. (Эй, Мөхәммәд) шулай булғас, улар тураһында уйлап, хафаланма, йәнең көймәһен. Аллаһ уларҙың ниндәй яманлыҡ ҡылырға уйлағанына ҡәҙәр белеп тора. 9. Елдәрҙе иҫтереп, болоттарҙы ҡыуып йөрөтөүсе — Аллаһтыр. Беҙ уларҙы (болоттарҙы) үлгән тупраҡлы ерҙәргә ебәреп, тергеҙәбеҙ. Үлеләрҙең яңынан терелеүе лә нәҡ шулай буласаҡ. 10. Үҙенә абруй-дәрәжә яуларға теләгән кеше белһен: абруй һәм дәрәжә Аллаһ хозурында. Уның янына бары тик яҡшы һүҙҙәр генә барып ирешә. Уларҙы ла Аллаһҡа изгелекле ғәмәлдәр генә еткерә ала. Мәкерле тоҙаҡтар ҡороусылар өсөн хәтәр ғазаптар бар һәм уларҙың ул тоҙаҡтары емерелер. 11. Аллаһ һеҙҙе (башта) тупраҡтан, һуңынан нәҫел орлоғонан яралтты. Унан һуң һеҙҙе парлы-парлы (ирле-ҡатынлы) итте. Уның әмере булмайынса, бер генә әсә лә ауырға ҡала алмаҫ, бала таба алмаҫ. Йән эйәһенә (оҙон) ғүмер бирелеүе лә, ғүмеренең ҡыҫҡартылыуы тураһында ла (Ләүхел Мәхфүзгә) Китапҡа ап-асыҡ яҙылған. Шик юҡтыр, быларҙың барыһы ла Аллаһ өсөн бик анһат башҡарыла торған эштәр. 12. Ике диңгеҙ бер-береһенә тиң булмаҫ. Быныһы сөсө, эсеп, һыуһынды баҫыр өсөн яраҡлы. Быныһы тоҙло, тәмһеҙҙер. Һәр икеһенән дә паҡ ит (балыҡ тотоп) ашайһығыҙ һәм кейемдәрегеҙгә тағыр өсөн биҙәнеү әйберҙәре (ынйы, мәрйен, сәйлән) табаһығыҙ. Аллаһтың ниғмәттәренән (үҙ өлөшөгөҙгә тигәнен) эҙләп табығыҙ ҙа, шөкөр итегеҙ. Шуның өсөн һеҙгә диңгеҙҙәрҙе ярып йөҙә торған кәмәләр насип ителде. Күрмәйһегеҙме ни? 13. Аллаһ төндө көн менән аралаштырыр, көндө иһә төн эсенә кертер. Ҡояш менән Айҙы үҙ әмере менән йөрөтөр. Уларҙың һәр береһе билгеләнгән мөддәткә (ваҡытҡа) саҡлы шулай йөрөр. Быларҙың бөтөнөһөн дә Аллаһ бер үҙе башҡара. Барса милек — Уныҡы, Уны инҡар итеп, һеҙ табынғандар (боттар, һындар) иһә хатта сәтләүек ҡабығы тиклем нәмәгә лә хужа була алмайҙар. 14. Әгәр ҙә һеҙ уларҙы (доға ҡылып, Илаһҡа тиңләштергән һындарығыҙҙы, боттарығыҙҙы, һәйкәлдәрегеҙҙе ярҙам һорап) саҡырһағыҙ, улар һеҙ саҡырғанды ишетмәҫ (доғаларығыҙҙы ҡабул итмәҫ). (Сөнки улар йәнһеҙ) ишеткән һүрәттә лә, һеҙгә яуап бирмәҫтәр (ярҙам итә алмаҫтар). Ҡиәмәт көндө Аллаһҡа тиң булыуҙан ваз кисерҙәр (файҙа ла, зыян да эшләй алмаҫтар). Был Хәҡиҡәтте һиңә барса нәмәләрҙән хәбәрле булған Аллаһтан башҡа һис кем әйтмәҫ. 15. Әй, кешеләр, һеҙ Аллаһҡа мохтаж. Аллаһ, (бөтөн ғәләмдәр байлығына) хужа булараҡ, бер нимәгә лә мохтаж түгел, Ул маҡтауға лайыҡ. (16) Аллаһ ихтыяр итһә, һеҙҙе юҡҡа сығарыр һәм һеҙҙең урынға башҡа бер халыҡты бар итер. (17) Был эштәрҙе башҡарыу Аллаһҡа бер ҙә ҡыйын нәмә түгел. 18. Һис бер гөнаһлы башҡа кешенең гонахын үҙ өҫтөнә алмаҫ. (Гөнаһтары) ауыр булып, уларҙы ташышырға ҡәрҙәштәрен саҡырһа ла, кеше йөгө башҡаһына төйәлмәҫ. Һин бары тик, Үҙен күрмәгән килеш тә, Аллаһҡа инанып (гөнаһ эшләүҙән) ҡурҡҡандарҙы һәм намаҙ ҡылыусыларҙы ғына тура юлға күндерә алаһың. Пакланған кеше үҙ файҙаһына паклана. Ҡайтышығыҙ Аллаһҡа булыр. 