КОРАН баш. билли миншшйтанирражиим. Бисмиллиррахмниррахиим
Скачать 3.18 Mb.
|
83. Ул Көндө һәр өммәттең аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарыусыларын бергә йыйнарбыҙ, һәм улар (яза өсөн) ҡулға алынасаҡтар. 84. Ниһайәт, улар (хисап еренә) килеп еткәс, (Аллаһ) бойорор: — Минең аяттарымды, уларҙың яҡшымы, яҡшы түгелме икәнен уйлап тормаҫтан, ялғанға сығарыусылар һеҙме? Нимә ҡылғанығыҙҙы аңлатып бирегеҙ. 85. Ғәҙелһеҙ йәберләүҙәр ҡылғандары арҡаһында Һүҙ ғәмәлгә кергәс, (уларға үҙҙәре ҡаҙанған язаға әмер бирелгәс) улар телдән ҡалыр. 86. Истирәхәт ҡылыр (ял итер) өсөн төндө, яҡтылыҡ өсөн көндө Беҙ яралтҡанды күрмәнеләрме? Бында иман килтергәндәр өсөн, әлбиттә, ғибрәттәр бар. 87. Сурға өрөлгән Көндө, Аллаһтың Үҙе теләгәндәрҙән башҡаһы, күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙың барыһы ла ғәрәсәткә дусар ителер. Уларҙың барыһы ла түбәнселек менән баш эйеп, Уның хозурына килеп баҫасаҡтар. 88. Һин тауҙарҙың үҙ урындарында торғандарын күрермен тип уйлайһыңмы? Улар болот күскән кеүек күсеп китер. Был бар нәмәне тәртип менән яралтҡан Аллаһтың әмере менән эшләнер. Шик юҡ, Ул һеҙҙең нимә ҡылғанығыҙҙың барыһын да белеп тороусы. («Был аят Ер шарындағы бар нәмәнең дә хәрәкәттә булғанына ишара итә, хатта тауҙар ҙа күрер күҙгә генә мәңгелек кеүек күренһә лә, ахырҙа улар ҙа — хәрәкәттә, үҙәндәр — хәрәкәттә. Тора-бара Ерҙәге тауҙар урынында — үҙәндәр, иңкеүлектәр урынында — тауҙар хасил буласаҡ». Ибраһим Дөнмәз тәфсиренән.) 89. Изгелектәре менән килгән кешегә изгелек бирелер. Улар ҡурҡыныстан ҡотолор. (90) Яман ҡылмыштары менән килгән кешеләр йөҙ түбән йәһәннәмгә ырғытылыр. Уларға: - Әй, ҡылмыштарығыҙға күрә һеҙгә бирелгән язалар артыҡ ғәҙелһеҙ түгелдер бит? - тип әйтелер. 91. Әйт: - Мин бары тик гөнаһ эшләүҙе харам ҡылған был шәһәрҙең Раббыһына ғибәҙәт итергә күндерелдем. Бөтөн нәмәгә Аллаһ хужа; һәм мин мосолман булырға бойоролдым, - тип. (92) - Миңә Ҡөръән уҡыу әмер ителде, - тип әйт. - Кем тура юлдан барһа, үз файҙаһына. Кем аҙашһа, әйт: — Мин бары тик (гөнаһ ҡылмағыҙ) тип киҫәтүсе генә — тип. (93) Тағын әйт: - Аллаһҡа маҡтауҙар булһын, - тип. - Ул әле һеҙгә әмерҙәрен еткерәсәк һәм һеҙ ҙә улар менән танышасаҡһығыҙ. Раббы һеҙ ҡылғандарҙы белмәй түгел. 28 — Ҡасас (Ҡиссалар) сүрәһе (Ҡасас сүрәһе 88 аяттан тора. Мәккәлә ингән, бер нисәһе Мәҙинәлә ингән. «Ҡасас» — ҡисса, хикәйә, ваҡиға һүҙҙәренең күпселеген аңлата.) Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим. 1. Та. Син. Мим. (2) Былар (хәләлде харамдан, хәҡиҡәтте ялғандан) ап-асыҡ (айырып бирә торған) Китаптың; (Ҡөръәндең) аяттарыҙыр. 