КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
Скачать 3.18 Mb.
|
18. Аллаһ һуғышҡа барыуҙан тыйыусыларҙы: — (Һуғышҡа бармағыҙ) беҙҙең менән булығыҙ, — тип ҡотортоусыларҙы бик яҡшы белеп тора. Уларҙың бик әҙе һуғышта ҡатнашты. (19) Ҡатнашҡандары ла (бына беҙ ҙә кәферҙәргә ҡаршы һуғыштыҡ, беҙгә лә ғәнимәт малы тейеш, тип әйтер өсөн) хөсөтлөк (һаранлыҡ) менән генә килде. Йөрәктәренә ҡурҡыу төшһә, һин уларҙы, үлем иҫереклеге менән, күҙ-баштары аҡайған килеш, һинән ярҙам көтөп, шашып ҡалғандарын күрерһең. Ҡурҡыныс уҙып киткәндән һуң, улар үҙҙәренең әсе телдәре менән йөрәктәрегеҙҙе үтәләй тишеп сығар. Улар ғәнимәт малына хирыс (нәпсе). Улар иман килтермәҫ. Шуға күрә, Аллаһ уларҙың (ихлас булмаған) ҡылмыштарын юҡҡа сығарҙы. Был эш Аллаһ өсөн бик тә еңел нәмә. 20. Дошман ғәскәрҙәре йыраҡ китмәне (уларҙың кире боролоуы ла мөмкин), тип ҡурҡтылар. Улар сүл эсенә ҡасып, бәҙәүи ғәрәптәре янында йәшәп, (һуғыш ҡырына кире ҡайтҡан дошман ғәскәрҙәре тураһында) һораштырып ятырға хыяллана ине. Улар һеҙҙең менән бергә (һуғыш ҡырында) булһа ла, ысынлап һуғышмаҫ ине. 21. Хаҡтыр, Әхирәт көнөндә Аллаһ менән ҡауышыуға ышанғандар өсөн һәм Аллаһты күп зикер иткәндәр өсөн Пәйғәмбәрҙә үрнәк сифаттар бар. 22. Дошмандарҙы күргәс: — Бына был Аллаһтың һәм Пәйғәмбәрҙең беҙгә биргән вәғәҙәһе (һынауы), — тинеләр. — Аллаһ менән Пәйғәмбәр дөрөҫ әйткән икән. (Кәфер яуының һөжүм итеүе) мөьминдәрҙең иманын һәм Аллаһҡа буйһоноуҙарын арттырҙы ғына. 23. Мөьминдәр араһында Аллаһҡа биргән анттарында тороусылар бик күп. Уларҙың ҡайһылары вәғәҙәһен аҙағына саҡлы килтереп еткерҙе (Жиһадта шәһит китте). Сабыр ғына (әжәлен) көткәндәре лә бар. Улар бер нисек тә анттарын боҙманы. 24. Аллаһ тоғро булғандарға тоғролоҡтары сәбәбе менән әжерен дә бирәсәк. Ихтыяр итһә, Аллаһ монафиҡтарҙы язалаясаҡ йәки (тәүбә итһәләр) ярлыҡаясаҡ. Шик юҡтыр, Аллаһ — ярлыҡаусы һәм сикһеҙ миһырбан эйәһе. 25. Аллаһ кәферҙәрҙе һис бер хәйергә ирештермәйенсә (еңелдерҙе, ғәнимәт ала алманылар, мосолмандарҙың, динен ҡаҡшата алманылар), маҡсаттарына ирешмәгән хәлдә сигенергә мәжбүр итте. Аллаһ һуғышта мөьминдәргә ярҙам итте (дауыл ҡуптарҙы, Күктән фәрештәләр ғәскәре ебәрҙе). Аллаһ — көс-ҡөҙрәт эйәһе, һәр ваҡыт еңеүсе. 