19. (Күңел күҙе) һуҡыр кеше менән (хаҡты аңлаған) күҙле кеше бер булырмы? (20) Ҡараңғылыҡ (наҙанлыҡ) менән яҡтылыҡ (ғилем) берме? (21) Күләгә (йәннәт рәхәтлеге) менән көйҙөрөүсе эҫелек (йәһәннәм) берме? (22) Тереләр менән үлгәндәр тиң булмаҫ. Теләгәненә Аллаһ ишеттерер. Һин ҡәберҙәгеләргә ишеттерә алмаҫһың. 23. (Эй, Мөхәммәд) һин фәҡәт киҫәтеүсе генә. (24) Беҙ (изгелек ҡылғандарға йәннәт тормошо буласаҡ тип) һөйөнсө алыу өсөн һәм (гөнаһ ҡылғандарға йәһәннәм уты була, тип) киҫәтеү өсөн һине юлланыҡ. Һәр халыҡ өсөн шундай киҫәтеүсе (пәйғәмбәрҙәр) күндерҙек. Үҙенә киҫәтеүсе (пәйғәмбәр) килмәгән бер генә өммәт тә юҡ. 25. (Эй, Мөхәммәд) әгәр ҙә һине ялғансы, тип атаһалар, (ҡайғырма) әүәлге пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай мыҫҡыл иттеләр. Ул пәйғәмбәрҙәр уларға асыҡ мөғжизәләр, аяттар, ғилем нуры сәсеүсе китаптар алып килгән булһалар ҙа. (26) Ахырҙа мин ул инҡарсыларҙы язаланым. Күрҙеңме, Минең язам нисек булды! (27) Ҡарап тор, нисек итеп Аллаһ Күктән һыу индерҙе! Шуның менән төрлө төҫтәге, төрлө матур емештәр өлгөрттөк. Тауҙарҙы ашҡан аҡ, ҡыҙыл, башҡа төҫтәге (ярҙар, упҡындар) һәм ҡарға ҡауырһыны кеүек ҡап-ҡара юлдар барлыҡҡа килтерҙек. (28) Кешеләр араһында ла, хайуандар, мал-тыуар араһында ла шундай төҫтәгеләре бар. Ғалим кеше Аллаһтың язаһынан ҡурҡа (сөнки ул — уҡыған, белемле. Наҙан кеше генә Аллаһты бар тип тә белмәй). Шик юҡ, Аллаһ һәр ваҡыт өҫтөн, сикһеҙ ярлыҡаусы. 29. Аллаһтың Китабын уҡығандар, намаҙ ҡылғандар һәм үҙҙәренә бирелгән ризыҡты башҡаларға күрһәтмәйенсә лә, йәшермәйенсә лә (хәйер, саҙаҡа, зәкәт) биргәндәр зыян күрмәйенсә, төкәнмәҫ ниғмәттәргә өмөт итә алалар. (30) Сөнки Аллаһ уларға тейешле әжерен теүәл итеп бирер, ниғмәттәрен арттырып та өләшер. Шик юҡтыр, Ул — киң рәхмәтле ярлыҡаусы, шөкөр иткәндәргә мул мөлкәт биреүсе. 31. (Эй, Мөхәммәд) һиңә уахи иткән Китабыбыҙ унан әүәл индерелгәндәр (Тәурәт менән Инжил)дедөрөҫләүсе булараҡ, индерелгән хаҡ Китап. Аллаһ — бәндәләрҙең ҡылмыштарын күреп, хәбәрҙар булып тороусы. (32) Һуңынан был китапты бәндәләребеҙ араһынан һайлап алынған кешегә бирҙек. Бәндәләр араһында үҙенә-үҙе зыян ҡылғандар ҙа, урталыҡты тотҡандар ҙа, Аллаһ рөхсәте менән изгелек ҡылыу юлында ярышҡандар ҙа бар. Бына изгелек ҡылыу шулай була. (33) Ғәден йәннәттәре уларҙың әжере булыр. Улар алтын беләҙектәр һәм ынйылар менән яһанырҙар (биҙәнерҙәр). Кейеп йөрөй торған кейемдәре лә ебәктән тегелгән булыр. (34) Улар әйтер: — Өҫтөбөҙҙән ҡайғыбыҙҙы таратҡан Аллаһҡа — дан! Ысынлап та, Раббығыҙ — ярлыҡаусы, сикһеҙ ниғмәт биреүсе. (35) Мәрхәмәте менән беҙҙе төп йортобоҙға (йәннәткә) урынлаштырҙы. Хәҙер шунда арыу-талыу ҙа, бер ниндәй мәшәҡәт тә (эс бошоу ҙа) булмаясаҡ. |