3. Иман килтергән ҡәүемдәр өсөн Муса менән Фирғәүен тураһындағы хикәйәләрҙең бер нисәһен дөрөҫө менән һиңә һөйләп бирербеҙ. (4) Дөрөҫө шул, Фирғәүен ул ерҙә (Мысырҙа) хаким булараҡ артығын ҡылана башланы: халҡын фирҡәләргә айырып бөтөрҙө. Уларҙың бер өлөшөн иҙеп, зәғифләндерҙе, уларҙың (йәһүдтәрҙең) улдарын һуйып, ҡыҙ балаларын ғына ҡалдыра башланы. Ул, ысындан да, боҙоҡлоҡ ҡылыусы, рәхимһеҙ хаким ине. («Аятта һөйләнә торған кәмһетелгән халыҡ йәһүдтәр, йәғни, Исраил улдары булыр. Берәүһе Фирғәүенгә «Исраил улдары араһынан бер ир бала донъяға килер һәм шул ир бала үҫкәстен һинең солтанатыңдың аҫтын өҫкә килтерер, тәхетеңде тартып алыр», — тип һөйләй һәм Фирғәүен исраил улдарының яңы тыуған һәр ир балаһын һуйҙырта бара» Хәсән Чантай тәфсиренән ) 5. Беҙ шул ҡыйырһытылғандарға ярҙам итергә теләнек. Уларҙан (хәйерле эштәргә) өндәүсе имамдар сығарып, уларҙы (Фирғәүен халҡының) милкенә (Мысырға) вәриҫ итергә теләнек. (6) Уларға (иҙелгәндәргә) улерҙә (Мысырҙа) ҡөҙрәт биреп, Фирғәүенгә, (Фирғәүендең баш вәзире) һаманға һәм уларҙың ғәскәрҙәренә лә уларҙың ҡурҡҡан нәмәләрен баштарына килтереп күрһәтергә ихтыяр иттек. 7. Муса әсәһенең күңеленә Беҙ: — Уны имеҙ. Уға ҡурҡыныс килеп, һин сараһыҙ ҡалһаң, уны диңгеҙгә ташла, (батып үләр тип, балаһыҙ ҡалырмын, тип) ҡурҡма. Беҙ уны йәнә һиңә кире ҡайтарырбыҙ, һәм уны пәйғәмбәрҙәрҙең берһе итербеҙ, — тип бойороҡ индерҙек. 8. Ниһайәт, Фирғәүендең ғаиләһе (ҡатыны) табылдыҡ баланы йылғанан алды. Һуңынан был бала үҙҙәренә дошман һәм афәт сығанағы буласағын улар белмәй ине. Сөнки Фирғәүен менән Һаман һәм уларҙың ғәскәрҙәрендәгеләр аҙғын юлда ине. 9. Фирғәүендең ҡатыны әйтте: — Минең өсөн дә, һинең өсөн дә күҙ ҡараһы кеүек (бер ҡыуаныс булыр). Уны үлтертмә, зинһар. Киләсәктә, бәлки, файҙа ла килтерер. Йәки уны уллыҡҡа алырбыҙ, — тине. Ләкин улар эштең асылын белеп бөтөрмәй ине әле. 10. (Балаһының рәхимһеҙ Фирғәүен һарайына эләккәнен белгәс) Муса әсәһенең күңеленә борсоу иңде (ул йоҡоһоҙ ҡалды). Әгәр ҙә уны иманлы итеп, (сабырлыҡ бирмәгән булһаҡ) ул дөрөҫлөктө (серҙе) асып һалған булыр ине. 11. Әсәһе Мусаның апаһына әйтте: — Муса артынан ҡалма, — тине. Ул, Фирғәүен ғаиләһе һиҙенмәһен, тип, һиҙҙермәй генә, йыраҡтан күҙәтте. 12. Беҙ әүүәл имеҙеүсе һөт әсәләренең һөтөн харам иттек (Муса сит имсәктәрҙе ауыҙына алманы).Шул саҡ апаһы әйтте: — Уны һеҙҙең өсөн бик яҡшы тәрбиә итәсәк, үҙегеҙ ҙә унан ҡәнәғәт ҡалырлыҡ бер ғаилә табып бирәйемме һеҙгә? - тине. 13. Шулай итеп, уны әсәһенә ҡайтарҙыҡ. Күҙе-йөҙө яҡтырһын тип, ҡайғырмаһын, тип. Аллаһтың вәғәҙәһенә шик белдермәһен, хаҡ икәнен белһен, тип. Ләкин уларҙың күбеһе Хаҡты белмәй. 