26. Китаплы халыҡ (йәһүдиләр) булып та мөшрик ғәскәренә ярҙам иткәндәре өсөн, Аллаһ уларҙың йөрәктәренә ҡурҡыу һалды, нығытмалары араһынан сығырға мәжбүр итте. Уларҙың бер өлөшөн һеҙ үлтерҙегеҙ, башҡаларын әсир иттегеҙ. (27) Уларҙың йорт-ерҙәрен, малдарын, һеҙ аяҡ баҫмаған (уңдырышлы) тупраҡтарҙы һеҙгә бирҙек. Бар нәмәгә Аллаһтың ҡөҙрәте етә. 28. (Ул заман бер иргә туғыҙ ҡатын рөхсәт ителә ине. Рәсүлүллаһтың ҡатындары ла йортта булмаған зиннәттәр талап итә башланылар. Шунан һуң был сүрә индерелде. ) — Әй, Пәйғәмбәр, ҡатындарыңа әйт: — Әгәр ҙә һеҙ был донъяла муллыҡ, зиннәт эсендә йәшәргә теләйһегеҙ икән, улайһа, әйҙәгеҙ, мин һеҙҙең һәр берегеҙгә үҙ өлөшөгөҙҙө биреп, матур ғына айырып, иреккә ебәрермен, — тип. (29) — Әгәр ҙә һеҙ Аллаһҡа иман килтереп, Пәйғәмбәренә эйәреп һәм Әхирәт йортонда йәшәргә теләһәгеҙ; шик юҡтыр, изгелек ҡылғандарығыҙ бөйөк бер әжергә лайыҡ буласаҡ. 30. Әй, Пәйғәмбәр ҡатындары, берәйегеҙ тәрбиәһеҙ эш менән тотолһа, уның язаһы (ғәҙәти ҡатындарға бирелә торған язанан) ике тапҡыр артыҡ булыр. Был эште башҡарыу Аллаһҡа бер ни ҙә тормай. (31) Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәргә итәғәт итеүсе, изгелек ҡылыусыларығыҙ булһа, уларға бүләкте лә (башҡа ҡатындарға ҡарағанда) икеләтә арттырып бирербеҙ. Һәм улар өсөн Беҙ (йәннәттә) бик тә затлы ризыҡтар ҙа әҙерләп ҡуйҙыҡ. 32. Әй, Пәйғәмбәр ҡатындары, һеҙ башҡа ҡатындар кеүек түгелһегеҙ. Аллаһтан ҡурҡһағыҙ, (сит ирҙәр менән) ҡыланып һөйләшмәгеҙ. Ҡыланып һөйләшеү күңелендә енси аҙғынлыҡ сире булған ирҙәрҙе өмөтләндерер. Һөйләшеүегеҙ ғәҙәти һәм әҙәпле булырға тейеш. (33) (Мәғрүрәнә) өйөгөҙҙә ултырығыҙ. Элеккеге дҗәһилиәт ваҡытындағы ҡатындар кеүек (ҡапсыҡлап, зиннәттәрегеҙҙе башҡаларға күрһәтеп) йөрөмәгеҙ. Намаҙҙы тәртибенсә уҡығыҙ. Зәкәт бирегеҙ. Аллаһҡа, Пәйғәмбәргә итәғәт итегеҙ. Эй, Пәйғәмбәр йортондағылар, Аллаһ һеҙҙе керһеҙ (гонахһыҙ) итеп, паҡтарҙан паҡ яһарға теләй. (34) Аллаһтың өйөгөҙҙә уҡылған аяттарын, ғибрәтле миҫалдарын отоп алығыҙ (һәм башҡаларға һөйләгеҙ). Шик юҡтыр, Аллаһ һәр нәмәнең асылын белеп, һәр нәмәнән хәбәрҙар торор. 35. Шик юҡтыр, мосолман ирҙәр һәм мөслимәләр, мөьмин ирҙәр һәм мөьминәләр, йәндәре-тәндәре менән Аллаһҡа бирелгән итәғәттәге ирҙәр һәм итәғәт боҙмаған ҡатындар, (анттарына, дингә, ҡатынына) тоғро ирҙәр һәм тоғро ҡатындар, сыҙам-сабыр ирҙәр һәм түҙем-сабыр ҡатындар, мөтәүәзи (тыйнаҡ) ирҙәр, мөтәүәзи (әҙәпле) ҡатындар, саҙаҡа биреүсе ирҙәр, саҙаҡа биреүсе ҡатындар, ураҙа тотоусы ирҙәр, ураҙа тотоусы ҡатындар, намыҫтарын һаҡлаусы ирҙәр, ғиффәттәрен һаҡлаусы ҡатындар, Аллаһты сикһеҙ зикер итеүсе ирҙәр, зикер итеүсе ҡатындар бар. Аллаһ быларға ярлыҡау һәм бөйөк әжер әҙерләп ҡуйҙы. 36. Аллаһ менән Пәйғәмбәр бер эшкә хөкөм сығарғандан һуң, мөьмин ир менән мөьминә ҡатын-ҡыҙ үҙ ихтыярҙары менән ул хөкөмдө боҙоп, үҙҙәре ғәмәл ҡылырға тейеш түгел. Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәргә ҡаршы ғәмәл ҡылғандар, мотлаҡ, аҙашҡан булыр. 37. (Эй, Рәсүлем Мөхәммәд) иҫеңдәме, нисек итеп Аллаһ һиңә ниғмәт бирҙе, изгелек ҡылған кешегә лә һин: - Ҡатыныңды айырма, Аллаһтан ҡурҡ, — тигән инең. Ләкин Аллаһҡа асыҡ мәғлүм булған нәмәне һин (кешеләрҙән) йәшереп ҡалдырҙың. Юҡһа, (кешеләрҙән түгел) Аллаһтан ҡурҡырға кәрәк ине. Зәйед ҡатыны менән араһын кәрәгенсә өҙөп бөтөргәндән һуң, ул ҡатынды һиңә никахланыҡ. Уллыҡҡа алынған үгәй балаларының ҡатындарын, тәртип менән айырылышҡандан һуң, үгәй атаға никахлау мөьминдәр өсөн гөнаһ түгел, тинек. Аллаһтың әмере еренә еткерелде. («Сабый сағында әсирлеккә алынған Зәйедте хәҙрәти Мөхәммәд азат итеп, уллыҡҡа алды. Бәлиғ булғас, Мөхәммәд туғандан туған һеңлеһе Зәйнәпте Зәйедкә никахлатты. Ләкин бай нәҫелле Зәйнәп ҡол Зәйед менән тыныс тормош ҡора алманы. Зәйед тә уның тәкәбберлегенә түҙмәйенсә, айырылырға теләне. Шул ваҡыт хәҙрәти Мөхәммәд уға сабыр итергә ҡушты. Ләкин барыбер Зәйед Зәйнәпте талаҡ итте. Мөхәммәд Аллаһ рөхсәтенән һуң Зәйнәп менән никахлашты». Ғәли Турғут тәфсиренән.) 38. Аллаһ хәләл ҡылған нәмәне башҡарғандан Пәйғәмбәргә гөнаһ юҡтыр. Элек йәшәп китеүселәр (пәйғәмбәрҙәр) ҙә Аллаһ хәләл ҡылғанды ғына башҡаралар ине. Аллаһтың әмерҙәре, һис шикһеҙ, еренә еткерелә, улар (Ләүхел Мәхфүзгә) яҙып ҡуйылған тәҡдирҙер. 39. Ул пәйғәмбәрҙәр — Аллаһ индергән әмерҙәрҙе (кешеләргә) ирештереүселәр, Аллаһтан ҡурҡыусылар, Унан башҡа бер кемдән дә ҡурҡмаусылар. (Хаттин ашҡандарҙан) иҫәп-хисап алыр өсөн бер Аллаһ Үҙе етәр. 40. Мөхәммәд һеҙҙең арағыҙҙағы бер генә ирҙең дә атаһы түгел. Ул фәҡәт Аллаһтың Рәсүле һәм пәйғәмбәрҙәрҙең (мөһөрле) һуңғыһылыр. Аллаһ һәр нәмәнең асылын белеп тора. (41) Әй, иманлы халыҡ, Аллаһты һәр ваҡыт иҫкә алығыҙ. (42) Һәм Уны иртә-кис (маҡтап) тәсбих тартығыҙ. 43. Һеҙҙе ҡараңғылыҡтан (наҙанлыҡтан, динһеҙлектән) яҡтылыҡҡа сығарыу өсөн рәхмәтен һәм мәрхәмәтен һәм фәрештәләрен күндергән — Улдыр. Аллаһ мөьминдәргә сикһеҙ мәрхәмәтле. 