14. Егетлек сағына килеп еткәндә, Беҙ Мусаға хикмәт (аҡыл) һәм ғилем бирҙек. Бына, Беҙ изгелек ҡылғандарҙы шулай бүләкләйбеҙ. («Хүкм» һүҙенән килеп сыҡҡан «хикмәт» һүҙе тәфсирҙәрҙә йыш ҡына «пәйғәмбәрлек ҡылыу» мәғәнәһендә ҡулланыла». Ибраһим Дөнмәз тәфсиренән ) 15. Бер уаҡыт (Муса) бер кемгә лә хәбәр бирмәйенсә бер шәһәргә килеп керҙе. Был шәһәрҙең халҡы вайымһыҙ ғына ял итеп (йәшәп) ята ине. Һәм ул ике кешенең һуғышҡанын күрҙе. Уларҙың берһе үҙенең (йәһүд) тоҡомонан, икенсеһе иһә дошман (Фирғәүендең ҡыптый) ҡәүеменән ине. Милләттәше унан ярҙам һорап ҡысҡырҙы. (Муса) йоҙроғо менән (ҡыптыйға) килтереп бәрҙе лә, үлтерҙе лә. (Был ҡылмышына аптырап, Муса): — Был — шайтан эше булып сыҡты. Ул, ысындан да, аҙҙырыусы, ҡотортоусы ап-асыҡ бер дошман, — тине. («Был ваҡытта Муса ғәҙеллекте яҡлаусы булып етешкән ине инде. Ҡыптыйҙар Исраил улдарын ҡыйырһыта башлай, уларҙы талайҙар, өйҙәрен туҙҙыралар. Бына Муса шул ғәҙелһеҙлеккә шаһит була һәм түҙеп тора алмайынса меҫкенде яҡларға алына һәм яңылыш (теләмәҫтән) кеше үлтерә. «Был — шайтан эше булып сыҡты», тигән һүҙен ике мәғәнәлә шәрехләргә була. Рәхимһеҙ ҡыптыйҙың меҫкен йәһүдтне йәберләүе тураһында әйтелгән һүҙ тип тә, артыҡ ҡыҙып, әҙәм үлтергәнен гөнаһ һанап, үҙенә ҡарата әйткәндер, тип тә анларға була». Ибраһим Дөнмәз тәфсиренән.) 16. Муса: — Йә, Раббым, ысындан да, мин яҙыҡ ҡылдым. Ярлыҡа мине, — тип ялбарҙы. Һәм Аллаһ уны ярлыҡаны. Ярлыҡаусы һәм сикһеҙ миһырбанлы бары тик бер Аллаһ ҡына. 17. Муса әйтте: — Раббым, миңә биргән ниғмәт (һәм ғәфү) хаҡы өсөн енәйәтселәргә бер ҡасан да ярҙамсы булмам, инша'аллаһ, - тине. 18. (Икенсе көндө иртәнсәк ул) ҡурҡа-ҡурҡа ғына, һаҡланып ҡына ҡарана-ҡарана шәһәргә сыҡты. Ни күҙҙәре менән күрһен, кисә үҙенән ярҙам һорап ҡысҡырған кешене тағын осратты. (Ул тағын бер ҡыптый менән һуғышып ята ине) тағын ярҙам һорап ҡысҡырҙы. Шунда Муса әйтте: — Һин үҙең ғауғасы икән, — тине. 19. Муса икеһенең дә дошманы булған ҡыптыйҙы һуғыштан тыйырға теләгән ине лә, тегеһе әйтте: — Әй, Муса, һин кисә бер йәнде ҡыйған инең инде, мине лә үлтерергә теләйһеңме? — тине. — Тимәк, һин бында тәртип урынлаштырырға (изгелек ҡылырға) түгел, (кеше үлтереп) залим бер хаким булырға килгәнһең, ахрыһы. 20. Шәһәрҙең икенсе башынан килеп, берәүһе ашығып әйтте: — Әй, Муса, һарайҙағылар һине үлтерергә теләй. Тиҙ бул, һин сығып ҡас. Был минең һиңә булған изгелекле кәңәшем, -тине. (21) Муса ҡурҡа-ҡурҡа, һаҡланып ҡына ҡарана-ҡарана шәһәрҙән сығып китте. — Раббым, мине залимдар өйөрөнән ҡотҡар, — тип ялбарҙы. 