44. Аллаһ менән ҡауышҡан Көндө уларға өндәшеү: — Сәләм! — һүҙе булыр. Аллаһ улар өсөн бик тә мәртәбәле (йомарт) бүләктәр әҙерләне. 45. Әй, Пәйғәмбәр, Беҙ һине, ысындан да, шаһит, һөйөнсө алыусы һәм киҫәтеүсе булараҡ күндерҙек. 46. Аллаһтың фатихаһы менән (тура юлға) саҡырыусы, нур сәсеүсе бер ҡәндил (яҡтыртҡыс) сифатында күндерҙек. (47) Мосолмандарҙан һөйөнсө ал: улар Аллаһтың бөйөк Сәғәдәтенә ирешәсәктәр. (48) Кәферҙәргә, монафиҡтарға баш эймә. Уларҙың рәнйетеүҙәренә иғтибар итмә, түҙ. Аллаһҡа инан, иманыңа таян. Ярҙамсы булараҡ та, таяныс булараҡ та Аллаһ һиңә етәр. 49. Әй, иманлы ир кешеләр, мөьминәләрҙе никахлап алғандан һуң, зөфәф мөнәсәбәтенә кермәгән осраҡта (уларға теймәҫ борон), айырырға теләһәгеҙ, ул ҡатындан ғиддәт талап итергә һеҙҙең хаҡығыҙ юҡ. Был осраҡта ҡатындың күңеленә хуш килерлек мал биреп, яҡшы мөғәмәлә менән өйөнә оҙатығыҙ. («Зөфәф кисәһе - никахтан һуң ир менән ҡатындың бер ятаҡта төн уҙҙырыу мөддәтеҙер. Зөфәф алдынан был ҡатынды яратмаясағығыҙҙы һиҙенеп, уның һеҙгә оҡшамаған ғәҙәттәрен күреп, уның сирле икәнен белеп, енси яҡынлыҡ ҡылмайынса талаҡ итһәгеҙ, шәриғәт ҡанундары боҙолмай.Ғиддәт — айырылған ҡатындың башҡа иргә сығырға ярамаған ваҡыты». Хәсән Чантай тәфсиренән.) 50. Эй, Пәйғәмбәр, мәһерен биргән ҡатындарыңды, Аллаһ һиңә ғәнимәт булараҡ биргән (һуғышта әсир алынған) һәм һинең ҡолоң булған йәриәләрҙе, (атайың менән бер туған) ағайыңдың, (атайың менән бер туған) туғаныңдың, (әсәйең менән туған) ағайыңдың һәм (әсәйең яғынан булған) апайыңдың ҡыҙҙарын, һинең менән бергә (һижрәт иткән) күсенеп килгән ҡыҙҙарҙы һиңә никахта хәләл ҡылдыҡ. Иман килтергән мөьминә үҙен Пәйғәмбәргә (мәһер алмайынса ғына) бағышларға теләп, һин дә уны алырға теләһәң, (бындай никах) башҡа мосолман ирҙәренә харам булып, бары тик һиңә генә рөхсәт ителәсәк. Хаҡтыр, һиңә уңайһыҙ булмаһын өсөн, (башҡа мосолмандарға) ҡатындар һәм йәриәләр мәсьәләһендә Беҙ теүәл мәғлүмәт биргән инек инде. Аллаһ — сикһеҙ мәрхәмәтле һәм ярлыҡаусылыр. 51. (Ҡатындарың менән төн уҙҙырыу тәртибен һин боҙа алаһың; уларҙың бөгөн) теләмәгәнен (яңғыҙ) ҡалдырып, теләгәнен яныңа (саҡырып) алдыра алаһың. (Сираттан) ҡалғандарын яныңа алдырһаң да, зыян юҡ. Был эш уларҙың ҡыуанып, үҙ өлөшөнә тейгәндәргә шөкөр итеп йәшәүҙәренә ҡулай булыр. Аллаһ күңелегеҙҙәген белеп тора. Аллаһ — бөтөнөһөн дә белеүсе сабыр миһырбан эйәһелер. 52. Бынан һуң (һиңә тигән туғыҙ ҡатындан башҡа) ҡатын алыу һәм ошо ҡатындарыңды алмаштырыу (берһен айырып, яңыһын алыу), хатта ни ҡәҙәр генә гүзәл булһалар ҙа, (һин үлеп ғашиҡ булһаң да) һиңә хәләл булмаҫ. Ҡол рәүешендәге йәриәләреңдән башҡа. Аллаһ — барыһын да күҙәтеп тороусы. 53. Әй, иман килтергән кешеләр, мәжлескә саҡырылмаған килеш, Пәйғәмбәр өйөнә кермәгеҙ, табын әҙер булыуҙан иртә килмәгеҙ. Фәҡәт (табынға) махсус әйткәс кенә керегеҙ. Ашап-эскәс тә таралышығыҙ. Кәңәш-табыш итер өсөн дә, әңгәмә ҡорор өсөн дә (рөхсәтһеҙ) кермәгеҙ. Сөнки Пәйғәмбәрҙе ҡыйын хәлгә ҡуйыуығыҙ ихтимал, ул (һеҙҙән ҡыйынһына.) Аллаһ дөрөҫлөктө әйтеүҙән ҡыйынһынмаҫ. Берәй нәмә кәрәк булған саҡта, шаршау аша Пәйғәмбәрҙең ҡатындарынан һорап алығыҙ. Был һәм һеҙҙең өсөн, һәм дә уларҙың күңел сафлығы өсөн шулай кәрәк. Аллаһтың Пәйғәмбәрен ҡыйын хәлдәргә ҡуймағыҙ, (вафат булғандан һуң) уның ҡатындары менән никахлашмағыҙ. Был — Аллаһ ҡаршыһындағы иң ҙур гөнаһтарҙың береһе. (54) Аллаһ асыҡ ғәмәлдәрегеҙҙе лә, йәшертендәрен дә бик яҡшы белеп тора. 55. (Ҡатындарың) аталары, улдары, аға-энеләре, бер туғандарының улдары, ҡыҙ ҡәрҙәштәренең улдары, үҙ (мөьмине) ҡатындарың, хеҙмәтсе йәриәләр ҡаршыһында (пәрәнжә, чадраһыҙ) йөрөһә, гөнаһ һаналмаҫ. Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡығыҙ. Хаҡтыр, Аллаһ һәр нәмәгә шаһиттыр. 56. Шик юҡтыр, Аллаһ та, фәрештәләре лә Пәйғәмбәргә күп салауат әйтерҙәр. Әй, иман килтергән әҙәмдәр, һеҙ ҙә уға салауат әйтегеҙ. Эй, мөьминдәр, һеҙ ҙә хәҙрәти Пәйғәмбәргә салауат әйтегеҙ һәм сәләмдәр күндерегеҙ. 57. Хаҡтыр, Аллаһ һәм дә Уның Рәсүле тураһында нахаҡ һүҙ һөйләгәндәр әҙ түгел. Аллаһ уларҙы донъяла ла, Әхирәттә лә ләғнәтләне, рәхмәтенән айырҙы. Уларға интектереүсе, рәнйетеүсе яза әҙерләнгән. 58. Гөнаһ ҡылмағандары көйөнсә: был ир менән был ҡатын гөнаһ ҡылды, тип нахаҡ яла яҡҡандар, һис шикһеҙ, үҙ өҫтәренә ҙур гөнаһ алыр. 59. Әй, Пәйғәмбәр! Ҡатындарыңа, ҡыҙҙарыңа һәм барса мөьминәләргә әйт, (йомош менән урамға сыҡҡанда) өҫ кейемдәрен яҡшылап бөркәнһендәр. Был — (уларҙың затлы нәҫел ҡатыны икәнен) таныһындар һәм рәнйетмәһендәр өсөн бик тә ҡулай эш. Аллаһ — ярлыҡаусы һәм миһырбан эйәһе. 