22. Мәдйәнгә туп-туры барғанда ул: — Раббым мине тура юлға күндерер тип ышанам, — тине. 23. Муса Мәдйән шәһәре тирәһендәге һыу улаҡтары янына килгәндә хайуандарына һыу эсереүсе бик күп кешеләрҙе күреп алды. Уларҙан бер аҙ ситтәрәк хайуандарын һыуға яҡын ебәрмәҫкә тырышыусы ике ҡыҙҙы ла күрҙе. Уларға: — Һеҙ ни өсөн малдарығыҙға һыу эсермәйһегеҙ? — тине. Ошо яуапты алды: — Көтөүселәр үҙ малдарын эсереп бөтөрмәйенсә, беҙ малдарыбыҙҙы эсертә алмайбыҙ. Атайыбыҙ иһә бик оло йәштә (малдарға һыу эсерерлек хәлдә түгел). 24.Шунан һуң Муса уларҙың малдарын эсерҙе. Һуңынан күләгәгә керҙе һәм: - Йә, Раббым, хаҡтыр, индереләсәк һәр ниғмәтеңә мохтажмын, — тип доға ҡылды. 25. Шунан һуң теге ике ҡыҙҙың берһе тарһынып ҡына уның янына килде: — Атайым хайуандарыбыҙҙы эсергәнеңә күрә, рәхмәт йөҙөнән, бүләктәр өсөн һине үҙ янына саҡыра, — тине. Ҡарт (хәҙрәти Шөғәйеп) янына килеп, Муса башынан кискәндәрҙе уға һөйләп бирҙе. Ҡарт әйтте: — Ҡурҡма, һин инде шул ғәҙелһеҙ халыҡтан ҡотолдоң - тине. 26. Ҡыҙҙарның берһе әйтте: — Атаҡайым, һин уны эшләгәненә хаҡ биреп, сабан итеп ал. Түләп эшләтәсәк был изгелекле егет — көслө һәм ышаныслы кеше, — тине. 27. (Шөғәйеп) әйтте: — Һигеҙ йыл миңә хеҙмәт иткәндән һуң, мин һиңә ошо ике ҡыҙымдың берһен никахлармын. Ун йыл эшләргә теләһәң — ихтыярың. Мин һине ирекһеҙләмәйем. Инша'аллаһ, һин мине һәр саҡ изгелекле кеше булараҡ белерһең, — тине. 28. Муса былай тине: - Был һинең менән минең аралағы (килешеү) булыр. Был ике шарттың ҡайһыһын ғына үтәһәм дә, миңә ҡаршы үпкә-ризаһыҙлыҡ (ирекһеҙләү) булмаҫҡа тейеш. Һөйләшкәнебеҙгә Аллаһ -шаһиттыр. 29. Килешенгән хеҙмәт ваҡытын тултырып, ғаиләһе менәән юлға сыҡҡас, Муса Тур тарафында бер ут күреп, ғаиләһенә: — Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ: мин йыраҡта бер ут күрҙем, бәлки, унан берәй хәбәр йәки йылыныр өсөн утлы киҫәү алып килермен, — тине. 30. Шунда барғас, шул мөбәрәк үҙәндең уң тарафынан, ҡыуаҡлыҡтар эсенән бер өн ишетелде: — Әй, Муса, һин белеп тор, бөтөн ғаләмдәрҙең Раббыһы ул — Мин буламын — Аллаһ Тәғәләң! 31. — Ҡарышҡыңды (таяғыңды) ырғыт, — тигән тауыш ишетелде. Муса таяғын ергә ташланы, таяҡ йыланға әүерелде, Муса артына ла боролоп ҡарарға ҡурҡып, ҡаса башланы. Тағын әйтелде: — Әй, Муса, кире борол. Ҡурҡма. Һин именлеккә ирешкәндәрҙәнһең. 32. — Ҡулыңды ҡуйыныңа тыҡ, ул зыян күрмәйенсә, ап-аҡ булып сығасаҡ. Ҡурҡыуҙан йәйелгән ҡулдарыңды кәүҙәңә ҡыҫ. Бына был ике ғәләмәт (йыланға әүерелгән таяҡ менән ялтырауыҡлы ҡул) Фирғәүен һәм уның әҙәмдәре алдында Раббың тарафынан ебәрелгән һәм инҡар ителмәҫтәй ике дәлилдер. Улар юлдан яҙған боҙоҡ халыҡ булып сыҡты. 33. Муса әйтте: — Раббым, мин уларҙың бер кешеһен үлтергән инем, мине үлтермәҫтәрме, тип ҡурҡам, — тине. (34) — Ҡәрҙәшем Һарун минән матурыраҡ һөйләй. Хаҡлы икәнемде раҫлаусы ярҙамсым итеп уны ла минең менән бергә юлла. Улар миңә (ялғансы ҡушаматы тағырҙар тип), тип ҡурҡам. 35. Аллаһ бойорҙо: — Туғаның һиңә ышаныслы терәк булыр, һәм мин һеҙгә шундай бер ҡөҙрәт бирәсәкмен, аяттарыбыҙ (мөғжизәләребеҙ) мәсьәләһендә улар һеҙҙе еңәлмәҫ. Һеҙ һәм һеҙгә эйәргән иманлылар өҫтөн сығасаҡһығыҙ, — тине. 36. Муса уларға ап-асыҡ аяттарыбыҙҙы килтергәс, улар: — Был — күҙ буяу сихырылыр. Ата-бабанан был турала ишеткәнебеҙ булманы, — тинеләр. (37) Муса әйтте: — Тура юлға өндәүсе итеп кемде күндергәнен һәм ахырҙа кемдең Сәғәҙәткә ирешәсәген иң яҡшы белеүсе — Раббым Үҙелер. Хаҡтыр, залимдарға ҡотолоу (йәннәт) булмаҫ. 38. Фирғәүен әйтте: — Әй, ярандарым, һеҙҙең өсөн минән башҡа Илаһ барлығын мин белмәйем. Әй, Һаман, һин усаҡ яҡ, балсыҡ яндыр. Миңә бейек манара яһа. Мин Мусаның Тәңреһе янына менергә булам. Әммә ул ялған һөйләй, тип уйлайым мин, — тине. 39. Фирғәүен һәм уның буйһонғандары (ярандары) урынһыҙға ғорурландылар һәм Беҙҙең хозурыбыҙға ҡайтарыла торған саҡтарын инҡар иттеләр. (40) Беҙ уны һәм ғәскәрҙәрен тотоп алдыҡ та, диңгеҙгә ташланыҡ. Күр, залимдарҙың яҙмышы нисек булып бөттө. 41. Беҙ уларҙы утҡа (тамуҡҡа) саҡырыусы етәкселәр иттек. Ҡиәмәт көнөндә улар ярҙам күрмәйәсәк. (42) Был донъяла Беҙ уларға ләғнәт ебәрҙек. Ҡиәмәт көнөндә лә улар ләғнәтләнгән һәм меҫкен хәлдә булыр. 43. Хаҡтыр, әүүәлге (Нух, Һуд, Салих, Лут) халыҡтарын Беҙ һәләк иттек, (һәләк булғандарҙың фажиғәһе тураһында уйлай-уйлай) өгөт-нәсихәт алһындар тип, кешеләргә ап-асыҡ дәлилдәр, тура юлға йүнәлтеүсе һәм рәхмәтебеҙ булараҡ, ул Китапты (Тәүрәтты) Мусаға бирҙек. 44. (Ий, Мөхәммәд) Мусаға әмеребеҙҙе күндергәндә, һин тауҙың Көнбайыш яғында түгел инең, ул ваҡиғаны күреп торманың. (45) Әммә Беҙ (Мусанан) һуң бик күп халыҡтарҙы яралттыҡ, улар оҙон ғүмерле булды. Һин Мәдйән халҡы араһына кереп, уларға аяттарыбыҙҙы уҡыманың, ләкин Беҙ (булып уҙғандарҙың хәбәрен — Ҡөръәнде) һиңә күндерҙек. (46) Муса менән (уахи аша) һөйләшкәнебеҙ ваҡытында һин Тур тауы янында түгел инең. Ләкин һинән алда үҙҙәренә киҫәтеүсе (пәйғәмбәр) килмәгән бер ҡәүемде киҫәтер өсөн, Раббыңдан бер рәхмәт булараҡ, һине һайланыҡ. Бәлки, улар уйлап, өгөт алыр! 47. Әгәр ҙә үҙҙәре ҡылған (гөнаһтары) арҡаһында баштарына бәлә төшһә, улар: — Раббыбыҙ, әгәр ҙә һин беҙгә пәйғәмбәр ебәргән булһаң, беҙ аяттарыңа эйәргән булыр инек тә, иман килтергән булыр инек, — тип әйтәсәктәрен белмәһәк, һине күндермәгән булыр инек. 48. Беҙҙең тарафтан уларға Хәҡиҡәт (менән Пәйғәмбәр) килгәс, әйттеләр: — Мусаға бирелгән кеүек уға ла мөғжизәләр бирелергә тейеш түгел инеме ни? — тинеләр. Ярай, унан байтаҡ элек Мусаға бирелгәнде инҡар итмәнеләрме ни? — Бер-берһен тулыландырыусы ике сихыр(сы), — тинеләр.