60. Хаҡтыр, ике йөҙлөләр, эстәрендә сир булғандар (енси сирҙәре булғандар), шәһәрҙә (фетнә сығарыр өсөн) яман хәбәр таратыусылар ошо ғәмәлдәренән ваз кисмәһәләр, улар өҫтөнә (яу менән) һине ебәрербеҙ. Бына шунан һуң инде улар һинең янда (күрше булып) оҙаҡ тора алмаҫтар. (61) Ләғнәтләнгән ҡәүем булараҡ, уларҙы ҡайҙа осратһалар, шунда тотоп үлтерәсәктәр. (62) Әүәл йәшәп киткәндәр хаҡындағы Аллаһтың хөкөмө шулдыр. Аллаһтың ҡанунында һис бер үҙгәреш таба алмаҫһың. 63. Кешеләр һинән Ҡиәмәт көнөнөң ҡасан киләсәге тураһында һорайҙар. Әйт һин уларға: — Ул турала бары тик Аллаһ ҡына белә, — тип. Һин ҡайҙан беләһең уны? — Бәлки, ул оҙаҡламай килер. (64) Шуныһы хаҡтыр, Аллаһ кәферҙәрҙе ләғнәтләне. Улар өсөн хәтәр ялҡынлы ут ғазабы әҙерләне. (65) Улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ һәм уларға ярҙам итеүсе бер генә дуҫ та табылмаҫ. (66) Ут эсендә йөҙҙәре бөрөшөп янғанда улар әйтер: — Ай, валлаһи, Раббыға итәғәт иткән булһаҡ, Пәйғәмбәргә эйәргән булһаҡ, — тип үкенерҙәр. (67) — Йә, Раббыбыҙ, беҙ үҙебеҙҙең етәкселәребеҙгә һәм кәңәшселәребеҙгә эйәрҙек, улар беҙҙе юлдан яҙҙырҙы, — тип әйтерҙәр. (68) — Раббыбыҙ, уларға икеләтә яза бир һәм уларҙы ҡот осҡос итеп ләғнәтлә (рәхмәтеңдән ситкә ҡыу). 69. Әй, иман килтергән кешеләр, һеҙ ҙә Мусаны рәнйетеүселәр кеүек булмағыҙ. Барыбер Аллаһ уны һеҙ һөйләгән нахаҡтан арындырҙы. Ул Аллаһ хозурында абруй ҡаҙанды.(70) Иманлы кешеләр, Аллаһтың (язаһынан) ҡурҡығыҙ һәм дөрөҫөн һөйләгеҙ. (71) Аллаһ эшегеҙҙе уң ҡылыр һәм гөнаһтарығыҙҙы ярлыҡар. Аллаһ менән Пәйғәмбәргә итәғәт иткән кеше (хәтәр язаларҙан) ҡотолоп, Сәғәдәткә ирешәсәк. 72. Күктәргә, Ергә һәм тауҙарға Беҙ аманат тәҡдим иттек, ләкин улар (яуаплылыҡтан ҡурҡып) был йөктө үҙ өҫтәренә алманы. Әҙәм балаһы был аманатты үҙ өҫтөнә алды. Сөнки кеше — (тәбиғәте менән) залим һәм наҙандыр. 73. Монафиҡ ирҙәрҙе һәм монафиҡ ҡатындарҙы, мөшрик ирҙәр менән мөшрик ҡатындарҙы язаға тартыр өсөн, иман килтергән ирҙәр менән иманлы ҡатындарҙың тәүбәһен ҡабул итер өсөн (Аллаһ ошо аманатты кеше өҫтөнә йөкләне). Аллаһ — ярлыҡаусы, мәрхәмәт итеүселер. 34 — Сәбә, (Сәбә иле) сүрәһе (Сәбә сүрәһе 54 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Сәбә» — бер төбәктең һәм шунда йәшәүсе бер ҡәбиләнең, исеме) Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим. 1. Күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙың хужаһы Аллаһҡа ғына маҡтау тейеш. Әхирәттә лә ул ғына маҡтауға лайыҡ. Ул — хикмәт эйәһе, бар нәмәнән хәбәрҙар. 