— Һәм шуныһы хаҡтыр: беҙ уларға ышанмайбыҙ. 49. (Эй, Мөхәммәд) әйт: — Әгәр ҙә һеҙ хаҡлы икәнһегеҙ, Аллаһ янынан был ике Китаптан да (Тәүрат менән Ҡөъәндән дә) яҡшыраҡ һәм дөрөҫөрәк бер китап килтерегеҙ һәм мин уға эйәрермен, — тип. (50) Әгәр ҙә улар һиңә эйәрмәһә, белеп тор, тимәк улар нәфселәренә (кирелектәренә) күрә генә эш йөрөтәләр. Аллаһтан тура юл күрһәтелмәгән килеш, бары тик үҙ нәфсеһенсә генә эш йөрөтөүсенән дә аҙғыныраҡ башҡа берәү буламы икән? Әлбиттә, Аллаһ аҙғындарҙы тура юлға күндермәҫ. 51. Хаҡтыр, уйлап өгөт алһындар тип, һүҙебеҙҙе (Ҡөръәндән аяттарын) берһе артынан икенсеһен өҙлөкһөҙ төшөрә торҙоҡ. (52) Унан (Ҡөръәндән) элек китаплы булғандар (йәһүдтәр, христиандар) ҙа иман килтерҙе. (53) (Ҡөръән) уғығанда, улар: — Уға иман килтерҙек. Сөнки ул Раббыбыҙҙан килгән Хәҡиҡәт. Ысынлыҡта беҙ инде әллә ҡасан Аллаһты бер тип таныусылар инек, - тинеләр. 54. Сабыр иткәндәре һәм итәғәттәре өсөн уларға ике тапҡыр әжер бирелер (ике китапҡа ла ышанғандары өсөн). Былар яҡшылыҡ эшләп, яманлыҡты ҡыуыусылар. Улар үҙҙәренә беҙ күндергән ризыҡтан хәйер биреүселәр. (55) Улар буш һүҙ (ғәйбәт) һөйләүселәр янында тормаҫ: — Беҙҙең эшебеҙ бар, һеҙҙең дә үҙ эшегеҙ. Һеҙгә сәләмдәр булһын. Беҙ жәһилдәр (наҙандар) менән аралашырға теләмәйбеҙ, — тип китеп барырҙар. 56. Хаҡтыр, (ий, Мөхәммәд) һин үҙең яратҡан кешеләрҙе тура юлға күндерә алмаҫһың. Үҙе ихтыяр иткәндәрҙе фәҡәт Аллаһ тура юлға күндерер. Кем тура юлға керәсәкте Ул бик яҡшы белеп тора. 57. Улар (Ҡурайш мөшриктәре) әйтте: — Һиңә эйәреп, иман килтергән булһаҡ, беҙ йортһоҙ-ерһеҙ, ватанһыҙ ҡалған булыр инек (беҙҙе иманһыҙҙар ҡыуған булыр ине), — тинеләр. Беҙ уларҙы үҙ тарафыбыҙҙан күндерелгән һәр төрлө емештәре мул булған хөрмәтле һәм имен урынға (Мәккәгә) урынлаштырманыҡмы ни? Ләкин уларҙың күбеһе быны белмәй. 58. Беҙ (муллыҡ эсендә) йәшәүҙәре менән маҡтаныусы ни тиклем ҡәүемдәрҙе һәләк иттек. Ана, уларҙан һуң ҡалған ул буш урындарға бик аҙҙары килеп урынлашты. Уларҙың малдарына Беҙ вәриҫ булып ҡалдыҡ. (59) Халыҡ күп йәшәй торған шәһәрҙәргә аяттарҙы уҡып бирә торған пәйғәмбәрҙәрен алдан ебәрмәйенсә тороп, Раббың ул шәһәр халыҡтарын һәләк итмәне. Беҙ халыҡтары залим булған шәһәрҙәрҙән башҡаларҙы һәләк итеүсе булманыҡ. 60. Һеҙгә бирелгән һәр нәмә (мал, байлыҡ, ләззәт) фани донъяла алдаусы биҙәк һәм тиҙ үтеп китеүсеҙер. Аллаһ хозурындағылар иһә (йәннәт) тағын да хәйерлерәк һәм тағын да ғүмерлерәк. Бынан һуң да аҡылығыҙға килмәҫһегеҙме ни? |