2. Ер эсендәгеләрҙе лә, унан сыҡҡандарҙы ла, Күктән ингәнде лә, Күккә ашҡанды ла Ул белеп тора. Ул — миһырбан эйәһе һәм ярлыҡаусы. 3. Инҡарсылар: — Ҡиәмәт беҙгә килмәйәсәк, — тинеләр. Әйт һин уларға: — Яңғылышаһығыҙ! — тип. - Һис шикһеҙ, киләсәк. Барса йәшерен булғандарҙы белеп тороусы Раббы хаҡы өсөн киләсәк. Күктәрҙә һәм Ерҙә туҙан бөртөгө кеүек нәмә лә Унан ҡасып ҡала алмаҫ. Хатта унан бәләкәйерәк булған нәмәләр ҙә, унан ҙурҙары ла, хаҡтыр, ап-асыҡ итеп Китапҡа яҙылған. 4. Аллаһ иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙы бүләкләү өсөн шулай Китапҡа (Ләүхел Мәхфүзгә) яҙҙы. Улар өсөн ярлыҡау һәм ләззәтле ризыҡтар бар. 5. Аяттарыбыҙҙың тәьҫирен зәғифләндерергә маташыусылар өсөн дә, иң хәтәр — әрнеткес ғазап буласаҡ. 6. Белемле кешеләр Раббынан һиңә индерелгән (Ҡөръән) дең хаҡ икәнен беләләр; уның (Ҡөръәндең) мотлаҡ өҫтөн һәм маҡтауға лайыҡ булған юлға өндәүсе икәнен күрәләр, ләкин (7) кәферләр үҙ-ара әйтте: — (Мәйеттәр) сереп, тетелеп тупраҡҡа әүерелгәс, яңынан тереләсәк, тип һөйләнеүсе кешенең кем икәнен күрһәтәйекме? — тинеләр. (8) — Бәлки, ул Аллаһҡа ҡаршы нахаҡ һүҙ һөйләйнер. Әллә һуң ул енләнгәнме? Юҡ шул, Әхирәткә инанмағандар ғына (Әхирәттә) ғазапҡа дусар, (был донъяла улар) аҙашҡан хәлдә йәшәй. 9. Күккә — баш остарына, Ергә-аяҡ аҫтарына ҡарамайҙармы ни һуң улар? Әгәр Беҙ ихтыяр итһәк, (Ҡарунды йотторған кеүек) уларҙы ла ергә йотторор инек. Йәки (Әйкә халҡы өҫтөнә яуҙырған кеүек) өҫтәренә Күктән таш яуҙырыр инек. Шик юҡтыр, бында Раббыға итәғәт иткән һәр кеше өсөн (Аллаһтың бәндәләрен яңынан терелтәсәгенә) ҡәтғи дәлилдәр бар. 10. Хаҡтыр, Дауытҡа Беҙ (башҡаларҙан) өҫтөнлөк бирҙек. — Әй, һеҙ, тауҙар, уның менән бергә тәсбих әйтегеҙ, — тинек. Ҡоштарға ла шулай ҡуштыҡ. Уға (Дауытҡа) күндәм, йомшаҡ тимер бирҙек. (11) — Тимерҙән көбөләр (һуғыш кейемдәре) яһа, үлсәп нескә итеп тек, — тинек. — Изгелек ҡылығыҙ. Сөнки Хәҡиҡәт — ул Мин. Нимә ҡылһағыҙ ҙа Мин яҡшы күреп торам. 12. Сөләймәнгә елде тәғәйенләнек, ул иртәнге ел менән бер айлыҡ юлды, төнгө ел менән бер айлыҡ юлды үтәр ине. Эрегән баҡырҙан йылға ағыҙыуҙы уға тапшырҙыҡ. Уның әмерендә Раббының рөхсәте менән күндерелгән ҡайһы бер ендәр ҙә бар ине. Уларҙың берәйһе әмеребеҙҙән баш тартһа, уға көйҙөрөүсе яза татыта инек. |